Все новости

Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш

Билдәле дәүләт эшмәкәре һәм журналист, Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Һәр өлкәлә лә ең һыҙғанып эшләгән, фиҙакәр хеҙмәте менән респуб­лика үҫешенә тос өлөш индергән шәхес тураһындағы яҙма журнал уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, тигән ышаныстабыҙ.

Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш
Үрҙәргә әйҙәгән яҙмыш

Хәтер ипкендәрен барлағанда

Дан эштәре менән билдәле ил ағаһы, инде һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған оло шәхес, партия һәм дәүләт эшмәкәре, дуҫым Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов хаҡында һүҙ әйтеү минең өсөн еңел булмай сыҡты.
Беренсенән, ул үҙенең «Хәтер ипкендәре»ндә («Ағиҙел» журналы, 2021 йылдың 9–12-се һәм 2022 йылдың 1–5-се һандары) бар ғүмерен ентекле, мауыҡтырғыс итеп бәйән итә, хеҙмәт юлының сетерекле мәлдәрен урамай, уға хас тура һүҙлелектән тайпылмай асып бирә. Был китап – Тәлғәт дуҫымдың тынғыһыҙ уйланыуҙары һөҙөмтәһе. Яҙмышындағы киҫкен боролоштарҙа күргән-кисергәндәре, янып-көйөүҙәре менән тартынмай, иркен уртаҡлаша автор. Тормошоноң тик һынауҙарҙан, көйөнөстәрҙән генә тормағанын күрһәткән хәл-ваҡиғаларҙы ла ихлас һүрәтләй. Шуға ла дауам­лы хәтирәләр мауыҡтырғыс та, фәһемле лә. Күләмле «Хәтер ипкендәре»н ижад итеп, Тәлғәт Ниғмәтулла улы тормоштағы әү­ҙемлеге, егәрлелеге, тәүәккәллеге һигеҙ тиҫтәне ослағанда ла кәме­мәгәнлеген күрһәтте.
Икенсе сәбәбе – быға тиклем дә дуҫым хаҡында матбуғатта һүҙ әйткәнем булғайны. Яҙмама ҡарата тәнҡит һүҙе ишетелмәне. Таныштар ҙа, геройымдың яҡындары ла, үҙе лә хуп күрҙеләр, шикелле. Тимәк, яҙғандарым ғәҙел, хаҡ булғандыр. Туғыҙ ай буйы Сәғитов «ипкендәре» менән йәшәгәс, әле үҙемә бер асыш яһағандай булдым: бөтөнләй таныш булмаған авторҙың хәтер яҙмалары әллә ни ылыҡтырмай, ситтән кү­ҙәткән күренеш һымаҡ ҡабул ителә. Ә инде яҡын күргән кешеңдең яҙ­мыш сәхифәләре бирелеп уҡыла, тулҡынландыра. Теләйһеңме-юҡмы, уның ипкен­дәрен үҙ тормошоңдағы ваҡиғалар менән сағыштыраһың, иҫтәлектәргә биреләһең.

* * *

1956 йылда 7-се класты уңыш­лы тамамлағандан һуң әнейенең (диал. – әсәй) фатихаһын алып, Тәлғәт Өфөләге 1-се мәктәп-интер­натҡа юллана. Яңы урындағы шарттарға, тәртип-талаптарға, уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә тиҙ өйрәнә үҫмер. Әүҙем, тырыш, һәләтле уҡыусы күп нәмәне белергә, аңларға, 20 бүлмәләш һабаҡташы менән татыу, аңлашып йәшәргә тырыша, дуҫтар ҙа таба.
Ҡышҡы каникулға ҡайтҡанын­да яңғыҙлыҡтан йонсоған Зөләйха апай: «Балам, әллә кире ҡайта­һыңмы? Бер үҙемә бигерәк ҡыйын бит», – ти улына һынаулы ҡарап. Каникулдан һуң матур кәйеф ме­нән Өфөгә йыйынғанында тағы ҡабатлай ул үтенесен. Ятһа-торһа ла тынғы бирмәй Тәлғәткә ғәзиз кешеһенең хафалары. Үҙе лә ике ут араһында үрһәләнә: нисек ҡал­дырмаҡ кәрәк Өфөнө, нисек ҡайтып күренмәк кәрәк Маҡарға?!
Уйланып, ни хәл ҡылырға бел­мәй йөрөй торғас, әнейенең теләк-үтенесен изге һанап, күңелен аяп, ҡайтырға була ул интернатташтарын да, маҡарҙарҙы ла аптыратып. Уның ҡарауы, улының әсәһенә күрһәткән наҙлы мөнәсәбәтен, һоҡ­ланғыс хәстәр-аҙымын бер ниндәй китап-дәреслек бирә алмаған тәр­биәлелектең юғары өлгөһө тип ба­һаларға мөмкин.
Зөләйха апай биргән тормош һабаҡтары улы өсөн ғүмере буйы намыҫ менән изгелек, яуаплылыҡ менән кешелеклелек үлсәме булып ҡала. Әниенең теләк-фатихалары ла яҙмышының төрлө һынаулы мәлдәрендә ышанысын нығытҡан, тәүәккәллек биргән изге аманатҡа әүерелә.
...Тормошто аңлай башлауыбыҙ тәүҙә – ғорурлыҡ менән ҡыҙыл галс­тук йөрөтөү, торараҡ комсомолға инеү менән бәйле булды. Һирәк-мирәк бала саҡ хәтирәләренә бирелгәндә үҙебеҙҙең комсомолға ингән көндәрҙе көлөп тә, кинәнеп тә иҫкә алабыҙ.
Дауаханала ятам. Дуҫыма шылтыратып, уның комсомолға инеү ваҡиғаһы менән ҡыҙыҡһынам, үҙ иҫтәлектәремде лә яңыртам. ВЛКСМ-дың район комитеты бю­роһында бирелгән тәүге һорау­ҙың икебеҙгә лә бер иш булғанын асыҡлайбыҙ: «Нисә йәштә ком­сомолға алалар?» Уныһын ғына белгәнбеҙҙер инде. 14 йәштә тигәс, киләһе һорау яңғырай: «Йәшегеҙ етмәгән көйө ниңә инергә булдығыҙ комсомолға?» Быныһы инде ауыр һорау. Уға тиклем ВЛКСМ уставын ятлатып, биреләсәк һо­рауҙарға яуаптарҙы ҡат-ҡат ҡабат­латып, ныҡ әҙерләгәйнеләр ҙә, ҡаушағанбыҙҙыр. Уйынмы ни – совет йәштәренең иң алдынғы сафына баҫырға торабыҙ! Шулай ҙа дуҫым: «Әллә, бына килдем әле... Һеҙгә хәл итергә...» – тигән дә ҡуйған, аптырап тормаған. Ә мин: «Коммунизм төҙөүҙә актив ҡатнашырға!» – тип һалдырҙым. Уҡытыусыбыҙ ныҡ тыҡығайны был яуапты әҙерләгәндә. Комсомол билеты алып, значогын тағып ҡайтыу ниндәйҙер яуаплы, киләсәктә яҙмышыбыҙға йоғонто яһарлыҡ аҙым икәне зиһенебеҙҙең бер мөйөшөнә инеп ҡалғандыр.
Балалыҡ менән үҙебеҙ аңлап та бөтмәгән аҙымыбыҙ киләсәктә икебеҙҙе – Маҡар егете менән Хәйбулла егетен – осраштырып һәм дуҫлаштырып, һис уйлама­ған, хыялланмаған үрҙәргә ашырырын, оло юлға сығарырын белмәй инек, әлбиттә. Республика комсомолының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә донъя күргән «Башҡортостан комсомолы» энциклопедияһында беҙгә лә урын биргәндәр икән, тимәк, һәләтебеҙҙән, ҡулыбыҙҙан килгән эштәребеҙҙең эҙе комсомол тарихында ҡалғанын өҫтәп ҡуйыу урынлы булыр.


Уҡыу алдынғыһы, актив йәмәғәтсе

1959 йылда Маҡар мәктәбен алтын миҙалға тамамлай Тәлғәт. Миҙалдың баһаһы ҙур. Ул Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын һайлай, документтарын шунда бирә һәм, те­йешле имтихандарҙы тапшырып, студент булып китә. Өфөгә оҙатҡанда әние улына изге өгөт-нәсихәттәрен еткерә, һөнәр алғандан һуң донъя көтөргә Маҡарға, үҙенең янына ҡайтырына өмөтөн дә күңеленә һала.
Тәлғәт бөтәһенә лә өлгөрә: яҡшы уҡый, хорҙа йырлай, универси­теттың комсомол комитеты ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Быларҙан тыш, дәүләт радио комитетында ике аҙнаға бер сыҡҡан «Халыҡ таланттары» радиожурналының мөхәррире эшен күңел һалып үҙләштерә. Биш йыл элек радиола «Пионер осҡоно»н алып барған тәжрибәһе лә ярап ҡала.
Студент тормошо мажараһыҙ булмайҙыр. Ваҡиға инглиз теле уҡытыусыһының тәрбиәһеҙ хол­ҡона, телде ауыр үҙләштергән студенттарҙы кәмһетеүенә бәйле. II курста Тәлғәттәр төркөмө инглиз теле дәресенә йөрөүҙән баш тарта. Университет тарихында булмаған хәл! Китә төрлө кабинеттарға саҡыртып асыҡлауҙар, өгөтләүҙәр, аҙағы насар бөтөүе ихтималлығына ишаралауҙар. Студенттарҙың берҙәмлегенә, талаптарының ғә­ҙеллегенә, ыңғай һөҙөмтәгә ире­шәсәктәренә ышаныуҙарына ҡаты һынау була был хәл. Нисек кенә һындырырға тырышмаһындар, сигенмәй һабаҡташтар, ныҡ торалар. Һөҙөмтәлә маҡсаттарына барыбер ирешәләр – төркөмгә яңы уҡытыусы килә.
Тәлғәттең университет йылдары, зиһененә фәһемле ғәм өҫтәп, дауам итә. Уҡыу алдынғыһының ижтимағи-сәйәси әүҙемлеге өл­кән курстарҙа ла һүрелмәй. Баш­ҡортостан радиоһындағы мөхәр­рирлек эшенең дә файҙаһын күрә – ил һәм донъя хәлдәрен күҙәтә барыуы фекер уята, уйландыра. IV курстың ҡышҡы сессияһын гел «5»-кә тапшыра ул. Уҡыу отличнигының, актив йәмәғәтсенең фотоһы факультеттың Почет таҡ­таһында урын ала.
Был курста уҡыу планы буйын­са оҙайлы һөнәри практика ла ҡаралған. Тәлғәт Сәғитов практиканы Ейәнсура районының Абзан мәктәбендә үтә. Абзан – Ырымбур сигендәге ҙур ғына ауыл, Өфөнән унда бер ниндәй транспорт йөрөмәй. Ҡышҡы селләлә трактор санаһында саҡ барып етә ауылға практикант.
Ул практикаға ныҡлап әҙерләнә. Педагогиканан, психологиянан һәм методиканан конспекттарын яңынан ҡарап сыға. Маҡарҙа, Өфөлә уҡытҡан уҡытыусыларының нисек дәрес үткәреүен, үҙҙәрен нисек тотоуын, хатта ҡиәфәттәрен күҙ алдынан үткәрә.
Коллектив менән танышыу, рус теле һәм әҙәбиәтенән тәүге дәрестәр – әлбиттә, тулҡынландырғыс һы­нау мәлдәре. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа практикант егеткә ихласлыҡ күрһәтә. Ыңғай мөнәсә­бәткә, ярҙамға мохтаж икәнен аңлауҙарынан, күңелдәренең хөр­лөгөнән инде әлеге йылы атмосфера. Һөйкөмлө, әҙәпле егетте үҙ итеүҙәре лә шуға бәйле. «Уҡытыусылыҡта тәүге аҙымдарым уларҙың фатихаһы, улар ярҙамы менән яһалды», – тип яҙҙы аҙаҡ Тәлғәт Ниғмәтулла улы был хаҡта.
Сығарылыш курсында сту­денттарҙың хәстәре башҡаса – диплом эшенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәк. Тема һайлау, уны кафедрала раҫлатыу, материал туплау, ижады буйынса диплом эше яҙасаҡ фронтовик шағир һәм яҙыусы Хәким Ғиләжев менән осрашыу, уның кәңәштәрен алыу кеүек хәстәрҙәр тора алдында. Ана шундай мәшәҡәттәр менән йөрөгәндә яҙмышын киләсәктә бәхетле итәсәк, һайлаған һөнәрен үҙгәртәсәк ваҡиғалар көткәнен Тәлғәт белмәй, әлбиттә.
Бер көн таныш Ишембай еге­тенә эйәреп, күршеләге сәнғәт учи­лищеһы ятағына барып сыға. Тәүге тапҡыр шунда осрата ул яҙмышына яҙғанын – Көҙән ҡыҙы Фәрзәнә Шәйәхмәтованы. Һылыу, илгәҙәк, һутлы еләк кеүек ҡыҙыҡайҙы Тәлғәт тәү күреүҙә оҡшата. Яҡташы ла битараф ҡалмай күркәм, тәрбиәлелеге һүҙендә, йөҙөндә сағылған егеткә. Шул көндән башлана Тәлғәттең күрше ятаҡ юлын тапауы. Фәрзәнә менән концерттарға, спектаклдәргә йөрөүҙәре йышая.

* * *

Диплом яҡлағас үҙе тамамлаған мәктәпкә ҡайтасағын уйлап, хыялланып йөрөгәнендә уны ВЛКСМ-дың өлкә комитетына саҡырталар.
Совет майҙанындағы мөһабәт бинаның 4-се ҡатына тулҡынланып күтәрелә Тәлғәт. Йылы ҡаршылағас, бер аҙ тынысланғандай була. Кабинеттан кабинетҡа йөрөтөп, төрлө һорауҙар менән белемен, әҙерлек кимәлен тикшерәләр. Һиҙемләй егет – тиктәҫкә түгел. Ниңә са­ҡырғандарын берәйһенән һорар ине, әҙәпһеҙ күренгеһе килмәй. Һиҙемләүе раҫҡа сыға – күп тә үтмәй, уҡыуын яңы тамамлаған студентты өлкә комитеттың инструкторы итеп раҫлайҙар.
Комсомол эше үтә тынғыһыҙ, һигеҙ сәғәт менән сикләнмәй. Өлкә комитеттағы коллегалары, Өфө ҡалаһының активы менән аралашыуҙарҙан, үткәрелгән сараларҙан күп нәмәгә өйрәнә йәш инструктор. Кабинетта ултырып ҡына эш ҡыйратып булмаҫына тиҙ төшөнә. Йыш ҡына райондарға йөрөргә, форсаты сыҡҡанда сит өлкәләргә барырға тырыша, яңы тәьҫораттар менән ҡайта.
Егеттең эшлекле тырышлығына, әүҙемлегенә иғтибар итәләр, бер йыл эсендә КПСС ағзалығына кандидатлыҡҡа фатиха бирәләр. Өлкә комитет кадрҙарына мотлаҡ талаптарҙың береһе – фирҡә ағзаһы булыу. Тәлғәтте кандидатлыҡҡа алыуҙы йәһәтләүҙәренең төп сәбәбе – ана шул. Йәнә өмөтлө егеттең алдағыһын күҙаллау ҙа була был.


Оло юлдан – бәләкәй һуҡмаҡҡа

Күңеленә ятҡан, аң-зиһенен биләй барған комсомол эшендә бер йылдың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ғүмерендә тәүге тапҡыр каникулға түгел, ҡыуанып-ҡанатланып отпускыға ҡайтасаҡ! Ялдан һуң йәнә – Өфөгә, баш ҡалала уны оло юлға сығарасаҡ эше көтә.
Әммә Зөләйха апайҙың үҙ ниәте, үҙ уйы: Тәлғәтте нисек тә ауылға ҡайтарыу. Ғүмере буйы яңғыҙ йәшәгәнен, хәҙер инде улы, балалары, ейәндәре менән бергә ғүмер кисерергә теләүен һөйләй. Тәлғәт ҡәҙерле кешеһен тәүҙә төрлөсә өгөтләп ҡарай. Һүҙенән ҡайтмаясағын аңлағас, нишләһен, Өфөнө, комсомол эшен ҡалдырырға (тик бөтөнләйгә түгел, ваҡытлыса – һайлаған юлын дауам итәсәгенә ышана ул) хәл итә. Район халыҡ мәғарифы бүлеге тәҡдим иткән директорлыҡтан, завучлыҡтан баш тартып, Маҡар мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай.
Ике ай үтеү менән уҡытыусы Тәлғәт Сәғитовты КПСС-тың Ишембай ҡала комитетына са­ҡырталар һәм ВЛКСМ ҡала комитетының икенсе секретары вазифаһын тәҡдим итәләр. Төрлө сәбәп-һылтауҙар менән баш тарта тәҡдимдән. Ныҡыш егеттең партия ағзалығына кандидат икәнлеген иҫенә төшөрөргә мәжбүр булалар. Әлеге хәл Тәлғәтте яңынан комсомол донъяһына ҡайтара. Оҙаҡламай 1-се секретарь йөгөн дә һаласаҡтар иңенә.
Оҙайлы ун йылға һуҙыласаҡ комсомол эшмәкәрлегенең дүрт йыллыҡ Ишембай осоро оло мәк­тәпкә торошло. Аҡыл менән һәләт мөмкинлектәрен егеп, ашҡынып тотона эшенә комсомол лидеры. Йәштәр менән эшләүе йәнлерәк тә, ҡыҙығыраҡ та.
Тап ошо осорҙа ВЛКСМ өл­кә комитеты ҡарары менән Ғ.Сәләм исемендәге комсомол премияһы булдырылғайны. Тәүге лауреаттарҙың береһе – баш­ҡорт Корчагины Ибраһим Ғиззә­туллинға премия тапшырыуҙы миңә йөкмәттеләр, ул саҡта өлкә комитетта мәҙәниәт секторын етәкләй инем.
Әрметтә, ағайҙың тыуған ауы­лында күркәм сарала тап булыштыҡ Тәлғәт менән. Бер-беребеҙҙе студент йылдарында күрә-белә йөрөгәнгә йылы булды осрашыуыбыҙ. ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала-район комитеты ойошторған тантана юғары кимәлдә үтте.


Һынауҙар, боролоштар...

Тиҙҙән беҙ Өфөлә – Совет майҙанындағы ҙур, күркәм бинаның 4-се ҡатында, өлкә комитеттың агитация һәм пропаганда бүлегендә осраштыҡ. Тәлғәт Ниғмәтулла улы – хәҙер инде минең етәксем. Вазифаһына тиҙ һәм еңел инеп китте ул. Ни тиһәң дә, тәүҙә – ошо бинала, аҙаҡ дүрт йыл Ишембайҙа туплаған бай тәжрибәһе һиҙелә ине. Тәлғәт Сәғитов комсомол тормошоноң беҙ һиҙемләмәгән яҡтарына иғтибар иттерергә тырышты. Лекциялар, программалар, эш пландары әҙерләгәндә, саралар үткәргәндә комсомолды дөйөм, төҫһөҙ масса тип ҡарамаҫҡа, ә төрлө өлкәләрҙә эшләгән конкрет һөнәр кешеләренең йәш үҙенсәлектәрен, белем кимәлен, тормош тәжрибәһен иҫәпкә алырға өйрәтте. Бик урынлы һабаҡ булды беҙгә.
Тәлғәт менән өлкә комитетта бергә оҙаҡ эшләргә яҙманы. Яҙмыш төрлө һуҡмаҡтарҙан йөрөтһә лә, коллегалыҡ, рухи яҡынлыҡ бер-беребеҙҙән биҙҙермәне, араларҙы һыуыттырманы. Алтмыш йылдан ашыу юғалтышмай, хәл-әхүәл белешеп, матур аралашып йәшәнек, тормош һикәлтәләрендә бер-беребеҙгә терәк-таяныс булдыҡ. Шөкөр, әле лә шулай.
Комсомол дәүерендә КПСС өлкә комитетының кадрҙар но­менклатураһына эләккәндән һуң Тәлғәт Сәғитовтың яҙмыш дил­бегәһе партия ҡулына күсә. «Хәтер ипкендәре»ндә ошондай юлдар бар: «Халыҡта «кеше кешеһе» тигән һүҙ бар. Мин дә шул кеше (партия) кешеһе булғас, фирҡә ҡайҙа ебәрә, шунда бараһың». КПСС өлкә комитетының тәүге ҡарары Тәлғәттең юлын уйламаған яҡҡа бора. Республика комсомолының төп идеологын бер көн тоталар ҙа Яҙыусылар берекмәһенә ойоштороу мәсьәләләре буйынса сек­ретарь итеп ебәрәләр. Сәбәбен, маҡсатын аңлатып тормайҙар. Уйлана, икеләнә, һыҙлана торғас, халыҡҡа йоғонтоһо көслө, абруйлы ижади ойошмала эшләүҙең ҙур мәртәбә булыуы хаҡындағы һығымтаға килә. Шулай үҙен тынысландыра яңы сәркәтип. Йәнле, дәртле комсомолдан һуң союздағы һиллеккә, мөхиткә өйрәнеп китеүе еңел булмай. Эш планына күҙ һалыу менән бында ла ҡул ҡаушырып ултырмаясағын аңлай ул.
Яҙмышында партия ҡушыуы буйынса яһалған аҙым-үҙгәреш­тәрҙең тәүгеһе лә, һуңғыһы ла булмай әлегеһе. Ҡайҙа ғына тәғәйен­ләмәһендәр, уның кешелекле, намыҫлы, яуаплы булыуы, ойоштороу һәләте кеүек сифаттары, тармаҡтың проблемаларын тиҙ аңлауы, ҡабул иткән ҡарарҙарының актуаллеге эшлекле, берҙәм мөхит, яңы етәксегә ҡарата өмөт һәм ышаныс тыуҙыра.
Яҙыусылар союзынан һуң өлкә комитеттың мәҙәниәт бүлегендә инструкторлыҡта оҙаҡ эшләргә яҙмай уға. Хатта ул эштең тәмен дә, әрен дә татып өлгөрмәй ҡала. Башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмалары араһында үҙенсәлекле урын биләгән, халыҡ яратып уҡыған «Һәнәк» журналына мөхәррир итеп тәғәйенләүҙәре Тәлғәт Сәғитов яҙмышындағы сираттағы һынау, көтөлмәгән боролош була.
Бер яҡтан, танылған әҙиптәрҙән торған редакцияға ебәреүҙәре аңлашылған һымаҡ. Яҙыусылар ойошмаһында ижад кешеләре менән эшләргә өйрәнгән, шунда алған тәжрибәһе зыян итмәҫ, тигәндәрҙер инде. Икенсенән, матбуғат – идеология сараһы, партияның иң ышаныслы, тәьҫирле ҡоралы. Тәлғәт Сәғитовтың был йүнәлештәге әҙерлеген яҡшы беләләр. Ул ВЛКСМ өлкә комитетында йәштәр һәм балалар матбуғаты кураторы булараҡ уңышлы, иҫкәрмәһеҙ эшләгәйне.
Ҡәләмдәре үткер «Һәнәк» хеҙ­мәткәрҙәрен көнүҙәк темаларға арналған фельетон, пародия, памфлет, карикатураларға эпиг­раммалар яҙырға өйрәтеү ихтыяжы юҡ. Ә инде тәнҡит утына алынған йәмһеҙ күренеш-ваҡиғаларҙың, етешһеҙлектәрҙең ышаныслылығын, дөрөҫлөгөн тәьмин итеүгә автор менән мөхәррир яуаплы. Етәксе шулай уҡ уңайлы эш шарттары булдырыуҙы, журналдың тиражын арттырыуҙы, командировкалар ойоштороуҙы хәстәрләргә тейеш.
«Һәнәк»тә ҡолас киреп эшләргә насип булмай Тәлғәт Ниғмәтулла улына – ике йыл тулыр-тулмаҫтан уны тағы өлкә комитеттың идеология буйынса секретарына саҡырталар. Кабинеттан ул яңы вазифаға – Башҡорт АССР-ы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитеты рәйеслегенә фатиха алып сыға.
Тәүге көндәрҙән үҡ масштаблы, күп йүнәлешле тармаҡ һәм уның ҙур коллективы менән етәкселек итеүҙең ни тиклем тынғыһыҙ, яуап­лы икәнен, проблемаларҙың ни ҡәҙәре ҡатмарлы булыуын тоя ул. Үҙ бурыстарын яҡшы аңлаған, әҙерлекле, эшлекле, тәжрибәле белгестәр менән кисектергеһеҙ хәл итеүҙе көткән проблемалар ҡаршылай Тәлғәт Ниғмәтулла улын. Тармаҡты үҫтереүгә бәйле яуаплылыҡ үҙендә генә түгеллеген аңлаған етәксе ҙур сығымдар талап иткән проблемаларҙың актуаллеген, киҫкенлеген партияның өлкә комитеты алдында ышандырырлыҡ дәлилдәргә таянып күтәрә.
Үҙ хәтирәләрендә Тәлғәт дуҫым КПСС өлкә комитетының 1-се секретары М.З.Шакировтың ике мәсьәләне хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашҡанын ентекле яҙа. Тәүгеһе төҫлө аппарат – студия комплексы алыуға бәйле.
Мәсьәлә тик СССР дәүләт телевидение һәм радио комитетын­да хәл ителә. Башта союз республи­каларының хәжәте ҡәнәғәтлән­дерелә, шунан ғына автономиялы республикаларға сират етә. Ҡул һелтәр саҡта Тәлғәт Ниғмәтулла улының абруйы, ныҡышлығы ваҡиғаны ыңғай яҡҡа бора: уйлай-уйлай ҙа 1-се секретарға инә рәйес. М.З.Шакиров ярҙамы менән төҫлө аппарат-студия комплексы ҡулға төшөрөлә, республикаға ҡайтарыла. Алты ай тигәндә бөтә техник, монтаж эштәренең осона сығып, АСК Октябрь байрамына өлгөртөлә. Был Тәлғәт Ниғмәтулла улының һәм коллективтың оло ҡа­ҙанышы була.
М.З.Шакировтың ҡыҫылышы булған икенсе осраҡ яңы бина төҙөүгә бәйле. «Беренсе»нең ҡарары – яңы урында телевидение һәм радио ҡаласығы төҙөү. Ниәт иҫ киткес шәп, сығымдар ҙа хәл ителә. Әммә ул республиканың беренсе Президенты М.Ғ.Рәхимов заманында ғына тормошҡа ашырыла.
Башҡорт телендәге тапшырыу­ҙарҙың сифатын күтәреү, өр-яңы проекттарға, программаларға юл асыу, һәләтле йәш белгестәрҙе ылыҡтырыу, документаль фильмдар
төшөрөүҙе юлға һалыу, дүрт сериялы нәфис телефильм менән та­машасыларҙы ҡыуандырыу Т.Н.
Сәғитов осороноң уңыштары ине.


Осор ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрҙе

1987 йылда Тәлғәт Ниғмәтулла улын КПСС өлкә комитетына идеология бүлеге мөдиренең беренсе урынбаҫары итеп күсерәләр. Заманында ҡеүәтле партияның, бөйөк СССР-ҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә саҡта ул – бүлек мөдире. Коммунист исеменә, үҙенең намыҫына тап төшөрмәй, партияның һуңғы көнөнә тиклем уның тоғро һалдаты булып ҡала Тәлғәт Сәғитов.
Илдә ҡыйралыш-түңкәрелеш, шик-шөбһәләр осоро башланып тора. Тап ошо буталсыҡ, тотороҡһоҙ ижтимағи-сәйәси осорҙа башлап ебәрә идеология өлкәһендәге етәкселек эшмәкәрлеген Тәлғәт Сәғитов. Шулай ҙа традиция бу­йынса үткәрелә килгән саралар дауам иттерелә. Ике туғандаш республика араһында мәҙәни-рухи бәйләнештәрҙе йәнләндереүгә, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға йүнәлдерелгән актуаль сара булараҡ, Башҡортостанда Татарстан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре ойошторола. СССР халыҡ депутаттарын һайлау, халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары төрлө дес­труктив көстәрҙе, төркөмдәрҙе, сәйәси фирҡә-ойошмаларҙы әүҙемләштерә. Халыҡ араһында аңлатыу эштәрен ойоштороу ҙа ҡатмарлаша партия идеологтарына. Ауырлыҡтың, яуаплылыҡтың тос өлөшө – Т.Сәғитов иңендә.
Европала ла тыныс түгел. Германия Демократик Республикаһы яҙмышына ла ҡурҡыныс янай. Хәүефле ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, республикала Галле округы көн­дәрен үткәреүгә әҙерлек бара, ҙур ғына делегацияның килеүе көтөлә. Оҙаҡламай Берлин стенаһы менән бергә социалистик лагерь ҙа юҡҡа сыға. Афғанстандан, ниһайәт, совет ғәскәрҙәре сығарыла. Татарстанда Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре үтә. Уның артынса йәнде тетрәткес Оло Теләк фажиғәһе меңәрсә ғүмерҙәрҙе ҡыя.
Бөтмәҫ ығы-зығы, даулашыуҙар, иҡтисадтың көрсөккә терәлеүе, берҙәм көс булып халыҡтың майҙан­дарға сығыуы (фенол эпопеяһы, үҙаллылыҡ яулағандағы әүҙемлек, Президент һайлауҙарында лайыҡлы кандидатура өсөн көрәш, тел статусын яҡлауҙағы ҡаршылыҡтар), тормоштоң ауырлашыуы – былар барыһы ла коммунистар партияһы­ның күҙгә күренеп халыҡтан сит­ләшеүен, уртаҡ тел таба алма­уын, ышанысын юғалта барыуын күрһәткән факторҙар.
«Мине лә, былай ҙа партия эшен өнәп бөтмәгән кешене, бындағы файҙаһыҙға әйләнгән бөтмәҫ-тө­кәнмәҫ ғауғалы эш ялҡытты. Ҡуҙ­ғалырға ваҡыттыр. Көтөп торған коллектив та, эш тә бар», – тип яҙа Тәлғәт Сәғитов хәтирәләрендә. Тиҙҙән ул оло тарихлы, абруйлы «Совет Башҡортостаны» гәзитенең мөхәррире булып китә. Коллектив менән танышыу (журналистарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең байтағын электән белә), эш тәртибен өйрәнеү, ашығыс хәл итеүҙе көткән проблемаларҙы билдәләү кеүек мәшәҡәттәрҙән башлай эш көнөн. Яңы осорҙоң редакторға ғына ҡағылған, уның эшмәкәрлеген ҡатмарлаштырған үҙгәрештәре байтаҡ булып сыға. Улар нигеҙҙә баҫманы финанслауға, редакция хеҙмәткәрҙәренең эшен ойоштороуға, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бәйле. Йәштәрҙең – ололарға, ололарҙың йәштәргә иғтибары һәм ихтирамы, донъя, ил, республика, Өфө кимәлендәге яңылыҡтар менән һуғарылған эшлекле, ижади мөхит партия эшенән һуң ниндәйҙер еңеллек, иркенлек тойғолары уята.
Яңы эштәге тәүге аҙымдар КПСС-тың XXVIII съезынан һуңғы мәлгә тап килә. Республика тормо­шондағы ваҡиғалар ҙа тарихҡа инерлек: суверенитет тураһындағы Декларация ҡабул ителә. Сәйәси-иҡтисади өлкәләге, халыҡ тормошона бәйле күп мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итеү мөмкинлеге тыуасаҡ, тип көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты (ГКЧП) тыуҙырған хәүефле хәлдә күптәр юғалып ҡала. Ауырлығы матбуғат һәм башҡа мәғлүмәт саралары етәкселәренә, уларҙың кураторҙарына төшә. Көтмәгәндә башланған Чечен һуғы­шы халыҡ фажиғәһенә әйләнә, байтаҡ егеттәребеҙ шунда баш һала. Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар рәтендә республиканың тәүге Президентын һайлау ҙа була.
1997 йылдың аҙағы ине. «Баш­ҡортостан» гәзитенә арнаған ете йыллыҡ ғүмеренән, эшенән ҡәнәғәт булып, Тәлғәт Сәғитов мәҙәниәт министры вазифаһына күсте. Сәнғәт донъяһы таныш уға. Проблемаларын да, кадрҙарын да, мөмкинлектәрен дә яҡшы белә. Күп эштәрҙең, проекттарҙың, прог­раммаларҙың башында торҙо ул. Республика етәксеһе М.Ғ.Рәхимов­тың мәҙәниәткә, сәнғәткә, ғөмүмән, рухи йүнәлешкә ыңғай, хәстәрлекле мөнәсәбәте арҡаһында театрҙар төҙөлдө, филармониялар асылды, мәҙәниәттең матди базаһы ярайһы нығытылды, халыҡ-ара, өлкә-ара бәйләнештәргә иғтибар артты.
Ҡатмарлы осорҙоң һынауҙарын бер аҙ күҙалларлыҡ, төҫмөрләр­лек ваҡиғаларҙы телгә алыу ме­нән генә сикләнергә тура килде яҙмамда. Һүҙемде йомғаҡлап, шу­ны әйтергә теләйем: ғүмеренең һикһәненсе түбәһенә күтәрелгән­дә яҙылған «Хәтер ипкендәре» – ҡырыҫ замандарҙың ауазы, Тәлғәт Сәғитовтың үҙ күҙе менән күргәндәре, башынан үткәргәндәре. Донъяуи ваҡиғаларға, илдәге хәл­дәргә ҡағылған фекерҙәре менән яйын килтереп, урынлы уртаҡлаша автор.

* * *

Мостай Кәримдең «Тормош көйөнә баҫып атлағандың юлы уңыусаныраҡтыр...» тигәне Тәлғәт Ниғмәтулла улының тормош фәл­сәфәһенә тап килә. Күңеле таҙа, яҡшы кешеләргә мәрхәмәтлеләр, таяныс булырҙай юлдаштар йы­шыраҡ осрай. Күрәһең, юғары көстөң ғәҙеллегенәндер бындай хәл.
Бөгөн Тәлғәт Ниғмәтулла улы ғүмерлек тормош юлдашы – З.Ис­мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәрзәнә Фәтхулла ҡыҙы менән иңгә-иң терәп тормош көтә. Ярты быуат элек һоҡланғыс татыу ғаилә ҡороп, тормош һынауҙарына би­решмәй, зарланмай, бер-береһенә ышаныслы таяныс булып, хеҙмәт юлындағы артылыштарҙы яулай-яулай ил инәһе, ил ағаһы дәрәжә­һенә етте улар. Бынамын тигән уландар тәрбиәләп, талантлы ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерешеп, уларҙың уңыштарына ғорурланып йәшәй Сәғитовтар. Күңелдәрен донъя ваҡлыҡтары баҫмаған, йәндәренә яҡын һөнәрҙәре менән әле лә халҡына хеҙмәт итеүҙән йәм таба улар.
Юбилярҙың илһам ҡанаты, көслө рухына ҡуш булып, беҙҙе – дуҫтарын, яҡындарын һәм замандаштарын – тағы әллә күпме ҡыуандырыр әле, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Тәлғәт Сәғитов: «Абыйым, әнейем, ҡартинәйем Хәйербанат. Миңә 15 йәш. 1958 й.»
Мостай Кәримдең 80 йәшен билдәләгәндә. Һулдан уңға: Урал Ураҡсин, Александр Филиппов, Тәлғәт Сәғитов, Миҙхәт Мәмбәтов, Ирек Кинйәбулатов. 1999 й.
«Башҡортостан» гәзите редакцияһында  халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева менән осрашыу. 1993 й.
Сәғитовтар ғаиләһе Иштуған һыуһаҡлағысында
Тәлғәт Сәғитов: «Абыйым, әнейем, ҡартинәйем Хәйербанат. Миңә 15 йәш. 1958 й.»
Автор:Миҙхәт МӘМБӘТОВ
Читайте нас: