– Туғандарыңа ҡунаҡҡа килдеңме? – тип был һаман да төпсөнә.
– Бөрйән тәбиғәтен һағынып килдем...
– Ә-ә-ә, әтеү, Капова пещераһын күрергә килгәнһең инде..., - тип, ниһайәт, үҙенә кәрәкле вариантты әйтеп ҡуйҙы таныш түгел әңгәмәсем.
– Ниндәй Капова пещераһы ул! Шүлгән-таш мәмерйәһе бит ул! – тим, әсенеп
– Бүтәндәр шулай тигәс, ней...
– Үҙебеҙ үк шулай аумаҡайланғас, башҡаларға ни һан! – тип сығыу яғына ыңғайланым.
Беҙҙең һөйләшеүҙең шаһиты булып торған Салауат сыҡҡас: “ Тәфтишсе менән һорау алыу ролен тиҙ генә алмаштың да ҡуйҙың түгелме?” – тип көлөп маташты ла, ыңғайына телен тешләп тә ҡуйҙы. 🙈Ниндәй хәлдә Шүлгән-таш мәмерйәһенә барып ҡайтыуҙы күреп тора бит.
💥Ялтырап ятҡан асфальт юлдан ярты сәғәт эсендә Иҫке Собханғолдан мәмерйәгә барып еткәс: “Егерме ике йыл элек был юлды өс сәғәт самаһы ваҡытта үткән инем”, - тим. “Мин һеҙҙе аңламайым!” – тип күҙҙәренең ағын әйләндереп ултырған ҡыҙға (ғәфү итегеҙ, Бөрйән районында беҙ ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшергә күнеккән инек!) аҡса түләп, касса янынан үткәс, мәмерйәгә тиклем саҡрым ярымлыҡ юлға тәпәйләп сығып киттек.
💥Ышанаһығыҙмы-юҡмы, бында ла йәйәүлеләр өсөн асфальт юл! Асия ултырған колясканы ҡайһы бер Өфө урамдарында ла улай еңел генә этәп йөрөтөп булмай әле! Тик эскә ингән һайын танауҙарыбыҙ төшә, күңелде бушлыҡ биләне.
💥Мәмерйә эсенә инеп, экскурсоводтың һөйләгәндәрен тыңлай башлағас, үҙемдең ҡайҙа йөрөгәнемде аңлай алмай бер булдым. Төрлө һындарға, урындарға, Библия, сиркәү элементтары менән бәйле исемдәр ҡушылып бөткән. Бер генә урында “Урал батыр” эпосындағы кире герой Шүлгән тураһында телгә алынып китте.
💥Һәм йәнә теге Капова пещераһы тураһында... Беҙҙе мәмерйә менән таныштырып йөрөүсе егеттән берәү: “Ни өсөн Капова тип аталған?” – тигәс: “Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында бер урыҫ ғалимы беренселәрҙән булып мәмерйәне таба һәм ҡышын ошонда йоҡларға ҡала. Тик әүен баҙарына китә алмай. “Тып-тып” тип өҙлөкһөҙ (“кап-кап” инде урыҫса) тигән тауыш уға ҡамасаулай. Шуға уның тәҡдиме менән “Капова” тип атала башлай”, - тип аңлатып бирҙе. Мәмерйәнән сығып, хәл йыйырға ултырғас, беҙҙең менән бергә килгән Илһамдың (әйткәндәй, рухлы, уйлы егет булып сыҡты яҡташым): “Эйе, башҡорттар эргәһендә ғүмер буйы бесән сабып, урмансылыҡ менән шөғөлләнеп йөрөгәндәр, әммә мәмерйә барлығын белмәгәндәр, ти”, - тип ризаһыҙлыҡ белдереүенән, уйлы, аңлы йәштәр беҙҙең арала, Аллаға шөкөр, бар әле, тип шатланып ҡуйҙым.
💥Ә егерме ике йыл элек ҡойолоп төшөп барған автобуста ташлы, соҡор-саҡырлы юлдан барып, һөрлөгә-һөрлөгә, ҡурҡыштан (мәмерйә эсендә әлеге кеүек унда уңайлыҡтар юҡ ине) йөрәкте ус төбөнә тотоп сыҡҡанда ниндәй ғорурлыҡ тойғолары менән сығыуыбыҙҙы иҫләп башымды түбән эйҙем. Мәмерйә эсендәге, уның тирә-яғындағы топонимик атамаларҙы эпос менән бәйләп, аҫаба халыҡтың борондан ошонда йәшәүе, һүрәт төшөрөүе, йәйен һунарҙан артып ҡалған иттәрен ошонда һаҡлауҙары, кәрәк саҡта зыялылар өсөн ышыҡ булыуы тураһында белгән инек. Тәү ҡарашҡа туризм үҫеше өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Тик милли асылыбыҙға урын бөтөнләй ҡалмаған тиерлек.
💥Әйткәндәй, эреле-ваҡлы ете кеше барҙыҡ. Ололарҙың барыһы ла юғары белемгә эйәләр. Тик бер мин генә эпос менән тулыһынса таныш булып сыҡтым. Ҡайтҡан саҡта Алтынай:
- Иней, нишләп кәйефең юҡ? – тип һораны.
– Ҡыҙым, бер нисә йылдан “Урал батыр”ҙы һин тулыһынса уҡырһың да, ошонда килеп ҡайтҡас, һөйләшербеҙ йәме, - тинем.
💥Өнһөҙ генә баш ҡаҡты. Үҙем берәй яйын табып уҡытмаһам, былай ҙа әҙәбиәт дәрестәренә сәғәттәр ҡыҫҡарған ваҡытта, мәктәптә таныша алмаясаҡтар. Бына шулай. Уйлыға – уй, тигәндәй, һорау асыҡ ҡала...
Рәзинә Зәйнетдинова.162Нравится11