Все новости
Тематическое интервью
22 Сентября 2022, 15:31

ҺҮҘ ҠӨҘРӘТЕ

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова сентябрь айында 75 йәшен билдәләй.

ҺҮҘ ҠӨҘРӘТЕ
ҺҮҘ ҠӨҘРӘТЕ

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы 2000 йылда «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың саҡырыуы буйынса Сибайҙан Өфөгә күсеп, беҙҙең редакцияға эшкә килә. 3 йыл дауамында ул журналист йөгөн тарта, райондарға командировкаларға йөрөй, буласаҡ һүрәтләмәләренә һәм очерктарына геройҙар эҙләй, ойошма етәкселәре менән осрашып, түләүле материалдар ойоштора. Тап ошо йылдарҙа «Бөйрәкәй» пенталогияһы яҙыла.

Хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе ысын күңелдән ҙур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Донъялар именлеге, тән һәм йән сәләмәтлеге, артабан да илһамлы ижад теләйбеҙ.

Һүҙем

– Таңсулпан апай, һүҙ байлығы Һеҙҙә ҡайҙан? Әҫәрҙәрегеҙҙә геройҙар шул тиклем халыҡсан итеп һөйләшә, уларҙың телендә характер күренә, образ бар. Был үҙенән-үҙе шулай килеп сығамы, әллә махсус рәүештә иғтибар бирәһегеҙме?

– Һәр ижад төрөнөң Аллаһ тәғәлә тарафынан ижадсыға һалынған шул ҡеүәтте асыу сараһы (средство выражения) бар. Йырсыға бирелгәне – моңло тауыш, бейеүсенеке – ритмды нескә тойомлау, тән һығылмалылығы, рәссамдыҡы – форманы, күләмде, төҫтө тойоу, ә инде яҙыусы һәм шағир өсөн был сара – һүҙ көсөн тәрәндән аңлауҙыр. Әлбиттә, мин бала саҡтан уҡ алдыма яҙыусы булыу маҡсатын ҡуйманым, ләкин үткән ғүмерҙе байҡап уйланған саҡтарҙа был тәбиғи һәләт миндә үҙен иртә һиҙҙергәнгә оҡшай. Беренсенән – хәтер, иң тәү иҫемдә ҡалған ваҡиға – ярты йәшлек ҡустымды юлдан ситкә һөйрәп сығарыу – ике йәш ярым сағымда булды. Әллә ҡайҙан килгән машина тапап ҡуйыр тигән ҡурҡыу шул ваҡиғаны мейегә һеңдергән. Иртә атлағанмын, иртә телем сыҡҡан. Шулай бер картуф утап йөрөйбөҙ. Хәбәрҙе тетеп ултырғанмындыр инде, эргәмдәге Илдар ағайым:
– Таңсулпан, телеңде сығарып күрһәт әле? – ти. Сығарҙым, ағай телде ятып-ятып тикшереп ҡараны ла:
– Һы! Телең ҡәҙимге беҙҙеке һымаҡ икән дә! – тине.
Әкиәттәр тыңларға яраттым. Атай – маһир йырсы. Халыҡ йырҙарын башҡара, тарихтарын һөйләй. Мине туйҙарҙан ҡалдырмай. Элекке туйҙар – бишәр, кәмендә өсәр көн булды. Өйҙәр ул заманда ҙур түгел: арыта, уйнап та алғы килә, ә мин түҙәм, атай йырлай һәм артынса тарихын һөйләй.
Йыуаса сәйҙәрендә һәр ике яҡ төртмә таҡмаҡтар әйтешә – ифрат ирмәк күренеш! Ә бына Сталин үлгән көндө атайым, элекке фронтовик, урындыҡҡа ҡапланып ятып иланы. Атайҙың илағанын тәү ҡат күреүем – ныҡ тетрәндем һәм:
– Сталин үлде – гудок ҡысҡырҙы,
Атай күҙҙәре йәшкә мансылды, – тинем.
Эске кисерештәрем шулай тәүге ижад тамсылары булып тышҡа бәреп сыҡты, күрәһең. Ул саҡта миңә биш йәш ине. Артабан да шулай йыш ҡына күңелемә килгән һүҙҙәрҙе рифмалап, көйгә һалып, үҙ алдыма һуҙып йөрөй торғайным. Мәктәпкә барғас, минең «ижад» юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелде: 2-се класта яҙған шиғырымды мәктәптең стена гәзитенә яҙып элделәр! Хәтеремдә, шул осорҙа түбәм күккә тейеп йөрөнөм! Әсәй генә артыҡ ярһып китергә ирек бирмәне: берәй шағирҙың әҫәрен ятҡа һөйләй ҙә:
– Шиғыр бына ошолай була ул! – ти.
Уйланам. Сағыштырам. Шулай шул – тегеләрҙеке башҡасараҡ. Серлерәк тә, шыма ла, һәр тау ашаһынан яңынан башланған күк һыҙаты кеүек, йыраҡ та. Әммә был йыраҡлыҡ мине артыҡ баҙатманы: ташҡынға йүгән кейҙереп буламы? 5-се класта уҡ әкиәттәр, пьесалар яҙа башланым. Хатта ике пьесамды Басай ауылының бәләкәй генә клубында гөрләтеп ҡуйып та ташланыҡ. Ҡыҫҡаһы, йырсыға тауыш тыумыштан һалынған кеүек, яҙыусыға ла был һәләт юғарынан биреләлер. Әлбиттә, һүҙ маһирлығы үҫешмәгән авторҙар ҙа бар. Ни тиһең? Бөтә йырсылар ҙа Абдулла Солтанов була алмай бит! Өлөшөңә күпме көмөш эләгә – шуға ризаһың. Ысын ижадсы тибендәге ат кеүек: ҡар аҫтынан үҙенә ризыҡ таба; тәбиғәттән телгә һиҙгерлек артыҡ мул бирелмәгән хәлдә лә, төп ҡоралы һүҙ булғас, телгә иғтибарлы һәм талапсан булыу яҙыусы өсөн мотлаҡ талап.

– Һеҙҙең прозағыҙ хаҡында һүҙ күп булды матбуғатта. Тәүге әҫәрҙәрегеҙгә Мостай Кәрим, Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәевтар ыңғай баһа биргән, һуңыраҡ Рафаэль Аҙнағолов, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай бик матур мәҡәләләр яҙҙы. Хәсән Назар Һеҙҙе тере классигыбыҙ тип атаһа, Салауат Әбүзәр «Рухиәтебеҙҙең таң Сулпаны» тип нарыҡланы. Шулай ҙа Һеҙҙең драматургияғыҙ, публицистикағыҙ бар. Улар хаҡында әле етди һүҙ булғаны юҡ һымаҡ. Нисек уйлайһығыҙ?

– Эйе, яҙыусының ижадына бөтә яҡлап анализ биреү тәртибе беҙҙә аҫҡай. Уйлап ҡараһаң, һәр ижадсының ижадҡа илткән үҙ һуҡмағы була. Минең өсөн ул һуҡмаҡтың иң тапалғаны – публицистика. 1977 йылда Учалы ҡалаһында «Ураҡ һәм сүкеш» гәзитенә эшкә килдем. Корректор булып. Хатта бер танышым, редакцияға эшкә инеүемде ишеткәс:
– Нимә? Редактор булыпмы, әллә яуаплы секретармы? – тип, үҙенә ҡалһа мыҫҡыл итеп китте. Учалыға күскәс, башҡа эш тапмағанға килеп ингәйнем мин унда. Дөрөҫөрәге – минең «Ялан сейәһе» исемле тәүге хикәйәмдең ҡулъяҙмаһын уҡып, гәзиттә баҫҡас, үҙҙәре саҡырып алғайнылар. Шунан бирле журналистика менән художестволы әҙәбиәт, берен-бере тулыландырып, йәнәш атлап китте. Ә минең шәхси биографиямдың тос ҡына булыуы эшмәкәрлегемә үҙенә күрә ҙур плюс булды. Юғары уҡыу йортона ингәнсе, ике йыл клуб мөдире булып эшләүем, ауыл советына депутат итеп һайланыуым, урта мәктәпте бөткәнсе өс урында – Күсейҙә, Сибайҙа, Түбәлә – белем алыуым – барыһы ла «тормош тәжрибәһе» тигән багажға үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы. Ә инде уҡыу йортон тамамлағандан һуң Фәндәр академияһында, мәктәптә эшләү шулай уҡ тормоштоң төрлө сфераһында ҡайнап, фекер тупларға ярҙам итһә, редакцияла эшләгән йылдарҙа судта оҙаҡ ваҡыт халыҡ заседателе булып йөрөү ҙә үҙ төҫмөрөн индерҙе. Ижадсының ҡәләменән сыҡҡан әҫәрҙәр – публицистикамы, хикәйәме, повесть йә романмы – улар барыһы ла автор биографияһының нимә менән тултырылыуына бәйле.
Ҡайһы яҙыусыларҙың тормош биографияһы үтә ябай: мәктәп, вуз, баш ҡала редакцияһы. Ярай ҙа ул үҫкәндә – нигеҙендә – тормош һабаҡтарын алып өлгөргән булһа! Уныһы ла икеле. Шуға күрә минең журналистика – ул барыбер, башлыса, яҙыусы журналистикаһы. Бәлки, шуғалыр ҙа 80-се йылдар башында яҙған тәүге ҙур очерыгым гәзит журналистикаһында ярайһы билдәле бер ағайға оҡшаманы: «Йөрәк көсө»н ул ҡаты тәнҡиткә тотто. Хатта бындай очерктарға юл ҡуймаҫҡа, тигән фекер әйтте. Ни өсөн? Сәбәбе ябай ғына: мин һауынсының тормош юлын, кисерештәрен биргәнмен, күңеленең йөкмәткеһен асҡанмын – образын тыуҙырғанмын. Аҙаҡ ул ағай менән бергә эшләргә лә тура килде. Үткәнгә – салауат. Ул хаҡта һүҙ булманы, ә мин очерктар яҙыуымды, заман геройҙарының реаль образдарын тыуҙырыуҙы дауам иттем. Әйткәндәй, былтыр апрель айында, М.Ғафури исемендәге музей хеҙмәткәрҙәре филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова етәкселегендә «Таңсулпан Ғарипованың очерк геройҙары» тигән ҙур сара үткәрҙе.

– Һүҙҙең көсө ҙур, ҡөҙрәте киң. Ләкин йыш ҡына беҙ үҙебеҙ уның бәҫен ебәрәбеҙ һымаҡ миңә. Кемделер маҡтайым тип, тура килһә лә, килмәһә лә яңғырауыҡлы эпитеттар ҡулланыу, пафослы һүҙҙәр яңғыратыу. Мәҫәлән, «маһир» тигән һүҙ бар. Оҫтаның да оҫтаһы, тимәк. Был һүҙҙе сәхнәлә бейеп йөрөгән 6 йәшлек балаға ҡарата ҡулланыу һис тә урынлы түгел. Был хаҡта уйлап ҡарау юҡ, беҙҙә бөтәһе лә «маһир» ҙа «маҡсатлы». Һүҙҙәрҙе һаҡһыҙ ҡулланыу кешеләр араһындағы мөнәсәбәткә лә зыян килтерә, ихласлыҡты ебәрә. Нилектән килә был хәл?

– Маһир – эйе, һирәк ижадсыны был һүҙ менән ҡылыҡһырлап булалыр. Хатта «оҫта» һүҙенә сифат, йә аныҡлаусы сифатында ҡулланырға мөмкиндер был һүҙҙе, сөнки оҫталыҡтың да төрлө критерийҙары бар. Ә һүҙҙәргә һалынған мәғәнәгә, һүҙҙең йөкмәткеһенә ҡарамай, тота килеп ижадсы емешенә баһа биреү эстетик яҡтан да, әхләҡи яҡтан да дөрөҫ түгел. Ә ни өсөн бөгөн сама бизмәндәре дөрөҫ күрһәтмәй? Сөнки уларҙың дөрөҫлөгөн асыҡлар тәнҡитселәр юҡ. Музыка ҡорамалдарын әленән-әле белгестән көйләтеп тормаһаң, ул боҙоҡ тауыш сығара, йәғни кәрәкле нота урынына туҙға яҙмағаны сыға. Баһалар менән дә шулай! «Маһир» тигән һүҙ менән генә бөтмәй әле – билдәле, күренекле һәм ахыр сиктә мәшһүр, бөйөк, гений тигән сама терминдары ла бар!
Яңыраҡ радиотапшырыуҙа бер шағирәнең ижады хаҡында һүҙ барҙы һәм уны «күренекле шағирә» тип нарыҡланылар. Үҙенең ҡолағына ғына комплимент рәүешендә әйткәндә – ярай, кем әйтмешләй, Бог с ней! Ләкин был аныҡлаусы донъяға яңғыраны! Ижады «урта ҡуллы» тигәнгә көскә тартҡан был шағирә үҙе нисек кисергәндер был хәлде?!
Бына Рәшит Солтангәрәев (ауыр тупрағы еңел булһын!) маһир хикәйәсе булды. Ни өсөн маһир? Сөнки ул сағыу характерҙар табып, ижадында шуларҙы оҫталарса файҙаланды. Халыҡ артистары күп, ләкин араларында маһирҙары һирәк; йырсылар күп – маһирҙары бармаҡ менән һанарлыҡ. Абдулла Солтановтан 1989 йылда радиоға интервью алғанда мин уны «бөйөк йырсы» тип атаным! Ҡурайсылар менән дә шулай: ҡурайсы Дәүләтбай ағай мәрхүм Рәхмәтуллиндың улы Айбулат Рәхмәтуллин күҙ алдымда (бергә эшләнем) маһир ҡурайсыға әүерелде. Ә маһирлыҡтан мәшһүрлеккә – бер аҙым.

– Әйтер һүҙең менән һуңлама, тигән яҙылмаған ҡанун бар. Кемгәлер ваҡытында әйтелмәй ҡалған һүҙҙәрегеҙ булдымы, ғөмүмән, кемделер дәртләндереү өсөн йылы һүҙ әйтеү, ә кемгәлер, киреһенсә, тәнҡит һүҙе әйтеп, дөрөҫлөктө асыуға нисек ҡарайһығыҙ? Һеҙ быларға һәләтлеме?

– Эйе, Рәшиҙә һеңлем, һөйҙөргән дә – тел, биҙҙергән дә – тел, тиҙәр. Теш менән «бикләп» тотмаһаң, тел һөйәкһеҙ – уныһы ла мәғлүм. Йылы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡағыҙы. Мәҡәлдәрҙең яңылышы юҡ ул, сөнки улар бер нисә быуат һынауын үткән. Шуныһы асыҡ: йылы һүҙгә һәр йән эйәһе мохтаж. Был йәһәттән миңә һабаҡты әсәйем бирҙе. Ныҡ төшөндөрҙө. «Кешенең йөҙөн йыртма», «Ауыр һүҙле булма», «Кеше таш менән атһа, һин аш менән ат» – быларҙы ул көн дә иҫкә төшөрҙө. Һөнәри кәсебем буйынса яҙыусы булараҡ, бер ҡәләмдәшемә лә атап тәнҡит һүҙе әйтмәнем. Һәр кем Хоҙай тарафынан үҙенә күпме һәләт бирелгән, шул юғарылыҡта яҙа. Хатта бәғзеләренә (ә минең ҡул аша йөҙләгән ҡулъяҙма үтте) кәңәш биреп ултырған сағымда ла уның үтәй алмаҫын белеп торам. Әлеге лә баяғы – рожденный ползать – летать не может. Талаптарҙы инҡар ҙа итмәй ул – ризалаша, ләкин нисек? Нисек икәнен белһә, миңә килеп ярҙам һорап ултырамы ул?! Күптәргә ярҙам ҡулын һуҙҙым, ҡулъяҙмаларын эшләп, төҙәтеп, ҡайһылары өсөн яҙып та бирҙем, ләкин береһенә лә күңелдәрен төшөрөрлөк һүҙ әйтмәнем.
Һүҙгә һиҙгерлек тигәндәй, шиғриәтте лә нескә тоям, ҡайҙа ниндәй һүҙ артыҡ, йә етмәй – бер ҡат уҡыу менән төшөнәм. Мәшһүр актер Олег Ханов: «О! Әгәр һәр актер мин аңлаған тиклемде аңлаһа!» – тигәйне минең «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға»ны сәхнәләштергән сағында. Мин дә художестволы әҙәбиәт хаҡында сыҡҡанда Олег Хановтың ошо һүҙҙәрен эстән ҡабатлайым...
Үрҙә әйтелгәнсә, йылы һүҙгә һәр кем мохтаж. Йәшләй ауырлыҡты, юҡлыҡты күреп үҫкәнгәмелер, бәғерһеҙлеккә дусар йәндәрҙе ныҡ йәлләйем. Урамда көпә-көндөҙ йәбергә дусарҙарҙы ла яҡлайым. Аҙаҡ аптырайым: шул туҡмаҡтың үҙемә эләгеүе лә бар ине бит – ҡыҙған кешенең күҙенә аҡ-ҡара күренмәй – уныһы көн кеүек асыҡ. Ҡәләмдәштәремде лә хаҡһыҙ рәнйетелеүҙән ҡурсалайым. Матбуғатта ла яҡлап сығыштар яһайым. Ә наградаға тәҡдим ителһәләр, юғары органдарға үҙ фекеремде ишеттерәм. Изгелек ҡыл да – һыуға һал, тигәндәй, исемдәрен атап тормайым.
Заманабыҙҙың йөҙөк ҡашы булырҙай кешеләр хаҡында ижади портреттар, мәҡәләләр, очерктар яҙыуым да ана шул ҡәлбемә атай-әсәйем һалған кеше яратыу, күңел йомартлығынан киләлер. Йомартлыҡ өләшкәндән кәмемәй. Ә бына үҙемә таш атһалар, өнһөҙ ҡалам, Хоҙайға тапшырам. «Ҡоторған эт Айға ҡарап өрөү менән, Айҙың нуры китмәҫ!» – тип, бөйөк Аҡмулла һүҙҙәренә ышыҡланам. Рәми Ғариповтың шиғыр юлдары ла һәр саҡ хәтерҙә:

«Бәлки, ҡарайып та бөтөрмөн мин –
Янған өсөн ҡара яғырҙар;
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яла яғыусылар табылыр...»

Һәр быуын ижадсыһының башынан үткән хәл был! Съездарҙың ниндәйен күрмәнем: бәғзеләрендә – ҡәләмдәштәремә, бәғзеләрендә үҙемә таш аттылар. Тик шуныһы... «Әҙәбиәт» тигән батшалыҡ түре таш менән түгел, баш менән яулана; талантың булмаһа, төйнәлгән йоҙроҡ ҡына эш ҡыйрата алмай. Хөкөмдар – халыҡ. Уҡыусыны кәнфит менән дә, шалтыраҡ уйынсыҡ менән дә әүрәтеп булмай. Ул үҙенә ниндәй «витамин», ниндәй «прививка» кәрәкте үҙе тоя...


Күҙем

– Һеҙ бер әңгәмәлә «Өлкән улым Санкт-Петербургтағы кинематография институтына ингәс, ай һайын барып йөрөнөм. Аслы-туҡлы йөрөмәһен тип түгел, һуңынан баламдың күңелен танымай тормайым, тип ҡурҡтым», – тигәйнегеҙ. Тәрән мәғәнә, ҙур аҡыл бар был һүҙҙәрҙә. Баланың күңелен танымау йәки, киреһенсә, бала тарафынан ата-әсәнең күңелен аңламау ғаиләнең генә түгел, халыҡтың, йәмғиәттең рухи тарҡаулығына килтерә. Бер-береңдең күңелен таныу нимәнән башлана һуң һәм уны юғалтмаҫ өсөн нимә эшләргә?

– Эйе, өлкән улым – Айтуған Ғарипов – ун ете йәшендә Петербург ҡалаһының кино Академияһына инде. 1991 йыл. Илдең сәйәсәте лә, иҡтисады ла көрсөккә килеп терәлгән мәл. Көн ныҡ боҙолһа, яҡшы кеше этен дә сығармаҫ, тиҙәр. Бына шул этте лә йөрөтмәҫ мәлдә минең балам ер аяғы – ер башына сығып китте. Ә бит мин уны Өфөгә алып килеп, документтарын авиация институтына ҡалдырып ҡайтҡайным. Бер заман: «Әсәй, мин Питерға имтихан бирергә барам – аҡса кәрәк», – тип шылтырата. Шул көндө үк кесе улым менән Учалы поезына ултырҙым. Шул – килеп етеп, аэропортта ҡул болғап тороп ҡалдым. Баҡһаң, мин ҡайтып киткәс, таныш ҡатын улымды Питерға китергә өгөтләгән. Ун етеһе яңы саҡ тулған балала төплө аҡыл ҡайҙан булһын? Бына шунан алып 5-6 йылға арҡама биштәр аҫтым: балама аҙыҡ-түлек ташый башланым. Үҙебеҙгә карточка менән ни бирәләр, шуны икегә бүләм, эш хаҡы юҡ, хатта алда өмөт сатҡылары ла күренмәй.
Юлдар хәүефле. Питерға барыу өсөн Миәс һәм Силәбе ҡала вокзалдары аша үтәһең. Вокзалдар бысраҡ, бәҙрәфтәрҙә сиғандар йәшәй, төндә тәҙрә төптәрендә ярым яланғас бомждар йоҡлай. Вагондарҙа – антисанитария. Кемдәрҙер – Урта Азия республикаларынан, кемдәрҙер Ҡаҙағстандан күсә. Ил ҡуҙғатылған ҡырмыҫҡа иләүеләй ҡайнай. Мин инде Питерға картуфҡа тиклем күтәреп китәм. Киностудия стипендия түләүҙе туҡтатты – үҙҙәре көскә көн күрә. Иң ҡыйыны – бәлиғ булыр-булмаҫтан рухи ҡиблаһыҙ ҡалған балалар. Был үҙгәреш, илдең компасһыҙ һәм капитанһыҙ карапҡа оҡшап ҡалған мәленә тура килеү үҫмер йәштәрҙең сыныҡмаған психикаһына бәрҙе. Тоннель осонда ут күренмәй – Гайдарҙың шок терапияһы ла ярҙам итмәне. Юҡлыҡ ир-атты ныҡ ҡаҡшатты – уларҙың күп өлөшө өмөтһөҙлөккә бирелде һәм хәсрәтен шешәгә бушатты. Бындай хәлдә тормоштоң берҙән-бер тотҡаһы булып, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ ҡалды. Бешерергә бер ус оно булмаһа ла усаҡ яҡты, ниҙер тапты, ашатты, йылытты, балаларын мәктәпкә оҙатты. Ҡатын-ҡыҙҙар, башҡорт аттары кеүек, тибендә тибенеп ризыҡ тапты, ғаиләһен ҡараны. Ул саҡта мин дә хәс тә шул тибендәге бейә инем. Тик бейәләр ҡолондарының тамағын ғына ҡайғыртһа, мине ике үҫмер улымдың күңел торошо нығыраҡ борсоно. Ошондай шарттарҙа ай һайын барҙым улым янына. Музейҙарға, театрҙарға йөрөнөк, бергә фильмдар ҡараныҡ, һирәк китаптар һатып алдыҡ. Балам бөтөнләй асыҡманы, тип әйтә алмайым – асыҡҡан сағы ла булды, эшләне лә, ләкин күңел аслығын – рухи ҡытлыҡ – кисермәне. Уның менән бергә киткән егеткә килеүсе булманы – ул институтты ташланы. Аҙаҡ улым тағы бер институт бөттө, икенсеһе лә юғары белем алды. Һәр хәлдә икеһе менән дә уртаҡ тел таба, һөйләшә, фекерләшә һәм аңлаша алам. Китаптан айырылмағастары рухи һәм эстетик талаптары юғары. Донъя булғас, төрлө саҡтар булды, була, ләкин, әсә булараҡ, улар алдында намыҫым таҙа, шуға, Аллаға шөкөр, һүҙем – һүҙ.
Тормош ниндәйҙер осраҡта еңелләшһә лә, һәр заман үҙенсә ҡатмарлы. Әлеге мәлдә еңелме? Илдә булған бөтә сәйәси һәм иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ халыҡ иңенә төшә. Артабан да әсәләргә ныҡлыҡ, сабырлыҡ бирһен Мәүлә. Көндәр – ҡояшһыҙ, төндәр айһыҙ ҡалған хәлдә лә әҙәм балаһының берҙән-бер һыйыныр нөктәһе булып әсә йөрәге ҡала.

– Заман шул тиклем тиҙ үҙгәрә. Һеҙҙең күҙ алдында формациялар алмашынды, тотош илдәр юҡҡа сыҡты, йәшәйеш-көнкүреш ныҡ үҙгәрҙе. Һеҙ ҡайһыларын – ыңғай, ҡайһыларын кире баһалайһығыҙ?

– Йәмғиәттә барған үҙгәрештәр, формациялар алышыныу – барыһы ла Хоҙай әмере менән баралыр ҙа мәгәр кеше факторы ла роль уйнамай булмайҙыр. Мин фанат түгел, ләкин Аллаһ Тәғәләнең барлығына, берлегенә ныҡ ышанып, уның ҡөҙрәтенә инанып, уға һыйынып йәшәгән бәндәмен. Шуға күрә лә алдан иҫкәртәм – минең фекерҙәр субъектив характерҙа булыуы бар. Атеист, йә булмаһа номиналь «дин тотоусы» менән бер иштән фекер йөрөтә алмайым, тимәксемен. Йәмғиәт үҙгәреше килтергән хәлде, көнкүрешкә баһалама-анализ яһар өсөн тик шул хаҡта ғына фекер алышыуға ҡоролған әңгәмә кәрәктер ул. Юлайҡан бирелгән һорау ҡыҫаһында ни ҙә булһа әйтеү ҡыйын. Бына минең әсәй, Әсмә Рәхмәтулла ҡыҙы Баймырҙина, 1902 йылда тыуған. Теге дәүерҙе лә, әлеңгене лә күреп, йәшәп белгәнлектән, һәр икеһе хаҡында уның менән фекер алышып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табып була ине. Шул һөйләшеүҙәрҙән мин «теге дәүер»ҙең дә үтә насар булмауын төшөндөм. «Ялҡауҙар ғына насар йәшәне. Һөнәрле бирешмәне. Кеше ҡара йәшенән ниндәй ҙә булһа һөнәргә эйә булһын ул», – тиер ине. Ә инде: «Ҡайһы заман кеше өсөн уңайлыраҡ?» – тигәнгә: «Бөгөнгө. Хәҙерге заман, – тине. – Уҡыу буш, медицина буш, тешләһәң – тешләйһең (Ашарға бар, тигән һүҙ. – Т.Ғ.), пенсия түләйҙәр». Хәҙер уйлайым: бәй, уҡыу, медицина, буш торлаҡ биргән формациянан – социализмдан – беҙ ниңә еңел генә баш тарттыҡ?! 1917 йылдың октябрендә миллион ҡорбандар аша яуланған кешелек хыялы – социализмды ни өсөн ата-олатайҙар кире ҡаҡҡан, инҡар иткән капитализмға алыштырҙыҡ? Хәҙер ғәйеплене эҙләп маташыусылар бар ҙа ул – аңлайым, уныһы ла туйып һикереүҙән түгел. Шулай ҙа... Әгәр ғәйеплене эҙләүселәр күҙлегенән ҡарағанда, ғәйеп – атта ла, тәртәлә лә. Һәр ваҡыттағыса, балыҡ баштан серене. Юғары эшелон ҡартайҙы, көс китте. Империя менән идара итер көс бабайҙарҙа ҡайҙан булһын? Ә байлыҡ бар. Күп. Ҡәбергә алып китеп булмай. Ә балалар? Йәл, бик йәл. Үҙҙәре әҙергә – Гөлбәҙәр. Бер телетапшырыуҙа Геннадий Зюганов: «Бөтә СССР-ҙың байлығын 120 кеше үҙләштерҙе», – тине.
Йәнә... сиктәр асылып, демократия елдәре иҫә башлағас, беҙ һүккән капиталистик йәмғиәттә кешеләрҙең беҙҙән етеш йәшәүен күрҙек. Беҙ күрә алмаған буржуйҙар донъяһынан беҙгә матур кроссовкалар, футболкалар, джинсы салбарҙар, килешле күн курткалар килә башланы. Ә ниндәй генә парфюм юҡ?! Шул рәүешле ипләп-ипләп, яйлап-майлап, Көнбайыш һәм Америка йәштәр йөрәген «ҡулға төшөрҙө». Ҡыҙҙар ҙа хәҙер: «Комсомол булһа, һөйәбеҙ, комсомол булмаһа – юҡ!» – тип йырламай. Улар модалы джинсы, күн куртка, әҙәм аңламаған телдә яҙыулы футболкалар кейгән егеттәргә төбәй ҡарашын.
Беҙ, зыялылар, журналистар, яҙыусылар күпте вәғәҙә иткән демократияға алдандыҡ. Һүҙ иреклеге ымһындырҙы. Элек «тыйылған әҙәбиәт»тең өҫкә сығыуы тулҡынландырҙы, зиһенде арбаны һәм шул уҡ мәлдә Горбачев асҡан ишектән киң йылмайып килеп ингән Ельциндың «Суверенитетты йота алған тиклем йотоғоҙ» тигәне милли мәктәптәрһеҙ, милли матбуғатһыҙ ҡала яҙған, артистар өсөн төлкө кәпәсте лә Мәскәү рөхсәтенән башҡа тектерә алмаған, үҙебеҙ алтын-көмөш өҫтөндә тәһәрәт ҡылып, үҙебеҙ әҙәм рәүешле юлдар төҙөй ҙә алмаған халәтебеҙҙе баштан-аяҡ икенсе яһаны! Беҙ үҙгәрҙек. Яңы урыҫтар ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй килеп сыҡты, улар артынса һирәк-һаяҡ булһа ла яңы башҡорттар күренгеләй башланы. Беҙ, зыялылар, милли мәктәптәр, милли матбуғат булдырыу мәшәҡәтенә сумдыҡ. Ниһайәт, «Мин – башҡорт!» – тип ауыҙ тултырып әйтә башланыҡ, тарихи үткәнебеҙҙе байҡаныҡ, урамдарға милли геройҙарыбыҙҙың, фән, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәренең исемдәрен бирҙек. Мин инде эш араһында халҡыбыҙ ҡаһармандарының һынын әүәләгән ирем оҫтаханаһында бөтөрөлдөм. Йылы ямғыр үтеү менән йәшәргән ҡаулан кеүек, беҙ ҙә күптән танһыҡ тиңдәр араһында тиң булып йәшәү ҡыуанысына сумдыҡ.
Ул саҡтарға 20 йыллап ваҡыт үтте. Бөгөн нисек? Нимә һөйөндөрә, нимә көйөндөрә, тип һорайһың. Шәхсән үҙемә ҡағылғаны – Өфөлә ипотекаға алынған ике бүлмәле фатирымда көн күрәм. Пенсиям – 20 мең. Машинам юҡ һәм булманы. Баҡсам бар – хосусилаштырырға рөхсәт итмәнеләр. Рәйесебеҙ дүрт суд аша үтте – һөҙөмтә юҡ. Шөкөр итәм. Әлегә тиклем ниңә быны, ниңә тегене яҙҙың тип ҡаңғыртҡандары юҡ – шайтандың ҡолағы һаңғырау булһын! Ауылдар нисек? Ауыл ҡартая, мәктәптәр ябыла; китапхана һәм фельдшер пункттары менән дә шул уҡ хәл; бик күп участка хәстәханалары күптән эшләмәй; ирҙәр – Себерҙә, элек ситкә кәсепкә киткәндәрҙе «зимагур» тиһәләр, хәҙер – «вахтовик». Минең ике институт бөткән улым да инде ете йыл вахтовик.
Тыуған ауылың ни хәлдә, тип ҡыҙыҡһыныусы булһа, шул: алтынын ҡаҙыу арҡаһында сабынлыҡҡа, игенлеккә нисек ҡытлыҡ кисерһә, ауыл халҡы һаман шул хәлдә. Хәҙер ташын да ташыйҙар. Рекультивация юҡ. Ат башы ҙурлығында алтын тапҡан саҡтары ла булды, «Ирәндек айыуы»н да сығарып бирҙе – юлдар һаман шул. Бер Советтар Союзы Геройы, ике халыҡ яҙыусыһы, халыҡ артисы, билдәле педагогтар, күренекле сәнғәт әһелдәре тәрбиәләгән мәктәптә уҡыусылар һаны йылдың-йылы кәмей. Кеше малды күпләп көтөргә самалай – ит тапшырырға комбинат юҡ Сибайҙа. Беҙҙең яҡ һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү өсөн уңай – йөндө, тирене ҡайҙа итәһең? Германияла иң затлы йыһаз – диван эшләүҙә ат ҡылы ҡулланалар – беҙҙә уға һан юҡ!
Беҙҙең ауылда түгел, республикабыҙҙың һәр төбәгендә шул уҡ проблема. Халыҡҡа кәрәкле көнкүреш тауарҙарына, милли мәсьәләләргә иғтибар һәм аңлау етмәү сәбәпле СССР тарҡалды, әммә бөгөн нимә үҙгәрҙе? Царь Кащей над златом чахнет, тигәндәй, һаман шул бер балыҡ башы. Ярай әле Себер бар. Вахтовиктары булғандар өй һала, кәртә-ҡура төҙәтә, ләкин уларҙың да йәшерәктәре, балаларын артабан уҡытыуҙы уйлап, ҡалаға тартыла... Шулай, үрҙә әйткәнемсә, ҡулың менән һыпырып ташлап булмай, Хаҡ Тәғәлә яҙған яҙмышты тигән кеүек, аптырап ҡалаһың...

– Билдәле кеше булараҡ, халыҡ менән осрашырға, төрлө кешеләр менән күрешергә тура килә Һеҙгә. Ҡайһы берҙә осраҡлы ғына күрешеү ҙә яҙмышҡа ҙур йоғонто яһап ҡуя. Шундай кешеләр булдымы тормошоғоҙҙа?

– Осраҡлы рәүештә актовый залда ултырып ҡалып, институттың ғилми ултырышына тап булмаһам, мин унда эшләп йөрөүемде дауам итер инем! Әммә минең эштәрҙе минһеҙ һәм минең авторлыҡтан тыш тикшереү, әлбиттә, һығымта яһарға һәм стратегияны үҙгәртергә мәжбүр итте. «Мин үҙ юлымды табырға тейеш – тимәк, ғалимлыҡ юлы ябыҡ», – тип уйланым. Аҙаҡ, ун биш йыл самаһы үткәс, Роберт ағай мәрхүм Байымов Учалыға килгән сағында мине тағы ғилми эшкә саҡырҙы. «Университеттың филология бүлеген һиңә тиклем дә, һинән һуң да тамамланылар, ләкин әҙәбиәт теорияһы буйынса һинең кимәлдә фекер йөрөткән студент булманы», – тине. Мин уға: «Ағай, һеҙгә 40 йәш, һәм һеҙ профессор, ә мин 40 йәштә соискатель булып йөрөйөммө?!» – тинем. 1995 йылда Бөтә донъя башҡорттарының I Ҡоролтайына делегат булып килгәс, Роберт Байымов йәнә миңә: «Университетҡа эшкә кил. Диссертация яҡларға һиңә бит өс ай ваҡыт етә!» – тине. Был юлы күндем. Ғариза яҙҙым. Ятаҡтан ике бүлмәле урын бирҙеләр. Уҡытаһы сәғәттәр ҙә, диссертация темаһы ла билдәле – һәм мин... тағы баш тарттым! Сибай ҡалаһы хакимиәтенең ул саҡтағы етәксеһе Зиннур Йәрмөхәмәтов (ауыр тупрағы еңел булһын!) Сибай телевидениеһында башҡортса тапшырыуҙар редакцияһы асырға саҡырҙы. Илгә ҡайтыуҙың ояты юҡ тип, мин Сибайға киттем. Осраҡһыҙ осраҡлылыҡмы был, әллә саялыҡмы? Бәлки, икеһе бергәлер? Үкенәмме? Юҡ. Мин шул саҡта Сибайға китмәһәм, уҡыусы балалар араһында инде 30 йылға яҡын дауам иткән ижад бәйгеһе үткәрелер инеме? Милләтебеҙҙең аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары Салауат Юлаевҡа, Зәки Вәлидигә, Бабичҡа, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Мөхәмәтша Буранғоловҡа, Рәми Ғариповҡа, Башҡортостандың Рус дәүләтенә федераль договор менән ҡушылыуына 450 йыл тулыуға бағышланған һәйкәлдәр ҡуйылыр инеме? Юҡ. Мин бармаһам, Хәйҙәр унда нишләп барһын? Сибайҙа йәшәү осоронда ул башҡа шәхестәргә лә һәйкәл күп яһаны. Хәйҙәр, 40 йыл йәшәһәк тә, миңә алтын-көмөш һырғалар, йөҙөктәр, йә кеш тундар бүләк итмәне – уның үҙенең күп осраҡта тартырына ла булманы. Ә бына ул миңә шәхестәребеҙгә ҡуйған һәйкәлдәре рәсеме төшөрөлгән бер бокал бүләк итте. Унда: «За каждым успешным мужчиной стоит женщина. Этой женщиной была ты, Таңсулпан», – тип яҙылған. Ярҙамы өсөн рәхмәт әйтеп, тағы бер бокалды Айбулат улыбыҙға яҙҙырған. Һорауыңа яуап рәүешендә әйтелһә лә, ул күпселек шулай, Рәшиҙә: беҙ «яҙмыш» тип нарыҡлаған төшөнсә ул ана шул осраҡлыҡтарҙан тора. Күрәһең, юғарыла әйткәнемсә, осраҡһыҙ осраҡлыҡ булмай. Ә инде ғалимә Таңсулпан яҙыусы Таңсулпанға ни тиер икән тигән һорауыңа ниндәй яуап дөрөҫлөккә нығыраҡ тап килер? Бер саҡ, университеттағы бер ултырышта академик Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымовҡа: «Һеҙ беҙгә (йәғни Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. – Т.Ғ.) үҙегеҙгә һайланғандан ҡалғандарҙы ебәрегеҙ», – тигән. Быға яуап итеп, Р.Байымов: «Беҙ бит һеҙгә Таңсулпан Ғарипованы һәм Салауат Рәсүлевты бирҙек – улар ҡайҙа?!» – тигән. Бына шулай. Тимәк, әҙәбиәт ғилеме минең йөҙҙә бер ғалимын юғалтҡан. Миңә әле II курста уҡыған сағымда «Икенсе Белинский» тигән ҡушамат юҡҡа тағылмағандыр. Әгәр фән юлынан китһәм, яҙыусы Ғарипова, ай-һай, килеп сыҡмаҫ ине. Мин, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, былай ҙа ҡырҡҡа ярылып йәшәнем, ғилми эш мине башкөллө йотор ине... Институттан йөрәк майҙарымды ҡыуҙырып киттем, үҙем белмәһәм дә Аллаһ Тәғәлә белгән инде минең ҡәсиәтте – яҙыусы тыуһын өсөн фәнгә ишекте бикләгән.

– Бала саҡта күргән нәмәләр (әйберҙәр, күренештәр) күңелгә ныҡ һеңеп ҡала. Шуға ла кешеләр олоғая килә хәҙергеһен онота башлай, ә элеккеләрҙе яҡшы хәтерләй. Һеҙҙең хәтерҙәге сағыу иҫтәлектәр нимәләргә бәйле?

– Сағыу иҫтәлектәрме? Эйе, олоғая башлаһа, бәндә күберәк үткәнен иҫкә ала. Йоҡоһоҙ төндәр, ҡырҡ әйләнә мендәр, тигәндәре лә дөрөҫ. Тик ниңәлер минең хәтер үткәнде лә, хәҙергене лә һыйҙыра әлегә. Әлбиттә, элекке шикелле шиғырҙы 1-2 уҡыуҙа ятлап булмай. Шуға йәшерәктәргә доғаларҙы иртәрәк ятлағыҙ, олоғайғас намаҙға баҫырға теләк тыуыр, әммә доға ятлау ауыр буласаҡ, тием. Сағыу тигәс, ул ҡыуаныслы хәл-ваҡиғаны күҙ уңында тоталыр бит инде?
Мин 3-сө класта уҡып йөрөгәндә беҙҙең мәктәпкә ауылдашым Абдулхаҡ Игебаев килде. «Йәш көстәр» альманахында тәүге шиғырҙары баҫылған саҡ булған. Беҙ уны дружинабыҙҙың почетлы пионеры итеп алдыҡ. Ысын шағир менән был минең икенсегә осрашыуым булды, ә тәүгеһендә клубҡа Батыр Вәлид килде. Көндөҙ үк берәр шәлкем сәскә тотоп, клуб иҙәненән урын алдыҡ та, засадала ятҡан һалдат кеүек, кис етеп, уның клуб сәхнәһенә күтәрелеүен көттөк. Ике шағир ҙа әсәйемдең элекке уҡыусылары икәнен белгәс, түбәм күккә тейҙе!
Тағы... Икенсе класҡа күскән йылды Сибайҙа йәшәгән туғандар үҙҙәренә алып ҡайтты. Ленин һәйкәле барлығын ишеткәс, көнө буйы асығып-һыуһап, шул һәйкәлде эҙләп таптым. Тәү тапҡыр һәйкәл күреүем, етмәһә, Ленинды!
Тағы... Иртә яҙ. Улым ваҡытында мәктәптән ҡайтманы. Көтәүелләй бирҙем дә эҙләп сығырға булдым. Ҡараһам, ишек төбөндә тора. Бысранып бөткән. «Ҡайҙа булдың? Ҡайҙа йөрөнөң?!» «Әсәй, мин бөгөн һиңә сәскәгә барҙым». Усын асты бала – унда саҡ күҙен асырға өлгөргән һары сәскәләр. Шаҡ ҡаттым. Ете йәшлек баланың күҙҙәрендә шатлыҡтың сиге юҡ. Ауырыған, ас, мәктәпкә бармаған, әммә бәхетле!
Тағы... онота яҙғанмын: БДУ-ға инеүселәр исемлегендә үҙемдең фамилияны күреү! Был минең өсөн ысын мәғәнәһендә бөйөк миҙгел ине!
Тағы... Тәүге президентыбыҙ Мортаза Рәхимов ҡулынан Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһын алыу. Тәүге һәм, бәлки, һуңғы тапҡыр ҡулымды ҡыҫты – нимәлер әйтте лә шикелле – хәтерләмәйем.
Тағы... Спектаклдәр гел аншлаг менән барҙы. Сәхнәгә саҡырҙылар. Алҡыштар. Сәскәләр. Ҡотлауҙар. Ә бына Ҡазандағы овация! «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға»ны ҡарағас, меңләгән тамашасы аяғүрә баҫты һәм бик оҙаҡ артистарҙы сәхнәнән ебәрмәне. Мин дә торҙом шунда. Был Башҡорт сәнғәтенең триумфы ине! Ырымбурҙа, Мәскәүҙә лә шундай уҡ хәл булды, тинеләр. Ләкин был сит республикалағы еңеү! Милли сәнғәтебеҙ еңеүе!
Тағы... Үҙебеҙҙә, Конгрес-холда, миңә «Милләт әсәһе» тигән миҙал тапшырҙылар. Миңә генә түгел, күптәргә. Эш награданың ҙур, йәки бәләкәй булыуында түгел: мин сәхнәгә күтәрелә башлағас, бөтә халыҡ Ҡытай стенаһы кеүек аяғүрә баҫты ла ҡул саба башланы. Алҡыш оҙаҡ тынманы. Бик сирле сағым ине – иртәгәһенә иртүк хәстәханаға һалдылар. Алҡыш күрмәгән кеше түгелмен – мәгәр шул миҙгел хәтерҙә уйылды.

– Һиҙеү, тойомлау сифаттары үҫешкән кешеләр ниҙәр буласағын төштәрендә күреп белә. Һеҙгә был хасмы һәм төштәргә ышанаһығыҙмы?

– Тойомлаумы, алдан күреүме – күп кешегә хас сифат шикелле ул. Донъя кимәлендә бәндәнең үткәнен һәм киләсәген әйткән шәхестәр ҙә байтаҡ. Ә инде ижад кешеһендә был сифаттар үҫешкәнерәк була, ахыры. Мин дә шунан, моғайын, мәхрүм түгелдер. Әле бөгөн генә иҫемә төшөрөп ултырҙым. Түбәлә 9-сы класта уҡып йөрөгән саҡ. Йәтеш, ыҡсым кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле, күҙлекле бер ҡыҙҙы күрҙем мәктәптә. «Дыуан яғынан килгән, башланғыс кластарҙа уҡытыусы», – тинеләр, мин ҡыҙыҡһынғас. Бер көн әсәйемдең ике туған һеңлеһенә барҙым: баяғы ҡыҙ уларҙа ултыра! «Рафиҡ ағайың өйләнде, – тине апай. – Таныш бул...» «Ә мин уны беләм», – тинем. Ә үҙем телдән ҡалып, шаҡ ҡатып торам: был ҡыҙ бит минең ағайымдың кәләше булырға тейеш! Ниңә былай? Был дөрөҫ түгел!!!
Аҙаҡ, ағайымдың 50 йыл бергә йәшәгән ефете донъя ҡуйғас, был еңгәйҙең ире – Рафаҡ ағай ҙа гүр эйәһе булғанға ете йыл үткәс, минең ағай ошо бөҙрә сәсле, күҙлекле ҡатынға өйләнде. Ете йыл бергә йәшәнеләр. «Ете йыл ете көндәй ҙә булмай ҡалды, – ти хәҙер туҡһанға табан атлаған ағайым. Уны юғалтыу һағышы ныҡ тәрән».
Мин кешегә ауыр һүҙ әйтеүҙән ҡурҡам, йөҙөн йыртып ҡуймайым тип, күҙемә ҡарап алдаһалар ҙа, йәберләһәләр ҙә өндәшмәйем. Серек дүңгәк кеүек бөтәһен дә үҙемә һеңдерәм. Минең өндәшмәүҙән, яуапһыҙ, өнһөҙ булыуҙан файҙаланып, уғата әрһеҙләнеп ҡара яғыусылар үҙенең эшен дауам итә. «Хоҙай бар!» – тинем. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай – тел һөйәкһеҙ. Кемдең нимә уйлағанын, елдең ҡайҙан сығып, ҡайҙа дауылға әйләнгәнен дә һиҙеп-белеп йөрөйөм; этлек эшләр кешене төштә күрәм.
Мин тыуған йыл сентябрь айы, әсәйемдең һөйләүе буйынса, бик йылы килгән. Күбәләктәр, бөгәләктәр осоп йөрөгән. Ошо уңайлы шарттарҙы файҙаланып, атай өйҙө һипләргә (ремонт яһарға) оҫталар яллаған. Оҫталарҙың береһе – Әхмәт Байназаров – атайыма еҙнәй тура килгән. Түбәнән килеп, ятып эшләгән инде. Шул. Таң атып килгән бер мәлдә мин донъяға тауыш биргәнмен. Өйҙә – ҡатын-ҡыҙ, кендек әбейҙәре, ығы-зығы – атай үҙенең һипләнеп ятҡан өйөндә, оҫталар эргәһенә киткән. Иртәнге намаҙын уҡып бөткәс, Әхмәт апа атайыма табан әйләнгән:
– Ниңә иртәләнең, ҡәйнеш?
– Ней, бит, киленең ҡыҙ тапты, бына яңы...
– Беләм, – тигән мулла, – төштә күреп уяндым.
Бик өлөшлө бала тыуҙы. Илатмағыҙ, рәнйетмәгеҙ. Илаһа – күҙ йәше, рәнйеһә – рәнйеше төшөр. Һаҡ булығыҙ!
Мулланың әйткәненең тәьҫир көсө ныҡ булдымы, әллә үҙем рәнйетелергә сәбәп бирмәнемме – миңә тырнаҡ менән дә сирткән кеше булманы. Ул ғына түгел – тауыш та күтәрмәнеләр. Бала булғас, саҡҡан сағым да булғандыр – бала-саға тип әйтмәҫтәр ине юғиһә. Илдар ағайымдың өс ҡыҙ туғаны булып, һәр беребеҙҙә ул ҡушҡан ҡушамат та булды. Минеке – «ҡоҙағый ҡарсыҡ-кендексе». Был минең йәшемә күрә түгел, телемә, фекерләүемә ишаралаған ҡушамат ине. Минән йәшереп, өйҙә бер кем бер нәмә эшләй алмағандыр. Башта бөтә белгәнемде әйтеп барһам да, үҫә төшкәс, телде тыйҙым, сөнки һәр кемдең үҙ сере булырға тейеш икәнен аңланым. Унан һуң ошаҡсы булғым да килмәгәндер – һәр хәлдә ваҡытында туҡтаным.
Ә күрше-тирәне аптыратҡан саҡ булды. Ут күрше Нәзифә еңгәйҙең ун балаһы булды. Йыш ҡына таш ҡойма аша хәбәрләшеп алабыҙ. Бер һөйләшкәндә:
– Еңгә, был бәпесеңде лә бесән мәлендә табаһың бит? Ҡәйнәң көйөр инде... – тигәнмен.
Шунан был еңгәй минең еңгәйҙән:
– Мин тағы ауырлы икәнемде әле иремә лә әйтеп өлгөрмәнем, Таңсулпан уны ҡайҙан белде икән? – тигән.
Минең еңгәй ҙә аптыраған:
– Ниңә, һин ауырлымы ни?!
Кеше үҙенең һәләтенә – ҡәсиәтенә – иғтибар биреп бармай. Ҡарашыңды, иғтибарыңды эске аңыңа – күңелеңә төбәһәң, күпте күрергә, кеше ишетмәгәнде ишетергә һәләтлеһең. Беҙҙең ваҡыт юҡ. Үҙ күңелебеҙ тауышын тыңларға ваҡытыбыҙ ҙа, теләгебеҙ ҙә юҡ. Будда ил гиҙмәгән, сәйәхәт ҡылмаған. Батшаның вариҫы булыуҙан баш тартып, Батху ағасының төбөндә ултырған һәм төпкө зиһене асылған. Суфыйҙар һуң? Ҡайҙа тау ҡыуышы, ҡайҙа харабалар күкрәгенә һыйынып, донъяуи ымһындырғыстарҙан баш тартып, һәр ике донъяның асылына төшөнгәндәр, дауалау серҙәренә лә эйә булғандар. Ҡайһыларына ул аңлау Ҡөръән аша килгән, бәғзеләренә – Мөжәүир әүлиә олатайға мәҙәнән – бөйөк ҡәсиәт (дар) булып юғарынан бирелгән. Донъя – Макрокосмос – үҙе кеүек киң һәм серле. Уның серенә төшөнөп бөтөү мөмкин булмаған хәл. Кеше – микрокосмос – шулай уҡ серле, шулай уҡ ҡатмарлы. Беҙҙең физик тән һүлпән йондоҙҙарҙың саңынан яратылған. Йән тәндән айырылғас, беҙ тағы ла үҙебеҙҙән һуң йәшәй торған бихисап микроорганизмдарға сеймал булып, ергә, тупраҡҡа әйләнәбеҙ.

– Мемуар яҙмайым да, уҡырға ла яратмайым, тигән һүҙегеҙ бар. Һаман да шул фекерҙә ҡалаһығыҙмы? Күргән-кисергәндәрегеҙҙе яҙып сыҡһағыҙ (Һеҙҙәге тел байлығы менән!), иҫ киткес роман килеп сығыр ине. Яҙа ҡалһағыҙ, «Ватандаш»ҡа тәҡдим итерһегеҙ, тип ышанам.

– Эйе, мин Әхмәр Үтәбай менән «Ағиҙел»дә (2021, №8) баҫылған «Тәҡдир ҡәләмдәре миндә булһа» тигән бер һөйләшеүҙә ошо йүнәлештәрәк бер кәлимә әйткәйнем, тик унда һүҙ көндәлек тураһында барҙы. Мемуарға мин ҡаршы түгел. Унда мин шуны һыҙыҡ өҫтөнә алдым: көндәлек, бигерәк тә яҙыусы көндәлеге, авторҙың шәхсиәтен дөп-дөрөҫ күрһәтә алмай, сөнки ул публика өсөн яҙыла, тигәнмен. Мемуар менән көндәлек араһында айырма ҙур. Мин студент саҡтан алып яҙҙым ул көндәлекте, тормошҡа сыҡҡас та дауам иттем, ләкин... стоп! Беренсенән, үтә шәхсән әйберҙе кем дә булһа уҡыр тип уйламаным, икенсенән, асылыңды асып, аҡ ҡағыҙ менән бүлешә алмағас, нимәгә кәрәк көндәлек яҙыу?! Йыртып утҡа яҡтым. Иң яҡын серҙәшемде уттың ялҡынлы телдәре һә тигәнсә ялмап ҡуйҙы. Башҡа яҙманым, барын йотоп, күңелемә бикләп йәшәнем. Ә мемуар яҙа ҡалһаң, «Ватандаш»ҡа бир тигәнең оҡшаны. Яҡшы хужабикә тауыҡтарын, ситкә күкәй һалмаһын тип, яҙ башынан ояға мая һалып ҡуя. Афарин! Булдыҡлы мөхәррирҙәр үҙе етәкләгән матбағаның уҡымлылығын алдан хәстәрләй шул ул. Эреләнеп, «Килтерерҙәр!» тип ултырһаң, улар инде күптән икенсе яҡҡа осҡан була.


Үҙем

– Һеҙ йәй көнө күберәк баҡсала йәшәйһегеҙ, емеш-еләк үҫтерәһегеҙ. «Ултырып яҙмау ғына ижади эшмәкәрлек туҡтай тигән һүҙ түгел, – тигәйнегеҙ был хаҡта. – Бөтә нәмә тәүҙә башта тыуа. Шул хаҡта туҡтауһыҙ уйланып йөрөйһөң. Өлгөрөп еткәс, ҡыш ултырып ҡағыҙға төшөрәһе генә ҡала». Ниндәй булды быйылғы йәй? Баҡсағыҙҙағы уңыш нисек тә, башығыҙҙа тумалаған ижад емештәре ниндәй?

– Баҡса үҫтереү ҙә ана шул «үҙгәртеп ҡороу» эпопеяһының бер өлөшө булды инде ул. Ауыл кешеһен һыйыры, ҡош-ҡорто ҡотҡарһа, минең өсөн «ҡотҡарғыс түңәрәк» шул баҡса булды. Ер эйелгәнде ярата. Эйелергә иренмәнем. Эшләнем. Үҫтерҙем. Эшкәрттем. Ике баҙым тулы банка булды. Кеше баҡсанан эңерҙә ҡайта башлаһа, мин төнләтеп кенә ҡайтып инәм, ә таң менән – эшкә. Уның араһында төнө буйы «банка ябам». Малайҙар ҙа эшләне. Күктән көтөп ултырманылар. Өфөгә 2000 йылда килдем, ятаҡтың ҡыҫынҡы бүлмәһендә ятҡансы тип, баҡса алдым. Әлбиттә, хәҙер, һуңғы ике-өс йылда, баҡсамды элекке тәртип һәм бөхтәлектә тота алмайым, шулай ҙа бөтәһен дә сәсәм, үҫтерәм. Һатып алһаң, шул уҡ йәшелсә-емеш арзанға төшә, әлбиттә. Тик нишләйһең – миндә крәҫтиән психологияһы. Аяҡ аҫтында ер йылыһын тойоу, хеҙмәтемдең емешен татыу, миҙгелдәрҙең тәмен белеп йәшәү – ошо фани донъяның бер өлөшө, ҡыуанысы һәм йыуанысы бит! Сәскәләр үҫтерәм – улар менән һөйләшәм. Кемдер тормошто икенсе төҫмөрҙәре өсөн ярата, ә минең өсөн ул йә йәшелгә, йә сәскәгә, йә һарыға сорналған һабаҡтар; бала сығарып сырҡылдашҡан ҡоштар, һуңғы вальста әйләнә-әйләнә ергә ҡойолған япраҡтар... Тәбиғәт яҙ кире йәшәрә. Бәндәнең дә яҙы, йәйе, көҙө һәм ҡышы булһа ла, миҙгелдәр бер генә килеп, бер генә китә һәм... мәңгегә. Мин дә бәндә. Кешегә хас ғүмер миҙгелдәрем булды, тик бер айырма менән: мин – яҙыусы. Яҙыусының иһә шәхси тормошо юҡ. Тормошомда ниндәй генә өйөрмәләр, тетрәнеүҙәр булмаһын – мин яҙырға тейеш. Шул йәһәттән мин яҙыусы һөнәрен артистыҡы менән сағыштырам: өйөмдә, тормошомда ни булмаһын – ул сәхнәгә сығырға тейеш. Йөрәге илап торғанда ла ауыҙын йырырға мәжбүр. Әммә айырма ла бар: бик булмаһа, артисты икенсе артист менән алыштырып була, ә яҙыусыны – юҡ. Мин башлаған әҫәрҙе икенсе берәү дауам итә алмай! Тамамланмаған әҫәр – толҡатта көйө, йәғни тыуып өлгөрмәй үлгән бала. Хәҙер шуға күрә, Рәшиҙә һылыу, сәскәгә тумаланһаң да, атып, атҡас, орлоҡ йә емеш биреп өлгөрмәм тип ҡурҡаһың. Ә минең былай ҙа тормош мәшәҡәттәре өҫтөнлөк алыу арҡаһында тамамларға өлгөрмәгән әҫәрҙәрем аҙ түгел...

– Һеҙ даими рәүештә үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙ менән осрашып тораһығыҙ. Үҙебеҙҙең Баймаҡ районында, Сибайҙа Һеҙҙең исемдәге конкурстар уҙғарылып тора. Ләкин, 70 йәш тулыу уңайынан бер интервьюла осрашыуҙарҙы, юбилейҙарҙы үҙем өсөн туҡтатырға ҡарар иттем, яҙыр әйберҙәр ҡыҫтай, тигәйнегеҙ. Алда – тағы юбилей. Осрашыуҙар булырмы, халыҡ көтәлер...

– Халыҡ менән осрашыу шулай уҡ яҙыусы шәхсиәтенең бер өлөшө. Әлбиттә, яҙыусы, ул бер яҡтан ҡарағанда, актер түгел, сығыш яһамай ҙа йәшәй ала. Икенсе яҡтан, саҡыралар, һорауҙар бирәләр. Илле-алт­мыш һорауға яуап бирергә тура килгән саҡтар була. Әҫәр буйынса ғына ла түгел бит һорауҙар – уларҙы йәшәйештең төрлө аспекттары ҡыҙыҡһындыра. Хатта бөгөнгө ҡыҙҙарҙың сәстәрен ялбыратып йөрөү модаһына ла ҡағылышлы һорауҙар була. Бәғзеләрен минең шәхси ғаилә хәлем дә ҡыҙыҡһындыра. Ә инде әҫәр геройҙары, уларҙың прототиптары – ҡыҙып бәхәсләшеүгә тиклем барып етә. Көнөнә 5-6 аудитория менән осрашыу физик яҡтан арыта-арытыуын, ләкин рухыңды күтәрә. Йоҡоһоҙ төндәр, байрамһыҙ байрамдар, ялһыҙ ял көндәре бушҡа түгел икән, ышаныс, хеҙмәтеңдең кешегә кәрәклеген тойоу үҙ алдыңда үҙеңде күтәрә. Бындай осрашыуҙар уҡыусы-тамашасы күңелен дә күтәрһен өсөн тырышам. Үҙемдәге позитив энергия менән бүлешәм. Кешене көлдөргән дә, бөлдөргән дә – һүҙ. Уҡыусының төрлөһө бар. Кемдер ошо осрашыуға, батып барған ерҙән һаламға тотонғандай, иң кәрәкле һүҙҙе ишетергә килә – мин әңгәмәне бөтәһен иҫләп ҡорам. Был осраҡта һин инде психолог та, психотерапевт та, табип та, әсә лә, һеңле лә, еңгә лә...

– Фекер һәм хис кешеһе булараҡ, яҙыусы үҙе йәшәгән һәм осор тыуҙырған проблемаларға битараф ҡала алмай. Бөгөн Һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр борсой?

– Замана тыуҙырған төрлө проблемаларға бер ваҡытта ла битараф булманым. Шуныһы: проблемаларҙың ҙуры йә бәләкәйе була. Бына, мәҫәлән, «Аҡ тирәк» драмаһы. Утыҙ йәшемдә ни өсөн мин был әҫәрҙе яҙҙым? Сөнки тупраҡ, беҙҙе туйындырған ҡара тупраҡ, иҫ китмәле эксплуатацияға дусар ителгәйне: химизация, ауыр техника менән тапалыу – индустриализация һәм мелиорация. Учалы районының «Башҡортостан» колхозында ике йыл ижади командировкала булғандан һуң, ер яҙмышы мине ныҡ тетрәндерҙе. Тупраҡ күптән SOS ҡысҡыра, ә беҙ ишетмәйбеҙ. Беҙ, кешеләр, үҙбеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ балта сабабыҙ!
Икенсе драмам – «Төштәге йыр». Илдә – хаос. Өйҙә – шул уҡ хәл: тарих уҡытҡан әсә – арҡаһына биштәр аҫҡан: «челнок» булып киткән, сөнки ғаилә башлығы – рәссам – депрессияға бирелгән, өҫтәүенә бер туған балдыҙы менән «шаяра». Бала – ҡарауһыҙ. Шул мәлдә фалиж һуҡҡан өләсәй бала күңелен сайралтмаҫ өсөн уйын уйлап таба – өй эсен аҡ елкәнле карап рәүешен биреп биҙәтә һәм үҙе капитан образына инә.
Өсөнсө драмам – «Бәхеткә ҡасҡандар». Кеше ғүмере буйы ғаилә алдындағы бурысын үтәй һәм... мөхәббәттән ҡаса. Хатта бурысын үтәп бөтһә лә бәхетле булыуҙан ҡурҡа. Был – беҙҙең тормош, беҙҙең ысынбарлыҡ. Шуға күрә лә ул, фантасмагория тип аталһа ла, тамашасы сәхнәләген «йотто» – тын алырға ҡурҡып ҡаранылар. Бик күп республика конкурс һәм фестивалдәрендә беренсе урынды, хатта Гран-при яулаған был әҫәр залдағыларҙы уйландырып ҡына ҡалманы – тетрәндерҙе. «Тәңкәле ҡыҙ», «Китмәгеҙ, торналар», «Ямғыр көткәндә», «Ғилмияза», «Маҡтымһылыу, Әбләй, Ҡара юрға» һәм ниһайәт, шәхес культының бөтә аянысын сағылдырған «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы. Береһе лә ҡыҙыҡ булһын өсөн генә яҙылманы. Һәр береһендә заман һәм кеше яҙмышы. Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ көрәше. «Урал менән Шүлгән»дә лә шул уҡ көрәш. Кешелекте яралған таңынан алып оҙатып килгән проблема. Ахыр сиктә «Бөйрәкәй» пенталогияһы ла шул ҡиблаһыҙ ҡалған халыҡ баҙап ҡалмаһын, героиням Мәҙинә кеүек, үҙ юлын тапһын өсөн яҙылды. Шулай булмаһа, ниндәй яҙыусы ил янар тау кеүек ҡайнаған бер саҡта лава өҫтөндә ултырып роман яҙһын? «Илекәй» һуң?!. Ҡуштау ваҡиғаларынан 12 йыл алда яҙҙым мин был әҫәремде! Әгәр шул әҫәр донъя күргән мәлдә уға йәмәғәтселек тарафынан тейешле иғтибар, кәрәкле реакция булһа, тәғәйен Ҡуштау мәшәҡәте килеп тә сыҡмаҫ ине. Мин, яҙыусы булараҡ та, гражданин булараҡ та бармағымды халҡымдың, еремдең, илемдең пульсында тотоп торам да бит – хакимдар ҙа шуны эшләйме? Бөгөн ауылдың ҡартайыуы, эшһеҙлектән йәш ғаиләләр ҡалаға күсеү сәбәпле, мәктәптәр ябыла. Кемде борсой был? Ниндәй саралар күрелә? Мәктәп бар икән – ауыл бар, ауыл булһа, тормош бара, ә инде ауыл юҡ икән – тормош та юҡ, тигәйне заманында Мортаза Рәхимов. Ул әйткәндәр әле лә актуаль. Үҙ заманы ялҡынында янмаған берәй ижадсы булдымы икән?! Ижади зыялыларҙың әйткәненә ҡолаҡ һалыусы ла булһа...

– «Тормош – саялар өлөшө» тип ҡабатларға яратаһығыҙ. Һеҙҙең ҡатмарлы операциялар кисергәнегеҙҙе белгәс, ни өсөн ошо һүҙҙәрҙе тормош девизы итеп алғанығыҙҙы аңлайым һымаҡ. Уф тип, туҡтауһыҙ көрһөнөп йөрөү хас түгел Һеҙгә. Саялыҡ ҡайҙан?

– Тормош – саялар өлөшө, тип әйткәнмендер. Кәйефеңә, шул мәлдәге күңел торошона ҡарап та һөйләйһең бит һүҙҙе. «Саялыҡ» тигән төшөнсәнең дә төҫмөрҙәре күп кенә бит әле. Мин был фразаны ҡасан, ҡайһы әңгәмәлә әйткәнемде асыҡ ҡына иҫләй алмайым, шулай ҙа, уйлай торғас, быны үҙ шәхсиәтемә ҡарата әйткәнмендер, тип ҡуйҙым. Бөтә кешенән дә саялыҡ талап итеп булмайҙыр, мәгәр миңә «жил – дрожал, умирал – дрожал» тигән төшөнсә ят булды. Бына, мәҫәлән, Учалы ҡалаһында 20 йылға яҡын йәшәнем. Килгәс тә эш таба алмай төшөнкөлөккә бирелә башлағанда, батып барған бәндә һаламға тотонғандай, 30 йәшем тулған төндө, сәғәт ун икелә, ултырҙым да тәүге хикәйәмде – «Ялан сейәһе»н – яҙҙым. Шул хикәйә миңә редакция ишеген асты. Корректор булып эш башлаһам да, икенсе эшкә күскәндә мин мөхәррир урынбаҫары инем. Ҡалала – үҙ кеше. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Беренсе Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, һ.б... Фатир бар, өй һалырға ер алынған, дача, гараж-көнкүреш яҡшы ғына яйға һалынған. Ә мин, көҙгө бер төндә, ике тәгәрмәсле арбамды һөйрәп, Сибай ҡалаһына килеп индем. Кемгә барып ҡунып сығыу хаҡында уйланып торам. Ямғыр быҫҡаҡлай. Әмәлгә ҡалғандай, эргәмә ике егет килеп туҡтаны.
– Ҡайҙан киләһегеҙ? – ти былар.
– Бынан күренмәй инде хәҙер, – тием.
– Ә кемгә бараһығыҙ?
Был төбәшеүҙең сәбәбен аңлап бөтмәһәм дә, ҡалала билдәле кеше тип уйлап: «Зифа Баязитоваға!» – тинем. Егеттәр театрҙың сәхнә хеҙмәткәрҙәре булып сыҡты һәм мине ялт иттереп Зифаның өйөнә илтеп кенә түгел, индереп киттеләр.
Ҡыйынлыҡтар аша хәләл көс менән бөртөкләп йыйған донъям әрәм була бит тип урынымдан ҡуҙғалмаһам, мин мәңге драматургияға килмәҫ инем, телевидение эшен үҙләштерҙем, үҙем теләгән программалар астым; Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләү дәүерендә Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән һәм, әлбиттә, Баймаҡ райондары, ундағы ижади потенциал менән таныштым; шул төбәктең «тоҙо» булған халҡым зыялылары менән яҡындан аралаштым; Сибай ҡалаһында мәктәп йәшендәге балалар өсөн ижад бәйгеләре ойоштороп, уны республика кимәленә күтәрҙем; шул төбәктән сыҡҡан ун шәхескә, бер кемдән ярҙам алмайынса, үҙ көсөм менән таҡтаташтар ҡуйҙырҙым; төбәктең һәр районында һәм Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Йылайыр, Хәйбулла райондарында хәтер һәм ҡәҙер кисәләре, урындағы яҙыусыларҙың юбилей кисәләрен ойошторҙом, күптәренә фатир алышырға ярҙам иттем. Һәр хәлдә мин эшләй башлағанса үҙенең махсус бинаһы ла булмаған Яҙыусылар ойошмаһы үҙ офисын булдырып ҡына ҡалманы, ә яҙыусыларҙың һәм милләтем тип янып йәшәгән зыялыларҙың рухи Мәккәһенә әүерелде. Был саялыҡмы? Саялыҡ. Хаҡы – Учалыла булған мөлкәтте тулыһынса юғалттым.
...Һәм тағы: «А он, мятежный, просит бури, как будто в бурях есть покой», – тигән Михаил Лермонтовтың лирик геройы кеүек, тағы шул арбалы сумкамды өҫтөрәп, биш йыл йәшәгәндән һуң Өфөгә сығып киттем. Шунан алып, туғыҙ йыл дауамында беҙҙең ғаиләнең берҙән-бер йәшәү урыны булып Мәҙәниәт министрлығы балансындағы дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһе ҡалды. Туғыҙ йыл буйы Рәйес Түләк «мискә» тип атаған шул бүлмәлә йәшәнек. Шунда «Бөйрәкәй»ҙең дауамы – дүрт өлөшө яҙылды, «Илсекәй» повесы, «Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары»ның дауамы, «Урал менән Шүлгән», «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы, «Ғилмияза» драмаһы, «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» нәфис фильмына нигеҙ ташы булып ятҡан «Йәй ташы» киносценарийы, Саҡмағошта үткән «Үлгән йылы булмай батырҙың» сценарийы, «Туғанлыҡ» фестивале өсөн сценарийҙар, очерктар, мәҡәләләр яҙылды. Бер минән күрше бүлмәлә йәшәгән шағирә: «Апай, һинең хатта яҙышырға өҫтәлең дә юҡ – нисек яҙаһың ул?!» – тип һораны. Күрәһең, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – эш араһында – шул саҡлы яҙыу өсөн өҫтәлдән бигерәк йөрәк кәрәктер. Ә йөрәгеңдә халҡың булыу шарт.
Өфөлә юғары уҡыу тамамлағандан һуң егерме биш йыл сик хеҙмәтендә (мин әҙәбиәтебеҙҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡланым) булғандан һуң 2000 йылда кире Өфөгә килдем. Һәр яңы урын бәндәне ныҡ һынай. Бер ерҙә лә һине әйҙүк тә әйҙүк тип көтөп тормайҙар. Кешене белеү ҙә самалы. Мәктәп алыштырған саҡта ла үҙеңде раҫларға мәшбүрһең. Яҙыусылар мөхите лә шул уҡ мәктәп уҡыусыларынан ныҡ айырылмай, тик аяҡ салыу саралары шымараҡ, аҫтыртыныраҡ, әммә... Нимә беҙҙе үлтермәй – шул көслөрәк яһай.

– Йәш саҡта фән юлынан киткән булғанһығыҙ. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эш башлағанһығыҙ. Шул юлдан китеп, бөгөн билдәле ғалим булғанһығыҙ икән тип күҙ алдына килтерәйек әле. Әҙәбиәт белгесе яҙыусы Тансулпан Ғариповаға бөгөн ниндәй кәңәш бирер ине?

– Эйе, миңә фән юлынан китеү мөмкинлеге бар ине. Миндәге потенциаль көстө БДУ уҡытыусылары яҡшы белде: 2-се курста уҡ студенттарҙың фәнни ойошмаһына йөрөй, үҙаллы докладтар менән сығыш яһай башланым. Шул уҡ 2-се курста уҡығанда яҙған ғилми эшем (ул «Некрасов ижадының башҡорт шиғриәтенә йоғонтоһо» тип атала ине) университет күләмендә үткән конкурста 1-се урын яуланы һәм вуз-ара конференцияға тәҡдим ителде. Марат Минһажетдинов ағай мәрхүм, минең Фәнил Әсәновтың «Ҡалды уттары ғына» повесына ҡарата яҙған рецензияларымды тыңлағас:
– Ишеттегеҙме? – тине аудиториялағы студенттарға мөрәжәғәт итеп. – Икенсе курс студенты характер логикаһы тураһында һүҙ алып бара! Шунан ул партам эргәһенә килеп баҫты ла:
– Афарин ҡыҙ икәнһең! – тине. Ағайыбыҙҙың тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡайны.
Диплом эшен мин академик Ғайса Хөсәйеновта яҙҙым. Мине махсус ебәрҙеләр уға – нимәгә һәләтле икәнеңде күрһен, тинеләр. Ауыр тема бирҙе Ғайса ағай – «Йософ һәм Зөләйха» поэмаһының тел-стиль үҙенсәлектәре».
Курс һәм диплом алды эштәрем хәҙерге әҙәбиәт өлкәһенән булғас, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә XII быуатҡа ҡараған ҡомартҡыға тел һәм стиль йәһәтенән анализ яһау бик ауырға тура килде. Алһыҙ-ялһыҙ эшләнем һәм өр-яңы ғилми хеҙмәт яҙҙым – үҙаллы хеҙмәт. Һәр хәлдә диплом эшенең рецензенты Вафа ағай Әхмәҙиев мәрхүм ул хеҙмәтте бик юғары баһаланы! Һәм мин институтҡа эшкә килдем, кандидатлыҡ минимумдарҙы тапшырҙым. Институтта тупланған ғәрәп шрифтындағы боронғо ҡулъяҙмаларға аннотациялар яҙҙым, «Батыршаның батшаға яҙған хаты»н ғәрәп машинкаһында баҫтым, Шафиҡ Тамъяниҙың шиғри мираҫын кириллицаға күсерҙем. Ағай диплом эшенең темаһын миңә кандидатлыҡ диссертацияһына тиклем үҫтерергә рөхсәт биреүен көттөм. Тормошҡа сығыу сәбәпле, йәш балам булһа ла, өйҙә ултырмай эшкә сыҡтым. Фатир биреп эшкә саҡырҙылар – баш тарттым! Әммә ни өсөндөр тема биреү мәсьәләһе һаман хәл ителмәне. Өмөт көндән-көн һүрелде. Транскрипция буйынса күпме хеҙмәттәр уҡылды, күпме китап аҡтарылды! Шунан бер ваҡиға үҙемдең институттағы хәлемә күҙҙәремде асты һәм мин иртәгәһенә үк китергә ғариза яҙҙым.

– Мостай Кәримдең күңел юғарылығына, йәш ижадсыларға ғүмерлек һабаҡ ҡалдырыуына ишаралап, «Үҙемдән һуң килгән йәш ижадсыларға мин дә семтем генә тормош һабағы биркеп китә алһамсы...» тигәйнегеҙ. Нисек бара йәш ҡәләмдәштәрегеҙгә тормош һабағы биреү?

– Ҡулына ҡәләм алған һәр ижадсы кеше күңеленә дауа – им булырҙай әҫәр тыуҙырыу хаҡында хыялланмай ҡалмайҙыр. Шулай булмаһа, Николай Островский «Ҡорос нисек сыныҡты»ны яҙыр инеме? Владислав Титов, ҡәләмде теш араһына ҡыҫтырып, «Бөтә үлемдәргә үс итеп» әҫәрен ижад итер инеме? Рәшит Назар «ер аҫтынан хаттар яҙыр» инеме? Юҡ! Әлбиттә, бәндәнең ғазаптарын бер кем дә еңеләйтә алмай – уны кисергәндәр белә. Әммә... тоннель ахырында әйҙәп, көс-ҡеүәт биреп торған нур була ала ла һуң уның кисергәндәре һәм... еңгәндәре? Тәндән башҡа йән ғазаптары ла бар бит әле! Күп осраҡта физик һыҙланыу йәнде ялмап, рухынды төшөрә, рухты үҙенә буйһондороп, әсир төшөрә. Ҡорос ихтыярға эйә булыр өсөн тимер үҙәкле булыр кәрәк тә, мәгәр бер кемгә лә тимер үҙәк ҡуйылмаған.
Шул саҡта ла бәндәгә китап ярҙамға килә. Бына Григори Роберттың «Шантараш» романы. Ике өлөштән торған әҫәрҙең тәүгеһе әҙәми заттың ниндәй һыҙланыуҙарға дусар булғандан һуң да йәшәргә һәләтле булыуы, хатта әйтер инем, йәшәргә генә түгел, яратырға һәләтле булыуы хаҡында – шаҡ ҡатырғыс!
Йә булмаһа, Американың ҡара тәнле яҙыусыһы Халике Хейлиҙың «Тамырҙар» романы. Авторҙы шул саҡлы йән ғазаптары, юҡлыҡ кисерә-кисерә үҙенең ике-өс быуат элек Африкала ҡалған тамырҙарын эҙләргә нимә мәжбүр итә?! Эҙләнә һәм... быуаттар дауамында Америкала йәшәгән 25 миллион негрҙың йән һәм тән ғазаптары аша бирелгән һорауына яуап таба. Мин үҙемдең «Бөйрәкәй» пенталогияһын донъяның «боларған», идеология, тотош формациялар алышынған ваҡытта яҙҙым. Үҙемдең яҙырға өҫтәлем генә түгел, өҫтәлдә күп осраҡта икмәк тә булмаған саҡта. Астың хәлен туҡ белмәй, туҡ кеше уны яҙа алмаҫ ине. Маргарет Митчелдың Скарлеты иң ауыр саҡта үҙҙәренең өйөн, ер биләмәләрен, туғандарын аслыҡтан ҡотҡара. Митчелл был әҫәре менән Граждандар һуғышы арҡаһында (иң аяуһыҙ һуғыш) төшөнкөлөк-депрессияға бирелә башлаған халҡының күңеленә өмөт орлоҡтары сәсә. Минең роман героинялары ла шундай – Барсымбикә, Мәҙинә тормош ауырлашҡан һайын өҫкәрәк, юғарыға, яҡтыға ынтыла. «Ғилмияза»м да шундай: «Рухҡа бығау һалып булмай, бей ағай!» тигәне бөтә драма буйынса рефрен булып яңғырай; «Илекәй» повесында өс фронтовик һәм йәш Илекәй тау менән бергә шартлай, ә рухтары йәшәй – улар һаҡлап ҡалған тау ҡуйынына йәш Хәтирә һәр саҡ сәскә һала. Һәм бына ошолай дауам итһәм, минең һәр әҫәрем рухи потенциалды һаҡларға саҡыра. Кисә, ошо интервью һорауҙарына яуап яҙғанда, осраҡлы ғына телевизорҙы асһам, 2010 йылда БСТ каналына Хәбирә Хәмиҙуллина төшөргән тапшырыу бара, һәм мин ултырам шунда. Күптәр роман тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ноғман Мусин, Ирек Кинйәбулатовтарҙың танһыҡ йөҙ һыҙат-һыҙаттары күҙ алдынан үтте. Халыҡ шағиры Ҡәҙим ағай, журналист һәм дәүләт эшмәкәре Зөфәр Тимербулатовтар – барыһы ла минең ижад тураһында йылы һүҙ әйттеләр. Ә халыҡ? Ҡатындар, ирҙәр, ҡарттар, йәштәр был китаптың йәшәргә, түҙергә, көрәшергә һәм еңергә өйрәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙемә яҙған рәхмәт һүҙҙәрен осрашыуҙарға барған төбәктәрҙә мин аҙ ишетмәнем. Алты тапҡыр нәшер ителгән роман, етмәһә, рус телендә лә сыҡҡас, алтмыш тарафҡа таралды! Ә ҡулдан-ҡулға күскәне күпме?! Уҡыйҙар, тимәк, кәрәк! Нәшриәттә халыҡтың рухи талабын аңлаған кешеләр эшләүгә рәхмәт! Ошо аңым менән яңынан тыуһам, барыбер яҙыусы һөнәрен һайлар инем. Юлымда ҡәсиәтле бәндәләр ҙә осраны, ҡулымдың көсө менән кеше имләргә-дауаларға кәрәклеген әйттеләр, ризалашманым – китап яҙып мин меңдәрҙең күңелен дауалай алам, ә ҡул ҡеүәте, күп булһа, бер-ике йөҙҙө дауалар ине.

– 10 йыл элек Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Ун йылдан үҙегеҙҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?» тигән һорауына «Бөгөнгөнән сәләмәтерәк, сабырыраҡ, уңышлыраҡ», – тип яуап биргәнһегеҙ. Ә әлегә биш йыл үтте, яуабығыҙ үҙгәрешһеҙ ҡаламы?

– Эйе шул. Зөһрә Ҡотлогилдинаға биргән яуабымда ундай һүҙҙәр бар ине. Әммә йырҙа ла бит: алға килмәй, белеп булмай баштың ни күрәсәген, тип әйтелгән. Зөһрә менән әңгәмә ваҡытында бөтә донъя халҡын дер һелкетеп ҡалтырарға мәжбүр иткән тажлы вирус килерен белмәй инем. Ике тейҙе, икеһендә лә теге донъяны сырамытып килдем. Хоҙайҙың бойороғо етмәгәс, Әжәл аптырабыраҡ ҡалды, ары һуғылып, бире һуғылып, «Ну погоди, заяц! » тип китеп барҙы; ул арала йөрәккә ике тапҡыр операция эшләттем. Һуңғыһында тере ҡалғаныма хатта табиптар көскә ышанған. Әлеге лә баяғы: Хоҙайҙың бойороғо килмәгән. Бына шулай: һуңғы биш йыл йәшәү менән үлем араһының үтә яҡын икәнен танытты. Бик күп ҡорҙаштарҙы, дуҫтарҙы юғалттым, балаларҙың атаһы Хәйҙәр Ғарипов та китеп барҙы. Утыҙ йәшемдә яртыһы алынған үпкәне тажлы вирус бер ҡабып бер йотмаҡсы ине – хәленән килмәне.
Күрәсәген күрмәй, әҙәм балаһы гүргә инмәй, тигәндәре дөрөҫтөр. Ә, бәлки, яҙасағым бөтмәгәндер? Ана лаһаң: үҙең дә, Рәшиҙә һеңлем, заказ-заявка биреп ҡуйҙың. Ә мин ҡушылғанды мотлаҡ үтәй торған кеше. Унан һуң әҫәрҙәремдең VII томын сығараһы бар. Бурыслы ҡол үлмәй, ти торғайны әсәйем. Был ысынлап шулай: үҙем уратҡан кәбәнде үҙем ослап ҡуйыу – халҡым алдындағы иң ҙур бурысым.

 

Ижадташтары менән
Тормош иптәше Хәйҙәр Ғарипов менән
"Бөйрәкәй" романын халыҡ яратып уҡый
"Ватандаш" журналында эшләгән йылдар
"Ватандаш" журналының 25 йыллығына арналған Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар
Ижадташтары менән
Автор:Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА.
Читайте нас: