Все новости

ӘСӘЙЕМДЕҢ ҠУЛИКМӘГЕ /Баласаҡ хәтирәләремдән/ Нәсимә ҒАЙСИНА

Э-э -й, әллә олоғайылһа шулай буламылыр ҙа кеше, үткән ғүмерҙәр йышыраҡ иҫкә төшә. Бөгөн әсәйемдең мин бала-а-а саҡтарҙа бешергән ризығы иҫемә килеп төштөсө. Телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡтарҙың береһе лә ул ҡуликмәк. Әллә ниҙәр ҙә ҡушып бешермәй был сөсө икмәккә.

Үҙе тиҙ генә ашарға әҙер була бит әле. Мәшәҡәте күп булмағанға, ҡапылғара бешерә һалып ашарға ла ҡулай.
Әсәйем һәр ваҡыттағыса бешеренер булһа, яулығы аҫтына маңлай сәстәрен йыйыштырып, алдына алъяпҡысын быуып алыр булды. Бер ниҙер бешерергә йыйынды. Ашъяулығын яҙып һалып, өҫтөнә икмәк бешерергә тотонған ҙур табағын алып ултыртты.Табағына турта* , йылы һыу ҙа ҡойоп, ҡамыр баҫҡандың һуңынан, йәймә яһап , ҡуҙҙа янып ҡарайып бөткән табаһына һалып, мейескә ҡуйҙы.
Күп тә үтмәй, беҙ, өй эсенә таралған ҡуликмәктең еҫен һиҙеп, бесәй һымаҡ элмәндәй* башланыҡ.Түҙемһеҙерәгебеҙ һорай ҙа башланы: " Әсә-ә-әй, ҡасан ҡуликмәк бешә уы-ы-ыл? - тип.
Оҙаҡ та көттөрмәй икмәк бешеп тә сыҡты. Әсәйемдең урындыҡҡа аш ашағанда ғына ҡуллана торған ашъяулығын түшәгәнен күреп ҡалғас та, бер-беребеҙҙе уҙышып, йәһәтләп урындыҡҡа барыҡ ултырып та алдыҡ. Ул ҡабаланмай. Беҙ ҙә тыныс. Бына, сөгөн көршәгенән алдырға ойотҡан ҡойоп, өҫтөнә бөгөн генә айыртылған һөтөнөң шыйыҡ ҡаймағын һалып, оҙаҡ ҡына ҙур ағас ҡалағы менән туҡып алды. Инде был эшен дә бөткәс, алдырын ашъяулығының ҡап уртаһына ултыртты. Алдыбыҙға ағас ҡалаҡтар таратып сыҡты. Ошо мәл беҙҙең өсөн уғата татлы минуттарҙың береһе лә. Ауыҙ һыуҙарыбыҙҙы йотоп тамшанышып алабыҙ. Кемдеңдер тамаҡ ҡырғанын ишетеп, бер-беребеҙгә ҡарашып, ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ. Шулай, эстән генә: "Сабыр ит, инде хәҙер ҡуликмәк ашайбыҙ бит!", тиеүебеҙ.
Ниһәйәт, әсәй әле генә мейестән сыҡҡан, боһороп торған ҡуликмәкте ҡулдары менән, өлөштәргә бүлеп, һәр беребеҙгә тарата башланы. Әлбиттә, иң тәүҙә, оҙон керпектәрен елп-елп ҡағып, уға һыйынып ултырған Айһылыу һеңлемә тоттора. Ғаиләләге иң кесе бала булһа ла, сабыр холоҡло булыуы менән башҡаларҙан айырыла. Ул берсә ҡулындағы икмәгенә, берсә уға төбәлгән күҙҙәргә ҡалҡып ҡарап, йылмая биреп икмәгенең ситенән генә ауыҙына ҡапты. Сөсө тәме телендә эрегәс, Айһылыу: «Әпәкәй тәмде-е-е» , — тине, шатлығынан йөҙҙәре балҡып. Башҡа балалар ҙа ҡулдарына икмәк эләккәс, өнһөҙ-тынһыҙ ашарға кереште. Мин үҙемә тәғәйен өлөшөмдө нисек тә кәметмәҫкә тырышам. Хуш еҫ бөрккән йылы икмәкте тештәрем менән семтеп кенә өҙөп алып, ауыҙ эсендә тәмен ебәрмәҫкә тырышып, оҙағыраҡ сәйнәйем. Ойотҡанға ҡушып ашарға өлөш ҡалдырып, табаҡтан үрелеп ойотҡан эсәм. Ҡаймаҡ ҡушып туҡылған ойотҡан менән икмәк бигерәк тә тәмле. Аш ашаған ваҡытта шымбыҙ. Алты эреле-ваҡлы бала йылп иттереп тә ҡуйҙы, бер алдыр ойотҡанды.
Балалар тороп киткәс, әсәй табаҡтың сит-башына йоғоп ҡалған ойотҡанды бармағы менән бер урынға йыйып, икмәгенә манып ашап ҡуйҙы. Ризыҡ тамсы ла исраф* ителмәне. Ашьяулыҡта ҡалған икмәк валсыҡтарын ашлы һыуына һалғас, ошоноң менән ашау тамам булғанын белдереп, әсәйем ашҡа рәхмәт доғаһын уҡыны.
-------------------------------------------------------------
турта* — һары май эшләгәндә һауыт төбөнә ултырған шыйыҡлыҡ.
элмәндәй*, элмәндәү — темеҫкенеп эҙләнеп йөрөү мәғ.
исраф* — әрәм итмәне, ҡәҙерен ебәрмәне мәғ.

Читайте нас: