Халҡыңа хеҙмәт итеү бәхете

Башҡортостандың һәр төбәге, районы хозур! Шуға күрә бында милләт өсөн янған аҫыл заттарҙың тыуыуы һис ғәжәп түгел. Матур ерҙә күркәм, кешелеккә яҡшылығы менән хеҙмәт иткән кешеләр тыуа, тигән фекер оҡшай миңә.Беҙ Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы менән (ул ваҡытта Ибраһимова ине) бер осорҙа уҡыныҡ. Үҙенең генә түгел, нәҫеленең дә, ғаиләһенең дә фәнгә, белемгә ынтылыуын, халыҡ өсөн хеҙмәт итеүен студент саҡтан беләм. Нисек белмәйһең инде! 1996 йылда уҡ «Урал батыр»ҙы төрөк теленә тәржемә итеп, эпос­ты һүҙ сәнғәте, халыҡ ижады өлкәһендә бар донъяға танытҡан ағаһы Ғәйнислам Ибраһимовтың исеме ул йылдарҙа күптәргә яҡшы таныш ине. Ихлас, алсаҡ, шаян һүҙле Ғәйнислам Дәүләтбай улы ҡыҫҡа ғына ғүмерендә башҡорт рухиәте өсөн баһалап бөткөһөҙ ҡиммәттәр ҡалдырып китте.Һеңлеһе Гөлсәсәк тә фән, тел, әҙәбиәткә генә түгел, улар аша күп төрлө сәнғәт донъяһына хеҙмәт итә. Нәҫеленән килгән китапҡа ынтылыш, һәр фекерҙе фән яғынан дәлилле итеп еткерә белеү – асылының төп сифаттарының береһе. Тыуған ауылында яҡындарының тәрән һөйөүен тойоп үҫкән замандашым бар донъяға һөйөү күҙҙәре менән баға, матурлыҡ аша ҡарай. Кеше тормошҡа үҙе ниндәй күҙ менән ҡарай, тирә-яғы ла уға шундай мөнәсәбәт күрһәтә. Шағир Рәшит Назаров әйтмешләй, «донъя миңә гел йылмайып баҡты!»Гөлсәсәк Саламатова ҙур һынауҙар аша ла үтте. Ата-әсәһен генә түгел, йәшләй ағаһын, апаһын юғалтты. Үҙе генә беләлер был мәлдәрҙә нимә кисергәнен... Етмәһә, берҙән-бер ғәзиз ҡустыһы Нур махсус хәрби операцияла ауыр яраланды. Апаһы уны һуғыш уты эсенән доғалары, теләктәре, һөйөүе менән тартып алды төҫлө тойолдо миңә. Хәйер, быларҙың барыһы хаҡында ул үҙе һөйләр.Шулай итеп, әңгәмәсебеҙ – ғалимә, филология фәндәре кандидаты, сәнғәт әһеле, киносценарийҙар авторы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, республиканың Салауат Юлаев исемендәге, шулай уҡ Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова.

Халҡыңа хеҙмәт итеү бәхетеХалҡыңа хеҙмәт итеү бәхете
Халҡыңа хеҙмәт итеү бәхете

«Ярты быуат тигән ят түбәгә, бәй, килеп тә
шулай ҡундыммы?»

– Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы, йәйҙең иң матур айҙарының береһендә һеҙгә аҙ ҙа түгел, күп тә түгел 50 йәш тула. Ғүмер байрамығыҙҙы ниндәй кәйеф менән ҡаршы алаһығыҙ?
– Барыһына ла шөкөр итеп, Аллаһу Тәғәләгә, ата-әсәйемә, туғандарыма, балаларыма, тормош иптәшемә оло рәхмәттәр әйтеп ҡаршылайым. Үҙ-үҙемә һорау ҙа биреп ҡуям: Мостай Кәрим яҙған ярты быуат тигән ят түбә ошомо икән?

– Мостафа Сафа улы тағы ла «Һәр кем үҙ тауына үҙ мәлендә менергә тейеш» тип тә яҙған... Һеҙ яҙған киносценарийҙарҙы, донъя күргән китаптарығыҙҙы, һеҙҙең тарафтан исемдәре ҡабат халҡыбыҙға ҡайтҡан шәхестәрҙе, тиҫтәләгән фәнни мәҡәләләрегеҙҙе барлаһаҡ, былар барыһы ла үҙ тауығыҙға үҙ мәлеңдә менеүегеҙ хаҡында һөйләй. Ә шулай ҙа ошо тауға һалынған һуҡмаҡ һәм юл башы хаҡында ишетке килә.
– Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫтем. Донъяға килеүемдең ҡыҙыҡ тарихы ла бар бит әле. 1976 йыл. Атайым Дәүләтбай Ибраһимов ул саҡта Баймаҡ районының партия комитетында инструктор булып эшләп йөрөгән, әсәйем Икенсе Этҡол урта мәктәбендә уҡытҡан, икеһе лә ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында белем алған. Ғаиләлә ике бала – ағайым Ғәйнислам, апайым Гөлнәзирә. Атай менән әсәйҙең планы былай була: университетты тамамлайҙар ҙа, Баймаҡ ҡалаһына йәшәргә күсеп китәләр. Атайҙың карьера эшләргә яҡшы ғына мөмкинлеге лә тыуа. Фатир мәсьәләһе лә бына-бына хәл ителергә тейеш була. Икеһе лә юғары белемле, балалар ҙа апаруҡ ҙурайған. Ғаиләлә өсөнсө бала булып мин тыуғас, ҡалаға күсеү бер аҙға туҡталып тора, аҙаҡ ҡартатайым ауырып түшәккә йығыла, атай ауылға уҡытырға ҡайтырға мәжбүр була.

– Ваҡиғаларҙың шулай килеп сығыуы, һис шикһеҙ, башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт сәнғәте файҙаһына булған, тип уйлайым. Мин һеҙҙең тыуған йортто, тыуған ауылығыҙҙы күргән кешемен, тап шул мөхит бөгөнгө Гөлсәсәкте тәрбиәләгән!
– Тап шулай. Бәләкәйерәк саҡта Гөлнәзирә апайым: «Һин тыумайыраҡ торһаң, беҙ ҡалала ғына йәшәр инек, мин бейек үксәле туфлиҙар кейеп ауылға ҡунаҡҡа ғына ҡайтып йөрөр инем», – тип әйтә торғайны. Ҙурайғас, шуларҙы иҫләп, рәхәтләнеп көлдөк. Ғәйнислам ағай, бесән ваҡыты етһә, ошо ыҙалар Гөлсәсәк арҡаһында ғына, тип шаярта. Ә минең күнелем гел ауылға бәйле булды. Бала саҡта: «Этҡолда тыумаған кешеләргә ныҡ ҡыйындыр инде, улар Этҡолһоҙ нисек йәшәй икән?» – тип уйлай торғайным. Ике туған апайым сит ауылға кейәүгә сығып киткәс, Этҡолдо һағынып, һарғайып ҡына үлер инде, тип йәлләп иланым хатта. Әсәйем – күрше ауыл ҡыҙы, Ниғәмәттән. Нәнәйемдәргә барһаҡ, һарай башына менәм дә Этҡолдо ҡарайым. Янғын сығып китеп, ауыл янып бөтөп ҡуймаһын, тип ҡурҡам. Атайым ауылға ҡайтып төпләнеүенә бер ҡасан да үкенмәне, киреһенсә, балаларын ата-олатаһынан ҡалған нигеҙҙә үҫтерә алыуына ныҡ бәхетле ине. Әсәйем дә Этҡолдо тыуған ауы­лындай ҡабул итеп йәшәне.

– Тыуған ауылды яратыу ниндәй ғаиләлә тыуып үҫеүеңә ныҡ бәйле. Ҡартатайлы, ҡәртәсәйле булып үҫкәнһегеҙ, атай менән әсәй ҙә ябай ғына уҡытыусы түгелдәр...
– «Ҡәртәсәйле» тигән һүҙ минең өсөн «бәхетле» тигән һүҙгә бәрәбәр. Үҙеңде уратып алған кешеләрҙе яратырға, уларға һоҡланырға тап ул өйрәтте. Бәләкәй генә кәүҙәле, ҡушъяулыҡлы ҡәртәсәйемдең шифалы ҡулдары йәнебеҙҙең дә, тәнебеҙҙең дә дауаһы булды. Ҡартатайым талапсан, ныҡ тәртип яратҡан кеше булған, тиҙәр.
Әсәйем ғүмеренең һуңғы йылдарында уларҙы бик йыш иҫкә алды: «Ҡартатайың уҫал кеше булһа ла, бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙ­ға ҡарата тауыш күтәрмәне, оҙон буйлы, ҡалын тауышлы, төҫкә бик сибәр ине. Ғүмер буйы урман ҡырҡты. Ҡара таңдан тороп, бер сүмес һалҡын һыуҙы күтәреп эсә лә, билен һыға бәйләп, уң ҡулына балтаһын тотоп, эшкә сығып китә. Ҡәртәсәйең бер ҡасан да юҡ-барға көйөп ултырманы. Бик асыуланған сағында: «Бөтәгеҙҙе лә бик ҡаты итеп берәй ваҡыт әрләп ташлармын инде», – тиер ине лә, бер нәмә булмағандай, асыуланғанын тиҙ арала онотоп та ҡуя. 24 йыл бергә йәшәнек, әммә ҡәйнәмдең «Бөтәгеҙҙе лә берәй ваҡыт бик ҡаты итеп әрләп ташлармын инде» тигән мәленә барып етмәнек», – тип һөйләр ине.
Әсәйем 1967 йылдан 2002 йылға тиклем Икенсе Этҡол мәктә­бендә уҡытты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса райондың иң көслө уҡытыусыларының береһе ине. Уҡыусылары араһында баш­ҡорт филологияһы буйынса өс фән кандидаты бар. Үҙенең хеҙмәте лә юғары баһаланды. Разия Фә­тих ҡыҙы Мәүлитова – Рәсәй Федера­цияһының дөйөм белем биреү мәк­тәптәренең почетлы хеҙмәткәре.
Атайыбыҙ Дәүләтбай Сөләймән улы Ибраһимов – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Атайым яҡлап беҙ Алдар батыр Иҫәкәев нәҫеленән. Заманында ул уҡытыу­сыһы Әнүәр Закир улы Әсфән­диәров менән берлектә Алдар батыр шәжәрәһен тергеҙҙе. Атайымдың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйған ваҡытта Әнүәр Закир улы: «Алдар Иҫәкәев шәжәрәһен тергеҙеүсе, тип яҙырға онотмағыҙ», – тине.
Беҙҙең йортҡа Әнүәр Әсфән­диәров, Бәҙри Мәмбәтҡолов, Әхмәт Сөләймәнов һәм халҡыбыҙҙың башҡа зыялы улдары килә торғайны. Атай вафат булғас, Әнүәр олатай менән (беҙ уны «олатай» тип үҫтек) архивта осрашһаҡ: «Һин бит Дәүләтбай ҡустымдың ҡыҙы!» – тип арҡамдан һөйөп китә ине.


Фәндә үҙеңде түгел,
ә фәнде яратыу мөһим

– 2024 йылда Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһына лайыҡ булдығыҙ. Һеҙҙең өсөн нимә ул фән?
– Йәшәү рәүеше, тиһәм арттырыу һымаҡ булыр инде, әммә фән тормошомда ҙур урын биләй. Быны Саламатова иптәш көндәрен һәм төндәрен ғилми хеҙмәттәр яҙа икән, тип аңларға кәрәкмәй. Минең өсөн фән, ғилми дәрәжәнән бигерәк, һөҙөмтәһе менән ҡәҙерле. Яҙған мәҡәләләремдән, сығарған китаптарымдан халҡыбыҙға, ошо дәүергә, замандаштарға, тарихҡа ниндәй файҙа? Тәү сиратта ошо һорауға яуап эҙләйем. Яңы быуатта фәндә үҙҙәрен яратыусылар ныҡ күбәйҙе, ә минең өсөн фәндең үҙен яратыу мөһим. Әгәр ҙә яҙмышыңа ғалим тигән исемде йөрөтөү яҙған икән, һиңә бик оло бурыс йөкмәтелгән.

– 2021 йылда «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә «Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете» тип аталған фәнни монографияғыҙ донъя күрҙе. Был китабығыҙ башҡорт фекерендә, башҡорт фәнендә яңы һүҙ, яңылыҡ булды. Тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп китәйек әле – кем һуң ул Зәбих Исҡужин?
– Зәбих Исҡужиндың мира­ҫына юлығыуымды, бер яҡтан, көтөлмәгән ҙур уңыш тип ҡабул иттем. Икенсе яҡтан, үҙ өҫтөмә бик яуаплы бурыс алдым. Исеме күптән онотолған шәхесте Башҡортостанға ҡабат ҡайтарыу уға өр-яңынан ғүмер бүләк итеүгә тиң ине. Халыҡ был исемде яратып ҡабул итһен, ҡәҙерләһен өсөн байтаҡ эш атҡа­рылды. Ғүмеремдең кәмендә туғыҙ йылын уға арнаным, тип әйтә алам. Әммә эшмәкәрлегем ошо туғыҙ йыл менән сикләнмәгәнен дә яҡшы аңлайым, сөнки Зәбих Исҡужин бик уникаль шәхес. Уның талантын һәм кимәлен аңлау өсөн был йылдар ғына аҙ. Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән, ни бары 25 йыл ғүмер кисергән ғалим, тәнҡитсе, публицист һәм шағир үҙ заманының талант эйәһе генә түгел, ә оло ҡаһарман. Шәйехзада Бабич шиғырҙарының шаҡтай өлөшөн һаҡлап ҡалыуҙа һәм уларҙың беҙҙең дәүергә килеп етеүендә З.Исҡужин хәл иткес роль уйнай. Мин «Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете» тигән фәнни монографиямда был турала бик ентекләп яҙам һәм төплө дәлилдәр килтерәм.
Тәүге тапҡыр был исемде 2015 йылда Йылайырҙа ишеттем. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында ул башҡорт ғалимдары Әхнәф Харисов менән Кирәй Мәргән өсөн яҡшы таныш була. Шәхси архивы Татарстан Яҙыусылар союзында һаҡланыуы ла, кемдең сейфында ятыуы ла Башҡортостанға мәғлүм була. Әммә был архивтың башҡорт ғалимда­ры ҡулына эләкмәүен хәстәрләп йөрөгән кешеләр үҙ маҡсатына ирешә, хатта 70-се йылдарҙа Зәбих Исҡужиндың шәхси фонды менән бик танышырға теләгән Рауил Бикбаевтың да Ҡазанға сәфәрҙәре уңышһыҙ була. Ә бына миңә бәхет йылмайҙы: күрәһең, З.Исҡужиндың исеме тап минең арҡылы тыуған иленә ҡайтырға тейеш булған.
Шәхси фондтың бай булыуы Зәбих Исҡужиндың эшмәкәрлеге тураһында яҡшы мәғлүмәт бирһә, документтарҙың күп өлөшө, бигерәк тә алты ҡулъяҙманың ғәрәп йә латин графикаһында яҙылыуы, хаттарҙағы төрлө почерктар һ.б. эште ҡатмарлаштырҙы. 1930 йыл­дарҙа Татарстанда барған бай әҙәби тормошто, шул осорҙа ижад иткән татар халҡының күренекле шәхестәрен, Зәбих Исҡужин менән яҙмыш бүлешкән кешеләрҙең тормош юлдарын өйрәнеү, улар хаҡында мәғлүмәт туплау ихтыяжы ла тыуҙы. Фотолағы кешеләрҙең исем-шәрифтәрен асыҡлау кеүек мауыҡтырғыс эш тә башҡарылды. Ҡыҫҡаһы, был шәхестең эшмәкәр­леген һәм яҙмышын өйрәнеү минең өсөн үҙемде ғалим булараҡ һынап ҡарауға бәрәбәр ине. Был һынауҙы уңышлы үттем, тип әйтә алам.

– Һеҙ Зәбих Исҡужиндың Америкала булыуы хаҡында ла бер тапҡыр яҙып сыҡҡайнығыҙ. Был турала ҡайҙан белдегеҙ?
– 2016 йылда миңә Сибай ҡалаһынан Зәки һәм Нәйлә Исҡужиндар «З.Исҡужин» тип яҙылған блокнот ебәрҙеләр. «Эсендә шиғырҙар. Кемдең ши­ғыры икәнен дә белмәйбеҙ, Зә­бих Исҡужиндыҡымы, әллә ми­нең ҡайным Заһитулла Исҡужин­дыҡымы икән?» – тине Нәйлә ханым. Кнопка менән бикләнә торған затлы ғына, дәфтәр ҙурлығындағы блокнотта, бер нисә шиғырҙан тыш, төрлө гәзиттәрҙән күсерелгән абзацтар яҙылған. Эсенән ике телеграмма килеп сыҡты. Береһе – ғәрәп хәрефтәре менән, икенсеһе – кириллицала. Икенсе телеграммала Зәбих Исҡужиндың 1935 йылдың мартынан алып йәйенә тиклем Америкала, Нью-Йоркта, булыуы тураһында һүҙ бара. Туғандарына хәлен белдерер өсөн З.Исҡужин башта Мәскәүгә, Башҡорт АССР-ы вәкиллегенә хәбәр ебәрә, аҙаҡ Мәскәүҙән ауылға, Ә.Нәҙерғолов исеменә телеграмма китә. «Һеҙ уның Америкала булып ҡайтҡанын белә инегеҙме?» – тип һорауыма туғандарының барыһы ла: «Берен­сегә ишетәбеҙ», – тип яуап бирҙе.

– Ә Шәйехзада Бабичтың «Башҡорт халҡына» тип аталған һәм бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырына нисек юлыҡтығыҙ? Ул шиғырҙың һаҡланып ҡалыуына ла сәбәпсе кеше бит Зәбих Исҡужин.
– Тап шулай. Ә ваҡиғалар былай булды. 2020 йылдың аҙағында интернет селтәрендә ғалимә Миләүшә Хәбетдинованың «Татар-информ»ға биргән интервьюһын уҡыным. «Нәҡи Иҫәнбәтте ошаҡлашыуҙа һәм урлашыуҙа ғәйепләргә нигеҙ юҡ!» тип атала ул. Мәҡәлә бик оҡшаны. Төплө, дәлилле. Ваҡыттың һуң булыуына ҡарамаҫтан, Ҡазанға шылтыраттым.
Беҙ Миләүшә ханым менән 2019 йылдың йәйендә танышҡайныҡ. Мәҡәләһе өсөн рәхмәтемде белдерҙем. Оҙаҡ һөй­ләштек: Мөхтәр Мутин, Шәйехзада Бабич тураһында. Бабич хаҡында һүҙ сыҡҡас, уның ижады буйынса диссертация яҙған Зәбих Исҡужин хаҡында китап әҙерләүемде әйттем. «Зәбих Исҡужин тинегеҙме? Мин дә бит уның архивы менән таныштым. Һаҙи Таҡташ буйынса материал эҙләгәндә. Ниндәй ҙур ғилми хеҙмәттәр яҙған, ә Татарстан ғалимдарынан берәү ҙә исемен телгә алмай», – тине. «Башҡортостанда ла бик аҙ кеше белә уның тура­һында», – тип үкенесемде белдер­ҙем. «Ә һеҙ Зыя Исҡуждың Бабич хаҡындағы ҡайһы бер материалдары Нәҡи Иҫәнбәттең архивында һаҡланғанын беләһегеҙме?» – тип һораны ул минән. Бабичтың нисек үлтерелеүе хаҡында йыйған материалдар менән «Башҡорт халҡына» тигән шиғырҙың шул архивта ятыуын да әйтте. Ә был шиғыр тураһында мин Зәбих Исҡужиндың архивында уға яҙылған бер хаттан уҡып белгәйнем. Хаттың авторы билдәһеҙ, «Иҫке дуҫың» тип кенә әйтеп киткән. Хат бар, ә хат эсендәге «Башҡорт халҡына» тигән шиғыр юҡ.
Шул шиғырҙың эҙенә төшмәк булып Ҡазанға тағы ла барҙым, тик юлым уңманы. Һәм көтөлмәгәндә шиғырҙың ҡайҙа ятыуы хаҡында мәғлүмәт алдым. Нәҡи Иҫәнбәттең ҡыҙы Йондоҙ ханым менән оҙайлы һөйләшеүҙәр алып бара торғас, был шиғыр башта Татарстанда баҫылып сыҡты, аҙаҡ «Йәшлек» гәзитендә донъя күрҙе. Бөгөнгө көндә хаттың авторы асыҡланды. Ул Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы кешеһе Сафа Фәйзуллин булып сыҡты. С.Фәйзуллин менән З.Исҡужин бер осорҙа Каруанһарайҙа белем алалар. Ә был шиғырҙы һаҡлап ҡалған кеше – Ғүмәр Бикҡужин. Ул – Бабичтың уҡыусыһы. Шә­йехзада Бабич был шиғырын 1919 февралендә үҙ ҡулдары менән Ғүмәр Бикҡужиндың бит ярымлыҡ дәфтәренә яҙған була.

– Зәбих Исҡужиндан тыш, Дәүләтбай Яҡупов, Ғүмәр Бикҡужин, Исхаҡ Зәйни кеүек шәхестәрҙең исемен дә тарихҡа ҡабат ҡайтарыуҙа ҙур уңышҡа өлгәштегеҙ. Дәүләтбай Яҡуповты һеҙ бығаса авторы билдәле бул­маған «Дон далаларында» бәйе­тенең авторы тип иҫбат иттегеҙ.
– Эйе. «Дон далаларында» бәйетенең авторы тап Дәүләтбай Яҡупов. 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы составында һуғышҡан яугир. Уның тураһында күләмле мәҡәләм дә донъя күрҙе, 2022 йылда был турала Рәйсә Абдуллина документаль фильм төшөрҙө.

– Былар бит ябай ғына табыштар түгел. Ә шулай ҙа ғилемгә юл ҡасан һалына, һеҙҙеңсә?
– Ғилемгә, әҙәбиәткә, сәнғәткә юл, әлбиттә, бишектә саҡта уҡ һалына. Атай һәм әсәйҙән ишеткән тәүге һүҙҙәр, өләсәй һөйләгән тәүге әкиәттәр, атай менән бергә ятлаған шиғырҙар, тәүге уҡыған китап...

– Етмәһә, атай-әсәй үҙҙәре уҡытыусылар. Өй тулы китап...
– Китап шкафында һәр бе­ребеҙҙең тәғәйен кәштәһе була ине. Мин һәр ял шул кәштәләрҙәге китаптарҙың туҙанын һөртәм. Был эште башта бөтөнләй яратмай торғайным, аҙаҡ күндем һәм минең иң яратҡан шөғөлөмә әйләнде.

– Уҡыған беренсе китабығыҙ?
– Иҫләмәйем. Ә бына ятлаған тәүге шиғырымды иҫләйем – К.Чуковскийҙың «Урланған ҡояш» шиғыры. Ул саҡта уҡый белмәй инем, атай менән әсәйҙән уҡыттым да ятлап алдым. Ошо шиғыр менән беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡтым. Алғы тештәрем төшөп бөткән саҡ булдымы икән, Ғәйнислам ағай бер ваҡыт минән: «Бер ҙә һаҡаумын тип торманың, сәхнәгә менеп «һайышҡандар шабышҡандар» тип шиғыр ятлап төштөң», – тип көлгәйне.

Бер туғандар

– Һеҙ ғаиләлә дүрт бала...
– Дүрт бала, дүрт төрлө холоҡ. Бер-беребеҙгә бөтөнләй оҡшамағанбыҙ. Ғәйнислам ағай тыныс, бик шаян кеше булды. Ағайымды яратмаған, уны ихтирам итмәгән кеше булдымы икән, тип уйлап ҡуям хәҙер. Юҡтыр. Миңә ҡалһа, уны дошман күреп йөрөгән кешеләр ҙә ихтирам итергә мәжбүр ине. Ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, бәхетле яҙмыш менән йәшәне Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов. Ярты быуатлыҡ ғүмерендә быуат буйы исеме халыҡ теленән төшмәҫлек изге эштәр атҡарып китте.
Арабыҙҙа иң талантлыһы һәм иң кире холоҡлоһо – ул апайым. Гөлнәзирә Дәүләтбай ҡыҙы «юҡ» тип әйткән икән, тимәк, – юҡ! Бер нисек тә күндереп булмай. Ә үҙе шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт йылмайып йөрөгән, бер ҡасан да кеше менән һүҙгә килешмәгән, тыштан үтә тыныс күренгән бер зат булды. Ә нисегерәк йырлай ине! Уға шул тиклем моң кемдән бирелгәндер, әйтә алмайым. Матур итеп һүрәт төшөрҙө, матур бейене һәм иҫ киткес талантлы уҡытыусы ине. Ата­йым әсәйемә: «Разия, һин, әлбиттә, шәп уҡытыусы, әммә Гөлнәзирә ҡыҙыбыҙ һинән дә шәберәк уҡыта!» – тип ҡыуанды гел. Мин иһә бер аҙ ялҡауыраҡ, әммә кәрәкле әйберҙе үҙ мәлендә эләктерә белгән заттанмын. Уйлағанымды һөйләйем, ниәт иткәнемде ҡылам, шуға күрә атай һәм әсәйҙән иң йыш әрләнгән бала мин булдым. Әсәй: «Ошо Гөлсәсәк ҡулы менән эшләй ҙә, теле менән юҡҡа сығара!» – тип әрләргә яратты. Бала саҡтан шулай булды – башыма берәй уй килдеме, мине һис туҡтатып булмай. Алты йәшемдә ныҡ апай булғым килде лә, атай менән әсәйҙән ҡусты һо­рай башланым. Урындыҡ ситен­дә аяҡтарымды болғай-болғай «ҡусты кәрәк, ҡусты кәрәк», тип мыжып ултырғаным хәтеремдә.

– Маҡсатығыҙға ирешкән­һе­геҙ?
– Ҡустымдың тыуыуын көтөп арығас, үҙем уйлап тапҡан ҡусты менән уйнай башланым. Ишекте асам да: «Әйҙә, уйнарға киттек», – тип башта уны сығарам, аҙаҡ үҙем сығам. Ашарға ултырһаҡ, өҫтәп ҡалаҡ һалам, тәрилкә ҡуям. Тышта уйнап йөрөгән ерҙән: «Миңә ҡайтырға кәрәк, ҡустым илай!» – тип йүгереп ҡайтып китәм. Минән көләләр, әммә бирешмәйем: «Бар минең ҡустым. Тик уны һеҙ күрмәйһегеҙ. Уны мин генә күрәм!» – тип аптыратам барыһын да.
Нурҙың махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтырын да тойҙом. Миңзәлә килен шылтыратып әйткәс тә: «Уң ҡулынамы?» – тип һораным. Нурға ғына түгел, апайым менән ағайыма ҡарата ла тойомлау хисем көслө.

 

Студенттар, сәнғәт хаҡында

– Бөгөнгө заманда сәнғәт һәм әҙәбиәт араһындағы сиктәр нисек билдәләнә? Улар әллә, киреһенсә, бер-береһен тулыландырамы?
– Улар икеһе лә бер ҡаҙанға хеҙмәт итә. Әҙәбиәтһеҙ сәнғәт тыумай. Ә әҙәбиәт һүҙ сәнғәтенән башлана. Мин башлыса буласаҡ актерҙарҙы уҡытам, шуға уларға һәр ваҡыт: «Һеҙҙең эш ҡоралығыҙ – һүҙ. Пианистыҡы – фортепиано, скрипкасыныҡы – скрипка, ҡурайсыныҡы – ҡурай, ә һеҙҙеке – һүҙ», – тип әйтәм. Төп бурысым – һүҙ сәнғәте аша студенттарҙы матур әҙәбиәт донъяһына алып инеү. Ул әҙәбиәттең шул уҡ ваҡытта дөрөҫ, зауыҡлы һәм юғары кимәлдә булыуы ла шарт. Әсәй кеше ашарға бешергәндә башта ризыҡты тәмләп ҡарай, тоҙон самалай. Шуның кеүек, һүҙ сәнғәте менән эш иткән уҡытыусы әҙәбиәтте башта үҙ йөрәге аша үткәрергә, шунан ғына студенттарға тәҡдим итергә тейеш, тип иҫәпләйем. Бигерәк тә хәҙерге заманда.

– Әгәр ҙә артист һүҙ менән дө­рөҫ эш итә белмәһә, тамашасыны ышан­дыра алмай...
– Эйе, ышандырмай. Тамашасы сәхнәлә йөрөгән актерҙың нисә китап уҡығанын да, ниндәй китап уҡығанын да ҡараштарынан уҡ белеп ултыра. Элек-электән сәхнә, матурлыҡ менән бер рәттән, аң-белем таратыусы, әҙәм балаһының күңелен дауалаусы мәҙәни усаҡ булған.

– Бөгөнгө заман юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына ниндәй талаптар ҡуя?
– Беҙҙә студенттар һаны бик аҙ, шуға ла уларҙы иҫәпле тауар тип һанайбыҙ. Киләсәктә яҙмы­шын сәнғәт һәм әҙәбиәт менән бәйләйәсәк студенттар менән эш иткән уҡытыусыға, әлбиттә, тәү сиратта, уларҙың күңел торошон, эске донъяһын һаҡларға, ҡәҙерләргә кәрәк. Кешелеккә, тормошҡа яратыу аша бағырға өйрәтеү мөһим. Белемдәре, аҡылдары, хис-тойғо­лары өсөн дә яуаплыбыҙ, тип әйтһәм, һис арттырыу түгел. Мин театр факультетында 24 йыл уҡытам. Ошо дәүер эсендә студенттарымдың 17 йәшлек кенә баланан сәхнә оҫта­ларына әүерелгәндәренә шаһит булдым. Илаған саҡтарында йыуатам, уңыштарына үҙҙәренән дә артығыраҡ шатланам. Беҙҙә, уҡытып сығарҙың да оноттоң, тигән төшөнсә юҡ. Студенттарыбыҙҙы институт тупһаһынан сығып киткәс тә ташламайбыҙ, уларҙың ижади яҙмышында ҡатнашабыҙ. Мин, мәҫәлән, берәй матур шиғыр йәки шәп әҫәр уҡыһам, әле уҡытып йөрөгән студенттарым менән бү­лешмәйем, элекке студенттарыма ебәрәм. Улар был ғәҙәтемә күптән өйрәнеп бөткән. «Ошо шиғыр һинеке, ятла әле» йәки: «Ошо әҫәрҙе уҡып сыҡ һәм ошо өлөшөн матур итеп уҡып миңә ебәр, студенттарға тыңлатам», тип мөрәжәғәт итәм. Береһе лә кире ҡаҡҡаны юҡ, тип әйтер инем, берәү генә вәғәҙә итте лә үтәмәне. Ни өсөн үтәмәгәнен дә аңлайым. Мин ебәргән шиғыр уның яҙмышында барған ваҡиғалар менән бәйле, мәле еткәс, барыбер уҡып ебәрәсәк. Уныһына шикләнмәйем дә.

– Шуныһы ла мөһим: һеҙ яҙған киносценарий буйынса төшөрөлгән фильмдарҙа шулай уҡ һеҙ уҡытҡан студенттар төштө. Тимәк, уларға кино сәнғәтендә лә үҙ таланттарын да асырға ярҙам итәһегеҙ?
– Яҙмышымдың иң матур мәл­дәренең береһе – театр сәнғәтенә хеҙмәт итеү. Икенсе матур мәле – башҡорт кино сәнғәтендәге юлым. Булат Тимербай улы Йосопов һәм Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева менән ҡулға-ҡул тотоношоп туғыҙ йыл ижад иттек. Бик һөҙөмтәле осор булды. Булат Тимербай улы халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре – Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар, Вәлиулла Мортазин менән Мәкәрим Мәһәҙиевтарҙы үҙ фильмдарында бик уңышлы итеп һынландыра алыуына ҡыуанһа, Таңсулпан Даһи ҡыҙы менән мин талантлы студенттарыбыҙҙың башҡорт киноһы тарихына индергән баһалап бөткөһөҙ өлөштәре өсөн шатландыҡ.

– Киносценарий яҙғанда теге йәки был актерҙың ижади мөм­кинлеге күҙ уңында тотолоуы – тәбиғи күренеш. Ә бына ниндәйҙер персонажға текст яҙғанда нимәне күҙ уңында тотаһығыҙ?
– Актерҙың үҙ персонажы өсөн яҙылған тексты нисек үҙ­ләштерә алыуы, тамашасыға нисегерәк еткерергә тейешлеге, әлбиттә, күҙаллана. Шунһыҙ булмай. Институтта уҡытҡан саҡта студенттарыңдың башҡорт телен ниндәй кимәлдә үҙләштерә алғанын ҡапыл ғына аңлап та булмай. Кимәлдәре театрға барып эш башлағас, киноларҙа төшә башлағас күренә. Кемеһелер өсөн ҡыуанаһың, икенсеһе өсөн эс боша.

– Йәш быуынды туған телендә һөйләшһен һәм ижад итһен өсөн нисек дәртләндерергә мөмкин? Һеҙ ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?
– Дәрестәрем «Башҡорт теле» тип аталһа ла, һәр дәресте әҙәбиәткә бәйләп үткәрәм. Башҡорт теле дәресен бер нисек тә әҙәбиәттән айырып үткәреп булмай. Бигерәк тә ижади вузда. Студенттарҙың телде белеү кимәлдәре лә төрлөсә. Бер студент өсөн әҙерләгән материал икенсеһенә бөтөнләй тура килмәй. Нисек дәртләндерергәме? Уларҙың күңел торошона тура килгән әҫәрҙәр уҡытып! Беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә талантлы шағирҙар ҙа, яҙыусылар ҙа етерлек. Әммә шундай шағирҙар һәм яҙыусылар бар – уларҙың ижадына хәҙерге быуын битараф. Мин ҡайһы саҡта үҙемде ошондай хәлдә хис итәм. Балаларҙы – студенттарҙы – өҫтәл артына ултыртҡанмын да аҙыҡ тәҡдим итәм, улар: «Быныһын ашайым, быныһын юҡ, быныһы тәмле, быныһы оҡшамай», – тип ризыҡ айыралар. Уларға ошо ризыҡты мотлаҡ ашарға кәрәк, тип аңлатыу файҙаһыҙ. Әйткәндәй, Лариса Хашим ҡыҙы, һеҙҙең шиғырҙарҙы бик ярата бөгөнгө студенттар.

– Рәхмәт! Уҡытыусылары ла шиғриәтте бик ярата бит!
– Бынан ун йыл элек «Мин бер ҡасан да башҡортса китап уҡығаным юҡ, уҡығым да килмәй» тигән бер студентым менән ике дәресте ҡара-ҡаршы ултырып, хәбәр һөйләшеп кенә үткәрҙем. Беҙҙә дәрестәр индивидуаль, дәрестә бер студент ҡына ултыра. Һөйләшәбеҙ, һөйләшәбеҙ, мин һорауҙар бирәм, ул яуап бирә. Бер заман тамам асылып китте. Бала сағын, ғаилә­һен һөйләп ташланы. Өсөнсө дәрескә Талха Ғиниәтуллиндың «Ҡыртыш» хикәйәһен алып килдем. «Һин ҡысҡырып уҡыйһың, мин тыңлайым», – тинем. Уҡый башланы. Әҫәр уға шул тиклем оҡшаны, китапты һорап, үҙе менән алып ҡайтып китте. Уның әҙәби әҫәрҙәргә һөйөүе Талха Ғиниәтуллин ижады аша булды.

 

Милли кино хаҡында

– Һеҙҙең өсөн кино һәм әҙәбиәттең оҡшаш һәм айырым яҡтары?
– Минеңсә, кино сәнғәте актер­ҙың талантын нығыраҡ һынап ҡа­рай. Һин әйтәһе һүҙеңде ҡарашың менән, хәрәкәтең, ым-ишара менән дә еткерә белергә тейешһең. Театрҙа уйнаған бөтә талантлы актерҙар ҙа еңел генә кинола ла төшә аласаҡ, тип әйтмәҫ инем.

– Милли кино башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙа ниндәй роль уйнарға тейеш, тип уйлайһығыҙ? Төп ҡоралыбыҙ – туған телебеҙ бит.
– Бөгөн кино – иң популяр жанрҙарҙың береһе, шуға күрә телде пропагандалауҙа, уны үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Күптән түгел Ҡадир Даяндың ижады хаҡын­да документаль-нәфис фильм тө­шөрҙөк. 23 минутлыҡ, ябай алымдар менән генә төшөрөлгән фильм булыуына ҡарамаҫтан, шағир ижадын популярлаштырыуҙа, уның ижадына һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур аҙым был. Хәҙерге балаларҙың фекерләү ҡеүәһе башҡасараҡ. Улар был донъяны картина һәм музыка аша ҡабул итә. Минең бер таныш уҡытыусым: «Бөгөнгө балаларҙы бер нәмә менән дә ылыҡтырып булмай, һин уларҙың алдына сығып рэп йырлап торһаң да ылыҡтыра алмайһың!» – тине. Мин уның менән килешмәйем. Балаларҙың күңеленә тел асҡысы табырға була. Насар балалар ҙа, студенттар ҙа булмай.

– Был йәһәттән беҙҙең фе­керебеҙ тап килә. Ҡ.Даян тура­һындағы фильмды мин ҡараным. Ул балаларға ла бик оҡшай.
– Ҡадир Даян күп яҡлы талант эйәһе булған: шағир, драматург, ғалим, публицист, тәржемәсе, ә шулай ҙа уның ижадының иң ҡәҙерле һәм татлы яғы – балалар әҙәбиәте. Шуға ла беҙ был фильмды әҙерләгәндә батыр яугир образын да, аҡыл эйәһе образын да, балалар яратып ҡабул итәсәк шағир олатай образын да тыуҙырҙыҡ. Башҡортостандың атҡаҙан артисы Илгиз Таһиров атҡарып сыҡҡан был роль балалар күңелендә иң матур хистәрҙе уятырға тейеш ине. Фильмда өс бала ҡатнаша, улар кинотаҫмаға эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм сафлыҡ өҫтәй.

– Михалковтың әйткән һүҙе бар бит: «Сегодня – дети, завтра – народ!» Һеҙ өс фильм төшөрҙөгөҙ. Һәр береһендә – шәхестәр, ижади портреттар. Халыҡтың тарихын, рухын, холҡон сағылдырыу һеҙҙең өсөн ни тиклем мөһим?
– «Бабич», «Беренсе Респуб­лика», «Шағир көндәлеге» – башҡорт кино сәнғәтендәге тәүге трилогия. Һәр фильм реаль шәхестәр тураһында төшөрөлһә лә, беҙҙең маҡсат, тәү сиратта, халҡыбыҙ асылын, уның бөйөклөгөн күрһәтеүгә ҡоролған ине.
«Фильмдарҙа халыҡтың тарихын, рухын, холҡон сағылдырыу һеҙҙең өсөн ни тиклем мөһим?» тигән һорауыңа былай тип яуап бирер инем. Был фильмдарҙың йылдар үткән һайын баһаһы арта ғына барасаҡ, сөнки ул иң изге өс төшөнсәне берләштерә: халыҡ, тарих, рух.
«Шағир көндәлеге»н төшөр­гән саҡта ниндәйҙер аңлашыл­маусанлыҡтар ҙа килеп сыҡты. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәми Ғариповтың биографияһын бөтөнләй үҙгәртеп яҙыусылар табылды. Бик ауыр яҙмышлы булған, ғаиләһе уның арҡаһында бик күп ауырлыҡтар кисергән, тип... Тормошта ауырлыҡтар һәр ваҡыт бар һәм буласаҡ. Әммә улар әҙиптең бөйөклөгө алдында ваҡ әйберҙәр. Хоҙай уға иң ҙур бүләк – талант һәм яратҡан халҡын биргән. Рәми Ғарипов ошо бүләкте, тамсы ла исрафламайынса, аңы, белеме, кимәле менән ҡабул иткән. Уны бәхетһеҙ йәки ҡыйырһытылып йәшәгән шағир тип әйтеү уның рухын рәнйетеүгә тиң, тип уйлайым.
Йәнә лә, 18 йәшендә генә Әҙәбиәт институтына уҡырға ин­гән. Ул уҡыған курста барыһы ла күкрәктәренә орден-миҙалдар та­ғып йөрөгән кисәге яугирҙар була. Курсташтары араһында иң беренсе булып уның китабы баҫылып сыға – бындай бәхет бер кемгә лә тәтемәй. Яратҡан кешеһен кәләш итеп ала. Шул бәхет түгелме ни?.. Үҙе иҫән саҡта алты китабы донъя күрә. Иҫ киткес матур, һәләтле, башҡортса һөйләшкән балалар тәрбиәләйҙәр.

– Ул ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән һәм шуға өлгәшкән. Уй-фекерен шиғри формала ҡағыҙға төшөргән. Көндәлек, тәржемә, хат формаһында... Заманы исеменән һүҙ йөрөтә алған. Киләһе һорау: ҡара алтын өҫтөндә йәшәгән башҡорт халҡы үҙенең донъяға ҡарашын «Урал батыр» эпосы менән баһалай. Был күренеште мин ҙур хикмәт тип ҡабул итәм, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
– «Урал батыр» эпосын аң­ларлыҡ кимәлгә әле һаман барып етмәгәнмен, тип уйлайым. Мин уны белемһеҙлегемдән, аңһыҙлығымдан сығып түгел, ә күңелем торошонан сығып әйтәм.


Туған халҡыңды, телеңде яратыу – йәшәү рәүеше

– Йәш быуынға, ғалим, уҡы­тыусы, ҡәләм оҫтаһы булараҡ, ниндәй кәңәшегеҙ бар?
– Һәр эшләгән эшеңә баһа һо­рау, баһа көтөү дөрөҫ түгел. Эштең нигеҙен, тәү сиратта, ихласлыҡ тәшкил итергә тейеш. Халҡым тип, киләсәк быуын тип эшләргә кәрәк. Киләсәк быуынға һин үҙең ғүмер биргән, үҙең тәрбиәләп үҫтергән балалар ҙа инә. Аллаһу Тәғәлә тыуып үҫкән илеңә хеҙмәт итергә, ошо ерҙең ҡотон арттырырға, белем өләшергә мөмкинлек биргән икән, шул мөмкинлекте тулыһынса файҙаланырға кәрәк. Тейешһең.
Беҙ ошо ерҙең һыуын эсәбеҙ, ошо ерҙең тупрағында үҫкән икмәкте ашайбыҙ, тимәк, тыуған ер алдында бурыслыбыҙ. Ошо бурысты ҡайтара белеү зарур.

– Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы, башҡорт халҡына хеҙмәт итеү шәхсән һеҙҙең өсөн нимә ул? Миссиямы, һөнәрме, әллә рухи ынтылышмы? Бәлки, бөтәһе бергәлер?..
– Бөтәһе лә! Халҡыма хеҙмәт итеү – ул минең йәшәү рәүешем. Ә халыҡҡа хеҙмәт итеү тыуып үҫкән йортоңа, ауылдаштарыңа, күршеләреңә булған мөнәсә­бәттән башлана. Ҡасандыр ҡартатайым һалған йорт, мин тыуып үҫкән нигеҙ – минең өсөн иң ҡәҙерле төйәк. Ошо йорт кеше яҙмыштарына ла, ил яҙмышына ла шаһит. Ошо йорттан атайымдың бер туған ағаһы Ғәйнислам Сөләймән улы Ибраһимов Бөйөк Ватан һуғышына киткән; махсус хәрби операцияға юлланыр алдынан Нур ҡустым, ошо йорт менән хушлашыр өсөн генә меңәр саҡырым ара үтеп, 15 минутҡа ғына ҡайтып китте. Ишеге бикле торған йортҡа.

– Ул йорт һаман да ултыра. Теймәгәнһегеҙ...
– Ҡәҙерләп кенә һаҡлайбыҙ. Йомран эйәләтмәй, тип әйтәләрме әле? Ишеге бикле булһа ла, тәҙрә төптәрендә гөлдәр үҫеп ултыра. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ҡайтып инһәк тә, өй йылы, таҙа, һәр нәмә үҙ урынында. Хәҙерге заманда һәр йортто сынъяһау итеп тоторға була, теләк кенә булһын.

– Өфөнән Икенсе Этҡолға нисә саҡырым?
– 450 тирәһе.

– Һәр миҙгелдә лә унда ҡайтып әйләнәһегеҙ...
– Ҡайтырға тырышабыҙ. Ҡайтмайыраҡ торһам, йәшәү дәртем кәмегән һымаҡ. Рухи аҙыҡ етмәй. Мин хатта үҙемдең шаянлығымды ла юғалта баш­лайым.

– Нисәмә быуын ата-баба­ларҙың кендек ҡаны тамған урын. Аллаға шөкөр, ул иҫән.
– Мәсеткә барһам да, ошо йорт беҙҙе иҫән-һау ғына ҡаршы алһын, тип доға ҡылам. Ул йортҡа ҡәртәсәйҙең уҡыған биш намаҙы һеңгән. Шуға күрә был йортта йән дауаһы ла, тән дауаһы ла бар.

– Был эштәр барыһы ла ғаиләгә бүленергә тейешле ваҡыт иҫәбенә атҡарыла бит инде. Ә ғаиләлә әсәй кешенең бурыстары етерлек.
– Ғаиләлә, бәхетемә күрә, эшмәкәрлегемә сикләү ҡуйған кеше юҡ. Киреһенсә, тормош иптәшем мөмкин тиклем күберәк ярҙам итергә тырыша. Ниндәйҙер эшкә тотонһам, Флүр Билал улы: «Һин булдырасаҡһың. Мин быға тамсы ла шикләнмәйем!» – тип фатихаһын бирә, ҡеүәтләп ҡуя.

– Ижадыңды, эшмәкәрлегең­де аңлаған кешенең яңыңда бу­лыуы – бәхет инде ул. Флүр Билал улын төплө белемле, бик ихлас кеше булараҡ беләм. Уның сәнғәтте нескә тойоуы һәр саҡ һоҡландырҙы ла, ғәжәпләндерҙе лә!
– Мин мәктәпкә бармаҫ борон ауыл көтөүөнә һыйырҙар ҡыуа инем. Әсәй иртәнсәк һыйыр һауа, ә көтөү урынына алып барыу – минең бурыс. Үҙем теләп, бик ихлас башҡарған эшем ине. Беҙҙең ҡаршыла ғына Венера инәй менән Муса олатай Ишйәровтар йәшәне. Мин уларҙың һыйырҙарын да үҙебеҙҙекеләргә ҡушып алып китәм. Венера инәй һәр ваҡыт: «Үҙ тиңеңде табырға насип булһын!» – тип тороп ҡала. «Үҙ тиңең нисек була икән? Әгәр мин яҡшы уҡыһам, тимәк, ул да яҡшы уҡыған кеше буламы икән?» – тип баш ваттым бала саҡта. Шулай ҙа, үҫә төшкәс, үҙеңә тиң кеше кем булғанлығын аңланым. 30 йәшкә тиклем эҙләй торғас, Нефтекама ҡалаһында барып таптым (көлә – авт.). Ялтырап торған ботинкаларына, белеменә һәм аҡылына ғашиҡ булдым. Һәм, бәхетемә күрә, шул үҙ тиңем менән, Аллаға шөкөр, егерме йыл бергә ғүмер итәбеҙ. Йәшәй-йәшәй хәҙер үҙем уға тиң булырға тырышам.
Һөнәре буйынса юрист булһа ла, ул да хәҙер башҡорт әҙәбиәтен ярайһы уҡ яҡшы белә. Рәхәтләнеп шиғырҙар уҡыйбыҙ, мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр тураһында бәхәс­ләшәбеҙ. Тағы ла шул: минең бөтә мәҡәләләремде, яҙған китаптарымды башта ул уҡып сыға.
Ҡыҫҡаһы, фән, бер яҡтан, бик мауыҡтырғыс, икенсе яҡтан, ул һине тотошлай үҙенә буйһондора. Фән донъяһына тулыһынса сумдың икән, унан сығырға маташыу фай­ҙаһыҙ һәм кәрәкмәй ҙә. Шул донъяла ҡалырға кәрәк. Тотошлай.


Фотолар ғаилә архивынан.

Халҡыңа хеҙмәт итеү бәхете
Халҡыңа хеҙмәт итеү бәхете
Халҡыңа хеҙмәт итеү бәхете
Халҡыңа хеҙмәт итеү бәхете
Халҡыңа хеҙмәт итеү бәхете
Автор:Лариса АБДУЛЛИНА
Читайте нас