Все новости

Ғаиләм - минең ҡәлғәм

"Беҙҙең ғаилә тарихы" конкурсына килгән эштәрҙән.

Архив семьи
Фото:Архив семьи

Беҙҙең ғаилә 1983 йылда барлыҡҡа килде. Икебеҙҙә Әбйәлил районынан (Ярлыҡап ауылы- Дауыт ауылы ) Магнитогорск шәһәренә барып төпләндек. Ирем Ришат Хәжиәхмәт улы ММК (Магнитогорский металлургический комбинат) эшләй, мин декрет ялына сығып икәүләшеп ҡуртымға бүлмә алып башланыҡ. Бер йылдан һуң иремә бүлмә бирҙеләр. Ул йортҡа 1984 йылдың аҙағында күсеп барып, 2000 йылға тиклем ғүмер иттек.

Ирем модельный цехтың алдынғы эшсеһе, урып- йыйыу барышында совхозда эшләй ине. Күп кенә маҡтау грамоталары, бүләктәре - уның эш баһаһы. Комбинатта 17 йыл эшләп, аҡса түләмәй, цехтарҙы бүлеш башланған ваҡытта прокатмонтажға күсте. Һуңғы эш ере. Ике мәртәбә эш ерендә ҡазаланды.


Үҙем техникум бөткәнсе төрлө ерҙә эшләргә тура килде, мәктәп, төҙөлөш, уҡыу бөтөргәс, бухгалтер булып урынлаштым, һуңыраҡ институт бөтөрҙөм. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда хеҙмәт иттем. 30 йыл эсендә күпме түрәләр , организацияның исемдәре үҙгәрмәне. Профсоюз, “Ҡарлуғас” фольклор ансамбле, бар башҡорт тупланған йыйын-һабантуй эсендә ҡайнап йәшәлде ғаиләбеҙ менән.

Иң элек мотоциклдарыбыҙ булды. Аҙаҡ машиналар алдыҡ. Был беҙҙең өсөн мөһим транспорт ине. Бар байрамдар, ял итеүҙәр бергә үтте балалар менән. Әбйәлил районының күп ерҙәрен, күлдәрен, тауҙарын бергә барып күрҙек. Баймаҡ районы Ғәҙелша шарлауығында ике көн йоҡлап ял иттек. Футбол, һыу инеү, балыҡ тотоу, шашки, шахмат, волейбол, кәмәлә йөрөргә, йөҙөргә, төрлө дарыу үләндәрен йыйыу, емеш-еләк йыйыу, миндек бәйләү, түңәрәктәргә йөрөтөү, башҡорт бейеүҙәре, йырҙары, яңы рецептар, бәйләм... Был эштәрҙе һәр ваҡыт балаларға өйрәтеп, кәрәклеген иҫбатлап, бергә башҡара инек. Яңы йылда бүләктәр әҙерләп,Ҡыш бабай,Ҡарһылыу булып кейенеп ҡотлар инек. Ауыр саҡта күршеләр терәк булды. 


Бер ҡыҙыҡлы хәлде яҙып үтәйем әле. Алтынсы синыфта уҡыған улыбыҙ көҙ уҡыуға барғас, инша яҙған ”Нисек йәйге ялды үткәрҙең” тигән темаға. Бик тырышып яҙған, бер йәй эсендә 14 урында булған - Әбйәлил районының Мауыҙҙы, Өскүл, Бөрсөнсө, Атауҙы, Сыбар күле, Суртанды, Мулдаҡ күл, Сабаҡлы күл, Ҡыҙыл йылғаһы,Исемһеҙ күл, Серек күл, Ғәҙелша шарлауығы, Моһаҡ шарлауығы - береһен дә ҡалдырмаған. Бар тәбиғәтен һүрәтләгән, ниндәй мәмерйәләр күргәнен яҙған. Дүрт биткә һыйҙырған. Уҡытыусыһы ата-әсәләр йыйылышынан һуң миңә айырым һорау бирҙе.” Һеҙ эшләйһегеҙме ул?” ти, “Әлбиттә”, тием. “Инша тикшереп хайран ҡалдым, нисек өлгөрөргә була икән”, ти.
Миңә дөрөҫләргә генә ҡалды. Ҡайтҡас һорау бирәм улыма: “Был бит беҙҙең нисә йыл үткән маршрут?". Ул: ”Мин барыһын бер юлы яҙырға булдым, былтыр яҙмаған инем”, тип яуап бирҙе.


Икенсе бер ҡыҙығы.
Бер көнө дәресен әҙерләмәй барған мәктәпкә. Уҡытыусы уны торғоҙоп һораған икән:
-Минең сәбәп ихтирамға лайыҡ, абруйлы эш бирҙеләр. Атайыма машина йүнәтештем, асҡыс биреп торҙом, - тип яуап биргән.
Хәҙерге ваҡытта улыбыҙ ММК-ла мастер булып эшләп йөрөй. Ҡыҙ һәм малай үҫтерә.


Беҙ олатай – өләсәй ейәндәр, ейәнсәрҙәргә күл- йылғаларҙы, онотолған уйындарҙы күрһәтергә,  башҡорт телен өйрәтергә, әкиәттәр уҡырға тырышабыҙ. Эшкә лә өйрәтәбеҙ. Ғаиләнең асылын, берҙәмлеген, татыулығын иҫбатларға тырышабыҙ. Ниндәй булырын киләсәктәрен, нисек кәләш һайләрға, ниндәй милләттән булырға тейешлегенә лә баҫым яһайбыҙ. 

Яңы йыл байрамы бергә ҡаршылайбыҙ, миндек бәйләйбеҙ күмәкләшеп, йәй көнө ейәндәр - ейәнсәр ауылда ял итәбеҙ.


Беҙ үҙебеҙ теркәү буйынса Магнитогорск ҡалаһы Силәбе өлкәһенә инәбеҙ. Хаҡлы ялда булһам да “Аҡ ҡауырһын “ әҙәби берекмәһен етәкләйем, яҙыусылар союзында торам. Ирем минең уң ҡулым, кәңәшсем, таянысым, беренсе тәнҡитсем!


Ирем менән бар Силәбе өлкәһендә уҙған сара-йыйындарға барырға тырышабыҙ. Берҙәм булғанға күрә беҙҙең бар эшебеҙ, шөғөлебеҙ уртаҡ, аңлап- тыңлап йәшәйбеҙ. Аллаһы тәғәләмә мең рәхмәттәр әйтеп, шөкөр итәбеҙ.


Сәфинә Фәтхутдинова –Хәкимова.

Читайте нас: