Зәкирйән Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән, ундағы 1-се һанлы урта мәктәптә белем алған. 1972–1974 йылдарҙа Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға ингән. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, бик күп йылдар республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларында, шулай уҡ Өфөләге үҙәк аппаратта прокурор һәм тәфтишсе булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, 2001 йылда, директор Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың тәҡдиме менән беҙҙең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме бүлегендә фәнни эштәргә ныҡлап тотондо. 2011 йылда ғилми эҙләнеүҙәренең төплө бер һөҙөмтәһе булған «Урал батыр» эпосында боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары» тигән темаға диссертация яҡлап, философия фәндәре кандидаты тигән дәрәжәгә лайыҡ булды. Әлеге көндә ул Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр.
Зәкирйән Әминев менән студент йылдарында таныштыҡ та инде. Ул юридик факультетта уҡыһа ла, һәр саҡ беҙҙең – филологтарҙың араһында булды. Уҡыу барышында филология факультеты студенттары йәшәгән беренсе ятаҡта электрик булып та эшләне, беҙҙең менән бергә ҡайнап, студент һурпаһын бергә эсеп, егеттәр һәм ҡыҙҙар менән кәңәш-төңәш төйнәп, уйын-көлкө араһында уҡыуға, белемгә бәйле ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәрҙә лә ҡатнашып, тығыҙ аралашып йәшәне. Шул саҡтарҙа уҡ уның күңелендә ғилемгә ҙур ынтылыш, үткәндәргә, тарихҡа ҡарата үҙ ҡарашы барлығы ныҡ һиҙелә ине. Аҙаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп йөрөгән йылдарында ла, юлы төшһә, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына килер, рухи мираҫыбыҙ, халҡыбыҙҙың боронғо тарихы, ауыҙ-тел ҡомартҡылары тураһында бирелеп китеп һөйләшеп ултырыр ине.
Институтҡа эшкә килгәс, Зәкирйән Ғәлимйән улы иң элек башҡорттоң аҫыл рухи байлығы булған «Урал батыр» эпосын ентекләп өйрәнергә кереште. Тикшеренә-эҙләнә, ул мәшһүр ҡомартҡының тулыһынса космогоник характерҙа булыуын, йәғни «Донъяны кем, ҡасан, нимәнән һәм нисек итеп яһаған?» тигән һорауҙарға яуап формаһында барлыҡҡа килеүен асыҡланы. Эпостағы һәр һүҙ, һәр ваҡиға артында ҙур мәғәнә йәшерелгән, уларҙы аңлар өсөн боронғо ата-бабаларыбыҙҙың донъяуи ҡараштарын яҡшы белергә, «Урал батыр»ға улар күҙлегенән ҡарарға һәм шул кимәлдән сығып анализларға кәрәк, тип иҫәпләй ғалим.
Мәғлүм булыуынса, эпоста «Шүлгәненә ун ике, Уралына ун тулып», тигән юлдар бар, йәғни ҡомартҡыны тыуҙырған ата-бабаларыбыҙ төп геройҙарҙың ни өсөндөр мотлаҡ ун ике һәм ун йәштә булыуҙарын айырым-асыҡ аңғартып киткәндәр. Ә боронғо мифологияла һис ҡасан да, һүҙ һүҙ булһын, тип буштан-бушҡа ғына әйтелмәй икән. Үрҙә килтерелгән һүҙҙәр артында боронғо башҡорттарҙың нимәне аңлағандарын бик тә уңышлы һәм ышандырырлыҡ итеп, төрлө яҡлап төплө дәлилдәр менән иҫбат итә Зәкирйән Әминев. Баҡтиһәң, әгәр ҙә боронғо ата-бабаларыбыҙҙың донъяуи ҡараштары күҙлегенән ҡараһаҡ, беҙ бығаса бигүк иғтибар итмәгән әлеге юлдар бик күп нәмә тураһында һөйләй икән.
Ғалимдың фекеренсә, Урал батырҙың үткән юлы һәм шул юлда ҡылған эштәре, батырлыҡтары Ҡояштың бер йыл эсендә үткән юлына бәйле, ә Шүлгәндең юлы – Айҙың төнгө күктәге маршрутын ҡабатлай. Нәҡ Уралға – «ун йәш», ә Шүлгәнгә «ун ике йәш» тулғас, эпоста ваҡиғалар ҡуйыра, көсөргәнешлек арта башлай. Шүлгәнгә ун ике йәш тулыуҙы ун ике айҙан тороусы бер йылдың үтеүе, ә Уралдың ун йәшкә етеүен йылдың ун айы үтеүе тип аңларға кәрәк. Әммә боронғоларҙың йыл эсендә ни өсөн мотлаҡ ун айҙы айырыуы хәҙерге заман кешеһенә бөтөнләй аңлашылмай. Быға төшөнөр өсөн боронғоларҙың донъя ҡоролошо тураһындағы мифологик ҡараштарын белергә кәрәк. Элекке заман кешеләре иһә йылды ыңғай һәм кире миҙгелдәргә бүлгән. Улар өсөн йылы, ҡояшлы яҙ һәм йәй миҙгелдәре ыңғай ваҡыт булһа, ҡышҡы һыуыҡ саҡтар кире күренеш булған. Ошо мифологик ҡараштар буйынса, йылдың ун айы әҙәм балаһы өсөн ярайһы уҡ ыңғай тип баһаланһа, иң һыуыҡ ҡышҡы ике ай, иң ауыр һәм насар ваҡыт булараҡ, уларҙың календарынан һыҙып ташланған. Боронғолар был ике айҙы тиҙерәк үткәреп ебәрергә тырышҡан. Ҡырҡ көндән торған «оло селлә» һәм егерме көндән торған «кесе селлә» башҡорт халыҡ календарында әле булһа айырым билдәләнә. Ошо ике селлә ҡышҡы ике һыуыҡ айҙы тәшкил итә лә инде. Уларҙы алып ташлаһаҡ, Урал батырҙың ун йәше тигән боронғоларҙан ҡалған мәғлүмәттең мәғәнәһе – йылдың ун айҙан торғанлығы асыҡлана.
Ун айлыҡ календарь бер башҡорт өсөн генә хас күренеш булмаған. Мәҫәлән, боронғо төркиҙәрҙең календарында ла йылдың тик ун айы ғына исемле булған, ә ҡышҡы ике айҙың исеме булмаған. Сөнки ҡалған ике иң ауыр айҙарға исем ҡушыу, исемләп атау уларҙы саҡырыуға тиң, тип уйлағандар. Тулы булмаған ун айлыҡ календарь боронғо таш быуат кешеләре өсөн ғәҙәти хәл булған. Боронғо Рим кешеләре лә үҙҙәренең календарында тик ун айға ғына исем ҡушҡан, ә ҡалған ике ай исемһеҙ ҡалған. Ошондай уҡ хәлде боронғо скандинавтарҙа ла күрәбеҙ. Донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән, телдәре бер-береһенә яҡын булмаған бик күп халыҡтарҙа оҡшаш календарҙар булыуы тураһында әллә күпме миҫалдар килтерергә була. Шундай мәғлүмәттәргә таянып, автор Урал батырҙың ун йәше асылда ун айлыҡ ҡояш календары ул, тип атай һәм быны ышандырырлыҡ тарихи-этнографик мәғлүмәттәр менән иҫбатлай. Шүлгән менән Уралдың йәше артында боронғо башҡорттар ай-ҡояш календарын күргәндәр, тип иҫәпләй ул [1, 31–33-сө бб.].
Зәкирйән Ғәлимйән улының 2005 йылда рус телендә сыҡҡан «Боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары» һәм 2007 йылда нәшер ителгән «Урал батыр» эпосы космогоник миф булараҡ: башҡорттарҙың ислам диненә тиклемге донъяуи ҡараштары проблемаһына ҡарата» тигән монографик хеҙмәттәре ошондай ҡатмарлы һәм тәрән уй-фекерҙәргә ҡоролған. Улар менән ентекләп танышҡас, боронғо сығанаҡтар менән эш иткән бар тикшеренеүсе лә ошолай уйланып, фекерләп һығымта сығарһа икән, тигән уйға киләһең.
Әйткәндәй, ғалимдың үрҙә телгә алынған тәүге китабын уҡыусылар ҙа, фән эшмәкәрҙәре лә йылы ҡабул итте. Хеҙмәттәре тураһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Алматы, Астана, Абакан, Таулы Алтай, Будапешт ҡалаларының күренекле ғалимдарынан да ыңғай фекерҙәр, хуплау һүҙҙәре ишетә автор.
Тикшеренеүсенең «Боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары» исемле хеҙмәте, күләме артыҡ ҙур булмаһа ла, үҙ эсенә һыйҙырған мәғлүмәттәрҙең, факттарҙың, фараздарҙың күплеге, уларҙың төплө дәлилләнгән булыуы менән уҡыусының иғтибарын үҙенә тарта һәм шул рәүешле яҙылғандарға ышанырға һәм улар менән ризалашырға мәжбүр итә. Автор, әйтерһең дә, математика буйынса мәсьәлә сисә – һәр фекерен, фаразын бик күп ышаныслы, фәнни яҡтан нигеҙле миҫалдар, факттар менән дәлилләп, уларҙы төрлө шикләнеүҙәргә, энә лә төртөрлөк ек ҡалдырмайынса, һәр яҡтан уратып, ҡымтып ҡуя, тиергә була.
Китапта «Урал батыр» эпосындағы бер туғандарҙың үҙ-ара көрәшенә, «Ҡош юлы»на, «Ҡатил иле»нә, үгеҙгә, 7 һанына, «төньяҡ-төн-ҡыш» кеүек бик күп төшөнсәләр, символдарға бәйле күренештәр һәм эпизодтар конкрет археологик табыштар һәм этнография, фольклор материалдары нигеҙендә урынлы һәм төплө итеп аңлатылған.
Ғалимдың ошо юҫыҡтағы артабанғы эҙләнеүҙәренең емеше булараҡ донъя күргән икенсе китабы ла ғилми даирәлә тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты. Был хеҙмәтте нәшриәткә тәҡдим иткәндә билдәле ғалим, археолог, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов, уны юғары баһалап, Башҡортостан ғына түгел, ғөмүмән, тотош Рәсәй фәне кимәлендәге яңы күренеш һәм ул киләсәктәге төрлө яҡлы тикшеренеүҙәргә юл аса, тип хуплау рецензияһы яҙғайны.
Артабанғы йылдарҙа Зәкирйән Әминевтең «Башҡорттарҙың традицион мәҙәниәтендә ваҡыт-арауыҡ тураһындағы ҡараштар» (2008), «Урал батыр һәм мифология» (2013), «Урал батыр» эпосы: образдар һәм мотивтар семантикаһы» (2015), үҙенең тормош иптәше, тарих фәндәре докторы Лариса Әсхәт ҡыҙы Ямаева менән берлектә яҙған «Башҡорттарҙа исламдың региональ үҙенсәлектәре» (2009), «Башҡорт исламы: сығанаҡтары, үҫеше һәм бөгөнгө торошо» (2020) тигән береһенән-береһе тосораҡ булған монографик хеҙмәттәре донъя күрҙе. Уларҙы ла ғилми йәмәғәтселек бик ҡәнәғәтләнеп, хуплап ҡабул итте, китаптар тураһында ваҡытлы матбуғат биттәрендә һәм фәнни баҫмаларҙа байтаҡ ыңғай рецензия баҫылып сыҡты.
Башҡорттар ислам динен, мосолманлыҡты Волга буйы болғарҙарынан ҡабул иткән, тигән фекерҙең бер ниндәй тарихи ерлеге юҡ, тип иҫәпләй Зәкирйән Әминев. Әгәр бығаса йәшәп килгән фекергә ҡушылһаҡ, 921–922 йылдарҙа алыҫ Бағдад ҡалаһынан миссионерлыҡ миссияһы менән Болғарға килгән ғәрәп илселегенең сәркәтибе Әхмәт ибн Фаҙландың оло юлға сығырҙан алда уҡ хәҙерге Төркиә ерлегендәге Анатолияла Дауыт ибн Ғәли тигән башҡортто осратып, унан башҡорттар тураһында һорашыуын һәм Көньяҡ Урал аша үткәндә урындағы халыҡ менән үҙ янындағы ғәрәп телен бик яҡшы белгән мосолман башҡорт арҡылы аралашыуын нисек аңлатырға була һуң, тигән нигеҙле һорау ҡуя ул.
Ғалимдың әйтеүенсә, халҡыбыҙҙың ислам динен X быуаттан күпкә элгәрәк ҡабул итә башлауҙары археологик ҡомартҡылар аша ла иҫбатлана. Мәҫәлән, ти, ул 1945–1950 йылдарҙа археолог Р.Әхмәров, тыуған яҡты өйрәнеүселәр П.Михайлов һәм П.Ищериков тарафынан Стәрлетамаҡ эргәһендәге Левашовка зыяратында ҡаҙыныу эштәре ойошторола. Бер саҡрымдан ашыу һуҙылған була ул ҡәберлек, йәғни унда бер нисә быуын кешеләре ерләнгән. Иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткәне шул: унда мәйеттәр мосолман йолаларына ярашлы ер ҡуйынына тапшырылған. Отчеттарында үрҙә телгә алынған ғалимдар былай тип яҙып ҡалдырған: «Был урында куфи яҙыулы ғәрәп тәңкәләре һәм кешеләрҙе йөҙө менән көньяҡҡа, үҙҙәрен ҡәтғи рәүештә көнбайышҡа ҡуйып ерләнгән ҡәберлек табылды. Левашовка зыяраты Башҡортостандың көньяғындағы иртә (бик боронғо) мосолман зыяраты булыуы фаразлана. Йәғни унда кешеләр яу ҡоралы, йүгәне, биҙәүестәр һәм тәңкәләр менән ерләнгән. Тәңкәләрҙең береһе 712 йылғы булыуы асыҡ күренә. Башҡалары ла VIII быуатҡа ҡарай. Тимәк, ошо йылдарҙан һуң зыяратҡа ҡабат кеше ерләнмәгән» [2, 30-сы б.]. Был фактты ғалим ислам диненең башҡорттарға X быуатҡа тиклем үк, йәғни Әхмәт ибн Фаҙлан килеп китеүенән күпкә элгәре, инеүенә тағы бер конкрет дәлил тип атай.
Йәнә лә ҡыҙыҡ бер факт бар – ул арамей яҙмаһы, ти ул. Был яҙма иҫке төрки яҙмаһына тиклем үк ҡулланылышта булған. Арамей яҙмаһы ла беҙҙең территорияла, йәғни тарихи Башҡортостанда йыш табыла. Тимәк, төрки яҙмаһына тиклем арамей яҙмаһын ҡулланған беҙҙең ата-бабалар.
Боронғо тарихыбыҙға бәйле үҙенең ошондай уй-фараздарын Зәкирйән Ғәлимйән улы төрлө йыйынтыҡтарҙа һәм фәнни журналдарҙа баҫылған күп һанлы мәҡәләләрендә лә киң яҡтырта. Мәҫәлән, уның 2014 йылда Төркиәлә нәшер ителгән «Тәһликәдәге дилләр держисе» («Юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр журналы») баҫмаһындағы «Башҡорттарҙа тау культы реликты», 2020 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан «Российская тюркология» журналының берләштерелгән 3-4-се һандарындағы «Үтәгән» тигән башҡорт топонимы һәм уның боронғо төркиҙәрҙең «Үтүкән» аталмыш изге тауына мөнәсәбәте» тигән мәҡәләләре тотош ил, донъя ғалимдары иғтибарын йәлеп итте.
Ошондай хеҙмәттәрен бөтә донъяға билдәле Мәскәү ғалимы, фольклорсы С.Ю.Неклюдов, Санкт-Петербургта Кунсткамерала эшләүсе археолог, этнограф һәм фольклорсы Ю.Е.Березкин юғары баһалап, үҙҙәренең тикшеренеүҙәрендә уларға һылтанмалар яһанылар. Зәкирйән Ғәлимйән улы венгр этнографтары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Улар менән бергәләшеп боронғо дәүерҙәрҙә башҡорт-венгр бәйләнештәрен асыҡларға, аңларға тырыша.
Фәнде популярлаштырыу, ябай халыҡҡа ғилем, белем таратыу өлкәһендә лә әүҙем эшләй ғалим. Мәҫәлән, «Киске Өфө» гәзите биттәрендә баҫылған уның «Алты егет – ете ҡыҙ», «Хур ҡыҙҙары («хур» һүҙенең килеп сығышы)», «Ни өсөн һеркәһе һыу күтәрмәй («һеркә» һүҙенең килеп сығышы)» тигән мәҡәләләрен замандаштарыбыҙ бик ҡыҙыҡһынып ҡабул итте һәм ғибрәтләнде. Уның хеҙмәттәрендәге «иштәк», «юха», «шүрәле», «елән», «тәңре» кеүек һүҙҙәргә төплө аңлатмалар туған телебеҙ, тарихыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныусы һис кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Ғилми йыйынтыҡтарҙа «башҡорт» этнонимының, «Ирәмәл», «Яйыҡ» кеүек топонимдар һәм гидронимдарҙың килеп сығышы, этимологияһы тураһында ла бик йөкмәткеле мәҡәләләре донъя күрҙе.
Һуңғы йылдарҙа ул башҡорттарҙағы традицион һабантуй йолаларын Себер һәм Алтай төркиҙәренең шундай уҡ йола-ғәҙәттәре менән сағыштырма планда өйрәнеүгә күп көс һалды. Һабантуйҙағы бағанаға үрмәләү, тоҡ кейеп ярышыу, ат сабыштырыу, билбау көрәше кеүек күренештәрҙең һәр береһенең үҙ тарихы, мәғәнәһе булғанлығын һәм уларҙың халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына, донъяға ҡарашына туранан-тура бәйле икәнлеген ышандырырлыҡ итеп иҫбатланы.
Ғилем серҙәренең сиктәре юҡ, тип Зәкирйән Ғәлимйән улы халҡыбыҙҙың тарихи үткәне, сал быуаттарҙан ҡалған бай рухи хазиналары буйынса әленән-әле яңы эҙләнеүҙәр алып бара һәм асыштар яһай. Ғинуарҙа танылған ғалим 70 йәшен билдәләй. Уны матур ғүмер байрамы менән ҡотлап, ошо тынғыһыҙ эшмәкәрлегендә тағы ла ҙур уңыштарға өлгәшеүен теләйек.
Әҙәбиәт
1. Аминев З.Г. Космогонические воззрения древних башкир. – Уфа: Башлингвоцентр, 2005. – 140 с.
2. Материалы археологических раскопок 1945–1950 годов // Национальный архив Республики Башкортостан. Ф. Р-4423. Оп.1. Д.4.