Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Ватандаш журналы редакцияһы. Мин Ғәзизова Әлфиә Рәүеф ҡыҙы һеҙ иғлан иткән конкурста ҡатнашырға булдым. Ғаиләбеҙҙең тыуыу тарихын яҙып китәм.
Башҡорт халҡында элек-электән димләү йолаһы булған. Осраша алмай йөрөгән егеттәр һәм ҡыҙҙар шулай итеп күпме ғаиләләр ҡорған. Ә димләүселәрҙең йәмғиәттәге роле һаман да тейешенсә баһаланып бөтмәй тип уйлайым. Сөнки уларҙың ярҙамы менән бик күп бәхетле ғаиләләр барлыҡҡа килә.
Мин үҙем Дәүләкән районының Яңы -Яппар ауылынанмын. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, бер килке баш ҡалала йөрөнөм дә, районыма ҡайтып китеп эшләргә булдым. Дәүләкән ҡалаһында мәктәпкә эшкә төштөм. Апайым, Рәсимә Минибулатовна Ураҡсина, мине гел Өфөгә мәҙәни ялға саҡыра торғайны. Туғаным, кил, премьераға барырбыҙ тип шылтырата ине.
Бер ваҡыт шулай, ул Өфө янындағы Максимовка ауылына уҡыусыһының апайҙарына мунса инергә тип ҡунаҡҡа барған. Мунса инеп йылынып алғас, бергәләшеп сәй эсергә ултырғандар. Шул ваҡытта хужабикәнең 28 йәшлек Салауат исемле өлкән улы эштән ҡайтып кергән икән. Рәсимә апайым был егеттең тормошо менән ҡыҙыҡһына башлағас, хужабикә, берәй кәләш кәрәк улыма ,тип мөрәжәғәт иткән. Шул ваҡытта апайым мине иҫенә төшөргән дә, булыр һиңә кәләш тип, ҡыуанып ҡайтып киткән. Ул үҙ тормошонда бер нисә ғаиләнең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткәнен белә инем мин. 2006 йылдың 10 ғинуарында мин ҡышҡы каникулға ауылға ҡайтып киткәйнем инде. Кисен апайым "Туғаным, Өҙөлгән туй исемле спектаклгә билет алдым, 14 көнө кил" тип шылтыратҡас, мин Өфөгә йыйындым. Уларға барып еттем, апайым менән икәү барабыҙ имеш, йыйынабыҙ. Ә ул, сығыр алдынан, әллә ниндәй эш табып, бара тор, хәҙер килеп етәм тип тороп ҡалды. Мин апайымдың ҡиммәтле хушбуйҙарын һибеп, һары сәстәремде бөҙрәләтеп, театрға юл тоттом.
Театрға ингәс, кейемде гардеробҡа бирҙем дә, фойела йөрөй башланым. Колонна янында бер егет баҫып тора. Күренеп тора инде-эш кешеһе. Эх, мин әйтәм, ошондай эшсән генә ҡала егетенә кейәүгә сығып, ҡалала йәшәргә ине ул, тип ҡарап ҡуйҙым да, залға инеп ултырҙым. Урыным 13 һанлы ине.
Апайыпды көтәм, ваҡыт етә башланы. Шылтыратырға булдым. хәҙер килеп етәм, ҡарай тор тине лә трубканы һалды. Шул мәл яныма теге матур егет килеп ултырмаһынмы! Һеҙҙең янға ултырырға мөмкинме,ти бит әле . Мөмкин тип әйтеүем булды, егет ултырып, көләмәстәр һөйләп, мине көлдөрә лә башланы. Спектаклдең исеме күңелһеҙ генә күренһә лә, миңә күңелле булды илләмәгәр.
Тамаша бөткәс кейенеп тышҡа сыҡһам, кеше таралышып бөткән. Ишек төбөндә Салауатым мине көтөп тора.
- Мин Салауат булам, һинең Әлфиә икәнеңде беләм тим серҙе сисеп ташланы. Уның шундай асыҡ кеше булыуына ныҡ шатландым. Уны, ғүмерем буйы белгәндәй, яҡын кеше итеп тойҙом. Оҙатып ҡуйҙы. Аралашырға һүҙ бирештек.
Ике аҙнанан мин Максимовка ауылына ҡунаҡҡа килдем. Тағы ла ике аҙнанан Салауат беҙгә ҡунаҡҡа килде. Һәм, ниһәйәт, ике аҙнанан никах туйын үткәрҙек. Шулай итеп, мин, өс тапҡыр күргән кешегә кейәүгә сығып та киттем. Инәйемдең тере сағында әйткән һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты. Никах ваҡытың етһә, һиҙмәй ҙә ҡалырһың әле кейәүле булғаныңды, тиер ине...
Үкенмәйһеңме, туғаным, тип шылтыратҡан апайыма рәхмәттәр уҡыным. Һин мунса яратмаһаң, бәлки һаман осрашмаған булыр инек, тип шаяртып та алдым. Бәлки ул шулай тиҙ кейәүгә сығырымды уйламағандыр ҙа. Никахымда ла, туйыбыҙҙа ла ихлас йөрөнө апайым. Беҙҙән бәхетлерәк булығыҙ тиер ине. Хәҙер шул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөргә генә ҡала инде...
Иншалла, иптәшем менән өс бала - бер ҡыҙ ике ул үҫтерәбеҙ. Ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бергә кисереп, тормош диңгеҙен кисәбеҙ. Икебеҙ ҙә уҡытыусы.