Все новости

Тел һағында торған физик

Зиннур Әмир улы Сиражетдинов – республикабыҙҙа киң билдәле телсе ғалим: Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулланмалы лингвистика һәм диалектология бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты. Өс йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.Башҡорт дәүләт универ­ситетының физика факультетын тамамлаһа ла, тормошон ул филология фәне, ҡул­ланмалы лингвистика менән бәйләй. Башҡорт компьютер лингвистикаһына юл ярыу­сыларҙың береһе.

Тел һағында торған физик
Тел һағында торған физик

«Мин алтыға уҡыясаҡмын»

Бәләкәйҙән зирәк була Зиннур. Мәктәпкә төшкәнсе ул тик башҡорт телендә генә уҡый-яҙа белә, ә инде Өфөгә күсеп килгәс, ҡалала милли мәктәп булмауы балаға ауырлыҡтар тыуҙыра. «Улым, һин бишлегә генә уҡы», – тип өгөтләй уны әсәһе. Ә улы: «Әсәй, мин бишлегә түгел, мин алтыға ғына уҡырмын», – тип яуаплай. Беренсе класҡа ул 44-се ҡала мәктәбенә бара.
1970 йылда Өфөлә беренсе ҡала башҡорт мәктәбе асылғас, малай 5-се класҡа шунда уҡырға күсә. Уҡыусының тормошта йүнәлеш һайлауын күпселек осраҡта уҡытыусы билдәләй. Зиннур Әмир улының юғары уҡыу йортон һайлауҙа физика уҡытыусыһы Мөхәмәт Ғәли улы Исҡужин һәм математика уҡытыусыһы Мөхәмәт Мостафа улы Моратов мөһим роль уйнай. Улар малайҙа теүәл фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мәктәптә уҡығанда ул был фәндәр буйынса район һәм ҡала олимпиадаларында ҡатнашып, юғары урындар яулай һәм артабанғы уҡыуын физика фәне менән бәйләү теләге тыуа. Ябай физика түгел, ә теоретик йәҙрә физикаһы өлкәһендә. Туғыҙынсы кластан башлап Мәскәүгә МИФИ, МФТИ вуздарына инергә хыяллана. Ләкин һаулығы арҡаһында ата-әсәһе лә, ихтирам иткән уҡытыусылары ла ситкә китергә фатиха бирмәй. Һәм ул Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инеп, 1981 йылда уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Һәм бына май айы аҙағы, эшкә тәғәйенләү көнө. Ректоратта ултырышты проректор Миҙхәт Ғәйнуллин алып бара. Кафедра мөдире, профессор Миркашир Миңлеғәли улы Фарзетдинов Зиннурҙы кафедрала алып ҡалыу, артабан аспирантураға инеү мәсьәләһен күтәрә. Шунда М.Ғәйнуллин һорау бирә: «Ә һеҙҙә милли мәсьәлә нисек?» М.Фарзетдинов аптырап ҡала: «Ҡайһылай нисек?» М.Ғәйнуллин һорай: «Башҡорттар кафедрала нисә процент?» Миркашир Миңлеғәли улы яуап бирә: «Башҡорттар 40 процент». «Юҡ, булмай шул, процент арта», – ти М.Ғәйнуллин. Шулай итеп, Зиннур Әмир улын конструкторҙар бюроһына эшкә тәғәйенләп, теләгең булһа, өс йылдан һуң кафедраға аспирантураға килерһең, тип университеттан оҙаталар.
Юҡ, был йәш белгес өсөн аяҙ көндә йәшен һуҡҡан кеүек булмай. Сөнки күңеле был ваҡытта нисектер физикаға яйлап һыуынып барған була. Уның фекеренсә, ысын физика фәне Өфөлә түгел, ә Мәскәүҙә, Өфөлә бары тик ҡулланмалы физика ғына.
Был турала Зиннур Әмир улы: «Физика фәне әллә ниндәй юғал­тыуҙар кисермәгәндер, ләкин баш­ҡорт филологияһы өсөн был ыңғай күренеш булды», – тип йылмайып иҫкә ала.

Атанан күргән – уҡ юнған...

Шәхестең донъяға ҡарашы кескәй сағынан, ғаилә тәрбиәһенән башлана. Зиннур Әмир улы 1959 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында ғаиләлә тәүге бала булып тыуа. Әсәһе Клара Һәҙиәт ҡыҙы Мөхәмәтдинова унынсы класты тамамлап, мәктәптә пионерҙар ойошмаһын етәкләп йөрөгән саҡта, ауылға Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған йәш агроном Әмир Мөхәмәҙиә улы йүнәлтмә менән эшкә килә. Ул ваҡытта юғары белемле агрономға мохтажлыҡ ныҡ һиҙелә, йәш белгес колхоз эшенә башкөллө сума. Бер саҡ уҡыусыларҙы мәктәп эшселәре менән яланға эшкә ебәрәләр, шунда йәштәр таныша. Уларҙың өс балаһы ла – ҡыҙҙары Таңсулпан, улдары Зиннур менән Салауат Сәйетбабала тыуа.
Артабан һәләтле агрономдың эш һөҙөмтәләрен күреп, Өфөгә Ауыл хужалығы министрлығына эшкә саҡыралар. Биш йәшенән алып Зиннур Әмир улы Өфөлә үҫә. Туған халҡы араһында аңы асылған, ата-әсәһенең халыҡ мәнфәғәте өсөн йәшәгәнлеген күреп үҫкән бала була ул.
Әсәһе «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эш башлай, ситтән тороп юғары белем ала. Рәми Ғарипов менән бер редакцияла эшләргә лә насип була уға. Башҡортостан телевидениеһында милли редакцияла хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә, ике шиғырҙар китабын баҫтырып сығара.
Атаһы эш буйынса ауылдар буйлап командировкаларҙа йөрөй. Бөтә республиканы арҡыры-буйға үтеп, ауыл халҡы менән тығыҙ аралашҡан, уларҙың ҡараштарын яҡшы белгән кеше була. Әмир Мөхәмәҙиә улы уңыш алыуҙы арттырыу өсөн һаҙлыҡтарҙы киптереү эшенә ҡаршы булған, шуға әсенгән. Бер саҡ һеңлеһе Таңсулпан атаһына: «Атай, ҡара әле, бына гәзиттә ауыл халҡы: «Һаҙҙарҙы киптерергә бирмәйек, инеш-йылғаларыбыҙ ҡороясаҡ бит! Бына министрлыҡтан Әмир Сиражетдинов килеп, киптерергә өгөтләп йөрөй, бирешмәйек!» тип яҙып сыҡҡан. Быны нисек аңларға?» – тигән һорау бирә. Атаһы йылмайып ҡына: «Бик дөрөҫ яҙылған, ҡыҙым!» – тип кенә яуап­лай. Һуңынан ул мәҡәләне Әмир Мөхәмәҙиә улы үҙе ауыл кешеләре исеменән яҙған булыуы асыҡлана. Шулай итеп, тәбиғәтте яҡлап, үҙ халҡының киләсәген уйлап, Әмир Мөхәмәҙиә улы «үҙен-үҙе хурлай». Нишләһен инде, партия ағзаһы, министрлыҡ вәкиле...
Иҙел Агишев, Мөхәмәт Исҡужин, Хәниф Вәлиев, Рәми Ғариповтар менән бергә күпме көс һала Әмир Мөхәмәҙиә улы беренсе ҡала башҡорт мәктәбен асыу өсөн! Эштән һуң, ял көндәре торлаҡ идаралығында булып, башҡорттар йәшәгән фатирҙарҙың исемлеген алып, өйҙәр буйлап та йөрөгәндәр. Атаһын обкомға саҡыртып, партия ағзаларының «бурысын» иҫенә төшөрөп, бындай эштәргә ҡатнашмаҫҡа ҡәтғи киҫәтеп тә ҡуйғандар, хатта эштән ҡыуыу, партиянан сығарыу менән дә янағандар. Министрлыҡтан ял көндәре, кистәрен бер нисә тапҡыр фатирҙарына ла килеп тикшереп йөрөгәндәр: ҡайҙа ул, ниңә өйҙә ултырмай? Бына шуларҙы күреп үҫкән Зиннур Әмир улы туған теленә, уның яҙмышына битараф ҡала алмай.
Атаһының был эшен баһалап, ул: «Беҙ халҡыбыҙҙың рухи та­мырҙарынан айырылмай, туған телебеҙҙә уҡып белем алған өсөн атайыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа башҡорт телендә тәрбиәләнде, милләтенең яҙмышы-булмышы менән үҫте, олаталарының рухын дауам итә. Иншалла, ейәндәребеҙ ҙә шулай дауам итер», – ти.


Физиканан – филологияға

Зиннур Сиражетдинов прорек­торҙың бүлмәһенән йүнәлтмә алып сыҡҡас, университет фойеһында төштән һуң 2-се аудиторияла башҡорт теле буйынса диссертация советында Искәндәров Рим Сәйетбаттал улының Сәғит Агиш әҫәрҙәренең теленә бағышланған кандидатлыҡ диссертацияһының ҡаралыуы тураһындағы иғланды күреп ҡала. Ҡыҙыҡһынып, шул совет ултырышына инеп китә. Диссертанттың беренсе оппоненты булып Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин сығыш яһай. Сығышында ул айырым яҙыу­сыларҙың телен тикшереүҙең мөһимлеген күрһәтеп, телселәрҙе шундай тикшеренеүҙәрҙе әүҙем­ләштерергә, улар нигеҙендә яҙыу­сыларҙың шәхси һүҙлектәрен төҙөргә саҡыра. Зиннур Әмир улына был сәйер тойола: «Әле бит аңлатмалы, башҡортса-русса, русса-башҡортса һүҙлектәр ҙә юҡ һатыуҙа. Шуларҙы беренсе сиратта төҙөмәйме телселәребеҙ?» Һәм ултырыштан һуң Зиннур Ғәзиз улына шул һорауҙарын бирә.
З.Ғ.Ураҡсин башҡортса-русса академик һүҙлектең төҙөлөп, баҫмаға әҙерләнеп ятыуын аңлата. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты телселәре киләсәктә русса-баш­ҡортса һүҙлек өҫтөндә лә эшләргә ниәтләнеүен белдерә. Йәштәрҙең телгә битараф түгеллегенә ҡыуанып, үҙе һорап ҡуя: «Һеҙ кем булаһығыҙ, филолог студентмы? Мин университетта ла, пединститутта ла лекцияларҙы йыш уҡыйым, тик ниңәлер мин һеҙҙе элек күргәнем юҡ». Йәш кешенең теүәл фәндәр вәкиле буласағын ишеткәс, Зиннур Ғәзиз улы башҡорт теле өсөн электрон хисаплау машиналарын (ул ваҡытта компьютер һүҙе булмай әле) ҡулланып, йышлыҡ һүҙлектәр төҙөү мөһимлеген дә белдерә. «Ләкин был эш тотҡарлана, сөнки кадрҙар юҡ, – тип зарлана З.Ғ.Ураҡсин. – Бына һеҙ, теүәл фәндәр кешеһе, беҙгә ярҙам итһәгеҙ ине был эштә», – тип һүҙен тамамлап, ҡағыҙға үҙенең телефон номерын яҙып бирә...
Ләкин был эштә «ярҙам күрһә­теү» Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә урынлашыуҙы талап итә икән, сөнки был эште бер кем дә башламаған, нисек башҡарыуҙы ла бер кем белмәй булып сыға. Ә институтҡа эшкә урынлашыу еңелдән булмай: штатта урын юҡ, шул сәбәпле ул ике йыл конструкторҙар бюроһында ЭВМ үҙәгендә эшләй, шул уҡ ваҡытта башҡорт теленең йышлыҡ һүҙлеген төҙөү принциптарын булдыра, фәнни мәҡәлә әҙерләй. Ниһайәт, 1983 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына күсеү мөмкинлеге тыуғас, Зиннур Әмир улы «Кабель» конструкторҙар бюроһынан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалына килешеү буйынса күсерелә. Ләкин институтҡа күсеү менән генә йышлыҡ һүҙлеген төҙөүгә тотоноп булмай икән. Уның өсөн СССР Фәндәр академияһы махсус ғилми теманы асырға тейеш, быға тик фән кандидаты дәрәжәһенә эйә булғандар ғына өмөт итә ала. Физиктан дәрәжәле филологҡа әүерелеү мәсьәләһе тыуа. «Һәр физик күңеленән лирик» тиһәләр ҙә, фәнни филология өсөн ул ғына аҙ шул.
З.У.Ураҡсиндың тәҡдиме менән Зиннур Сиражетдиновты Ҡаҙағ­стандың Алматы ҡалаһындағы Тел белеме институтына матема­тика лингвистикаһы буйынса ста­жировкаға ебәрәләр. Билдәләнгән ике йыллыҡ стажировканы ул бер йылда үтеп, икенсе йылына шул институттың аспирантураһына уҡырға инә. Буласаҡ ғалимдың тырышлығын күреп, аспирантураға инеү имтихандарының һөҙөмтәлә­рен баһалап, билдәле төркиәтсе, Тел белеме институты директоры академик Әбдүвәли Туғанбай улы Хәйҙәров үҙе ғилми етәксеһе булырға ризалаша. Ғилми консультант итеп математик лингвистика белгесе Асҡар Хоҙайбиргән улы Жубанов тәғәйенләнә. Шулай итеп, бер остаз урынына ике остаз, ҡаҙаҡ халҡының ике арҙаҡлы ғалимы әҙерләй башҡорт теле өсөн мөһим булған ҡулланмалы лингвистика белгесен.
Зиннур Әмир улы, математика лингвистикаһы өлкәһендә эшлә­гән башҡа ғалимдарҙан айыр­малы рәүештә, классик тел белеме өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул башҡорт теленең 15 һүҙлеге авторы һәм авторҙашы. Шуларҙың араһында «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге», ике томлы «Русса-башҡортса һүҙлек», башҡорт теленең 10 томлыҡ академик һүҙлеге, терминологик һүҙлектәр, топонимик белешмә-һүҙлектәр бар һ.б. Был һәләте остазы академик Ә.Т.Хәйҙәровтан килә. «Әбдүвәли Туғанбай улы былай тип әйтә торған ине: «Математик ысул менәнме, башҡа ҡулланмалы ысулдар менән эш итһәң дә, һинең төп маҡсатың – милли телең булырға тейеш. Уны тикшереү һәм, иң мөһиме, уны яҡлау, үҫтереү, уға хеҙмәт итеү – телселәрҙең төп бурысы. Ә математика, ЭВМ-дар – улар бары тик был изге эштә ысулдар ғына», – тип хәтерләй Зиннур Әмир улы. Һәм ул остазынан ҡабул иткән ошо принциптарға бөгөнгө көнгәсә тоғро булып ҡала.
Аспирантураның аҙағына З.Си­ражетдинов «Дауыт Юлтыйҙың «Ҡан» романы лексикаһы (квантитатив-стилистик анализ)» тигән диссертация эшен тамамлап, етәксеһенә тапшыра. Эш юғары баһалана, яҡлау көнө сиратҡа ҡуйыла һәм ғалимдың тырышлығын, эрудицияһын иҫәпкә алып, Тел белеме институтында эшкә ҡалырға тәҡдим ителә. Ярты йыл йәш ғалим ҡулланмалы һәм эксперименталь лингвистика бүлегендә эшләй. Ләкин тыуған яғы, Башҡортостаны үҙенә тартҡас, ул Өфөгә, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына әйләнеп ҡайта.
Шулай ҙа Ҡаҙағстан менән бәйләнеше өҙөлмәй, бер йылдан ул Тел белеме институтында канди­датлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Йыш ҡына ғалимды Алма­тыға, Нур-Солтанға, Аҡтүбәгә кон­ференцияларға саҡырып торалар.

Компьютер технологиялары ҡулланып...

Зиннур Әмир улы, филология фәндәре кандидаты булараҡ, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында инде 33 йыл ғилми эш башҡара. Хәҙерге көндә ул – әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр, институттың ҡулланмалы лингвистика һәм диалектология бүлеге мөдире. Ғалимдың төп йүнәлеше – компьютер лингвистикаһы. Ул үҙ тирәһенә йәш белгестәр туп­лай, уларҙың арымай-талмай башҡарған эштәренең һөҙөмтәләре булып башҡорт теленең машина фонды, лингвистик корпустары, терминология банкы барлыҡҡа килә. Ләкин уларҙы төҙөү өсөн башҡорт шрифтары, башҡортса клавиатура кәрәклеге асыҡлана. Туҡһанынсы йылдарҙа Зиннур Әмир улы Windows операциялар системаһы өсөн башҡорт клавиатураһы программаһын, бер нисә шрифт булдыра һәм уларҙы ҡулланыусыларға тарата. Артабан Майкрософт компанияһына мөрәжәғәт итеп, был клавиатураны рәсмиләштерә, компания тарафынан башҡорт шрифтын булдырыуҙа ҡатнаша. Һөҙөмтәлә Vista верси­яһынан башлап башҡорт теле Windows операциялар системаһына инеп китә. Ә уға тиклем, 90-сы йылдарҙа күпме ауырлыҡтар күрә компьютерҙа эшләүселәр: үҙеңә клавиатура программаһын эшләргә, шрифтарҙы ҡайҙандыр табырға кәрәк, а уларҙы ҡуйғас инде йыйылған текстарҙы икенсе компьютерҙа асып булмай, сөнки кодтар айырыла.
Шул уҡ йылдарҙа Зиннур Әмир улы ABBY House компанияһы менән бәйләнешкә инеп, башҡорт текстарын сканерлап, автоматик рәүештә таныу өҫтөндә лә эш башҡара. Был эш тә уңышлы тамамлана: 2003 йылдан Fine Reader 5.0-дән алып башҡорт теле оптик системалар аша таныла торған телдәр рәтенә инә. Хәҙер инде баҫылған текстарҙы ҡулланыусылар яңынан ҡулдан йыймайынса, сканерлап ҡына компьютерға индерә.
Юғарыла һанап кителгән эш­тәрҙе башҡарып сыҡҡас, Зиннур Әмир улы башҡорт теленең машина фондын булдырыу теләге менән яна башлай. 1998 йылда уҡ тәҡдим иткән фондтың концепцияһы Башҡортостан фәнни үҙәге менән Башҡортостан фәндәр академияһы президиумының берлектәге ултырышында хуплау таба, ләкин финанслау мәсьәләһе бары тик Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителгәс кенә хәл ителә. 2006 йылдан алып Машина фонды интернет селтәрендә эшләп килә (mfbl2.ru). Был фондты республикала күрмәгән-белмәгән кеше юҡтыр. «Сервер профилактика эштәре буйынса бер-ике сәғәткә генә туҡтатылһа ла, кешеләр борсолоп, «Ни булды икән, Зиннур ағай, ниңә эшләмәй?» тип шылтырата башлай, – ти Зиннур Әмир улы. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был фонд бер генә серверҙа, уныһы ла бер ябай ғына 16 йыл эшләп килгән компьютер. Көн дә эшкә барғанда бер генә һорау борсой мине – тереме икән серверым. Сервер алыу мәсьәләһе менән нисәмә йылдар инде ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәм дә, һөҙөмтә юҡ», – ти Зиннур Әмир улы.
Ә Машина фондында ниндәй тел байлығы тупланған бит! Күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ!
Башҡорт теленең генераль картотекаһы. Был картотека – институттың ҡағыҙ рәүешендә тиҫтәләрсә йылдар бер нисә бы­уын телселәре йыйған мәғлүмәттең электрон варианты. Унда һүҙҙең ҡайһы стилгә ҡарағанлығы, әҙәби­ме, әллә диалект һүҙме, ҡайһы тел­дән башҡорт теленә ингәнлеге һ.б. күрһәтелә.
Һүҙлектәр. Был өлөштә теле­беҙҙең 58 һүҙлеге тупланған: баш­ҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, ике телле һүҙлектәр (башҡортса-русса, русса-башҡортса, башҡорт­са-инглизса, башҡортса-төрөксә), терминдар, белешмә, йышлыҡ, синонимдар, фразеология һүҙлектәре һ.б.
Эксперименталь-фонетик база. Бында өндәрҙең арти­куляцияһы, спектрограммалары билдәләнгән. Ун меңгә яҡын һүҙҙән торған аудиоһүҙлек тә урын алған.
Һәм башҡа базалар ҙа фондта урын алған. Һанай китһәң, мәҡәләбеҙ бары тик шуларҙы ғына һанап сығыуға бағышланасаҡ.
2013 йылдан алып Зиннур Әмир улы коллегалары менән бергә интернет селтәрендә Башҡорт теленең терминология базаһын да булдырҙы (bashterm.ru). Был мәғлүмәт базаһы – терминология комиссияһы хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, редакция хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән махсус сығанаҡ. Унда 100 меңдән ашыу башҡорт һәм рус телендә ҡулланылған терминдар тупланған. Әлеге көндә был Рәсәй Федерацияһында һәр кем өсөн асыҡ булған берҙән-бер терминология базаһы.
Оҙаҡ йылдар Зиннур Әмир улы хеҙмәттәштәре менән башҡорт те­ленең корпустары проекты өҫтөндә эш алып бара. Әлеге көндә проза әҫәрҙәре, публицистика һәм башҡорт фольклоры буйынса өс пилот проекты эшләнгән. Уларҙың дөйөм күләмен 100 миллион һүҙҡулланылышҡа еткереп, яңы корпустар ҙа өҫтәп (аудио, уҡыу әсбаптары корпустары), башҡорт теленең дөйөм милли корпусына әүерелдереү – ғалимдың төп теләге. «Бының өсөн республика хөкүмәте тарафынан ярҙам кәрәк. Ләкин дүртенсе йыл был турала һүҙ бара, конкрет ярҙам әле булһа ла юҡ», – ти ғалим.
2017 йылда Зиннур Әмир улы­ның фәнни эштәрен иҫәпкә алып, уны Рәсәй төркиәтселәр комитетына ағза итеп һайлайҙар. 2018 йылда Рәсәй фәндәр академияһының президиумы уны компьютер линг­вистикаһы буйынса эксперттар исемлегенә индерә. Был сифатта ғалимыбыҙ үҙе фәнни институттар­ҙың эшенә баһа бирә.
2014 йылда Өфөлә «Рәсәй ха­лыҡтары телдәре диалектология­һының көнүҙәк проблемалары» исемле халыҡ-ара конференция сиктәрендә «Компьютер лингвистикаһы» секцияһы эшләй. Конференцияға Алматынан Тел белеме институты директоры урынбаҫары һәм ҡулланмалы лингвистика бүлеге вәкилдәре килә. Уларҙың араһында остазы Асҡар Хоҙайбиргән улы Жубанов та була. Ҡаҙаҡ ғалимдары башҡорт ғалимдарының эшен юғары баһалай. «Шәкерттәр остаздарынан алған белемдәре менән ары китергә тейеш, шул саҡта ғына фән алға барасаҡ. Ваҡытында ул минән өйрәнде, хәҙер килеп мин унан өйрәнәм. Тимәк, мин уны юҡҡа ғына оло фән юлына сығармағанмын», – ти Асҡар Хоҙайбиргән улы Баш­ҡортостан телевидениеһына биргән интервьюһында. Әйтеп китәйек, конференция барышында Зиннур Әмир улы етәкләгән лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы ике проектты күрһәтә: башҡорт теленең проза һәм публицистика корпустары. Ул йылдарҙа лингвистик корпустар төрки телдәре араһында бары тик татар һәм башҡорт телдәре бу­йынса ғына төҙөлгән була. Бары тик башҡорт теле буйынса корпустар үҙебеҙҙең милли корпус менеджеры нигеҙендә эш итә. Татар коллегаларыбыҙҙың корпусы был осорҙа әрмән корпусы менеджеры нигеҙендә эшләй.
Шул йылдан башлап ҡаҙаҡ ғалимдары менән берлектә төрки телдәренең текстарын автоматик рәүештә анализлау эше башлана. Һуңыраҡ был эшкә ҡырғыҙ ғалимдары ла ҡушыла. Ниһайәт, был ҙур эш коллектив монография менән тамамлана. Сит ил ғалимдары менән берлектә яҙылған һәм мәғлүмәт технологияларын тел мөхитенә индереүгә бағышланған «Төрки телдәренең һүҙ формаһын синтезлау» монографияһы (Алматы, 2019) фәнни донъяла юғары баһа ала.


Телгә хеҙмәт итеү ғилми эш менән генә сикләнмәй

Зиннур Сиражетдиновтың фән өлкәһендәге хеҙмәте – телебеҙҙе яҡлау, ҡурсалау, уны пропагандалау, үҫтереү. Телсебеҙ был эште фән өлкәһендә генә алып бармай, ул уның дөйөм йәшәү мәғәнәһе лә булып тора. Ғалим студенттар араһында лекциялар менән сығыш яһай, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты студенттары уның сығыштарын ихлас тыңлай.
Ул Башҡортостан Хөкүмәте һәм Өфө ҡала хакимиәте янындағы терминология комиссиялары ағзаһы. Әлеге көндә ул ҡала терминология комиссияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Өфө урамдары исемлеге» тигән яңы белешмә-һүҙлек өҫтөндә эш алып бара. Ҡала хакимиәте тарафынан алып барылған алтаҡталар, реклама, эш ҡағыҙҙары текстарында хаталарҙы киҫәтеү эшендә лә ул әүҙем ҡатнаша, район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәренә рәсми ҡағыҙҙарҙа башҡорт шрифтарын ҡулланыу мөмкинлеге буйынса тәжрибә менән уртаҡлашып, шрифтар тарата. Ваҡытында телебеҙ өсөн Хөкүмәт ҡарары менән Паратайп компанияһы һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 18 башҡорт шрифтын эшләп, лицензиялары менән хөкүмәт ойошмаларына таратҡан ине. Ләкин йылдар үтеү менән ҡайһы бер ойошмаларҙа шрифтар юғалып та бөткән, ә Зиннур Әмир улында улар һаҡлана.
2001 йылдан алып «Башҡор­тостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законын ғә­мәлләштереүгә арналған саралар­ҙы тормошҡа ашырыуға ла Зиннур Әмир улы көс һалған. «Башҡорт теле һәм мәғлүмәт технологиялары» бүлектәре уның тарафынан төҙөлгән.
Зиннур Әмир улы Мәғариф министрлығы мөрәжәғәттәренә лә битараф ҡалмай. 2002–2012 йылдарҙа ул министрлыҡ төҙөгән ижади төркөмдәрҙе етәкләй, улар менән башҡорт теле буйынса 12 электрон әсбап эшләй. Шуларҙың араһында «Башҡортса өйрәнәйек» әсбабы Волга регионы округында төҙөлгән иң яҡшы милли электрон әсбап тип табыла. Әсбапты программалаусы – уның бер туған энеһе Салауат Әмир улы Сиражетдинов.
Ҡаҙағстанда уҡыған йылдарында ғалим ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ телдәрен өйрәнә, иркен һөйләшә. 2015 йылда республикала Хөкүмәт башлығы мөрәжәғәте буйынса ҡырғыҙ халҡының героик «Манас» эпосын башҡортсаға тәржемә итеү өсөн ижади төркөм төҙөлә. Тәржемәне руссанан эшләргә булалар: ҡырғыҙ телен белеүсе булмай. Быны ишетеп, Зиннур Әмир улы ҡырҡа ҡаршы төшә. Сөнки туғандаш халыҡтың фольклорын сит телдән тәржемә итһәң, уның бөтә үҙенсәлеге юғала бит. Ул үҙен төркөмгә индереүҙе һорай, артабан етәксеһе итеп тәғәйенләнә, дөйөм тәржемәнең мөхәррире була. Ғалим уның менән генә сикләнмәй, китаптың биҙәлешендә лә ҡатнашып, ҡырғыҙҙарҙың мәҙәниәтен, булмышын сағылдырған эскиздарҙы төшөрөүҙә рәссамға кәңәштәр бирә. Эште уңышлы башҡарып сыҡҡас, Ҡырғыҙстанға Башҡортостан хөкүмәте делегацияһы менән презентацияға бара, ҡырғыҙ телендә сығыш яһап, ҡәрҙәштәребеҙҙе бик ҡыуандыра, Ҡырғыҙстан мәҙәниәт министрлығы исеменән Рәхмәт хаты ала. Шул сәйәхәтендә ул «Урал батыр» эпосын ҡырғыҙ теленә тәржемә итә башлаған билдәле ғалим Абдуали Ибраһимов менән осрашып, консультация бирә.


Балалары менән бәхетле һәм ғорур

Фән эше үҙенә тулыһынса бирелеүҙе талап итә, ләкин әҙәм затына ныҡлы тыл да кәрәк бит. Ғалим өсөн ул – уның ғаиләһе. Тормош иптәше Венера Муллабай ҡыҙы, республикабыҙға өс Салауат Юлаев исемендәге юғары премияға лайыҡ шәхестәр биргән данлыҡлы Ҡаңны-Төркәй ауылы ҡыҙы, ысын мәғәнәһендә ныҡлы терәк. Венера Муллабай ҡыҙы 136-сы башҡорт гимназияһында башланғыс клас­тарҙы уҡыта, Халыҡ мәғарифы отличнигы, башҡорт балаларын милли рухта тәрбиәләп, тормош юлында ышаныслы аҙымдар менән барһындар өсөн күп көс һала. Уның уҡыусылары район, ҡала, республика олимпиадаларында юғары урындар яулай. Был хеҙмәте өсөн педагог Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Зиннур Әмир улы тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Билал мәғлүмәт технологиялары буйынса белгес, Мәскәүҙә Сбер компанияһында йүнәлеш етәксеһе. Әйтеп китәйек, башҡорт теленең терминология базаһын Зиннур Әмир улы Билал улы ҡатнашлығында эшләй. Базаны тәьмин итеүсе программа – улының курс эше. Ҡыҙы Ләйсән медицина өлкәһен һайлай, врач-терапевт, иптәше Радмир менән Камил исемле ул үҫтерә. Игеҙәк балалары Асҡар менән Камила Өфө авиация университетында мәғлүмәт технологияһы һәм кибернетика бу­йынса белем ала.
Балалары менән улар бәхетле һәм ғорур. 2005 йылда Сиражетдиновтар «Һиңә, республикам, минең хеҙмәтем» исемле республика ғаиләләр конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулаған. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтан Рәхмәт хаты алып, президентыбыҙ менән фотоға ла төшәләр. Был фото республика гәзиттәрендә баҫылып сыҡты.
Бына шундай ул тынғыһыҙ телсе ғалимыбыҙ Зиннур Әмир улы Сиражетдинов. Әлеге көндә ул яңы пландар менән йәшәй. Бүлек хеҙмәткәрҙәре менән ике дәүләт ғилми темаһын алып бара. Береһе республикабыҙҙың көньяҡ ра­йондары башҡорт гәзиттәренең лингвистик корпусын булдырыуға бәйле. Икенсеһе – башҡорт һөйләштәренең мәғлүмәт системаларын булдырыу, шуларҙың береһе – һөйләштәрҙең интернетта географик мәғлүмәт системаһы, йәғни интерактив картала һөйләштәргә ҡараған бар торлаҡ пункттарын теркәп, уларҙың үҙенсәлектәрен сағылдырған фонетик, лексик, семантик, синтаксик һәм тарихи-этнографик мәғлүмәттәрен беркетеү. Был һәм башҡа пландарының тормошҡа ашыуын һәм иң мөһиме – иҫәнлек-һаулыҡ теләйек ғалимға.


Әҙәбиәт

1. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге / Рәсәй Фәндәр академияһы, Өфө фәнни үҙәге, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Баш­ҡортостан Республикаһы фәндәр ака­демияһы, Гуманитар фәндәр бүлеге. – Өфө, 2004.
2. Башҡорт теленең академик һүҙ­леге; ун томда / Рәсәй фәндәр акад., Өфө
ғилми үҙәге, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. – Өфө: Китап, 2011–2018.

Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Татарстан ғалимдары менән «Turklang-2014» халыҡ-ара конференцияһында.  З.А.Сиражетдинов уңдан беренсе. Астана, 2014 й.
Асҡар Жубанов менән Алматыла конференциянан һуң. 2018 й.
Республика ғаиләләр конкурсында Мортаза Ғөбәйҙулла улынан ҡотлау алғандан һуң төшкән фото. 2005 й.
Ғаиләһе менән ҡыҙы Ләйсәндең туйында. 2018 й.
Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Татарстан ғалимдары менән «Turklang-2014» халыҡ-ара конференцияһында. З.А.Сиражетдинов уңдан беренсе. Астана, 2014 й.
Автор:Лилиә БОҪҠОНБАЕВА, филология фәндәре кандидаты, Анита ИШМӨХӘМӘТОВА
Читайте нас: