Все новости
ВОСПОМИНАНИЯ
2 Ноября 2021, 22:27

КӨҘГӨ САҠЫРЫУ. Фарзат Ҡаһарманов

1982 йылдың сентябрь аҙаҡтарында, медкомиссия үтеп бөткәс, бөтә көҙгө саҡырылыусыларҙы район мәҙәниәт йортона, тантаналы йыйылышҡа йыйҙылар. Афғанстанда һәләк булған Монасип егете Азамат Йәғәфәровтың ата- әсәһенә “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены тапшырҙылар. Яҙ класташ Ғәликәев Айҙарҙы армияға оҙатҡанда, Бөрйәнгә Ҡасимов Рәжәп йөк машинаһында алып барғайны, ҡайтышлай Мишәргә ҡайныларына һуғылды, шунда Йәғәфәровты ерләгән мәленә тура килдек.

КӨҘГӨ САҠЫРЫУ. Фарзат Ҡаһарманов
КӨҘГӨ САҠЫРЫУ. Фарзат Ҡаһарманов

Үҙҙәренең ил алдындағы изге бурысын үтәргә йәш егеттәр армия сафына саҡырыла башланы. Үҙемдең миҫалда, совет осоронда, егеттәрҙең армиға барыуы тураһында яҙырға теләйем. Совет заманында егеттәр армияға барырға ынтылып торҙо. Күпселеге мәктәпте тамамлағас, ниндәй уҡыу йортона инергә түгел, ә нисек тә армияла хеҙмәт итеп ҡайтыу тураһында уйланы.

Октябрь башында егеттәрҙе армияға ала башланылар. Тәү сиратта сит илдәргә ебәрәләр- Германия, Польша , Венгрия, Монголия , Вьетнам һ.б. - бик күп ине совет һалдаты хеҙмәт иткән илдәр. Ярты ай алдан миңә лә саҡырыу килде, 8 ноябргә. Аҙна буйы төрлө ауылдарҙа йәшәгән туғандарҙы йөрөп сыҡтым. Иртәгә армияға тигән көндө, төштән һуң, мылтыҡ аҫып урман гиҙеп, йөрөп ҡайттым.Ә кискелеккә туғандар йыйылып, мине оҙатыу табыны ойошторҙолар.
Иртәгәһен беҙҙең бәләкәй генә ауылдың бар халҡы тиерлек мине оҙатырға килде. Ул замандағы йола буйынса бер кемде лә саҡырыу кәрәкмәй, теләгән кешеләр үҙҙәре килә. Армиянан яңыраҡ ҡайтҡан егеттәр хеҙмәттә үҙеңде нисек тоторға өйрәтәләр. Һәр береһе аҡса бирә - кем 1 һум, кем 3 һум. Бәләкәй генә ауылдың халҡы 200 һумдай, әсәм биргән 100 һумды ҡушып, 300 һум аҡса йыйылып китте. Сағыштырыу өсөн - ауыл халҡының уртаса айлыҡ эш хаҡы 70-90 һум.
Хушлашыу башланғас, ҡайһы бер ҡатындар илаша башланы. Әсәм тегеләрҙе әрләй - һуғышҡа ебәрәбеҙме һуң, тыныс ваҡытта, йәнәһе. Эстән генә мин: “Малайың Афғанға барасаҡ һәм армила ҡаласаҡ”, - тим. Ул замандағы тәрбиә һөҙөмтәһелер инде - райондан һәләк булыусы булһа ла, Афғанстанға барырға хыялландым. Учебканан 200 һалдатты шунда ебәрергә тейештәр ине. Беҙҙең ротанан ғына 30 һалдат, Афғанстанға ебәреүҙәрен һорап, рапорт яҙҙыҡ. Тик бәхеткәме, унда  барырға ла, армияла ҡалырға ла тура килмәне.

Машина ҡуҙғалып киткәс, кузовта бергә ултырған апайҙарым мыршылдаша башланылар. Үҙемә лә ҡыйын булһа ла, уларҙы тыйып маташам, йырлаған булам.
Райүҙәктә йәшәүсе ағайымдарҙа йоҡлап, иртәнге туғыҙҙа военкоматҡа барһам, мин китеүселәр теҙмәһендә юҡмын,  повестканы яңылыш ебәргәндәр. Иртәгә китергә тейешмен, ә икенсе егеткә бер көнгә һуң ебәргәндәр.

