Үҙенсәлекле ҡыҙыҡ конкурс иғлан итеүегеҙгә бик шатбыҙ. Беҙҙең мөхәббәт 2008 йылдың февраль буранына төрөлөп башланды...
Ул йылда мин Мәсәғүт педагогия колледжының 5 курсында уҡыған йыл ине. Һуңғы курста беҙҙе 1 айға госпрактикаға әҙерләне уҡытыусыларыбыҙ. Практиканы ҡайҙа үтеүебеҙҙе алдан белешеп, бар булған ҡағыҙҙарҙы тултырып бер аҙнанан ҡайтырға тип әҙерләнгән саҡ ине.
Мин үҙебеҙҙең Мәсетле районы Ләмәҙ - Тамаҡ ауылында үтергә тип йыйынып йөрөгәндә, мәктәп директоры шылтыратты ла үҙҙәренең ауылындағы студенттар ҡайтып беҙҙә үтергә булдылар, һеҙгә башланғыс класс ҡалмай, тимәһенме. Ул көн һаман иҫтә, нимә эшләргә лә белмәй баш ватҡаным. Минең менән бергә, минән бер курсҡа түбән уҡыған Гөлшат исемле бүлмәләш ҡыҙ: "Әйҙә әсәйемә шылтыратам да беҙҙең ауылға барырһың практикаңды үтергә", тине. Гөлшаттың әсәһе мәктәп директоры ине. Мин өйҙәгеләргә белдермәй ризалаштым. Әсәһенә шылтыратып, хәлде аңлатып биргәс, беҙгә бөгөндән барып яңынан ҡағыҙҙарҙы тултырырға ҡушты. Шулай итеп сығып киттек Салауат районы Мәсетле ауылына.
Бына шулай башланды күңелле тормош минең...
Мәүжидә әбей менән Фрунзе бабайға йортҡа индем. Бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәнем, 5 көн уҡытам да үҙемдең 1 класымды, йома көн ҙур сумкамды йөкмәп үҙебеҙҙең районға ҡайтып китә инем.
Беҙҙең практикала мотлаҡ бар башланғыс кластарға бер кластан тыш сара күрһәтергә кәрәк ине. Мин 23 февралгә арнап теманы һайланым. Бик етди әҙерләндем, 21 февраль үткәрәм дә, 22-һе әлеге автобусыма ултырып ҡайтып китергә тейеш инем.
Бына ул көн килеп етте... Мин колледжында бейеү түңәрәгенә йөрөгәс, үҙем менән бейеү костюмдарын алып килеп, шартлатып бейеп, көлөп, балалар менән байрамды үткәреп ебәрҙек.
Күтәренке кәйеф менән ҡайтып йоҡларға ла, ауылға ҡайтып 3 көн ял итергә тигән уй менән яндым. Киске 6 тирәһендә буран күтәрелде. Шулай көслө буран, күҙ асҡыһыҙ. Тышҡа сығырлыҡ та түгел. Юл күренеп тора тәҙрәнән, ә унда тығын барлыҡҡа килде. Буран тынмай. Ул йылдарҙа телефон бар ерҙә лә тотмай, тәҙрәгә атланып һөйләшер кәрәк. Ике-өс сәғәттән әсәйем шылтыратып : " Ҡыҙым шулай ҡурҡыныс буран, ҡайтып йөрөмә, ҡал унда, йә аҙаҡ кире китә алмаҫһың" тине.
Кәйеф төштө, илар сиккә етеп йөрөгәндә, өй ишеген шаҡынылар. Мәүжидә әбей был буранда кем йөрөй икән тип сығып китте. Ах-ох итеп бер апай килеп инде лә, студент ҡыҙ бында йәшәйме, тип һорашты.
Мине күреп, үҙенең ауыл клубы мөдире булыуын аңлатты. " Бөгөн мәктәптә бик матур сара булған, бик шәп бейеүсе тинеләр һине, әйҙә иртәгә клубҡа концерт ҡуйышырға кил, тип саҡырҙы. Мәүжидә әбей минең өсөн ризалыҡ биреп, килеп етербеҙ тип оҙатты апайҙы.
Иртәгеһен буран баҫылманы, күршелә йәшәгән, ауыл советы башлығы Ғүмәр ағай дипломатын күтәреп көрт йырып алдан атланы, уның эҙҙәре буйлап мин киттем балаларға дәрес бирергә. Шул тиклем кәйефем юҡ, ауылға ҡайтҡы килә ине.
Кискеһен киттек клубҡа Мәүжидә әбей менән. Минең "Сабата" белеүемдән һуң халыҡ дәррәү ҡул сапты.
Клубҡа концертҡа бүлмәләш ҡыҙым Гөлшат та килгән ине. Мине дискотекаға ҡалыуымды һораны.
Шул дискотекала бер егет мине бейеүгә саҡырҙы. Бейегәндә таныштыҡ, исеме Әнүәр ине. Шул көндө оҙата килде.
Шулай башланды инде ҡайнар "буранлы мөхәббәт ".
Ул үҙенең Өфөлә уҡып йөрөгәнен, иртәнән бирле ауылға көскә ҡайтып еткәнен әйтте. Автобустан төшөп клубҡа инеп тә еттем һине бейей тип иғлан иттеләр, дәртле итеп "Сабата" бейегәнде, хушһыҙ ҡараным тине.
Ә бына мине бейергә саҡырып килгән апай минең буласаҡ ҡәйнәм булып сыҡты.
Хәҙер уйлайым, әсәйемдең бәлки фатихаһы шул булғандыр инде, ҡайтма ҡал ялдарға, түҙ саҡ ҡына тигәне...
Бына инде 15 йыл ҡулға ҡул тотоношоп, бер беҙҙе ярты һүҙҙән аңлап йәшәйбеҙ. Алтынай, Камилла, Зөбәржәт исемле өс ҡыҙға атай һәм әсәй булғанбыҙ.
Ышанығыҙ, саф мөхәббәт бар, мин хәҙер ғүмеремдең шундай булыуына "февраль буранына" рәхмәтлемен...