– Йәлил Төхвәт улы, Һеҙҙең тәүге ғилми мәҡәләләрегеҙ студент саҡта, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡығанда уҡ, баҫыла башлаған. Фән менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ нисек башланды?
– Беренсе курста беҙ «Тупраҡты өйрәнеү» тип аталған предметты уҡый башланыҡ. Лекцияларҙы бөтә донъяға билдәле профессор Солтан Нурғәле улы Тайсынов һәм Башҡортостан еренә, уның тупрағына ғашиҡ профессор Айрат Шәрифҡол улы Ишемйәров бик ҡыҙыҡлы итеп уҡый ине. Беренсе курста уҡ мине Айрат Шәрифҡол улы үҙенә диплом эше яҙырға саҡырҙы. Шулай итеп, был энциклопедик белемле уҡытыусы мине, ғөмүмән, фән донъяһына йәлеп иткән беренсе кеше булды.
Фәрит Шәрифулла улы Ғәрифуллин, Борис Михайлович Миркин, Фәнғәт Хамат улы Хәзиевтарҙы ла остаздарым тип әйтер инем. Улар барыһы ла профессор, юғары квалификациялы белгес кенә түгел, ғүмерҙәрен фәнгә, йәш быуынды уҡытыуға бағышлаған киң күңелле кешеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәрит Шәрифулла улы менән Борис Михайлович беҙҙең аранан китеп барҙы.
– Институтты ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң ике йыл аграр университетта белем биреү, аспирантура, кандидатлыҡ диссертацияһы... Барыһы ла етеҙ һәм ыңғай барғандай. Әммә Һеҙ, ҡырҡа боролош яһап, яҙмышығыҙҙы тыуған яҡ менән бәйләргә ҡарар итәһегеҙ. Ошо аҙым өсөн үкенгәнегеҙ булманымы? Баймаҡта хеҙмәт юлығыҙ нисек башланды?
– Ысынлап та, баш ҡаланы ташлап тыуған яғыма ҡайтыуым ҡырҡа аҙым булды. Әлбиттә, Өфөлә эш һәм фән буйынса перспектива бар ине. Әммә күңелем тыуған яғыма тартты, һәм теүәл 30 йәшемдә мин Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Баймаҡ тәжрибә хужалығына ғилми хеҙмәткәр булып эшкә төштөм. Йәшлегемдең иң сағыу ун ике йылын баш ҡалала үткәргәнгәлер, тәүге осорҙа Өфөнө ныҡ һағына торғайным. Әммә ҡайтҡаныма бер ҙә үкенмәйем. Фәнде ташламаным, киреһенсә, баштан-аяҡ эшкә сумдым: тәжрибә баҫыуҙарында эксперименттар, ғилми мәҡәләләр, отчеттар… Хәйер, былар барыһы ла минең өсөн таныш эштәр ине.
– Һеҙ – Урал аръяғында ғилми-педагогик һәм фәнни үҙәккә нигеҙ һалыусыларҙың һәм оҫта етәкселек итеүселәрҙең береһе. Был төбәктә юғары уҡыу йорттары асыу, фәнде үҫтереү ҡасандыр мөмкин булмаған эш һаналған булһа ла, һеҙ, бер төркөм ғалимдар, Сибай ҡалаһын студенттар ҡаласығына әүерелдергәнһегеҙ, әллә күпме проблемаларҙы йырып сығырға батырсылыҡ иткәнһегеҙ. Ауыр саҡтарҙа Һеҙгә нимә көс бирҙе һәм алға әйҙәгән маяҡ булды?
– Сибайҙа Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының филиалдары асылыуы ыңғай ғына түгел, халҡыбыҙ өсөн үтә мөһим ваҡиғалар булды. Элегерәк беҙҙең яҡтан сыҡҡан ауыл балалары Өфөләге һәм башҡа төбәктәрҙәге вуздарҙа әҙерәк була торғайны. Уның төп сәбәптәренең береһе – райондың баш ҡаланан алыҫ булыуы. Юғары уҡыу йорттарының асылыуында Башҡортостан Хөкүмәтенең, Башҡорт дәүләт педагогия институты ректоры Эдуард Шәйхулла улы Хәмитовтың, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың һәм башҡа Урал аръяғы райондары башлыҡтарының роле баһалап бөткөһөҙ ҙур булды. Кадрҙарға килгәндә, тәүгеләрҙән булып Өфөнән, башҡа ҡалаларҙан сығышы менән үҙебеҙҙең яҡтан булған патриотик рухлы белгестәр: Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтүрин, Вәкил Исмәғил улы Хажин, Урал Сәлим улы Вилданов, Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнова, Ирек Сабир улы Сабиров, Ғөбәйҙулла Шәриф улы Илишев, Ғәҙилә һәм Илдус Бүләковтар, Фирүзә һәм Әҙһәм Барлыбаевтар ҡайтып, эш башлап ебәрҙе.
Сибайға эшкә мине ул ваҡытта кафедра мөдире булып эшләгән Сәфәрғәле Искәндәр улы саҡырҙы. 1994 йылдан алып минең эшем һәм тормошом Сибай менән бәйле. Педагогик коллектив бөтә яҡтан да әүҙем булды, өлгөлө эшләне, студенттарҙа туған телде, тыуған ерҙе һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һалдыҡ. Шул ваҡытта фәнгә ҡарата ла ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләнгәндер, тип уйлайым. Шулай итеп, тиҙ арала Сибайҙағы филиалдар уңышлы эшләгән вуздар рәтенә инеп китте. Был ҙур эштәргә этәргес көс булып халҡыңды, туған телде, тыуған яҡты, үҙ эшеңде һөйөү торалыр. Был әйткәнем институттың бөтә уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыла.
– Уҡыу йорттарының бөгөнгөһө нисек, киләсәге ышаныслымы?
– Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты бөгөнгө көндә юғары кимәлгә үҫешкән вуз, тип һанайым. Беренсенән, Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығының мониторингы буйынса, институт бөтә күрһәткестәр буйынса ла талаптарға яуап бирә. Икенсенән, өс тиҫтә йыл эсендә беҙ уҡытып сығарған белгестәр республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләп йөрөй. Шулар иҫәбендә үҙҙәрен фәнгә бағышлағандары ла бихисап, улар араһында 150-нән ашыу фән кандидаты һәм докторы бар. Һуңғы йылдарҙа бөтә Рәсәй вуздары кисергән ауырлыҡтарға ҡарамай, Сибай институты көндән-көн үҫә. Әлбиттә, уның киләсәге ышаныслы. Уҡытыусыларҙың күпселек өлөшөн үҙебеҙҙә уҡып сыҡҡан белгестәр тәшкил итә. Бөгөнгө көндә БДУ-ның Сибай институтын педагогия фәндәре кандидаты, доцент Илдар Сәлихйән улы Хәмитов етәкләй, ул беҙҙең технология факультетын тамамлаған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етәксебеҙ үҙен һәләтле һәм юғары даирәле ойоштороусы итеп күрһәтте.
2005 йылда асылған Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы ла бик уңышлы эшләп килә ине. 2009–2013 йылдарҙа мин уның етәксеһе булдым. Ун йыл эсендә заманса талаптарға яуап биргән матди-техник база, юғары квалификациялы белгестәр, китапхана һәм башҡалар – барыһы ла булдырылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гөрләп торған филиал 2015 йылда ниңәлер ябылды. Сәбәбе миңә билдәле түгел.
– Сибай институтында Һеҙ өлкән уҡытыусынан профессор дәрәжәһенә тиклем күтәрелгәнһегеҙ, 15 студентығыҙға кандидатлыҡ һәм 2-нә докторлыҡ диссертацияһы яҡлауға булышлыҡ иткәнһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтте дауам иткән ғорурланырлыҡ студенттарығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
– Институтта әлеге көндә дүрт факультет бар. Үҙем биология, экология, ер һәм тупраҡ тураһындағы фәндәр менән шөғөлләнгәнгә күрә, миңә тәбиғи-математик факультет студенттары менән күберәк эшләргә тура килде. Беҙ әҙерләгән белгестәрҙең 70-тән ашыуы бөгөнгө көндә ғилми дәрәжәгә эйә. Минең ғилми уҡыусыларымдың күпселеге беҙҙең факультетта уҡып сыҡҡан белгестәр. Барыһы ла уңышлы эшләп йөрөй. Уҡыусым, биология фәндәре докторы, доцент Резеда Фирғәт ҡыҙы Хәсәнованы айырым билдәләп үтер инем. Ул бөгөнгө көндә фәнни эшмәкәрлеген Стратегик тикшеренеүҙәр институтында дауам итә, әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта Сибай институтында профессор вазифаһын уңышлы башҡара. Ул 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография авторы, 2 фән кандидаты әҙерләне.
– Әлеге ваҡытта Һеҙ Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Сибай филиалы директоры, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директорының фән буйынса урынбаҫары булдығыҙ. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография авторы. Ошо хеҙмәттәргә бик күп көс һалынған!
– Урал аръяғында юғары белем биреү системаһын һәм фәнде үҫтереүҙә, ғилми-педагогик һәм фәнни кадрҙар әҙерләүҙә ҡатнаша алғаныма мин бик шатмын. Башҡарылған ғилми эштәр ҙә, яҙылған хеҙмәттәр ҙә минең үҙемдең генә ҡаҙанышым түгел – улар уҡыусыларым, коллегаларым менән бергәләп атҡарған уртаҡ хеҙмәт. Өфөнө ҡалдырып ҡайтып китеүемде элекке аграр университетта бергә эшләгән хеҙмәттәштәремдең күпселеге ғилми карьерама нөктә ҡуйыу тип ҡабул иткәйне. Әммә ысынбарлыҡта улай булманы – фәнде ташламаным. Улай ғына ла түгел, баш ҡаланан, үҙәктән алыҫта булып та фән өлкәһендә әүҙем һәм уңышлы эшләп була икәнен иҫбат итә алдым, тип уйлайым. Мин генә түгел, бергә эшләгән коллегаларымдың да уңыштары быға дәлил булып тора: бик күп фәнни эштәр башҡарылды, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡланды, бер нисә фәнни мәктәпкә нигеҙ һалынды. Улар араһында әлеге көндә уңышлы эшләп килгән Сәфәрғәле Йәнтүрин, Айрат Ишбирҙин, Әҙһәм Барлыбаевтарҙың фәнни мәктәптәрен һанап үтер инем.
– Ғилми эшмәкәрлегегеҙҙең төп йүнәлеше – көньяҡ райондарҙың экологияһын, тәбиғәт ресурстарын, тупраҡ сифатын өйрәнеү, уны һаҡлау һәм экологик йүнәлеш биреү саралары. Хеҙмәттәрегеҙҙең ҡайһыһы беҙгә – ошо ерҙә йәшәүселәргә – үтә мөһим?
– Һеҙ һанап киткән йүнәлештәр – улар барыһы ла актуаль мәсьәләләргә бағышланған. Шуға күрә ҡайһыһындыр айырып, мөһимерәк тип әйтмәҫ инем. Тәбиғи ресурстарға, файҙалы ҡаҙылмаларға бай ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү, ресурстарҙы файҙаланыу менән бәйле экологик проблемаларҙы асыҡлауға, уларҙы хәл итеүгә бағышланған ғилми эштәребеҙ байтаҡ ҡына. Һуңғы ваҡытта ғилми хеҙмәткәрҙәребеҙ экологияның кеше һаулығына тәьҫирен өйрәнеү менән дә шөғөлләнә башланы.
Шуныһын әйтеп үтергә кәрәк: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элек-электән, батша заманынан алып файҙалы ятҡылыҡтарҙың файҙаһын уларҙы үҙләштереүселәр генә күрә. Ә инде урындағы халыҡҡа йәрәхәтләнгән тәбиғәт, бер ниндәй ҙә консервация йәиһә рекультивация эштәре башҡарылмаған карьерҙар, отвалдар, руда байыҡтырыу ҡалдыҡтары, уларҙың йоғонтоһо арҡаһында ҡаҡшаған һаулыҡ менән проблемалар ғына тороп ҡала. Мәҫәлән, беҙҙең тикшеренеүҙәр буйынса, бөгөнгө көндә Йылайыр районында бер ниндәй ҙә руда эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеһы юҡ. Әммә батшалар заманында оҙаҡ ҡына эшләп, 100–170 йыл элек ябылған баҡыр иретеү заводтарының тәбиғәткә кире йоғонтоһо әлеге көндә лә дауам итә.
– Бер осрашыуҙа Һеҙ һуңғы йылдарҙа сәнәғәт предприятиеларының тәбиғәт объекттарының экологик торошона кире тәьҫирен ныҡлап өйрәнеүегеҙ, шуға бәйле рейдтарҙа ҡатнашып, ҡайһы бер ойошмаларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыуға ирешеүегеҙ тураһында һөйләгәйнегеҙ. Был бер ҙә еңелдән булмағандыр?
– Тәбиғи ресурстарҙы ҡулланыу иҡтисадҡа файҙа килтерһә лә, тәбиғәткә һәм кешеләрҙең йәшәү сифатына кире йоғонто яһауы билдәле. Рәсәй Президенты В.В.Путин «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең ХХ съезындағы телмәрендә кеше именлеге һәм һаулығының иң юғары ҡиммәт булыуын, уларҙың экология торошо менән туранан-тура бәйле икәнен һәм һис кисектермәйсә был проблемаларҙы хәл итеүгә күберәк иғтибар биреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтеп киткәйне. Ысынлап та, әҙерәк һуңлабыраҡ булһа ла, был мәсьәләләргә бөтә Рәсәйҙә лә, республика кимәлендә лә һуңғы ваҡытта иғтибар артты.
Һеҙ әйтеп киткән һөҙөмтәләр минең генә шәхси ҡаҙанышым түгел. Берҙән, урындағы халыҡ әүҙемләште. Икенсенән, Башҡортостан етәкселеге әүҙем эш башланы. Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров үҙе ҡыҙыҡһынып, килеп күреп, экологик проблемалар буйынса Баймаҡ ҡалаһында кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәнән һуң ер аҫты ҡаҙылмаларын ҡулланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм ошо сферала хоҡуҡ боҙоуҙы кисектереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия төҙөлдө. Һеҙ әйтеп киткән ҡайһы бер ҡаҙаныштар ошо комиссия тарафынан үткәрелгән эштәрҙең һөҙөмтәһе ул. Мин иһә, комиссия ағзаһы булараҡ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов етәкселегендә үткәрелгән рейдтарҙа ҡатнаштым.
– 2014 йылда баҫылған «Антропогенная трансформация почв города Сибай в зоне влияния предприятий горнорудной промышленности» йыйынтығында Һеҙ 2007–2012 йылдарҙа Сибай ҡалаһы биләмәһенең тупраҡ ҡатламын өйрәнеүҙәр һөҙөмтәһендә яһалған һығымталар менән таныштыраһығыҙ. Унда ҡаланың тупраҡ ҡатламын ауыр металдар ағыулауын һыҙыҡ өҫтөнә алаһығыҙ. Уларҙың сығанаҡтары тип предприятие ҡалдыҡтары, мәғдән сығарыу карьерҙары, транспорт, металлы пестицидтар, минераль ашламаларҙы билдәләйһегеҙ. Был проблеманы йәмәғәтселеккә еткереү буйынса ғалимдар ниндәй эштәр алып барҙы?
– Минең һәм И.Н.Семенова, А.Б.Зөлҡәрнәев, И.К.Хәбиров авторлығында сыҡҡан китапта күрһәтелгән проблемалар һәм һөҙөмтәләр Сибайға ғына түгел, һәр бер сәнәғәт предприятиелары булған ҡалаға хас. Бигерәк тә ҡара һәм төҫлө металлургия сәнәғәте урынлашҡан ҡалаларға. Йыйынтыҡ Сибай ҡалаһы биләмәһенең экологик хәле тураһында беренсе ғилми хеҙмәт түгел. Төрлө ғилми журналдарҙа, бүтән монографияларҙа ла беҙ был проблемаларҙы күтәрәбеҙ. Телевидениела ла, гәзит биттәрендә лә ул турала йыш сығыш яһайбыҙ. Шәхсән үҙем ошо мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитетында сығыш яһаным.
– Һеҙ тарихсы Фуат Сөләймәнов, ағайығыҙ – яҙыусы Хәлил Һөйөндөков менән берлектә 2012 йылда «Түңгәүер башҡорттары: Һөйөндөковтар нәҫеленең тарихы һәм шәжәрәһе» тигән йыйынтыҡ сығарғайнығыҙ. Документаль һәм этнографик сығанаҡтарға таянып, Һөйөндөковтар тармағы вәкилдәренең Түңгәүер ырыуының тархандары булыуын асыҡлағанһығыҙ. Энциклопедияға тиң йыйынтыҡты сығарыу нисек тормошҡа ашырылды?
– Был китаптың сығыуы республикала үткәрелеп килгән Шәжәрә байрамдары менән бәйле. Сибайҙа башҡорт шәжәрәләре менән төплө шөғөлләнгән тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, доцент Фуат Сөләймәнов менән бергә эшләгәс, бер туған ағайым яҙыусы ла булғас, туғандар менән кәңәшләшеп, үҙебеҙҙең Һөйөндөковтар нәҫеленең Шәжәрә байрамын үткәрергә, бөтә туғандарға иҫтәлеккә ҡалыр тип, булған мәғлүмәтте йыйып, китап итеп сығарырға булдыҡ. Әлбиттә, тарихи мәғлүмәттәрҙе йыйыуҙа Фуат Мырҙағәле улының өлөшө бик ҙур булды.
– Йәлил Төхвәт улы, әгәр ғалим булмаһағыҙ, үҙегеҙҙе ниндәй өлкәлә асыр инегеҙ?
– Музыкант булыр инем, тип уйлайым. Баянда уйнарға яратам, уны ҡулға алмаған көнөм бик һирәк. Күптән түгел йыр һөйөүсе уҡытыусыларҙы йыйып, институтта вокаль ансамбль ойоштороп ебәрҙем, бергәләп халыҡ йырҙарын да, элекке быуын һәм хәҙерге композиторҙарҙың әҫәрҙәрен дә башҡарабыҙ. Һуңғы ваҡытта йырҙар ижад итеү менән дә шөғөлләнә башланым. Ғаиләмдә лә бөтәһе лә йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ. Спектакль, концерттарҙы ҡалдырмай ҡарап барырға тырышабыҙ. Күмәкләп балалар менән йыйылғанда баянда уйнап, бейеп, йырлап күңел асабыҙ.
– Ғалимлыҡ менән ижадилыҡ нисек һыйыша икән? Композиторлыҡ һәләтегеҙ нисек асылды? Кемдәрҙең шиғырҙарына йырҙар ижад иттегеҙ?
– Музыка, баян, йыр – минең хобби. Эштәрем күп булһа ла, уға ваҡыт табырға тырышам. Был шөғөлдәрем эшкә ҡамасауламай, киреһенсә, булышлыҡ итә: нервы системаһын нығыта, тәнгә лә, күңелгә лә ял бирә. Йырҙар ижад итеү теләге миндә студент йылдарында уҡ булғайны, шул ваҡытта бер нисә йыр ҙа сығарғайным. Әммә тормош мәшәҡәттәре менән был шөғөл бик оҙаҡ йылдар онотолоп торҙо. Әлегә ижад иткән йырҙарым бик күп түгел, Аҫылғужа Баһуманов, Мотал Рәмов, Эдуард Мостафин, һуңғы ваҡытта класташтарым Фирүзә Абдуллина һәм Сәкинә Тотманова шиғырҙарына яҙам.
– Ғалим кешенең ғаиләһе ошолай итеп күҙ алдына килә: балаларын бағыу менән генә шөғөлләнеп өйҙә ултырған ҡатыны, аҡыллы балалары, атайға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт. Һеҙҙең ғаиләлә нисек?
– Ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәт яҡшы булмаһа, фән йә музыка менән шөғөлләнеп булмайҙыр ул. Икенсе яртың һинең эшеңде, ынтылышыңды аңламаһа, ярҙам итмәһә, ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеү мөмкин түгел. Беҙ ҡатыным Мөнирә менән бер ул, ике ҡыҙ үҫтерҙек. Уларҙы тәрбиәләүҙе, бигерәк тә бәләкәй саҡтарында, ҡатыным күбеһенсә үҙ өҫтөнә алды. Балаларҙы тәрбиәләүҙе генә түгел, бөтә эштәрҙе тиерлек үҙ өҫтөнә алмаған булһа, бөгөнгө ҡаҙаныштарыма тулыһынса ирешә алмаған булыр инем. Шулай ҙа ҡатыныма фәҡәт балалар менән генә шөғөлләнеп өйҙә ултырырға тура килмәне. Ул да биология фәндәре докторы, профессор, оҙаҡ йылдар Сибай институтында уҡытты.
Балаларыбыҙ һәр береһе тормошта үҙ юлын тапты. Өлкән ҡыҙыбыҙ Гөлназ Өфө ҡалаһының экология-биология үҙәгендә методист булып эшләй. Улыбыҙ Урал да Өфөлә, инженер-программист. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ Гөлшат АҠШ-тың Бостон ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса ветеринар булып эшләп йөрөй. Бөгөнгө көндә беҙҙең биш ейәнебеҙ, бер ейәнсәребеҙ үҫеп килә.
Ике ҡыҙыбыҙ ҙа Өфөлә аспирантура тамамланы, биология фәндәре кандидаттары. Күп осраҡта балалар атаһы йә әсәһе шөғөлләнгән фәнде һайлай һәм дауам итә. Беҙҙең ғаиләлә икенсерәк: ҡыҙҙарыбыҙҙың ғилми йүнәлештәре бүтән мәсьәләләр менән бәйле. Гөлназ геоботаника өлкәһендә диссертация яҙҙы, Гөлшаттың тикшеренеүҙәре бал ҡортоноң ауырыуҙары проблемалары менән бәйле.
– Һеҙҙең өсөн нимә ул фән?
– Фәндең кешелек өсөн булған әһәмиәте тураһында әйтеп тормайым. Ә минең өсөн ул – йәшәү рәүешелер, тип уйлайым.
– Һеҙгә фәһемле, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, йәнле аралашыуҙы класташығыҙ – шағирә Фирүзә Абдуллинаның Һеҙгә бағышланған шиғыры менән тамамлағы килә. Был шиғырға композитор Хәлил Биктимеров көй яҙған. Сибай филармонияһы артисы Әлфир Заманов башҡарыуында ул Һеҙҙең кеүек Ватандың рухлы ысын ир-егеттәренә мәҙхиә булып яңғырай.
Ысын ир-егеттәр
Ысын ир-егеттәр – донъя күрке:
Улар әйткән һүҙен тоталар,
Улар һүҙгә һаран, эшкә йомарт,
Тормош йөгөн төптән тарталар.
Ысын ир-егеттәр киң күңелле,
Ваҡ-төйәккә асыу һаҡламай.
Кәрәк икән – ярҙам ҡулын һуҙа,
Үткән үпкәләргә ҡарамай.
Ысын ир-егеттәр уй-фекерен
Һүҙ ыңғайы илгә фашламай.
Хаталарҙы ул кисерә белә,
Ауырлыҡта дуҫын ташламай.
Ысын ир-егеттең үҙ башы бар –
Ҡабатламай кеше фекерен,
Ул хәҡиҡәт итеп иҫбатламай
Бисә-сәсәләрҙең эс керен.
Ысын ир-егеттең ышығында
Ҡатын-ҡыҙға тыныс, уңайлы,
Балалары уның шат, бәхетле,
Ата-әсәләре ҡараулы.
Ысын ир-егеттең мөхәббәте
Бөтә ғүмеренә бер генә,
Һайлап алған ошо берәүенән
Айыра алыр һалҡын гүр генә.
Ысын ир-егеттәр ил хәстәрен
Иңдәренә һала аһ-зарһыҙ.
Шундай ир-егеттәр тураһында
Хыялланмай ниндәй ҡатын-ҡыҙ?!
Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.