– Әмир Миңлевәли улы, тормошта һәр кемдең күңел ятҡан шөғөлө була. Тап ул кешене эстән яҡтырта, тормош ауырлыҡтарынан ҡотҡара. Ә һеҙ уны һөнәргә әйләндергәнһегеҙ. Был юлды һайлар өсөн талант ҡына етмәй, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, идеяларыңдың тормошҡа ашырына инаныу, булмышыңа тоғро ҡалыу зарур. Һеҙҙең рәссам булырға ынтылышығыҙ ҡасан һәм нисек башланды?
– Барлыҡ булмышым, йәшәйешем һәм уңыштарым өсөн ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Һәр ижад кешеһенең үҙ юлын, темаһын табыуы уның бәләкәйҙән донъяны нисек танып белеүенә, ниндәй һыуҙы эсеп үҫеүенә, тормоштағы юғалтыу-табыштарына барып тоташа. Мин Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылынан. Унда шундай хозур тәбиғәт – иҫ китмәле! Ошо тау-йылғалар, урмандар булмышыма ныҡ тәьҫир иткәндер, тип уйлайым.
Әсәйем Римма Һиҙиәт ҡыҙы менән атайым Миңлевәли Кинйәғәли улы бәләкәйҙән беҙҙе – мине, бер туған ҡустым Наилде һәм һеңлем Айгөлдө – китап, аң, фекер йөрөтөү рухында тәрбиәләне. Атайым донъя классикаһын да, башҡорт яҙыусыларының китаптарын да алып ҡайта торғайны, Наил мырҙам менән беҙ уларҙы йотлоғоп, ярышып уҡый инек.
Әсәйем ғүмер буйы балаларға белем һәм тәрбиә бирҙе. Атайым ауыл советы рәйесе лә, агроном да, умартасы ла булды. Уҡыуын тамамлап ҡайтыу менән уны колхоз идарасыһы итеп ҡуйғандар, иң шәп ат, затлы арба тәғәйенләгәндәр. Йәй көнө ул таң менән – шул ридуанда, ҡыш көнө санала баҫыу-урмандар ҡыҙыра ине, төн уртаһында ғына ҡайтып инә торғайны. Ерҙең составына ҡарап, ҡайҙа нимә сәсергә кәрәклеген еңел генә билдәләгән. Училищела белем алған сағында уҡ уҡытыусылары: «Мәзитов Миңлевәли белем кимәле буйынса беҙҙе лә үтеп китте», – тигәндәр.
Беҙҙең ғаилә – Күгәрсен районында дан тотҡан Ғәйнетдин мулла нәҫеленән. Ул минең ҡарт ҡартатайым, ҡыҙы Хәйерниса – ҡарсәйем. Ҡәрсәйем Ҡөрьәнде яттан белгән, ифрат уҡымышлы, аҡыллы кеше булды. Бөйөк пәйғәмбәрҙәр Дауыт, Муса, Нух, Йософ, Сөләймән, Юныс һәм башҡаларҙың тарихын беҙгә әкиәт итеп һөйләй торғайны. Беҙ ана шулай өләсәй тәрбиәһен алған, динебеҙ тарихы менән һуғарылған балалар булараҡ, бик тә бәхетлебеҙ. Быны мин һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтәм, сөнки хәҙер күп йылдар «Пәйғәмбәрҙәр» серияһы өҫтөндә эшләйем. Бөйөк француз яҙыусыһы һәм мәғрифәтсеһе Дени Дидро: «Һәр рәссамдың оҫтаханаһының иң түрендә ниндәйҙер символ булып намыҫ эленеп тороуын теләр инем», – тигән. Ана шул намыҫ билдәһе дин менән ныҡ бәйле.
Әсәйебеҙ яғынан бөйөк яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина – алыҫ туғаныбыҙ. Был да оло яуаплылыҡ өҫтәй һәм йүнәлеште тоторға булышлыҡ итә. Сөнки Рәссам бит, Толстой әйтмешләй, мәңгелек менән һөйләшә. Беҙ был донъянан тиҙ китәбеҙ, ғүмеребеҙ – бармаҡ араһынан ҡойолған ҡом һымаҡ ҡына, ә ижади мираҫ, ҡиммәте булһа, тороп ҡала. Хатта ҡиммәте булмаһа ла тороп ҡала. Көнбайыш яҙыусыһы Кен Кизиҙың «Кәкүк ояһы өҫтөнән осоу» исемле романында төп герой йыш ҡына уңышһыҙлыҡҡа осрай, әммә барыбер тырыша. «Кеше үҙ ғүмерендә исмаһам тырышып ҡараһа, үҙе – батырлыҡ», – тип яҙа автор. Батырлыҡ уҡ булмаһа ла, мәртәбә тип уйлайым.
Ата-әсәйем – китапҡа һөйөү, ҡарсәйем дингә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләһә, атайымдың бер туған апаһы Миңниса инәйем серле һүрәт донъяһына алып инде. Тын юлдары сырхауы сәбәпле төндә йоҡлай алмаған саҡтарымда мине янына ултырта ла һүрәт эшләй торғайны. Ап-аҡ ҡағыҙҙа йорт, ҡоштар, күбәләктәр хасил булыуы асыш, сихри донъя булып күренә ине. Мин эшләгән һүрәттәрҙе маҡтап, иңгә ҡанат ҡуйып торҙо.
– Мин мәктәптә уҡығанда Учалы районына, Учалы ауылына күстек. Әсәйем һүрәттәремде Учалы ҡалаһындағы балалар һынлы сәнғәт мәктәбенә алып барып күрһәткән. Уҡытыусылар эштәремде оҡшатҡан һәм мине 2-се курсҡа алырға ҡарар иткәндәр. Шулай итеп, 7–10-сы кластарҙа 8 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Учалы ҡалаһына йөрөп, һынлы сәнғәт мәктәбендә белем алдым.
Мәктәпте тамамлағанда берҙән-бер хыялым рәссам булыу ине. 2-се һанлы Өфө педагогия училищеһының рәссамдар бүлегенә уҡырға индем. Уны тамамлағас, ике йыл Учалы балалар һынлы сәнғәт мәктәбе директоры булып эшләнем. Өфөнө ныҡ һағындыра ине, минең бәхеткә, 1990 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтында, оҙаҡ ҡына ябылып торғандан һуң, һынлы сәнғәт факультеты асылды. Мин шунда уҡырға индем.
– Ижадта остаздарығыҙ кем?
– Иң ҙур һабаҡты арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе – бөйөк рәссам, академик Әхмәт Лотфуллин бирҙе. Ныҡлы аралашыуыбыҙ кескәй низағтан башланды. Ул төркөмөбөҙгә башҡорт йорто фонында ултырған әбей һүрәтен эшләргә ҡушты. Ә мин ул ваҡытта бөтөнләй икенсе тема менән яна инем: Пикассо, Модильяни, Брак, Леже кеүек француздар ижады ҡыҙыҡ, итальяндарҙың Арлекино, Пьеро образдары оҡшай. Күпселек ваҡытта Пьероны эшләйем, сөнки моңһоу, уйсан, хисле шағир булмышыма яҡын.
Аҙна һайын төркөмдәштәрем һүрәттәрен Әхмәт Лотфуллинға күрһәтә. Барыһы ла был темаға эшләп бөттө, минеке генә юҡ. Дүртенсе аҙна тигәндә ул минән эшемде һораны. Мин уға: «Әхмәт Фәтҡуллович, был темаға күңелем ятмай, уны һеҙ тәрән итеп астығыҙ, ә мин – икенсе рәссам. Әлегә Пьеро, Арлекино образдары өҫтөндә эшләйем», – тим. Ул, асыуланып: «Беҙ һине нисек уҡырға алдыҡ, шулай уҡ ҡыуып та сығарырбыҙ», – тине лә ишекте шарт ябып сығып китте. Тынлыҡ. Бөтә төркөм ишетеп ултырҙы. Минең өсөн тәрән тетрәнеү булды. Ярай, яҙмышым шулдыр инде, тип уйланым.
Бер нисә көндән Әхмәт Лотфуллин оҫтаханаға килгән. Ә мин унда төндәр буйы эшләй торғайным, сөнки бер кем дә ҡамасауламай. Нисектер «Пьеро» серияһын ҡапламай ҡалдырғанмын. Ул килгән дә һүрәтте күргән. Ә минең картиналар үлсәме буйынса иң ҙуры була торғайны. «Был кемдең һүрәттәре? Кемгә бөгөн үк диплом биреп сығарырға мөмкин?» – тип һораған. Иптәштәрем картиналарҙың минеке булыуы хаҡында әйткән. Ул көндө дәрескә һуңлап килгәйнем, уҡытыусының өс көн элек әйткәне күңелде өйкәп торғанлыҡтан, ни тиер икән тип, ишек төбөндә туҡтап ҡалдым. Ул: «Әйҙә, сығайыҡ әле», – тине лә мине коридорға алып сыҡты. Шунан: «Һүрәттәреңде күрҙем. Әбейҙе эшләргә кәрәкмәй. Киттек бөгөн минең оҫтаханаға!» – ти. Дәрестән һуң ҡанатланып уның янына ашыҡтым. Шул мәлдә башланған дуҫлығыбыҙ Әхмәт ағайҙың һуңғы көндәренә тиклем дауам итте. Мәскәүгә йәки Санкт-Петербургҡа ҙур-ҙур күргәҙмәләргә саҡырһалар, үҙенең урынына йыш ҡына мине ебәрә торғайны. Бер-беребеҙҙең оҫтаханаһына йөрөй инек. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Мин уны Телеүҙәккә – фатирына тиклем оҙатам да, Луиза апай мине кәтлиттәр менән һыйлай, аҙаҡ ул мине оҙатып килә, унан, өлкән кеше булғас, мин кире оҙатып барам.
Һүрәттәрем уға оҡшай ине, мине «Башҡорт Пикассоһы» тип тә атаны. Уның мөнәсәбәте эштәремдең камил булыуынан түгел, сөнки хәҙер ҙә уларҙа мең хата табырға була. Шулай булырға тейеш тә: әгәр рәссамда, яҙыусыла йәки композиторҙа икеләнеү бөтһә, Пабло Пикассо әйтмешләй, «безобразный культ» башлана. Гениаль һүҙҙәр бит! Ысынлап та, эҙләнеүҙәр аша ғына асыштарға юлығырға була.
Көслө рәссамдарҙың береһе Эрнст Сәйетов беҙҙе графиканан уҡытты. Бөйөк немец рәссамы Альбрехт Дюрер хөрмәтенә уны «Башҡорт Дюреры» тип атай инем. Ул – миңә ҡанат ҡуйыусы остаздарҙың береһе.
Өсөнсө уҡытыусым – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Михаил Назаров донъяны хәҙергесә, заманса төшөрөргә өйрәтте. Ошо өс оҫта ижадыма ныҡ тәьҫир итте. Улар республикала иң көслө, камил ижадсылар. Уҡытыусыларым менән яҡындан аралашыуыма бәхетлемен.
...1999 йылда Халыҡ-ара биографик йәмғиәт мине «Мәҙәниәт өлкәһендә йыл кешеһе» тип иғлан итте. Ойошманың штаб-фатиры Америкала урынлашҡан. Был хәл шулай булды: Мәскәүҙә Башҡортостан мәҙәниәте көндәре бара ине, ҙур күргәҙмә әҙерләнек. Шунда АҠШ-тан ниндәйҙер комиссия беҙҙең картиналарҙы ҡарап йөрөнө. Бер айҙан хат алдым: «Беҙ һеҙҙең картиналарҙы «Йыл кешеһе» исеменә тәҡдим итәбеҙ, икенсе турҙы үттегеҙ», – тиелгәйне унда. Бер йылдан инде диплом килеп төштө. Минең өсөн ныҡ тулҡынландырғыс хәл булды. Беҙҙең Рәссамдар союзы өсөн дә ҙур ваҡиға ине – идаралыҡ рәйесе, скульптор, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Николай Калинушкин менән икебеҙҙе телевидениеға саҡырып, тапшырыуҙар төшөрөп йөҙәттеләр (йылмая).
– Идея-темаларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
– Идеялар – рәссам өсөн ауыр материал. Мәҫәлән, ҡала урамына мозаика эшләргә кәрәк икән, ти. Рәссамға һәм 9 эшсегә заказ бирәләр һәм 1 миллион һум вәғәҙә итәләр. Идеяны уйлап сығарған рәссам өйҙә ултырып ҡына эшләгән һүрәте менән шул сумманың яртыһын тиерлек ала. Ә ҡалған туғыҙы, ямғыр-ҡар аҫтында баяғы мозаиканы стенаға йәбештереп, ҡалған сумманы бүлешеп ала. Аңлайһығыҙмы, идеяның хаҡы ниндәй ҡиммәт? Идея рәссамдың кисергән тәьҫораттарына, яҙмышына һәм тормошона бәйле.
Тормошта һәр рәссам туған халҡының һыҙланыуын тойорға тейеш. Шунһыҙ һүрәттәр өҫтән-мөҫтән генә килеп сыға. Һынлы сәнғәт – ул бит океан. Рембранд, Ван Гог, Микеланджело кеүектәр уның төбөнә тиклем төшә алған.
– Картиналарығыҙҙа милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙ, хәрбиҙәр, малай, балыҡ, ат образдары йыш осрай. Был нимәгә бәйле: бала саҡ хәтирәләреме, уҡыған китаптарҙың тәьҫоратымы, әллә үҙегеҙҙең уй-кисерештәрегеҙҙең сағылышымы?
– Өсөһө лә бар, шулай ҙа китаптарҙың тәьҫире көслөрәк. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров, Осип Мандельштам, Борис Пастернак кеүек шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә тәрән метафора ята. Мин күп һүрәттәремдә тәгәрмәс, арба ҡулланам, сөнки улар – ғаиләнең йыйылған урыны, икенсенән, юл символы. Беҙ бер урында ултырып та юл үтәбеҙ. Һәр секунд – ул юл, һайлау. Шулай уҡ кәмә символы бар – беҙ һеҙҙең менән тормош диңгеҙе буйлап йөҙөп барабыҙ. Тирмән – бик тәрән метафора. Кеше йәшәй-йәшәй ҙә унан һуң нимә тороп ҡала: затлы аҡ онмо, әллә һоро, кәрәкмәгән саңмы? Һынауҙар аша кем нисек сыға? Кемдер ваҡланып, исемен бысрата, ә кемгәлер, күпме бысраҡ ташлаһалар ҙа, йоҡмай. Тирмән – шулай уҡ репрессия, тарих тирмәне. Ул халыҡтарҙы юҡҡа сығара. Кемдәрҙер, икмәккә әйләнеп, файҙа килтерә, бәғзеләр тупраҡҡа әйләнә. Арҡан символын да йыш ҡулланам, ҡайһы бер фигураларҙы бәйләп эшләйем. Арҡан – ул сик. Мәҙәниәт – шулай уҡ сик. Мәҙәниле кеше урламай, үлтермәй, әхлаҡи сиге уны тыя.
Атайым биргән һабаҡ ғүмерлеккә иҫтә ҡалды. «Улым, донъяла гумус тигән төшөнсә бар, тупраҡтың өҫкө уңдырышлы ҡатламы ул. Шуны ел алып китһә, бер нәмә лә үҫмәй. Агрономдың эше – йыл да шунда культивация үткәреү. Сәнғәт тә шулай бит: әгәр ҙә хөкүмәт культивация эшен алып бармаһа, яҙыусылар, рәссамдар юҡҡа сығыуы ихтимал», – тине ул бер мәл. Ижад, сәнғәт, мәҙәниәт – шундай нескә сылбыр, ауыр металлургия менән һис тә йәнәшә бара алмай, сөнки ул – күңел эше.
– «Юлай менән хушлашыу», «Салауат тураһында», «Урал батыр», «Эпос» картиналары нисек тыуҙы? Ҡайһыһы нығыраҡ һыҙландырҙы, оҙағыраҡ яҙылды?
– Бер нисә тиҫтә йыл элек Башҡортостан Рәссамдар берлеге «Урал батыр» темаһына арналған күргәҙмә иғлан иткәйне. Унан алда ла шул тәңгәлдә фекерҙәр бар ине. Сөнки эпос – халҡыбыҙҙың рухи компасы бит. Унда мәңгелек темалар ярылып ята – яманлыҡ һәм яҡшылыҡ, Тыуған ергә һөйөү, атай һәм әсәй, ир һәм ҡатын, кеше һәм уның донъялағы тәғәйенләнеше һ.б. Халҡыбыҙҙың шундай тәрән эпосты тыуҙырыуы гел хайран ҡалдыра торғайны. Мин ҙурлығы ике метрға бер метр ҙа етмеш сантиметр итеп картиналар эшләнем. Күргәҙмәлә 1-се урын бирҙеләр. Баһалау комиссияһында фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов, танылған сәнғәт белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Янбухтина, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаянов һәм башҡалар ине. Өс һүрәттең икәүһен боронғо шумер халҡының эпостарына таянып эшләгәйнем, сөнки «Урал батыр» менән «Гилгәмеш тураһында эпос» араһында оҡшаш сифаттар, элементтар бар: Гилгәмеш менән Урал батырҙың донъяға мөнәсәбәте, батырлыҡтары, яугир булыуҙары, шағирлыҡтары ауаздаш. Эпостарҙың барлыҡҡа килеү ваҡыты ла – бер сама. Ошолар миңә ҡыҙыҡ булып күренде лә улар араһында параллель үткәрҙем. Береһендә батырҙар – яугир формаһында, әммә яндарына һабан ҡуйҙым. Сөнки улар иң тәүҙә – ер кешеһе, иген үҫтереүсе. Шиғри күңел ерҙән килә. Комиссия быны юғары баһаланы. «Һүрәттәренең интеллектуаль көсө бар, шумер тарихын яҡшы белә, ике бөйөк эпос араһында күпер һалды», – тинеләр.
Иң һағышлыһы – «Салауат» серияһы. Күп йылдар дауамында эшләнелгән егермеләп картина инә уға. Һәр береһендә тәүге планға геройымдың шағир булыуын ҡуйҙым. Сөнки уның йырҙары һаман да халыҡ күңелендә йәшәй, ижадында тәрән моң, һағыш, мөхәббәт ята. Минең өсөн ул – иң тәрән образ.
– Сәнғәттә кумирығыҙ бармы?
– Әлбиттә, бөйөк оҫталарға һоҡланам. Мәҫәлән, нидерланд рәссамы Ван Гог. Уның яҙмышы иҫ киткес фажиғәле. Пикассо: «Мине тәү сиратта уларҙың картиналары түгел, ә Эль Греконың эҙләнеүҙәре, Делакруаның һыҙланыуҙары, Ван Гогтың трагедияһы тетрәндерә, шул миңә көс бирә, илһамландыра», – тип бик матур әйткән. Микеланджело, Модильяни, Гоген, Сезанн хаҡында уҡып хайран ҡалам, уларҙың трагедияһынан тетрәнәм. Беҙҙең йәш рәссамдарға бөйөк оҫталарҙың яҙмыштары тарихын белергә кәрәк.
Башҡортостаныбыҙ – бик күп таланттар тыуҙырған төбәк. Уларҙың һәр береһенән нимәгә булһа ла өйрәнергә була. Күргәҙмәләргә йыш йөрөргә тырышам, сөнки аралашыуҙар һабаҡ бирә. Хокусай тигән бөйөк япон рәссамынан үлер алдынан: «Шундай ҙур юл үткәнһегеҙ, бөтөн нәмәне камил беләһегеҙҙер?» – тип һорағандар. Ул: «Мин һынлы сәнғәттең ишектәрен әле генә аса башланым», – тип яуап биргән. Был, ысынлап та, шулай. Камиллыҡтың сиге юҡ, эҙләнеүҙәр ғүмер буйы барырға тейеш. Йәш саҡта сит ил рәссамдары менән ҡыҙыҡһына инем, хәҙер аңланым – минең һүрәттәрем, камил булмаһа ла, үҙебеҙҙең тәбиғәткә, үҙебеҙҙең ерлеккә бағышланырға тейеш һәм үлгәнсә ошо фекергә тоғро ҡалырмын, тип уйлайым. Намыҫым таҙа, сөнки ошо ерҙең шағиры булырға тырышам.
– Тарихи темаға мөрәжәғәт иткән саҡта ижади процесс нимәнән башлана: документтар өйрәнеүҙәнме, әҙәби китаптар ашамы, әллә берәй кинолағы йәки театрҙағы образ ҡулға ҡылҡәләм алырға этәрәме?
– Тәү сиратта, әлбиттә, тетрәнеүҙән башлана. Мәҫәлән, Салауат образы. Рогервикта, зинданға бикләп ҡуйып, нисек кенә язаламаһындар, уның рухы һынмаған. Ҡайһылай көслө кеше булған! Тетрәнәһең, һоҡланаһың. «Уның урынында булһам, мин нимә эшләр инем икән?» – тип уйлайһың. Документаль факт түгел, ә ана шул тетрәнеү тәүге тәьҫоратты бирә. Мин Салауаттың тарихын уҡып, был образға ғашиҡ булдым, төшөмә инеп бөттө. Шуға батырыбыҙҙы шағир итеп күрһәтергә тырыштым.
– Шағирә булараҡ, мине һеҙҙең ижадығыҙҙа «Шағир» («Поэт») тигән серия ҡыҙыҡһындырҙы. Бер картинала хыялланыусы шағир төпһөҙ кәмәгә бәйләнгән, ә уның аҫтында – һыу. Ай-йондоҙҙар һыу аҫтында кеүек күренә. Икенсе картинала мәғрифәтсе Аҡмулла төшөндә юрғанға төрөлгән сабый һәм уның янында бик күп төҫлө ҡаурыйҙар күрә. Бында һеҙ шағирҙарҙың йәне менән ирекле, сағыу хистәргә бай серле донъяһын асаһығыҙ. Һеҙҙе ниндәй уй-фекерҙәр ошо серияға мөрәжәғәт итергә саҡырҙы? Үҙегеҙҙе шағир тип әйтә алаһығыҙмы?
– Үҙемде шағир тип әйтә алмайым, ул – бөйөк дәрәжә. Мин – Ер кешеһе. Беҙҙең һөнәрҙәр оҡшаш. Музыка, шиғриәт, һынлы сәнғәт – улар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә. Бер атаның улдары, тип әйтер инем мин. Шуға күрә ул серия тәбиғи рәүештә килеп сыҡты. Шағир – азат күңелле шәхес, юғары фекерҙәрҙе ул нескә итеп тә, ябай итеп тә әйтеп бирә белә. Уларҙың ижадына ҡарап, шул тиклем күҙем ҡыҙа, һоҡланам, сөнки улар ике һөйләм менән генә гениаль фекерҙе еткереү һәләтенә эйә.
Бер саҡ ҡыҙыҡлы бәхәс килеп сыҡты. Бөйөк Мостай Кәрим Әхмәт Лотфуллиндың дуҫы ине. Уҡытыусымды оҙатып барған ваҡытта парк янында Мостай ағай килеп сыҡты. Әхмәт ағай мине уның менән таныштырҙы. Мостай Кәрим: «Бер повесть өҫтөндә эшләйем, ауыр яҙыла, килеп сыҡмай. Һеҙгә, рәссамдарға, рәхәттер инде – бикләнәһегеҙ ҙә теләгәнегеҙҙе тиҙ генә эшләй ҙә ҡуяһығыҙ», – ти. Бер аҙ бара биргәс, мин: «Мостафа Сафич, һеҙҙең фекер менән килешмәйем, рәссамдарға тағы ла ауырыраҡ», – тим. «Нисек ауырыраҡ, нигеҙлә!» – ти. «Һеҙгә, яҙыусыларға, еңелерәк: әйтергә теләгәнегеҙҙе ике һөйләм менән яҙа ла ҡуяһығыҙ. Мәҫәлән, Мансур ултыра, уның һулаҡай аяғы ауырта, Зөһрә исемле тормош иптәше уны ташлап киткән, уға ҡыйын, ҡурҡыныс, күңелһеҙ. Мин иһә уның аяғы ауыртҡанын, Зөһрәнең ташлап киткәнен нисек күрһәтергә тейешмен?» – тим. Көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты. Мин ул ваҡытта 5-се курс студентымын, ә улар – ике титан. «Нишләп ҡаршы төштөм инде, улай ярамай бит!» – тип үҙемде эстән әрләй башланым. Оҙаҡ ҡына бара биргәс, Мостай Кәрим: «Һин бит хаҡлы. Ысын, һин уны нисек күрһәтергә тейешһең?» – тип килеште. Артабан осрашҡан ваҡыттарҙа: «Ә, был теге философ егет бит!» – тип шаярта торғайны. Әхмәт ағай ҙа: «Маладис, дөрөҫ әйттең дә ҡуйҙың!» – тине. Ысынлап та, икмәгебеҙ еңел түгел. Билдәле Мәскәү рәссамдары менән һөйләшкәндә улар: «Беҙҙең эш – шахта», – тиҙәр. Бер картина эшләгән арала әллә күпме буяу китеүе мөмкин, әммә бер нәмә лә әйтә алмауың ихтимал. Һин үлгәс, һүрәттәрең онотолоуы бар – быны бер кем дә белмәй, ваҡыт ҡына күрһәтә.
– Күпселек картиналарығыҙҙа төҫтәр сағыу, әммә һаран, мәҫәлән, ҡыҙыл, һары, күк төҫтәр генә өҫтөнлөк итә. Был нимәне аңлата?
– Һәр картинаның үҙ палитраһы булырға тейеш, ләкин һәр рәссамдың да үҙенә генә хас төҫтәре була. Брейгель – һорғолт, Матисс – ҡыҙыл, Пикассо күкһел төҫтәрҙә яҙа. Гендар аша донъяны төҫмөрләүҙер, бәлки, быны теүәл генә әйтеп булмай. Төҫтәрҙе тема ла тәҡдим итә. Мәҫәлән, мин Бөйөк Ватан һуғышына бәйле «Вәғәҙә» тигән картинамда аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе генә ҡулландым. Әҙ генә ҡыҙыл төҫ ҡуштым – ул һиҙелмәй ҙә.
Ҡыҙыл, һары, зәңгәр төҫтәрҙе йыш файҙаланам. Мәҫәлән, ҡыҙыл – ҡан төҫө, еңә торған көсө бар. Мин үҙем эмоциональ, экспрессив кеше, шуға ошо төҫ миңә ныҡ яҡын. Төҫтәрҙе ҡулланыу характер менән дә бәйле.
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары борон-борондан бирнәгә ҡорама юрғандары әҙерләгән. Уны бөтә күңелен биреп һырлаған, символдар, элементтар ҡулланған. Һеҙҙең ижадығыҙҙа ана шундай боронғолоҡ сағыла. Ҡораманы ла хәтерләтеп ҡуя. Был нимәгә бәйле икән?
– Өләсәй тәрбиәһенәндер. Ҡарсәйем эшләгән ҡорама урындыҡта ята ине. Уны Миңниса инәйемдән һорап алып ҡайттым да, бәләкәй генә ай һүрәте эшләп, рамға ҡыҫанлап элеп ҡуйҙым. «Өләсәйем иҫтәлегенә» тип атаным мин уны. Ул Ырымбурҙа ла, Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла күргәҙмәләрҙә булды, рәссамдар ҙур баһа бирҙе. Атайымдың бер туған ағаһы, Үрге Һаҙ ауылы муллаһы Рәшит олатайым эшләгән септәне лә Өфөгә алып ҡайтып, тәсбих һәм ҡош ҡаурыйы беркетеп ҡуйҙым да «Йылдар. Үләндәр. Таштар» тип исем бирҙем. Ул да Мәскәүҙә күргәҙмәлә булды. Аҡҡа ҡара төрткөләр төртөп эшләнгән кейеҙҙә кеше йөҙөн күреп, тәсбихте ситенә ҡуйғайным, ысынлап та, кешенең битенә оҡшаны ла ҡуйҙы. Ул да баш ҡалала күргәҙмәлә булды.
Беҙҙең һынлы сәнғәт шул тиклем тәрән. Шүлгәнташтағы һүрәттәр ҙә халҡыбыҙҙың көслө ижадилыҡ өлгөһө ул! Минең ижадым менән дә ошондай боронғолоҡ менән бәйле ассоциациялар тыуһа, бәхетле буласаҡмын. Тәүҙә сит ил рәссамдары идеяһы менән янып йәшәнем бит, артабан халҡыбыҙҙың декоратив сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башланым, сөнки уның иң тәрән ижад икәнен аңланым. Аҙаҡтан һынлы сәнғәткә күсеп киттем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, декоратив һынлы сәнғәттең ғүмере ҡыҫҡараҡ шул – ваҡыт үтеү менән юҡҡа сығыуы мөмкин. Ә бына майлы буяу, киндерҙең технологиялары (әгәр дөрөҫ эшләнһә) – мәңгелек. Шуға ла беҙ һаман да бөйөк рәссамдарҙың картиналарын төп нөсхәһендә күрәбеҙ.
– Һеҙ республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнашаһығыҙ. Тәүге күргәҙмәгеҙ тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлана?
– Иң тәүге күргәҙмә, әлбиттә, хәтерҙә ныҡ тороп ҡала. Үҙәк баҙар янындағы Өфө сәнғәт галереяһы – төп залыбыҙ. 1985 йылда училищела уҡып йөрөй инем, уҡытыусыбыҙ беҙҙе шунда алып барҙы һәм: «Әгәр ғүмерегеҙҙә бер генә картинағыҙ ошо күргәҙмәгә ҡуйылһа ла, бушҡа йәшәмәгәнһегеҙ, тигән һүҙ», – тине. Шуны хәтергә һалып ҡуйҙым. Училищенан һуң атай-әсәй янына ҡайтып киттем дә сәнғәт мәктәбендә уҡытып йөрөйөм. Тап сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары өсөн күргәҙмә ойошторолоуы тураһында ишетеп ҡалдым. Шунда мин Учалынан биш һүрәт алып килдем, барыһы ла үтте лә ҡуйҙы. Минең өсөн ҙур шатлыҡ булды, әлбиттә. Күргәҙмәне асыу тантанаһында алып барыусы: «Күргәҙмәнең асышы ике кеше булды: береһе – Өфө училищеһы уҡытыусыһы, тәжрибәле рәссам Самарин һәм йәш ижадсы Мәзитов», – тине. Шул ваҡыт кемдер иңемә ҡулын һалды. Әйләнеп ҡараһам – училищелағы уҡытыусым Роберт Мостафа улы Солтанов. Ул: «Һин – ысын рәссам!» – тине. Тәүге күргәҙмәлә үк шундай осош! Шунан һуң дәртләнеп яҙа башланым, ҙурыраҡ форматҡа тотондом.
Картиналарым төрлө илдәрҙә күргәҙмәләрҙә булды. Беҙҙең милләт вәкилдәренең сит илгә сыға алыу мөмкинлеге йыуаныс та, милләтебеҙ өсөн ҡыуаныс та бирә. Икенсенән, әлбиттә, – баһа. Унда бит сәнғәтте белгән кешеләр ултыра, уларҙың фекере үҫтерә, рухи көс, дәрт бирә. Мәҫәлән, Израилдәге «Торн» тигән галереяла картинам Пикассоның һүрәте менән бер йортта эленеп тора. Мин был турала хатта хыялланмай ҙа инем!
– Ижади көрсөк кисергәнегеҙ бармы?
– Тормош гел генә ыңғай бармағандай, ижад кешеһе өсөн дә был бик хас күренеш. Сит ил рәссамдарын ҡараһаң, Ван Гог бахырҡайҙың картиналарын бөтөнләй күргәҙмәгә алмағандар. Бөтөнләй, аңлайһығыҙмы? Гоген, Сёра, Синьяк, Вламинктарҙы рәсми салондарға яҡын да ебәрмәгәндәр. Аллаға шөкөр, минең һүрәттәрҙең әлегә тиклем бөтөнләй үтмәй ҡалғаны юҡ, әммә, ваҡыт етмәү сәбәпле, эшләнмәгәндәре күп. Идеялар ҡайнап тора, әммә, ваҡытында тотонмаһаң, улар онотола. Уҡытып йөрөүем, кафедра мөдире булыуым ваҡытты күп ала. Вазифаларҙан баш тартырға уйлаған саҡтарым да булды, әммә туплаған тәжрибәмде йәштәр менән уртаҡлашырға ла кәрәк. Шуға күрә күңелемде иң ныҡ ҡырғаны – ваҡыт етмәүе, әлбиттә.
– Ғаиләгеҙ менән дә танышып үткебеҙ килә. Яҡындарығыҙ араһында рәссамдар, ижад кешеләре бармы?
– Ғаиләбеҙҙә һөнәри кимәлдә классик белем алған рәссамдар миңә тиклем булманы. Һуңынан ҡустым Наил ижадҡа ылыҡты. Мин Өфө сәнғәт академияһында уҡыным, ә ул Башҡорт дәүләт педагогия университетының худграф факультетын тамамланы, көслө рәссам.
Ҡыҙым Аида – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солистка. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының флейта, вокал бүлектәрен ҡыҙыл дипломға тамамланы, бик матур йырлай. Халыҡ йырҙарын да, донъя классикаһын да берҙәй оҫта башҡара. Ҡатыным – Любовь Рафаэловна. Беҙ Өфө педагогия училищеһында бер курста уҡыныҡ. Ул бик матур балаҫтар, гобелен, батик эшләй, талантлы кеше, төҫтәрҙе яҡшы тоя. «Һин – рәссам, ҡыҙым – йырсы, бер ғаиләлә өс ижадсы күп булып китә, мин һеҙгә ярҙам ғына итәм», – тип ул һәм, талантын ҡорбан итеп, бөтә тормош мәшәҡәтен үҙ иңенә алды. Камилә һәм Сәмирә исемле ейәнсәрҙәрем бар. Береһенә тиҙҙән 4 йәш тула, икенсеһенә – йәш ярым. Камилә башҡорт йырҙарын яратып башҡара.
– Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты деканы, тәжрибәле педагог булараҡ, рәссам һөнәрен һайларға йыйынған йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Беренсенән, йәш ваҡытта күберәк уҡырға, тырышырға, ынтылырға кәрәк. Ижадты яратыу, эшһөйәрлек һәм ихтыяр көсө лә ныҡ кәрәк. Рәссамдар – «бөртөклө тауар». Мәҫәлән, Франция тиһәк, Руссо, Дидро, Сартр, Вольтер, Ренуар исемдәрен телгә алабыҙ, Германия тиһәк, Бетховен, Шопенгауэр, Бах, Дюрер, Хайдегер, Кант хәтеребеҙгә төшә, Рәсәй тиһәк, Достоевский, Толстой, Чайковский тибеҙ. Беҙҙең башҡорт халҡында ла танылған исемдәр ныҡ күп, Аллаға шөкөр. Ундай исемдәр рәтенә инмәгәндә лә, исмаһам, шулар башлаған йолаларҙы дауам итергә ынтылһын ине йәштәребеҙ.
Уҡытыусының төп тәғәйенләнеше дәүерҙәр бәйләнешен тәьмин итеү. Бер ваҡыт Михаил Назаров миңә: «Бөйөк Репиндың уҡыусыһы – Николай Фешин, уның уҡыусыһы – Тюлькин, уныҡы – Лотфуллин һәм Назаров, уларҙың уҡыусыһы – һин, Мәзитов. Тимәк, Репин быуынын дауам итеүсе», – тигәйне. Уҡыусыларыма: «Һеҙ – минең уҡыусыларым. Тимәк, һеҙ ҙә Репиндың уҡыусылары», – тиһәм, күҙҙәре янып китә.
– Ихлас, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә өсөн һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт! Юғары осоштар, ныҡлы һаулыҡ, яҡындарығыҙҙың именлеген теләйем!
Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.