Все новости
ВОСПОМИНАНИЯ
23 Октября 2018, 20:58

Рәшит Назаров минең ағайым ине

Гөлфиә ЮНЫСОВА

Тормош ҡайнай яҡ-яғымда,

Мин осам, һаман осам.

Һөйөнөр инем,

Мәңгегә

Ошо нур менән булһам.

Үҫмер сағыңда яҙған был юлдарыңдың, йөрәгеңдән һарҡып сыҡҡан шиғри теләктәреңдең бер саҡ тормошҡа ашасағына, моғайын, ысынлап ышанмағанһыңдыр ҙа, ағай. Күккә төбәлгән романтик-фәлсәфәүи ҡараштарҙа хыялый осҡондарҙың ҡабынып-ҡабынып алыуы ғәжәп түгел дә. Ә уларҙы ысынбарлыҡҡа әүерелдереү ҡеүәһе һәр кемгә лә эләкмәй.

Йыртып астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде,

Һәм, йомарлап устарыма,

Илттем уны дуҫтарыма.

Илттем уны һиңә, йәнем,

Тик күрмәнең ниңә, йәнем?

Хурланып мин шул саҡ бик тә,

Йөрәгемде аттым күккә.

Осто йөрәк, осто йөрәк

Йондоҙҙарҙан бейегерәк...

Хәҙер инде һинең йөрәгең генә түгел, йәнең дә күккә олғашты. Ерҙе генә түгел, күкте лә ныҡ яраттың шул. Был яратыу, һоҡланыуҙар шиғырҙарыңа ла күсмәй ҡалманы.

Йондоҙҙар атылып торҙо

Бөтә төн буйы.

Иҫ китмәле бер туй күктә,

Йондоҙҙар туйы,

— тип йондоҙҙар туйын күҙәттең.

«Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен» тип тә яҙҙың, ләкин, их, ҡыҙғаныс, үҙеңә лә туйҙар яһап, балалар үҫтерергә яҙманы. Ауыр йән сире һине дауахана тотҡоно итте, кешеләр менән аралашыуҙан, тормош рәхәтлектәренән, ғүмереңдең ахырынаса ижад итеүҙән мәхрүм яһаны.

Һине һис кенә лә олоғайған кеше итеп күҙ алдына килтерә алмайым, ағай. Сөнки бер генә тапҡыр күрергә тура килде. Ул саҡта һиңә — 29, ә миңә 25 йәш ине.

Эйе, мәҡәләнең исемен яңылыш яҙманым. Ҡиәмәтлек һеңлеһе булырға Рәшит ағай үҙе ризалығымды алғайны заманында.

...Бишенсе класта уҡығанда «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә»), «Пионер» («Аманат») баҫмаларында тәүге шиғырҙарым донъя
күргәс, илһамланып китеп, 8-се, 9-сы кластарҙа уҡығанда яҙғандарымды «Совет Башҡортостаны» («Башҡортостан») гәзитенә лә ебәрергә батырсылыҡ иттем. Ҡыйыр-ҡыймаҫ тәҡдим ителгән шиғырҙарым берәм-берәм баҫылып сыҡҡас, ижад менән шөғөлләнеүгә ышанысым тағы ла арта төштө. Инде бөтә буш ваҡытымды яҙыу-һыҙыуға бирә башланым. Үҙем уҡыған Раевканың 1-се башҡорт урта мәктәп-интернаты китапханаһына инеп, гәзит-журналдарҙа баҫылған яңы шиғри шәлкемдәрҙе уҡып барам. Бигерәк тә йәштәр ижады ҡыҙыҡһындыра. Рауил
Бикбаев, Рәшит Назаров, Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Риф Мифтахов, Риф Тойғонов, Вафа Әхмәҙиев, Әхмәт Ғайсин, Рәшит Сабитов һәм башҡаларҙың шиғырҙарын гәзиттән киҫеп алып, көндәлегемә йәбештерәм. Улар архивымда әле лә һаҡлана.

Һуңғы кластарҙа уҡыған сағымда Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева, Рәмзилә Хисаметдинова, Әлмира Ғәйнетдиноваларҙың шиғырҙары күренә башланы. Мин тағы ла сәмләнеберәк киттем. Бер саҡ «Совет Башҡортостаны»нда һигеҙ шиғырҙан торған ҙур ғына шәлкемем фоторәсемем менән баҫылып сыҡты. Түбәм күккә тейҙе. Быға тиклем, офицер булайыммы икән, мединститутты һайларғамы, юҡ, бары тик артислыҡҡа уҡыйым, тигән икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты. «БДУ-ға, филология факультетына инәсәкмен», — тип хәл иттем.

Берәм-һәрәм шиғырҙарым баҫылып сыҡҡанда һабаҡташтарым, ауылдаштарым, уҡытыусыларым ҡотлап китә ине. Әлеге шәлкем баҫылғас, иң тәүҙә уны сығарған Рәми Ғарипов, Рәшит Шәкүр ағайҙарҙан киләсәктә лә ижади уңыштар теләгән хаттар килеп төштө. Унан һуң да уҡытыусыларҙан, колхозсыларҙан, яҙыусыларҙан һәм башҡаларҙан хаттар алдым. Көнөнә утыҙ-ҡырҡлап хат алған саҡтарым булды. Бөтәһенә лә яуап яҙып та өлгөрөрлөк түгел.