- Әйҙәгеҙ, уның урынына мин мин китәм, - тим, - ул барыбер килеп өлгөрмәй бит.

- Һеҙҙең командалар тура килмәй, - тип ҡайтарып ебәрҙеләр, теге егетте нимә эшләткәндәрҙер, ул көндө 10 егет китергә тейеш ине. Ағайымдарҙа йоҡлап, иртәгәһен кире килдем. Бөрйән районынан көҙгө саҡырылышта беҙҙең команда иң ҙуры - 30 егет, комсомол путевкаһы менән ил сиге ғәскәрҙәренә тәғәйенләнгәнбеҙ икән. Райкомдан килеп, тантаналы оҙатып ҡалдылар. Беҙҙе алып барыусы автобус юлда боҙолоп, “Сибай-Өфө” поезына саҡ өлгөрҙек.
Был минең үҙ ғүмеремдә ҙур донъяға тәүге сәйәхәтем ине - армияға тиклем райондан да сыҡҡаным булманы. Республика йыйылыу пунктына барғас, медкомиссияны тиҙерәк үткәреү өсөн, оҙатып килеүсе офицер беҙҙе өс төркөмгә бүлде, беҙҙең төркөмгә биш егет эләкте. Трусиктәрҙә генә, аҡсаларҙы ҡульяулыҡҡа төрөп, ҡулға бәйләп, медкомиссия үтә башланыҡ. Кемдең һаулығы насар – урынына икенсе егет инә. Мин үҙем берәү урынына ҡолаҡты тикшертергә индем, бер егет урынына күҙҙән ингәйнем, танып сығарып ебәрҙеләр.

– Йә нисек тә армияға китәм, йә берәй нәмә эшләйем, әммә оялмайынса ҡайтып йөрөмәйем, - ти ине, нимә эшләгәндер. Кискә медкомиссия үтеп бөттөк, һуңғы, иң мөһиме мандат комиссияһы – ғәскәрҙәргә тәғәйенләү ҡалды. Бергә килгән иң ҙур төркөм (18 егет), алдан билдәләнгәнсә, ил сиген һаҡлаусы (пограничник) ғәскәргә билдәләнде.
Беҙ, имтихандарға ингән кеүек, тулҡынланып көтөп торабыҙ. Бер төркөм ҡыуанышып килеп сыҡты, Өфөгә эләккәндәр, ул ваҡытта Башҡортостанда хәрби частар күп ине. Өфөлә генә өс гарнизон, хатта Белоретта ла “стройбат” торҙо. Әллә ҡайҙа, ер ситенә булһа ла ебәрһендәр, тик яҡын булмаһын, тип уйлайым, мин бит тәүге тапҡыр донья күрергә сыҡҡанмын.

Ҙур ғына бүлмәгә индек, өҫтәлдәр артында төрлө дәрәжәләге, төрлө ғәскәрҙәрҙән офицерҙар, “һатып алыусылар”(покупателдәр) ултыра. Беҙҙе ВВ-ға (внутренние войска) тәғәйәнленәләр, команданың номерын әйтеп, иртәгә ҡуҙғалабыҙ, тинеләр. Бер-беребеҙҙе таныр өсөн, арҡаға, кейем тышына  аҡбур менән команданың номерын яҙып ҡуйҙыҡ. Иртәгәһен, 11 ноябрҙә, китергә саҡырыу көтөп йөрөһәк, динамиктарҙан Левитандыҡына оҡшаған тауыш:

“ Внимание, внимание, скоро будет обьявлено важное правительственное сообщение”, –тип бер нисә тапҡыр хәбәр иттеләр. СССР менән АҠШ араһында иң ҡатмарлы, көсөргәнешле мәл, һуғыш башланғандыр, моғайын, атом һуғышы була ҡалһа, туғандарҙы ла күреп булмаҫмы икән, тип уйлайым. Бер сәғәттән хәбәр иттеләр: “Кисә, 1982 йылдың 10 ноябрендә, КПСС-тың генераль секретары Леонид Ильич Брежнев үлеп ҡалды”. Мәскәүҙе яптылар, Мәскәү аша китергә тейешле һалдаттар китә алмай, ә ундайҙар күпселек. Көн дә райондарҙан егеттәр килеп тора, ә оҙатылыусылар юҡ кимәлдә. Көндөҙ йыйылыу биләмәһендә йөрөрлөк түгел, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек. Казармаларҙағы икешәр ҡатлы урындыҡтарҙа ғына түгел, хатта иҙәндә лә йоҡларлыҡ урындар ҡалмай башланы. Ҡайһы берәүҙәр туалет ҡыйығы аша ҡасып ҡалаға сығып килә, мин ни, ҡалала йөрөй белмәгәс, "чепокка" инеп ашайым да, казармаға инеп ятам. Алыҫҡа, бер заводтың ашханаһына төшкө ашҡа йөрөтәләр. Колоннаның иң аҙағында барам, сөнки ҡаланы ҡарарға уңайлы, барыһы ла минең өсөн тәүге тапҡыр : ҡатлы бейек йорттар, трамвай, тролейбус…
15 ноябрь Брежневты ерләгәс, йыйылыу пунктында хәрәкәт башланды, көнөнә 10-15 "Икарус" автобустарында егеттәрҙе ғәскәрҙәргә ебәрә башланылар. Кискә беҙҙең команданы ла йыйып алып киттеләр. Ниндәйҙер хәрби частың плацына теҙҙеләр ҙә, барлай башланылар, 60 егеттең 30-ы нишләптер исемлектә юҡ, беҙҙе, артыҡтарҙы, кире пунктка килтерҙеләр. Аҙна буйы ятып ялҡытты, шәхси эштәр һаҡланған казарманы эҙләп табып алдым. Документтарҙы шул уҡ беҙҙең һымаҡ егет һаҡлай ине, теге егетте юхалап, үҙемдең документтарҙы эҙләп алып, кейем эсенә тығып алдым. Һәр команда киткән һайын бер нисә кеше тулмай, ҡалала йөрөп ҡала, минең план - үҙемә оҡшаған командаға тығылып китергә. Иртәгәһен көнө буйы кешеләре тулмаған командаларға ынтылып ҡараным, йөрәк етмәне, бур тип ултыртып ҡуйһалар, тип ҡурҡтым. Кискә документтарҙы кире индереп, өҫкәрәк тығып ҡуйҙым.Уйланып урындыҡта ятам, казармаға авиация подполковнигы килеп инде, өс кеше тулмай икән командаһына. Шәхси эштәрҙе алып, фамилияһын әйтеп саҡыра, хәрби билетын ҡарай ҙа, кемделер командаһына ала, кемделер кире ебәрә, бишәүҙе саҡырып, икәүһен алды. Минең документтар ҙа ҡулына эләкте, хәрби билеттың ниндәйҙер битен асып ҡараны ла, бараһың тине.

Бынан да ҡотолор көнөм бар икән, ике сәғәттән 12 генә егеттән торған команда Өфө вокзалында ултыра инек, Иртән Өфө-Мәскәү поезына ултырып, ҡуҙғалып киттек, ”Һау бул, Башҡортостан, ике йылға! ” Оҙатыусы сержант юҡ, “подпол” аҙ һүҙле, һораһаҡ та Новгородҡа “учебкаға” барғаныбыҙҙы ғына әйтте, әгәр араҡы еҫен һиҙһәм, тәүге хәрби комендатурала уҡ ҡалдырып китәм, тип киҫәтеп ҡуйҙы, һалдат “сухпайҙары” таратты. Беҙҙең купела минең кеүек ауыл малайҙары булғандыр инде, кем булып хеҙмәт итәсәгебеҙ тураһында бәхәсләшәбеҙ. Авиация булғас, самолет эсендә “йөрөйбөҙ”. Ярты йыл “учебкала” летчик булмайбыҙҙыр инде, берәү әйтә - бомба ташыйбыҙ, икенсеһе - самолеттың ҡойроғонда пулеметсы була, ти, өсөнсөһө - радист, нимә тиһәк тә самолеттың эсенән “сыҡмайбыҙ”.
Ауылдан сыҡмаған малайға бер юлы Өфө, Мәскәү, Ленинград, Новгородты, ә “учебканан” һуң Мәскәүҙән Ҡара диңгеҙгә хәтлем Адлер, Кутаиси, Цулукидзе, Харковь һәм башҡа күп ҡалаларҙы күрергә насип булды.
Новгород өлкәһенең Новоселицы ауылында урынлашҡан хәрби часть янында автобустан төшөргә ҡуштылар, ошо икән учебка тигәндәре. 3000-гә яҡын хәрби, ҙур Е хәрефенә оҡшаған йортта урынлашҡан, әбей батша Екатерина  II - нең резиденцияһы булған, стеналары метр ярым ҡалынлыҡта. Элек ат йөҙҙөргән күлде күмеп, ҙур- ҙур стадион эшләгәндәр, стадионды түңәрәтеп, элекке ат һарайҙарын клуб, мунса, склад ( ат һарайы тип әйтмәҫһең – бейек, матур йорттар) һәм башҡа кәрәк- яраҡ өсөн үҙгәртелгән. Офицерҙар һалдаттар менән бер гарнизонда йәшәй. Гарнизон түңәрәк формаһында урынлашҡан, ял итеү паркына оҡшаған, эстән шул уҡ түңәрәк формаһында юл һалынған 3 саҡрым оҙонлоғонда, “БАМ” тип йөрөтә торғайныҡ. Иртәнге зарядкала “БАМ”-ды бер тапҡыр йүгереп үтер кәрәк. Полкта 200-әр курсанттан торған 9 рота, 3 рота прапорщикка уҡыйҙар, унан башҡа, бында даими хеҙмәт иткән роталар. Уҡыуҙар тамамланғас, бөтә армия буйынса тараталар, шул иҫәптән 200 һалдат Афғанға ебәрелә.
Беҙҙе оҙатып килгән подполковник штаб алдына теҙҙе лә, штабтан өс офицер алып сыҡты. Һалдат булыу менән ҡотлағас, бер капитан (к-н Карпушонок, “морзянканан” уҡытты) “музыкаль ишетеү” һәләтен тикшерә башланы. Фанера киҫәгенә морзянка хәрефен туҡылдата, һәр беребеҙ ҡабатлап ҡарай, 12 егет араһынан икәүебеҙҙе айырып алды. Беҙҙән радиотелеграфистар әҙерләйҙәр икән, ә беҙ самолетта осоп йөрөргә хыялланған булдыҡ. Ҡалғандарҙы башҡа төр һөнәрҙәр буйынса тараттылар –телефон ЗАС, телеграф, техник һ.б. Төштән һуңға сәстәрҙе алып, мунсаға алып барҙылар, мунсанан сыҡҡанда “шәхси эштә” күрһәтелгән үлсәүҙәр буйынса һалдат кейемдәре бирҙеләр. Мунсанан һуң ҡыҙыҡ – бергә килгән иптәштәреңде танып булмай, һалдат кейемендә бөтәһе лә бер иш кеүек. Кейемдәргә билдәләр тараттылар, көнө буйы кейемдәргә билдәләр беркеттек –бүрек, фуражкаға - кокарда, шинель, парад кейеменә, көндәлек кейемгә( ХБ)- погон, шеврон, петлица, ә күптәр, бигерәк тә ҡала егеттәре ғүмерендә энә-еп тотҡандары юҡ. Бүрек, шинель, парад кейемдәре – 2 йылға, итектәр -8 айға, көндәлек кейемдәр  6 айға бирелә. Өйҙән кейеп килгән кейемдәрҙе, күптәрҙең иҫке булыуына ҡарап тормай, рота старшинаһы күҙәтеүендә, посылка тегеп ҡайтарып ебәрҙек, артыҡ әйберҙәрҙе лә ҡайтарырға ҡуштылар. Кеҫәңдә - хәрби, комсомол билеттары, 3 фото, берәй хат, ҡулъяулыҡ, ручка, блокнот, тараҡ, ҡайыш таҙартырға сепрәк, тартҡандарға тәмәке рөхсәт ителә, кеҫәңдә артыҡ әйбер булһа, иртәнге тикшереү мәлендә “юҡ” ителә. Көнө буйы – уҡыуҙар, строевой әҙерлек, спорт күнекмәләре, хатта хат яҙырлыҡ та ваҡыт юҡ, отбойҙан һуң, шым ғына “сушилкала” яҙаһың. Курсанттар өсөн иң ҙур командир – “замок”, (зам.ком. взвода),генералдан ҡурҡмаҫҡа була, ә сержанттың әмерен үтәмәй ҡара. Төрлө милләт вәкилдәре күп - Урта Азияныҡылар русса насар һөйләшә, кавказдыҡылар өймәкләшеп йөрөргә тырыша, ә мәскәүҙәрҙе армияла яратмайҙар. Беҙҙең взводтағы 30 курсант араһында ғына 12 милләт егете бар ине.
Иртәнге 6.30 сәғәттә подьем.Роталағы 200 һалдаттың берәү генәһе лә, 45 секундта кейенеп, стройға баҫмаһа, рота кире сисенеп, карауатҡа ятабыҙ, унан кире подъём, отбой, барыһы ла өйрәнгәнсе, бер нисә тапҡыр, армияла шундай тәртип: берәү - барыһы өсөн дә, барыһы - берәү өсөн. Иртәнге зарядка - 3 км, йүгереп  килгәс, 15 минут зарядка. Һуңынан билгә хәтлем сисенеп, крандан аҡҡан һалҡын һыуҙа йыуыныу. Иртәнге осмтор - кейемдең һәм үҙеңдең таҙалығын, бөхтәлеген тикшереү. Иртәнге аш, иртәнге һәм киске ашҡа 10 - ар минут, төшкөлеккә  15
минут ваҡыт бирелә. Иртәнге разводтан һуң, оркестр көйө аҫтында, тантаналы марш менән үткәс, роталар уҡыу корпустарына тарала. Беҙҙең 8-се рота радиотелеграфистарға уҡый, Морзе алфавитын үҙләштерә алмағандарҙы икенсе роталарға, ә инде уҡыуға ауыр булғандарҙы хәрби частарға оҙаталар. Төштән һуң күберәге
тактик күнекмәләр, йә строевой әҙерлек, физик күнекмәләр, турникта бер тапҡыр ҙа ҡалҡына алмағандарҙы салбар ҡайышы менән турникка бәйләп ҡуялар. Бында хәлемдән килмәй тигән һүҙ юҡ, белмәһәң - өйрәтербеҙ, теләмәһәң - мәжбүр итербеҙ. Шулай уҡ мөмкинме, белмәйем, ярай һуң һ.б. һүҙҙәр юҡ, командирға мөрәжәғәт итһәң - "разрешите", яуап бирһәң - "так точно", "никак нет" һәм "есть" . Киске аштан һуң иртәге көнгә әҙерлек - кейемде үтекләү, яңы яға тегеү, ҡырыныу һ.б. Киске барлауҙан (вечерная поверка) һуң прогулка - строй менән 15 минут самаһы йөрөп киләһең. Киске 10. 30. сәғәттә йәш һалдаттың иң яратҡан шөғөлө - отбой.
Әле мин армияға саҡырылғандағы хәл-ваҡиғалар һәм армиялағы тәүге көндәр тураһында ҡыҫҡаса ғына тасиурларға тырыштым, әгәр ике йыл хеҙмәт дәүерен яҙһаң, бер нисә роман яҙырға булыр ине.
“Учебканан” һуң Грузияның Цулукидзе ҡалаһы янында, “нөктәлә” Р-140 радиостанцияһында радиотелеграфист булып, ДШБ ( десантно - штурмовой батальон), вертолет полкы менән округ штабтары араһында бәйләнеш тоттоҡ. Бергә хеҙмәт иткән иптәштәрең ысын дуҫтарға әйләнә, ҡайтҡанда айырылыуы бик ҡыйын булды. 1984 йылдың декабрь айында, мин армиянан ҡайтып бер аҙна үткәс, һуңғы маршал: оборона министры Дмитрий Устинов үлеп ҡалды.

Был яҙма менән шуны әйтер инем – егеттәр, армиянан ҡурҡмағыҙ, армия ул ир-егеттәр өсөн ысын тормош мәктәбе, армияға киткән МАЛАЙҘАР, донья күреп, күп нәмәгә өйрәнеп, сынығып ысын ИР булып ҡайталар.

Автор:Мәликә Әхтәмова
Читайте нас: