Все новости

«Халҡым теленә хеҙмәт итәм»

Билдәле телсе ғалимә, педагог-методист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм мәға­риф отличнигы, Рәсәй Феде­рацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙ­мәткәре Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова быйыл май айын­да үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Миңсылыу Усманова
Миңсылыу Усманова

Уҡытыусы булам!

Уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгән, уҡытыусы сорнауында үҫкән ҡыҙ «Әсәйем, атайым һымаҡ уҡытыусы булам!» тип хыяллана. Әсәһе Мәрйәм Мостафа ҡыҙы Моратова бар ғүмерен баш­ланғыс класс балаларына белем биреүгә арнай. Миңсылыу Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылында донъяға килә. Магнитогорск педагогия институтының филология факультетын тамамлап, Муллаҡай ауылында директор булып эшләй башлаған атаһы Ғөбәйт Йомағужа улы Бураншин егерме ете йәшендә генә көтмәгәндә йөрәк өйәнәге­нән гүр эйәһе булғанда ҡыҙға – өс йәш ярым, һеңлеһе Айсылыуға йәш ярым ғына була. Аталары үлгәс, ошо уҡ райондың Үрге Иҙрис ауылында йәшәгән өләсәләренә күсеп киләләр. Башланғыс белемде Миңсылыу Бураншина – ошо ауылда, ә урта белемде Өфөләге 1-се һанлы респуб­лика мәктәп-интернатында ала. Мәктәпте тамам­лағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә, ә инде 5-се курс­та Өфөлә эшләп йәшәгән хәрби яҡташы – Темәс егете Ишбулды Фәйзрахман улы Усмановҡа кейәүгә сыға.
Шулай итеп, яҙмыш уны Өфөлә ҡалдыра. Хеҙмәт юлын М.Усманова 1972 йылда СССР Фәндәр акаде­мияһының Башҡортостан фили­алы Тарих, тел һәм әҙәбиәт инсти­тутының Диалектология һәм топонимика секторында фәнни-техник хеҙмәткәр булып башлай. 1986–1989 йылдарҙа шунда уҡ аспирантураның көндөҙгө бүлегендә уҡый. 1990 йылда ошо секторҙың мөдире, башҡорт һәм төрки диалектологияһы, лингвогеография өлкәһендә күренекле белгес Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡ­сүтова етәкселегендә «Һаҡмар буйы бассейны топонимикаһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссер­тацияһын уңышлы яҡлай [1].
Күрәһең, бәхет яңғыҙ йөрө­мәйҙер. Диссертацияны яҡлаған сәғәттәрҙә М.Усмановаға ике тәҡдим яһала. Береһе диссовет ағзаларынан була. Улар 13 район­ды биләгән Һаҡмар бассейнына ҡараған райондар буйынса (уға Башҡортостандан тыш Ырымбур өлкәһендәге Ҡыуандыҡ, Октябрь, Шырлыҡ, Һаҡмар һәм башҡа райондар инә) төрлө сығанаҡтарҙан (Мәскәү, Ырымбур, Өфө архивтарындағы яҙма һәм ҡулъяҙма материалдар, карта һ.б.) тема алғандан алып яҡлағанға тиклем ун йыл тирәһе бөртөкләп йыйған 21 меңдән ашыу географик атаманы лексик-грамматик яҡтан тикшереп, этимологияһын асҡан, башҡорт ере, теленең бик боронғо икәнен, башҡорттарҙың башҡа ырыуҙар, халыҡтар менән тарихи бәйләнешен күрһәткән диссертацияһын архивҡа һалып ҡуймаҫҡа, баҫтырып сығарырға тәҡдим әйтә. Хеҙмәт 1994 йылда «Имя отчей земли» исеме менән рус телендә баҫылып сыға [2]. Ул бөгөнгө көндә лә географтар, тарихсылар, телселәр, студенттар, тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн бик ҡиммәтле әсбаптарҙың береһе. Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы һөйләүенсә, 2017 йылда Польшала үткән конференцияла уны ике ғалим эҙләп табып, ошо китапты һорай. Автор тик бер генә китабын алып килгән була, шуны береһенә бүләк итә, ә икенсеһенә һуңынан почта аша ебәрә.
Диссертация яҡлағандағы икенсе тәҡдим – Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙын Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына эшкә саҡырыу була. Тик ул үҙен ялмап алған географик атамалар донъя­һын ташлап китергә ҡыймай. Сөн­ки тарихи Башҡортостан еренең географик атамаларын йыйып өй­рәнеү, башҡорт иленең тарихын сер һаҡлаған атамалар аша асыу була уның хыялы.
Шулай ҙа БДУ-ға эшкә саҡырыу әленән-әле ҡабатланып торғас, «Уҡытыусы булырға тигән хыялымды тормошҡа ашырайым, бар­маһам, үкенермен», – тип уйлап, 1991 йылдың 2-се семестрында университетта эш башлай һәм уҡытыу эшенә сума.
Миңсылыу Усманова 1998–2001 йылдарҙа БДУ-ла докторан­турала уҡый. Филология фәндәре докторы, профессор Марат Вәли улы Зәйнуллин уның ғилми етәксеһе була. 2002 йылда шулай уҡ 21 мең ярым башҡорт ҡылымын анализлап (шуларҙың өс мең ярымы фразеологик берәмек), «Башҡорт ҡылымдарының функциональ-семантик классификацияһы» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай [3].


Телдең нескәлектәрен тойоп

Телгә, һүҙгә һөйөү, кәрәк тип һанаған нәмәне эшләргә, булды­рырға тырышыу Миңсылыу Усмановала бала саҡтан киләлер. Шулай булмаһа, ун ике йәше лә тулмаҫ борон башҡорт теленең синонимдар һүҙлеген төҙөй башлар инеме? Эш былай була. Башҡорт теле дәресендә уҡытыусылары, башҡорт теле буйынса күп дәреслектәр авторҙашы Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы Абдуллина уҡыусыларға һүҙлектәр тураһында һөйләй, булғандарын күрһәтә лә: «Синонимдар һүҙлеге юҡ әле, төҙөлмәгән», – тип әйтеп ҡуя. Миңсылыуҙың башына шунда уҡ: «Тимәк, төҙөргә кәрәк!» – тигән уй килә һәм ул шул көндө үк уны төҙөргә тотона. Әйткәндәй, был һүҙлек 49 йылдан һуң, 2011 йылда баҫылып сыға [6].
Башҡорт дәүләт университетында, аҙаҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләгән дәүерендә уҡытыусы, уҡыусы, студент өсөн кәрәк булған ниндәй генә әсбаптар яҙмай ҙа, һүҙлектәр төҙөмәй ул! Шуларҙың тәүгеһе, үҙенең уҡытыусыһы Фәрзәнә Абдуллина менән бергә яҙғаны – «Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма»һы – тарихта беренсе тапҡыр мәктәп грамматикаһын бер урынға туплаған хеҙмәт. Ул уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн генә түгел, матбуғат, мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн бик кәрәкле мәғлүмәт сығанағы [4]. Артабан башҡорт теле дәүләт теле булып уҡыу йорттарында өйрәнелә баш­лағас, был эшкә лә ең һыҙғанып тотона ғалимә.
Филология фәндәре докторы, профессор Миңсылыу Усманова башҡорт теленең төрлө өлкәләрендә эшләй. Ономастика, диалектология, башҡорт теленең функциональ грамматикаһы, башҡорт телен рус телле һәм милли мәктәптәрҙә уҡытыу, лексикология һәм лексикография – уны ҡыҙыҡһындырған, уйландырған, эшкә ҡушҡан тема­лар. Дүрт йөҙгә яҡын фәнни-ғәмә­ли хеҙмәттәрен, һүҙлек, уҡытыу-методик эштәрен бағышлаған ғалимә ошо темаларға. Әйткәндәй, ул белем биреү системаһының бөтә баҫҡыстары өсөн (вуз–колледж–мәктәп) башҡорт теле китаптарын яҙған берҙән-бер, тәүгеләрҙән булып тестар төҙөгән автор. Хеҙмәттәре иҫәбендә – рус мәктәптәренең 5–11 кластары, колледж өсөн дәреслектәр, программалар, улар өсөн айырым грамматика китабы, таблицаларҙан торған грамматика һ.б. [5, 7, 9].
Башҡортса-русса тематик һәм функциональ-ситуатив, халыҡ те­лендәге үлән исемдәренең идео­график, башҡортса-русса һәм русса-башҡортса грамматик ҡу­шылмалары булған егермегә яҡын төрлө һүҙлектәр авторы М.Усма­нованы башҡорт халҡының тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған лексикограф тип тә беләбеҙ. Һәр берәмекте бөртөкләп йыйып, һәр һүҙҙе башынан кисереп төҙөлгән һүҙлектәре еренә еткереп, төплө уйланып эшләнгән хеҙмәттәр [8]. Күрмәгәндәр өсөн дә һүҙлек төҙөп бирә Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы. Дүрт томдан торған «Башҡортса-русса һүҙлек»те үҙе, ике томдан торған «Русса-башҡортса» һүҙлек өҫтөндә педагогия фәндәре докторы, профессор Лена Ғәле ҡыҙы Сәйәхова менән бергә эшләй.
Халҡыбыҙ киләсәге һәм телебеҙ яҙмышы өсөн борсолған тынғыһыҙ замандашыбыҙ Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова 35 йылдан ашыу уйланып йөрөп, бик күп материалға таянып яҙған «Башҡортса дөрөҫ һөйләйек!» тигән китабы [9] өсөн 2021 йылда Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнә. «Грамматикаһыҙ тел юҡ. Дөрөҫ һөйләү, яҙыу – тел ҡанунын белеү, ҡағиҙәне үтәү ул», – ти ғалимә.
Ысынлап та, тормош уны һүҙгә генә түгел, ялғауҙарға ла иғтибарлы, һиҙгер булырға, үҙенсәлектәрен тотоп алырға өйрәтә, сөнки уға ғүмере буйы төрлө һөйләш кешеләре менән аралашып йәшәргә, эшләргә тура килә. Элек уҡытыусыларҙы ике йыл һайын төрлө ауылдарға эшкә күсереп йөрөткәндәр, шуға бала сағы ике диалект вәкиле йәшәгән ауылдарҙа (Ҡарамалы, Басай, Йомаш, Ишмырҙа – көньяҡ диалект, Муллаҡай, Үрге Иҙрис – көнсығыш диалект) үтә. Алты йыл Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә килгән, төрлөсә һөй­ләшкән балалар йыйылған 1-се һанлы мәктәп-интернатта уҡый. Ун туғыҙ йылы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Диалектология һәм топонимика секторында, егерме туғыҙ йылы ике вузда халыҡ тарихы, теле менән бәйле диалектология, ономастика курстарын уҡытыу, йыл да тиерлек Башҡортостан буйлап студенттарҙың диалектологик экспедицияларын етәкләү, материал йыйыу менән үтә. Ғүмер буйы халҡына яҡын тотҡан изге шөғөлдәр!


Халыҡ теле – дөрөҫ тел

Йылдар буйы тел тураһында уй­ланыуҙары, эҙләнеү-тикшеренеүҙәре Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙын байтаҡ асыш-һығымталарға алып килгән. Шуларҙың бер нисәһен күрһәтәйек. Миҫалға ҡылымды алайыҡ.
«Халыҡ телендә әле лә иркен йөрөгән ҡайһы бер ялғауҙар әҙәби телгә алынмай ҡалған, – ти ғалимә. – Мәҫәлән, -ар/-әр ялғауы. Ул халыҡ телендә, матур әҙәбиәттә, йырҙарҙа иркен йөрөй. Шуға ла ғалим Жәлил Кейекбаевтың тәғлимәтенә, әйткәненә таянып, уны хатаға һанамаҫҡа, һис юғы йәнле телмәрҙә иркен тотоноуҙан тартынмаҫҡа кәрәк. Халыҡ теле – дөрөҫ тел. Ул быуаттар буйы шымартылып, беҙгә килеп еткән. Ул ялғау йыр, шиғыр, телмәргә айырым моң өҫтәй, һөйләгәнең йырлап торған һымаҡ була». Ғалимә түбәндәге миҫалдарҙы килтерҙе: Таңатар, Һөйәрғолов, Яубаҫаров; Һыуғояр, Атсабар, Таңһыҙар, елғыуар, илһөйәр, көйәрмән, һөйәркә, эшҡыуар, юлбаҫар; «Эс, улым, эсәр һыуың, ейәр ризығың ошо ерҙә булһын» (Т.Ғарипова); «Етәр! Теңкәгә теймә!» (Я.Хамматов); «Бер юлға етәр» (З.Биишева); «Бәлки, Машканың эҙенә төшәрмен» (Я.Хамматов);

Беләҙегем, йөҙөгөм,
Кейәрем әле үҙем.
Ятҡа бирәр әмәлем юҡ
Һөйәрем әле үҙем.
(«Беләҙегем-йөҙөгөм» йырынан)

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын,
Икәү бергә нисек йөҙәрбеҙ.
Икәү бергә нисек тә йөҙәрбеҙ,
Айырылышһаҡ, нисек түҙәрбеҙ.
(«Ағиҙел» йырынан)

Традицион грамматикала заман төшөнсәһен белдереү биш ялғауҙың (-а, -ды, -ған, -р, -саҡ) иңенә төшә, тип бирелә. Шуларҙың -ды, -саҡ ялғауы үткән һәм киләсәк заманда булған эш-хәлде һөйләүе, -ған, -р ошо замандарҙың билдәһеҙ булғанын белдереүе әйтелә, ә хәҙерге заманды күрһәткән -а-ның билдәле/билдәһеҙ булыуы тураһында бер ниндәй мәғлүмәт бирелмәй. Был ҡараш М.Усманованы уйға һалмай ҡалмай. «Халыҡ теле башҡа, – тип башланы ла ғалимә, асыш, яңылыҡтары тураһында һөйләп алып китте. – Ҡылым ваҡытты белдерә. Бөтә бәлә заманды бел­дергән ялғауҙарҙың мәғәнәһен асып етмәүҙә. Мәҫәлән, -а, -ған, -р ялғауының мәғәнәһе күп. Улар өс заманды, хатта дөйөм заманды белдереүҙә лә ҡатнаша. Эш-хәлдең һөйләүсе өсөн билдәле/билдәһеҙ заманда булғанын -а, -ған, -ды, -р ялғауҙары менән бергә дата, ваҡытты белдергән махсус тел саралары белдерә. Мәҫәлән, Сәлимә Сибайҙа йәшәй – билдәле хәҙерге заман. Сәлимә Сибайҙа йәшәй шикелле – билдәһеҙ хәҙерге заман».
М.Усманова сифат ҡылымдың да башҡорт теленең грамматикаһында яңылыш бирелгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, уның тикшере­неүҙәренсә, -ған ялғауы сифат ҡы­лымдың өс заманын да биреүҙә ҡатнаша. Үткән заман: Килгән кеше ултырышып бөттө. Хәҙерге заман: а) Ҡаршыға килгән кеше кем ул? // Ҡаршыға килә ятҡан кеше кем ул? б) Етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым; в) Хәҙер ауыл­да эскән кеше юҡ; г) Рәхмәт, улым, мин яратҡан нәмәләрҙе алып килгәнһең; ғ) Ауыл малын көткән көтөүсе килеп инде.
«Башҡорт бер ваҡытта ла ҡар­шыға килеүсе кеше, килә ятыусы кеше, етеп килеүсе Яңы йыл, эсеүсе кеше, мин яратыусы нәмә, ауыл малын көтөүсе көтөүсе тип һөйләмәй! Шул рәүешле һөйләү, яҙыу ҙур хата һанала, -ыусы ялғауы исем яһай, сифат ҡылым яһамай», – ти ул.
Киләсәк заман: а) Уларға иртәгә һайлауҙар барған саҡта ниҙәр эшләргә кәрәге тураһында тағы бер һөйләшеп алырға кәрәк ине (Н.Мусин); Ә хәҙер иртәгә булған хәл-ваҡиғалар тураһында (БСТ); Килен, бөгөн кис килгән ҡунаҡтарға бишбармаҡ ашатырбыҙ, ә иртәгә килгәндәренә таң менән аш һалып ебәрермен.
Дөйөм заман: Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Абайламай һөйләгән – ауырымай үлгән. Үҙең ишеткең килмәгән һүҙҙе кешегә һөйләмә (мәҡәлдәр).
М.Усманова эш-хәлдең бил­дәһеҙ булғанын белдереүҙә махсус тел сараларының роле ҙур булғанын әйтә. Уларға мөнәсәбәт һүҙҙәр (ахырыһы, ахыры, буғай, бәлки, бәлкем, булһа кәрәк һ.б.), инеш һүҙҙәр (моғайын, кү­рәһең), бәйләүестәр (шикелле, һымаҡ, кеүек, төҫлө), икеләнеү киҫәксәләре (-дыр варианттары менән), һорау алмаштары (ҡасан, ниңә, кем, нимә, кемгә һ.б.), һорау киҫәксәләре (-мы, -мы ни, -мы икән) варианттары менән ҡарай.
Улар хатта һөйләм киҫәктәренең (эйә, тултырыусы һ.б.) билдәһеҙ булғанын да күрһәтә, ти Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы. «Ошо һәм башҡа миҫалдар башҡорт тел ғилемендә хәл итәһе мәсьәләләр булыуы ту­раһында һөйләй. Үткән йыл тәүге дәреслек сығыуға 100 йыл булды! Николай Дмитриевтың тәүге дәреслектәрҙә киткән етешһеҙ­лектәр тураһында яҙыуына – 77, Әкрәм Бейештең әйтеүенә 26 йыл! Тимәк, беҙ 100 йыл буйы башҡорттоң балаһына халҡы те­ленең ҡайһы бер ерҙәрен дөрөҫ уҡытып еткермәйбеҙ булып сыға», – тине ул көйөнөп.
Бына ошоларҙы барлап, үткән юлына күҙ ташлап: «Бөтә булған хеҙмәттәрем – халҡым теленең һөйләш, диалекттары менән бәлә­кәйҙән таныш булып, иҫ китмәле ғәжәп һүҙҙәренә, хатта ялғауҙа­рына ғашиҡ булдырған яҙмы­шым емеше», – ти Миңсылыу Ғө­бәйт ҡыҙы Усманова. Ғалимә күп йылдар Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡ­тары телдәре тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйын­са комиссияның Терминология хеҙмәтендә ағза булып торған, һуңғы йылдарҙа уның етәксеһе. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн В.Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» (2011), «Өфө ҡалаһы алдында ҡа­ҙаныштары» (2011), М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Киләсәкте төҙөү өсөн» (2018) миҙалдары менән бүләкләнгән. Эскерһеҙ, тырыш, һәр эшкә яуаплы ҡараған, кешегә бик ихлас, ярҙамсыл, оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанған шәхес ул. Ғүмерҙәрен уҡытыусы һөнәренә арнаған ата-әсәһе ҡалдырған рухи мираҫты һаҡлаусы, башҡаларға таратыусы.


Әҙәбиәт

1. Усманова М.Г. Топонимия бас­сейна реки Сакмар. Диссертация на соискание ученой степени канд. филол. наук. – Уфа, 1990. – 219 с.
2. Усманова М.Г. Имя отчей зем­ли. (Историко-лингвистическое иссле­дование топонимии бассейна реки Сакмар). Монография. – Уфа: Китап, 1994. – 272 с.
3. Усманова М.Г. Функционально-семантическая классификация глаголов башкирского языка. Диссертация на соискание ученой степени доктора филологических наук. – Уфа, 2002. – 415 с.
4. Усманова М.Г., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 1999, 2000, 2013, 2020.
5. Усманова М.Г. Грамматика баш­кирского языка в таблицах и схемах (Башҡорт теленең грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа). (Ике телдә). Уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2007. – 112 б.
6. Усманова М.Ғ. Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2011. – 263 б.
7. Усманова М.Г. Изучаем баш­кирский язык. Интенсивный курс обучения. – Уфа: Китап, 2011. – 238 с.
8. Усманова М.Г., Исянгулова Г.А., Хайретдинов С.С. Идеографический толковый башкирско-русско-латин­ский словарь народных названий растений в башкирском языке. Сино­нимы. – Уфа: Изд-во БГПУ, 2015. – 280 с.
9. Усманова М.Ғ. Башҡортса дө­рөҫ һөйләйек! Башҡорт теленең функциональ грамматикаһы. Прак­тик ҡулланма. – Өфө: Акирус, 2020. – 164 б.

Әсәһе менән атаһы.
Тормош иптәше Ишбулды Фәйзрахман улы менән.
Хеҙмәттәре – халҡы теленә ғашиҡ иткән яҙмыш емештәре.
Мәскәүҙә төркиәтселәр конференцияһында.
Улы Иршат, ейәндәре Рәсүл һәм Рәшит менән.
Ғәлимә тыуған яғында ике шишмәне тергеҙгән.
Әсәһе менән атаһы.
Автор: Хәнисә АЛИШИНА, филология фәндәре докторы, Төмән дәүләт университеты профессоры, Төркиәт үҙәге директоры, Татарстан Фәндәр академияһының почетлы академигы; Анита ИШМӨХӘМӘТОВА, РФА ӨҒТҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ҡулланмалы лингвистика һәм диалект
Читайте нас