Все новости
Современник
27 Января 2023, 13:38
ОБЩЕСТВО

ХӘЙБУЛЛА ДАЛАҺЫНАН – ОПЕРА ТЕАТРЫ СӘХНӘҺЕНӘ

Рәйлә ҒӘЛИЕВА.

ХӘЙБУЛЛА ДАЛАҺЫНАН – ОПЕРА ТЕАТРЫ СӘХНӘҺЕНӘ
ХӘЙБУЛЛА ДАЛАҺЫНАН – ОПЕРА ТЕАТРЫ СӘХНӘҺЕНӘ

Башҡорт халыҡ йырҙары­ның ҡабатланмаҫ аһәңен бар тәрәнлегендә тамашасыға еткереүсе башҡарыусыларыбыҙ бихисап, әммә милли мөхиттә тәрбиәләнгән, туған моңға сорналып үҫкән опера йырсылары бармаҡ менән һанарлыҡ. Башҡорт сәнғәтен яңыса бал­ҡытып ебәргән, уны профессиональ йәһәттән яңы баҫҡысҡа күтәргән шәхестәрҙең береһе – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында оҙаҡ йылдар эшләгән Зәйтүнә Ғәзизова. Күренекле йырсы менән бала саҡ хәтирәләрен барлап, оло сәнғәткә килтергән юл, күңелдә ҡалған сағыу образдар хаҡында һөйләштек.

Айыулы

Айыулы... Сал ҡылғанлы Хәй­булла тарафтарындағы шиғри атамалы был бәләкәс ауыл хәҙер юҡ инде. «Перспективаһыҙ» мөһөрө баҫылып, ауыл бөтөрөлгәс, кемдер – район үҙәгенә, бәғзеләре тағы ла алыҫҡараҡ, ҙур ҡалаларға күсеп китә. Шулай ҙа, күпме генә хозур илдәрҙә булмаһын, мөһабәт архитектуралы ниндәй генә күркәм ҡалаларҙы диҡҡәт итмәһен, Зәйтүнә Ғәзизова өсөн әле һаман ошо кескәй ауылдан да ҡәҙерлерәк урын юҡ төҫлө. Муйынсаҡтағы мәрйендәр төҫлө теҙелеп киткән өйҙәр, көй сығарып шаулаған өйәңкеләр, күк юшан, йүкә сәскәһе, бөтнөк еҫтәре, бала саҡтың яҡты миҙгелдәре – оноторлоҡмо һуң ул мәлдәрҙе?! Икһеҙ-сикһеҙ даланы ҡыҙҙырыусы бейек күктәге ҡояш, селбәрәләр тулы Быҙаулыҡ йылғаһы – барыһы ла һағындыра... Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле, туҙаны ла ҡәҙерле шул.
Тыуған ауылында башланғыс мәктәпкә бара кескәй Зәйтүнә. Зыя­лы, белемгә ынтылыусан заттан ул: ата-әсәһе, Ситдиҡа менән Сабир Тау­лыҡаевтар, ғилемле кешеләр була.
– Атайыбыҙ киң ҡарашлы, заманса фекер йөрөткән кеше ине. Ырымбур губернаһында мәҙрә­сәлә уҡый, башҡорт, рус, латин, ғәрәп алфавиттарын яҡшы белде, ауылдаштарыбыҙҙы ла белем­гә әйҙәне, наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәште. Ауылда мәктәп төҙөүҙә уның тырышлығы баһалап бөт­көһөҙ, – тип хәтерләй Зәйтүнә Сабир ҡыҙы. – Яһалма быуа быуып, ике яҡ ярына бөҙрә талдар ултыртты. Йәйге йылы кистәрҙә, ҙур балаҫ йәйеп, бар ғаилә менән шул баҡсала сәй эсә инек. Ҡайһы берҙә, саф һауала йоҡларға ҡалып, төнгө күк­те күҙәтә, хыялдарҙа бар йыһанды урап сыға торғайныҡ. Мөғжизәгә тиң ҡабатланмаҫ мәлдәр иҫтәлеге, әкиәти ысынбарлыҡ булып, күңелде йылыта...
Халыҡ, ололап, Сабир мулла тип йөрөтә ғаилә башлығын. Һәр нәмәлә матурлыҡ, оло мәғәнә күргән уҙаман Айыулыны йәшеллеккә күмергә хыяллана: ауыл сиктәренең буйынан-буйына ағастар ултыртып сыға. Ҡуйы урмандай гөрләп үҫеп киткән ул ағаслыҡты «Мулла баҡсаһы» тип йөрөтәләр. Ҡыҙғанысҡа, ғүмере иртә өҙөлә – фажиғәле рәүештә һәләк була. Инде ҡолас етмәҫлек булып йыуанайған иҫтәлекле ағастар әле булһа Сабир мулланың яҡты иҫтәлегенә дан йырлай төҫлө.
– Әсәйебеҙ Ситдиҡа Исмәғил ҡыҙы ла аҡыллы, эшһөйәр, киң күңелле изге зат булды. Дини ғаи­ләлә тәрбиә алғанлыҡтан, ғәрәп телендә уҡый-яҙа белде, мәҙрәсә­лә шәкерттәр уҡытты, – тип иҫ­тәлектәре менән бүлешә Зәйтүнә ханым. – Ҡулынан килмәгән эш юҡ ине, әҙерләгән ризыҡтарының тәме әле булһа тел осонда. Мейес тултырып күпереп бешкән икмәктәре һуң! Әпәкәйҙең хуш еҫе, өйгә генә һыймай, бар урамға тарала ине.
Иҫ киткес көслө ихтыярлы кеше була әсәләре – тормош иптәше вафат булғас, бер үҙе һигеҙ бала­ны аяҡҡа баҫтыра, тейешле тәрбиә бирә, балалары яҡшы белем алһын өсөн бар тырышлығын һала. Һис бер эштән баш тартмай, байтаҡ йылдар колхоздың йәшелсә баҡсаһында тир түгә.
Ҡыҙының үҙенсәлекле, көслө тауышына тәү башлап әсәһе иғтибар итә. Ҡысҡырыбыраҡ һөйләшһә йә сыңғырлатып көлөп ебәрһә:
– Уй ошо Зәйтүнәнең тауышы, ҡолаҡты ярып алып бара! – ти ул, йылмайып. Үҙенең дә тауышы иҫ киткес матур була, әсәһенең моңло итеп Ҡөрьән аяттары уҡыуын Зәйтүнә Сабир ҡыҙы әле лә яҡшы хәтерләй.


Сәнғәткә юл

Балаларҙың иң өлкәне Сажиҙә, Темәс педучилищеһын тамамла­ғандан һуң, әсәһе менән туғандарын Аҡъярға күсерә. Зәйтүнә лә уҡыуын район үҙәгендә дауам итә.
– Оло ғаиләне ҡарау бурысы Сажиҙә апайымдың елкәһенә ятты. Ул мәлдә Рәшит ағайым – армияла, Рәфҡәтебеҙ – Аксен ауыл хужалығы техникумында, ә Фирҙәүес апайым ФЗО-ла уҡып йөрөй ине. Сүриә, мин, Әлфиә, Розалия һәм әсәйебеҙ – Сажиҙә апайым ҡарамағында. Ул кейәүгә сыҡҡас, 1950 йылда Өфөгә юлландым. Сүриә апайым
медицина институтының 1-се курсында уҡып йөрөй ине, үҙе та­мамлаған интернатҡа барырға күндерҙе, – Зәйтүнә Сабир ҡыҙы ул осорҙо, тиҫтә йылдар уҙһа ла, яҡшы хәтерләй. Ул уҡыуын етемдәр өсөн асылған 9-сы интернатта (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) дауам итә. Ҡара эш эшләп үҫкән үҫмер ҡыҙ бында ла һынатмай, бар көсөн яңы мөхиттә белем алыуға йүнәлтә. Тәүҙәрәк рус телен яҡшы белмәүе бер аҙ ауыр­лыҡтар тыуҙырһа ла, тиҙҙән ул клас­та иң яҡшы уҡыусылар иҫәбендә һанала.
Кескәй саҡтан йыр-моңға тар­тылған ҡыҙҙың сәнғәткә ныҡлап ылығып китеүе лә ошо йылдарҙа була. Интернатта уҡығанда ул думбыра түңәрәгенә йөрөй башлай. Тәрбиәсе Кәримә Ибраһимова, уның музыкаға әүәҫлеген, үҙен­сәлекле тауышын иҫәпкә алып, артабан ошо йүнәлештә уҡырға кәңәш итә. Әмәлгә ярағандай, шул мәлдә интернатҡа республика Мәҙәниәт министрлығынан билдәле йырсылар, композитор­ҙар килә. Консерваторияға уҡыр­ға ебәрер өсөн талантлы бала­лар эҙләгән сәнғәт әһелдәре Зәй­түнәнең тәбиғи һәләтенә, көслө тауышына, киң диапазонына һоҡ­ланыуын йәшермәй һәм мотлаҡ консерваторияға барырға кәрәклеге хаҡында әйтә.
Интернатты тамамлағандан һуң Зәйтүнә Таулыҡаева Өфө музыка училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. 1962 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай. Билдәле сәнғәт эшмәкәрҙә­ре Бәхти Ғайсин һәм Хәбир Ғә­лимовтың ижади берекмәһендә эшләү оло сәнғәткә яңы аяҡ баҫҡан һылыу өсөн ҙур тормош мәктәбе була. «Һиңә артабан уҡырға кә­рәк», – ти йәш йырсының ижади мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалаған коллегалары.
Ысынлап та, тиҙҙән ыңғайы килеп сыға: бер мәл гастроль ваҡытын­да уны Мәҙәниәт министрлығы­на саҡыртып алалар һәм Свердловск ҡалаһына уҡырға ебәрергә теләүҙәре хаҡында белдерәләр. Ҡабул итеү комиссияһы ағзалары башҡорт ҡыҙының бик һирәк осрай торған меццо-сопрано тауышын айырым билдәләп үтә. Шулай итеп, Зәйтүнә Сабир ҡыҙы Урал дәүләт консерваторияһында музыкаль белемен камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә була.
Вокал буйынса педагог Нина Уткинаны ул әле булһа ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Башҡортостандан килгән талантлы ҡыҙҙы һәр ваҡыт яҡлап, аңлап, әсәләрсә хәстәрләп торған оло йөрәкле остазы уның профессиональ йәһәттән нығыныуына ҙур өлөш индерә.
– Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан булған Нина Ива­новна һуңғараҡ Өфөлә эшләне, сәнғәт институтында вокал бүлеге кафедраһы мөдире булды, – тип хәтерләй Зәйтүнә Сабир ҡыҙы. – Бик уникаль педагог ине, шу­ға ла беҙ, башҡорт студенттары, тап уның етәкселегендә музы­ка нескәлектәренә төшөнөргә тырыш­тыҡ. Тәлғәт Сәғитов, Сажиҙә Ғә­лимова кеүек йырсылар ҙа Нина Уткинала белем алды.
Тормошҡа сығып, бәләкәй бала менән биш йыллыҡ уҡыу курсын дүрт йыл эсендә тамамлай Зәйтүнә Сабир ҡыҙы. Диплом эше итеп Рәүеф Мортазиндың «Дауыл» операһынан Хаят образын һайлай, ошо роль менән музыка театрҙары фестивалендә дипломант та була.


Зәйтүнә Ғәзизова – башҡорт операһы йондоҙо

Профессиональ белемле йәш йырсыны эшкә Ҡазан, Пермь, хатта Ташкент тарафтарына саҡыралар, әммә ул тыуған Башҡортостанына ҡайта. «Башҡорт композиторҙары­ның әҫәрҙәрен һинән башҡа тағы кем башҡарһын?» – тип дәртләндерә уҡытыусыһы Нина Уткина ла.
Өфөгә ҡайтыу менән Зәйтүнә Ғәзизова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш башлай. Тәби­ғи һәләте, тырышлығы, профес­сиональ белемгә эйә булыуы уға сәнғәт Олимпына аяҡ ба­ҫырға һәм уның юғары баҫҡысына күтәрелергә, бер-бер артлы яңы бейеклектәр яуларға булышлыҡ итә. Талантлы башҡарыусыға һәр ваҡыт тәрән кисерештәр талап иткән драматик ролдәрҙе ышанып тапшыралар. Бар күңелен һалып, йөрәк менән йырлаған солистка Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында утыҙ йылға яҡын эшләй. Ошо ғүмер эсендә ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыуға өлгәшә ул. Шулар араһынан иң сағыуҙары: башҡорт композиторҙары ижадынан Р.Мортазиндың «Дауыл» операһында – Хаят, Х.Әх­мәтовтың «Замандаштар»ында – Зөһрә, З.Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында – Көнбикә, «Шәүрә»һендә – Яу­бикә, «Урал ил­селәре»ндә – Ҡуйһылыу, «Ҡоҙаса» музыкаль комеди­яһында – Шәмсиә, рус һәм сит ил авторҙарының операларынан П.Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһында – Ольга, «Пиковая дама»ла – Полина, А.Бородиндың «Князь Игорь» әҫәрендә – Кончаковна, Д.Пуч­чиниҙың «Чио-Чио Сан»ында – Сузуки, Ш.Гуноның «Фауст» опера­һында – Зибель (малай) ролдәре һ.б.
Ижади бейеклеге итеп Зәйтүнә Ғәзизова Джузеппе Вердиҙың «Дон Карлос» операһындағы Эболи ролен иҫәпләй. Опера һөйөүселәр уның образды бөтә тәрәнлегендә аса алыуына ысын күңелдән һоҡла­на, тап ошо роль өсөн йырсыға Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисткаһы тигән исем дә бирелә. Үҙ эшенә мөкиббән киткән, уға йәне-тәне менән бирелгән кеше генә был ҡәҙәре сағыу образдар тыуҙыра алалыр, моғайын. Шуныһы көн кеүек асыҡ: хөрмәт – иҫ киткес фиҙакәр хеҙмәт емеше. Сәхнә софиттары, сәскәләр һәм алҡыштар артында – көндө төнгә ялғап эшләү, туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, камиллыҡҡа ынтылыш...
– Миңә бик талантлы дири­жерҙар менән эшләү насип булды, – ти Зәйтүнә Сабир ҡыҙы. – Башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур көс һалған Нариман Сабитов, яҡташым, беренсе башҡорт дирижеры Ғәйнетдин Моталов күңелдә айырыуса яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Шулай уҡ Рәсәйҙең билдәле дирижерҙары Ярослав Вощак, Рауил Мартынов, Валерий Руттер, Илмар Лапиньш менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Бөтә илгә танылған опера йырсылары Тамара Милашкина, Александр Ведерников, Булат Минжилкиевтар менән бер сәхнәлә ижад итеүҙе лә профессиональ ҡаҙаныш тип иҫәпләйем.
Опера театры сәхнәһендә тыу­ҙырған образдарҙан тыш, Зәйтү­нә Ғәзизованың ижад багажында халыҡ гәүһәрҙәре лә лайыҡлы урын алған. Хәйер, уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙарының булыуы тәбиғи ҙә: бар булмышынан дала ирке бөркөлгән, күңелендә ата-бабаларыбыҙҙың рухи мираҫына тоғролоҡ һаҡлаған йырсы уларҙы тамашасыға бар камиллығында еткереүгә өлгәшә. 1972 йылда «Мелодия» Бөтә Союз грамплас­тинкалар фирмаһы тарафынан сығарылған «Башҡорт йырҙары» дискыһына уның башҡарыуын­да «Таштуғай», «Шәүрә», «Тү­гелмәһен әсәләрҙең күҙ йәше» кеүек йырҙар индерелгән. Радио фондында ла халыҡ йырҙары, башҡорт композиторҙарының һирәк осрай торған әҫәрҙәренән тупланған яҙма­лар һаҡлана. Ғөмүмән, Зәйтүнә Сабир ҡыҙы – күп яҡлы талант эйәһе: ул ижад иткән шиғри юлдар күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, уларҙа йырсының донъяға ҡарашы, яҡындарына, бар донъяға мөҡәддәс хистәре ярылып ята. 2015 йылда «Шиғырҙарым – йөрәк моңдарым» исемле йыйынтыҡ та донъя күргән.
Сәхнәнән киткәндән һуң да Зәйтүнә Сабир ҡыҙы әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара, 1980 йылдар уртаһында Өфө ҡалаһының 2-се музыка-педагогик колледжында балаларға белем бирә.
Шулай ҙа һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн иң мөһиме – әсә булыу бәхетен татыу, илһөйәр, аҡыллы балалар тәрбиәләү. Зәйтүнә Сабир ҡыҙы был йәһәттән үҙен бәхетле иҫәп­ләй: бөткөһөҙ репетициялар, сы­ғыштар, гастролдәр мәшәҡәттә­ренә ҡарамайынса, улы Маратты оло тормош юлына сығарған, республика мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүсе ир-уҙаман итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән. Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Төркиәнең Анкара ҡалаһын­да магистратурала белем алған Марат Әсхәт улына гел яуаплы вазифаларҙы ышанып тапшыралар. Әле ул, Башҡортостан Респуб­ликаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары булараҡ, рес­публика матбуғатына хеҙмәт итә.
– Әсәйем мине йыш ҡына үҙе менән театрға ала ине, шуға күрә данлыҡлы балетмейстер һәм балериналарҙы, күренекле опера йырсыларын яҡындан белеп үҫтем. Сәнғәт донъяһының күңелде яуларҙай сағыу яҡтарын да, ҙур тырышлыҡ һәм сабырлыҡ талап иткән ауырлыҡтарын да яҡшы беләм, – ти Марат Әсхәт улы. – Ҡәҙерле кешемдең ҡабатланмаҫ таланты, шәфҡәтле йөрәге, изге күңеле алдында баш эйәм. Ул миңә тормошта дөрөҫ йүнәлеш һайларға ярҙам итте, әле лә күп нәмәгә унан өйрәнәм. Был, тәү сиратта, ғаиләгә мөнәсәбәттә, һөнәргә тоғролоҡта сағыла. Әсә­йемдең тормош юлы еңелдән булманы, әммә салт аҡылы, кешелеклелеге ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ менән үткәреп ебәрергә ярҙам итте. Инде үҙем олпат ир-ат йәшенә инһәм дә, уның кәңәштәренә һәр ваҡыт ҡолаҡ һалам. Ғәзиз кешемә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем!
Бөгөн яҡын кешеләренең хәс­тәренә сорналып, һөйөү-наҙына күме­леп, ейән-ейәнсәрҙәренең уңышына ҡыуанып ғүмер кисерә Зәйтүнә Сабир ҡыҙы. Оло тормош юлы үткән, башҡорт милли сәнғәтен өр-яңы төҫтәр менән балҡытҡан хөрмәтле йырсы өсөн ошо миҙгелдәр – иң бәхетлеһе, иң ҡыуаныслыһы.
Яйы сыҡҡан һайын йәнгә яҡын Хәйбулла тарафтарына юл тота Ғәзизовтар. Ҡасандыр гөрләп торған Айыулы ауылы урынында хәҙер ҡылған менән әрем үҫһә лә, дала еҫен күкрәк тултырып һулап, атаһы ултыртҡан ағастарҙы ҡосаҡлаһа, әйтеп аңлатҡыһыҙ көс-ҡеүәт, йәшәү дәрте ала Зәйтүнә Сабир ҡыҙы. Ә йөрәк түҙмәй – һағышлы ла, шатлыҡлы ла моң, сал ҡылғандарҙы һыйпап үткән елгә ҡушылып, бар далаға тарала...

Зәйтүнә Сабир ҡыҙы һөйөклө әсәһе менән. 1957 й.
Зәйтүнә менән Сүриә Таулыҡаевалар.  Интернатта уҡыған йылдар.
Зәйтүнә Сабир ҡыҙы улы Марат менән.
Хаят образында («Дауыл» операһы).
Д.Вердиҙың «Дон Карлос» операһындағы принцесса Эболи роле – йырсының ижади бейеклеге.
Күренекле йырсы яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә  сорналып йәшәй.
Зәйтүнә Сабир ҡыҙы һөйөклө әсәһе менән. 1957 й.
Автор:Рәйлә ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: