Нишләп машина йөрөтмәйһең тиһәләр, миңә ҡарағанда, айыуҙы өйрәтеүе еңелерәктер, моғайын тип көләм. Декрет ялынан һуң, “Йәшлек”тең баш бухгалтеры Залия Рахимова “Әйҙә, автомәктәпкә яҙылайыҡ” тип ҡотортто. Мәктәбен ул һайланы, мин ризалаштым. Төркөмдә гел ҡыҙ-ҡырҡын да, йәш ҡатындар, ир-ат юҡ та ине шикелле. Дәресте ҡалдырмай ғына йөрөргә тырыштым. Инструктор йәш кенә егет. Машина тоҡандыра алмаһам да, педальдәрҙе бутаһам да һыны ҡатып көлә лә ҡуя. Әрләмәй. Үтә йыуаш. Теорияны алып барыусы инструктор дәрестә рулдә йөрөүҙең уйын эш түгеллеген төшөндөрөп һөйләгәндә, ҡаршыға тонна-тонна ат көсө машина килгәнен күҙ алдыма килтереүҙән ҡотом оса. Төп юл, кирбес, бер һыҙат, ике һыҙат, уҙыу тыйыла ... башыма айырым-айырым юл ҡағиҙәләре һеңгәне генә хәтерҙә. Теориянан имтиханды бирҙем былай. Уны хатта, хәреф танып, әҙ генә башын эшләткән кеше ниндәйҙер бер эске тойомлау менән дә тапшыра ала кеүек. Ҡалғанын һөйләп тормайым. Үҙем генә беләм. Һәр хәлдә, тәүге имтихан көндө курсанттар араһынан бер мин генә водитель таныҡлығы алдым...
⏪Механикала йөрөй алмаҫымды аңлағас, ҡулдан булһа ла, өйрәнер өсөн автомат алам тип машина эҙләйбеҙ. Ете-һигеҙ машина барып ҡараныҡ. Оҡшағаны юҡ. Шунан сағыштырмаса арзан автомат машинаға туҡталдым да, салондан өр-яңыһын барып алдым. Алып ҡайтып ҡуйҙыҡ та ҡарап торам, “Блииин, күпме аҡса түгеп бынау нәмәне алып ҡайтып ултырттырҙым. Ғүмерҙә лә рулгә ултыра алмаясаҡмын бит инде... ” тим. Миңә был расход кәрәк инеме инде тип эстән генә үҙемде әрләйем... Машина бер көн торғандан һуң, ялда Шамониноға киттек. Рулдә Руслан. Ҡала ситенә сыҡҡас был мине ултыртты. Ваҡыты-ваҡыты менән юл ситенә сығып китә яҙғанымды иҫәпләмәгәндә, буш, иркен трасса буйлап һәүетемсә генә барам кеүек. Руслан, хатта, “нормально, нормально” тип маҡтап та ебәргән була. Кире ҡайтыуҙа был тамам ышанып рулде миңә бирҙе. Бер заман ҡайнап торған Салауат Юлаев проспектына килеп төштөм. Көҙгөнө бөтөнләй (!) аңламайым. Бөтөнләй! 🙉Артта килгән бөтә машиналар минең өҫкә менеп килә тиерһең. Руслан тура бар тип әрләй. Мин ҡалтырап рулде улай-былай борғолауҙан машина уйнай. Ни тиһәң дә, йәкшәмбе кис. Кем баҡсанан, кем райондан ҡайта, ҙур юл артерияһында хәрәкәттең иң көслө сәғәте. Руслан бар тыныслығын һаҡлап түҙеп килә. Бер ҡулы рулдә. Сипайловаға килеп төшөү менән туҡтарға ҡушты. Үҙе төштө лә, запас частәр һатылған бәләкәй магазиндан ҙур һары❗билдә һатып алып сығып артҡы тәҙрәгә йәбештереп тә ҡуйҙы. Йәнәһе, мин чайник!!!
⏪Өйгә күп ҡалмағайны. Был миңә нимә һораһам да асыуланып яуап бирә. Ихатаға ҡайтып еткәс, машинаны парковать итеп маташам. Руслан юл буйы йыйылған асыуын сығарырға теләпме инде, мине идеальный итеп парковать иттерергә теләне, ахыры. Тырышып, тырышып ҡарайым да, булырлыҡ түгел. Был миңә “Уңғараҡ! Һулғараҡ!” ти ҙә ҡысҡыра. Улай ҙа оҡшамай, былай ҙа... Шунан ҡапыл “Йә, булды!” тип ҡысҡырғайны. Мин тормозға баҫам тип газға баҫыуҙан, машинам бейек бордюрҙы һикереп сығып ҡаршыла тик торған “Форд”ҡа саҡ менеп китмәне. Ярай Руслан үҙе ҡапыл реагировать итеп, рулде бороп өлгөрҙө. Салондағы Алтынайҙың башы ҡаҡлыҡты, минең йөрәк шартлай яҙҙы, атайыбыҙҙың ҡобараһы осто...
Тәүге ошо уңышһыҙ тәжрибәнән һуң бөтөнләй рулгә ултырыуҙан төңөлмәксе инем. Руслан тышта ҡалып, тәмәке тартыпмы тынысланып инде лә, ярай, була торған хәл тип йыуатҡан булды. Иртәгәһен эшкә автобуста киттем. Ҡайтып нишләп машинаңда барманың тип һорағас, күңел йәнә ҡанатланды. Әйҙә, Телеүҙәккә тиклем машинала юл күрһәт әле миңә тип тағы сығып киттем. Барғанда ул, ҡайтҡанда рулгә үҙем ултырып “маршрут” һалып алдым. Барыр юл буйлап психологик бәйләнеш булдырҙым булды инде үҙемсә. Ҡайҙан боролам, кем мине үткәрергә тейеш, ә үҙем ҡайһы урында башҡаларға юл бирәм... бер тәртипкә һалып алдым.
Иртән яңғыҙ ҡуҙғалдым. Үтә әкрен бараммы, тигеҙ йөрөмәйемдерме, аңлайышһыҙ маневрҙар яһайымдырмы ... кемеһе сигнал бирә, бәғзеһе арттан йәне көйөп килеп, терәлә яҙып, ҡапыл юлымды ҡыйып үтә. Һәм ни ғәләмәт...🤭 ҡурҡыштан ятлап алған юлымды бутап, Салауат проспектынан иртә боролоп, геү килеп торған Әй урамына килеп мендем. Был маршрут минең планда юҡ бит инде. Юғалып ҡалыуҙан урам уртаһында шып туҡтағы килә лә бит, мейене ярамай, минең йөрөй белмәгәнемдә кемдең ни эше тигән уй телеп үтә. Иң ҡурҡҡаным берәйһенә барып төртөлөп ҡуйыу. Яй ғына юл ситенә барып торҙом. Русланға шылтыратам. Мин шунда, шунда туҡтаным, килеп ал әле, барып етә алмайым тим. Уның ваҡыты буламы әле ул. Юҡ! Ул мәл Өфөнөң үҙәк урамдарын бер яҡлыға әйләндерә генә башлаған осор. Был турала көн дә яңылыҡтарҙа һөйләһәк тә, уны үҙем аңлай буламмы? Ошоғаса тупо пассажир булып, баш эшләтмәй, ҡайҙа алып баралар шунда ултырып йөрөгәс - үҙем ғәйепле... Машинаны һүндереп, алға йәйәү атлайым. Бара биреп, ҡайҙа, нисек боролғандарын ҡарап торам-торам да, кире әйләнеп, машинаны ҡабыҙып юлымды артабан дауам итәм. Шунан тағы ҡабатлайым .🙊😃🚙
💥Эшкә килеп еттем етеүен. Тик һин йәйәүле түгел. Машинаңа урын табыу үҙе бер ыҙа икән дә баһа ! Ике автомобиль араһына ҡыҫылып тығылдым да, сыға ла, артҡа ла бирә алмайым. Ныҡ яҡынайғанмын. Нишләмәк кәрәк? Редакцияға шылтыратам. Ярай, Ильдар Байбулатов сыҡты.
💥Ә ҡайтыуы айырым "тарих" . Эштән һуң бушағас, юл киске сәғәттәрҙә сағыштырмаса тынысыраҡ тыныслыҡҡа... Тик йәндә тынысһыҙлыҡ башлана, ҡурҡыу тойғоһо биләй. Иртәнсәк тә шул... Йоҡонан уянам да, "блииин, тағы таң атты, тағы эшкә, тағы рулгә ултырырға, әллә бөгөн автобуста барып, ял итеп алайыммы икән?" тип шөбһәләнеү баҫа. Йәмәғәт транспорты үҙе бер ял мөйөшө тойола тиерһең. Шулай ҙа урамға сығып машинаны күреү менән ҡул асҡыс эҙләп тағы сумка төбөнә төшөп китә...
💥Салауат проспектынан иртә сыҡҡан кеүек, үҙем күтәреләсәк юлды үтеп китеп, развязка аша ҡайтыр юлға төшөп, кире өйгә тиклем ҡайтып етеп яңынан юлланған да булды. Кире борол да бит, тик нишләмәк кәрәк... Бәләкәй генә артыҡ хәрәкәт тә ҙур ҡатмарлыҡ тыуҙыра ла ҡуя. 🙉🙉🙉
💥Икенсеме, өсөнсөмө көнгә ҡайтып барам. Телеүҙәктән Сипайловоға хәтһеҙ ара. Етәрәк, машинам төтәгәнен аңғарҙым. Ҡырҡыу резина еҫе сыға. Аптырайым, үҙемдең ике күҙем юлда. Яңы машинаның нимәһе яныуы мөмкин, әллә берәй етешһеҙлеге бармы икән тип ҡот осто. Светофор аша сыҡтым да, туҡтап ҡараһам, ҡап-ҡара булып тәгәрмәстәр төтәй. Баҡһаң, ручникта ҡайтҡанмын!🤫 Шунан ғына Русландың һиңә автоматта ручник кәрәкмәй. Үҙеңә еңелерәк булыр, просто, вообще ла теймә (!) тип аңлатканы иҫемә төштө. Ә ручникты эштә машинаңды күрәм тип ҡарарға сығып, йөрөп ҡарағандан һуң дикторыбыҙ Рита Шәмсетдинова "ҡағиҙә булараҡ" күтәреп ҡуйған булып сыҡты. Ә мин төшөрөп тормағанмын.🤩
Автомобиль йөрөтөргә өйрәнеү, ҡурҡыуҙы еңеүҙең иң ябай сере - рулгә көн һайын ултырыу. Шулай иткәндә ике ай самаһынан аяҡ-ҡул ғына түгел, хатта, мейе лә автоматлаша. Педальгә баҫыуыңды ҡулың, йә руль бороуыңды башың хәҙер шуны эшләйем тип көтөп тормай. Һәр хәрәкәт синхрон рәүештә башҡарыла. Үҙем был этапты иртәле-кисле бер маршрут - өй менән эш араһында нығыттым. Был осорҙо үҙем өсөн ҙур стресс тип атар инем. Шулай ҙа рәхмәт, машинама, Хызыр Ильястың үҙенә! Тәжрибәһеҙ килеш тә үҙемдең дә, кешенең дә машинаһына энә менән сыйғандай ҙа зыян килтермәнем. Шөкөр. Аҙаҡ был бәхетле машинаны шулай уҡ автоледиҙар сафын тулыландырған дуҫтарымдың береһе һатып алып, имен-һау йөрөп китте.
💥Күҙәтеүҙәрҙән сығып шундай һығымта яһарға мөмкин: тәүбашлап рулгә ултырғас ике айҙан һуң ниндәйҙер бер еңеллек тояһың. Дүрт айҙа ҡәҙимге йөрөй башлайһың, бер йыл тигәндә ярайһы ғына оҫтараһың. Ике айға тиклем салонда бөтөнләй музыка тыңлай алмауым, телефон шылтырауын ишетеүе ауыр булыуы бөгөн төш кеүек кенә. Уның ҡарауы, белгән-белмәгән доғаларҙы ятлап алдым... 🙏
💥Ҡыҙыҡҡа тарыуҙар ҙа булманы түгел булды. Ни тиһәң дә, ҡатын-ҡыҙ затынан бит инде беҙ, ул ваҡытта сәс тә настоящий уҡ булмаһа ла блонд ине. 😉 Бер мәл ул саҡта Сибайҙа йәшәгән Миляуша Кагарманова (ның) Өфөгә ҡунаҡҡа килгән ваҡыты. Быны Яҙыусылар союзына ҡалдырып, үҙем артабан эшкә китергә тейешмен. Ҡапылғара маршрутым үҙгәргәс аптырап ҡалдым. Өҫтәүенә, ҡалын итеп ҡар һалған, юл да тар ғына, йүнләп таҙартылмаған. Коммунистическая урамын ике яҡлап та бейек көрт баҫҡан. Артта теҙелеп автомобилдәр колоннаһы килә, туҡтап хәрәкәтте тотҡарлайһым юҡ бит инде... Ҡурҡам. Ярамайҙыр тип тә уйлайым. - Миләш, мин бында бер нисек тә туҡтай алмайым, һин хәҙер тиҙ генә һикереп төшөп ҡал тим. Рулдәге кешенең әйткәне закон бит инде, ул да юҡ тимәне. Юл ситендәге ҡарға сумды... Миләш нисек тәгәрәп ятып ҡалыуын хәҙер ҙә көлөп һөйләй.
💥Бер көн эштән ҡайттым. Ҡалала йорт алды ихатаһын беләһегеҙ, һуңланы ниһәң урын табыуы бәйнәт. Машинамды бейек итеп өйөп һалынған ҡар өҫтөнәрәк мендереп ҡуйҙым. Салондан сығып ҡараһам, тимер атымдың тәгәрмәстәре бер яҡлап ысҡынып төшөп бара, саҡ эленеп торғандай. Шундуҡ иремә шылтыратам. - Сыҡ әле, тәгәрмәстәргә нимәлер булған, ысҡынып бараларсы тим. Был аптырай. Мин аңлата алмай, сығып ҡарарға ҡушам. Руслан сыҡты ла йығыла яҙырҙай булып көлә. Баҡһаң, машина яртылаш ҡалҡыу урынға ҡуйылғанға тәгәрмәстәре һәленгән икән....
💥Хәҙер был мажараларға ун ике йылдан ашыу ваҡыт үтте, мин дә икенсе машинамды туҙҙырам. Бөгөн миңә киреһенсә, йәйәү йөрөү ҡатмарлыраҡ һымаҡ. Өфө урамдарында ла, ҙур юлда ла, сит ҡалаларҙа ла иркен, еңел хәрәкәт итәм. Юл йөрөүҙән рәхәтлек, күңелгә тыныслыҡ, ял алам. Аллаға шөкөр... 🙏🙏🙏
💥Шәхсән үҙем өсөн ҡасандыр автоледи булып китерлек әллә ни мохтажлыҡ та юҡ ине шикелле. Тик уйламаҫтан водитель таныҡлығына уҡып, ҡотороп ҡына машина һатып алып, нишләп йөрөмәй ти, уның нимәһе бар тип рулгә ултырырыма ысынлап тороп ышанған иремдең ышанысын аҡлар өсөн генә өйрәнеп китеүемде таныйым. Әйткәндәй, шулай ҡеүәтләп торһа ла, үҙе профессиональ водитель булған ирем миңә инструктор була алманы. Машинамды тәрбиәләп ҡарап ҡына торһа ла, ниндәй һорау бирһәм дә йә әрләнә, йә тәңҡитләнә инем. Тиҙерәк бар, ҡыума, кеше шулай йөрөймө, соҡорға төшмә... Дәғүәләр яуҙы ғына. Ә үҙе мин ҡайтып ингәнсе йөрәген тотоп ултырғаны, шылтыратҡан һайын телефонын ҡурҡып алғаны хәтерҙә. Ә башҡа берәй әхирәтем, йә кем юл йөрөү, техника тураһында һораһын, ипле итеп аңлата ла, өйрәтә лә белә.
💥Рулгә ултырырға теләүселәргә әйтергә теләгәнем шул - был эштә төп кәңәшсе әхирәтең, йә сит кеше. Иреңдең нервыһы етмәүе ихтимал. Шуға күрә теләгегеҙ булһа, ҡурҡмағыҙ. Иң мөһиме барыбыҙҙың да юлдары имен булһын! Аллаһы Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын... 🙏🙏🙏 Рәхмәт!))