Эммануила Хәбиб ҡыҙы – ғәйәт талантлы, оло йөрәкле, бар яҡтан да үҫешкән ҙур шәхес. Атаһы Яппаров Хәбибрахман Тимерхан улы Башҡортостандың Тәтешле районы Күрҙем ауылында тыуған. Әсәһе Мансурова Әнүәрә Фазыл ҡыҙы билдәле сәнғәт кешеләре – Мансуровтар нәҫеленән: Фәүәт Мансуров Мәскәүҙәге Оло театрҙың директоры, ике ағаһы билдәле йырсы һәм бейеүсе булғандар.
1954 – 1975 йылдарҙа ул Эммануила Хәбиб ҡыҙы Өфөлә йәшәгән, Өфө нефть техникумында уҡып, нефть, газ һәм ИЖТ эшкәртеү буйынса технолог булған. Ошо һөнәр буйынса Комсомольск-на-Амуре, Өфө нефть эшкәртеү заводтарында, фәнни-тикшеренеү институттарында, нефтепроводта һәм "Башнефть" йәмғиәтенең нефть промыслаларында эшләгән. 1975 йылда Ташкент ҡалаһына күсеп киткән. 1987 – 1991 йылдарҙа Низами исемендәге Ташкент педагогия институтында уҡып сыҡҡас, эш башҡарыу (делопроизводство) фәненән уҡыта башлаған.
Эммануила апай юғары категориялы уҡытыусы, 46 йыл стажы бар. Ләкин хаҡлы ялға сыҡҡас та йәмғиәт эштәренән ситләшмәй. Тәүҙә бәйләм бәйләү түңәрәген асҡан, аҙаҡ – оло йәштәге кешеләр өсөн аралашыу төркөмөн. Шунан инде «Ағиҙел» клубын етәкләгән. Был клубтың үҙ фольклор, балалар бейеү ансамблдәре лә бар. Эммануила Хәбиб ҡыҙы төрлө сараларға сценарийҙар яҙа, хатта шиғри сценарийҙары ла байтаҡ. Ансамбль өсөн костюмдарҙы үҙе теккән. Клуб ағзаларында ижадҡа һөйөү уята. Ташкенттағы барлыҡ театрҙар, музейҙар, киностудиялар, милли үҙәктәр менән тығыҙ бәйләнештә тора. Клубтың ярҙамға мохтаж булған ағзаларына ярҙам ҡулын һуҙырға һәр ваҡыт әҙер: матди ярҙамға документтар йыя, санаторийҙарға путевка юллай.
Эмма Хәбиб ҡыҙы бар яҡтан да оҫта кеше. Матур итеп милли кейемдә ҡурсаҡтар, төрлө уйынсыҡтар тегә, кейеҙҙән тирмә лә эшләгән. Былтыр «Ағиҙел» клубы зәғиф балалар өсөн байрам кисәһе үткәргән. Иң ҡыуаныслыһы – балаларға клубтың ағинәйҙәре үҙ ҡулдары менән теккән, бәйләгән бүләктәр, уйынсыҡтар тапшырыла. Толерантлыҡ көнөндә клуб менән Сәнғәт музейында күргәҙмә ойоштороп, III урынға лайыҡ булғандар, ҡиммәтле бүләк менән Диплом алғандар. Яңы йыл алдынан телевидениенан килеп, эшмәкәрлектәре тураһында тапшырыу төшөргәндәр. Эммануила Хәбиб ҡыҙы күп Дипломдар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамоталары, «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнгән. Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар парламенты 2019 йылдағы конференцияла «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләгән.
Ошо көндәрҙә Эммануила Хәбиб ҡыҙы матур байрамын, күркәм юбилейын билдәләй – уға 80 йәш тула. Уны ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, эшендә уңыштар, яңы үрҙәр, ижади илһам, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Үзбәкстандағы башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты, уның тарихы, эшмәкәрлеге, бөгөнгө көнө тураһында февраль һанында уҡый алаһығыҙ.