Все новости

Бәхеткә илткән юл (күңел йәдкәре)

"Ватандаш" журналы иғлан иткән "Беҙҙең ғаилә тарихы" конкурсына килгән эштәрҙән. Өфө ҡалаһынан журналист Айзилә Мортаева үҙенең ғаиләһе тарихын бәйән итә.

Алһыуланып, һыҙылып ҡына атты таң ул көндө. Ҡояш шундай яратып баҡты бөтә донъяға, әйтерһең, тәүгә күрә Яратҡан Ерен. Шул тиклем салт аяҙ ине, бер болот әҫәре лә юҡ күк йөҙөндә, ә күктең зәңгәрлегенә иҫең китерлек! Була бит шундай илаһи, әйтеп тә, яҙып та аңлата алмаҫлыҡ сағыу, нурлы, һил иртәләр. 
Батырҙың йән һөйгәне Матурҙы үҙ ауылына алып ҡайтыр көндөң иртәһе лә нәҡ ошолай ине. Бөтә ғаләм иҫе китеп тынып ҡалған да, салт иртәнең тынлығына арбалған. Күңеленән генә һөйөндө Батыр көндөң аяҙлығына, матурлығына һоҡланып. Тимәк, ата-әсәһе лә, туғандары ла уның Матурын оҡшатасаҡ, үҙ итәсәк. Шулай булмай ни, нисек яратмаҫҡа мөмкин һуң уның күҙ нурын?! Торғаны менән нур тамсыһы, сихырланыр ҡот бит ул! Ҡыҙын күҙ алдына килтереп, егеттең күңеле елкенде. 
Иртәнге һиллекте боҙоп, Өфө-Сибай поезы, “мин килеп еттем” тигәндәй, төтөнөн әллә ҡайҙан борҡотоп, геүләне. Ҡаршы алыусылар таныштарын эҙләргә йән-яҡҡа һибелде, әле был, әле теге вагонға йүгерҙеләр. Батыр ҙа, ҡояш нурына сағылған йәшкелт күҙҙәрен ҡыҫа биреп, һөйгәнен эҙләне. Бишенсе вагонда булған икән Матуры. Кәрәҙле телефон юҡ ине ул заманда, шулай бер ҡыш көнө, бер-береһен тап итә алмай, аймылышыуҙарын иҫенә төшөрөп, эстән генә көлөп ҡуйҙы егет. 
Йүгерҙе йән һөйгәне янына Батыр. Ана, Матуры әллә ҡайҙан бит остарын соҡорайтып, ҙур ҡара күҙҙәрен нурландырып, балҡып, шат йылмайып баҫып тора. Аһ, һөйгәненең ҡараштары! Күҙҙәре! Тәү күреүҙән ғашиҡ булды бит уларға Батыр. Дуҫлашып, күңел тартып йөрөгән ҡыҙҙары булманы түгел булды, тик Матурҙың күҙҙәре кеүек сөм-ҡара муйыл күҙҙәрҙе, күңелдең ете ҡылын көйҙөрөр уҡ ҡарашты тәүгә күреүе ине.Танышыуҙары ла ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты уларҙың. Гүйә, Яҙмыш, юл саты үҙе осраштырҙы йәндәш йәндәрҙе. Батырҙың ҡәртәсәһенән ишеткәне бар ине, кешенең бәхет юлда ята, тигәнен.Уйы менән генә егет йәшен тиҙлегендә шул көнгә әйләнеп ҡайтты. Февралдең ун өсө ине ул көн. Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында киң таралып киткән Изге Валентин – Ғашиҡтар көнөнә арналған байрам кисәһенән һуң танышты улар Сибай урамында. Ун минутлыҡ ҡына ошо осрашыу, өсөнсө курс студентының ҡәҙимге генә барған тормошоноң аҫтын-өҫкә әйләндерергә етте, егет күңеленә ҡыҙ инеп ояланы. Ятаҡ бүлмәһенә ҡайтып йоҡларға ятҡас та, күҙ алдынан урамдағы матур ҡыҙҙың һыны, күҙҙәре китмәне. Исемен нисек тине әле ул. Исеме лә ят бит әле, беҙҙең ауылда ундай исем бөтөнләй юҡ!Исеме – Матур, һы, ҡалай матур!Хатта рифма ла килеп сыҡты. Шундай исем булалыр шул. Их, нисек булһа ла ҡыҙҙы табырға ине. Тик нисек? Ярай, таныш ҡыҙҙарынан һорашыр, уның менән бергә уҡыйбыҙ тигәйнелэр бит. Егет тағы ла оҙаҡ ҡына уйланып ятты ла, татлы хыялдар донъяһына сумып йоҡлап китте. 
Икенсе көндө Батыр Матурҙың курсташ ҡыҙы Гүзәлдән фотоальбом һорап алып, урамдағы һылыуҡайҙың фотоһын тапты. Их, ҡурсаҡ кеүек кенә был ҡыҙ ана фотоһүрәттән ниндәй ихлас йылмайып тора. Матурға Гүзәл аша сәләм ебәрҙе Батыр. 
Ә өсөнсө көндө һылыуҡайҙың уҡыу йортона үҙе эҙләп барҙы. Тик ҡыҙыҡай үтә лә оялсан, ҡырағай, тиҫкәре булып сыҡты. Янына яҡын да юлатмай, һүҙ ҡушһа, һөйләшмәй ҙә. Ҡырағай ҡоралаймы ни! 
– Мөмкинме һеҙҙең менән танышырға?– тине егет бар батырлығын йыйып. 
–Юҡ! –тине ҡыҙ, ҡырт киҫеп. – Мин һеҙҙе белмәйем, белергә лә теләмәйем! – сая ҡараштары менән егет йөрәген өтөп, ҡуйы ҡара керпектәрен аҫҡа сәнсте. Аһ, ул ҡараштар! Йә тағы ла бер күҙ һирпеп кенә ҡарале, күктән төшкән фәрештә – Батырҙың башы әйләнде, тыны ҡыҫылды. Мөхәббәт тигәндәре ошо буламы икән? Бығаса бер тапҡыр ҙа татылмаған татлы хистәр ҡойоно егетте берсә күккә осорҙо, берсә упҡынға ҡолатты. 
–Һиңә нисә йәш? Ҡайҙа йәшәйһең? – Батырҙың бирелгән һорауҙары һауала аҫылынып ҡалды. “Вәт һары һағыҙаҡ! Бәйләнде бит! – Матурҙың ныҡыш егеткә ҡарап һарыуы ҡайнаны. Ҡыҙ ҡайһы яҡтан, ҡайҙа йәшәй, нисә йәш, бер ни белә алманы егет, баҫҡыстар буйлап баҫтырып та ҡараны, ишек төбөндә лә көткөләне, юҡ, ҡыҙ ыҡҡа килмәне, яҙылманы, һөйләшмәне. Ҡыҙҙар менән еңел генә уртаҡ тел тапҡан егет албырғап ҡалды, аптыраны. Ләкин Батырҙың исеме есеменә тап килеп тора ул. Улмы инде сигенә, бирешә торған егеттәрҙән! 
Юғары уҡыу йорто һуҡмағын көн дә тапаныегет, дәрестәрҙән сыға ла, ашап та тормай, йүгерә икенсе корпусҡа, ҡыҙ янына. Матурҙың дәрестәре бөткәнен оҙаҡ көтөп тора тышта. Тәм-том алып килгән була, юҡ-бар хәбәрҙәр һөйләй, көлдөрөргә маташа, оҙатып ҡуя, ҡыҙҙы ҡайтармай ыҙалата. Шулай танышыуҙарына бер ай тигәндә, ҡыҙҙың күңеле март ҡарҙары кеүек епшеп, ирегәндәй булды. Батыр 8 мартҡа Өфөнән килгән тамашаға билет алып, Матурын саҡырҙы. Ҡыҙ ризалашты. Ниһайәт, тышта ғына түгел, егет күңелендә лә Яҙ ине, һөйөү яҙы. Матур ғына итеп, күңелле генә концертҡа барып ҡайттылар. Батыр ҡыҙға байрам менән ҡотлап йомшаҡ уйынсыҡ менән ҡотлау открыткаһы бүләк итте. Шунан башланды уларҙың мөхәббәт тарихтары. Матурға ла Батыр оҡшай башланы. Егеттең тапҡыр һүҙлелеге, ихласлығы, иплелеге, ныҡышмалылығы, матур итеп аралашыуы ҡыҙ күңелен яуланы. Хәҙер иҫләһәң көлкө кеүек, ул саҡта Батырҙа көлкө ҡайғыһы һис тә юҡ ине, ҡайһылай ҙа оҙаҡ яуланы ул Матур күңелен. Кистәрен икәүләшеп, етәкләшеп, хыялдар донъяһына сумып, паркты, ҡала урамдарын ҡыҙырҙылар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, йөрәктәре бер- береһенә беректе. 
Бына бөгөн, дуҫлашыуҙарына бер йыл тигәндә, Батыр Матурын ата-әсәһе, туғандары менән таныштырырға тыуған ауылына алып ҡайтып бара. Шуға көндөң иҫ киткес матур булыуына шатлана ул эстән. Бөгөн уларҙың ауылында ҙур байрам. “Һаумыһығыҙ ауылдаштар!” байрамы, һөйгәнен ошо көнгә тап килтереп алып ҡайтыуы ла юҡҡа ғына түгел, әйҙә бөтәһе лә күрһендәр, туғандары ғына түгел, ауылдаштары ла күрһендәр әле уның Матурын! 
Батыр таныштырырға ҡыҙ алып ҡайтҡан тип бөтә ауыл гөр килде. Матурҙы барыһы ла бер күреүҙән оҡшаттылар ҙа, аһ иттеләр. Хас та Раузаның үҙе тинеләр, ҡалай әсәһенә оҡшатып ҡыҙ һайлаған тип берсә аптыранылар, берсә һоҡланып-шатландылар, бәхетле киләсәк теләнеләр. Их, яратмаҫлыҡ, оҡшатмаҫлыҡ түгел шул уның Матуры! Ана бит ул байрам барған туғайҙы ҡояштай балҡытып, бит остарын соҡорландырып, муйыл ҡара күҙҙәрен осҡонландырып шат йылмайып, бәхетле баҫып тора. Ҡояштың да ҡояшы, уларға үҙ фатихаһын биргән төҫлө, ошо көндө шул тиклем дә нурға сорнауына иҫең китер!Ҡояштан да шатыраҡ, көләсерәк ине Батыр үҙе лә. Бәхете йөҙөнә сыҡҡайны, күҙҙәренә нур булып яҙылғайны. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, йән һөйгәне Матурын алып ҡайтты бит ул тыуған яғына. Кеше ғүмерендә бер генә, йәшлектең ҡабатланмаҫ саф таңында ғына була торған илаһи көн бит ул – тыуған яҡҡа ҡыҙ алып ҡайтыу! 

P.S. Ошо ваҡиғанан һуң 20 йыл ғүмер уҙған, тормош карабының утын-һыуын кисеп, тормоштоң шатлығын да, ҡайғыһын да бергә кисереп, ҡулға-ҡул тотоношоп донъя буйлап атлайбыҙ. Һөйөү емештәребеҙ - сәскәләй Айгузәл ҡыҙыбыҙ һәм матур, батыр Данияр, Шамил исемле улдарыбыҙ үҫеп килә, Аллаға шөкөр!

Йөрәк хисем  "Өйөм наҙы " исемле шиғырымда ла сағылалыр,моғайын.

Өйөм наҙы 
 
Шул тиклем дә яҡын һәм ҡәҙерле 
Тик үҙемсә генә ҡорған оям. 
Йүгереп ҡайтып сәйҙәр әҙерләһәм, 
Мин үҙемде бик бәхетле тоям. 
 
Тәҙрә төптәремдә гөлдәр көлә, 
Шау сәскәнән генә ҡорғаным да. 
Тоҙ-боросо, яҙ-наҙы ла кәрәк 
Тормош көткән, донъя ҡорғаныңда. 
 
Өҫтәл алдыҡ түп-түңәрәк кенә, 
Түңәрәктәй генә бәхет юрап. 
Батмусымда самауырым шыжлай, 
Беҙ бәхетле тиеп,сыңлап-йырлап. 
 
Теҙелешеп ҡайтыр ҡаҙҙар кеүек, 
Балаларым – күҙем нурҡайҙары. 
Һеҙҙә бит ул – тормош асылдары, 
Өйөбөҙҙөң йәме, ҡотҡайҙары! 
 
Һөйөп кенә ҡосоп алһа йәнем, 
Артып китә минең баһаларым. 
Йәшәү һутым, әрнеү-утым – һиндә, 
Һиндә генә – яра-дауаларым! 
 
Шул тиклем дә яҡын һәм ҡәҙерле, 
Бер-бөртөкләп бергә ҡорған оя! 
Бар туғандар, дуҫтар беҙгә һыя, 
Мин бәхетте бына шулай тоям!

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: