Кәримовтар ҡыҙҙарын бала саҡтан үҫешкә ынтылыш менән тәрбиәләй. Әсәһе – Бөрйән районының Иҫәнғазы ауылынан Сания Һиҙиәт ҡыҙы менән атаһы – Баймаҡ районы Темәс ауылы егете Мөхәррәм Хәсән улы Кәримовтар, Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡыған ваҡытта танышып, 1979 йылда өйләнешә. Йәш белгестәр йүнәлтмә буйынса Баймаҡ районына эшкә ебәрелә. Тиҙҙән ҡыҙҙары Лилиә тыуа. Мөхәррәмде Таһир урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Билал, Әхмәр мәктәптәрендә, Баймаҡ интернат-лицейында хеҙмәт юлы үтә улар.
Лилиә 7-се класта уҡығанда ғаилә Темәскә күсенә. Шундағы урта мәктәптә белем алып, уны миҙалға тамамлап ҡуя тырыш ҡыҙ. Зәлиә һеңлеһе лә ошонда мәктәпкә бара. Атай-әсәйҙең гел уҡыуҙарын, дәрескә план яҙыуҙарын күреп үҫкән ҡыҙҙар ҙа белемгә ынтыла. Район олимпиадаларында еңгән Лилиә хаҡында «Йәншишмә» гәзитендә мәҡәлә баҫыла. Ул бәләкәйҙән бухгалтер-иҡтисадсы булырға хыяллана. Әсәһенең бер туған ҡустыһы Шәфҡәт Һиҙиәт улы Ишдәүләтов бухгалтер булып эшләй. Ағаһының эшенә ҡыҙыға ҡыҙыҡай. Төймәләрҙе шартлатып тартып иҫәпләү оҡшай уға. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын һайлай. Имтиханды «бишле»гә биреп, студент булып китә. Диплом алғас, 2002–2008 йылдарҙа «Яңы дәүер» компанияһында бухгалтер булып эшләй.
– Уҡыуҙы тамамлағансы, мин ҡыҙыҡҡан счеттар урынына иҫәпләү машинкалары, компьютерҙар сыҡҡайны. Бухгалтерияны ныҡлы өйрәнеп алғас, үҙ эшемде булдырҙым – ике балалар кейеме кибете астым. Бер юлы биржа сауҙаһы буйынса курста уҡый башланым, биржа аналитикаһы менән шөғөлләндем, – ти Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы. Шәхси эшен асыуы әсә булып, декрет ялында ултырған мәлгә тура килә.
Һәр ваҡыт үҫеш хаҡында уйлаған ханым өйҙә ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Ошо ынтылышы уны бөгөнгө уңышлы нигеҙенә алып килгән. Еләк кеүек сағын ул үҙе өсөн өҙөлөп торған тормош иптәше Евгений Валерьевич, ҡыҙы Яна менән ҡаршылай. Алған белеменең мәнфәғәтен күреп, изгелек ҡылыуҙа күрә ул йәшәү мәғәнәһен.
Бер нәмә лә был донъяла осраҡлы түгел. Һәр нәмәнең инеше, аңлатмаһы бар. Ғаилә тарихы, ҡанында тирткән тамырҙар ҡайһы саҡ барыһын да аңлатып ҡуя. Башҡорт мөхитендә, үҙен башҡортмон тип үҫкән Лилиәлә француз ҡаны бар. Әсәһе яҡлап олатаһы 1812 йылғы һуғыштан Әмилә исемле француз ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайта. Ысынында уның исеме Эмилия Варенье була. Әүхәҙей олатаһы шул француз һылыуының ейәнсәренә, Лилиәнең Фәғилә өләсәһенең әсәһе Хәтирәгә, өйләнә. Ул Учалы районы Көсөк ауылынан, Муса Мортазиндың ике туған һеңлеһе булып сыға.
Лилиәнең атаһы 58 генә йәшендә мәрхүм була. Был юғалтыуҙан әсәһе ҙур тетрәнеү кисерә. Шуға ла уны балалары Өфөгә күсереп ала.
Лилиә бер ваҡыт осраҡлы ғына остазы, ваҡытында финанс министры урынбаҫары булып эшләгән Азат Бакировты осрата. Ул уҡыусыһының шөғөлө менән ҡыҙыҡһына. Яңы белемдәргә ынтылған, йәшлек дәрте ташып торған Лилиәне ВСК компанияһына эшкә саҡыра. «Сәмең һәм ҡеүәтең бухгалтер булып баҫылып бер урында тыныс ҡына ултыртмаҫ, һиңә страховка продукттары менән сауҙа итеүҙе үҙләштерер кәрәк», – ти тәжрибәле уҡытыусы. Үҙе хөрмәт иткән остазы етәкләгән, башлыса тик йәштәрҙән торған коллективта Лилиә, бөтә һәләтен һәм таһыллығын егеп, эшкә тотона. Кибеттәрен ябырға тура килә. Элек тик хәрбиҙәр менән генә эшләгән компания киңәйә һәм тотош халыҡты хеҙмәтләндерергә тотона. Ойоштороусылары – Мәскәүҙә. Элекке хәрби Сергей Алексеевич Цикалюк – әле булһа уның алыштырғыһыҙ етәксеһе. Ә Азат Фәтих улы Өфө филиалының директоры вазифаһын башҡара. Тап ул компанияның Башҡортостанда нигеҙләнеүенә күп көс һала. «Өйрәтәм тигән кеше барында ниңә уның тәжрибәһенә таянмаҫҡа?» – ти Лилиә.
– Лилиә – минең студенткам. Әлеге ваҡытта өс юғары белемгә эйә. Уның зирәклеген курстарында «Старховкалау» дисциплинаһы буйынса лекциялар уҡыған ваҡытта уҡ шәйләп алғайным. Талапты ла ҡаты ҡуйҙым. Имтихандарҙы еңел тапшыра ине, сөнки белеме тәрән, төплө. Ысынында, һәләтле уҡыусыларым бик күп. Әле лә кәрәккәндә бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ. Ә Лилиә менән бөгөнгө көнгәсә бергә эшләү яҙҙы. Ул бик тәрбиәле ғаиләнән. Әсәһенә, туғанына хәстәрлекле мөнәсәбәте һоҡландыра, – ти Азат Бакиров уҡыусыһы тураһында.
Автотранспорт менән алыҫ араға ташылған йөктәрҙе – автомобиль, нефть ҡоролмалары кеүек ҡиммәтле әйберҙәрҙе страховкалау буйынса баш менеджер булып эшләй башлаған Лилиә ошо йүнәлештәге барлыҡ предприятиеларҙы өйрәнә, улар менән туранан-тура бәйләнешкә инеп, тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыуға өлгәшә. Бер аҙҙан башҡа төр страховкалар менән дә шөғөлләнә башлай. Йорт-ҡаралтыны, физик һәм юридик шәхестәр милкенә ҡараған мөлкәтте, гражданлыҡ яуаплылығын страховкалау төрҙәре барлығы билдәле. Лилиә физик шәхестәр – ҙур предприятиелар хеҙмәткәрҙәре менән эшләй. Уларҙы бәхетһеҙлек осрағынан страховкалауҙы үтә яуаплылыҡ менән башҡара.
Килешеү төҙөгәндән һуң Лилиә клиенттарын ташлап ҡуймай, һәр осраҡты ентекләп тикшерә. Ҡайһы хәлдә күпме аҡса аласаҡтарын, ул процедуралар ниндәй этаптарҙы үтергә тейешлеген тәфсирләп аңлата. Страховкаланыусылар бер-береһенә Лилиә хаҡында һөйләй, шуға ла уға мөрәжәғәт итергә ынтылып торалар.
Абруй яулап, тәжрибә туплағас, уға башҡарыусы директор вазифаһын йөкмәтәләр. «Килешеүҙәрҙең иң күбе авиация двигателдәрен эшләүсе һәм етештереүсе «ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тура килә. Мин уларҙың кураторымын», – ти Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы. Ойошма етәкселәре, шәхси предприятие хужалары менән һөйләшеүҙәр алып бара. Әгәр страховка килешеүе төҙөлә икән, тимәк, Лилиәгә ул тотош хужалығын ышанып тапшыра, ә ул үҙ сиратында, страховка килешеүе мөҙҙәте үткәнсе, ҙур яуаплылыҡ менән ойошманың торошон күҙәтә, уның мәнфәғәттәрен яҡлай.
Страховкалау буйынса эшләгәндә Лилиә сауҙа, бизнес өлкәһе психологияһы буйынса белем алырға кәрәклегенә төшөнә. Был уны Мәскәү ғәмәли психология институтына алып килә. Дүрт йыл элек уны уңышлы тамамлай. Был да эшмәкәрлек өсөн кәрәкле тәжрибә булып сыға. Ә инде Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юридик белем алыуы эшендә тәүәккәллек өҫтәй. Быйыл был уҡыу йортон ул ҡыҙыл дипломға тамамланы. Криптовалюта буйынса курстарҙа ла бик теләп шөғөлләнә. Киләсәктә ошо белемдәр мотлаҡ кәрәгәсәк, ҡағыҙ аҡсаны әйләнештән алып, электрон вариантын ғына ҡуллана башлаясағыбыҙ көн кеүек асыҡ, ти Лилиә.
– Һәр кем страховкалауҙы өйрәнеп, аңлы рәүештә быға килергә тейеш. Ошо өлкәләге тәжрибәле белгес менән кәңәшләшеү ҙә ҡамасауламаҫ. Страховкаланыуға килеүсе һорауын да дөрөҫ итеп бирә алмаған осраҡтар була. Ә яҡшы агент, хәлде аңлап, ярҙамға килергә, килешеү төҙөгәндән һуң аҡса түләнергә тейешле хәл килеп тыуһа, уны алғансы клиенттың мәнфәғәтен күҙәтергә тейеш. Кешене ышандырып, ул алырға тейешле страховканы йомоп ҡалдырыу ҙур гонаһ, тип һанайым. Ул бит үҙен ниндәйҙер осраҡтарҙан һаҡлау, ҡурсыу өсөн аҡсаһын һалған, тимәк, ошо яҡлауҙан файҙаланырға тейеш. Алдан һалған аҡса күләме кешенең ниндәй хәүефтән араланырға теләүенә ҡарап билдәләнә. Ә уның өсөн һәр нәмәне күҙ уңынан ысҡындырмай төпсөп белешергә кәрәк. Страховкалау компанияһы хаҡында фекер уның белгесенә ҡарап тыуа, – ти Лилиә Кәримова. – Быйылғы яҙғы ташҡын ваҡытында күп өйҙәр һыу аҫтында ҡалды. Хужалар мөлкәтен страховкалау түгел, хатта документтарын да эшләмәгән булып сыҡты. Был осраҡта дәүләт ярҙамы алыу хаҡында һүҙ алып барыуы ла ҡыйын.
ОСАГО буйынса көн-төн тимәй, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында шылтырата алаһығыҙ, мин һәр ваҡыт бәйләнештә, ти үҙенең клиенттарына Лилиә. Шуға күрә юл фажиғәһенә осраған ваҡытта иң тәүҙә уға мөрәжәғәт итәләр.
Страховка өлкәһе һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә һиҙелерлек үҙгәрештәргә дусар булған. Элегерәк кешеләргә «полис», «страховкалау» тигән төшөнсәләр ят булһа, хәҙер тотош «страховка мәҙәниәте» барлыҡҡа килгән.
– Страховкалау минең өсөн эш кенә түгел, ә яратып башҡарған шөғөл. Бар нескәлеген иҫәпкә алып, тәфсирләп өйрәнеп, ҡырҡыу мәлдәрҙә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү, партнерҙар менән ышаныслы мөнәсәбәт булдырыу оҡшай. Тотонған һәр эшем кешеләрҙең өмөтөн аҡлар ышаныс һәм хәстәрлек менән үрелә, – ти Лилиә. – Эшлекле осрашыуҙар һәм килешеүҙәр артында үҙемә яҡын икенсе бер йыһаным бар – унда сиктәр юйыла, күктәр бейегәйә. Яҙмышыма, шөкөр, үҙ аяҡтарым менән 20 ил сиген ашатлап үтеү генә түгел, ә йөҙәрләгән тарих, тиҫтәләгән мәҙәниәт, сикһеҙ асыштар менән осрашыу яҙҙы. Сәйәхәттәр мәлендә мегаполистарҙың тын алышын тойорға һәм оазистарҙың шыбырлауын ишетергә өйрәндем. Һәр илгә килеүемде – мажараға, ә ялды тормошомдо үҙгәрткән мауыҡтырғыс сәфәргә әйләндерҙем. «Ошо халәтем һәм һәләтем менән ниңә башҡаларҙы ла ҡыуандырмаҫҡа, уларҙы алыҫ илдәрҙе танырға дәртләндермәҫкә?» – тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Кемдеңдер сәфәрен ойоштороуҙы үҙ өҫтөңә алыу – уларға матди, мәғлүмәти яҡтан ҡәнәғәтләндергән вариантты табыу ғына түгел, ә ыңғай тойғолар тыуҙыра алыу сәнғәте лә. Ял мөғжизәүи әкиәт кеүек көтөп алынырға һәм яҡшы тәьҫораттар менән хәтергә уйылып ҡалынырға тейеш.
Уның башҡа туроператорҙарҙан өҫтөнлөгө лә ғәҙәти маршруттар түгел, ә урындағы халыҡ ҡына белгән үҙенсәлекле ерҙәрҙе, һуҡмаҡтарҙы тәҡдим итеүе, үҙенән тур алған кешенең һәр һорауына ентекле яуаптары. Лилиә Италияны арҡырыға-буйға тимер атта үҙе елдереп үткән. Инглиз телен белеүе иһә сәйәхәттә юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә.
Кәрәккәндә үҙенең психолог булыуын да онотмай Лилиә. Уға күберәк яҡындары мөрәжәғәт итә. «Кешене ҡыйын хәленән еңеллеккә сығарыу өсөн бер һөйләшеү, бер көн генә етмәй, айҙар буйына уның менән эшләү, кәңәш биреп, йүнәлтеп тороу кәрәк. Тәжрибәмдә минең ярҙамымды алып, татыу йәшәп киткән ғаиләләр, үҙҙәре теләгән уңышҡа өлгәшкән шәхестәр булыуы һөйөндөрә», – ти Лилиә ханым.
Аралары һыуынған ир менән ҡатын араһында өсөнсө кеше барлыҡҡа килә. Ир ике ҡатындың ҡайһыһын һайларға тип баш вата икән. Үҙенә ҡыҙыҡһыныуы кәмегән балалары әсәһенме, әллә ылыҡтырғыс йәш һөйәркәһенме? Лилиә был осраҡта иргә ҡатыны менән мөнәсәбәтте көйләргә тәҡдим итә һәм уны ошоға күндерә. Һөҙөмтәлә 8 ай буйына ғаилә пары менән эшләп, бер-береһенән алыҫлашҡан ике йөрәкте берләштерә ул.
Яңы ғаилә ҡорған йәш парҙар менән эшләү тәжрибәһе лә бар Лилиәнең.
– Йәштәр бер-береһен ишетмәй ине. Һәр береһен айырым тыңлап, уларға ла ныҡлы ҡарарға килергә ярҙам иттем. Иң ҡыйыны, моғайын, ғаилә тарҡалған мәлдә психологик ярҙам күрһәтеү, терәк булыуҙыр. Килеп тыуған хәлдән дөрөҫ сығыу өсөн психологик ярҙам алыу кәрәк, – ти ул. Кеше күңелдәре сөңгөлдәрен өйрәнеү ауыр ҙа, яуаплы ла. Әммә тейешле белем, тойомлау булғанда, был мөмкин.
Тормош иптәше Евгений Тимофеев менән улар башта хеҙмәттәштәр була. Менеджер егет, ҡыҙға күҙе төшөп, уның менән нисек тә булһа оҙағыраҡ һөйләшергә, эштән оҙатып ҡуйырға тырыша. Лилиә башта уға илтифат бирмәй, әммә Евгений ныҡыш булып сыға. Дүрт йыл буйына дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2007 йылда улар өйләнешә. Бер йылдан ҡыҙҙары Яна донъяға килә. Бейеклектәр яулауҙы үҙенә генә маҡсат итмәй, тормош иптәшенә лә үҫешкә ынтылыш ҡуя Лилиә. Мал да йыйыла, бергәләп үҙ көстәре менән Булгаково ҡасабаһында йорт та һалып сығалар. «Һин минең буласаҡ генераль директорым», – тип наҙлап өндәшә торған була ул иренә. Был да ысынбарлыҡҡа әйләнә. Евгений менеджерҙан генераль директор дәрәжәһенә күтәрелә. 28 йәшендә уны Мәләүез ҡалаһындағы «Эколайн» заводына етәксе итеп ҡуялар. Тәжрибә туплағандан һуң Өфөгә ҡайта, әле шулай уҡ бер компания етәксеһе булып эшләй.
– Мине таныуҙарын маҡсат итеп ҡуймайым, бар теләгем – кешеләргә файҙа килтереү, – ти Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы. – Беренсе урынға кеше үҙен, һаулығын ҡуйырға тейеш. Үҙен-үҙе яратмаһа, башҡалар уны нисек яратһын? Был иһә – дөрөҫ туҡланыу, бөхтә, таҙа кейенеү, белемгә ынтылыу тигән һүҙ. Икенсе урында – тормош иптәшең. Балаларҙың үҙ тормошо, үҙ юлы. Үҫеп еткәс, уларҙың яҙмышына ҡыҫылырға хаҡыбыҙ юҡ.
Быйыл 10-сы класты тамамлаған ҡыҙҙары Яна инглиз телен яҡшы үҙләштергән. «Иң тәүҙә балаға белемгә ынтылыш һалырға кәрәк», – ти әсә. Шуға ла Янаның уңыштары нигеҙендә – үҙенең тырышлығы, тип һанай. Ә килсәктә ҡайһы ҡалала юғары белем аласағын ҡыҙының ихтыярына ҡуя.
Дуҫлыҡ төшөнсәһе лә ҡәҙерле Лилиә өсөн. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы Әлиә Исҡужина менән улар бала саҡтан таныш.
– Атайҙарыбыҙ мәктәп йылдарынан яҡын дуҫ, һабаҡташтар булған. Шул дуҫлыҡ уларҙы ғүмер буйы оҙата килде. Улар беҙҙең дә әхирәт, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәүебеҙҙе теләне. Йәш айырмаһы булғанғамы, Лилиә менән юлдарыбыҙ айырылып торҙо. Ҙурайғас, ул мине үҙе эҙләп тапты. Вокалдан дәрестәр биреүемде һораны. Шулай ҡайтанан аралашып киттек. Әйткәндәй, уның тауышы бик матур. Теләһә, йырсы ла була алыр ине. Аралаша торғас, яҡын дуҫтарға әйләндек. Атайҙар дуҫлығын дауам итеүебеҙгә шатбыҙ. Сит илдәрҙә бергә булғаныбыҙ бар, сәйәхәткә һөйөү ҙә беҙҙе берләштерә, – ти Әлиә. – Дуҫ тормошта ауырлыҡтар килгәндә һынала. Лилиә һәр ваҡыт иң ҡуя белә, матур кәңәштәре менән ярҙам итә. Мин дә, ижад кешеһе булараҡ, уның тормошона йәйғор төҫтәре өҫтәйемдер, тип ышанам. Беҙ төрлө өлкәлә эшләйбеҙ, әммә бер тулҡындабыҙ, һәр ҡайһыбыҙ бер-беребеҙгә яңы офоҡтар аса. Лилиәнең бөтә яҡлап та алдынғы ҡарашлы, белемле һәм ғәҙел булыуы һоҡландыра!
Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы кеүек намыҫлы, үҙ эшенә яуаплы ҡарағандар күберәк булһын ине. Иң мөһиме – көтмәгәндә килер бәлә-ҡаза йортобоҙҙо, үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы урап үтһен.
Ирина КАРТАШОВА фотолары.