— Гөлфиә, һөйөнсө, һиңә һалдат хаты! — Ағайым да булмағас, әлегә армиялағылар менән хат алышҡаным юҡ. Кемдән булыр икән?! — Бейеһәң генә бирәм! — тип конвертты юғары күтәрә класташым. Бейеү — минең стихия инде ул. Ҡайҙандыр, гармунын тотоп, музыка уҡытыусыбыҙ Рәмил Фәйзуллин ағай килеп сыҡты. Ул йыш ҡына оло тәнәфестә уҡыусыларҙы бейетеп ала ине. Осоп-осоп бейеп килеп, хатты алырға итәм, ҡулыма тейгәс кенә кире тартып алалар, мин тағы бейеп китергә мәжбүр булам.

Бына дәрескә саҡырып ҡыңғырау шылтыраны. Хат минең ҡулда. Ҡарайым: таныш исем-фамилия. Ысынлап та, һалдат хаты был. Тик ниңә ул Златоуст ҡалаһынан килгән һәм шағир Рәшит Назаровтан икән?! Армияламы икән ни ул?!

Иң оҙоно ошо математика дәресе булғандыр. Тәнәфес иғлан ителгәс тә, башҡа хаттарымды уҡышырға өйрәнеп алған класташтарымдан ҡасып, тышҡа сығып йүгерҙем.

Рәшит ағай ябай ғына итеп хәлдәремде һорашҡан, шиғырҙарымды маҡтаған. Киләсәктә лә хат яҙышып торорға теләген белдергән. Шуныһы бигерәк тә күңелгә ятышлы: хатта бер ниндәй ҙә сөсөләнеү, таҫма телләнеү юҡ. Популяр йәш шағирҙың иғтибарына лайыҡ булыуҙан күңелем талпынып-талпынып ҡуйһа ла, ғорурлыҡ һаҡларға булдым. Тәүге һалдат хатына уҡ сабырһыҙланып яуап яҙырға ни?! Рәшит Назаров булмағайы... Хат яҙышырға теләге ысын булған кеше, беренсеһенә яуап алмауға ҡарамаҫтан, икенсеһен дә яҙырға тейеш инде ул. Яуап яҙмаһам да, үҙем хат көтәм.

Ай тирәһе ваҡыт үткәс, тағы ла таныш почерклы ҡалын конверт килтереп тотторҙолар. Хат өлөшө тәүгеһенә ҡарағанда ла әҙерәк, ярты бит самаһы ғына. Уның ҡарауы, ваҡ ҡына хәрефтәр менән яҙылған биш-алты бит шиғыр ебәргән, яңы шиғырҙарын. Фекеремде яҙыуымды һәм яңы шиғырҙарымды ебәреүемде һораған. Вәт, хәйләкәр! Белә ул: шағир һынлы ысын шағирға бер уҡыусының фекере кәрәк булғас, нисек яуап яҙмайһың инде? Яңы шиғыр яҙырға миңә лә бер этәргес бит инде ул.

Етмәһә, бына нимәләр тип өҫтәгән бит әле:

«Гөлфиә, бәлки, ябай һалдат егеттән килгән тип, миңә яуап яҙырға теләмәйһеңдер, бәлки, тиҫтерҙәреңдән оялаһыңдыр, әйҙә әле былай итәйек: минең һеңлем бул. Ысын, ысын, бер туған һеңлем бул! Апайымдар, ағайымдар, ҡустыларым бар, ә бына һеңлем юҡ. Шуға күрә, теләһәң, хаттарыңды ағайыма яҙам, тип яҙ».

Ел иҫһә лә хистәре бөрөләнергә торған йәш кенә ҡыҙ балаға күп кәрәкме ни?! Был хат бөтөнләй ҡанатландырып ебәрҙе. Һуң, минең дә ағайым юҡ таһа. Күпме йылдар көнләшеп, ҡыҙығып йәшәлде ағайлы-апайлы тиҫтерҙәремә.

Яңы шиғырҙар яҙып, хыялдарым, уның шиғырҙары хаҡында фекерҙәрем менән уртаҡлашып, хат яҙып ебәрҙем ағайыма. Хаттарым икеме-өсмө тапҡыр яуап алып урағас, фоторәсемен дә ебәргән шағир-һалдат: оҙон шинель кейеп, йылмайыбыраҡ баҫып тора. Шуғамы икән, миңә ул оҙон буйлы һымаҡ тойолдо. Сибәр генә йәш егет. Фотоһы артында яҙыуы ла бар: «Златоуст ҡалаһынан, һеңлеһенә — ағаһынан», — тиелгән унда. «Ҡара әле, ябай ғына һүҙҙәрҙе лә шиғырға әйләндереп була икән», — тип ғәжәпләнәм.

