Суфия Ишембай районының Байғужа ауылында туғыҙ бала тәрбиәләнгән ҙур татыу Дауытовтар ғаиләһендә үҫә. Иң бәләкәйе – туғыҙынсыһы була ул. Уға тиклемге ҡыҙҙары бала ғына көйө мәрхүмә булғас, атаһы әсәһен йыуатып: «Был ҡыҙыбыҙға сәскә ғүмере теләгәнбеҙ, ә яңы тыуған Суфиябыҙға сәскәләргә күмелгән ғүмер теләйек», – тигән.
Һигеҙенсене тамамлап, кем булырға тип һөнәр һайлау алдында торған Суфияға атаһы: «Ҡыҙым, мин башҡара алмаған эштәрҙе һин үтәрһең, тип ышанам. Уҡытыусы бул», – ти. Атаһы уҡытыусы һөнәренә эйә булһа ла, тормош ауырлығы арҡаһында был юлдан китергә яҙмай уға. Уның ҡарауы атаһының бер туған һеңлеһе, 53 йыл балаларға белем һәм тәрбиә биреп, абруйлы уҡытыусы булып таныла. Ошо апаһы ла өлгө була Суфияға һәм ул, ата-әсәһенең изге фатихаһын алып, ике йыл элек кенә асылған Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә.
«Был уҡыу йорто беҙгә ҙур үҫеш баҫҡысы булды. Дүрт йыл эсендә ауыл ҡыҙҙарынан ысын интеллигенттар тәрбиәләне. Училищебыҙ беҙгә ҡаршылыҡтарҙы еңергә, маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшеп йәшәргә өйрәтте. Донъя көткәндә кәрәкле әҙерлеккә лә ошонда эйә булдыҡ. Бында алған белем һәм тәрбиә мине ғүмер буйы оҙата барҙы», – ти Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы.
Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгесте тыуған районының Кинйәбулат ауылы мәктәбенә тәғәйенләйҙәр. Ҡасандыр үҙен уҡытҡан уҡытыусылар менән бергә эшләргә тура килә. Белгес булараҡ нығынып китергә алған белеме һәм атай-әсәйе биргән төплө кәңәштәр ярҙам итә. «Әгәр кемдер башҡарған икән, тимәк, ул эште һин дә башҡара алаһың. Әгәр бығаса бер кем дә эшләй алмаған икән, беренсе бул!» – тип тәрбиәләй Миңлеуафа апай менән Нуриәхмәт ағай үҙ балаларын.
Хеҙмәт юлы матур ғына башланып китһә лә, Суфия Нуриәхмәт ҡыҙының күңел түрендә яңы маҡсат барлыҡҡа килә – юғары белем алырға! Шулай итеп, бер йыл эшләгәндән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә һәм уны ла ҡыҙыл дипломға тамамлауға өлгәшә. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта улар – Салауат педагогия училищеһында бергә уҡып, бер туғандар кеүек булған ҡыҙҙар тағы осраша һәм биш йыл буйы белем серҙәрен бергә эстәй. Шуныһы һоҡланғыс: ошо дуҫлыҡ әле булһа дауам итә.
Юғары белемле белгес булараҡ, Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы Ауырғазы районының Төрөмбәт мәктәбендә эш башлай. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыуҙан тыш, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары ла була. Әммә беренсе уҡыу йылын тамамлау менән Ишембай районының мәғариф бүлеге мөдире Зөлҡәрнәев йәш уҡытыусыны тыуған яғына – тағы ла Кинйәбулат мәктәбенә саҡыртып ҡайтарта. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, төрлө эксперименталь башланғыстарға ҙур теләк менән ҡушыла, башҡорт мәктәптәре өсөн рус теле әсбаптары төҙөүҙә ярҙам итә, башланғыс кластарҙа һүҙ уҡыу нормаһын булдыра. Эшмәкәрлегенә бәйле мәҡәләләр менән даими рәүештә «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында сығыш яһай.
Тап ошо мәлдә тормошонда матур үҙгәрештәр була Суфия Нуриәхмәт ҡыҙының: ул үҙенең ғүмерлек яртыһын – Венер Рәхимовты осратып, кейәүгә сыға. Уға һөйгәне янына – Салауат ҡалаһына күсергә тура килә һәм ошондағы 7-се һөнәрселек училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып, ең һыҙғанып эш башлай. Тиҫтә йылға яҡын уҡытыу барышында педагог булараҡ һәр ваҡыт камиллашырға тырыша, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, уның дәрес өлгөләре «Һөнәри белем биреү» журналында баҫыла.
1985 йылда Рәхимовтар ғаиләһе Сорғот ҡалаһына күсә. Тәүҙә Себер тарафтарына тормош иптәше юллана. Уға япон компанияһы менән берлектә ҙур нефть эшкәртеү заводын төҙөүҙә, артабан уны хеҙмәтләндереүҙә ҡатнашыу бурысы ҡуйыла. Бер аҙ ваҡыттан ул үҙе янына ҡатынын һәм ҡыҙы менән улын да күсереп ала. Был ҡалалағы гимназияла эшләгән йылдарҙа Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы үҙен белемле, маҡсатлы, эҙләнеүсән педагог итеп таныта. 25 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, йөҙөп йөрөп эшләй, тәүҙә фәнни-методик эш, артабан инновацион технологиялар буйынса директор урынбаҫары була. Коллектив менән бик күп башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға, йөҙләгән методик ҡулланма сығарырға тура килә уға. Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы бихисап оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, уҡытыуҙың яңы алымдарын үҙләштереп, коллегалары менән уртаҡлаша, Рәсәй күләмендә нәшер ителгән педагогик матбуғатта даими сығыш яһай. Ғилми эшмәкәрлеккә яуаплы урынбаҫар булараҡ, йәш быуынды фәнгә әйҙәүҙә лә роле ҙур була уның, һөҙөмтәлә ете фән кандидаты, бер фән докторы үҫеп сыға. Фиҙакәр хеҙмәте «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» исемдәре менән баһалана.
Үкенескә ҡаршы, тормош беҙ теләгәнсә генә бармай, шатлыҡтарҙы хәсрәттәр алмаштырған мәлдәр ҙә, ҡояшлы күкте болот ҡаплаған көндәр ҙә етерлек була. Рәхимовтар ғаиләһенә лә һөйөклө улдары Илдарҙы юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килә. 2011 йылда, Суфия Нуриәхмәт ҡыҙын оло ҡайғыларға һалып, көтмәгәндә тормош юлдашы Венер ағай мәрхүм булып ҡала. Нисек кенә ауыр булмаһын, яҙмышына яҙған был һынауҙарҙы лайыҡлы үткәрергә көс таба ул. Ҡыҙы Гөлнара, ейәнсәрҙәренә күңелен һала. Әйткәндәй, Гөлнара ла әсәһенең юлын һайлаған, ул – математика уҡытыусыһы. Бөгөн Сорғот ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерә.
45 йыл йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә лайыҡлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итә. Бында, тыуған ауылы Байғужала, ире иҫән саҡта уҡ матур итеп йорт һалған булалар. Шулай итеп, тыуған төйәк үҙенә һыйындыра уны. Әлеге ваҡытта ул ҡышын Салауат ҡалаһында йәшәһә, көндәр йылыныу менән тыуған ауылына ашҡына. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йортон сынъяһау итеп тоторға тырыша, хатта 2019 йылда үткән һабантуйҙа уның донъяһын «Өлгөлө йорт» булараҡ билдәләйҙәр. Ишек алдын йәмләп баҡса, сәскәләр үҫтереүҙән йәм таба, емеш-еләге ишелеп уңа, хатта ҡауын, ҡарбузға тиклем үҫтерә уңған ханым. Йорт-ихаталағы тәртип, күркәмлек тә уның эшһөйәрлеге тураһында һөйләй, сөнки күңеле бер ваҡытта ла матурлыҡҡа ынтылыуҙан туҡтамай.
Шулай тыуған еренә ерегеп йәшәп ятҡанында, Суфия апай күңеленә ниҙер етмәүен аңлай. «Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәгәс, үҙемде нисектер халҡымдан бер аҙ ситләшкән кеүек тойҙом, сөнки ят мөхиттә йәшәү барыбер үҙен һиҙҙертә. Үҙемде ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙымын тип әйтә аламмы, тип уйлана башланым. Күңелдә халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәни мираҫы, милли асылы менән танышыу теләге тыуҙы. Өҫтәүенә тап шул йылдарҙа Башҡортостанда минең уйланыуҙарыма яуап биргән, ошо өлкәгә иғтибар уятҡан исемле йылдар уҙҙы. Белеүегеҙсә, республикабыҙҙа 2020 йыл – Башҡорт теле йылы, 2021 – Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде, ә 2022 йыл ил күләмендә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы булараҡ үтте. Бына шуларға ярашлы башҡарылған эштәр ҙә мине дәртләндерҙе», – тип һөйләй Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы. Ул тарихи китаптар уҡый, башҡорт халҡының мәҙәниәте, сәнғәте менән таныша, милли биҙәүестәрҙе өйрәнә башлай һәм яйлап ҡына ҡул эштәренә тотона. Иң тәүҙә ябай ғына селтәр эшләп ҡарай. «Әлбиттә, беренсе тапҡырҙан матур килеп сыҡманы, мәрйендәре лә артыҡ тигеҙ түгел ине», – тип үҙенең тәүге ижади эштәренә уҡытыусыларға хас булғанса тәнҡит күҙлегенән баһа бирә ул. Был тәңгәлдә лә атай-әсәй тәрбиәһе менән ҡанына һеңгән ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ үҙенекен итмәй ҡалмай. Улар өйрәткәнсә, «әгәр кемдер башҡарған икән, тимәк, мин дә башҡара алам», – тип сәмләнеп тотона ул милли биҙәүестәр эшләүгә. Ә бөгөн инде ул – һоҡланып туйғыһыҙ ижад емештәре авторы, уның биҙәүестәре, милли биҙәкле күлдәктәре дефилеларҙа күрһәтелә, төрлө конкурстарҙа урын яулай. Эштәренә үҙ фантазияһын да ҡуша, стилләштереү алымы менән яһалған селтәр, хәситә кеүек биҙәүестәре байтаҡ. Йортоноң бер бүлмәһен ысын «хазиналар һандығы» тип әйтергә мөмкин. «Милли биҙәүес эшләгәндә күңелгә бер насар уй ҙа килмәй. Һәр ижад емешемә йөрәк йылымды, изге теләктәремде ҡушам. Стилләштерелгән селтәр һәм хәситәләремде уҡытыусылар, мәҙәниәт өлкәһе, төрлө йүнәлештәге офис хеҙмәткәрҙәре бик теләп таға, сөнки улар еңел дә, матур ҙа, шул уҡ ваҡытта милли асылды ла күрһәтеп тора», – ти Ишембай оҫтабикәһе.
Иң тәүҙә уны Салауат ҡалаһында үткән «Яҙ ҡанаттары» байрамына саҡыралар. Ошонда 13 ҡыҙ уның теккән күлдәктәрендә, милли биҙәүестәрендә сығыш яһай. Артабан инде Суфия Нуриәхмәт ҡыҙын танып, төрлө сараларға, конкурстарға әйҙәй башлайҙар. Өфөлә үткән «Тамға» фестивалендә, «Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһендә, былтырғы йыл аҙағында Бөтә Рәсәй кимәлендәге «Туристик сувенирҙар» конкурсында ҡатнаша. Һуңғыһында эштәрен өс номинация буйынса тәҡдим итеп, Волга буйы федераль округында икенсе урын яулай һәм конкурстың Киров ҡалаһында үткән финалына саҡырыу ала. Унда ла лайыҡлы сығыш яһап, республикабыҙҙы танытып, диплом менән ҡайта.
2021 йылда уҙған Бөтә донъя фольклориадаһында ла ҙур теләк менән ҡатнаша, уның башҡорт орнаменттарын ҡулланып эшләгән сувенирҙары Польша, Австрия, Румыния, Индонезия кеүек илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Милли биҙәктәр ҡулланып, «Башҡортостан», «Торатау» кеүек һүҙҙәрҙе сигеп яҙып, кеҫә телефондары өсөн эшләнгән янсыҡтарҙы, башҡа төрлө сувенирҙарҙы сит ил делегаттары ҙур теләк менән ала. Әле ошо йүнәлештәге эштәрен «Торатау» геопаркының туристарына тәҡдим итә. Әйткәндәй, бындағы экскурсовод ҡыҙҙар өсөн милли үҙенсәлекле бейджиктар эшләп бирә.
Суфия апайҙың матур шөғөлдәрен яҡындары ла ихлас хуплай. «Әсәйебеҙҙең оҫталығы, уңғанлығы һоҡландыра. Уның эштәре бер-береһен ҡабатламай, һәр береһе күңел йылыһы менән һуғарылған. Ул был эштәрҙе матди килем алыу өсөн түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса башҡара», – ти ҡыҙы Гөлнара. Баяғы Фольклориада барышында ейәнсәре Дилара ҡунаҡтарға тәржемә итеп башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында һөйләгән, өләсәһе яһаған биҙәүестәр менән таныштырған. Уның әйтеүенсә, сит ил вәкилдәрендә айырыуса селтәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, улар уның нисек эшләнеүен, һәр биҙәктең нимә аңлатыуын иғтибар менән тыңлап, һорауҙар биргән. Әйткәндәй, Суфия апай һәр кейемгә ярашлы итеп алҡа, беләҙек кеүек биҙәүестәр ҙә эшләй. Уның был шөғөлө менән бәләкәй ейәнсәре Кәримә лә ҡыҙыҡһына, ул беренсе селтәрен һәм алҡалар яһап ҡыуанған.
Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы тыуған ауылы, уға белем биреп оло юлға оҙатҡан мәктәбе тураһында ла хәстәрлек күреүҙән, ауылдаштарына шатлыҡ бүләк итеүҙән йәм табып йәшәй. Байғужа мәктәбендә, мәҙәниәт усағында үткән сараларҙа теләп ҡатнаша.
Ауылындағы күп балалы, тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә даими ярҙам күрһәтә. Изгелектәре һанап бөткөһөҙ уның: йәйгеһен баҡсаһында үҫкән еләк-емешенән күптәргә өлөш сығара, студенттарға, тәрбиәгә алынған балаларға аҡсалата ярҙам итә. Пандемия осоронда госпиталдәргә йөрөй, «ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптарға күстәнәстәр алып бара. Яңы йыл алдынан ҡарттар йортонда йәшәгәндәргә тәғәйенләп 30 дана халат тегә һәм, күстәнәстәр алып барып, унда йәшәгәндәрҙең күңелен күреп ҡайта. Тыуған ауылындағы тыл ветерандарына, 40-ар йыл фермала эшләп хаҡлы ялған сыҡҡан колхоз уңғандарына үҙе эшләгән селтәрҙәрҙе бүләк итә, уларға милли матбуғат баҫмаларын яҙҙырта. Салауат ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер «Салауат» гәзитенә яҙылыусылар өсөн бүләктәр әҙерләп тапшыра. Һуғыш осоро балаларын да онотмай. Был йәһәттән Суфия Нуриәхмәт ҡыҙын ауыл кимәлендәге меценат йәки ирекмән тип әйтһәк тә, арттырыу булмаҫ.
Махсус хәрби операция башланғас, унда ҡатнашыусыларға һәм яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙе лә мөҡәддәс бурысы тип һанай. Былтыр, мәҫәлән, өлөшләтә мобилизацияға эләгеүселәргә 10 кеҫә телефоны һатып алып бирә. Быйыл 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ғаиләләренә, балаларына күстәнәстәр менән бара. Ил һағына баҫыусылар араһында уҡыусыларының балалары ла күп кенә. «Уларҙы үҙ балаларым кеүек күрәм, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, үҙҙәренә лә, атай-әсәйҙәренә лә ярҙам итергә тырышам», – ти ул. Былтыр октябрь айында «Беҙ – бергә!» тигән яҙыулы бүләк комплекттары әҙерләй, унда уҡыусы малайҙарға орнаментлы галстуктар, ҡыҙҙарға һәм әсәйҙәргә селтәрҙәр эшләп һала, ә яуға юлланған егеттәргә «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» тигән яҙыу сигеп, кеҫә телефоны өсөн янсыҡтар тегеп, Белгород һәм Воронеж ҡалаларындағы госпиталдәргә футболкалар, эске кейемдәр, шәхси гигиена әйберҙәре һатып алып оҙата. Күптән түгел махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәр менән осрашып, уларға бүләктәр, ейәнсәрҙәре яҙған хаттарҙы тапшыра, нимәгә ихтыяж кисереүҙәрен һораша. Егеттәр тәьминәттең һәр йәһәттән яҡшы булыуы тураһында әйтә, әммә үҙебеҙҙең яҡтың баҡсаларында үҫкән ҡыяр-помидорҙарҙан, тоҙланған тәмлекәстәрҙән баш тартмауҙарын белдерә. Уларҙың теләгенән дәртләнгән Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы бөгөн күп итеп йәшелсә тоҙлау, яугир яҡташтарына күстәнәс әҙерләү менән мәшғүл.
Хыялдары яҡты, маҡсаттары изге Ишембай ағинәйенең: туҡыу станогын үҙләштереү, балаҫ һуғыу ниәте менән йәшәй, тағы ла музей асыу тураһында ла уйы бар. Олоғайған көнөндә Башҡортостанына ҡайтып, тыуған еренән көс-дәрт алып йәшәүенән, ауылдаштарына, мохтаждарға ярҙам итә алыуынан ҡәнәғәт Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы. Уның изгелеген тойғандарҙың ихлас рәхмәт һүҙҙәре артабан да илһамланып ижад итергә, кешеләрҙе ҡыуандырып, күберәк яҡшылыҡ ҡылып йәшәргә дәртләндерә. Саф күңелле, нурлы йөҙлө, һүҙе үтемле, бар асылы изгелектән, ихласлыҡтан туҡылған ошондай ағинәйҙәребеҙ – тормоштоң йәме лә, ҡото ла.
Фотолар Суфия Рәхимованың шәхси архивынан алынды.