– Үзбәкстанда башҡорттар күпме? Нимә менән шөғөлләнә, нисек йәшәйҙәр? Күптән күсеп барған кешеләрме, яңыраҡ килгәндәр бармы?
– Һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ тарихы. XVII быуатта уҡ башҡорт сауҙагәрҙәре Бохара һәм Хорезм ҡалалары менән бәйләнештә булған. Ә инде XIX быуат аҙағында Ырымбур – Ташкент тимер юлы төҙөлгәс, сауҙа ептәре тағы ла нығына төшкән. Ҡайһы бер сауҙагәрҙәр Төркөстанда йәшәргә ҡалған. Аҙаҡ Үзбәкстанға башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәре килгән. Мәҫәлән, Зәки Вәлиди бында Әл-Бируни, Әхмәт Ясауи, Лотфи, Әмир Тимур, Алишер Навои, Баһауетдин Нәҡшбәнди, Абдулла Ҡадир, Сулпандарҙың ижади мираҫын өйрәнгән. Темуридтар тураһында ғына ул 30-ҙан ашыу хеҙмәт яҙған. Үзбәкстанда мәктәптәр асыуға ярҙам иткән, Төркөстан мосолмандары съезында әүҙем ҡатнашҡан, Сулпан, Ҡадыри, Мөнәүәр Кори кеүек билдәле шағирҙар менән аралашҡан.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле был республикала 23 мең башҡорт бар. Ташкентта иһә 9 мең башҡорт иҫәпләнә.
– Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында күренекле кешеләр бармы? Кемдәр улар?
– Күренекле милләттәштәребеҙ байтаҡ. Улар барыһы ла Үзбәкстан Республикаһын үҫтереү өсөн күп көс түккән, яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, һәр ваҡыт иҫтә тотабыҙ. Бер нисәһе менән журнал уҡыусыларын да таныштырып китәйем.
Техник фәндәр докторы, профессор Ураҙов Нәжиб Харис улы Юлдаш Ахунбабаев исемендәге Ташкент текстиль институтында эшләгән. 1970 йылда фәнни-тикшереү институтының директоры итеп һайлана. Бер нисә дәреслек төҙөгән, 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәте билдәле.
Ильясов Йәүҙәт Хәсән улы – билдәле яҙыусы. Уның тарихи повестары һәм романдары – «Черная вдова», «Согдиана», «Золотой истукан» һ.б. киң билдәле.
Тағы бер күренекле башҡорт – Ғайсин Марат Ғайса улы «Ташкентхлеб» етештереү берекмәһенең генераль директоры, Үзбәкстандың аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрының урынбаҫары вазифаларын башҡарҙы. Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең рәйесе булды.
Арыҫланов Ғабдулбар Камалетдин улы «Узбексельмаш» заводында кадрҙар эҙерләүсе булып эшләгән. I төркөм һуғыш инвалиды, Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән, 18 миҙалы бар.
Шарапов Рафаэль Сабир улы 1966 йылдан «Ташкент» аэропортында бүлек начальнигы булып эшләй. Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең даими бағымсыһы.
Хәйбуллин Баян Әхмәт улы – Үзбәкстан Республикаһының билдәле рәссамы, СССР Рәссамдар һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы.
Ғәйфуллин Әхәт Абдулла улының һеңлеһе Фәриҙә Ғәйфуллина ағаһының «Таң йондоҙом – Сумарым» исемле шиғырҙар йыйынтығын Башҡортостанда баҫтырып сығара. «Әхәт абзыйымдың тормошондағы иң ҙур фажиғә аяғын юғалтыу булды. Заводта эшләгәндә станок төшөп, бер аяғы йәнселгән. Шул хәлде бик ауыр кисерҙе, һыҙланды, ныҡ ҡайғырҙы. Тыуған илен, ауылын, уның кешеләрен бик һағынһа ла, аяғы булмауға уңайһыҙланып, төштәренә инеп йөҙәткән Сумарына ҡабат бер ҡасан да ҡайта алманы. Апайыбыҙҙың хәлен белергә тип кенә киткән саҡта Ватаны менән мәңгелеккә хушлашыуын белһә, ике аяғының береһен дә баҫмаҫ ине ул яҡтарға», – тип хәтерләп яҙған Фәриҙә апай.
Рафиҡов Ғәни Мәзит улы Фидель Кастроның шеф-пилоты булған. Ташкент граждан авиацияһының начальнигы вазифаһын башҡарған. СССР-ҙың атҡаҙанған пилоты, Үзбәк ССР-ның Юғары Советы депутаты, «Узбекистон Хаво Йуллари» авиакомпанияһының беренсе генераль директоры булған. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән.
Гүләев Әмир Мырҙагилде улы – кизе-мамыҡ етештереү буйынса Үҙәк фәнни-тикшеренеү институтында эшләй. Ул техник фәндәр кандидаты, 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
– Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы, Һеҙ Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгендә 25 йыл эшләйһегеҙ. Ул нисек барлыҡҡа килде икән, шул тарихты һөйләп китегеҙ әле, сөнки уға тиклем бер илдә лә бындай ойошмалар булмаған.
– Совет дәүләте осоронда, 1956 йылдан алып 90-сы йылдарға тиклем, бында башҡорт-татар мәҙәни үҙәге эшләгән. СССР тарҡалып, бойондороҡһоҙ республикалар барлыҡҡа килгәс, бәләкәй халыҡтарҙың әүҙемлеге үҫә төшкән. 1990 йылдың июнендә башҡорттар айырым ойошма булдырырға ҡарар иткән. Етәксеһе итеп – Туҡсоран егете Фәрит Садиҡовты, урынбаҫары итеп Флорид Сәсәнбаевты һайлағандар.
Ф.А.Садиҡов, юрист һәм тарихсы булараҡ, Тыуған ергә тоғро хеҙмәт иткән интеллигенция вәкилдәренән берҙәм команда туплай алған: унда профессорҙар ҙа, уҡытыусылар ҙа, рәссамдар ҙа, шағирҙар ҙа, табиптар ҙа булған. Әүҙем башҡорттарҙы ошо үҙәктә берләштереү, милли үҙаңды үҫтереү, туған телде, мәҙәниәтте өйрәнеү һәм һаҡлап ҡалыу, үҫеп килгән быуынға башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын еткереү, тыуған ерҙәренә ҡайтырға теләгән башҡорттарға ярҙам итеү уларҙың маҡсаты булған. Шул ваҡыттан Ташкент ҡалаһында Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге әүҙем эшләй башлай. Улар Башҡортостанға «Үзбәкстанда Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге төҙөлдө», – тип хат ебәрәләр. Башҡортостан Республикаһы суверенитет алғас та, октябрь айында, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә был хаҡта мәҡәлә баҫылып сыға.
Артабан Бохара, Карши, Зарафшан, Навои ҡалаларында ла башҡорт милли үҙәктәре барлыҡҡа килә.
1992 – 1996 йылдарҙа З.Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәкте Марат Ғайсин етәкләй. Башҡорттарҙың Беренсе ҡоролтайына әҙерлек барған мәл. Үзбәкстанға Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов, Зөфәр Ирғәли улы Йәнекәев һәм тағы ла бик күп юғары дәрәжәле ҡунаҡтар килгән. Улар Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән. Үзбәкстан Юстиция министрлығы аша Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең Уставын үткәрешәләр. Был үҙәк сит илдәге берҙән-бер башҡорттар ойошмаһы булып торған.
I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары
1995 йылдың июнендә Бөтә донъя башҡорттарының Беренсе ҡоролтайы була. Беҙҙең ойошманан 7 делегат йүнәлтелә. Башҡортостан делегаттарға самолет ебәргән. Өфөлә һәр береһенә берәр машина беркетеп ҡуйғандар һәм Башҡортостан Президенты М.Ғ.Рәхимов үҙе оло ихтирам менән уларҙы ҡабул иткән.
Афина Саҙретдин ҡыҙы Ғөбәйҙуллина рәйестең мәҙәниәт буйынса урынбаҫары була. Ул «Ирәндек» бейеү ансамблен ойошторған. Ансамбль 4 тапҡыр Башҡортостанға гастролгә барып ҡайтҡан һәм төрлө наградаларға лайыҡ булған. Ә А.С.Ғөбәйҙуллинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» исеме бирелгән.
Артабан милли-мәҙәни үҙәктең рәйесе Хәсәнов Илшат Хәсән улы булды. Был вазифаны ул 20 йылдан ашыу башҡарҙы. Арымай-талмай эшләүе һөҙөмтәһендә беҙҙең үҙәк Үзбәкстанда йәшәгән ватандаштар араһында оло ихтирам ҡаҙанды. Был еңелдән булмаһа ла, уңыштар һөйөнөрлөк: «Урал» ансамбле төҙөлдө, өлкән йәштәге милләттәштәребеҙ өсөн «Ағиҙел» клубы эшләй башланы. Дәүләт кимәлендәге бер сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ул ваҡыттағы Башҡортостан Халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин һәм мәҙәниәт министрлығынан Алһыу Сирғәлина милли үҙәккә матур сәхнә костюмдары, китаптар, музыка ҡоралдары менән ярҙам итте. Костюмдар матур, сифатлы. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Быға тиклем һәр ҡайһыбыҙ кейем мәсьәләһен үҙе хәстәрләй ине.
Башҡортостан һәм Үзбәкстан Республикалары Илшат Хәсән улының халыҡтар дуҫлығын нығытыуға, ҡоролтайҙар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуға индергән ҙур өлөшөн юғары баһаланы. Ул Салауат Юлаев ордены, «Шухрат» миҙалы, дипломдар, Почет грамоталары менән бүләкләнде.
2008 йылдың февралендә Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең офисы барлыҡҡа килде, Садиҡов исемендәге Мәҙәниәт йортонда урынлашты. Уны булдырыуҙа Ташкент ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ныҡ ярҙам итте. Офисты асыуҙа Рәсәй Федерацияһы илселеге, Интернациональ үҙәк вәкилдәре һәм украин, татар халыҡтары мәҙәни үҙәктәренән фольклор ансамблдәр ҡатнашты.
Офис асылыу менән төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу, йәштәрҙең дә, оло йәштәгеләрҙең дә һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеге тыуҙы. Унда башҡорт теле буйынса әсбаптар йыйылған, башҡорт мәҙәниәте тураһында стендар эшләнгән, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлап биҙәлгән тирмә лә бар. Башҡарылған эштәр тураһында альбом алып барыла.
Беҙгә байрам сараларын, күргәҙмәләр, концерттар, конкурстар һәм Үзбәкстанда Башҡортостан көндәрен үткәреү өсөн 1 меңдән ашыу кеше һыйырлыҡ «Туркестон» һарайындағы ҡупшы зал тәҡдим ителә. Барлыҡ сараларҙа ла төрлө халыҡ вәкилдәре әүҙем ҡатнаша.
2019 йылдың аҙағында үткән отчет-һайлау алды конференцияһында Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең яңы Уставы ҡабул ителде. Ринат Әмир улы Гүләев рәйес итеп һайланды һәм үҙәктең активистары яңы дәрт менән йәмғиәт эштәренә тотондо.
Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең активистары юллауы буйынса Ташкент ҡалаһының бер урамы Ә.-З.Вәлиди исемен йөрөтә.
Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгендә «Дуҫлыҡ», «Йәшлек», «Ләйсән», «Һандуғас», «Сона», «Райхан» ансамблдәре, «Салауат» драма түңәрәге, «Башҡорттар» ғаилә этно-мәҙәни төркөмө, «Элиф» балалар ансамбле, оло йәштәгеләр өсөн «Оҫта ҡулдар» түңәрәге, «Ағиҙел» клубы эшләп килә.
– Һеҙҙең ойошмала ниндәй йәштәгеләр күберәк: ололармы әллә йәштәрме?
– Беҙҙә ололар ҙа, йәштәр ҙә байтаҡ. Йәштәр, әлбиттә, уҡыуҙан, эштән буш ваҡыттарында сараларҙа ҡатнашып, ярҙамлашып тора. Ә бына өлкәнерәк кешеләр инде хаҡлы ялда булғас, ваҡыттары күберәк. Улар йышыраҡ килә, дәртләнеп, рухланып барлыҡ байрам сараларында ла, күргәҙмәләрҙә лә, конкурстарҙа ла, ижади кисәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Ҡайһы бер йәштәр бик әүҙем ҡатнашып йөрөйҙәр ҙә, кейәүгә сығып, кәләш алып, үҙ тормоштарын көтә башлағас, башҡорт үҙәге менән бәйләнештәре һүлпәнәйә төшә. Бына шуныһы ҡыҙғаныс.
Башҡорт үҙәгенең вәкилдәре барыһы ла үҙенсәлекле, һәләтле, үҙ халҡы менән ғорурланып, янып-көйөп йәшәгән кешеләр. Мәҫәлән, Фирүзә Әхмәт-Әли ҡыҙы Халдарова – хор каппелаһы йырсыһы. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуы менән тамашасыларҙың күңелен яуланы. «Ирәндек» ансамбленә «Урал» исемен ҡушып, етәксеһе булып китте. Фирүзә ханымға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелде, бынан тыш III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланды.
«Зәңгәр ут» тапшырыуына төшкәндә
Рим Абдулла улы Ғиниәтуллин – Үзбәкстандағы башҡорт һәм татар аҡһаҡалдары советы рәйесе. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Үзбәкстан Республикаһының мелиорация һәм һыу хужалығы министры булып эшләгән. Ул ғәҙәттән тыш һәләтле, аҡыллы, әүҙем кеше. Үҙәктең һәр эшендә ярҙам итеп, ҡатнашып йәшәй.
Эммануила Хәбиб ҡыҙы Маһиярованың әсәһе билдәле Мансуровтар нәҫеленән: Фәүәт Мансуров Мәскәүҙәге Ҙур театрҙың директоры, ике ағаһы билдәле йырсы һәм бейеүсе булған. Эммануила апай – юғары категориялы уҡытыусы, 46 йыл стажы бар. Хаҡлы ялға сыҡҡас та йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмай. Тәүҙә бәйләү түңәрәген асҡан, аҙаҡ – оло йәштәге кешеләр өсөн аралашыу төркөмөн. Шунан инде «Ағиҙел» клубын етәкләгән. Был клубтың үҙ фольклор, балалар бейеү ансамблдәре бар. Эммануила Хәбиб ҡыҙы төрлө сараларға сценарийҙар яҙа, шиғри сценарийҙары ла байтаҡ. Ансамбль өсөн костюмдарҙы үҙе теккән. Клуб ағзаларында ижадҡа һөйөү уята. Ташкенттағы барлыҡ театрҙар, музейҙар, киностудиялар, милли үҙәктәр менән тығыҙ бәйләнештә тора. Клубтың төрлө ярҙамға мохтаж булған ағзаларына ярҙам ҡулын һуҙырға һәр ваҡыт әҙер: документтар йыйырға, санаторийҙарға путевка юлларға. Ул матур итеп милли кейемдә ҡурсаҡтар, төрлө уйынсыҡтар тегә, кейеҙҙән тирмә лә эшләгән.
Былтыр «Ағиҙел» клубы зәғиф балалар өсөн байрам кисәһе үткәрҙе. Иң ҡыуаныслыһы – балаларға клубтың ағинәйҙәре үҙ ҡулдары менән теккән, бәйләгән бүләктәр, уйынсыҡтар тапшырҙы. Толерантлыҡ көнөндә клуб менән Сәнғәт музейында күргәҙмә ойоштороп, 3-сө урынға лайыҡ булдыҡ.
Эммануила Хәбиб ҡыҙы күп дипломдар, Почет грамоталары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнгән. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте 2019 йылда «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалын тапшырҙы.
Ошо көндәрҙә беҙҙең Эмма апайыбыҙ матур байрамын, күркәм юбилейын билдәләй – уға 80 йәш тула. Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге исеменән уны ҡайнар ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, эшендә уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.
– Ниндәй саралар ойоштораһығыҙ? Һабантуйҙар нисек үтә?
– Башҡортостан менән Үзбәкстанды быуаттар буйына йәшәп килгән дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр берләштерә. Төрки халыҡтарының боронғо йолаларына нигеҙләнгән һабантуй байрамы Ташкенттағы мәҙәни тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Был һоҡланғыс байрам төрлө милләт кешеләрен берләштерә.
Башҡортостандан беҙгә һабантуйҙарға, Башҡортостан көндәренә билдәле йырсылар, бейеүселәр, яҙыусылар килә. Башҡортостан Ҡоролтайынан төрлө китаптар, миҙалдар алып килеп бүләк итәләр. Беҙ был абруйлы кешеләрҙе ҙур ихтирам менән ҡаршы алабыҙ, бай йөкмәткеле саралар ойошторабыҙ, экскурсияларға йөрөтәбеҙ. Иң тәүҙә улар Сергели районында булып китә. Йыраҡ ергә барып йөрөй алмаған оло йәштәге кешеләр алдында концерт ҡуйып, уларҙың күңелдәрен күтәрә.
Беҙҙең үҙәк шулай уҡ шәфҡәтлек менән дә шөғөлләнә. Башҡорт милләтенән булған Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына барып, хәлдәрен белеп торабыҙ, санаторийҙарға путевкалар юллашабыҙ. Улар бит инде оло йәштә, күбеһе йөрөй алмай. Яңы йыл, Науруз, Еңеү көнө, 8 Март байрамдарында, мәрхәмәтле эштәр декадаһында, тыуған көндәрендә өйҙәренә барып ҡотлайбыҙ, концерт номерҙары менән шатландырып китәбеҙ. Рәсәй илселеге тарафынан матди ярҙам күрһәтелһә, Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге һәр ветеранға гөлләмәләр, күстәнәстәр тапшыра. Улар беҙҙең һәр килеүебеҙҙе оло байрам кеүек көтөп ала.
Шулай уҡ сирләп ятҡан милләттәштәребеҙҙең хәлен белешеп торабыҙ, ярҙам күрһәтәбеҙ, инвалид һәм етем балаларға байрамдар ойошторабыҙ, экскурсияларға йөрөтәбеҙ, башҡорт студенттарына Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттарына инергә ярҙам итәбеҙ.
Милли-мәҙәни үҙәгебеҙҙең тыуған көнөн беҙ Башҡортостан Республикаһы көнөндә үткәрәбеҙ. Ул сара «Үзбәкстанда башҡорт мәҙәниәте көндәре» тип атала һәм «Үзбәкстан – дөйөм йортобоҙ» тигән девиз аҫтында үткәрелә.
Беҙҙең активистар «Башҡорт мәҙәниәте көндәре», «Беҙҙең батыр Салауат», «Башҡорт шиғриәте һәм романсы кисе», «Башҡорт милли костюмының һәм аш-һыуының тарихы» кеүек бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле проекттар эшләне.
«Башҡорт сувениры», «Беҙҙең өләсәйҙәрҙең семәрендә – Башҡортостан сәскәләре», «Балаҫтар», «Кәләштең бирнәһе» тигән күргәҙмәләр ойошторҙоҡ. М.Әшрәфи музейында Ташкент ҡалаһының 2200 йыллығына арналған «Романс кисәһе»н, әҙәби кисәләр, башҡорт яҙыусыһы Р.Низамов менән осрашыу үткәрҙек. «Башҡорт теле көнө» телемарафонында ҡатнаштыҡ.
Әле Рәшит Шәкүргә арналған ижади кисәгә әҙерлек бара. Шулай уҡ телевидение һәм радиоға ла тапшырыуҙар әҙерләйбеҙ.
«Оҫта ҡулдар» түңәрәге ағзалары
Алдағы көндәрҙә яңы үрҙәр яуларбыҙ, тағы ла берҙәмерәк булырбыҙ, саралар тағы ла күркәмерәк үткәрелер, тип ышанабыҙ. Беҙҙең яңы рәйес Гүләев Ринат Әмир улы етәкселегендә Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге региондарҙағы башҡорттарҙы берләштереп, тағы ла матурыраҡ, һөҙөмтәлерәк эшләр. Башҡортостаныбыҙ беҙҙең турала тағы ла бик күп яңы яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торор, Алла бирһә.
– Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы, Һеҙ үҙегеҙ ҙә милли-мәҙәни үҙәктең оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле етәкселәренең береһе. Халҡыбыҙҙың телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендәге эшмәкәрлегегеҙ өсөн тапшырылған наградалар күп нәмә тураһында һөйләй. Башҡортостан Республикаһы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Үзбәкстандың Халыҡ-ара мәҙәни үҙәге дипломдары һәм Почет грамоталары, «Ал да нур сәс халҡыңа», «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалдары юҡҡа ғына тапшырылмай. Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ башҡортса һөйләшәме? Өйҙә милли байрамдарҙы нисек үткәрәһегеҙ?
– Башҡорт телендә бөтә ғаиләм дә һөйләшә. Мин өс ҡыҙымды ла башҡорт рухында милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәтеп үҫтерҙем. Ғаилә менән үҙ төркөмөбөҙҙө асып ебәрҙек, «Башҡорттар» этнотөркөмө тип атала. Был нисек килеп сыҡты? Бәләкәй ҡыҙым Софьяны 3 йәшендә һабантуйҙа ҡатнаштырып ҡарарға булдым. Ул саф башҡортса матур һөйләшә ине. «Ҡарлуғас» йырын сәхнәгә сығып йырланы. Бөтәһенә лә бик оҡшаны, хайран ҡалдылар һәм ҡыҙым 1-се урын алды. Ошо еңеү менән рухланып, балалар менән ултырып һөйләштек тә төркөм асырға ҡарар иттек. Оло ҡыҙым Зөлфиә матур бейей ине, уртансы ҡыҙым Альбина менән үҙем ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә башлаған мәл. Шулай итеп, 1993 йылда «Башҡорттар» төркөмө рәсми рәүештә эшләй башланы. Үҙебеҙгә милли костюмдар тектек. Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең бөтә байрам сараларында әүҙем ҡатнаштыҡ.
Һуңынан Софья үҙенең «Сона» ансамблен асты. 2008 йылда «Ҡомартҡы» һәм «Эҙләү» тип аталған йәштәр хәрәкәтен булдырҙы. Был проекттың бер йүнәлеше булып Үзбәкстан тарихында һәм мәҙәниәтендә сағыу эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең нәҫелдәрен табыу тора.
Зөлфиә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегаты булды, ул беҙҙең даими бағымсы ла. Әле Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәй. Үҙҙәрендәге башҡорттар менән танышып, берләшеп, башҡорт ойошмаһын асырға ниәтләй. Үзбәкстанға ҡайтҡан саҡта Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә килә, байрам сараларында алып барыусы була.
Альбина ҡыҙым – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, шулай уҡ бағымсыбыҙ һәм ойоштороусы. Ул теккән милли костюмдарҙы әле лә бик йыш ҡулланабыҙ.
Хәҙер инде ҡыҙҙарым һәр береһе үҙ аллы тормош көтә, дүрт ейәнем бар. Улар милли үҙәкте онотманылар ғына түгел, киреһенсә, тағы ла әүҙемерәк эшләй башланы. Сөнки хәҙер этнотөркөмөбөҙ ишәйҙе: ейәндәрем дә бында бик яратып, дәртләнеп йөрөй. Тимур бәләкәйҙән бөтә сараларҙа ҡатнаша: телевидениела сығыштарҙа ла, күргәҙмәләрҙе биҙәүҙә лә. Мәҫәлән, ҡумыҙҙың нисек килеп сығыуы тураһында легенданы төшөргәндә ул төп ролде башҡарҙы. Марат менән икеһе бейеү түңәрәгенә йөрөнө. Марат ҡурайҙа уйнай. Әмиргә – 10 йәш, башҡортса шиғырҙар һөйләй, конкурстарҙа ҡатнаша, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә, бейеүгә лә һәләте бар. Иң бәләкәй ейәнем Романға әле 1 йәш кенә.
Беҙҙең ғаилә ике альбом, фотостендтар төҙөнө, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн хәйриә кисәләре уҙғарыла. 100 битлек ике альбомдың береһе – ветерандар тураһында, икенсеһе – Үзбәкстандағы Башҡорт ҡоролтайының 25 йыллыҡ тарихы хаҡында. Әле тағы ике альбом өҫтөндә эшләйбеҙ. Үҙебеҙҙең «Башҡорттар» этнотөркөмөнөң ҡаҙаныштарын бергә тупланыҡ, тарих булып ҡалһын тинек. Икенсеһе – Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең 30 йыллығына бағышланған альбом. Был эштәрҙе эшләүе, әлбиттә, еңел түгел. Материал тупларға, тарихты өйрәнергә, кешеләр тураһында мәғлүмәттәр йыйырға тура килә. Матди яҡтан да кеҫәгә һуға инде, сөнки барыһын да үҙебеҙҙең аҡсаға эшләйбеҙ.
Беҙҙең өйөбөҙ милли стилдә йыһазландырылған. Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ алып ҡайтабыҙ, башҡорт йолалары менән ҡаршы алабыҙ, милли аш-һыуҙар әҙерләйбеҙ, ҡумыҙҙа уйнап, йырлап күңелдәрен асабыҙ. Был инде йолаға әйләнгән. Һәр килгән кеше өйөбөҙҙө күргәс, хайран ҡала. «Башҡорт милли музейына килеп ингән һымаҡ булдыҡ», – тиҙәр. Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, яҙыусы Рәшит Низамов, Нияз Мәжитов, Салауат ҡалаһының драма театры артистары һәм тағы бик күп билдәле кешеләр беҙҙең өйҙә ҡунаҡ булып китте.
Әлбиттә, һәр милли байрамдарҙы ла ҙур итеп үткәрәбеҙ. Үҙебеҙ йәшәгән Сергели районындағы башҡорттар менән бик тығыҙ аралашабыҙ, туғанлашып бөткәнбеҙ инде. Өйҙәге бөтә байрамдарға ла уларҙы саҡырабыҙ. Ҡөрьән аштары, Ғәйет байрамы, Ураҙа байрамы һ.б. бергәләшеп әҙерләнеп, милли аштар бешереп, бөтә йолалар буйынса үткәрәбеҙ.
– Башҡортостанда «Сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарҙы Башҡортостан Республикаһына үҙ ирке менән күсеүгә булышлыҡ итеү» программаһы эшләп килә. Был мөмкинлекте файҙаланып, Тыуған илгә ҡайтырға теләүселәр бармы икән?
– I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарынан һуң Үзбәкстан башҡорттары ныҡ йәнләнеп китте. 90-сы йылдарҙа һәр башҡорттоң, әлбиттә, үҙ иленә ҡайтҡыһы килде. Сөнки башҡорттар ер-һыуға ныҡ бәйле халыҡ, ҡан тарта, йән тарта, туғандар янында йәшәге килә. Бөтәбеҙ ҙә инде шундай ҙур өмөттәр менән тырышып эшләй башланыҡ. Башҡортостанға ҡайтарыр өсөн 200 ғаилә йыйҙыҡ, ҡарт-ҡоро, пенсионерҙарҙы түгел, ә йәштәрҙе. Шундай шарт булды: ата-әсәһе, балалары менән йәш ғаиләләр.
Шунан һуң Балтик буйы илдәрендә сыуалыштар башланып китте, шул илдәрҙән күсеп ҡайтыусыларға беренсе сиратта ярҙам итергә тигән ҡарар сыҡты, һәм беҙ шулай итеп ҡайта алмай ҡалдыҡ. Бына шулай сит илдәрҙәге башҡорттарҙы тарихи Ватанына күсереү тураһындағы ҡоролтай программаһы Башҡортостан Республикаһы тарафынан үтәлмәне, тик ҡағыҙҙа ғына ҡалды. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ныҡ тырышҡайныҡ, кешеләрҙе шул тиклем өмөтләндергәйнек. Уларҙың ғаризалары, документтары әле лә миграция хеҙмәтендә ята, мин ҡайтҡан һайын унда барып белешеп йөрөнөм. Күбеһе үҙ көстәре менән күсеп ҡайтты. Баштараҡ телгә алған «Ирәндек» ансамбле етәксеһе Афина Саҙретдин ҡыҙы ла 2003 йылда ғаиләһе менән тыуған яҡҡа күсеп китте.
Әле яңыраҡ «Беҙ үҙебеҙ башҡорттар» тигән онлайн платформала бик матур әңгәмәләшеү булды. Унда сит илдә йәшәгән башҡорттарҙы тыуған иленә ҡайтарыу мәсьәләһе йәнә күтәрелде, программа яңынан эшләй башланы. Беҙҙән бер нисә кеше теләк белдерҙе лә инде. Ниндәй документтар йыйырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә – шуның тураһында ентекләп һөйләнеләр. Был юлы күптәрҙең тыуған иленә ҡайтыу хыялы тормошҡа ашыр, тигән өмөттәбеҙ.
– Пандемия башланғас, эш планығыҙға ла үҙгәрештәр индерелгәндер. Башҡортостан менән бәйләнеш өҙөлөп ҡалманымы?
– Эйе, коронавирус арҡаһында булдырылған сикләүҙәр байтаҡ сараларҙы тотҡарланы. Беҙҙең Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең 30 йыллыҡ юбилейы нәҡ ошо осорға тура килде. Беҙ уны бик ҙур кимәлдә, меңәр кеше йыйылған ҙур залда үткәрергә уйлағайныҡ та бит, кисектереп торорға тура килде. Һабантуй ҙа, Республика көнө лә билдәләнмәй тороп ҡалды.
«Возрождение» башҡорт халҡына ярҙам Фонды «Мәҙәниәт каруаны» пилотлы грант проекты Үзбәкстанда йәшәүсе башҡорттарға туған телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуҙа булышлыҡ итә. «Мәҙәниәт каруаны» проекты «Башҡорт теле йылы – 2020» берләшкән проект эсенә инде һәм Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ Фонды менән финанслау өсөн раҫланды. Был проект раҫланған 35 проекттар араһында иң юғары балл йыйҙы (97,3%). Беҙҙең ойошмаға ошо грантта еңгән өсөн милли костюмдар, компьютерҙар, музыка ҡоралдары бүләк иттеләр. Тик коронавирус арҡаһындағы сикләүҙәр сәбәпле, был бүләктәр әле беҙгә тапшырылмаған.
«Ләйсән» ансамбле сығыш яһай
Быйыл «Ағиҙел» клубының 10 йыллығын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Хәҙер инде 100 кешелек кенә залда үткәрербеҙ, моғайын. Сикләүҙәр кәмей төшкәндәй, Аллаһы бойорһа, быйыл ошо күркәм сараны матур итеп үткәрергә яҙһын.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан менән бәйләнештәр интернет селтәрендә бара. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сайтын даими күҙәтеп барабыҙ. Барлыҡ яңылыҡтар, мөһим ваҡиғалар менән танышбыҙ. «Ҡоролтай тауышы» электрон гәзитен дә уҡып торабыҙ, төрлө опростарында ҡатнашабыҙ. Түңәрәк өҫтәлдәрҙә, конференцияларҙа, кәңәшмәләрҙә интернет селтәре аша ҡушылабыҙ, сығыш яһайбыҙ. Өлкәнерәк йәштәге кешеләр күмәкләп йыйылышып, махсус залда ултыра. Әле яңыраҡ интернет селтәре аша «Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар» тигән фәнни-мәғариф платформа булып үтте. Был платформа М.Аҡмулла исемендәге БДПУ тарафынан ойошторолдо. Унда Үзбәкстан һәм Башҡортостандың сит илдә йәшәүсе башҡорт ғалимдары һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Үзбәкстанда бөтәһе 9 башҡорт ойошмаһы теркәлгән. Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән тығыҙ эшмәкәрлек алып бара. Был осрашыу Үзбәкстан Республикаһындағы башҡорт йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәре менән фәнни һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе асыу һәм ойоштороуға йүнәлтелде, 100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттарына Үзбәкстан абитуриенттарын ҡабул итеү, берлектә фәнни-практик конференциялар үткәреү тураһында ҡарар ителде. Онлайн рәүештә башҡорт теле дәрестәре, ҡурай, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеүҙәр, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте тураһында дәрестәр алып барыласаҡ.
– Үткән йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Үзбәкстан менән халыҡ-ара брифинг ойошторҙо. Был ике ил өсөн дә беренсе тәжрибә ине. Һеҙгә уның файҙаһы тейҙеме?
– «Ватандан ситтәге башҡорттар: ярҙам итеү юлдары һәм хеҙмәттәшлек потенциалы» – ошондай исем аҫтында үтте ул. Ысынлап та, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Үзбәкстандың Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр менән бәйләнештәр комитеты, Ә.Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә үткәрҙе уны. Брифингта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары, Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың мәҙәниәт, мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Үзбәкстандың Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр менән бәйләнештәр комитеты етәкселеге, Рәсәйҙең Сит илдәр менән хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сит илдәрҙә эшләгән башҡорт йәмәғәт ойошмалары, Канада, Италия, Швейцария һәм Белоруссияла йәшәгән милләттәштәр ҙә ҡушылды.
Үзбәкстан башҡорттары Ташкентта Башҡортостан сауҙа вәкиллеге асыу тураһында тәҡдим индерҙе. Үзбәкстан Республикаһы Министрҙар Кабинеты янындағы сит илдәр менән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре Комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Тошевтың да сығышы бик йөкмәткеле булды. «Үзбәкстандың бойондороҡһоҙлоғо булдырылған беренсе көндән үк дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөктәренең береһе булып илдә йәшәгән барлыҡ халыҡтар өсөн үҙ телдәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәни мираҫын, милли оҡшашлығын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырылды», – тине ул сығышында.
Бындай осрашыуҙар рухи-әхлаҡи, гуманистик ҡиммәттәр тирәләй йәмғиәттең тупланыуына, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡтың нығыныуына булышлыҡ итәсәк.
– Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең бөгөнгө көндә ниндәй проблемалары бар?
– Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 69 статьяһына өҫтәмәләрҙә: «Рәсәй Федерацияһы сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙға уларҙың хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу, уларҙы яҡлауҙы тәьмин итеү, дөйөм Рәсәй мәнфәғәтен һәм мәҙәни оҡшашлығын һаҡлауҙа ярҙам күрһәтә» тигән юлдар бар. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, законға сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү буйынса төҙәтмәләр индерелергә тейеш. Был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителер һәм РФ халыҡтарының сит илдәрҙә булған милли-мәҙәни үҙәктәре РФ гранттарында ҡатнаша алыр, тип ышанам.
«Башҡорттар» төркөмө йәштәре
Тағы ла бер борсоған нәмә – ҡурай уҡытыусыһы булмауы. Йәштәр ҡурайҙа уйнарға интернет селтәренән ҡарап өйрәнә. Ә шулай ҙа бер яҡшы уйнаған кеше, русса әйтмешләй, «в живую» өйрәтһә, бик һәйбәт булыр ине. Элек Ниязбәк Фазыл улы Мусин уйнай торғайны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булып ҡалды. Беҙгә ҡурай уҡытыусыһы бик кәрәк ине. Бәлки, Үзбәкстанда йәшәгән башҡорттар араһында оҫта ҡурайсылар ҙа барҙыр, тик беҙ улар менән таныш түгелбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән мәғариф өлкәһендәге бәйләнештәр һүлпәнәйҙе. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына квота алыу ҡыйынлашты. Бынан тыш, Башҡортостанда уҡыған студенттар, йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ, сөнки ата-әсәләренең тыуған ере уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормай. Теркәлеү, йәшәү өсөн рөхсәт алыу кеүек кәртәләрҙе үтеү ҡайһы саҡ бик ауырға төшә.
Беҙ үҙ еребеҙҙән, ғәзиз Уралыбыҙҙан айырылһаҡ та, халҡыбыҙҙан айырылырға теләмәйбеҙ. Сөнки бөтә тамырҙарыбыҙ, йәшәү рухыбыҙ шунда. Башҡортостандан бер нисә мең километр алыҫлыҡта йәшәһәк тә, башҡорт булып ҡалабыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!