Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев 1945 йылдың 9 декабрендә Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуған. 1963 йылда Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатын – хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатын тамамлай. Өс йыл сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайта, унан һуң Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының көндөҙгө бүлегендә белем ала. Юғары курстарҙа уҡыған сағында уҡ, 1970 йылда, Башҡортостан радиоһының Сибай зонаһы буйынса хәбәрсеһе булып эшләй башлай, 1973 йылдан комсомолдың Сибай ҡала комитетында бүлек мөдире вазифаһын башҡара, бер йылдан Өфөгә күсә – «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының бүлек мөхәррире вазифаһына тәғәйенләнә.
Мирас Иҙелбаев 1974–1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре була. 1980 йылда филология фәндәре докторы, профессор Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә «ХVIII быуат башҡорт әҙәбиәте һәм Салауат Юлаев ижады» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1984 йылда ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт фольклоры һәм әҙәбиәте кафедраһына эшкә күсә, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор вазифаларында оҙаҡ йылдар фиҙакәр эшләй. «Боронғо һәм урта быуаттар башҡорт әҙәбиәте тарихы», «ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте», «Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте», «Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы» дисциплиналарынан, байтаҡ махсус курстар буйынса лекциялар уҡый, практик дәрестәр үткәрә, студенттарҙың педагогик практикалары менән етәкселек итә, алтмыштан ашыу монография, дәреслек, уҡыу әсбаптары, бихисап мәҡәләләр баҫтырып сығара. Оҙаҡ йылдар кафедра янында ойошторолған «Шоңҡар» әҙәби түңәрәген етәкләй. Тап шул осорҙа был ижади ойошма республиканың мәртәбәле наградаһы – БАССР Юғары Советының Почет грамотаһына лайыҡ була. Талантлы педагог фәндәрҙе тәрән белеүе, һәр мәсьәләлә принципиаль ҡарашта булыуы, үҙенә һәм студенттарға талапсанлығы, эшһөйәрлеге, бөтмөрлөгө һәм фиҙакәрлеге менән айырылып тора, коллегалары, ҡәләмдәштәре һәм замандаштары араһында ихтирам, абруй ҡаҙана.
2001 йылда М.Х.Иҙелбаев Башҡорт дәүләт университетында «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары әҙәбиәте: башҡорт әҙәбиәте» йүнәлеше буйынса «Башҡорт һүҙ сәнғәте системаһында ауыҙ-тел әҙәбиәте» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 2014 йылда уға Юғары аттестация комиссияһы ҡарары менән профессор исеме бирелә. Мирас Хәмзә улы ике тиҫтә йылдар университеттың кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса махсуслаштырылған совет ағзаһы булып торҙо. Уның етәкселегендә байтаҡ шәкерттәре тарафынан филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертациялар яҡланды.
Фән һәм мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар емешле эшләгәне өсөн Мирас Иҙелбаев «Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре» (1995), «Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» (2009) исемдәренә лайыҡ булды. Ул – Салауат Юлаев ордены (2017), «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2024) кавалеры. Яҙыусының әҙәби эшмәкәрлеге Рәми Ғарипов исемендәге премия менән билдәләнде (2006).
Мирас Иҙелбаев – башҡорт әҙәбиәтенең боронғо дәүерҙәрҙән алып XIX быуат башына тиклемге осорон ентекле өйрәнеүсе билдәле ғалимдарҙың береһе. Ул үҙенең монография һәм дәреслектәрендә милли һүҙ сәнғәтенең боронғо һәм урта быуаттар дөйөм төрки әҙәбиәте составында йәшәү үҙенсәлектәре, Рәсәй дәүере башҡорт әҙәбиәтенең жанр-стиль йөкмәткеһе, атап әйткәндә, XIV–XVIII быуаттарҙа синкретик прозаны тәшкил иткән тарихи хикәйәт, тәүарих һәм тарихнамәләр, сәйәхәтнамәләр, эпистоляр публицистикаға ҡараған өлгөләргә күҙәтеүҙәр эшләй, айырым эпик проза әҫәрҙәрен анализлай, ҡулъяҙма аноним шиғриәткә байҡау яһай, ҡайһы бер авторҙарҙың ижади портретын бирә, билдәле йырауҙар һәм сәсәндәрҙең эшмәкәрлектәренә ҡараш ташлай. Һуңғы йылдарҙа ғалим башҡорт әҙәбиәтенең боронғо тамырҙарын һәм милләт-ара бәйләнештәрен төрки-согди, уйғыр-манихей, уйғыр-будда яҙма ҡомартҡылары нигеҙендә лә асырға ынтылыш яһай. Мәҫәлән, уның З.Ғ.Мырҙағолова менән берлектә яҙылған «Башҡорт әҙәбиәте тарихы: боронғо дәүерҙән алып XIX быуат башына тиклем» дәреслегендә (Өфө, БДУ, 2015) шул йәһәттән байтаҡ яңылыҡтар бар.
