Все новости
Публицистика
30 Марта 2018, 19:46

Милләт әсәһе

Күренекле аҡыл эйәһе Ризаитдин Фәхретдинов та тәрбиә мәсьәләһендәге хеҙмәттәрендә “Милләт әсәһе” тигән төшөнсә индерә һәм халыҡтың киләсәк яҙмышын билдәләүсе төп факторҙарҙың береһе итеп күрһәтә. Тап ошондай үҙенсәлектәргә эйә булыусы, ысын мәғәнәһендә милләт әсәһе исемен йөрөтөүсе шәхестәребеҙҙең береһе — Мәрйәм апай Бураҡаева менән замандаш, фекерҙәш булып, бер маҡсатта һәм бер йүнәлештә хеҙмәт итеүем менән сикһеҙ ғорурланам.

Рәсимә АЛЛАМОРАТОВА

Башҡорт халҡында борон-борондан ҡатын-ҡыҙға ҡарата иғтибарлы һәм ихти­рамлы мөнәсәбәт булған: ил инәләренең һүҙен тотҡандар, ҡыҙҙарҙың ҡыйыулығын хуплағандар, ир-ат яуҙа саҡта йорт имен­леген һаҡлаған, батыр улдар тәрбиәләгән ҡатындарҙың фиҙакәрлеген данлағандар. Бәндәбикәнән кәңәш алырға, күңел дауаларға Урта Азияның ҡылғанлы да­лаларынан уҡ килеп еткәндәр, Йәнтүрә батырҙың ҡатыны Ватан һуғышында Парижға тиклем барып, миҙал алып ҡайтҡан, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының хоҡуғы хаҡына ун алты йәшлек Рәбиға Ҡушаева оло ҡорҙа майҙан тотҡан, Зәйнәб Биишева төрки донъяһында беренселәрҙән булып трилогия ижад иткән. Ҡатын-ҡыҙ исемдәре менән аталған эпос, легенда, йыр-бейеүҙәребеҙ бихисап. Был образдарҙа башҡорт менталитетына хас үҙенсәлектәр ярылып ята: героик рухлы, аҡыллы, сабыр, ҡунаҡсыл, ихлас, ябай, йыр-моңға һәләтле, төҫ- ҡиәфәттәре менән дә, рухи йәһәттән дә матур, һөйкөмлө ысын милли характерҙар. Урал батырҙың изге теләк-ынтылыштарын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән Һомай инәбеҙҙән киләлер был сифаттар. Тарихҡа күҙ һалаһың да, бөгөнгөгә лә ҡараш ташлап, тап ошондай ҡатын-ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың арҡа һөйәген, еңелмәҫ һәм буйһонмаҫ рух ҡеүәтен тотоп торалыр, тигән уйға киләһең. Күренекле аҡыл эйәһе Ризаитдин Фәхретдинов та тәрбиә мәсьәләһендәге хеҙмәттәрендә “Милләт әсәһе” тигән төшөнсә индерә һәм халыҡтың киләсәк яҙмышын билдәләүсе төп факторҙарҙың береһе итеп күрһәтә. Тап ошондай үҙенсәлектәргә эйә булыусы, ысын мәғәнәһендә милләт әсәһе исемен йөрөтөүсе шәхестәребеҙҙең береһе — Мәрйәм апай Бураҡаева менән замандаш, фекерҙәш булып, бер маҡсатта һәм бер йүнәлештә хеҙмәт итеүем менән сикһеҙ ғорурланам.

Журналист, яҙыусы, уҡытыусы, педагог, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында күп балалы, эшһөйәр ғаиләлә донъяға килгән. Заманында үҙҙәренә белем алыу бәхете теймәгәс, ата менән әсә бар көстәрен балаларына тейешле аң-ғилем биреүгә һала, юғары уҡыу йортон тамамлап, ил, халыҡ өсөн файҙалы кеше булырлыҡ маҡсат ҡуйып йәшәргә өйрәтәләр. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Уның иҫтәлектәренә күҙ һалһаң, йәш кенә егет һәм ҡыҙҙарҙың алдарына оло мәсьәләләр ҡуя белеүенә хайран ҡалаһың: “Университетты та­мамлау тураһында диплом алғас, ҙур һөйләшеү өсөн бергә йыйылып, ошондай бурыстар билдәләгәйнек: хеҙмәт урындарыбыҙҙа башҡорт мәктәптәре асты­рыу буйынса эшләү, башҡорт телендә баҫылған матбуғатҡа мотлаҡ яҙылыу һәм башҡаларҙы яҙҙырыу, үҙ балаларыңды башҡортса һөйләштерерлек ғаилә ҡороу, Өфөлә ҡалыу һәм артабан үҫеү өсөн тырышыу, биш йыл һайын осрашып, башҡарылған эштәр тураһында һөйләшеп тороу, эшләгән урында башҡаларға өлгө булыу”. Был яуаплылыҡҡа Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы бик етди ҡарай. Хәҙерге көн юғарылығынан баҡһаң, билдәләнгән бейеклектәр яуланған, план хатта арттырып үтәлгән, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Ғүмер юлында ул үҙен оҫта һәм үткер ҡәләмле журналист, ғәжәйеп бай, һутлы телле яҙыусы, алдынғы ҡарашлы педагог, уҡытыусыларҙың методик оҫталығын камиллаштырыусы остаз, заман менән бергә атлаған, улай ғына ла түгел, күпкә алдараҡ барған йәмәғәт эшмәкәре итеп таныта. “Арғымаҡ” китабын уҡығандар Мәрйәм апайҙы публицист, философ, сәйәсмән, хәҙерге заманда бик популяр булған коуч-тренер булараҡ та күреүҙәре мөмкин. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен, аш-һыуын тергеҙеү менән шөғөлләнгәндә уның эшҡыуарлыҡ һәләттәре лә асыла, бер аҙҙан уның бизнес-идеялары бөтә республика буйлап тарала.

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ғүмер йылъяҙмаһындағы иң мөһим эштәрҙең береһе — мәктәп программаһына “Тормош һабаҡтары” предметының индерелеүелер, моғайын. Уҡытыу-тәрбиә биреү системаһындағы тәжрибәһе, журналист булып эшләгәндә ил-йорттағы хәл-әхүәлде күреп-белеп йөрөүе ошо етди хеҙмәткә тотонорға этәргес булғандыр. Автор үҙе лә: “Заман тала­бынан, халҡыбыҙҙың киләсәге ихтыяжынан килеп сыҡҡан уҡыу предметы ул “Тормош һабаҡтары”, — тип аңлатма бирә. Бөгөн Рәсәй белем биреү системаһына тап ошондай уҡыу предметы кәрәк булыуын таныуҙары, бөтә ил буйынса “Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи нигеҙҙәре” тигән дәрестең индерелеүе Мәрйәм апайҙың мәсьәләнең етдилеген егерме йыл алдан уҡ күрә белеүенә ишара. Әлбиттә, совет идеологияһы ҡыйралып, быға тиклем йәшәп килгән рухи ҡиммәттәрҙең юғалыуы үҙен һиҙҙерҙе, йәш быуындың әхлаҡи ҡибла эҙләү ихтыяжын юғары кимәлдә хәл итеү зарур ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был эш Рәсәй кимәлендә әле лә төп проблемаларҙың береһе булып тора.

Бына инде егерме йылға яҡын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре уҡытыу менән бергә, милли мәктәптәрҙә “Башҡорт мәҙәниәте” исеме аҫтында алып барылған тормош һәм халыҡ һабаҡтарын балаларға еткерергә тырышам. Ошондай уҡ хеҙмәт юлын үткән коллегаларым байтаҡ. Беҙгә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы менән йыш аралашырға, төрлө конкурс-олимпиадаларҙа осрашырға тура килә. “Башҡорт мәҙәниәте” предметы буйынса республика кимәлендә олимпиада үткәреү ҙә традицияға әүерелде. Федераль белем биреү стандарт­ тарына ярашлы, “Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи нигеҙҙәре” предметы уҡытылып килә, уны ниндәйҙер кимәлдә шул уҡ “Башҡортостан мәҙәниәте” дәрестәренең хәҙерге шарттарға яраҡлаштырылған варианты тип ҡарарға мөмкин. Төйәгебеҙҙең мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнгән отҡорҙар бәйгеһе артабан да үткәрелһен, үҙ эшенең оҫталары булған уҡытыусылар йәш быуынға рухи тәрбиә биреү эшен дауам итһен ине, тигән теләктәбеҙ. Юғиһә ҡайһы бер мәктәптәрҙә бер сиктән икенсе ситкә ташланыу осраҡтары ла күренә. Үрҙә телгә алынған дәресте дин тәғлимәтен өйрәтеүгә генә ҡалдырырға тырышалар. Үткән йыл БР мәғариф министрлығында ошо предмет буйынса яҡынса уҡыу программаһы раҫланды. Уны тикшереүҙә ҡатнашҡан комиссия ағзаһы булараҡ, өр-яңы программаның беҙҙә күптән уҡытылған, инде тра­дицион булған уҡыу предметының яңыса яңғырашы икәнлеген күрергә тура килде. Был иһә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ҡараштары хаҡлы булыуына тағы бер дәлил ине. Милли мәктәптәр өсөн тәғәйенләнгән, педагогия фәндәре кандидаты М.Б.Юлмөхәмәтов һәм И.Д.Бураҡаев менән берлектә төҙөлгән программа шул тиклем камил һәм дөрөҫ ҡоролған. Баланы тыуған мәленән оҙатып килгән халыҡ йолалары, байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән та­ныштырыу, башланғыс кластарҙан уҡ экологик тәрбиә биреү, шәжәрә, ырыу тарихтарын өйрәтеү, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре өлгөһөндә тәрбиәләү, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәрен күрһәтеү, үҙтәрбиә өҫтөндә эшләү, маҡсат, ынтылыш ҡуйыу кеүек сифаттарға әһәмиәт бирелде. Донъялағы төп дини конфессияларҙың барлыҡҡа килеү тарихы, илдәге болғаныш заманында та­мыр йәйгән секталар эшмәкәрлеге, уларҙан һаҡланыу саралары тураһында ла кәрәкле мәғлүмәттәр бар. Балалар психологияһын яҡшы белгән Мәрйәм апай менән осрашыуҙар үткәреү — үҙе бер байрам.

Мәрйәм Бураҡаева тураһында мәҡәләнең дауамын "Ватандаш" журналының 3-сө (2018) һанында уҡығыҙ.

"Ватандаш" журналының электрон версияһына яҙылырға: http://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1033/


Читайте нас: