Все новости
Публицистика
15 Января , 16:00

Сибай баҡыр ятҡылыҡтарын кемдәр асҡан?

Сибай ҡалаһына – 70 йыл. РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1955 йылдың 21 ноябрендә Сибай эшселәр ҡасабаһына республика (БАССР) әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә. Ул үҙенең барлыҡҡа килеүе менән Иҫке Сибай һәм Яңы Сибай баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарына бурыслы. Төп темаға күсер алдынан тарихҡа күҙ һалайыҡ.

Сибай баҡыр ятҡылыҡтарын кемдәр асҡан?
Сибай баҡыр ятҡылыҡтарын кемдәр асҡан?

Аталы-уллы Хоҙайбирҙиндәрҙең ятҡылыҡты асыуы

Ирәндек тауҙары биләмәһендә кешеләрҙең борон-борондан йәшәгәне билдәле. Неолит һәм иртә бронза дәүерҙәрендә (беҙҙең эраға тиклемге III быуат аҙағы – II быуат осоро) был ерҙәрҙә сарматтар йәшәгән. Һуңыраҡ (VIII–IX быуаттарҙа) был урындарҙы башҡорттар үҙ иткән.
Беҙҙең ҡала ошо ерҙәр тарихына ҙур өлөш индергән кеше исеме менән атап йөрөтөлә. Сибай – бөрйән ырыуына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Атайсалдың туранан-тура етенсе быуын нәҫеле.
Атайсалдың биләмәһе бик киң булып, хәҙерге Күгәрсен районынан башлап Урал аръяғы далаларына тиклем ерҙәрҙе алып торған. Ырыуҙарының төп ауылы Саньяп тирәһенә ситтән күсеп килгән халыҡтар урынлаша башлағас, 1663 йылда, Сибай, бүтән община етәкселәре Айсыуаҡ, Байдәүләт һәм Биктимер менән һөйләшеп, ғаиләләре менән Урал аръяғына – Ирәндектең көнсығыш битләүенә күсеп килгәндәр һәм, һыуға, йыл­ғаларға бай көтөүлектәргә ҡыҙы­ғып, Ҡарамалы йылғаһы буйында Сибай-Атайсал ауылына нигеҙ һалғандар, тип яҙа тарихсылар. 1718 йылдан алып 1887 йылға тик­лемге ревизия китаптарына ул шул исемдә инеп ҡалған. 1844–1848 йылдарҙа бер нисә ғаилә, Сибай ауылынан күсеп сығып, Ҡарағайлы йылғаһы буйлап ете саҡырым самаһы түбәндәрәк яңы ауыл булып ултыра. Шунан алып, был ауылдарҙы бутамаҫ өсөн, өҫкөһөн – Иҫке, түбәндәгеһен Яңы Сибай тип йөрөтә башлайҙар. 1859 йылғы ревизия ҡағыҙҙарында Яңы Сибайҙа 44 ир һәм 44 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, тип күрһәтелгән.
1939 йылдан Яңы Сибай ауылы Сибай ҡасабаһы булып китә. 1955 йылдан – Сибай ҡалаһы.
Иҫке Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы 1913 йылда урындағы руданы таныған башҡорттар ярҙамында асыла. Был турала күп легендалар йөрөй. Шуларҙың береһе – ысынбарлыҡҡа ныҡ яҡын булғаны тураһында яҙып үтмәксе булам.
Сибай ҡалаһының «Атайсал» гәзите редакцияһында журналист Ә.Арғынбаевтың «Сибай рудаһы ҡасан табылған?» исемле мәҡәләһе һаҡлана. 1963 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫылған (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзиттең һанын, баҫылған көнөн һәм айын билдәләү мөмкин түгел) материалда автор тарихсылар иғтибарына лайыҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә.
«Бынан илле йыл элек хәҙерге Сибай ҡалаһының ултырған урыны ҡылғанлы ялан ине. Көҙ етеп, беренсе ҡырпаҡ ҡар яуыу менән һунарсылар Ирәндек типһенендәге аҫ, көҙән, ҡуян һәм төлкөгә һунар башлай торғайны.
...Шундай тәүге ҡырпаҡ ҡар ергә ятыу менән Бәләкәй Сибай ауылының (Яңы Сибай тип аңларға кәрәктер. – Ф.Ә.) йәш һунарсыһы Әбүбәкер, йүгерек атына атланып, биленә кәйлә, көрәген ҡыҫтырып, ике этен эйәртеп, туғай буйына һунарға китә. Ауылдан бер аҙ китеү менән ул ҡар өҫтөндәге аҫ эҙенә тап була. Күп тә үтмәй, эҙҙәр ерҙәге өңгә инеп юғала.
Һунарсы кәйләһе менән яңы туңа ғына башлаған ерҙе ҡаҙырға тотона. Ярты метр самаһы ҡаҙғас, аҫ ялп итеп өҫкә ырғып сыға һәм ҡасмаҡсы була. Ләкин эргәлә торған эттәр аҫты икенсе өңгә үткәрмәй. Беренсе табыш эйәргә тағыла.
Икенсе аҫтың өңө тәрәнерәк була, ләкин уныһы ла ҡасып ҡотола алмай. Һунарсы бер нисә аҫ һәм ҡуянды эйәренә аҫып, атына атлана. Шунда уның иғтибарын өңдәр ҡаҙғанда өҫкә сығарған ҡыҙыл балсыҡлы таштарҙың йымылдауы йәлеп итә. Һунарсы, атынан төшөп, ҡыҙғылт-һары таштарҙы ҡулына ала, ә улар ҡулын буяй. «Бәлки, был балсыҡлы таш тирмә кәртәһен буярға эшкинер?» – тип, ул бер нисәүһен тоғона һалып, өйөнә алып ҡайта.
Алып ҡайтҡан был таштарға артыҡ иғтибар булмай, улар ҡыш буйы ишек алдында ята. Яҙ үтеп, йәй етә. Һунарсының атаһы Әмир ҡарт тышҡа сыҡҡан һайын, ҡояш нурҙарында йымылдашып ятҡан был таштарҙа берәр сер юҡ микән, тип уйлана башлай. Йәкшәмбе көндө Баймаҡ баҙарына барышлай, ул өс-дүрт киҫәк ташты үҙе менән алып китә һәм баҡыр иретеү заводы идарасыһы Кабановҡа алып барып бирә. Бер нисә көндән һуң, пар ат егеп, управляющий үҙе Бәләкәй Сибайға килеп төшә. Әмир ҡарт был таштарҙы улының табыуын әйтә, ә Әбүбәкер ағай аҫ аулаған ерҙәрҙе күрһәтә. Кабанов иһә, пробаға тағы бер тоҡ таш тейәп, ашығыс рәүештә ҡайтып китә.
Бер нисә көндән, Баймаҡ гео­логтары килеп, өңдәр урынында шурфтар ҡаҙырға тотона. Һөҙөмтәлә шахта барлыҡҡа килә. Көҙгә табан 50–70 метр тәрәнлектән баҡыр колчеданы рудаһы сығарыла башлаған.
Был ваҡиға 1913 йылда була. Сибай шахталарының боронғо забойщигы, хәҙерге хеҙмәт ветераны, Иҫке Сибай ауылы кешеһе Хәйбулла ағай Хөсәйеновтың һөй­ләүе буйынса, руда өлгөләрен Бай­маҡҡа алып барып күрһәткәне өсөн завод управляющийы Кабанов Әмир Хоҙайбирҙингә 13 һум аҡса, бер нисә әсмүхә сәй һәм шәкәр бүләк иткән. Ә аҫ өңөнән беренсе булып тирмә буярға тип өлгө алып ҡайтҡан улы Әбүбәкер бөтөнләй онотолған. Күп тә үтмәй, Әбүбәкер Беренсе донъя һуғышына алынған һәм 1918 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡан.
...Сибай рудаһын беренсе булып үҙ ҡулдарында тотоп ҡара­ған һунарсы Әбүбәкер ағай Хо­ҙайбирҙин күп йылдар Баҡыр Үҙәк һәм Сибай рудниктарында эшләне. Шунан, улдарын һәм ҡыҙҙарын үҙ урынында ҡалдырып, хаҡлы ялға сыҡты. Уға 75 йәш. Улдарының береһе, коммунист Усман Хоҙайбирҙин Сибай ҡала советы депутаты һәм Сибай руднигының алдынғы экскаватор машинисы», – тип яҙа Арғынбаев.
Мәҡәлә аҫтына геология-минералогия фәндәре кандидаты, хәҙер инде мәрхүм Миңләхмәт Моталов (ул Рәсәй Тау фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы ла ине): «Был мәсьәлә бик ҡыҙыҡлы. Быға тиклем бөтә рәсми документтарҙа бай баҡыр колчеданы ятҡылығын Англияның акционерҙар йәмғиәте асҡан, тип йөрөтөлә ине. Баҡһаң, уны асыусы Әбүбәкер Хоҙайбирҙин икән», – тип өҫтәгән.
Шулай итеп, Иҫке Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын асыусы итеп, һис бәхәсһеҙ, аталы-уллы Әмир менән Әбүбәкер Хоҙайбирҙиндәр иҫәпләнә. Быны Кабанов та таныған, тирә-яҡта йәшәгән халыҡ та шулай ти. Әлбиттә, был ятҡылыҡты шурф разведкаһы барышында Е.Н.Попов менән уның иптәше Ш.Г.Шафеев асҡан, тигән яҙмалар ҙа осрап ҡуя. Уйлап ҡараһаң, улар бит Ә.Хоҙайбирҙин төртөп күрһәткән ерҙә руда барлығын йәки юҡлығын асыҡлаусы тау эшселәре генә.
Әйткәндәй, башҡорттар ара­һында элек тау тоҡомдарын иҫ киткес яҡшы белгән кешеләр булған. Ғәҙелша ауылы кешеләре, элек беҙҙең ата-бабалар алтынды ер өҫтөндә үҫкән үҫемлектәргә ҡарап билдәләгән, ти торғайны. Алтын промышленнигы Рәмиев, приискыларына сыҡҡанда, шундай оҫталарҙың береһен гел үҙе менән бергә алып йөрөгән. Приискыға килеп төшөү менән был алтын йыу­ған урындарҙы өйрәнергә сығып китә икән, үҫемлектәргә ҡарап, алтын күберәк ятҡан урындарҙы билдәләгән. Әйтеүҙәренсә, ул бер ҙә яңылышмаған.


Йәш геолог Исхаҡ Мотаевтың асышы

Иҫке Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы янында ғына ятҡан яңы полиметалл рудаһы ятҡылығын асыу Сибай эшселәр ҡасабаһы һәм халҡы яҙмышын тамырынан үҙгәртеп ҡороуға сәбәп биргән бәхетле осраҡ була. Һуңынан асыҡланыуынса, был ятҡылыҡ Уралдағы ятҡылыҡтарҙың иң ҙуры һәм перспективалыһы булып сыға. Рәсми сығанаҡтарҙа Яңы Сибай ятҡылығын асыусылар исемлегенә коллектор И.Ф.Мотаев, геолог Ф.И.Ковалев һәм геофизик С.А.Петропавловскийҙы индерәләр.
Ятҡылыҡ асылғас, Сибайға геологтар килә. 1936 йылда Иҫке Сибай ятҡылығының айырыуса бай бер өлөшөн эшкәртеү маҡсатында «Башзолото» тресы проекты бу­йынса 30 метр тәрәнлегендәге капиталь шахтаға нигеҙ һалына. Был шахтаны геологик яҡтан документлаштырыу эше Баҡыр Үҙәк һәм Сибай рудниктарының геология разведкаһында алты йыл коллектор (геолог ярҙамсыһы) һәм өлкән коллектор булып эшләгән Исхаҡ Фәләх улы Мотаевҡа ышанып тапшырыла. Белгестәр үҙҙәренең отчетында был районда эште туҡтатып, эҙләнеү эштәрен төньяҡтараҡ дауам итергә кәңәш бирә. Шахтаның ауыҙынан һуңғы забойына тиклем документлаштырып барған йәш геолог был фекер менән килешмәй. Руда үҙен бик сәйер тота: йә бәләкәй генә линзанан ҡапыл бер нисә тиҫтә метр киңлегендәге ҡеүәтле есемгә әүерелә, йә, шынаға әйләнеп, бө­төнләй юҡ була. Бындай күренеш бер тапҡыр ғына түгел, бик йыш ҡабатлана. Етмәһә, ятҡылыҡ һаман да тулыһынса контурланмаған (сиктәре билдәләнмәгән). Тимәк, ул дөрөҫ булмаған ҡатмарлы конфигурациялы есем. Артабан үҙен нисек тотоуын күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел. Исхаҡ штректарҙы проходкалауҙы дауам итергә кәрәклеген белдерә, ләкин таусылар, ятҡылыҡты эшкәртеү проектының ҡәтғилегенә һылта­нып, уның тәҡдимен иғтибарһыҙ ҡалдыра.
Иҫке Сибай ятҡылығының йәнлек өңө тирәһендә табылған көрән тимер рудаһы һыныҡтары буйынса асылғанын белгән Исхаҡ Мотаев был өмөтлө билдәне ер өҫтөндә эҙләй башлай.
Һуғыш алдынан Сибайҙа торлаҡ мәсьәләһе бик ҡырҡыу тора. Таусылар буш ваҡыттарында үҙҙәренә йәшәр өсөн урын йүнләй: кемдер землянка өсөн соҡор, өй нигеҙе урыны, икенселәр мөгәрәп, ҡоҙоҡ ҡаҙа. Исхаҡ бушлай башҡарылған был «тау эштәре»нең береһен дә күҙҙән яҙҙырмай, соҡор, ҡоҙоҡ, мөгәрәптәргә ентекләп документ төҙөй башлай. Көсө әрәмгә китмәй: бер ҡоҙоҡто ҡаҙғанда сығарылған балсыҡ араһында бик күп көрән тимер рудаһы һыныҡтарын күреп ҡала. Шунда уҡ, оҙаҡҡа һуҙмай, анализ өсөн проба һайлап ала. Анализ һәр тонна тау тоҡомонда 840 миллиграмм алтын, 82 грамм көмөш һәм 0,23 процент баҡыр булыуын күрһәтә. Йәш геолог өсөн бик әһәмиәтле был ҡоҙоҡто Чапаев урамының көньяҡ осонда Павел Филипович Буланов ҡаҙған була.
Үҙ асышы менән ҡанатланған Мотаев был турала рудниктың техник етәксеһе Буталовҡа еткерергә ашыға, ләкин Буталов, ҡоҙоҡто тәрәнәйтеү өсөн аҡса юҡлығына һылтанып, ҡул һелтәй. Ул осорҙа Сибайҙың үҙендә геология-разведка ойошмаһы булмай, шуға күрә Мотаевҡа, табыш урынында разведка үткәреүҙе һорап, Байҡара прииск идаралығының баш геологы А.Г.Беликовҡа мөрәжәғәт итергә тура килә. Ләкин юғары дәрәжәгә эйә белгес был көрән тимер рудаһы һыныҡтары ул ергә ниндәйҙер икенсе юл менән, мәҫәлән, Иҫке Сибай ятҡылығынан килеп эләгеүе мөмкин, тип иҫәпләй һәм Мотаевтың белдереүен иғтибарһыҙ ҡалдыра.
Ике йылдан һуң арыу-талыуҙы белмәгән разведчик элекке табышы урынынан 200–300 метр ситтәрәк, Баймаҡ руда идаралығы контораһы нигеҙе өсөн ҡаҙылған соҡорҙа, тағы ла шундай уҡ көрән тимер рудаһы һыныҡтарына тап була. Был урындан алынған пробалар ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Был юлы ул үҙенең табыштары тураһында
Сибай руднигы биләмәһен геология йәһәтенән төшөрөп алырға килгән Мәскәү геологы Ф.И.Ковалевҡа һөйләй һәм үҙе йыйып алған өл­гө­ләрҙе күрһәтә. Мәскәү геоло­гын был бик ҡыҙыҡһындыра. Һу­ңыраҡ Ковалев үҙе лә Иҫке Сибай ятҡылығынан бер километр көньяҡтараҡ, Хоҙайбирҙин урамында йәшәгән забой эшсеһе Зәйнулла Ғөбәйҙуллин ҡоҙоғонан сыҡҡан балсыҡ араһынан шундай уҡ көрән руда эҙенә юлыға.
Ковалевтың абруйы Сибайҙа һәм яҡын тирәлә геология-разведка эшенә ҡарашты ҡырҡа үҙгәртергә ярҙам итә. Уның инициативаһы менән Баймаҡ руда идаралығы директоры һәм Баймаҡ геология-разведка партияһы начальнигы исеменә көрән тимер рудаһы табылған райондарҙа төҙөлөштө кисекмәҫтән туҡтатыу һәм ҙур кү­ләмле геология-разведка эшен
башлап ебәреү кәрәклеге тураһын­да доклад тапшырыла. Был урынды тикшереү өсөн Баҡыр Үҙәк
руднигынан С.А.Петропавлов­ский етәкселегендәге геофизика партияһы саҡыртыла.


Уралдағы иң бай баҡыр колчеданы ятҡылығы

С.А.Петропавловский Сибайға 1939 йылдың сентябрендә килә. Ковалев менән Мотаев уны үҙҙәренең табыштары һәм уй-фекерҙәре менән таныштыра. Актив эҙләнеү эштәрен йәйелдереп ебәргән геофизиктар ер аҫтында иҫ киткес запасы булған руда ятҡылығы барлығын дәлилләүсе көслө аномалияға юлыға.
Киләһе йылына механик ысул менән бырауланған 94-се скважина 8 метрҙан алып 176 метр тәрәнлегендәге арала ҡеүәтле колчедан рудаһы ятҡанлығын раҫлай. Уралдағы иң бай баҡыр колчеданы ятҡылығы Яңы Сибай ятҡылығы атамаһын ала. Илдең төҫлө металлургия министры приказы менән башлап асыусылар ҙур күләмдәге аҡсалата премия менән бүләкләнә. Ләкин ул исемлектә Исхаҡ Мотаев булмай.
Был турала Рәсәй Тау фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы Миңләхмәт Моталов тү­бәндәгеләрҙе яҙа.
«Элекке СССР Төҫлө метал­лургия министрлығы геология
идаралығының Яңы Сибай ят­ҡылығын башлап асыусылар ту­раһында мәсьәлә ҡаралған кә­ңәшмәһе документтарында Ф.И.Ковалев менән С.А.Петро­павловскийҙың ғына исемдәре телгә алынған. И.Ф.Мотаевтың ҡатнашыуы хаҡында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер һүҙ ҙә әйтелмәгән. Ул заманда бындай күңелһеҙ хәлдәр йыш ҡына осрап торған. Һәр тармаҡтың ябай хеҙмәткәренә үҙенең башлап асыусы икәнен иҫбатлау ғәмәлдә мөмкин булмаған. И.Ф.Мотаевтың юғары инстанцияларға ныҡышмал яҙып та һөҙөмтәгә ирешә алмауы – ошоноң асыҡ дәлиле. 1949 йылдың ғинуарында СССР Металлургия сәнәғәте министрлығы Ф.И.Кова­лев, С.А.Петропавловский һәм К.Д.Субботинды (разведканың техник етәксеһе), 1948 йылдың де­кабрендә СССР Фәндәр академи­яһының Урал бүлексәһе С.Н.Ива­нов, К.П.Коршунов, М.И.Мер­куловты Сибай баҡыр колче­даны ятҡылығын асҡан өсөн Дәүләт премияһына тәҡдим итә».
Ҡыуанысҡа, хәҡиҡәт өсөн көрәштә Исхаҡ Мотаев бер үҙе булмай. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын асыу ваҡиғаһын тикшереүсе архив хеҙмәткәре Х.Р.Еникеев һәм «Башкиргеология» производство берекмәһен­дәге коллегалары был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең иғтибарын түбәндәгегә йүнәлтә. «Яңы Сибай ятҡылығын асыу менән бәйле ваҡиғаларҙы ҡарағанда бер мөһим хәлде – Яңы Сибай ятҡылығы өҫтөндә рудник ҡасабаһы төҙөлөп ятыуын күҙ уңында тоторға кәрәк. И.Ф.Мотаевтың 1937 һәм 1939 йылдарҙа ҡоҙоҡтан тапҡан тәүге көрән тимер мәғдәне ул саҡта уҡ билдәле Иҫке Сибай ятҡылығындағы өйөмдән килеп эләккән тип ҡабул ителгән. Ул ны­ҡышмалыраҡ булмаһа, хәҙерге көндәге Сибай ятҡылығы кеүек эре сәнәғәт объектын асыу оҙаҡ ваҡытҡа тотҡарланыр ине. Бөтә Союз минерал сеймал институты
геологы Ф.И.Ковалевтың 1939 йылда көрән тимер рудаһы табыл­ған урындарҙа тикшереүҙәр үткәрер­гә тәҡдим итеүе, унан һуң бында ҡеүәтле сульфидлы руда ятҡылығы асылыуы, һис шикһеҙ, ваҡиғалар барышын тиҙләткән».
Ҡырҡынсы йылдарҙа Яңы Сибай участкаһында разведканың техник етәксеһе булған СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор С.Н.Ивановтың башлап асыусылар эше буйынса
комиссия исеменә ебәргән бе­лешмәһендә лә ошо хаҡта әйтелә: «И.Ф.Мотаевтың 1937 йылда Иҫке Сибай участкаһынан көньяҡта көрән тимер рудаһын табыуы раҫлана».
Артабан Святослав Нестерович, көрән тимер руда сыҡҡан ҡоҙоҡ тураһында документ И.Ф.Мотаев тарафынан төҙөлгән һәм пробалар химик анализға тапшырылған, тип билдәләй. Был химик анализдар колчедан ятҡылыҡтарына хас баҡыр, алтын һәм башҡа элементтарҙың булыуын күрһәткән. «Ләкин, – ти С.И.Иванов, – ул ваҡытта эҙләү-разведкалау эшен алып барған ойошмалар («Башзолото», «Башмедькомбинат») көрән тимер һыныҡтары уғаса билдәле булған Иҫке Сибай участкаһынан килеп юлыҡҡан тип иҫәпләп, был мөһим мәғлүмәттәргә әһәмиәт бирелмәгән».
Башлап асыусылар эше буйынса комиссияға ингән Башҡортостан вәкилдәренә ҡарата ла ғәҙел ба­һа бирергә кәрәк. Улар 1967 йыл­дың 5 сентябрендәге 6-сы про­токолға былай тип яҙған: «Яңы Сибай ятҡылығын асыусыларҙы мәңге иҫтә ҡалдырыу маҡсатында СССР Геология министрлығына ебәрелгән исемлеккә комиссия И.Ф.Мотаевтың фамилияһын беренсе итеп ҡуйҙы».
Ниһайәт, ғәҙеллек өҫкә сыға. 1969 йылдың апрелендә Исхаҡ Фәләх улына «Ятҡылыҡты башлап асыусы» дипломы һәм билдәһе тапшырыла. Республиканың геология хеҙмәте ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ҡыҙыл Йондоҙ (ике тапҡыр), Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, «Георгий Жуков», «Маҡтаулы хәрби хеҙмәте өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Праганы азат иткән өсөн» миҙалдары менән наградланған. Яҡташтары алдындағы хеҙмәте өсөн уға ҡалала иң беренсе булып «Сибай ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә. И.Ф.Мотаев Хәйбулла районындағы «Маҡан», «Юбилей» ятҡылыҡтарын, шулай уҡ «Шырдан» кварцит ятҡылығын асыуға ла ҙур өлөш индерҙе. Ветеран утыҙ йыл элек, ҡаланың 40 йыллыҡ юбилейын байрам итергә бер нисә көн ҡалғас, донъя ҡуйҙы. Яҡташтары уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.

Сибай баҡыр ятҡылыҡтарын кемдәр асҡан?
Сибай баҡыр ятҡылыҡтарын кемдәр асҡан?
Сибай баҡыр ятҡылыҡтарын кемдәр асҡан?
Автор: Фәрит ӘХМӘРОВ, хаҡлы ялдағы тау инженеры, Сибай ҡалаһы
Читайте нас