Ғалим-тикшеренеүсенең докторлыҡ диссертацияһы темаһы буйынса яҙылған күп кенә әһәмиәтле китаптары һәм йөҙәрләгән мәҡәләләре донъя күрҙе. Уларҙа ауыҙ-тел әҙәбиәтенең дөйөм теоретик нигеҙҙәре, тарихи үҫеш юлдары эҙмә-эҙлекле яҡтыртыла, башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәтенең төп асылы, фольклор һәм профессиональ әҙәбиәткә яҡын һәм айырмалы яҡтары күрһәтелә, һүҙ сәнғәтенең үҙенсәлекле бер төрө булыуы хаҡында ентекле күҙәтеүҙәр яһала. Тарихи һәм теоретик мәғлүмәт күренекле башҡорт йырауҙары һәм сәсәндәре, шул иҫәптән совет осоронда әүҙем ижад иткән Фәррәх Дәүләтшин, Сәйет Исмәғилев, Мөхәмәтша Буранғоловтар ижады һәм эшмәкәрлектәренә таянып яҡтыртыла. М.Иҙелбаевтың шул ғилми хеҙмәткә хрестоматия рәүешендә төҙөлгән «Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт...»: XIV–XХ быуаттар йырауҙары һәм сәсәндәре сығармалары» китабы ла бик әһәмиәтле сығанаҡ булып тора.
Мирас Хәмзә улы ғүмеренең ҙур өлөшөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тормошон, хәрби, сәйәси, ижтимағи эшмәкәрлеген, ижадын өйрәнеүгә һәм пропагандалауға бағышланы. Ғалим С.Юлаевтың шиғырҙарынан һәм документаль-публицистик яҙмаларынан торған мираҫын төплө фәнни аңлатмалар менән айырым китап итеп донъяға сығарҙы. Бөгөн дә ғалим был темаға әленән-әле мөрәжәғәт итә, яңы хеҙмәттәрен баҫтырып тора. 2004 йылда «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте тарихта беренсе тапҡыр, милли батырыбыҙҙың тыуыуына 250 йыл тулыуға бағышлап, рус телендә «Салауат Юлаев» персональ энциклопедияһын нәшер итте. Монументаль характерҙағы баҫмаға Мирас Иҙелбаев авторлығында яҙылған йөҙ илле самаһы мәҡәлә индерелгән, шуларҙың һикһәне – С.Юлаевтың ижадын тикшереүгә, тормошоноң һәм хәрби эшмәкәрлегенең айырым биттәрен яҡтыртыуға бағышланған.
М.Х.Иҙелбаев оҙаҡ йылдар университетта «Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы» буйынса дәрестәр алып барҙы. Шуларҙың тәжрибә һөҙөмтәһе булараҡ, ғалим тарафынан дөйөм белем биреү учреждениелары, һөнәри уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм юғары уҡыу йорттарында, Бөрө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Сибай, Учалы филиалдарында филология йүнәлеше буйынса белем алған студенттар өсөн Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының заманса талаптарына яуап бирерҙәй байтаҡ дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙылды, уларҙың күптәре Башҡортостан мәғариф министрлығының грифы аҫтында тәҡдим ителде. Автор әҙәбиәт уҡытыуҙың төп мәсьәләләре – художестволы әҫәрҙе өйрәнеү этаптары, бөгөнгө дәрестәргә талаптар, дәрестең төрҙәре, структураһы, формалары һәм йөкмәткеһе, әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе үҙләштереү, уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү, әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәрҙе ойоштороу, уҡыу-уҡытыу процесында традицион алымдарҙы, халыҡ педагогикаһын ҡулланыу, шулай уҡ актуаль, инновацион технологиялар тураһында һүҙ йөрөтә. Практикант студенттарға һәм йәш уҡытыусыларға методик ярҙам йөҙөнән әҙерләнгән был китаптарҙа дәрес, оҫталыҡ дәрестәре, план-конспект, кластан тыш сараларҙың сценарий өлгөләре, яҙыусы ижады буйынса реферат, әҫәргә рецензия, картина буйынса инша яҙыу тәртиптәренә, текстарҙы тасуири уҡыуға ҡағылышлы методик күрһәтмәләр, предмет буйынса белемде камиллаштырыу өсөн тәғәйенләнгән тестар һәм башҡа материалдар урын алған.
Мирас Хәмзә улы мәктәп уҡыусылары өсөн дәреслектәр, методик ҡулланмалар, хрестоматия һәм программалар төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан ғалимдарҙан. Мәҫәлән, уның авторлығында йәки авторҙаштар менән берлектә һуңғы йылдарҙа ғына «Китап» нәшриәтендә уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәптәрҙең 5, 6, 7, 8, 9 кластары уҡыусылары өсөн яңыртылған уҡыу ҡулланмалары донъя күрҙе. Быларҙан тыш ул «Кластан тыш уҡыу китабы», рус һәм татар мәктәптәренең 5-6 класс уҡыусылары өсөн «Тере шишмәләр», татар мәктәптәренең 5-6 кластары өсөн «Башҡортостан – тыуған ерем» китаптарының авторы йәки авторҙар коллективы ағзаһы булып сығыш яһаны. Махсус педагогик йүнәлешле журналдарҙа ла М.Иҙелбаевтың художестволы әҫәрҙәргә анализ, фольклор һәм әҙәбиәт жанрҙарын өйрәнеү, заманса кластан тыш саралар үткәреү үҙенсәлектәренә мөнәсәбәтле мәҡәләләре донъя күреп торҙо.
Мирас Иҙелбаев башҡорт прозаһы үҫешенә тос өлөш индергән ҡәләм эйәһе булараҡ та танылыу алды. Уның ижадҡа ынтылыуы бик иртә башлана. Әле мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ яҙыша башлай ул. Күңелендә илһам уты тоҡанған, сәнғәти һүҙ ҡөҙрәтен һиҙгер тойған үҫмер дәртләнеп шиғырҙар ижад итә. Улар тәүҙә район гәзитендә, тора-бара республика матбуғатында – «Пионер» журналында, «Башҡортостан пионеры» һәм «Ленинсы» гәзиттәрендә баҫыла.
Башҡорт дәүләт университеты студенты булып киткәс, Мирас Хәмзә улының ижади активлығы тағы ла арта төшә. Баш ҡаланың шаулы-ғәмле тормошо, йәштәрҙең сағыу, ҡайнап торған, яңылыҡтар тулы йәшәйеше, йәшлек дәрте, романтикаһы, мөхәббәт хистәре уның ижадына өр-яңы темалар, төҫ-биҙәктәр өҫтәй, әҫәрҙәренең эстәлеген байыта. Университетты тамамлап, күпмелер ваҡыт республика матбуғатында махсус хәбәрсе булып эшләү, хеҙмәт кешеләре араһында ҡайнау, тормошто яҡындан белеү йәш әҙиптең тормошҡа ҡараштарын киңәйтә, ижад палитраһын байыта. Заман проблемалары хаҡында ҡыйыу уйланыуҙары, фекерҙәре тәүҙә очерктарҙа, һүрәтләмәләрҙә сағылыш тапһа, бер аҙҙан инде хикәйәләр булып өлгөрөп етә.
Яҙыусы тормоштоң төрлө өлкәләренән алынған материалды ыҡсым сюжет-композиция ҡоролошонда ойоштороп бирә, бай рухлы, юғары маҡсаттар ҡуйып, алға ынтылып йәшәүсе йәш замандаштарҙың күркәм образдарын баҙыҡ буяуҙарҙа балҡытып аса. Шуға ла
уның әҫәрҙәрен уҡыусылар йотлоғоп, яратып уҡый. Был хикәйәләр «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарында баҫыла. Ул замандағы йәш ижадсылар өсөн бик бәҫле, мәртәбәле баҫма булған «Йәш көстәр» альманахында донъя күрә.
1984 йылда Мирас Хәмзә улының «Һынау» тигән тәүге йыйынтығы сыға. Унда йәштәр тормошон сағылдырған тиҫтәләгән хикәйәләр һәм «Тәүге бураҙналар» тигән повесы тупланған.
1989 йылда донъя күргән «Юлдаштар» исемле йыйынтығына ингән хикәйәләрҙең күпселеге замандың актуаль проблемаларын яҡтырта, рухи-әхлаҡи мәсьәләләрҙе күтәрә, ауыл кешеләренең һәм ҡалалағы завод-фабрика эшселәренең хеҙмәтен һәм тормошон һүрәтләй, замандаштарҙың булмышын сағылдыра. Был йыйынтыҡҡа ингән «Аҡ сәскәле болон», «Ноктюрн» хикәйәләрендә иһә йәш геройҙарҙың Ватан, тыуған ер, ил һәм күҙҙе ҡыҙҙырғыс, ымһындырғыс, серле булып тойолған сит илгә күсеп китеүҙе, сит илдә йәшәүҙе һайлау алдында тороуҙары күрһәтелә. Рухи-әхлаҡи, гражданлыҡ өлгөргәнлегенә етди һынау тотоуҙары тәрән психологизм менән һуғарып бирелә. Был геройҙар шәхес булараҡ өлгөрөү, сынығыу кисерә.
Мирас Хәмзә улының башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән «Юлай улы Салауат» (1994, 2004) китабы тиҙ арала халыҡ араһында таралып, билдәлелек яуланы. Тарихи-документаль ерлеккә таянып яҙылған был романда легендар батырыбыҙ Салауаттың халыҡ һәм ер-һыу, ил азатлығы өсөн дәһшәтле, ҡанлы-шанлы көрәшкә күтәрелеүенең сәбәптәре, тамыр-сығанаҡтары асыла. Был хәлдең осраҡлы булмауы, ә борон-борондан нәҫелдән нәҫелгә, быуындан быуынға күсә килеүе һыҙыҡ өҫтөнә алып күрһәтелә. Автор данлыҡлы Аҡайҙан башлап Аҙналы, Юлайҙар дауам иткән көрәштең, азатлыҡ-байманлыҡ өсөн көрәш рухының сабый саҡтан уҡ Салауаттың да булмышына күсеүен, изге традицияларҙың һаҡланыуын күрһәтеүгә айырым баҫым яһай.
Әҫәр үҙенең сығанаҡтарға бай йөкмәткеһе, композицион ҡоролошо, жанр-стиль үҙенсәлектәре менән әҙәбиәттә яңы күренеш булараҡ баһаланды. Ғилми әҙәбиәттә был хеҙмәтте тарихи-документаль роман йәки эссе булараҡ та телгә алдылар. Был – әҫәрҙең новаторлығын һәм синкретик йөкмәткеһен һыҙатлаған сифаттарҙың береһе.
2002 йылда Мирас Иҙелбаевтың «Ҡыҙыл ҡарҙар» тигән китабы сыға. Унда «Декабрь йондоҙҙары» һәм «Ҡыҙыл ҡарҙар» повестары, хикәйәләре тупланған. «Декабрь йондоҙҙары» повесының үҙәгенә Ленин менән бергә уҡыған, революцион сходкаларҙа ҡатнашҡан тарихи шәхес Мирсаяф Биишев яҙмышы ҡуйылған. XIX быуат аҙағындағы Рәсәйҙәге ҡуҙғалыштарҙың тәүге башланғысы, йәмғиәт тормошондағы үҙгәрештәрҙең тәүге сатҡылары яҡтыртыла. «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесы ла – тарихи-документаль ерлекле әҫәр. Төп герой Буранғол Зиннуровтың прототибы итеп үткән быуаттың 20-30-сы йылдарында йәшәгән билдәле шәхес, Төркиәлә булған, Ленинградта уҡыған, шәхес культы осоронда нахаҡҡа ғәйепләнеп юҡ ителгән өмөтлө йәш ғалим, сағыу талантлы уҙаман Мөхтәр Байымов алынған.
2013 йылда «Китап» нәшриәтендә Мирас Хәмзә улының киң эпик ҡоласлы «Иҙел йорт» тарихи романының «Үҫмер егет менән ат башы» исемле тәүге китабы, 2020 йылда иһә «Сәсән әйтмәй, кем әйтһен...» тип аталған икенсе китабы баҫылып сыҡты. Был әҫәре менән яҙыусы Ғәлимйән Ибраһимов, Кирәй Мәргән, Булат Рафиҡов, Яныбай Хамматов, Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымов ише тарихи проза оҫталары рәтенә баҫты.
Романда ХV быуат аҙағы, ХVI быуат башында Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси мөхит яҡтыртыла, төрлө ырыу-араларҙың тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һүрәтләнә. Тәүге китаптың төп геройы – Баязит, буласаҡ атаҡлы сәсән Ҡобағоштоң атаһы. Романдағы барлыҡ сюжет һыҙыҡтары тап ошо Баязитҡа – тотош Башҡорт илендәге иң ҙур, ҡеүәтле мең ырыуы башлығы, тирә-яҡта абруйы үтә лә ҙур булған шәхес образына килеп тоташа.
Баязит үҙенең һәм күрше-тирә ырыуҙарҙың көнкүрешен хәстәрләп ятыусы ғына түгел, ә тотош башҡорт иленең киләсәк яҙмышын ҡайғыртҡан киң ҡарашлы сәйәсмән, аҡыллы ир-уҙаман булып күҙ алдына баҫа. Һәр береһе айырым-айырым, үҙ ҡанун-йолалары менән йәшәп ятҡан башҡорт ырыуҙарына, уларҙың ожмахтай ерҙәрен баҫып алырға ынтылған нуғай ханлыҡтарының да, көсәйә-ҡеүәтләнә барған Рус дәүләтенең дә ниндәй ҡурҡыныс афәт булыуын алдан күргән, баһалаған оло зат булып күҙ алдына баҫа ул. Баязит ырыуҙарҙы бергә туплау эшенә бөтөн ғүмерен бағышлай.
Романдың тәүге өлөшөндә үк, ваҡиғаларҙың төйөнләнешендә Баязиттың, иң яҡын ҡәрҙәштәренән бәләкәй бер төркөм йыйып, хәүеф-хәтәр тулы сәфәргә юлланыуы, алыҫта ятҡан үҫәргән ырыуы еренә йүнәлеүе хикәйәләнә. Үҫәргән ырыуының башлығы, үҙ һүҙле, уҫал, тәкәббер Ҡарабуға менән уртаҡ тел табыу, ырыуҙарҙы берләштереү өсөн оло йыйын үткәреү хаҡында килешеү уйы менән юлға сыға ул. Әммә ят ерҙә, сит төбәктә уларҙы бәлә-ҡаза көтөп тора.
Романда тиҫтә быуаттар Ете ырыуҙы берләштергән ҡеүәтле, дәһшәтле союздың тарҡала башлаған мәле һүрәтләнә. Әйтергә кәрәк, заманында был союз менән исеме тарихта уйылып ҡалған Мәсем хан етәкселек иткән. Ә әҫәрҙә хикәйәләнгән ваҡытта инде был Ете ырыу берләшмәһендәге иң күп һанлы, көслө үҫәргән ырыуы башлығы Ҡарабуға үҙен ана шул хан дәрәжәһенә лайыҡ итеп тоя. Ҡаты холоҡло, һауалы Ҡарабуға менән һөйләшеүе Баязитҡа еңелдән булмай. Әммә күп ырыуҙарҙың ихтирамын яулаған абруйлы ил ағаһының төплө, дәлилле фекерҙәрен Ҡарабуға кире ҡаға алмай.
Романдың үҙәк өлөшөн башҡорт илендәге бөтә ырыуҙарҙың да Айҙа Болонда оло йыйынға йыйылыуҙары, бик көсөргәнешле һөйләшеүҙәр алып барыуҙары, кемде бөтә ырыуҙарҙың да башы итеп һайлау мәсьәләһендә ҡараштар бәрелеше алып тора. Ниһайәт, күпселек ырыуҙарҙың бер фекергә ыңғайлаған мәлендә генә, Басман һәм Түрәхандарҙы үлтереп тәхеткә менеп ултырған
яуыз, мәкерле нуғай ханы Алтаҡарҙың бөтөн ҡорған уйҙарҙы, ниәттәрҙе селпәрәмә килтереүе һүрәтләнә. Бөтөн ырыуҙарҙы бергә туплап, ил баҫҡынсыларына берҙәм йоҙроҡ булып ойошоп ҡаршылыҡ күрһәтеү, ватанды һаҡлау, бер башлыҡ аҫтында йәшәү идеяһын тормошҡа ашырыу киләсәк йылдарға күсерелә.
Мең ырыуы башлығы Баязит артабанғы йылдарҙа ла ырыуҙарҙы берләштереү, хәтәргә ҡаршы тороу идеяһы менән янып йәшәй,
ойоштороу, өндәү-аңлатыу эштәрен киң йәйелдерә. Ә инде нуғай ханы Алтаҡар үҫәргән ырыуын баҫып тигәндәй алғас, был ырыуҙың ерен, хоҡуҡтарын һаҡлау өсөн, Баязиттың саҡырыуы буйынса, башҡорт ырыуҙары берҙәм күтәрелеп, йыйылып ярҙамға ашыға. Иң ғәйрәтле ир-егеттәре менән ярҙамға килгән Баязитты, бөтөн ырыуҙар алдында иҫ киткес ҙур абруйлы ырыу башлығын – берләшеүҙең идеологын, ойоштороусыһын, етәксеһен ҡулға төшөрөү, юҡ итеү өсөн Алтаҡар мәкерле хәйлә ҡора.
Әммә Баязит – хәйлә ҡорбаны түгел. Ул был мәкергә бер ҡатлы ышанғаны өсөн түгел, ә килеп тыуған хәтәр хәлдә башҡа юл булмағанға, үҙ аҡыл көсөнә, ихтыяр көсөнә ышанғанға күрә Ҡарабуға йәйләүенә килә, тотҡон хәлендә лә лайыҡлы, абруйлы итеп һөйләшеүҙәр алып бара. Был – романдың кульминация өлөшө. Шартлар сиккә еткән көсөргәнешлек әҫәрҙә төрлө психоанализ саралары аша асыла. Аталы-уллы Баязит һәм Ҡобағоштоң ирҙәрсә сабыр һөйләшеүҙәре, хушлашыуҙары мәлендәге һүрәтләү саралары Баязиттың яҙмышы һәләкәт менән осланасағына ишаралай.
Икенсе сюжет һыҙығы Ҡобағош образына бәйле үҫтерелә. Романға ул алты йәшлек сабый сағынан килеп инә. Алыҫ үҫәргән еренә тәүге сәфәр ҡылыуы, Йәнсәйет ағаһы менән оҙайлы, ҡурҡыныс юлды үтеүе, ҡыҙыҡһыныусан, теремек, зирәк, батыр йөрәкле булыуы мауыҡтырғыс картиналарҙа һүрәтләнә бара.
Үҫә төшкәс, атаһы һәр ваҡыт васыят итеп әйтә килгән «Урал батыр» ҡобайырын йөрөгән бер ерендә һораша торғас, табып, яҙып алыуы, сәсәнлек сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныуы, буласаҡ атаҡлы сәсән Аҡмырҙа менән танышыуы, Шүлгән мәмерйәһен барып күреүе эпизодтары Ҡобағоштоң рухи донъяһын, сәсәнлек булмышын аса, нигеҙләй.
Атаһы Баязит өлгөһөндә тәрбиәләнгән, алты йәшенән атаһына эйәреп тотош ырыуҙар, башҡорт иле яҙмышын ҡайғыртып, берләшеү идеяһын алға ҡуйып сәфәрҙәрҙә йөрөгән Ҡобағоштоң киләсәктә атаһы башлаған эште дауам итәсәге ышандырғыс дәлилләнә бара. Шәхес булараҡ өлгөрөп килгән Ҡобағош күңелендә халыҡтың рухын нығытыр, ғәйрәт, көс, дәрт бирерлек ҡобайыр урғыла. Беренсе китап бына ошолай тамамлана.
Романда, киң эпик жанрға хас булғанса, башҡа байтаҡ сюжет һыҙыҡтары ла үҫтерелә: Басман ханға, Түрәханға, Ҡазан ханына бәйле, шулай уҡ Йәнсәйет, Булат, Гөлйемеш, Ҡарабуға, Ҡараҡаш образдарына бәйле, йыйындағы балалар ярышында ҡатнашыусы буласаҡ данлыҡлы ырыу башлыҡтары образдарына бәйле сюжет һыҙыҡтары үҫтерелә. Улар ХV быуат аҙағы, ХVI быуат башындағы тарихи-ижтимағи панораманы күҙ алдына баҫтырыу, шул осорҙоң атмосфераһын яҡтыртыу, төрлө социаль, милли ҡатлам вәкилдәренең рухи йөҙөн, психологияһын сағылдырыу өсөн хеҙмәт итә. Романда күп төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тасуирлау халыҡтың милли менталитетын тәрәнерәк асыуға булыша.
Романдың композицион йәһәттән дүрт бүлектән ойошторолған икенсе китабында тарихи Башҡортостанда XVI быуат урталарындағы көсөргәнешле хәл-ваҡиғалар сағылдырыла. Уның үҙәгендә ижады һәм ижтимағи эшмәкәрлеге осорҙоң киҫкен һәм ҡатмарлы шарттарына тура килгән атаҡлы Ҡобағош сәсән образы тора. Төп геройҙың бөтөн эшмәкәрлеге ырыу, ил-йорт мәнфәғәттәрен хәстәрләп йәшәүенә бәйле тасуирлана. Башҡорт ырыуҙарының Нуғай, Себер урҙалары менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау, илде бер йоҙроҡҡа туплау буйынса саралар күреү Ҡобағош сәсәндең етәкселегендә бара. Ул ырыуҙар, ил эсендә барған ваҡиғаларҙың сәбәптәренә төшөнөргә тырыша, донъя ағышын күҙәтеп, һығымталар яһарға өйрәнә, теге йәки был ваҡиғаларҙың үҙ ырыуына, башҡорт төбәгенә ҡағылырҙай булғандарын алдан тоҫмалларға, етди саралар күреп өлгөрөү хәстәрлеге хаҡында уйлана. Был сифаттар уның атаһынан килә. Ҡобағош үҙенең ҡарарҙарын атаһы эшләгән эштәр менән үлсәй, яңы килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙе уның тәжриәбәһенә, унан ишеткән-белгәндәренә таянып, тейешенсә ҡулланырға тырыша.
Романда һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙың ҡатмарлылығын, уны тыуҙырған халыҡтың хәрәкәтенең масштабын, географик киңлекте күҙ уңында тотоп булһа кәрәк, автор әҫәрҙең сюжет ептәрен тағы ла ҡатлаулыраҡ итә, төрләндереп ебәрә. Шуның менән бәйле, китапта һөйләнелгән ваҡиғалар Бикбау, Ҡобағош, Нурлат, Ҡарлуғас, Ҡәнзәфәр, Гөләндәм һәм башҡа персонаждарҙың хәрәкәте менән байытыла. Яҙыусының уҡыусыға заман һулышын тойҙорторға һәм халыҡтың тормош-көнкүрешен бөтөн яҡлап айҡарға ынтылышы күҙгә ташлана. Романда бәйән ителгән эпик сюжет лирик сигенеүҙәр, геройҙарҙың кисерештәрен, күңел торошон тасуирлау менән байытыла бара. Мәҫәлән, Ҡобағош сәсәндең уйланыуҙарын, уның менән Ҡарлуғас араһында тоҡанған хис-тойғоларҙы, уларҙың мөхәббәттәрен, туй мәжлесен һүрәтләгән урындарҙа айырыуса асыҡ күренә.
Тарихи роман туҡымаһына төрлө фольклор элементтарының, документаль сығанаҡтарҙың, айырым текстарҙың килеп инеүе – тәбиғи күренеш. Әйтәйек, яҙыусы билдәле «Ҡобағош сәсән менән Аҡмырҙа сәсәндең әйтеше»н әҫәр сюжетына индереп ебәрә. Нуғай мырҙаһы Ҡолмөхәмәттең башҡорт ырыуының ерҙәренә, иркенә ҡул һуҙыуы, шул нигеҙҙә килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙың сәсәндәр ауыҙынан әйтеш формаһында бирелеүе, асылда – әҫәрҙең кульминацияһы ул. Шул алым аша әҙип әҫәрҙең үҙәк идеяһы – башҡорт ырыуҙары араһындағы низағтарҙы, тарҡаулыҡты бөтөрөү, хандарҙың һәм түрәләрҙең халыҡ мәнфәғәттәрен яҡларға тейешлеге кеүек актуаль мәсьәләләр күтәрелә.
Әҙип «Сәсән әйтмәй, кем әйтһен...» китабының аҙағында документаль сығанаҡтарҙан өҙөмтәләр килтерә. Автор был алымды «Юлай улы Салауат» кеүек әҫәрҙәрен яҙғанда мул ҡулланғайны инде. Был иһә әҫәрҙең реаль нигеҙен нығытыуға, уҡыусыларҙың һөйләнелгән хәл-ваҡиғаларға, тарихи факттарға ышаныуын бермә-бер арттыра. Юрматы, бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән, тамъян, ҡара табын ырыуҙары шәжәрәләренән алынған өҙөктәр әҫәр сюжеты нигеҙләнгән ваҡиғаларға дәлил, раҫлау булып тора. Тимәк, был әҫәре менән Мирас Иҙелбаев үҙен халҡыбыҙ тарихын яҡшы белеүсе яҙыусы икәнлеген дә таныта алды. Ике китаптан торған «Иҙел йорт» романы яҙыусының башҡорт тарихының сағыштырмаса өйрәнелмәгән осоро – ырыу-ара тарҡаулыҡ хөкөм һөргән ваҡыттарҙағы тарихи Башҡортостандың хәле, халыҡтың үҙ азатлығы өсөн, Алтын Урҙанан һуңғы ханлыҡтарға ҡаршы күтәрелеүе, был көрәштә сәсәндәрҙең етәксе һәм аҡыл эйәһе булараҡ роле, йәмғиәттә тотҡан мөһим урыны тураһында тасуирлаған әһәмиәтле әҫәр.
Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевтың ғилми һәм әҙәби эшмәкәрлеге күп ҡырлы булыуы менән айырылып тора. Ул милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ижадын өйрәнеү, халыҡ араһында пропагандалау, әҙәбиәттә уның образын тыуҙырыу йүнәлешендә оло фиҙакәрлек күрһәтте, башҡорт әҙәбиәтенең боронғо осорҙарынан алып ХХ быуат башына саҡлы үҫеш үҙенсәлектәрен яҡтыртҡан, йырауҙар һәм сәсәндәр ижадына, ауыҙ-тел әҙәбиәтенең тәбиғәтен, асылын, уның һүҙ сәнғәте системаһындағы урынын асыҡлауға арналған етди хеҙмәттәр, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләләренә бағышланған китаптар, уҡыу әсбаптары, мәктәп уҡыусылары өсөн дәреслек һәм хрестоматиялар яҙҙы, программалар төҙөнө. Ул бөгөн дә әүҙем йәмәғәтселек эше алып бара, киләсәккә аныҡ ижади пландар менән йәшәй.
1. Гәрәева Г.Н. Ырыуҙарҙы туплай «Иҙел йорт» // Башҡортостан. – 2014. 26 август.
2. Иҙелбаев М.Х. Иҙел йорт. Үҫмер егет менән ат башы. Беренсе китап. – Өфө: Китап, 2013. – 398 б.
3. Иҙелбаев М.Х. Иҙел йорт. Сәсән әйтмәй, кем әйтһен... Икенсе китап. – Өфө: Китап, 2020. – 400 б.
4. Иҙелбаев М.Х., Мырҙағолова З.Ғ. Башҡорт әҙәбиәте тарихы: Боронғо дәүерҙән XIX быуат башына тиклем. – Өфө: БДУ-ның РНБ үҙәге, 2015. – 224 б.
5. Иҙелбаев М.Х. Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт...: XIV–XX быуаттар йырауҙары һәм сәсәндәре сығармалары: хрестоматия – Өфө: БДУ-ның РНБ үҙәге, 2013. – 240 б.
6. Иҙелбаев М.Х. Мәктәптә әҙәбиәт дәрестәре. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы – Өфө: Китап, 2013. – 200 б.