Баймаҡ районының «Саптар» өлгөлө бейеү студияһы – республикала уңышлы эшләгән ансамблдәрҙең береһе. Халыҡсан бейеүҙәре менән әсир иткән коллективты хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр. Студия етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров менән сәнғәткә алып килгән һуҡмаҡ, бейеү студияһының ойошторолоуы хаҡында әңгәмәләштек.
Бейеү тигән сикһеҙ даръя
– Тыумышым менән Күгәрсен районы Моҡас ауылынанмын. Атайым Шамил Камил улы (ҡыҙғанысҡа, хәҙер мәрхүм инде) шул төбәктән, – тип башланы ул һүҙен. – Миңә бер йәш тулғас, әсәйемдең тыуған яғына – Баймаҡҡа күскәнбеҙ. Бала саҡтың сағыу хәтирәләре тигәндә, күҙ алдына Буранбай ауылы тәбиғәте, олатай менән мәж килеп йәйге селләлә бесән эшләүебеҙ килә: ул күбәләй, ә мин тирләп-бешеп шул өйөмдө тарттырам. Малай саҡтан аттарға мөкиббән булдым: сабыш ойоштороп, һайт-һайтлап һыбай сабыуҙарҙы оноторлоҡмо һуң! Тындарҙы ҡурыштырыр эҫе ел сәстәрҙе туҙғыта, эйәрләгән саптарымдың тояҡтарынан осҡон сәсрәгәндәй... Шул азатлыҡ тойғоһо ғүмер буйы оҙатып килә мине.
Шуныһы ғәжәп – бөгөн оҫта бейеүсе, хореограф булараҡ танылған Радик Бакировтың ғаиләһендә сәнғәт кешеләре юҡ. Атаһы ғүмер буйы водитель булып эшләгән, әсәһе Йәмилә Фәйзрахман ҡыҙы шәфҡәт туташы була. Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ моңланып, көйҙәр башҡарып йөрөгән малайҙы, моғайын, йырсы булыр, тип фаразлайҙар. Әммә башланғыс класта уҡыған саҡта ул бейеүгә ылығып китә.
– Тәүге уҡытыусым Гөлсинә Баязитоваға рәхмәтлемен – бала күңелен тәрән аңлаған, тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәрҙе дөрөҫ һиҙемләп, бар яҡтан үҫешергә ярҙам иткән ысын остаз ул. Коллектив бейеүҙәрҙә мине солист итә ине, дуэт бейеүҙәргә лә ҡуйҙы, – тип хәтерләй Радик Шамил улы. – Сәнғәткә һуҡмаҡ шул осорҙа һалынды, тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Гөлсинә Ғаяз ҡыҙы менән әле лә бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Уҡытыусым һалған орлоҡтар шытым биреп кенә ҡалманы, хәҙер инде тос емештәре менән дә ҡыуандыра.
Бейеү сәнғәте менән ҡыҙыҡһынғанын күреп, әсәһе Радикты район мәҙәниәт йортондағы «Ләйсән» өлгөлө балалар бейеү ансамбленә алып бара. Хәҙер инде заманса бейеүҙәрҙе лә таһыллыҡ менән башҡарған үҫмерҙең күңелен «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡанатландыра: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин етәкләгән данлыҡлы коллективта бейеү – үҙе ҙур мәртәбә! Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, һәләтле малайҙы күреп-һынап йөрөгән Динислам Мостафа улы Радикты ансамблгә саҡыра.
Бейеү тигән осһоҙ-ҡырыйһыҙ, ғәжәп тәрән даръяға сума Радик. Сумған һайын – яңы асыштар, ҡабатланмаҫ образдар! Диңгеҙ төпкөлөнән берәмләп йыйылған ынйы бөртөктәре ни тиклем ҡәҙерле булһа, йәш башҡарыусы өсөн һәр бейеү, хәрәкәт, ым-ишара шул ҡәҙәре ҡиммәтле һәм һиммәтле була.
– 11-се класты тамамлағансы «Ирәндек»тә бейенем. Һағынып иҫләйем ул мәлдәрҙе – бер минутымды ла бушҡа сарыф иткем килмәй ине, өйҙәге эштәрҙе теүәлләп, бейеү залына йүгерәм. Динислам ағайҙың ҡеүәтләп тороуы, башҡаларға өлгө итеп ҡуйыуы бөтмәҫ дәрт өҫтәй, тағы ла яҡшыраҡ, оҫтараҡ бейергә илһамландыра, көс бирә, ҙур маҡсаттар ҡуйырға әйҙәй ине. Ғөмүмән, «Ирәндек» миңә булмышымды аңларға, батырҙар, һунарсылар ҡаны аҡҡан башҡортлоғомдо асырға ярҙам итте, – ти әңгәмәсем.
– «Ирәндек»кә килгәнсе, Радик талантлы педагог Луиза Яхинала (билдәле хореограф Сулпан Асҡарованың апаһы) шөғөлләнде. Тырышлығы менән шунда уҡ күҙгә салынды ул. Башҡалар яҡын ғына йәшәп тә йөрөргә йыбанһалар, Радик 4-5 саҡырым алыҫлыҡтан көн дә дәрестәрҙән һуң – йүгерепме, саңғыла булһынмы – стадионға атлыҡты, – ти тәрбиәләнеүсеһе хаҡында Динислам Исҡужин. – «Ирәндек» ансамбле 1983 йылда Баймаҡ мәҙәниәт йорто ҡарамағында ойошторолғайны. Эшмәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлешенә – милли бейеү сәнғәтен үҫтереү һәм башҡорт бейеүенең иң яҡшы өлгөләрен пропагандалауға – Радик Бакиров та тос өлөш индерҙе. Лидерлыҡ сифаттары ярылып ятҡанлыҡтан, мин уны солоға ҡуя инем. «Ирәндек бөркөттәре», «Тау бөркөтө», «Башҡорт казактары» кеүек милли колоритлы бейеүҙәрҙе уңышлы башҡара торғайны. Байтаҡ конкурс, фестивалдәрҙә, хөкүмәт кимәлендәге концерттарҙа ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яуланы. Радиктың бейеү сәнғәтен һайлауына бик тә ризамын. Хәҙер ул үҙе педагог, көслө команда туплап, яңы үрҙәр яулай. Теләгем шул: халыҡсан, баймаҡтарға хас бейеүҙәрҙе һаҡлаһын һәм түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткерһен!
«Мин балалар менән эшләргә тейеш!»
11-се класты тамамлауға егеттең күңелен сәхнә тулыһынса биләгән була, шуға күрә, ике уйлап тормай, Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғариф техникумының хореография бүлегенә уҡырға инә. «Ирәндек»тә ярайһы тәжрибә туплаған студенттың мөмкинлектәрен уҡытыусылары ла күрә: тәүге йылда уҡ «Аҡбуҙат» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алалар. Элекке балерина Эдита Айзенберг, ансамблгә нигеҙ һалыусы Рәлиф Сафиуллин кеүек педагогтар, Радикка ҙур өмөт бағлап, классик бейеү серҙәрен дә, халыҡ бейеүҙәренең үҙенсәлеген дә тәфсирләп төшөндөрәләр.
Техникумды тамамлағандан һуң егет күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ашҡына – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәренә саҡырып та ҡуйған булалар буласаҡ бейеүсене. Әммә яҙмыш икенсе юҫыҡҡа юл ала – йүнәлтмә буйынса Борай районына эшкә ебәрәләр Радикты.
– Диплом алыу менән, данлыҡлы ансамбль тураһындағы хыялымды ситкә ҡуйып, Борайға киттем. Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Радис Солтанов бик йылы ҡаршы алды. Кәңәш-төңәш иткәндән һуң балалар менән эшләргә, үҙемде педагог сифатында һынап ҡарарға булдым. Өс йылға тип килгәйнем, Борайҙа эшләүем һигеҙ йылға һуҙылды ла ҡуйҙы. Ошо ваҡыт эсендә «Дуҫлыҡ» халыҡ бейеүҙәре, «Эдельвейс» заман бейеүҙәре, «Ынйы» балалар ансамблдәре ойошторолдо. Район сәнғәтен һиҙелерлек күтәргән был коллективтар менән ҙур сараларҙа ҡатнаштыҡ, бер-бер артлы еңеүҙәр яуланыҡ. Борай районы башлығы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Борис Нурисламов менән дә бик татыу эшләнек. Уртаҡ маҡсаттар менән янғас, эш ырамлы булды: яңы бейеүҙәр һалынды, костюмдар тектерелде. Район, республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙағы, халыҡ-ара сараларҙағы уңыштар балаларҙы ла, мине лә ҡанатландырҙы. Ғөмүмән, педагог булараҡ ижади тәжрибәм Борайҙа башланды, тиергә була, – ти Радик Шамил улы, ул осорҙо иҫкә алып. Ә маҡтап телгә алырлыҡ еңеүҙәр, ысынлап та, тос була: Одессалағы халыҡ-ара, Бөрөлә уҙғарылған «Керәшен һыуыҡтары» конкурстарында – Гран-при, Туймазылағы «Дуҫлыҡ хороводы»нда, «Үҙгәрештәр еле» республика заманса бейеүҙәр фестивалендә – беренсе урындар. Ә инде Мәскәүҙә П.Чайковский исемендәге концерт залында сығыш яһау ҡыҙ һәм егеттәрҙең күңеленә ғүмерлеккә уйылғандыр, моғайын.
2013 йылда ул тыуған яғына – Баймаҡҡа ҡайта. Булдыҡлы йәштәр ҡайҙа лә кәрәк – тәүҙә Халыҡ ижады үҙәгендә художество етәксеһе була, бер аҙҙан директор итеп үрләтәләр. Ҡасандыр үҙе шөғөлләнгән «Ирәндек» ансамблен, район мәҙәниәт йортон етәкләй – бер һүҙ менән әйткәндә, үҙен хужалыҡ итеүсе булараҡ та һынап ҡарай. Шулай ҙа күңел ижадҡа тартылмай буламы һуң инде – бер мәл, осраҡлы ғына сәхнәгә менеп, балалар менән бер композицияны сәхнәләштерә.
– Шул ҡәҙәре илһамландым шунда! Нишләп әле хужалыҡ эштәре менән булышып йөрөйөм, мин бит балалар менән эшләргә тейеш, тигән уй тынғы бирмәне шул мәлдән алып. Тап шул саҡта шәхси бейеү студияһы асыу теләге уянды ла инде.
Шулай ҙа студия асыу хыялы бер аҙға тотҡарлана: 2014 йылда Радик Бакиров Татарстанға сығып китә. Йәлил ҡалаһындағы Мәҙәниәт йортона директор урынбаҫары итеп саҡыралар башҡорт егетен.
– Минең өсөн эҙләнеү осоро ине ул мәл. Һәр яңылыҡ, асыш-идея ҡыҙыҡ. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата ҙур сара ойоштороуҙа ҡатнаштым, Нефтселәр көнөн шартына килтереп уҙғарҙым. Сценарийҙар яҙырға өйрәндем, режиссер булараҡ үҙ көсөмдө һынаным. Татарстанға сығып китер алдынан үҙемә һүҙ биргәйнем – ярты йылдан артыҡ тотҡарланмаҫҡа. Әйткән һүҙемдә торҙом – ярты йылдан йәнә Баймағыма әйләнеп ҡайттым.
Бала саҡ шаңдауы – «Саптар»
Шәхси бейеү студияһы асыу хаҡында күңелдә бөрөләнгән хыял хореографҡа тынғы бирмәй: ойоштороу эштәрен теүәлләп, сентябрь-октябрь айҙарында, ниһайәт, тәүге балаларҙы ҡабул итә.
– Студияға исем дә тиҙ уйланылды – «Саптар»! Бала саҡтан күңелдә йөрөгән образ бит ул. Малай саҡта һыбай елгән мәлдәр, алыҫтарҙан ишетелгән ат тояғы тауышы, шулай итеп, шаңдау булып, үҙ дауамын тапты, – ти Радик Бакиров. – Әле беҙҙә 300-гә яҡын бала шөғөлләнә. Балалар менән эшләү – ҙур яуаплылыҡ. Ата-әсәләр уларҙы беҙгә ышанып тапшырғандар икән, ышаныстарын аҡларға кәрәк. Маҡсатыбыҙ – малай һәм ҡыҙҙарҙы оҫта бейеүсе итеү генә түгел, ә үҙ илен һөйгән патриот итеп тә тәрбиәләү. Тыуған төйәгебеҙҙе яратып үҫһендәр, ғорурланһындар өсөн студияла илһөйәрлек дәрестәре уҙғарабыҙ, концерттар ойошторабыҙ, рухлы бейеүҙәр һалабыҙ. Бөгөнгө көн шарттарында балаларҙа ошо тойғоно тәрбиәләү, минеңсә, бик әһәмиәтле.
Студияла 4 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнә. Репертуарҙа – алтмышлаған бейеү. Төп иғтибар, әлбиттә, башҡорт халҡының асылын, ғөрөф-ғәҙәтен, Урал аръяғы халҡының булмышын һынландырған бейеүҙәргә бирелә. Бүтән милләттәр бейеүҙәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай – тәрбиәләнеүселәрҙең мәҙәни офоҡтарын киңәйтеү, ижади мөмкинлектәрен асыуҙың бер ысулы был. Бынан тыш, педагогтар классик һәм эстрада бейеүҙәре, акробатика, художестволы гимнастикаға, актер оҫталығына өйрәтә.
2017 йылда студияла тегеү цехы асылған. Туҡымаларҙы, фурнитураны үҙҙәре һатып ала, заказ буйынса башҡа коллективтар өсөн дә костюмдар тегәләр. Һәр бейеүгә ярашлы кейем табыуҙың ауырлығын ошо өлкәлә эшләүселәр яҡшы аңлай. Студияның шәхси цехын булдырыу – ижадта ла, хужалыҡ эштәрендә лә һәр деталгә ныҡлы диҡҡәт иткән Радик Шамил улының төптән уйлап эш итеүе һөҙөмтәһе.
«Саптар»ҙың береһенән-береһе сағыуыраҡ еңеүҙәре иһә һанап бөткөһөҙ – йылдан-йыл оҫталыҡтарын камиллаштырған йәш бейеүселәр, ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, тамашасыларҙы юғары сәнғәт өлгөһөнә тиң сығыштары менән хайран итә. Туапсе, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан ҡалаларында үткән Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа Гран-при яулауҙары баймаҡтар өсөн генә түгел, бар республика өсөн – оло шатлыҡ һәм мәртәбә. Күптән түгел «Саптар»ҙар йәнә Мәскәүҙе гөрләтте – Бөтә Рәсәй хореография конкурсында ҡатнашып, 1-се, 2-се урындарҙы яулап ҡайттылар. Баймаҡ районы балаларының Ҡыҙыл майҙанда өҙҙөрөп бейеүе төшөрөлгән видеояҙма тиҙ арала интернетта ла таралды.
2018 йылда Санкт-Петербургта үткән «Бейеү ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй хореография фестивалендәге сығыштарынан һуң жюри ағзаһы – Мәскәү ҡалаһының Губерна сәнғәт колледжының бүлек мөдире, хореография ансамбле етәксеһе Юлия Шмакова студенттары өсөн «Һунарсы» бейеүен ҡуя. Был да – башҡорт егеттәренең оҫталығына, тәбиғи һәләтенә оло баһа.
Өфө халҡы ла «Саптар» студияһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында үткән концерттарға ҙур теләк менән йөрөй. Былтыр апрель айында «Торатау» Конгресс-холында студияның тәүге концерты уҙғарылды. Саранан һуң республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов студия эшмәкәрлегенә үҙ баһаһын белдерҙе. «Бер йыл элек Баймаҡҡа барғанымда «Саптар» ансамбленең сығышын ҡарап, Өфөлә уларҙың концертын ойоштороу теләге барлыҡҡа килгәйне. Уларҙың бай репертуары, профессиональ хореографияһы һәм костюмдары ғәжәп иткәйне. Конгресс-холдың 700 кешелек залында алма төшөрлөк тә урын булманы. Баймаҡтар өсөн ысын байрам ине был!» – тип яҙҙы Азат Шамил улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Һәр сығышҡа төплө фекере бар
«Байыҡ» телевизион тапшырыуын ҡарап барыусылар яҡшы белә: башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсында «Саптар» студияһы тәрбиәләнеүселәре лайыҡлы сығыш яһай. 2014 йылда – Рәил Рәхмәтуллин, шулай уҡ кесе состав Гран-приға лайыҡ була, былтыр Әмир Солтанов оло еңеүгә өлгәште.
Проект авторы Рита Өмөтбаева әйтеүенсә, Йәүҙәт Бикбирҙин, Динислам Исҡужин кеүек маһир бейеүселәр мәктәбен үткән Радик Бакировтың ошо юлды һайлауы тәбиғи.
– Бөтә бейеүсе лә педагог, остаз була алмай. Балалар менән эшләү, бейеү түңәрәктәре алып барыу өсөн, тәү сиратта, тәртип кәрәк. Был йәһәттән Радик Шамил улы уҡыусыларға ҙур өлгө. Ул башҡорт бейеүҙәренең нескәлектәренә төшөнгән, балалар күңеленә юл таба белә. Тағы ла бер ыңғай сифатын – сәмле булыуын билдәләп үткем килә. Ағым ыңғайына йөҙмәй, ә эшенең һөҙөмтәһен күреү өсөн тырыша. Йөҙләгән баланы, һис ҡурҡмайынса, Рәсәй буйлап конкурстарға алып сығып китә, уларға ҡанат ҡуя, үҙ-үҙҙәренә ышаныстарын нығыта. Быйыл Радик Бакиров «Байыҡ» конкурсында жюриҙа эшләй. Һәр сығышҡа төплө фекерен белдергән педагогты тамашасылар ҙа яратып өлгөргәндер, тип уйлайым, – тип бүлеште уй-фекере менән Рита Ришат ҡыҙы.
– «Байыҡ» – башҡорт бейеүҙәрен һаҡлауға йүнәлтелгән ифрат кәрәкле һәм мөһим проект. Элек тапшырыуҙы тамашасы булараҡ ҡарай инем, хәҙер баһалама ағзаһы булараҡ сығыш яһайым. Был минең өсөн ҙур ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ. Матур-матур башҡорт милли костюмдарында сығыш яһаусыларға ҡарап, ысын күңелдән ҡыуанам: бына бит, сәнғәткә, мәҙәниәткә битараф булмаған район етәкселәре бар! Аҡса табып кейем тектерәләр, бейеүселәрен конкурсҡа ебәрәләр – һоҡланғыс күренеш! – ти проект хаҡында Радик Шамил улы. – Баһалауға килгәндә, шуны әйтә алам: кемдәрҙең бейеү яғынан мөмкинлеге күберәк, шуларға талап та нығыраҡ. Мәҫәлән, берәй көслө коллектив килде, ти. Уларҙың һәләте лә, финанс яҡтан мөмкинлектәре лә бар, тимәк, илке-һалҡы сығыш яһауға юл ҡуйырға тейеш түгелдәр. Ә инде төпкөл ауылдан, үҙ көстәре менән килеүселәргә ундай шарттар ҡуйыу дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Иҙрис ауылынан килгән 60-70 йәшлек ағай-апайҙарға «Афарин!»дан башҡа һүҙем юҡ. Оло йәштә башҡорт бейеүен үҫтереү өсөн янып йөрөүҙәре, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ!
Алдыңа алған маҡсатты атҡарып сығыр өсөн ныҡышмалылыҡ та, көс һәм түҙемлек тә кәрәк. Радик Шамил улына был сифаттар тәбиғәттән һалынған.
– Бер нәмә лә еңел бирелмәй. Минең өсөн ауырлыҡтар – ул һынау. Йығылам икән торам да артабан алға ынтылам. Шул мәлдәрҙә яныңда ҡул һонорлоҡ ҡәҙерле кешең булыу – яҙмыштың оло бүләге. Мин ул йәһәттән бәхетле, ҡатыным Юлиә – ярҙамсым да, илһам биреүсем дә. Айсель менән Айнель исемле ҡыҙҙарыбыҙ үҫеп килә. Улым Салауат Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжында 8-се класта уҡый, ул да бейеүсе булмаҡсы. Ғаиләм, балаларым булғанда алға барыуы еңелерәк, – ти ул яҡындары тураһында. Күптән түгел Бакировтар ғаиләһендә йәнә бер һөйөнөслө ваҡиға булған – төпсөк улдары Солтан донъяға ауаз һалған.
Гуманитар ылау менән – Донбассҡа
Радик Бакиров, оҫта бейеүсе һәм булдыҡлы етәксе булыуҙан тыш, әүҙем йәмәғәтсе лә. Ул Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары берләшмәһе рәйесе вазифаһын уңышлы атҡара.
– Берләшмә ике йыл тирәһе эшләй. Ойошмабыҙ балалар приюттарына, ҡарттар йорттарына ярҙам итә, спорт саралары үткәрәбеҙ. Шәхси эшҡыуарҙарҙы бергә туплау маҡсаты менән төрлө форумдар уҙғарабыҙ, уларҙың эштәрен яйға һалырға, дөрөҫ йүнәлеш бирергә тырышабыҙ, – ти әңгәмәсем. – Берләшмәгә быға тиклем класташым, бала саҡ дуҫым етәкселек итә ине. М.Шайморатов батальонына үҙ теләге менән яҙылып, махсус операцияға киткәс, мине үҙ урынына ҡалдырҙы. Ошондай
яуаплы эште ышанып тапшырғас, ең һыҙғанып эшкә тотондом. Ғөмүмән, миңә кешеләр менән аралашыу, үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡарау, тулы ҡанлы тормош алып барыу оҡшай.
Берләшмә егеттәре махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам ойоштора. Март айында Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы эшҡыуарҙары менән берлектә Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстар берләшмәһе әҙерләгән ҙур ылау юлға сыҡҡайны. Был – Урал аръяғынан Донбассҡа юлланған өсөнсө гуманитар йөк. Башҡортостан яугирҙары яҡташтарынан 2022 йылдың декабрендә һәм быйыл ғинуарҙа ла ярҙам алғайны.
– Егеттәр менән аралашып, нимә кәрәклеген белешеп торабыҙ. Был юлы уларҙың һорауы буйынса 30 кубометр таҡта, автомобилдәр өсөн ҡиммәтле запас частар, күсмә мунса, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр әҙерләнек. Гуманитар йөктө туплауҙа эшҡыуарҙар Арыҫлан Байрамғолов, Илсур Нәбиуллин һәм Руслан Таһиров, шулай уҡ «Риадент» стоматология клиникаһы директоры Айнур Исҡужин ярҙам күрһәтте, – ти Донбассҡа юлланған йөктө оҙатып барыусы Радик Шамил улы.
Сәмле лә, ғәмле лә замандашыбыҙҙың баймаҡтарса тәүәккәл, рухлы булыуы һоҡландырһа, башҡорт бейеү сәнғәте өсөн янып йәшәүе ихтирам тойғоһо уята.
Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән – сәхнәләрҙе дер һелкетер «Саптар»ы ла, дала иңләп юртҡан аттарҙы ҡороҡларлыҡ таһылы ла, оло юлды бергә үтер фекерҙәштәре лә бар Радик Шамил улының. Хыялдарҙың – юғарыһын, юлдарҙың – именен, бейеүҙәрҙең сағыуҙарын теләйек үҙенә!