Все новости
ВРЕМЯ ГЕРОЕВ
19 Октября 2022, 13:32
ОБЩЕСТВО

НАМЫҪЫ БАР ЕГЕТ ҠАЛАЙ ЯТҺЫН – ИЛ СИГЕНӘ БӨГӨН ЯУ КИЛГӘН!

21 сентябрҙә Рәсәй Фе­де­рацияһы Президенты Владимир Путин илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан итте. АҠШ, Бөйөк Британия һәм Евросоюз илдәренең Украинаны хәрби хәрәкәттәрҙе беҙҙең ил территорияһына күсерергә этәреүе ошондай аҙымға ба­рырға мәжбүр итте, сөнки артабан нацистарҙың Ҡырымға һәм Рәсәйгә һөжүм итере көн кеүек асыҡ. Башҡортостанда мобилизация ойошҡанлы бара. Район-ҡалаларҙан тәүге төркөмдәр урындарҙа хәрби әҙерлек үтә башланы. «Шайморатов вариҫ­тары үҙҙәренекен ташламай!». Билдәле йәмәғәт эшмәкәре Илгиз Солтанморатов февраль айында уҡ Рәсәйҙең Украинала махсус хәрби операция башлауын хуплап сығыш яһағайны. Әле үҙ ихтыяры менән барып (доброволец), 3 ай хеҙмәт итеп ҡайтты.

НАМЫҪЫ БАР ЕГЕТ ҠАЛАЙ ЯТҺЫН – ИЛ СИГЕНӘ БӨГӨН ЯУ КИЛГӘН!
НАМЫҪЫ БАР ЕГЕТ ҠАЛАЙ ЯТҺЫН – ИЛ СИГЕНӘ БӨГӨН ЯУ КИЛГӘН!

Балҡып килеп инде ул редак­цияға. Шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Шулай булмайса, ут эсенән иҫән-һау ҡайтыу уйын эш түгел, тип уйлайым эстән генә. Ә ул үҙе барыһынан да бигерәк ниәтен тормошҡа ашыра алыуына ҡыуана булып сыҡты:
– Миңә бит армияла хеҙмәт итергә тура килмәгәйне. Уҡыу менән булып, хәрби хеҙмәттән ситтә ҡалынды. Махсус операцияла ҡатнашырға тигән ниәтем булды һәм уны үтәнем, Аллаға шөкөр, – ти ул.
Илгиз май аҙағында шайморатовсылар батальонына яҙылырға тип военкоматҡа бара, тап ошо данлыҡлы генералыбыҙ исемен йөрөткән батальонға эләккеһе килә уның. Ләкин, хәрби хеҙмәт тәжрибәһе булмағанғалыр инде, телефонын яҙып алып, көтөргә ҡушып, ҡайтарып ебәрәләр. Са­ҡырыу-фәлән килмәгәс, ул Чечняла махсус берәмектәр төҙөлөүен ишетеп, Грозныйға юллана. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ирекмәндәргә әҙерлек күнекмәләре үткәреп, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтеп, тәғәйенләнгән пунктҡа оҙатҡандар. Шулай итеп, Илгиз Солтанморатов, 3 айлыҡ контрактҡа ҡул ҡуйып, Луганск Халыҡ Республикаһына аяҡ баҫа, данлыҡлы 150-се гвардия дивизияһының 68-се гвардия танк полкының мотоуҡсылар батальонына билдәләнә. Алғы һыҙыҡта хеҙмәт итергә тура килә уға.
– Беҙ урамдың был яғында, ҡаршы яҡтағы йорттоң подвалында – «укроптар», – ти ул. – Украиндар тип әйтке килмәй, тотош халыҡтың ғәйебе юҡ бит инде. Нацизм менән ағыуланғандарҙы «укроптар» тип йөрөттөк. Шулай ҡара-ҡаршы ятабыҙ, ә урам тар ғына. Көнө-төнө пулялар оса: теге яҡтан да, беҙҙең яҡтан да.
– Ҡурҡыу тойғоһо булдымы?– тип һорамай булдыра алманым, сөнки тәүге тапҡыр ғәҙәттән тыш шарттарға барып эләккән кеше өсөн был тәбиғи хәл.
– Ҡолаҡ төбөнән генә пулялар зыйлап оса башлаһа, йөрәк дөп-дөп тибеп ала инде, – тип йылмая ул. Шулай ҙа үҙенең хәл-торошондағы һынылышлы мәлде ул яҡшы хәтерләй.
5 сентябрь көнө һалдаттарға бер яралыны яу яланынан алып сығырға тигән приказ бирелә. Рәсәйҙәрҙең үҙ яралыларын һәм һәләк булғандарҙы яу яланында ташлап ҡалдырмағанын яҡшы белгән «укроптар» ут һиптерә башлай. Илгизгә ике пуля тейә, бәхеткә күрә, улар бронежилет аша үтә алмай, береһе йөрәк тәңгәлендә тороп ҡала, икенсеһе уны сыйып үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул көндө задание үтәлмәй ҡала, тимәк, яралы эргәһенә тағы барырға кәрәк, тигән һүҙ. Позицияға ҡайтып, бронежилетын күргәс, Илгиз үҙенең үлем сигендә булғанын аңлай һәм күңелендә шомло бер тойғо барлыҡҡа килгәнен тоя. Бер аҙҙан ул көсәйә барып, тынғы бирмәй башлай. Әгәр киләһе төркөм менән тағы ла шул урынға бармаһам, мине ҡурҡыу еңеп аласаҡ, тип уйлай егет. Шуға ла задание менән сығасаҡ киләһе төркөмдә мотлаҡ булырға тейешмен тигән ҡарарға килә. Һәм, ысынлап та, 7 сентябрҙә таң һарыһынан үҙҙәренең яуҙашын иҫән-һау алып ҡайтыуға өлгәшкән егеттәр араһында ул да була.
Хәрби операцияла ҡатнашыу­сылар ысын исемдәре менән йөрө­төлмәй, үҙҙәренә позывной исем ала. Илгизде, мәҫәлән, полкташтары «Өршәк» тип белә. Бурятиянан «Оникс» исеме аҫтында һуғышҡан Денис исемле егет менән улар баштан аҙағынаса бергә була, бер-береһен ҡарап-ҡурсалап йөрөргә тырышалар. Бер көндө рация аша Өршәк менән Ониксты саҡыралар.
– Бер яралы һалдатты эвакуация пунктына оҙатырға кәрәк икән. Ни өсөн мине саҡырҙылар икән, тип уйлайым, сөнки төнө буйы һаҡта тороп, яңы ғына ял итергә ятҡайныҡ. Ҡараһам, һалдаттың бронежилетында исеме яҙылған – «Башкир». Яҡташтар күрешеп алһын тип мине саҡырғандарҙыр инде. Ул егет үҙе урыҫ булып сыҡты, Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән, әле Саратовта йәшәй.
Луганск азат ителгәндән һуң Илгиздәрҙең полкы Донецк өлкә­һенә күсерелә. Ошо урында мин бөтәбеҙҙе борсоған һорауҙы бирәм:
– Илгиз, нишләп хәрби операция шулай оҙаҡҡа һуҙылды?
– Донецк – шундай ҙур ҡала, ул тирә-яғынан Марьинка, Авдеевка кеүек ваҡ ҡалалар, ҡасабалар менән уратып алынған, гел таш йорттар – бер генә буш урын юҡ. Доттар, блиндаждар, нығытмалар – аҙым һайын. Нацистар һуғышҡа әҙерләнгән, бик ентекле итеп әҙер­ләнгән, йәйгә ҡарай улар һөжүм итер ине. Ярай әле Рәсәй хәрби операцияны башлап өлгөрҙө, юғи­һә хәлдәр хөртөрәк булыр ине.
«Укроптар» бик рациональ һуғыша. Спутник аша ҡарап ҡына аталар, ултырған урындарынан артыҡ сығып йөрөмәйҙәр. Үлгән һалдаттарын, яралыларын сығып та алмайҙар. Яралыларын үлтереп китәләр. Шунан уларҙы кем тип әйтәһең инде?!
Ошондай аҙымға барыр өсөн айырым кешеләрҙең генә түгел, тотош бер нисә быуындың нацизм менән ни тиклем ағыуланған булыуы, сит идеологияға ни тик­лем бирелгән булыуы кәрәк! Тарих дәреслектәрен үҙгәртеп яҙыу, мәктәптәрҙә балаларға тарихты боҙоп өйрәтеү, Украинаны немец илбаҫарҙарынан азат иткән совет һалдаттарына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе емереү, йәштәрҙә Рәсәйгә нәфрәт тәрбиәләү – йылдар дауамында эҙмә-эҙлекле алып барылған сәйәсәттең һөҙөмтәһе бына ниндәй! Мәғариф, медиа тармаҡтарынан башланған милләтселек, дәүләт структураларын да баҫып алып, Украина йәмғиәтендә нацизм менән русофобия барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Ющенко президент булған ваҡытта был илдә нацистарға, атап әйткәндә, Степан Бандераға һәйкәлдәр ҡуйыла, асыҡтан-асыҡ «совет оккупацияһы» тигән термин ҡулланыла башлай, Советтар Союзы Өсөнсө рейх менән сағыштырыла, мәктәптәрҙә, дәүләт органдарында, судтарҙа, телевидениела һәм кинотеатрҙарҙа рус теле тыйыла. Былар барыһы ла АҠШ етәкселегендә һәм уның спонсорлығында алып барыла.
Ошо урында донъяның иң бай кешеләренең береһе америка инвесторы, банкир Джордж Соростың исемен телгә алыу ҙа етә. Ул үҙен ирекле йәмғиәт өсөн, фәнде һәм мәҙәниәтте үҫтереү өсөн янып йөрөгән эшмәкәр итеп күрһәтергә тырыша. Әммә дөйөм кешелек ҡиммәттәрен пропагандалаған кеше булып, сәйәсәткә ҡыҫыла, төрлө илдәрҙә революциялар ойоштороуға аҡса бирә, режимды эстән емереү тактикаһын алып бара.
Сорос Мәскәүгә 1987 йылда килә. Уның «Асыҡ йәмғиәт» тигән ойошмаһы «интеллектуаль йәмғиәттәргә», студенттарға, фәнни проекттарға аҡса бүлеп, әүҙем рәүештә Советтар Союзын тарҡатыу буйынса эш башлай.
Уның эшмәкәрлегенән зыян күргән дәүләттәр етерлек. Белорус­сияла ла ул нацизм сигендәге русофобияны пропагандалауға аҡса йәлләмәй. Әммә ваҡытында фашланып, илдән ҡыуыла.
Быйыл ғинуар айында Ҡа­ҙағстанда булып үткән ваҡиғалар ҙа, Украиналағы кеүек, Рәсәй менән тағы бер сиктәш илдә НАТО-ның плацдармын булдырыу ниәтенән сығып башҡарылғайны. Ярай ҙа осҡондан ялҡын ҡабынып өлгөр­мәне.
Рәсәй хәрби операция башлау менән быға тиклем демократия тип лаф орған илдәрҙең ысын йөҙө тиҙ асылды. Һәр ваҡыт Американың ауыҙына ҡарап торған Европа ил­дәре, унан ҡурҡып, кемуҙарҙан Украинаны ҡоралландыра башланы һәм хәҙер улар тыйылған ҡоралдар менән һуғышыуҙан да тартынмай.
– Фосфор бомбалары тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Матур ғына салют кеүек атылып китә лә һауанан нөктәләр төшә. Шул баҙлаған нөктә танкыны үтә тишә, күп ҡатлы йорттоң ҡыйығына эләкһә, аҫҡа төшөп етә, йәшенеп булмай, – тип һөйләй Илгиз Солтанморатов.
– «Лепесток» тип аталған бомба менән бөтә ер туп-тулы, – тип дауам итә әңгәмәсем. – Ул йәшел, һары төҫтәге пластиктан саған япрағына оҡшатып эшләнгән, өйөрөлөп кенә ергә төшөп ята. Ҡапылғара мина тип уйларлыҡ та түгел. Яңылыш баҫып алһаң, аяҡһыҙ ҡалдың, тигән һүҙ. Улар менән урамдар ғына түгел, урман туп-тулы. Алды-артыңды ҡарап, һаҡ ҡына йөрөргә кәрәк.
Бына шулай. Социаль сел­тәрҙәрҙә ҡайһы берәүҙәрҙең «Рә­сәй ниңә сит ил ерендә хәрби операция алып бара, Украина беҙгә нимәгә кәрәк ул?» – тигән яҙыуҙарын уҡырға тура килә. Ун­дайҙарҙың ойошҡанлы рәүештә илебеҙҙе тарҡатыу эше алып барылыуын һаман күрмәүҙәре һәм аңламауҙары хайран итә. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ республикабыҙҙа «Мәктәпкә мина һалынған», «Сауҙа үҙәге шартлатыласаҡ» тигән янауҙар ҡасандан бирле тынғы бирмәй. Быларҙың халыҡта ҡотҡо таратыу, ил етәкселегенә ҡаршы сығырға саҡырыу, тыныслыҡты емереү өсөн эшләнгәне көн кеүек асыҡ. Украина – НАТО-ның плацдармы. Шунан тороп Рәсәйҙе бүлгеләргә һәм буйһондорорға теләйҙәр.
Илгиз Солтанморатов өлөш­ләтә мобилизация иғлан ителе­үен бик ваҡытлы һәм урынлы сара тип иҫәпләй, Ватаныбыҙҙың һағында тороусыларға ярҙамға белгестәр кәрәк: танкистар, са­перҙар, снайперҙар... Ә инде улдарын, ирҙәрен, туғандарын оҙатып ҡалған йәмғиәттә дошман һүҙенә ышанмаған, шик-шөбһәгә бирелмәгән, шикле каналдар, интернет, социаль селтәрҙәр аша фейктар таратыуға юл ҡуймаған аңлы граждандар кәрәк.
Ошо урында мин Илгиздең ҡатыны, дүрт бала әсәһе, ауылдашым Зөлфиә Әбүзәр ҡыҙын телгә алмай булдыра алмайым. Хис-тойғолары менән бүлешеүен һорауыма «Был минең өсөн бик ауыр тема...» – тиеү менән генә сикләнде ул, хәүефле мәлдәрен, ауыр кисерештәрен яңыртҡыһы килмәне. Ул барыһын да яңғыҙы кисергән, сөнки ире бер кемгә лә белдермәүҙе үтенгән. Илгиздең әсәһе улының йөрөп ҡайтыуын да белмәй ине әле...
...90-сы йылдарҙа йәшләй генә һәләк булған бик популяр киноактер Сергей Бодровтың патриотизм тураһында шундай һүҙҙәре бар: «Һуғыш ваҡытында үҙеңдекеләр тураһында насар һөйләргә ярамай. Бер ваҡытта ла. Хатта улар хаҡлы булмаһа ла. Һинең илең һуғыш ваҡытында хаҡлы булмаһа ла, һин уның тураһында насар һөйләргә тейеш түгел. Был элекке, ябай һәм примитив принцип, әммә ул шулай. Һуғыш янамағанда, һуғыш бөткәс – ул ваҡытта, эйе, ошо шулай булманы, быныһы ла дөрөҫ булманы тип әйтергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, киләсәктә шулай булмаһын өсөн тырышайыҡ».
Әйҙәгеҙ аңлы, аҡыллы һәм сабыр булырға тырышайыҡ!

Алғы һыҙыҡҡа!
Врубовкала торғанда
Яуҙаштар: Саратов, Өршәк, Ждан, Ваня
«Ошо һүҙҙәр миңә төбәлгән кеүек тойолдо», – ти Илгиз
Донецк өлкәһенә китер алдынан
Автор:Рәшиҙә Мәһәҙиева
Читайте нас: