Ысыҡтай саф зәңгәр күлдәр төбәге – Ҡурған өлкәһе Сафакүл ауылынан Зәлиә. Район үҙәгендә башҡорт мәктәбе булмаһа ла, кескәй сағынан туған теленең бар нескәлеген, ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген күңеленә һеңдереп үҫә ул.
– Өйҙә гел башҡортса аралаштыҡ. Ғөмүмән, Сафакүлдә ерле һөйләш әле лә һаҡланған, мин үҙем дә диалект һүҙҙәрен ҡулланырға яратам. Яйы тура килгәндә рәхәтләнеп үҙебеҙсә һөйҙәшәм. Әсәйем ялан-ҡатай ҡыҙы, сығышы менән Әлмән районынан, ә атайым – табын ырыуынан, – ти Зәлиә Урал ҡыҙы, тамырҙарын барлап. – Башҡортостандан ситтә үҫһәм дә, туған телемде яҡшы беләм. Йыр-моңға ынтылыш та – нәҫелдән. Ҡартатайым моңло итеп мандолинала халыҡ көйҙәрен уйнай ине, әсәйем «Зәңгәр күлдәк», «Былбылым» кеүек йырҙарҙы яратып башҡарҙы.
Йыр-моңға сорналып үҫкән баланың музыкаль һәләте иртә асыла.
– Өйөбөҙҙөң эргәһенән көтөү китә ине. Ауыл осонда йыялар ҙа урманға алып китәләр. Һәр кис ауыл халҡы шунда йыйыла. Мин, ҡап уртаға түмәр ҡуйып, уларға концерт күрһәтәм. Ҡәртнәйем йырларға яратҡанымды күреп-белеп йөрөй ине, шуға ла балалар баҡсаһынан уҡ музыка мәктәбенә алып барҙы.
Бәләкәс Зәлиәне скрипка класына бирәләр. Шулай итеп, ижадҡа беренсе аҙым яһала.
Ҡыҙҙың музыкаль һәләтен үҫтереүгә тәүге педагогы Мәрйәм Күләева ҙур көс һала. Сафакүлдәге музыка мәктәбен тамамлағандан һуң етәкләп тигәндәй Өфөгә алып китә һәм сәнғәт училищеһына уҡырға инергә ярҙам итә.
– Мәрйәм Лоҡман ҡыҙына бик рәхмәтлемен, сөнки яҙмышыма йоғонтоһо ҙур булды. Өфөгә килгәс тә юлдарыбыҙ айырылманы – шул осорҙа ул да Өфө сәнғәт академияһына уҡырға инде. Аҙаҡ, мин академияға ингәс, беҙҙең факультетҡа эшкә килде. Яратҡан уҡытыусым скрипка ғына түгел, ҡыл ҡумыҙ серҙәренә лә төшөнөргә ярҙам итте, – тип хәтерләй әңгәмәсем.
Училищела уҡыған сағында Зәлиә ҡыл ҡумыҙ менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Халыҡтың аһ-зарын, һағышлы тарихын үҙенә һыйҙырған моң уның күңелен арбап ала.
– Башҡорт музыкаһы факультетында иҫ киткес илһөйәр, халыҡ ижадына ғашиҡ кешеләр эшләй ине. Музыкаль педагогтар Зиннур Нурғәлин, Ришат Рәхимовтар милли музыка ҡоралдарын тергеҙеү өсөн ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәне. Ул ваҡытта училищела ҡурай, думбыра, ҡыл ҡумыҙ кластары асылғайны инде.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: ҡыл ҡумыҙ класы асылһа ла, музыка ҡоралын тотоп ҡарау, уйнау мөмкинлеге булмай әле, бары һүрәттән ҡарап өйрәнәләр. Тәүге сығарылыш студенттарына ла виолончелдә генә уйнарға тура килә.
Талантлы студент өсөн тәүге ҡыл ҡумыҙҙы башҡорт милли уйын ҡоралдарын тергеҙеүгә күп көс һалған шәхес – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшит Ғәлимов эшләп бирә. Ғөмүмән, республикалағы тәүге ҡыл ҡумыҙ тап Зәлиәгә тәғәйенләнә.
– Ифрат яуаплы һәм мөһим эш – халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөндә ҡалған үҙенсәлекле музыка ҡоралын тергеҙеү бурысын иңемә алғанымды тәүҙә, бәлки, аңлап та етмәгәнмендер. Ете йыл дауамында скрипкала уйнағас, ҡыл ҡумыҙға күсеп китеү еңел булманы – улар бер-береһенән ныҡ айырыла. Ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйыу, бармаҡтарҙы тейешенсә хәрәкәтләндереү – барыһы ла мөһим. Махсус әсбаптар, ноталар булмауы ла ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Виолончель буйынса уҡытыусым Миләүшә Алтыншинаға рәхмәт – уның ярҙамы менән яйлап был инструментта уйнарға өйрәндем. Музыка буйынса база ла яҡшы ине. Тәүҙә башҡорт халыҡ йырҙарын көйгә һалдым, һуңынан диапазоны буйынса ҡыл ҡумыҙға яҡын булған классик әҫәрҙәргә күстем, – ти Зәлиә. – Бер аҙҙан инде ижадта үҙ юлымды, йүнәлешемде табыуымды аңланым. Ҡыл ҡумыҙ моңо аша барлыҡ тойғоларымды, хистәремде еткерә алыу мөмкинлеге, уның ҡабатланмаҫ аһәңе булмышымды биләне. Тәүге ҡыл ҡумыҙымды һаҡлайым, бик ҡәҙерле ҡомартҡы ул минең өсөн. Ҡыҙғанысҡа, Рәшит Мәхмүт улы 1999 йылда донъя ҡуйҙы. Әле уның эшен ҡыҙы Гөлнур Ғәлимова дауам итә: студенттар, артистар өсөн инструменттар эшләй.
Ҡыл ҡумыҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар етерлек икән – бигерәк тә Ҡазандан заказ биреүселәр йышайған. Музыкаль төркөмдәр булдырып, ҡурай, думбыра, ҡыл ҡумыҙҙы милли уйын ҡоралы булараҡ ҙур сәхнәгә сығарыуҙары ла уйға һала, әлбиттә.
Зәлиә Урал ҡыҙы – үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләүсе, камиллыҡҡа ынтылыусы ижадсы. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу оҫталығыңды арттырыу өсөн иң ҡулай сараларҙың береһе, тип иҫәпләй ул. 1997 йылда йәш музыкант – «Ирәндек моңдары» конкурсы, 2004 йылда – «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале, 2006 йылда Й.Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты була.
Училищены тамамлағандан һуң, 2002 йылда, Сафакүл ҡыҙы артабан белемен камиллаштырырға ҡарар итә – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультетына уҡырға инә.
– Факультет деканы Айрат Ҡобағошов, виолончелсе Рафаэль Вәлиев ул осорҙа ныҡ ярҙам итте. 3-сө курста уҡығанда Ҡаҙағстандан билдәле педагог Ҡондоҙ Каламбаева килде. Ул мине ике ҡыллы ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Атаһы Жаппас Каламбаев – атаҡлы ҡумыҙсы, ҡаҙаҡ көйҙәрен нотаға һалған тәүге композитор, – ти Зәлиә. – Ғөмүмән, бүтән төрки халыҡтарҙан айырмалы, ҡаҙаҡтарҙа был музыка ҡоралы бер ваҡытта ла юғалмаған, элек-электән көслө башҡарыусылары булған, әле лә ҡыл ҡумыҙ мәктәбе яҡшы үҫешкән. Халыҡ ижадынан белеүебеҙсә, ҡаҙаҡ баҡсылары ҡыл ҡумыҙ менән кешеләрҙе дауалаған – имләгәндә, ҡара көстәрҙе ҡыуғанда, ауырыуҙарҙы өшкөргәндә ҡулланғандар. Унда башҡорттар ҙа уйнаған, «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында ла телгә алына ҡыл ҡумыҙ. Скрипканың популярлашыуы сәбәпле, музыка ҡоралы яйлап онотолған.
Ҡондоҙ Жаппас ҡыҙы элекке уҡыусыһының ижадын күҙәтеп бара, кәрәк саҡта кәңәштәрен еткерә.
– Өфөгә мин 2003 йылда Башҡортостан Хөкүмәте саҡырыуы буйынса килгәйнем. Биш йыл тирәһе студенттарҙы ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәттем. Ғөмүмән, был музыка ҡоралы башҡорттоҡо йәки ҡаҙаҡтыҡы ғына түгел, ул төрки халыҡтарының бөтәһендә лә тиерлек бар. Ҡыл ҡумыҙ барлыҡҡа килгәндә милләттәргә бүленеү бөтөнләй булмаған, шуға күрә ул барлыҡ эпостарҙа ла телгә алына, – ти Ҡаҙағстандың атҡаҙанған артисткаһы Ҡондоҙ Жаппас ҡыҙы. – Әйтергә кәрәк, Зәлиә менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн ярайһы ваҡыт кәрәк булды. Республикала ҡыл ҡумыҙҙы тергеҙеү миссияһы тап уға йөкмәтелгәнен аңлағас, ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артты. Был йәһәттән Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гүзәл Үмәрғәлина, Сәйҙә Ильясоваларҙың йоғонтоһо ҙур булды. З.Ғәниәтуллина – бик талантлы музыкант. Уның яңы асыштарға ынтылышын бик хуплайым һәм уңыштар, илһам теләйем!
Зәлиә Ғәниәтуллинаның ижади эшмәкәрлеге Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле менән тығыҙ бәйле – бында ул 2008 йылдан алып эшләй (уға тиклем биш йыл Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрында уйнай).
– Ансамбль етәкселеге Ҡаҙағстанда минең өсөн ҡыл ҡумыҙға заказ бирҙе, бына инде 15 йыл шул ҡоралда уйнайым. Борондан был музыка ҡоралы ағастан уйылған, ҡылдары башлыса йылҡы малының ҡылдарынан эшләнгән. Әйтеүебеҙсә, күп кенә халыҡтарҙа ҡыл ҡумыҙға оҡшаған инструменттар бар, әммә улар бер-береһенән айырыла. Был төрлө сәбәптәргә бәйле. Әйтәйек, йәшәгән ерҙәрендә ниндәй ағас үҫә, ҡыл ҡумыҙҙы шунан эшләгәндәр. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтар «Аҡ ҡайындан жаралған» тип йырлай, уларҙа ҡайынға өҫтөнлөк бирелә, башҡорттарҙа – ҡарағас, ҡарағай. Ҡытайҙар үҙҙәренең фонарь рәүешендә эшләнгән эрху тигән музыка ҡоралының өҫтөн йылан тиреһе менән ҡаплай. Атамаһы ла төрлөсә яңғырай: ҡырғыҙҙар «ҡыл ҡыяҡ» тиҙәр, ҡаҙаҡтар – «кыл кобыз», «нар кобыз», монголдар «моринхор» тип йөрөтә.
Зәлиә Урал ҡыҙы әйтеүенсә, ҡыл ҡумыҙҙың ике ҡыллыһы традицион форма һанала, ә өс йәки дүрт ҡыллылары профессиональ ансамблдәрҙә, оркестрҙарҙа ҡулланыла. Һуңғы ваҡытта скрипкаларҙы дүрт ҡыллы ҡыл ҡумыҙға алмаштырырға тырышалар икән.
Музыкант үҙе лә бер нисә йыл сәнғәт училищеһында һәм академияла ҡыл ҡумыҙ класында уҡытҡан. Тик, ваҡыт етмәү сәбәпле, баш тартырға тура килгән.
– Студенттарҙың барыһы ла яҙмышын ошо музыка ҡоралы менән бәйләмәй, әлбиттә. Бөтөнләй икенсе йүнәлеш һайлаусылар ҙа бар. Шулай ҙа, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында ҡыл ҡумыҙ кластары булғанда, күңелем тыныс, – ти ул. – Тик бына райондарҙа был инструмент тураһында белеп бармайҙар. Түңәрәк асыу өсөн сығымдар ҙа байтаҡ шул – бер ҡыл ҡумыҙ 50–60 мең һум тирәһе тора. Сәнғәткә битараф булмаған етәкселәр быны аңлап ҡабул итә, педагогтарҙы йәлеп итә. Әбйәлилдә Миңлегөл апай Солтанбаева (ул үҙе виолончелсе) ҙур теләк менән балаларҙы ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә, Архангел, Стәрлетамаҡ райондарында кластар бар. Йәштәр ҡыҙыҡһына, шылтыраталар, һорашалар. Мөмкинлек булғанда шәхси дәрестәр бирәм.
«Мираҫ» ансамблендә оркестрант сифатында эшләп йөрөгән сағында уҡ йөрәгендә тыуған моңдарҙы ҡыл ҡумыҙ аша тамашасыға еткереү хыялы менән яна башлай Зәлиә. Көйҙәр яҙҙыра, аранжировкалар эшләтә. Декрет ялына тиклем бер нисә композиция яҙҙырып өлгөрә.
– Ул ваҡытта тормош иптәшем Рузан да ансамблдә ҡурайсы булып эшләй ине. Бер мәл, Мәскәүҙән «Культура» каналы килә, милли номер кәрәк, тигәс, Флүрә Килдейәрова менән Ғәли Хәмзин башҡарыуында «Хан ҡыҙы» йырының дуэтын табып, тиҙ генә сығыш әҙерләнек. Рузан булмаһа, бөгөнгө уңыштарыма өлгәшә алыр инемме икән? Тыныс күңел менән ижад итеү өсөн хәләлеңдең һине аңлауы, мөмкинлектәр тыуҙырыуы бик мөһим. Ул үҙе лә байтаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә эшләп киткәс, минең теләктәремде лә, уй-хыялдарымды ла, борсолоуҙарымды ла яҡшы аңлай, – ти Зәлиә тормош иптәше хаҡында. Белорет районы Татлы ауылында тыуып үҫкән Рузан Ғәниәтуллин менән улар ике ул – Рамазан менән Арыҫланды тәрбиәләй. –Өлкән улыбыҙҙың музыкаға тартымы бар, думбырала уйнарға өйрәнде, Ә.Исҡужин исемендәге музыка мәктәбенә лә йөрөнө. Әле футбол менән мауыға, ә кесеһе һүрәт төшөрөргә ярата. Балаларҙа халыҡ ижадына, йыр-моңона мөхәббәт тәрбиәләргә тырышабыҙ, үҙебеҙ ҙә һәр яҡлап өлгө булырға ынтылабыҙ.
Зәлиә Ғәниәтуллина боронғо башҡорт халыҡ уйын ҡоралы – ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеү һәм танытыу эшен 20 йылдан артыҡ алып бара. Ғинуар айында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткәрелгән «Дала ҡыҙымын мин» тип аталған үҙенсәлекле тамаша – уның тынғыһыҙ һәм яуаплы хеҙмәтенең көтөп алынған емеше. Моң һөйөүселәрҙе боронғо дәүерҙән алып беҙҙең көндәргә тиклемге сәйәхәткә алып сыҡты ижадсы.
– Тамашамды «Дала ҡыҙымын мин» тип атауым осраҡлы түгел. Йыр-моңомдо ата-бабаларыма арнаным. Ҡарт олатайым Шакирйән Яҡуповтың үҙ каруаны булған. Ул йәшәгән Борлайғыр ауылы хәҙер юҡ инде. Бөйөк Ебәк юлы буйлап ул Һиндостанға йөрөгән – шарап эшләүсе бер һинд сауҙагәренә бөкө ағасы ташыған. Ғаиләбеҙҙә уға бәйле хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Ҡарт олатайыма арнап көй яҙған саҡта уның дөйәләрҙә икһеҙ-сикһеҙ далалар һәм ҡом бархандары буйлап барыуы күҙ алдыма килде. Шулай итеп, тотош программаға исем биргән «Дала ҡыҙы» тигән композиция барлыҡҡа килде, – ти Зәлиә Урал ҡыҙы баш ҡала тамашасыларын әсир иткән тамаша хаҡында.
Ҡыл-ҡумыҙсының ижад кисәһендә шулай уҡ Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле оркестры, «HAZINA» этно-проекты, популяр ҡурайсылар Юлай Ҡасимов менән Юнир Һағынбаев, талантлы йырсы, «Мираҫ» ансамбле солисы Алена Завьялова сығыш яһаны. Программала, боронғо башҡорт көйҙәре менән бер рәттән, заман композиторҙарының музыкаһы ла яңғыраны.
– Был концертта йылдар дауамында бөртөкләп йыйылған репертуарымды – «Быуаттар ауазы», «Ай, былбылым», «Хыял диңгеҙе», «Уралым» кеүек көйҙәрҙе тамашасыларыма тәҡдим иттем. Ирем Рузан менән «Хан ҡыҙы»н башҡарыуыбыҙҙы ла яратып ҡабул иттеләр, – ти тормошондағы мөһим ваҡиға тураһында Зәлиә. – Проект сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалдыҡ – сценарийға ла, техник нескәлектәргә лә ныҡ иғтибар ителде. Халыҡ йырҙарын заманлаштырып биреүҙең маҡсаты – йәштәрҙе ылыҡтырыу, уларҙа йыр-моңобоҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Артыҡ үҙгәртеп, ябайлаштырып ебәрмәгеҙ, тиеүселәр ҙә бар, әлбиттә, әммә заман башҡа – заң башҡа икәнен онотмаҫҡа, йәш быуынға яҡыныраҡ булырға кәрәк.
Концерттан һуң интернет селтәрендә фекер алышыуҙар барҙы. Тамашасылар бер тауыштан сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне, Зәлиә Урал ҡыҙының талантына һоҡланыуын белдерҙе.
– Зәлиә һеңлекәштең ижадын ҙур ҡыҙыҡһыныу, кинәнес менән күҙәтеп барам, йылдан-йыл оҫтарыуына ҡыуанам. Өфөнөң мәртәбәле концерт залында үткән сара уның һоҡланғыс музыкант булыуын ғына түгел, күкрәгендә халыҡ рухын йөрөткән шәхес кимәленә күтәрелеүен дә күрһәтте. Бындай тамаша үткәрергә баҙнат итеү – үҙе батырлыҡ! Артист булараҡ, быны мин бик яҡшы беләм, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов. – Зәлиә Урал ҡыҙы ике генә ҡылдан торған үтә лә ябай, шул уҡ ваҡытта бөйөк музыка ҡоралы тыуҙырған ҡабатланмаҫ моң менән күңелдәребеҙҙе арбаны, ижадҡа килеүен үҙенсәлекле алымдар ҡулланып бәйән итте, ата-әсәһен, педагогтарын оло хөрмәт, һөйөү менән иҫкә алды. Концерт мәлендә мәрхүм Айрат ағай Ҡобағошовты хәтергә төшөрҙөм: күркәм залда сығыш яһаған уҡыусыһының уңышына ҡыуаныуҙан күҙҙәренә йәш тулыр ине, моғайын... Уйлап ҡараһаң, башҡорт ҡыл ҡумыҙын тергеҙеү өсөн күпме көс һалынған! Зәлиәнең милли мәҙәниәтебеҙ өсөн яуаплылыҡ тойоуы ҙур ихтирамға лайыҡ. – Риф Фәтих улы проект өҫтөндә юғары профессиональ кимәлдәге команда эшләгәнен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Режиссура яғынан, тауыштар яңғырашы һәм яҡтыртыу йәһәтенән һәләк ылыҡтырғыс заманса тамаша булды, тип билдәләне.
Зәлиә Ғәниәтуллина, «Мираҫ» ансамблендә эшләүҙән тыш, «HAZINA» этнотөркөмө составында ла сығыш яһай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған был уникаль төркөм көндән-көн популярлыҡ яулай. Халыҡ йырҙарын заманса яңғыратҡан квинтет – бөгөнгө башҡорт милли сәнғәтендә яңы күренеш.
– Ритм һалынған боронғо көйҙәрҙе йәштәр бик яҡшы ҡабул итә, – ти музыкант. – Мәҫәлән, «HAZINA» этнотөркөмө менән «Е7Е-media» студияһы иғлан иткән «Минең тәүге клибым» проектында еңеү яулап, «Ҡара тауыҡ» йырына клип төшөргәйнек, бик шәп килеп сыҡты! Йәштәр араһында ла тиҙ таралды ул яҙма, – ти әңгәмәсем.
Был йыр НТВ каналында уҙғарылған «Страна талантов» тапшырыуында ла яңғыраған.
– Беҙгә күңелле генә, йәнле йыр әҙерләргә ҡуштылар. «Ҡара тауыҡ»ты башҡарғандан һуң итальян гитарисы Федерико Арнальди тағы берәй халыҡ йырын ишеттереүебеҙҙе һораны. Вокалисыбыҙ Зәлиә Нурлы «Ишбирҙе ҡасҡын» исемле һирәк яңғыраған йырҙы башҡарғас, жюри ағзалары ысын күңелдән «Браво!» тип алҡышланы. Федераль кимәлдәге конкурста ҡатнашыу беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға булды, – тип хәтерләй Зәлиә. – «HAZINA» – тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған этнотөркөм. Минән тыш, ҡыл ҡумыҙҙа шулай уҡ Наилә Биктимерова уйнай, Земфира Рәшитова ҡурайҙа һыҙҙыра, Гөлназ Нафиҡова думбыра сиртә, вокалисыбыҙ – Зәлиә Нурлы.
Февраль айында ҡыҙҙар «Башҡортостан» концерт залында ҙур концерт бирҙе һәм сәнғәт һөйөүселәр хөкөмөнә «Naza» тип аталған альбом сығарҙы. Уға «Алты егет», «Бала ҡарға», «Ишбирҙе ҡасҡын», «Йүкәгүр генәйем», «Ҡара тауыҡ», «Ҡуңыр буға», «Мөғлифә», «Наза», «Таштағы рундар», «Торналар» тигән уникаль композициялар ингән. Милли музыка ҡоралдарының сихри яңғырашы, халыҡ йырҙарының заманса аранжировкаһы, мауыҡтырғыс тамаша баш ҡалабыҙҙың мәҙәни тормошонда йәнә бер сағыу күренеш булды.
«Ҡурай тауышында мәңгелек үҙе яңғырай», – тигәйне билдәле Рәсәй музыканты Гарик Сукачев. Ҡыл ҡумыҙ иһә йыһандың үҙе менән бәйле төҫлө.
– Ҡыл ҡумыҙ ябай музыка ҡоралы түгел, ул – кеше, ер һәм йыһан араһындағы мөғжизәле көс. Уны һәр кем асыш булараҡ ҡабул итә. Был моңдо кемдер ҡабул итә, кемдер юҡ, – ти Зәлиә. – Мәскәүҙә «Зарядье» паркында Рус географик йәмғиәте тарафынан уҙғарылған фестивалдә ҡатнашҡайныҡ. Илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтен күрһәтеү маҡсатында үткәрелгән сара 10 көн дауамында барҙы. Тирмә ҡороп, башҡорт халҡының көнкүреше, фольклоры менән таныштырҙыҡ. Мин ҡыл ҡумыҙҙа уйнаным. Кемдер оҙаҡ тыңлай алмай, китә һала, ә бәғзеләре сәғәттәр буйы ошо моң тәьҫиренән айырыла алмай ултырҙы. Юҡҡа ғына баҡсылар, шамандар йолаларын ҡыл ҡумыҙ ярҙамында башҡармаған бит. Уйға һала, эс-бауырҙы аҡтарып сығара торған моң ул.
Зәлиә Ғәниәтуллина халыҡ көйҙәренән торған айырым концерт та ойошторорға уйлай. Тик уның концепцияһын ныҡлап уйларға кәрәк, ти ул, сөнки тамашасыға бер нисә сәғәт буйы халыҡ йырҙарын ғына тыңлап ултырыуы ауыр. Бигерәк тә – ҡыл ҡумыҙҙа башҡарылғандарын, сөнки үҙаллы яңғырағанда был моң баҫа.
– Ҡасандыр тап ошо музыка ҡоралын һайлауыма шатланып бөтә алмайым, сөнки ул миңә тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам итте, йәшәйешемә мәғәнә өҫтәне, – Зәлиә Урал ҡыҙы дөрөҫ һуҡмаҡтан барыуына тамсы ла шикләнмәй. – Быуаттарҙы быуаттарға бәйләүсе ҡыл ҡумыҙҙы тергеҙеү яҙмышыма яҙылған икән, көсөмдө лә, ваҡытымды ла йәлләмәйәсәкмен.
Сит мөхиттә үҫһә лә, халыҡ рухы бар булмышында балҡыған ижадсының хыялы – ҡыл ҡумыҙҙы бар донъяға танытыу. Тәүәккәл һәм талантлы башҡорт ҡыҙының уй-ниәттәре тормошҡа ашһын, күңелде ярып үтерлек, илатырлыҡ сыңдарҙы бар донъя ишетһен, тигән теләктәбеҙ!