Все новости
Ученые Башкортостана
27 Февраля , 10:30

Башҡорт фольклор ғилеменең сағыу йондоҙо (Фәнүзә Нәҙершинаға – 90 йәш)

Республикабыҙҙың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы­ның атҡаҙанған фән эшмәкә­ре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев, «Башҡорт­остан Республикаһындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары кавалеры, 2023 йылға тик­лем Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольк­лор ғилеме бүлегендә баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаға 90 йәш тула. Уны даими баҫылып торған ғилми хеҙмәттәре, әленән-әле радио, телевидениела яһаған сығыштары буйынса йәмәғәтселек яҡшы белә. Хөрмәтле коллегабыҙҙың оло юбилейы уңайынан уның фәнни эшмәкәрлегенә йәнә бер ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ.

Башҡорт фольклор ғилеменең сағыу йондоҙо (Фәнүзә Нәҙершинаға – 90 йәш)
Башҡорт фольклор ғилеменең сағыу йондоҙо (Фәнүзә Нәҙершинаға – 90 йәш)

Халыҡтың рухи донъяһы, рухи мәҙәниәте өлкәһендә
тикшеренеүселәрҙән бер үк кимәлдә баҙлап торған йөрәк уты ла,
аҡыл хеҙмәте лә талап ителә.

Рәшит Шәкүр.


Тынғыһыҙ фольклорсы

1960 йылдар башында Стәр­летамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған Фәнүзә Нәҙершина яҙмышын фән менән бәйләү маҡ­сатында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына уҡырға инә. Кандидатлыҡ диссертацияһын ул башҡорт фольклорының афористик жанрҙарын өйрәнеүгә арнай.
Фольклорсы тигән тынғыһыҙҙар һөнәре – китапханаларҙа, кабинетта ғилми әҙәбиәт уҡып, фәнни эштәр яҙып ултырыу, әлегә тик­лем йыйылған һәм ғилми архивта һаҡланған материалдарҙы өй­рәнеү генә түгел, ауылдан ауылға йөрөп, халыҡ менән аралашып, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен табыу, ҡағыҙға теркәү һәм эшкәртеү ҙә. Буласаҡ ғалимә аспирантурала уҡыған йылдарҙа Кирәй Мәргән республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ауыҙ-тел ижадын яҙып алыу һәм өйрәнеү маҡсатында Ырымбур, Свердловск, Курган, Пермь өлкәләренә бер-бер артлы фольклор экспедициялары ойоштора. Шул экспедицияларҙа Фәнүзә Нәҙершина ла әүҙем ҡатнаша һәм фольклор ғилеменең был мөһим йүнәлешендә артабан уңышлы эшләй. Уның экспедициялар, ғилми командировкалар мәлендә яҙып алған материалдары «Башҡорт халыҡ ижады» томдарында баҫылып сыҡҡан, айырым китаптарҙа донъя күргән, йәғни ғилми әйләнешкә ингән. Шулар араһында халыҡта киң билдәле, шулай уҡ һирәк осраған боронғо йырҙар, һамаҡтар, таҡмаҡтар, сеңләүҙәр урын алған «Рухи хазиналар: Асылыкүл, Дим, Өршәк буйы башҡорттарының фольклоры», (Өфө, 1992), «Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйын­дар» (Өфө, 1996), «Әбйәлил дәф­тәре» (Өфө, 2009) йыйынтыҡта­рын айырып күрһәтергә кәрәк. Уның 2010 йылда донъя күргән «Халыҡ күңеленә сәйәхәт» китабында ла ХХ быуаттың 60-сы
йылдарында республиканан сит­тә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһына ойошторолған экспедициялар һөҙөмтәләре сағылыш тапҡан. Автор-төҙөүсенең билдә­ләүе буйынса, унда «экспедици­яларға ҡағылышлы мәғлүмәттәр, хәтирә-тәьҫораттар, уйланыуҙар» тупланған. Китаптың һәр бите күңелгә ятышлы, бай мәғлү­мәтле. Унда халыҡ ижадын йыйыу методикаһы ла урын алған, материалға һаҡсыл ҡараш, инфор­манттарға ихтирам да тойомларға мөмкин.
ХХ быуаттың 70-се йылдар башында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 18 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» ғилми йыйылмаһы өҫтөндә ҡыҙыу эш башлана. Был мәлдә 1920 йылдарҙа уҡ йыйыла башлаған, артабан 1960 йылдарҙан алып даими ойошторолған экспедициялар, командировкалар ваҡытында яҙып алынған башҡорт халҡының бай ауыҙ-тел ижадын ташҡа баҫтырып сығарыу талабы көнүҙәк мәсьәлә булып баҫа. Институтта көс самалы булғанлыҡтан (Әхнәф Харисов, Мөхтәр Сәғитов, Фәнүзә Нәҙершина, Ғайса Хөсәйенов, Ниғмәт Шоңҡаров), был мөһим эшкә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының билдәле ғалимдары Марат Минһажетдинов, Лев Бараг, Салауат Галин, Әхмәт Сөләймәнов ылыҡтырыла. Һүҙ барған ҙур хеҙмәттең өс томын («Йомаҡтар», «Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр», «Риүәйәттәр, легендалар») баҫмаға Фәнүзә Нәҙершина әҙерләй. Юғары фәнни кимәлдә әҙерләнгән «Башҡорт халыҡ ижады» тупламаһы, шул иҫәптән ға­лимәнең өҫтә атап үтелгән томдары ла, бөгөнгө көндә лә әһәмиәтен юғалтмаған, китапханалар түренән урын алған һәм башҡорт фольклор ғилеменең алтын фондына ингән китаптар булып ҡала. Ошо оло маҡтаулы эштәре өсөн 1987 йылда бер төркөм ғалимдарға, шулар иҫәбендә Фәнүзә Нәҙершинаға, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Киләсәктә өҫтә һанап үтелгән томдар, ғалимә тарафынан тулыландырылып, рус телендә сыҡҡан ун ике томлыҡ йыйылма эсендә лә донъя күрә. Нәҙершина үҙе генә – ҙур күләмле ун ике томдың автор-төҙөүсеһе.
Том төҙөү – үтә ауыр эш. «Ашаған белмәй, тураған белә» тигәндәй, уның ауырлығын өлкән быуын ғына түгел, урта, хатта йәш быуын фольклорсылары ла белә хәҙер, сөнки әлеге мәлдә 36 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» тупламаһы өҫтөндә эш бара. Халыҡ ижады әҫәрҙәрен кешеләр араһына сығып, табып, яҙып алаһың, ҡайтҡас, уны ҡырҡ мәртәбә магнитофон таҫмаһын йә диктофонды әйләндереп тың­лап, ҡағыҙға төшөрәһең, артабан жанрҙар буйынса, шунан жанр эсендә темаһы буйынса «ояларға» урынлаштыраһың, шулар араһынан йәнә ғилми архивтан, юғары уҡыу йорттарының фольклор фондтарынан үҙең төҙөгән томға яраған текстарҙы һайлап алаһың, текстарға аңлатмалар, томға баш һүҙ яҙаһың. Үтә ҡатмарлы, ваҡ һәм яуаплы эш ул том төҙөү. Коллегаларымдың ҡайһы саҡта «Том төҙөүе монография яҙыуҙан ауыр», – тигәндәрен дә ишетергә тура килде. Был ысынлап та шулай. Ә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы ошо йүнәлештә ныҡ уңышлы эшләй. Ғалимәнең 1985 йылда рус телендә сыҡҡан «Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары», башҡорт телендәге «Алтын ҡумта» (1985) исемле йыйынтыҡтары ла йәмәғәтселектең ыңғай баһаһын алды.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы – баш­ҡорт фольклорының көнүҙәк проб­лемаларын өйрәнеүгә лә ҙур өлөш индергән ғалимә. Үҙенең «Халыҡ һүҙе» (1983, 2020), «Халыҡ хәтере» (1986), «Халыҡ хәтере: башҡорт халыҡ риүәйәт, легендаларының тарихи ерлеге, жанр үҙенсәлектәре» (2006) исемле монографияларында ул афористик жанрҙарҙы һәм тарихи прозаны сағыштырма планда өйрәнеп, башҡорт фольклористикаһы тарихында мөһим аҙым яһаны. Бөгөн­гө көндә һанап үтелгән хеҙмәттәр афористик жанрҙарҙы, тарихи прозаны монографик планда ентекле өйрәнгән, актуаллеген юғалтмаған мөһим теоретик тикшеренеүҙәр булып ҡала. Уның шулай уҡ «Хайуандар тураһында әкиәттәр» исемле очергы, башҡорт халыҡ йырҙарын, эпосын өйрә­неүгә арналған бихисап мәҡәлә­ләре бар. Нәҙершина «Башҡорт энциклопедияһы»ның, «Салауат Юлаев» энциклопедияһының әү­ҙем авторҙарының береһе.


Күп яҡлы эшмәкәрлек

Ғалимәнең күп яҡлы эшмәкәр­леген, өҫтә әйтелгәндәрҙән сығып, дүрт ҙур этапҡа бүлеп ҡарап булыр ине. Тәүге этап – юбилярҙың ғалимә булараҡ формалашыу йылдары. ХХ быуаттың 60-70-се йылдар башын эсенә алған был дәүерҙә Фәнүзә Нәҙершина ғилми әҙәбиәтте ентекле өйрәнеү, экспедицияларҙа әүҙем ҡатнашыу, материал туплау һәм диссертация яҡлау эштәрен атҡара.
Икенсе этап ХХ быуаттың 70-се йылдар уртаһынан ХХI башына тиклем дәүерҙе ала. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы өс ғилми йыйынтыҡтың («БХИ» – 1972–1985; «БНТ» – 1987–2010; «БХИ» – 1995 йылдан) әүҙем автор-төҙөүсеһе, ике етди монография («Халыҡ һүҙе» (Өфө, 1983), «Халыҡ хәтере» (1987)) авторы, алты йыл буйына башҡорт телевидениеһында «Йыр тарихы – ил тарихы» тигән тапшырыуҙы алып барыусы, көндәлек матбуғатта башҡорт фольклорын әүҙем пропагандалаусы, СССР-ҙа ғына түгел, сит илдәрҙә (Англия, Германия, Финляндия һ.б.) ғилми трибуналарҙан сығыш яһаусы булараҡ башҡорт фәнендә танылыу алды.
Ғилми эшмәкәрлегенең өсөнсө этабында, 1995–2010 йылдарҙа, олпат ғалимә өр-яңы ҙур проект­ҡа тотондо. Тәржемәселәр менән төркөм туплап, халыҡ ижады
әҫәрҙәренең аҫыл өлгөләрен баш­ҡорт, рус, инглиз телдәрендә әҙерләп, һигеҙ китап («Халҡым йыры», «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре», «Башҡорт халыҡ риүәйәттәре, легендалары», «Башҡортса-инглизса-русса мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге», ике баҫмала «Урал батыр», ике китаптан торған «Салауат Юлаев – башҡорт фольклорында», «Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре») баҫтырып сығарҙы. Башҡорт фольклорын ҙур күләмдә донъя ғилеме әйләнешенә индереүҙә был тәүге һәм мөһим аҙым булды. Танылған ғалимә был йылдарҙа «Башҡорт халҡының тарихы» тигән ете томлыҡ ҙур хеҙмәттең авторҙар коллективы составында ла уңышлы эшләне.
Ф.Нәҙершинаның ғилми эш­мәкәрлегенең дүртенсе этабы 2011–2023 йылдарға, хаҡлы ялға туҡтағанға тиклем, дәүерҙе эсенә ала һәм, һәр ваҡыттағыса, бик емешле була. Был осорҙа уның рус телендә «Башкирские исторические легенды и предания» (2015) исемле фундаменталь хеҙмәте донъя күрә. Китап материалының байлығы менән дә, фәнни аппаратының тәрән йөкмәткеле һәм күп яҡлы булыуы менән дә ҙур әһәмиәткә эйә. Ғалимә башҡорт фольклор әҫәрҙәрен өс телдә баҫтырыу проекты сиктәрендә сираттағы «Сал Урал хазиналары» (2019) китабын сығара. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы «Башҡортостан халыҡтарының фольклоры»
(2020) энциклопедияһы автор­ҙарының береһе була, баҫманың баш мөхәррире вазифаһын уңыш­лы атҡара.
Артабан ул йәш коллегаһы Гөлнур Юлдыбаева менән 36 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» тупламаһының сираттағы XVII томы – «Заятүләк менән Һыуһылыу ҡобайыр-иртәге» китабы өҫтөндә ең һыҙғанып эшләй. Коллегаһының ваҡытһыҙ китеп барыуы сәбәпле, томды тамамлау уның үҙенә тороп ҡала. 2023 йылда был китап баҫылып сыға. Ошо йылда хаҡлы ялға сыҡҡан Ф.А.Нәҙершина хыялында йөрөткән ике китапты баҫмаға әҙерләү эшенә тотона һәм 2025 йыл аҙағында, оло юбилейы алдынан, улар бер-бер артлы донъя күрә. Тәүгеһе – рус телендәге «Башкирское народное песенное искусство» йыйынтығы, икенсеһе – «Йырҙарҙа халыҡ тарихы», ул авторҙың 1984–1990 йылдарҙа башҡорт телевидениеһы эфирында үҙе әҙерләп алып барған тапшырыуҙар циклы материалдарына нигеҙләнеп әҙерләнгән.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы 62 йыл буйына Рәсәй Фәндәр академия­һында фольклор ғилеменең төрлө йүнәлештәрендә лә берҙәй уңыш­лы эшләй. Улай ғына ла түгел, институтта башҡорт әҙәбиәте, баш­ҡорт халҡының тарихы бу­йынса әҙерләнгән фундаменталь хеҙмәттәр авторҙарының береһе лә ул. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 43 китап авторы. Уның байтаҡ эштәре инглиз, төрөк телдәрендә үҙебеҙҙә лә, сит илдәрҙә лә донъя күргән. Тауҙай ғилми хеҙмәттәр әҙерләп баҫтырыу өсөн күпме көс, түҙемлек, эшенә бирелгәнлек, эшһөйәрлек талап ителеүен ул үҙе генә белә! Беҙ, коллегалары, уның менән һоҡланабыҙ һәм ғорурланабыҙ! Мәртәбәле юбилейығыҙ ҡотло булһын, башҡорт фольклор ғи­леменең сағыу йондоҙо, Фәнүзә
Айытбай ҡыҙы!


Әҙәбиәт

1. Хөсәйенова Г.Р. Халыҡ ынйыларын халыҡҡа еткереүсе // Йәшлек. – 2011, 8 февраль.
2. Хусаинова Г.Р. Ф.А.Надршина и современная башкирская фольк­лористика // Духовная культура народов России: Материалы заочной Всероссийской научной конферен­ции, приуроченной 75-летию Ф.А.Надр­шиной. – Уфа: Гилем, 2011. – С.7–10.
3. Хусаинова Г.Р. Этапы научного пути Ф.А.Надршиной // Урал-Алтай: через века в будущее // Материалы VII Всероссийской тюркологической конференции (с международным участием), посвященной 95-летию видного ученого-тюрколога Э.Р.Те­нишева (30 мая – 2 июня 2015 г., Уфа). – Уфа: ИИЯЛ, 2016. – С.412–416.
4. Хусаинова Г.Р. Первая башкир­ская женщина-фольклорист // Баш­кортостан в ХХ столетии: историчес­кие портреты. Вып.IV / Отв. ред. Р.Н.Сулейманова. – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2017. – С.73–78.

Башҡорт фольклор ғилеменең сағыу йондоҙо (Фәнүзә Нәҙершинаға – 90 йәш)
Башҡорт фольклор ғилеменең сағыу йондоҙо (Фәнүзә Нәҙершинаға – 90 йәш)
Башҡорт фольклор ғилеменең сағыу йондоҙо (Фәнүзә Нәҙершинаға – 90 йәш)
Башҡорт фольклор ғилеменең сағыу йондоҙо (Фәнүзә Нәҙершинаға – 90 йәш)
Автор: Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы
Читайте нас