– Эрнст Мирсаяф улы, иң тәүҙә әйтегеҙ әле, ни өсөн һеҙ геолог һөнәрен һайланығыҙ?
– Һигеҙ йәшемдән Өфөгә килеп 5-се балалар йортонда, артабан данлыҡлы 9-сы башҡорт мәктәп-интернатында (хәҙерге Р.Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡыным. Ул ваҡытта бер туған Марат ағайым да шунда уҡып йөрөй ине. Был уҡыу йортонда беҙгә төплө белем һәм тәрбиә бирҙеләр. Ағайым 1953 йылда мәктәп-интернатты көмөш миҙалға тамамлап, Мәскәү дәүләт университетының геология факультетына инде. Ул баш ҡаланың төп университетында белем алған башҡорттарҙың тәүгеләре иҫәбендә булды. 1957 йылда мин дә, шулай уҡ көмөш миҙал менән мәктәп тамамлағандан һуң, Мәскәүҙәге архитектура университетына инергә булдым, сөнки бәләкәйҙән һүрәт төшөрөүгә, яҙыу-һыҙыуға әүәҫ инем, мәктәптә стена гәзиттәре сығарыу миңең өҫтә булды. Тик төбәп барған вуздың ятағы юҡ ине. Ағайым артынан Мәскәү дәүләт университетының геология факультеты студенты булып киттем. Геология ла мәктәп йылдарында минең өсөн ылыҡтырғыс фән ине, тау тоҡомдары, ер ҡатламдары хаҡында китаптар ҡулға килеп эләкһә, ҡыҙыҡһыныу менән уҡый инем.
Марат ағайым университетты тамамлағандан һуң Алыҫ Көнсығышта эшләне, Башҡортостанға ҡайтып инженер, ун йыл институт директоры булды. Ҡыҙғанысҡа күрә, алтмыш йәшендә китеп барҙы. Көслө рухлы, кешелекле, кеселекле оло ағайыбыҙ беҙҙең өсөн һәр саҡ маяҡ булды. Уның улы Илдар ҙа геолог һөнәрен һайланы. Минән өс йәшкә өлкән бер туған Вильгельм ағайым да, ҡатыным Наилә Ғаяз ҡыҙы ла – юғары белемле геологтар. Ғөмүмән, минең һәм ҡатынымдың нәҫеленән ете кеше ғүмерлек һөнәре итеп геологияны һайлаған. Хәҙер беҙҙең династияны икенсе һәм өсөнсө быуын геологтар дауам итә.
– Нәҫел-ырыуығыҙҙың тарих менән ҡыҙыҡһынғанһығыҙҙыр, ата-бабаларығыҙ ниндәй һөнәр эйәләре?
– Шуны әйтә алам – беҙҙең нәҫел илгә тоғро хеҙмәт иткән. Байтаҡ мәғлүмәт йыйып, шәжәрәмде төҙөнөм. Ғаиләм, нәҫел-ырыуым, үҙемдең яҙмышым хаҡында бер нисә йыл элек китап та яҙып сығарғайным.
Атайым Мирсаяф Мөхәмәтғәле улы 1914 йылда Архангель районы Тәүәкәс ауылында тыуған, ул төбәкҡумрыҡ-табын ырыуының биләмәһенә ингән. 1878 йылғы олатайым Мөхәмәтғәле Солтанғәле улы ла ошо ауылдан, ул дин әһеле. Дәүләткә ҡаршы контрреволюцион енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп, халыҡ дошманы тип, 1937 йылдың 30 октябрендә атып үлтерәләр уны. 1989 йылда реабилитациялана. Олатайымдың 1891 йылғы бер туған ҡустыһы Хәйрулла 1931 йылда Граждандар һуғышы ваҡытында эшселәр синыфына һәм революцияға ҡаршы эшмәкәрлек алып барған тип, төрмәгә ябыла, шулай уҡ 1989 йылда реабилитациялана. Улар хаҡында мәғлүмәтте мин тарихи документтарҙан, сәйәси золом ҡорбандары теркәлгән исемлектән алдым. Бала саҡта ғаиләлә репрессияланғандар, һуғышта һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар хаҡында һөйләп бармайҙар ине. Һикһәненсе йылдарҙа ғына инәйемдән атайым, олатайҙар хаҡында мәғлүмәттәр белдем. Архивтарға юл асылғас, туғандарыбыҙ хаҡында материалдарҙы йыйырға мөмкинлек тыуҙы. Документтарҙы өйрәнеп, тикшеренеүҙәр алып барып, атайымдың һуғыштағы хәрби хеҙмәте хаҡында күп нәмә белдем. 1943 йылда Харьков ҡалаһын фашистарҙан азат иткәндә егерме туғыҙ ғына йәшендә һәләк булған ул.
Инәйем Бибиғәлиә Мәғәфүр ҡыҙы Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылыныҡы. Уларҙың арҙаҡлы Саныевтар нәҫелендә уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар булған. Инәйемдең атаһы, олатайым Мәғәфүр Саныев, Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған, указлы мулла булып Ләмәҙгә барғас, үҙенең ике ҡатлы өйөндәге мәҙрәсәлә өләсәй менән бергә балалар уҡытҡан. Революциянан һуң уларҙың ғаиләһен Себергә һөргөнгә ебәргәндәр, шунда олатай өс ир балаһы менән һәләк булып ҡала, өләсәй инәйем һәм тағы бер ҡыҙы менән Ләмәҙгә әйләнеп ҡайта, шунан күп тә тормай, ҡыҙҙарын үкһеҙ етем ҡалдырып, үлеп китә.
Атайым менән инәйем Стәрлетамаҡ педтехникумында бергә уҡығанда танышҡандар ҙа, Архангель районына ҡайтып, донъя ҡороп йәшәп киткәндәр. Тәүәкәстә – 1933 йылда Марат ағайым, Муллаҡайға күскәс,Вильгельм ағайым, мин, Рафаэль туғаныбыҙ тыуған. Атайым 1942 йылдың мартына тиклем Муллаҡай башланғыс мәктәбенең директоры булды, ул һуғышҡа киткәс, урынына инәйем ҡалды.
Балалар уҡытыуҙан тыш, атай-инәйем ижтимағи эштәрҙә ҡайнап йәшәгән, ауыл халҡы улар хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлай. Әлеге көндә, Архангель районы яҡташтар ойошмаһы етәксеһенең урынбаҫары булараҡ, тыуған районыма мин дә ҡулдан килгәнсә хеҙмәт итергә тырышам. Быйыл миңә Архангель районының почетлы гражданы исеме бирҙеләр – быны ата-инәйемдең дә хеҙмәтенә баһа тип ҡабул итәм.
– Һуғыш башланғанда һеҙгә ике йәш булған, атайығыҙ яуға киткәндә – өс. Шул ваҡыттарҙы хәтерләйһегеҙме?
– Ҡышҡы һалҡын, буранлы көндә, атай унда өшөйҙөр инде, тип тәҙрә төбөндә илай инең, тип хәтерләйҙәр ине инәйем менән ағайҙар. Малайҙар менән Инйәр буйында ҡара йыландарҙы фашист тип күҙ алдына килтереп, уларға таш бәргәнебеҙ иҫтә ҡалған. Урманда йыйған ҡаҡы, балтырған, тимер мейестә көлдә бешкән күмәс, инәй үҫтергән бәрәңге, серек бәрәңгенән бешерелгән ҡоймаҡ ашаған хәтерҙә. Бер саҡ, май айында, баҡсала серек бәрәңге ҡаҙып йөрөгәндә һауалағы самолет ауыл өҫтөнә күп итеп ҡағыҙ биттәре ташлап китте, халыҡты еңеү менән ҡотлап яҙылған листовкалар ине.
Беҙҙең ғаилә шулай, бөтә ил күргәнде күреп, ауырлыҡтар, юғалтыуҙар кисереп йәшәне.
– Һуғыш балалары тиҙәр һеҙҙең быуынды. Ул ауыр йылдарҙа белем алыуы ла еңел булмағандыр...
– Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, унан һуңғы осорҙа ла еңел булманы. Аталары һәләк булған, күп балалы ғаиләлә үҫкән, әсәләре ауыр эштән, аслыҡтан, ауырыуҙан үлеп, үкһеҙ етем ҡалған балаларға айырыуса ауырға тура килде.
Беренсе класҡа ете йәшемдә инәйем ул ваҡытта эшләп йөрөгән Архангель рус мәктәбенә барҙым. Һигеҙ йәшемдән мине Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатҡа алдылар. Аталары фронтта һәләк булған балалар өсөн мәктәп-интернат булдырыу хаҡында 1944 йылда хөкүмәт ҡарары сығып, унда урынлаштырылған 460 бала исемлегендә инем мин. Ике йылдан беҙҙе, башҡорт балаларын, Социалистик урамдағы 5-се балалар йортона күсерҙеләр. Бишенсе класта 9-сы мәктәп-интернатҡа барҙыҡ. Бына шулай итеп, хөкүмәт беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алды, бәхетле бала саҡ бирҙе, кеше итте. Интернатта яҡшы белем, тәрбиә, тормош һабаҡтары бирҙеләр, дуҫлыҡҡа, халҡыңа, илгә тоғролоҡ тойғоһо тәрбиәләнеләр. Уҡытыусыларыбыҙ, тәрбиәселәребеҙ хаҡында йылы хис-тойғолар йөрәктә һәр ваҡыт һаҡлана. Күпме яҙыусы, ғалим, инженер, төҙөүсе, композитор сыҡты беҙҙең интернат-мәктәптән! Минең класташтарым араһында ике республика хөкүмәте ағзаһы, академик, фәндәр кандидаты, ике генераль директор, проект-конструкторлыҡ бюро директоры, баш инженер, ике атҡаҙанған төҙөүсе, атҡаҙанған нефтсе, уҡытыусылар, табиптар, эшҡыуарҙар бар.
– Мәктәпте тамамлағас та тура Мәскәүгә юл алғас,, һеҙҙең унда алған белем кимәле һәм үҙегеҙгә ышаныу тойғоһо көслө булған.
– Әйткәйнем инде, архитектор һөнәрен алырға булып документтарымды илдәге берҙән-бер А.Жданов исемендәге Мәскәү архитектура институтына ебәргәс, унда ятаҡ юҡ икәнен белдем. Шул ваҡыт миңә, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаусы булараҡ, МДУ-ның теләгән факультетына инергә мөмкинлек тыуҙы – Мәғариф министрлығынан йүнәлтмә бирҙеләр. Башҡортостан ул ваҡытта нефть сығарыу буйынса илдә алдынғы урында, шуға күрә «Нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы һәм уларҙы разведкалау» йүнәлешен һайланым. Беренсе йылда уҡ Ер планетаһының барлыҡҡа килеү теорияларын тикшергән теманы курс эше итеп алып, геология фәненә сумдым. Университет йылдарында бөтә донъяға билдәле ғалимдар, академиктар Отто Шмидт, геофизик Альфред Вегенер, геологтар Владимир Обручев, Михаил Усов һәм башҡа бөйөк аҡыл эйәләренең хеҙмәттәре менән танышыу бәхете тейҙе. Лекцияларҙы беҙгә күренекле профессорҙар, академиктар уҡыны.
– Алтмышынсы йылдарҙы «Хрущевская оттепель» осоро тип атайҙар. Һеҙгә, баш ҡала студенттарына, йәмғиәттәге ул ваҡыттағы үҙгәрештәр нисек тәьҫир итте?
– Ул осор милли үҙаңыбыҙ уяныу ваҡыты булараҡ хәтерҙә ҡалды. Мәскәүҙең бай китапханаларында халҡыбыҙҙың тарихына бәйле сығанаҡтар эҙләп, улар менән танышып ҡалырға тырыштыҡ, яҡташтар ойошмаһы үткәргән сараларға йөрөнөк, ҡайһы саҡта төн уртаһына тиклем фекер уртаҡлаштыҡ, бәхәсләштек. Яҡташтар ойошмаһына республиканың хөкүмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күренекле яҙыусылар килә торғайны.
Университетта ла йыш ҡына билдәле йәмәғәтселәр, артистар, сит ил вәкилдәре менән осрашыуҙар булып торҙо, әҙәби сараларҙа Евгений Евтушенко, Андрей Вознесенский, Белла Ахмадуллиналарҙың ялҡынлы сығыштарын тыңланыҡ.
Икенсе яҡтан, студенттарҙың йәйге стипендияһын бөтөрөү, ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы кеүек кире күренештәр ҙә булды. Беҙ ашханала өҫтәлдә ятҡан бушлай икмәк киҫәге менән кәбеҫтә салаты алып, йылы сәй менән тамаҡ туйҙыра инек, бишенсе курста уҡығанда был хөрриәт бөттө. Иртән нимә бар шуның менән ятаҡ бүлмәһендә тамаҡ ялғайбыҙ ҙа, дәрестәрҙән һуң бәрәңге бешереп, дүртебеҙгә бер батонды бүлешеп сәй эсә инек.
– Геологтарҙы романтиктар тиҙәр. Айырыуса совет фильмдарында был тема киң яҡтыртылған. Һеҙгә лә романтик хистәр ят түгелдер?
– Әлбиттә, экспедицияларҙа йөрөү, асыштар яһау романтика менән бәйле. Ул хистәрҙе мин беренсе курста уҡ татыным. Ҡырымдың көньяғында үткән беренсе уҡыу практикаһы ваҡытында тәүге бәләкәй генә геологик асыш яһау бәхете тейҙе – Таврия ҡатламдарында аммонит киҫәге таптым. Өсөнсө курстан һуңғы йәй Ленинград экспедицияһы менән Байкал аръяғында үтте. Тайгалағы һаҙлыҡтан, ауыр рюкзактар аҫып, байтаҡ үтергә тура килде. Итек эсендә һыу йыйылмаһын өсөн уның башын тишәһең дә, ҡуйы шырлыҡтан атлайһың да атлайһың. Төндәрен усаҡ өҫтөнә ылыҫлы ағас ботаҡтары ташлайбыҙ, ямғыр-серәкәйҙән тент аҫтына ҡасабыҙ. Ул саҡта ҙур булмаған вольфрам ятҡылығы, минераль һыу инеше асҡайныҡ. Диплом практикаһы Алыҫ Көнбайыш экспедицияһы Сихотэ-Алинь тауҙарының төҙөлөшөн өйрәнеү, Урта Амур һөҙәклегендә, Зея һәм Бурея йылғалары буйында нефть-газ эҙләп үтте. БАМ тимер юлы буйында асыҡ ятҡан ҡатламдарҙы өйрәндек. Курсташтарым тағы ла алыҫҡа – Сахалинға тиклем барып етеп, океанда фәнни экспедицияларҙа йөрөп ҡайттылар. Бына шулай итеп профессиябыҙҙың, һеҙ әйткәндәй, романтикаһы беҙҙе ҡайҙарҙа ғына йөрөтмәне.
Шуны ла әйтер инем – физик һәм рухи яҡтан көслө, тәүәккәл, түҙемле, ерҙе, барлыҡ тереклекте яратҡан кеше генә геолог була ала. Тәүге курстан һуң йәйге практикала, унан һуң көҙгө ауыл хужалығы эштәрендә эшләп ҡайтҡандан һуң ҡайһы бер иптәштәребеҙ геологияны ташлап та ҡуйҙы. Өсөнсө, дүртенсе курстарҙан һуң да «естественный отбор» дауам итте әле. Ә мине, бәләкәйҙән сыныҡҡан ауыл балаһын, ауырлыҡтар тағы ла нығыраҡ сыныҡтырҙы.
– Фән юлынан китеүегеҙ нисек хәл ителде, был хаҡта оҙаҡ уйланып, хыялланып йөрөнөгөҙмө? Фәнгә юл күрһәтеүсем булды тип кемде әйтер инегеҙ?
– Күренекле ғалим, башҡорттар араһынан тәүге геология-минералогия фәндәре докторы Ҡадир Тимерғазин менән осрашыу күңелемдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ул Мәскәүгә докторлыҡ диссертацияһын яҡларға килгәйне. Нефть-газ геологияһы белгесе, девон нефтен асыусыларҙың береһе, Өфөлә тармаҡ фәнни-тикшеренеү институттарына нигеҙ һалған, республикала академик фәнде үҫтергән профессор, халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәренең береһе ул Ҡадир Рәхим улы. Фәнни тикшеренеүҙәре республикалағы иң ҙур ятҡылыҡтарҙы асыуға булышлыҡ итте. Туймазы, Шкапов, Серафимовка, Татарстандағы Баулы нефть ятҡылыҡтарын асыу уның ҡатнашлығында булды. Ярлы крәҫтиән ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуып, шундай бейеклектәргә өлгәшкән. Ошо шәхес миңә өлгө булды тип әйтә алам.
1962 йылда, диплом эшен «биш»кә яҙып, уҡыуҙы тамамланым. Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау геологы һөнәре алып, сентябрь айында «Туймазынефть» идаралығына эшкә барҙым. Ул бөтә Союз кимәлендәге тәжрибә майҙаны, нефть сығарыуҙы арттырыусы төрлө алдынғы технологияларҙы һынау урыны ине ваҡытында. Өс йыл эсендә мин промысла геологы, инженер эшенең бөтә нескәлектәренә төшөндөм.
1965 йылдың авгусында «Башнефть» производство берекмәһенең үҙәк фәнни-тикшеренеү лабораторияһында өлкән геолог булып эш башланым, ә декабрь айында производство бүлегенә өлкән инженер итеп күсерҙеләр.
Шул осорҙа «Башнефт»кә профессор Василий Михайлович Сенюков килде. Уның менән танышыу тормошомдағы хәл иткес ваҡиға булды тип әйтергә була. СССР-ҙа тәүге геология-минералогия фәндәре докторы, донъяла беренсе булып Көнсығыш Себерҙә ерҙең иң боронғо кембрий ултырма ҡатламында нефть булыуын иҫбатлаған, һуғыш йылдарында Саратов газ ятҡылығын асҡан, хеҙмәттәре өсөн өс тапҡыр Сталин премияһын алған атаҡлы ғалим ине ул. 1966 йылдың апрелендә ул берекмәлә сығыш яһаны, шунда Арланнефть ятҡылығында яңы микробиологик юл менән нефтте ҡыҫырыҡлап сығарыу ысулын һынау буйынса тәжрибә үткәрергә тәҡдим итте.
Профессор минең ҡайҙа уҡыуым менән ҡыҙыҡһынды ла аспирантураға саҡырҙы. Көҙ көнө, отпуск алып, республика китапханаһында үҙемде ҡыҙыҡһындырған тема буйынса Эрнст Бирштехерҙың «Нефтяная микробиология» тигән монографияһын табып уҡыным. Реферат әҙерләп, ВНИИГаздың (Всесоюзный научно-исследовательский институт природных газов. – М.М.) аспирантураһына ебәрҙем. Шунан Мәскәүгә барып, өс имтихан тапшырҙым да, Геология бүлегенең Геохимик тикшеренеүҙәр секторы етәксеһе Василий Сенюковтың аспиранты булып киттем.
Арлан ятҡылығында микробиологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн һигеҙ эксперименталь скважинала ике йыл буйы күҙәтеүҙәр алып барылды. Тәжрибә материалдарын – бер нисә шешәгә ҡойолған нефтте скважинанан ҡышҡы бурандарҙа саңғы менән Яңауылға, унан атлы сана менән Нефтекамаға алып барырға тура килде. Артабан улар поезд менән Мәскәүгә, унан Ленинградҡа ВНИГРИ – Бөтә Рәсәй нефть ғилми-тикшеренеү геология институтына еткерелә ине.
ВНИИГаздың Геохимик тикшеренеүҙәр секторында докладым тикшерелгәндән һуң диссертациямдың темаһы ла раҫланды.
Өс йыл аспирантурала уҡығандан һуң, «Башнефть» берекмәһенең Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһында эшләгәндә диссертация темаһы өҫтөндә үҙаллы эшләүемде дауам иттем. Хеҙмәттәрем баҫылып сыҡты, ул арала нефттең ҡуйылығын кәметеүгә бәйле булған беренсе уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы алыуға ла өлгәштем.
Ниһайәт, 1976 йылда И.М.Губкин исемендәге Нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтында диссертациямды яҡлап, фән кандидаты дәрәжәһе алдым.
Кандидатлыҡ диссертациям минең иң беренсе, айырыуса мөһим фәнни ҡаҙанышымФәнни-техник кимәле юғары, теоретик яҡтан нигеҙләнгән, иҡтисади яҡтан уңышлы тип табылып, юғары баһа алды. Артабан мин уйлап тапҡан яңы микробиологик ысул аҙыраҡ сығым талап итеүе арҡаһында перспективалы тип табылды, нефть сығарыуҙа киң ҡулланыла башланы. Диссертациям 2002 йылда айырым китап булып баҫылып сыҡты.
– Докторлыҡ диссертацияғыҙҙы әҙерләгәндә лә шул темаға бәйле тикшеренеүҙәргә таяндығыҙмы?
– Аспирантураны тамамлағандан һуң кандидатлыҡ диссертациям өҫтөндә эшләү һәм уны яҡлау өсөн төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеүгә биш йыл кәрәк булһа, докторлыҡ диссертацияһын яҡлағансы тағы ун туғыҙ йыл үтте. «Башнефть» берекмәһенең фәнни лабораторияһында, БашНИПИнефть институтында микробиология һәм гидрогеология секторын етәкләгәндә, «Сознефтеотдача» производство берекмәһендә биотехнология бүлегенең эшен алып барғанда фәнни тикшеренеүҙәр туҡталманы. Арланда ҡулланылған технология иң рациональ тип табылғас, беҙ яңы биореагенттар эҙләү өҫтөндә эште дауам иттек. Иҫке ятҡылыҡтарҙағы ҡалдыҡ нефтте сығарыуҙа ҡулланыла микроорганизмдар. Нефть табыуҙы арттырыу өсөн яңы биополимерҙар уйлап табыу, яңы микроорганизмдар штамдары эҙләү һәм уларҙы һынау буйынса эштәр дауам итте. 1992 йылда Башҡортостандың Геология дәүләт комитеты рәйесе Басир Мәһәҙиевтең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгәс тә НИИнефтеотдача институтының ғилми консультанты булып ҡалдым. Көн һайын эш ваҡыты тамамланғас йә ял көндәре фәнни эштәргә тотона инем.
Докторлыҡ диссертацияһын яҡлағанға тиклем ул тема буйынса 80 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән авторҙаштар менән бергә монография баҫылғайны. 19 авторлыҡ таныҡлығы, 9 методик күрһәтмә раҫлау алды, күп халыҡ-ара, бөтә союз һәм республика кимәлендәге фәнни симпозиумдарҙа, конференцияларҙа сығыш яһаным. Шулай итеп, был яңы фәнни йүнәлеште булдырыу һәм үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Ниһайәт, 1995 йылдың 25 февралендә Мәскәүҙә ВНИИнефть институтында (Бөтә Рәсәй нефть-газ ғилми-тикшеренеү институты. – М.М.) «Биотехнология увеличения нефтеотдачи» тигән темаға диссертациямды уңышлы яҡлап, техник фәндәр докторы дәрәжәһенә эйә булдым.
– Ҙур фәнни эш алып барыуҙан тыш, һеҙ Африкала ла, Себерҙә лә эшләп өлгөргәнһегеҙ.
– Бер төрлөлөк мине тиҙ ялҡыта. 1978 йылда Фәнни-техник ярҙам йөҙөнән Ангола республикаһының нефть министрлығына баш инженер-консультант булып барырға тигән тәҡдим килгәс, Африкаға сыҡтым да киттем. Бер аҙҙан ете һәм ике йәшлек улдарыбыҙ менән ҡатыным килеп етте. Күптән түгел бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән республикала революция рухы йәшәй ине. Ил ҡаҙылма байлыҡтарға бай – ташкүмер, нефть, тимер рудаһы, никель, баҡыр, хром, алмаз ятҡылыҡтары табылған. Өфөнән унда икәү инек – мин нефть-газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм ҡулланыу мәсьәләләре менән шөғөлләндем, Р.Булгаков геофизик эштәрҙе алып барҙы. Африка ҡитғаһына командировка ике йыл дауам итте.
Африкала плюс илле градус эҫе булһа, Когалым ҡалаһында минус иллелә эшләргә тура килде. Унда мине 1998 йылда саҡырғандар ине, ул йылдарҙа үҙем эшләп йөрөгән нефть институтының хәле бик үк яҡшынан булмағас, ризалашып сығып киттем. КогалымНИПИнефть институтында ғилми лаборатория асып, Себер шарттарында микробиологик ысулдың мөмкинлектәрен тикшерҙек. Артабан ул технология Көнбайыш Себерҙең алты нефть ятҡылығында киң ҡулланыла башланы. Башҡортостанда егерме ике ятҡылыҡта ҡулланылыш тапты. Беҙҙең технология ярҙамында 1966–2010 йылдарҙа илдә биш миллион тонна өҫтәмә ҡара алтын табылды.
– Эрнст Мирсаяф улы, һеҙ ауылда тыуып, бәләкәйҙән донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, тормошта ҙур бейеклектәргә күтәрелгәнһегеҙ. Йәш быуын өсөн фәһемле булыр, әйтегеҙ әле, уңышҡа өлгәшеү өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?
– Эйе, беҙҙең быуын аяуһыҙ тормош мәктәбен үтте, әммә эше менән иле алдында торған бурысын үтәне. Барыһы ла, ни тиһәң дә, әсә һөтөнән, ғаиләлә һалынған тәрбиәнән килә. Тыумыштан бирелгән зирәклектән тыш, белем биргән мәктәбеңдән, уҡытыусыларыңдан да тора. Үҙеңдең алдыңа бурыс ҡуйыу, көслө характер, һүнмәҫ рух, бар нәмәгә ыңғай ҡарау, шул уҡ ваҡытта еңелеүҙе лә ҡабул итә белеү, ҡырҡа үҙгәрештәргә әҙер булыу, ғөмүмән алғанда, көслө характер мөһим. Ә көслө характер тормош ауырлыҡтары менән көрәшкәндә формалаша. Уңышыңа көнләшеп ҡараусылар, аяҡ салыусылар ҙа тормош юлында осрап тора.
Минеңсә, был йәһәттән бөгөнгө мәктәптәге ЕГЭ системаһы, вуздарҙа түләүле уҡыу кешелә бәләкәйҙән ихтыярһыҙлыҡ тәрбиәләй. Ә инде рухты, тормошҡа ҡарашты әҙәбиәт, музыка, сәнғәт, халыҡ ижады булдыра. Унһыҙ, ҡоро грамматиканы ғына үҙләштереп, дөрөҫ фекерләп тә булмайҙыр.
– Техник һөнәр эйәһе булһағыҙ ҙа, бар нәмәгә ижадсы күҙе менән ҡарауығыҙ һиҙелә.
– Бала саҡтан уҡ донъяға ижади ҡараш менән бағырға күнегелгән. Күңелгә ятҡан төрлө күренештәрҙе, кешеләрҙе тиҙ генә рәсемгә төшөрөп ҡуя инем. Мәскәү университетында изостудия булды, шунда дүртенсе курсҡа тиклем шөғөлләндем, факультет гәзитен биҙәүсе булдым.
Барлығы 260 ашыу ғилми хеҙмәтем, 440 ғилми тәржемәм донъя күрҙе, 21 авторлыҡ танытмаһы һәм 9 патент алдым – былар ҙа ижади эш. 1993 йылдан бирле «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәм. Ҡыҫҡаса энциклопедияла география һәм геология буйынса материалдарҙың мөхәррире, ете томлыҡта ғилми редколлегия ағзаһы булдым. Туғыҙ китабым нәшер ителде. Биш йыл элек «Геологик терминдарҙың русса-башҡортса һүҙлеге»н әҙерләп баҫтырҙым. Унда өс меңгә яҡын термин ингән, унан тыш минералдарҙы асыҡлау ысулдары, донъялағы атаҡлы ғалимдарҙың, республикала ҙур фәнни-ғәмәли ҡаҙаныштары менән билдәле геологтарҙың һәм эре тау-геология предприятиелары етәкселәренең исемдәре бирелгән. Өс йыл элек сыҡҡан библиографик китабымда ла йәш быуын өсөн фәһем алырлыҡ мәғлүмәттәр күп.
Биш йыл буйы Өфө нефть-техник университеты профессоры, ғилми советтар, диссертация советтары ағзалары булыу ҙа ниндәйҙер кимәлдә ижади фекерләү талап итә.
– Ҡаҙаныштарығыҙҙың ҡайһыһы менән айырыуса ғорурланаһығыҙ?
– Иң ҙур ҡаҙанышым – минең ғаиләм. Тормош иптәшем Наилә Ғаяз ҡыҙы менән мин Мәскәүҙә аспирантурала, ул С.Орджоникидзе исемендәге геология-разведка институтында уҡығанда таныштыҡ. Быйыл беҙҙең өйләнешкәнгә 56 йыл тулды. Ҡатыным, гидрогеолог булараҡ, республикала һәм Көнбайыш Себерҙә геологик һәм төҙөлөш объекттарын тикшереүҙә, газ үткәргестәрҙе проектлауҙа ҡатнашты. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, минең менән бергә булды. Ике улыбыҙ белем алып, тормошта үҙ урындарын тапты, ғаилә ҡорҙолар. Надир йәштән музыкаға, сәнғәткә ылыҡты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Булат – «Башҡортостан нефте» гәзитенең баш мөхәррире. Биш ейән-ейәнсәребеҙ – тормошобоҙ йәме. Шуның менән бәхетле мин.