Элеккесә бер-ике бит самаһы һалдат тормошон, донъя, йәшәйеш, шиғриәт хаҡындағы бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле уйланыуҙарынан һуң мотлаҡ һигеҙ-ун битләп яңы шиғырҙарын ебәрә. Хәҙер инде уларҙы һабаҡташтарымдан йәшермәйем. Егет менән түгел, ә ағайым менән хат алышам да инде. Шулай ҙа белеп торам: бер ҙә күрешмәгәс, бер-беребеҙҙе ағай-һеңле итеп тә күҙ алдына килтереп булмағандыр инде. Бер хатында ул бик ҙур асыш яһаған һымаҡ тәьҫирләнеп, аңлатмалары менән мөхәббәт формулаһы ла яҙып ебәрҙе. Бик күп йылдар үткән шул, бөгөн ул хатты тапманым. Уны шул саҡтағы көндәлегемә күсереп яҙып ҡуйғанмын шулай ҙа. Бына ул: «Мөхәббәттең математик формулаһы: 1 + 1 = 1; 1 + (1 + 1 + ... + 1) = 0. Ә бына аңлатмаһын да күсерергә башҡа килмәгән. Сис инде бына хәҙер был йомаҡты?! Бөйөк шағирҙың был математик формулаһы, бәлки, ысынлап та, үҙенә күрә берәй фәһемле асыш булғандыр.

Бер хатында минең дә фоторәсемде һорап яҙғайны, тик ебәрмәй торҙом. «Гөлфиә-фея! Ниңә инде һаман фотоңды һалмайһың? Берәй заман күрешергә тура килһә, үҙ һеңлемде үҙем танымай торһам, оят булыр бит миңә» тип яҙылған хат юлдарынан һуң, фотоательеға барып, махсус фотоға төшөүҙән башҡа сара ҡалманы.

Әсәйем һәр ваҡыт яҡын серҙәшем булды. Рәшит ағайҙан килгән хаттарҙы ла уға күрһәтә инем. Үҙе лә шиғыр, йыр сығарыусы кеше булараҡ, һалдат шиғырҙарын иғтибар менән уҡый. «Бына бит, шиғыр яҙыусы ҡыҙым ғына бар тиһәм, шағир улым да бар икән дә», — тип шаяртып ҡуя ине.

Ул саҡта Златоуст ҡалаһында атайым менән бер туған Кинйәғол ағайымдар йәшәне. Бер саҡ улар ҡунаҡҡа саҡырғас, атайым менән әсәйем үҙҙәре менән мине лә алып барырға булды. «Ағайыңды ла барып күрербеҙ», — ти әсәйем, серле йылмайып.

Яҙмыштыр инде, был уйыбыҙ барып сыҡманы. мине шаңҡытҡан хат килеп төштө Рәшит Назаровтан.

«Гөлфиә һеңлем, һинең менән хат алышыуы бик күңелле ине лә бит, бынан һуң туҡтатырға тура килер. Йәл, бик йәл. Тик башҡаса мөмкин түгел. Ғәфү ит инде, һеңлем. Бәхетле бул», — тиелгәйне унда. Хат эсендә яңы шиғырҙары ла юҡ. Минең ихлас тойғоларымды, талпынып торған ҡанаттарымды утта көйҙөрҙөләрме ни?! Ниңә, ни өсөн? Ярамаған йәки хәтер ҡалдырырлыҡ бер һүҙ ҙә яҙманым да баһа?!

Адресы ла үҙгәргән: Златоустан түгел, Силәбе ҡалаһынан килгән был хат. Ул саҡта бөйөк йәш шағирҙың төҙәлмәҫлек ауырыуға дусар булыуын, хеҙмәт иткән еренән икенсе ҡалаға махсус дауаханаға күсерелеүен, артабанғы хәленән күңелемде ҡурсалауын ҡайҙан ғына беләйем инде?! Хаттар яҙышыуыбыҙҙың ошолай тоҡан ғына тамамланыуына ғәрләндем, үпкәләнем ағайыма. «Үҙе башлап хат яҙҙы бит әле, һеңлем булырһың, тине. Берәйһенә ғашиҡ булған хәлдә лә, һеңлеһенең күңеленә яра һалырлыҡ итеп өҙмәй инде кеше араны. Мин ул ҡыҙыңды яҡын күреп, еңгәй итеп ҡабул итер инем», — тип өҙгөләндем. Хат яҙманым. Түҙҙем. Ғорур булып ҡалғым килде. Бәлки, берәй заман, ул армиянан ҡайтҡас, күрешеп-аңлашырбыҙ, моғайын, тип уйланым...

Шағирҙың үҙ шиғырын үҙгәртеберәк көндәлегемә яҙып ҡуйҙым:

Ағай! Әгәр сыҡһаң тышҡа

Таңын, ҡара көнсығышҡа, —

Бер йондоҙ унда нур һипһә,

Һәм хистәрең дөрләп китһә,

Бел: был йондоҙ — минең йөрәк,

Тик инде ул — бейегерәк.

Мәктәпте тамамлағас, дәрт иткәнсә, БДУ-ға уҡырға инеп киттем. Студенттар араһында минән башҡа ла шиғыр яҙыусылар бар. Таңһылыу Ҡарамышева, Рәмзилә Хисаметдинова менән бер төркөмдә уҡыйбыҙ. Яйын тура килтереп, дәрестәрҙә лә шиғыр яҙабыҙ. Кистәрен аяу белмәй тәнҡитләшәбеҙ. «Совет Башҡортостаны» гәзитенең әҙәбиәт бүлегендә Рәми Ғарипов, Рәшит Шәкүр, Рәшит Солтангәрәев ағайҙар эшләй. Ай һайын «Ҡыҙҙар моңо» тип исемләнгән әҙәби бит сығаралар. Һәр береһендә беҙҙең шиғырҙарыбыҙ донъя күрә. Унан тыш, руссанан тәржемә ителеп сыға торған «Ленинсы» йәштәр гәзитендә лә башҡортса айырым шиғри биттәр сығып тора. Унда ла ярышып шиғри шәлкемдәр бирәбеҙ. БДУ-ла ғына түгел, Өфөнөң башҡа вуздарында ла шиғыр кисәләре үткәрәбеҙ. Ҙур-ҙур әҙәби стена гәзиттәре сығарабыҙ, телевидение тапшырыуҙарында шиғырҙарыбыҙ менән сығыш яһайбыҙ. Ҡыҫҡаһы, күңелле итеп, киләсәккә ҙур пландар ҡороп, гөр килгән студент тормошо менән йәшәп ятабыҙ.

Яҙыуын бер кемдеке менән дә бутап булмаҫлыҡ, ваҡ ҡына хәрефтәр менән яҙылған конверт килтереп тотторҙолар бер көн. Рәшит Назаров?! Булмаҫ та. Һуңғы осорҙа матбуғатта уның шиғырҙары ла күренмәй, үҙе хаҡында ла ишетелмәй. (Яҙыусылар союзында өлкән яҙыусылар араһында был хаҡта һөйләшеү булғандыр, әлбиттә.) Мин дә онотҡайным тиерлек инде.

Хат ғәҙәттәгесә күп һүҙле түгел, бер ниндәй аңлашыу һүҙҙәре-фәлән юҡ. Әйтерһең дә, ул ҡабат хат яҙышмаҫҡа тәҡдим яһамаған, әйтерһең, бер ни булмағандай, хат аша аралашыуҙы дауам итәбеҙ.

«Гөлфиә һеңлем, һине БДУ-ға уҡырға инеүең менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Миңә ундай бәхет эләкмәҫ инде. Шиғырҙарыңды гәзит-журнал биттәрендә ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Бик ихлас, яғымлы шиғырҙар. Әйткәндәй, мин бит хәҙер тыуған ауылымда йәшәйем: Ауырғазы районы Төрөмбәттә. Һине бик күрге килә лә, бынан китә алмайым. Берәй ял көнө үҙең килеп сыға алмаҫһыңмы икән?..»

Мин, 17 йәшлек ҡыҙ, сит ауылға килеп, атай-әсәйеңә: «Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең улығыҙ армияла саҡта уның менән хат алышҡайным, бына хәҙер юллап килдем», — тип әйтәйемме?! Улар тупһанан үткәрерме ундай ҡыҙҙы? «Ағайым бит ул», — тиһәм, аптырап көлөрҙәр генә. Ул саҡта, 1967 йылда, әҙәп, әхлаҡ төшөнсәләренә баһа юғары, ҡыҙҙар тәртибенә талап ҙур.

Был хатҡа яуап яҙҙыммы, юҡмы, хәтерләмәйем. Шағирә ҡыҙҙар бергә йыйылғанда уҡып, рәхәтләнеп көлөшөүебеҙ иҫтә. «Һәйбәт шағир инде, әлбиттә. Шулай ҙа танауын ныҡ күтәргән икән: осрашырға теләгән ҡыҙын да килеп күрмәй, өйөнә генә саҡырып ята», — күмәкләп шундай фекергә килдек. Ауырығанын да яҙған булһасы! Бер үҙем юлға сығырға батырсылыҡ итмәһәм дә, иптәштәрем менән хәл белешергә барыр инек. Ышанып әйтәм: һис шикһеҙ барыр инек! Эх, ағай...

Архивымда һаҡланған һуңғы хаттарҙың береһенә ҡарағанда, мин уны байрамдар менән ҡотлағанмын икән әле. Ул да открыткалар һалғылаған. Бына бер хаты уҡыусылар өсөн дә, бәлки, ҡыҙыҡлы булыр.

«Иҫәнмеһегеҙ, Гөлфиә һеңлекәш! Һеҙгә күп сәләмдәр ебәреп ҡалыусы ағайығыҙ Рәшит, тип уҡып үтерһегеҙ. Үткән йыл ҡотлауығыҙ килгәйне-килеүен, яуап яҙырға тура килмәне. Асыуланыуығыҙ мөмкин түгел һымаҡ. Көндәр рәхәт уҙа тип булмаһа ла, тиҙ аға инде былай. Зарланаһы юҡ, тип әйтерлек. Бынан ике ай самаһы элегерәк Уфаға барып әйләнгәндәй иткәйнем. Ҡыҙғаныс, һеҙҙе күреп булманы. Ә теләк бар ине барлыҡҡа. Үҙегеҙ һуң, нисек йәшәү? Ижади эш, уҡыу күп көс түгеүҙе һорайҙыр ул. Билдәле, шуға күрә, кем белә, хат барып төшөп ҡамасаулауы ла мөмкин инде. Хәйер, күҙ күргән тигәндәй, үҙ һеңле бит, үпкәләмәҫ әле, тип ҡуйҙым эстән генә. Шиғырҙарығыҙҙы уҡып торам. Күңелле, һәйбәт тойғо ҡалдыра. Уҡыуы шундай рәхәт! Эске, эстетик яҡтан, тим. Дәрт, йылылыҡ бирә. Ирекһеҙҙән һоҡланыу уяна. Ғашиҡ ҡыҙҙарҙың тәрән эскерһеҙлеге тойомлана. Ергә, ҡояшҡа оло мөхәббәт һаҡлаған ҡыҙҙың гүзәл асылын һиҙемләү матур, төплө тойғоларға сәбәпсе була. Элекке хаттарығыҙҙы ла йыш-йыш уҡыштырам. Теләһәгеҙ, тағы ла яҙығыҙ. Буламы?

Прозала ныҡыш ҡына эшләйһегеҙ, буғай. «Башҡортостан пионеры»нда күрелгәйне. Ә түңәрәкселәр ниҙәр өҫтөндә эшләй? Егеттәр? Әхирәттәрегеҙ? Сәләм әйтергә мөмкин.

Ярай, хат тамам. Ижади эшеңдә, уҡыуыңда, тормошоңда, экзамендарыңда һ.б., һ.б. уңыштар теләп, бәхеттең, шатлыҡтың ысынын, ҙурын теләп, «йә»һеҙ генә рәхәтлектәр юрап, үҙегеҙгә күп сәләмдәр оҙатып: Рәшит ағайың.

1967 йыл, июнь. Бөттө.

Хат яҙығыҙ, теләһәгеҙ».

Ҡайҙалыр, кемдәндер, Рәшит Назаров армиянан ауырып ҡайтҡан икән, тип ишетеңкерәп ҡалдым. Артыҡ иғтибар итмәнем. Кем ауырымаҫ та кем терелмәҫ был донъяла. Етмәһә, мин инде кейәүгә сығып, студент бүлмәһендә ул үҫтерәбеҙ. «Совет Башҡортостаны»нда эшләп йөрөгәндә Рәшит Назаровтың психик ауырыуҙар дауаханаһында икәнлеген белдем. Шағирә Фәүзиә Рәхимғолова апайҙарҙа фатирҙа тора инем. «Әйҙә инде, апай, барып күрәйек!» — тим. Изгелекле апайыбыҙ тағы ла бер нисә яҙыусыға әйткән. Йөрәгем сығып килгән кеүек. Фото аша ғына беләм бит. Танырмы, нимә тиер? Мине «һеңлем» тип нарыҡлаған кеше менән тәүге осрашыу ошондай хәлдә, ошондай урында булыр, тип кем уйлаған?!

Иң тәүҙә врачтар менән һөйләшәбеҙ. Башҡалар һөйләшә инде, мин аңҡы-тиңке хәлдә эйәреп кенә йөрөйөм.

— Кеше менән аралашмай. Прогулкаға ла, эшкә лә сығырға әүәҫ түгел. Күбеһенсә уйланып ултыра йәки ятып ҡына тора. Туғандары һирәк килә. Ашарына етә, тәмәке генә килтерһәгеҙ инде... Күп тарта... — ошондайыраҡ хәбәрҙәр ишетәбеҙ дауаханала.

Бына уны беҙҙең янға сығаралар. Беҙ коридор һымаҡ ерҙә. Арала ниндәйҙер тәпәш кенә рәшәткә. Мин күҙ алдына килтергәндән дә бәләкәйерәк буйлы, ябыҡ, сикә сәстәренә сал ингән. Күҙ төптәрендә, ауыҙ ситтәрендә — йыйырсыҡтар. Ә бит был ваҡытта уға 29 ғына йәш булған.

Ул яҙыусыларҙы күреп шатланды, тип әйтә алмайым. Бар булмышында битарафлыҡ ине уның. Бына мин дә ситтәрәк торған еремдән ипләп кенә ҡаршыһына килеп баҫтым. «Һаумыһығыҙ, Рәшит ағай!» — тим ҡыйыр-ҡыймаҫ. Ул тертләп киткән кеүек булды ла: «Гөлфиә?.. Ниңә килдегеҙ?! Һеҙгә бында килергә ярамай! Китегеҙ, китегеҙ! — ти, үҙе биттәрен ҡулы менән ҡаплай ҙа боролоп кире китә. Һуңғы һүҙҙәре ишетелә. — Ҡабат килмәгеҙ бында!»

Башҡалар иҫтәре китеп, ни эшләргә белмәй, ауырыуҙың ниңә улай тип әйткәнен аңламай аптырап торғанда, Фәүзиә апай мине тиҙ генә тышҡа алып сығып китә. Мин илайым, апай йыуата: «Таныны бит. Ниңә күрергә теләмәйме? Үҙең уйлап ҡара, ул һине ошондай хәлендә нисек күргеһе килһен инде?! Ауырыу булһа ла, бөтәһен дә аңлай ҙа ул. Ярай, күрҙең, башҡаса килеп, йөрәгенә тоҙ һалып йөрөмә инде, йәме», — ти.

Ҡайтҡанда һүҙ, әлбиттә, Рәшит Назаров хаҡында барҙы. «Шиғырҙар яҙаһыңмы?» — тип һорағандар. «Юҡ, яҙмайым, шулар ғына һәләк итте мине», — тигән. Бәлки, был һүҙҙәрҙә ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк тә барҙыр. Ә ысынында иһә, күренекле шағирға армияла 19 йәшендә уран рудаһы сығарылған ерҙә үлемгә хөкөм ителгәндәрҙе ҡарауылларға тура килгән. Яуыз енәйәтселәр үҙ язаһын алғанда бөйөк шағирыбыҙҙың да яҙмышы селпәрәмә килгән. Йондоҙҙарға табынған шағир йөрәге радиация нурында көйҙөрөлгән. Үҫмер сағында хыял иткән:

Тормош ҡайнай ян-яғымда,

Мин осам, һаман осам.

Һөйөнөр инем,

Мәңгегә

Ошо нур менән булһам,

— тигән теләгенең шул тиклем дә насар ҡабул булып, шағир тормошон һөйөнөслөгә түгел, көйөнөслөгә әйләндереүен әйт әле һин?!

Шулай итеп, Рәшит ағай ятҡан дауаханаға юл ябылды. Әле килеп үкенеп тә ҡуям: бәлки, тағы ла осрашырға тырышып ҡарарға кәрәк булғандыр? Кәйефен ҡырып, һаулығына зыян килтереп ҡуйырмын тип ҡурҡтым шул...

Ә инде саҡырылып та барырға тура килмәгән Төрөмбәтте күрҙем мин.

«Пионер» журналында эшләп йөрөйөм. Шағирҙың бала сағы үткән ниндәй төбәк икән? Автобусҡа ултырып (ул саҡта журнал редакцияларының машинаһы юҡ) барып төштөм Талбазыға. райондарға эш менән килһәк, комсомолдың район комитетына инә инек. Шул кистә үк йәш шағирә, журналист булараҡ, ауыл клубында халыҡ менән осрашыу ойошторолғайны. Кешеләрҙең клубты тултырып килеүе, бик күп һорауҙар биреүе иҫтә ҡалған. Ноябрь айҙары ине, шикелле. Көн дә, клуб та һыуыҡ. Мине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәрхинур Мәһәҙи ҡыҙы Назарова апай үҙҙәренә йоҡларға алып ҡайтты. Яңғыҙ йәшәй. Етмәһә, Рәшит ағайҙың өс туған апаһы ла, уҡытыусыһы ла икән. Төн буйына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул Рәшит Назаровтың мәктәптә уртаса уҡыуы, тиңдәштәре менән артыҡ аралашмауы, тәбиғәткә сығып, һыу буйҙарында уйланып йөрөргә яратыуы хаҡында һөйләне. Класс менән төшкән фоторәсемдәрен күрһәтте. Буласаҡ шағир әҙәби китаптар уҡырға яратҡан, шиғыр яҙғанын тәүҙәрәк бер кем дә белмәгән. Һуңғы кластарҙа уҡыған сағында республика гәзит-журналдарында сыҡҡан шиғри шәлкемдәрен уҡығас та ышанмағандар, бер аҙашылыр, тип уйлағандар.

Рәшит Назаров, башҡа ауылдаш тиҫтерҙәре һымаҡ, колхоз эшендә ҡатнашҡан, утын ярған, бесән әҙерләшкән, һыу ташыған, мал ҡараған... Үҙ хистәрен башҡаларға белгертеп бармаған. Армиянан ауырып ҡайтҡас, ауылда йәшәгән. Нишләптер, туғандары уны шунда уҡ дауаханаға ла һалмаған. Сире көсәйеп киткән осраҡтар ҙа булғандыр инде. «Бер саҡ, — тип хәтерләй апай, — Рәшит урамға бөтә яҙған әйберҙәрен, ҡағыҙҙарын алып сығып, ут төрткән. Ҙур бер күбә хәтлем булыр. Роман яҙғанын да белә инек. Яҙмаларын йәлләп, ҡотҡарырға тырышыусыларҙы утҡа яҡын ебәрмәйенсә, һәнәк менән ҡыуып ебәрҙе. Шулай итеп, матбуғатта сығып өлгөрмәгән бик күп әҫәрҙәре әрәм булды...»

Иртәгәһен Рәшит ағайҙың ата-әсәһен, туғандарын, тыуған өйөн күреп китеү теләгемде әйткәс, Фәрхинур апай, бер аҙ икеләнеп: «ата-әсәһе күрше ауылда ҡунаҡта, туғандары өйҙәме икән һуң...» — тине. «Тыштан булһа ла йорттарына ҡарап китәйек», — тим.

Бәләкәй генә ауыл йорто. Өй эсе лә ҡәҙимге. Бер ҡустыһы ғына өйҙә ине.

Ул көндө ҡайтырға машина булманы. Кисен тағы ла һөйләшеп ултырҙыҡ. Иртәгәһен Фәрхинур апай колхоз идараһынан белешеп, башмаҡ тейәгән машинаға ултыртып, Талбазыға оҙатып ҡалды. Оҙаҡ ҡына хат алышып торҙоҡ.

Рәшит ағайҙың туғандары дауаханаға һирәк барҙы, тиһәләр ҙә, берәүһенә айырыуса рәхмәтлемен. Ул — Рәшит ағайҙың килене, ҡустыһының кәләше, ауылда уҡытыусы булып эшләүсе Тәнзилә Назарова. Үҙе лә матур-матур шиғырҙар яҙа ине, матбуғатта ла сыҡҡыланы. Өфөгә килгән һайын мин эшләгән «Башҡортостан ҡыҙы»на ла инә, хәлдәрен һөйләй. Рәшит ағайға сәләм әйтеп, күстәнәс ебәрәм. Ҡайтҡанда ла инә. Дауаланыусының һаулығы насарайыуы өсөн борсола. Бер барыуында әйтеп ҡуйҙым: «Тәнзилә, Рәшит ағайҙан һора әле, зинһар, миңә лә һинең менән бергә уның янына барырға рөхсәт итһен», — тим. Ҡайтҡанда редакцияға инде. күңелһеҙ генә әйтеп ҡуйҙы: «Күстәнәсеңде алды, рәхмәт әйтте, тик: «Юҡ, юҡ, килмәһен!» — тине. Ярай, апай, үҙем иҫән саҡта уның янына барып йөрөрмөн әле. Ҡустыһы менән айырылышһаҡ та, балаларымдың олатаһы бит ул».

Рәшит ағай менән тағы ла бер кеше аша бер яҡлы ғына булһа ла бәйләнешкә индем.

Бер саҡ әхирәтем — шағирә Дилә Булгаковаларға уның әҫәрләнеп Рәшит Назаровтың шиғырҙар китабын уҡып ултырған сағында барып индем. Ул, хисле кеше, үҙенә оҡшаған юлдарҙы ҡысҡырып уҡый, шиғырҙарға һоҡланыуын да, авторының әсе яҙмышын уйлап йәлләүен дә йәшермәй. Мин уға үҫмер саҡта шағир менән хат алышыуымды, аҙаҡ ни өсөн уның янына барып йөрөй алмауымды һөйләп бирҙем. «Үҙем барып йөрөйәсәкмен, әхирәткәйем. Ҡулдан килгәнсә хәлен еңеләйтергә тырышасаҡмын. Минең врач һеңлем ул дауаханала бүлексә мөдире булып эшләй», — тине. Һүҙендә торҙо Дилә Хәмзә ҡыҙы. Иң тәүҙә ул Рауил Бикбаев, Мирас Иҙелбаевтар менән барһа, аҙаҡ Өфөгә лә, Благовещенға ла, Ишембайға ла барып, шағирҙың хәлен белеп торҙо, йәшәү шарттарын яҡшыртырға ярҙам итте. Күстәнәстәремде алып барҙы, сәләм генә алып ҡайтманы. Мине иҫенә төшөрөр хәлдә булмағандыр инде Рәшит ағай. Дилә Рәшит Назаровҡа арнап бер нисә шиғыр, хикәйә яҙҙы.

Яҙыусылар союзы шағир хаҡында онотманы: хәлен дә белештеләр, китаптарын сығарырға ярҙам иттеләр. Ике томда йыйынтыҡтары донъя күрҙе, юбилейҙары хөрмәтенә кисәләр ойошторолдо, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Был эштәрҙә бигерәк тә халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең һәм шиғырҙарын нәшергә әҙерләүсе Риф Мифтаховтың роле ҙур.

Әйткәндәй, мин Сибайҙан Өфөгә күсеп килгәс, Рәшит Назаровтың миңә ебәргән шиғырҙарын Рәми Ғарипов ағайға тапшырҙым. Бәлки, шағир был яҙмаларын башҡа кешегә лә ебәргәндер. Иң мөһиме, улар бөтәһе лә шағирҙың икенсе китабына ингән.

Бына 1963 йылда яҙылған «Буран» тигәненән юлдар:

Күктәме мин? Ерҙәме мин?

Әйтсе, ғаләм! Әйтсе, Ерем!

Онотмағыҙ, мин бит һеҙгә

Мәңгелеккә ғашиҡ инем.

Мәңгелек!.. Ах... Юғал, юғал!

Секундҡынам, һин миндә ҡал.

Кескенә һин, ләкин баҡсы,

Бөтә ғаләм һыя һиңә.

Һиңә төрөп бар донъяны

Һалырмын мин йөрәгемә.

Ләкин — юҡ, юҡ — тарал, хыял!

Тирә-яҡта буран шаулай.

Донъя буйлап осоп барам,

Осоп барам бөртөк ҡарҙай.

Ҡайҙа һуң мин? Мин йығылдым.

Мин оноттом өйҙө... ҡышты...

Мин оноттом барын, барын...

Оса ҡарҙар, оса ғаләм,

Бөтөрөлөп ер юғалды,

Күр, алыҫта... Ә мин ҡалам...

Ҡалам! Ғүмер, үттеңме ни?

Мин бөртөк ҡар, мәңгелек ут...

Ирене ҡар, ут та һүнде —

Ҡалды томан...

Ә бер секунд

Ҡунды, осто, алып китте

Бар ғүмерҙе үҙе менән...

...Тарал, хыял!

Бында юл бар,

Батырҙарҙың эҙе менән

Мин дә бара алмаммы ни?!

Тыуған ерем! Кисер, кисер...

Юҡ, кисермә! Тик ал ғына,

Тик ал ғына үҙеңә, Ер!..

Ғәжәп бит: нисә йылдар алдан яҙмышының нисек булаһын күргән — әүлиә тиерһең. Уның тағы ла бер 19 йәшендә ижад иткән «Хушлашайыҡ, йырым» шиғырын тулыһынса күсереп яҙмау мөмкин түгел:

Хушлашайыҡ, дуҫым,

хушлашайыҡ,

Ғашиҡтарҙың һуңғы йәшеләй,

Тамып төш тә, әйҙә, йөрәктәргә

Бар серемде һөйлә йәшермәй.

Ҡанаттарың зәғиф инеме ни,

Осмаҫ инеме ни ҡайҙа ла?!

Елпенгәндә тетрәп киткән һауа,

Күр, һаман да нисек сайҡала.

Һөйлә, дуҫым, ерҙә, ошо ерҙә

Йәш бер моңһоу шағир

булғанын.

Күккә осҡан,

Һөйөү шишмәһенән

Һирпеп кенә алған һыуҙарын.

Бер ҡасан да һөйәм тимәгән ул,

Тик яратҡан янып, өҙөлөп.

Боҙ ҙа хатта дөрләп китер ине

Күсһә уға ошо эҫелек.

Әсәһенә һағынып хаттар яҙа:

«Һаумын һаман. Сәләм.

Бошонма.

Ҡайтыр юлға һинең менән бергә

Ҡаршы сыҡһын ине йырым да...»

Хушлашайыҡ, дуҫым,

хушлашайыҡ,

Ҡалды ҡайын. Йәш тә,

таныш та...

Бөтәһе лә унда — тыуған ерҙә,

Бөтәһе лә унда — алыҫта...

Нимә был? Ниңә йәш егеттең йөрәгендә бындай тәрән һағыш, үҙәк өҙгөс кисерештәр?! Ғүмеренең нисек үтәсәген алдан тойоп, һәр күҙәнәге менән һиҙенеп яҙғанмы икән шағир был юлдарҙы?! Әллә алдан образға инеп яҙып, яҙғандары алдына килгәнме?! Был һорауға кем генә яуап таба алһын инде?! Мәңгелек сер.

Рәшит Назаровтың шиғырҙарын ҡабат-ҡабат уҡыйым да ҡабат-ҡабат һоҡланам, ғәжәпләнәм. Ә береһе, алда телгә алынғаны, үҫмер генә саҡта яҙылғаны, һаман да иҫкә килә лә төшә, килә лә төшә:

Тормош ҡайнай яҡ-яғымда,

Мин осам, һаман осам.

Һөйөнөр инем,

Мәңгегә

Ошо нур менән булһам.

...Радиация нурҙары интектермәй инде, ағай, һине хәҙер. Ә күңел нурҙарыңдан, йөрәк утыңдан туҡылған ихлас шиғырҙарың кешеләрҙең йәнен йылыта, юлдарын яҡтырта. Үҙең баҡый донъяларға йондоҙ булып атылһаң да, ижадың үлемһеҙ, һәм был — бәхәсһеҙ!

Миңә килгәндә инде, бөрөләнеп кенә килгән үҫмер хистәремде дөрләтеп, ижади дәрт, илһам өҫтәнең. Ғүмер буйы хәтеремде нурландырып йәшәр был иҫтәлек.

Һөйөнөп осһон рухың йондоҙҙар араһында, нурлы-моңло Шағир ағайыбыҙ!

Читайте нас: