— Премия Ваҡиғалар туризмы буйынса белгестәрҙең милли ассоциацияһы тарафынан иң уңышлы туристик проекттарҙы һөнәри кимәлдә асыҡлау маҡсатында булдырылған. Конкурсҡа беҙ “Ысын Башҡортостан” этнотурын һәм “Пржевальский эҙҙәре буйлап” һыбайлылар туристик һуҡмағы проекттарын тәҡдим иттек. Баһалама ағзалары төрлө номинациялар буйынса йөҙҙән артыҡ эште ҡарап, иң-иңдәрен һайлап алырға тейеш ине.
Бына тулҡынландырғыс көн — Халыҡ-ара “Ял” (“Отдых”) форум-күргәҙмәһе сиктәрендә еңеүселәрҙе асыҡлау һәм бүләк
ләү тантанаһы мәле етте. Конференциялар залы шығырым тулы. Әлбиттә, ныҡ тулҡынландыҡ: ҡатнашыусылар — был өлкәлә тиҫтә йылдар эшләгән тәжрибәле белгестәр, тәҡдим иткән проекттары ла — береһенән-береһе шәп, көслө. Гран-при тураһында уйлау ҙа юҡ, берәй урын эләкһә, бик шат булыр инек! Ни тиһәң дә, был йүнәлештә эш башлауыбыҙға әле бер йыл да юҡ.
Бына “Хәрби-тарихи маршрут” номинацияһында еңеүселәрҙе иғлан итәләр. Өсөнсө урында — Ямал-Ненец автономиялы округынан коллегалар. Шунан икенсе, беренсе урындарҙы билдәләнеләр. Беҙҙе атамағас, кәйеф төштө, бар тырышлығыбыҙ бушҡа булды, тигән уй үтте баштан. Шул мәл алып барыусы: “Ә хәҙер номинацияның абсолют еңеүсеһен иғлан итәбеҙ.! Ул — Башҡортостандан “Пржевальский эҙҙәре буйлап” проекты!” — тине. Шатлығыбыҙ сикһеҙ ине, сөнки был проектты тормошҡа ашырыу өсөн беҙ ҙур көс һалдыҡ, шоу-саралар үткәреүҙә һәм драматургия өлкәһендә туплаған тәжрибәбеҙҙе лә эшкә ектек. Шундай кимәлдә танылыу яулау ҙур уңыш ине, әлбиттә!
Ике ҡыуаныс бергә килде — “Этнографик маршруттар” номинацияһында ла Гран-приға беҙҙең “Ысын Башҡортостан” проекты лайыҡ тип табылды. Тағы бер диплом һәм статуэтка — ҡулыбыҙҙа! Бик илһамланып ҡайттыҡ Мәскәүҙән.
— Был проектты тормошҡа ашырырлыҡ урын эҙләп, маршрутҡа ярашлы барлыҡ туристик базаларҙы ла тиерлек урап сыҡтыҡ. Тәбиғәтенең хозурлығы менән күңелдәрҙе арбаған Бөрйән районындағы “Капова-Тур” ял базаһы менән бәйләнеш булдырып, ундағы ағас йорттарҙы беҙҙең талаптарға яуап бирерлек итеп үҙгәрттерҙек — улар эстән тирмә кеүек эшләнеп, аҫалы балаҫтар, башҡорт халҡының көнкүрешендә ҡулланылған йыһаздар, уҡ-һаҙаҡ, януар тиреләре, музыка ҡоралдары менән биҙәлде.
Маҡсатыбыҙ — туристарҙы башҡорт халҡының тарихы, этнографияһы, аш-һыуы менән таныштырып ҡалыу ғына түгел, ә ошо мөхиткә башкөлләй “сумдырыу”, уларҙы үҙҙәрен ошо милләт вәкиле итеп тойҙороу. “Ысын Башҡортостан”да ҡунаҡтар боронғо, ысын башҡорт йәшәйеше менән таныша ала. Тур — өс көнлөк, төркөм Өфөлә туплана һәм уңайлы микроавтобустарҙа ял йортона юллана, унда инде һый-хөрмәт менән көтөп торалар. Кисен бай программа ҡаралған — башҡорт музыка ҡоралдарында (ҡурай, ҡумыҙ) уйнау, өзләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли аш-һыуҙан, ҡымыҙ, буҙа, айран, ҡатыҡ, һите балы кеүек эсемлектәрҙән ауыҙ итеү. Юлда талсыҡҡан ҡунаҡтар башҡорт мунсаһында рәхәтләнеп ял итә — хуш еҫле үлән түшәлгән һәндерәлә бал, айыу майы менән тирләп-бешеп сабынып сыҡҡас, тәмле үлән сәйе менән һыуһынын ҡандыра, аҙаҡ уларға шул уҡ айыу майы, бал һәм иретелгән аҡ май менән ыуғаҡ (массаж) эшләнә.
Икенсе көнөнә ҡунаҡтар, милли кейем кейеп, аттарҙа йөрөй, уҡтан ата, “Күскенселәр уйыны”нда, башҡорт халҡының тарихын яҡтыртҡан театрлаштырылған постановкала ҡатнаша, фотосессия ла үткәрелә. Ҡатын-ҡыҙҙарға милли аш-һыу бешерергә өйрәтәләр, ир-егеттәр асыҡ һауала һарыҡ итенән ризыҡ әҙерләй. Әйтергә кәрәк, өҫтәлдәр һәр ваҡыт һый-ниғмәттән һығылып тора — башҡорт кухняһы шул тиклем бай бит ул! Йылҡы итенән генә лә һигеҙ төрлө ризыҡ тәҡдим итәбеҙ — ҡаҙы, урама, ыҫланған ҡабырға... Ә балдың нисә төрө бар беҙҙә?! Барлыҡ продукция сертификатланған, улар Бөрйән районында етештерелә.
Милли костюмда башҡорт халыҡ бейеүҙәрен дә ҙур ихласлыҡ менән башҡара ҡунаҡтар. Әйтергә кәрәк — йыр-бейеүебеҙгә ихлас ғашиҡ булып, кейемдәребеҙҙең сағыу, бай булыуына таң ҡала улар. Һуңғы көндә “Ысын Башҡортостан” этнографик турын үтеүҙәрен дәлилләгән сертификат тапшырып, иҫтәлекле бүләктәр менән ҡыуандырабыҙ. Ғөмүмән, бай йөкмәткеле программа һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
— Белеүебеҙсә, билдәле рус географы Николай Пржевальский Үҙәк Азияны өйрәнгән ваҡытта башҡорт ерҙәре аша ла үткән. Беҙ ул уҙған урындар буйлап сәйәхәткә саҡырабыҙ. Был тур — бөгөнгө көн ысынбарлығынан айырылып, бөтөнләй икенсе дәүергә — XIX быуат аҙағы — ХХ быуат башына күсеү, үҙеңде шул заман кешеһе итеп тойоу мөмкинлеге.
Ҡатнашыусылар махсус әҙерлекле булырға тейеш, сөнки һыбай поход ауырлыҡтарын күтәреү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Өс көн дауамында улар “ваҡыт эсендә” сәйәхәт итә: костюмдар, аттар, аҙыҡ-түлек, көндәлек көнкүреш шарттары — барыһы ла мауыҡтырғыс мажара вәғәҙәләй. Ҡала шау-шыуынан арынып, үҙеңде төбәкте үҙләштереү осороноң хәрби һәм фәнни экспедицияһында ҡатнашыусы итеп хис итеү бөтөнләй икенсе тормошҡа күсерә, хатта ваҡыт туҡтап ҡалғандай тойола.
Экспедицияның һәр ағзаһына шул заманға ярашлы махсус хәрби костюм менән ҡорал, ат бирелә, дөрөҫөрәге, улар үҙҙәре “һатып ала”. Алыш-биреш мәле айырыуса ҡыҙыҡ, ролгә шул тиклем инеп китәләр — ысынлап һатыулаша башлайҙар! Сәйәхәт ваҡытында шулай уҡ солоҡсолар менән осрашып, ысын башҡорт балының нисек алыныуын күрәләр, алтын йыуыусылар менән бергә ташландыҡ приискыла ҡиммәтле таш эҙләйҙәр — элек-электән Ирәндек һыртында алтын йыуғандар бит. Хатта юлбаҫарҙар һөжүмен кире ҡағырға тура килә уларға! Йәшәү шарттары ла үҙенсәлекле: ялан сатыр казармаһы, кейеҙҙән төҙөлгән башҡорт тирмәһе шул заман үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп эшләнгән. Уҡтан атыу, милли музыка ҡоралдарында уйнау кеүек оҫталыҡ дәрестәре лә бар программала. Теләгәндәр үҙҙәре бейә һауып, көбөлә ҡымыҙ ҙа бешә. Башҡорт аттары тураһында Мостай ауылынан Фәнис ағай Кәримов мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Август айында үткән тәүге экспедицияла Мәскәүҙән, Испаниянан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Ирәндек битләүен ҡыҙырып, башҡорт милли аш-һыуынан ауыҙ итеп, өс көн дауамында бөтөнләй икенсе мөхиттә йәшәп, ҙур тәьҫораттар менән ҡайтып киттеләр. Әйтергә кәрәк, программа еңелдәрҙән түгел — тәүлегенә 60 саҡырымлап ара үтергә кәрәк! Башҡа милләт кешеләрендә Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә, уның тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты тормошҡа ашырылды, тип уйлайым.
— Бер көн эсендә бай йөкмәткеле программа тәҡдим итеү тәү ҡарашҡа тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек күренһә лә, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәт ойоштороуға өлгәштек. Минеңсә, был тур өлкән йәштәгеләр, ата-әсәләр һәм балалар өсөн бигерәк тә ҡулай.
Тәүге туҡталҡа — Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе. Ул — XIV быуаттың беренсе яртыһына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы. Хөсәйенбәк, белеүебеҙсә, — тарихи шәхес, Көньяҡ Уралда тәүгеләрҙән булып ислам таратыусыларҙың береһе. Кәшәнәнең төҙөлөү тарихы ла ҡыҙыҡлы. Легендаға ярашлы, 1393 йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың артынан төшкән Аҡһаҡ Тимер Башҡорт иленә килеп инә. Хөсәйенбәктең ҡәберен күргәс, уға мөһабәт кәшәнә төҙөтөр өсөн ун ике дөйә менән Төркөстандан яҙыулы ҡәбер ташы килтертә.
Шул дәүер тарихын һаҡлаған урындарҙың береһе — башҡорт халҡының эпик геройҙары Иҙеүкәй менән Мораҙымдың Миәкә районындағы ҡәберлектәре. Турҙа ҡатнашыусылар уларға зыярат ҡылып, төбәктең Алтын Урҙа осорондағы тарихы менән таныша ала.
Ҡәберлектәрҙән алыҫ түгел — Илсеғол ауылы, экскурсияның тағы бер туҡталҡаһы. Тап ошо ауылдан Ҡарлуғас (Керчь) ҡушаматлы дүнәжен, һуғыш башланғас та фронтҡа оҙатылып, данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алынған. Бер нисә тапҡыр ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, байтал сафтан сыҡмаған, алғы һыҙыҡта йөрөүен дауам иткән. Берлинға хәтлем барып еткән ул. Башҡорт атының ҡыйыулығы, сыҙамлығы командирҙар тарафынан юғары баһаланған — маршал Буденный уны тыуған төйәгенә күп арпа биреп оҙатҡан. Раевка тимер юл станцияһына тиклем тауар поезы менән алып ҡайталар. Оҙаҡ йылдар ситтә йөрөһә лә, тыуған яғының ҡылған еҫен һиҙеп ҡалыу менән, теҙгенен өҙөп, Ҡарлуғас Нарыҫтау аша Илсеғолға табан сабып китә... Тыныс тормошта иһә хужалыҡта төп көстәрҙең береһе һанала. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ауылда яугир атҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Илсеғолдан йыраҡ түгел күҙ күреме ерҙә Нарыҫтау урынлашҡан. Тау итәгенән ағып сыҡҡан таҙа, тәмле һыулы изге шишмәнең шифаһы, дауалау көсө тураһында күптәр хәбәрҙар. Халыҡ телендә ул төрлөсә — Зыяратлы ҡойо, Изге шишмә, Әүлиә шишмәһе, Сәхәбәләр шишмәһе исемдәре менән йөрөй. Һыуы йомшаҡ, көмөшкә бай, хатта ҡыш та туңмай. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында инешкә дауаланыу өсөн дөйәләрҙә хатта Ҡаҙағстан яҡтарынан да килгәндәр. Шишмә урғылып сыҡҡан ерҙән юғарыраҡ “Сәхәбә” мәсете урынлашҡан. Мөхәммәт пәйғәмбәр сәхәбәләре Зөбәйер бин Зәйет менән Абдрахман ибн Зөбәйерҙең һуңғы төйәгенә республиканан ғына түгел, Урта Азия, Кавказ, бүтән илдәрҙән дә киләләр. Был — изге урын, әүлиәләр төбәге.
Маршруттың тағы бер үҙенсәлеге — уникаль географик объекттар менән танышыу. Әлшәй районындағы Сусаҡтау менән Сатыртауҙы, дөрөҫ формаларға эйә булғандары өсөн, башҡорт пирамидалары тип тә йөрөтәләр. Урындағы халыҡ ышаныуынса, Сусаҡтау бәхет килтерә, Сатыртау хыял-теләктәрҙе тормошҡа ашыра. Япония ҡунағы Сатыртауҙы “Фудзияманың бәләкәй күсермәһе” тип тә атаны хатта! Төшкө аш мәлендә Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа туҡталыш көтә — башҡорт ихатаһында милли аш-һыу менән танышыу экскурсияның бер үҙенсәлеге. Һуғылған балаҫ, талдан үрелгән ситән, өҫтөнә ыҡсым ғына итеп мендәрҙәр өйөлгән боронғо һандыҡ һәм башҡа төр көнкүреш әйберҙәре тарихыбыҙға күҙ һалырға, милли булмышыбыҙ менән танышырға мөмкинлек бирә. Өс сәғәтлек ял мәлендә ҡунаҡтар айыу, ҡаҙ майы һәм бал менән мунса инә, шифалы үләндәр менән сәй эсә, уҡтан атырға өйрәнә, Димдә балыҡ тота, рәхәтләнеп аралаша. Балалар иһә, бар донъяларын онотоп, бәрәс, ҡолон, быҙау, көсөктәр менән уйнай, уларҙы ашата. Бал, ҡорот, эремсек, үлән сәйҙәре һәм башҡа ризыҡтарҙы туристар бик теләп һатып ала.
Йылҡы малы менән яҡындан танышыу, һыбай йөрөргә өйрәнеү мөмкинлеге лә ҡаралған маршрутта. Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылының йылҡы фермаһында батырҙар эсемлеге — ҡымыҙ әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелә.
Ғөмүмән, был тур шулай уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, төркөмдәр тиҙ арала тупланды. Тәүге маршрутты әҙерләгәндә 10 көн эсендә 50-ләп кеше теләк белдерҙе, ике автобус ялларға тура килде. Һәр башҡорт ауылында ошондай милли ихаталар төҙөп була бит ул — ҡыҙыҡһыныу бар, халыҡҡа килем дә арыу төшөр ине. Милли колорит менән һуғарылған турҙар бөгөн тиҙ һатыла.
— Эйе, йәй көнө беҙ Нөгөштәге “Инайа” этнопаркында ошо исем аҫтында туристик маршрут булдырҙыҡ. Махсус рәүештә индеецтарҙың кейемдәрен тектерҙек, атрибутика әҙерләнек. Америка, Австралия, Великобритания ҡунаҡтары, Рәсәй һәм Башҡортостан туристары был һуҡмаҡ буйлап уҙҙы ла инде. Беҙ торлаҡ өлгөләрен, тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтарын һәм ҡоралдар күрһәтәбеҙ, ике халыҡтың да тарихына туҡталабыҙ, телдәрҙәге оҡшашлыҡтарҙы барлайбыҙ. Евразия башҡорттары менән Төньяҡ Америка индеецтары араһындағы дөйөм элементтар һәм параллелдәр нимәнән ғибәрәт һуң? Билдәле булыуынса, ғалимдар тел йәһәтенән 300-ләп уртаҡлыҡ тапҡан. Мәҫәлән, индеецтарҙың ҡайһы бер телдәрендә һанау тәртибе “бер, ике, уч” тип башлана. Төрлө халыҡтарҙың ДНК өлгөләрен өйрәнеү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, индеецтарҙың иң яҡын ҡәрҙәштәре — тыва һәм алтай халыҡтары. Ә улар, билдәле булыуынса, башҡорттар кеүек үк төрки телле халыҡтар. Был мәғлүмәтте маршрутта ҡатнашыусылар бик ҡыҙыҡһынып тыңлай.
Сәйәхәт мәлендә туристар индеецтарҙыҡы кеүек сыбар аттарҙа (әлбиттә, махсус костюмдар кейеп) йөрөй, уларҙың традицион торлағы — типи эсендә усаҡ яғырға өйрәнә. Әйткәндәй, 15 минут эсендә ул шул тиклем йылына, унда хатта көҙгө һалҡын төндә лә еңелсә кейемдә йоҡларға мөмкин. Башҡорт тирмәһе менән дә таныштырабыҙ, үлән сәйе, бауырһаҡ һәм бал менән һыйлайбыҙ. Теләүселәр тирмәләрҙә ҡуна ала, ял базаһындағы бар уңайлыҡтары булған номерҙарҙа ла йәшәргә мөмкин. Турҙа йәйен генә түгел, көҙгө һәм ҡышҡы миҙгелдә лә ҡатнашырға була. Йәй көнө Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап катерҙа сәйәхәт күҙалланһа, ҡыш көнө ҡаргиҙәрҙә йөрөргә, Сумған мәмерйәһен барып күрергә мөмкин. Минеңсә, бик үҙенсәлекле, ғәҙәти булмаған тур ул.
— Ҡала сиктәренән сыҡмай ғына ысын башҡорт мөхите менән танышырға теләүселәр өсөн махсус программа күптән кәрәк ине. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ла һорағас, өс программа булдырҙыҡ. “Башҡорт төнө” тигән интерактив программа “Өфө уттары” күңел асыу комплексында уҙғарылды. “Россия” каналы тарафынан ойошторолған “Халыҡ репортеры” федераль конкурсының йомғаҡлау этабына килгән ҡунаҡтар өсөн ине ул. Программа үрҙә телгә алынған этнотурҙар нигеҙендә ойошторолдо: башҡорт йолалары буйынса ҡаршы алыу, милли колориттағы тирмәләр, аш-һыу, халҡыбыҙҙың музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, дәртле йыр-моң.
“Ватан” паркында иһә “Күскенселәр уйыны” үткәрәбеҙ, унда инде уҡтан атыу буйынса турнир, һыбай йөрөү ҡаралған, әйтеп үткәнемсә, ҡунаҡтарға милли кейем кейҙерәбеҙ. “Мәргән уҡсы” клубы егеттәренең сығышы айырыуса ныҡ тәьҫир итә ҡунаҡтарға, уларҙың һәр хәрәкәтен таң ҡалып күҙәтәләр. Тағы бер программа — “Башҡорт мунсаһы”, уның үҙенсәлектәрен һанап үттем инде.
— Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәр башланғысыбыҙҙы хуплап ҡаршы ала, бергәләп байтаҡ эштәр башҡарҙыҡ. Талантлы бейеүсе, ҡурайсы, режиссер Рәйес Низаметдинов — проекттарыбыҙҙың сағыу биҙәге. Ярты эшебеҙҙе ул башҡара, тиһәк тә була: ҡурай моңо менән ҡунаҡтарыбыҙҙы әсир итә, мәргән уҡсы булыуы менән дә таң ҡалдыра. “Капова-Тур” ял базаһы етәксеһе Урал Хәлиуллин, беҙҙең 120 пункттан торған талабыбыҙҙы үтәп, туристарҙың күңеленә хуш килерлек башҡорт йорттары булдырҙы. “Ирәндек” этноауылы хужаһы Фәнис Кәримовҡа маршруттарыбыҙҙы йөкмәткеле, йәнле итеүе өсөн рәхмәт. Баймаҡ районы хакимиәте һәр яҡлап ярҙам күрһәтте, бер мөрәжәғәтебеҙҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Барлыҡ идеяларҙы беҙ Заһир Ҡотлосурин менән бергәләп тормошҡа ашырабыҙ.
— Иң тәүҙә тейешле инфраструктура булдырыу зарур, уңайлылыҡ — улар өсөн беренсе планда. Европа стандарттарына яуап биргән номерҙар, йыуыныу бүлмәләре, wi-fi; еренә еткереп башҡарылған логистика (һис бер ҡыйынлыҡһыҙ тейешле ергә алып барып еткереү, йәғни трансфер) — барыһы ла тәфсирләп уйланылыуы мөһим. Икенсенән, реклама — мәғлүмәт сит ил вәкилдәренең иғтибарын йәлеп итерлек булһын, уларҙа башҡорт милләтенең ҡайҙа йәшәүен барып күреү теләге тыуырға тейеш. Төп акцент — ҡабатланмаҫ милли мөхитебеҙ, кейемдәребеҙ, тирмәләребеҙ, сағыу биҙәктәребеҙ, аш-һыуыбыҙ. Донъяның бүтән бер мөйөшөндә лә табып булмаҫлыҡ үҙенсәлегебеҙ менән йәлеп итергә тейешбеҙ туристарҙы.