Все новости
Публицистика
20 Июля 2017, 17:13

Мостай ауылының терелгәне...

Баймаҡ районының Мостай ауылы күптән юҡҡа сыҡҡан ауылдарт иҫәбендә ине. Ҡасандыр Ирәндек итәгендә ултырған был ауылдың урынын замандаштарыбыҙ бер ҡасан да белмәүе лә, күрмәүе лә бик ихтимал ине. Әгәр ҙә Фәнис Кәримов исемле уҙаман булмаһа.

Рәшиҙә Мәһәҙиева


Баймаҡ районының Мостай ауылы күптән юҡҡа сыҡҡан ауылдар иҫәбендә ине. Ҡасандыр Ирәндек итәгендә ултырған был ауылдың урынын замандаштарыбыҙ бер ҡасан да белмәүе лә, күрмәүе лә бик ихтимал ине. Әгәр ҙә Фәнис Кәримов исемле уҙаман булмаһа.

Фәнис Йәноҙаҡ улы Кәримов Әхмәр ауылында тыуып үҫә. 1957 йылғы. Тыуған йылын айырып атап күрһәтеүем юҡҡа түгел, 57 һаны, әйтерһең, уның яҙмышына яҙып ҡуйылған, ғәжәп сүрәттә үҙенең барлығын белдереп кенә тора.
Әсәһе Заһира Вәлиәхмәт ҡыҙы 50 йыл мәктәптә балаларға математика уҡыта. Атаһы Йәноҙаҡ Ғәтиәт улы, ауыл хужалығы институтын тамамлап, механик булып эшләй. Ғаиләлә улар дүрт бала үҫә.
Фәнис барлыҡ совет осоро балалары үткән тормош баҫҡыстарын үтеп сыға: 10-сы класты бөтөргәс, армияла хеҙмәт итеп ҡайта, институт тамамлай. Өйләнә. Ике улдары тыуа. “Ирәндек” совхозында механик булып хеҙмәт юлын башлай. 1988 йылда Сибайға күскәс, Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатына слесарь булып урынлаша, шунан СТО-ла механик, унан директор булып китә, һуңыраҡ эшҡыуарлыҡҡа тотона. 2010 йылдан — “Газпром”да технадзор буйынса инженер. Ҡыҫҡаһы, эше лә бара, аҡсаһы ла килеп тора, тигәндәй. Быға бер ҙә ғәжәпләнәһе юҡ, сөнки ул йәштән йүнсел булырға өйрәнә. Ябай итеп әйткәндә, аҡса таба. Студент сағында уҡ ҡарауылсы ла, повар ҙа булып эшләй. “Бик булмаһа, донор булып, аҡса эшләй инем”, — ти ул. Ә 1-се курсты тамамлаған йылда төҙөлөш отряды составында “Йылайыр” совхозында иген урыуҙа ҡатнаша һәм республикала йәш комбайнсылар араһында уҙғарылған ярышта беренселекте яулай. Премия аҡсаһына “Орбита” магнитофоны алып ебәрә һәм дөйөм ятаҡта төҫлө музыка менән дискотека ойоштора. Быныһы инде унда лидерлыҡ сифаттары формалашыуына ишара. Армияла егетте юҡҡа ғына “Баҫмасы” тип йөрөтмәгәндәрҙер. ниндәйҙер дыуамаллыҡ сигендәге тәүәккәллек хас уға. Һәм тап ошо сифаттары һәүетемсә генә эшләп, йәшәп ятҡанда ниндәйҙер ҙурыраҡ эштәргә әйҙәй. Күңеленә нимәлер етмәгән кеүек тойола.
Донъяның аҫты өҫкә килеп, ауылдарҙа эшһеҙлектең, эскелектең көсәйгән сағы. “Ә ғүмер үтеп бара”, — тигән уй көндән-көн мейеһен нығыраҡ быраулай.
Бер көндө “Ирәндек” совхозының бурыстарын ҡаплау маҡсатында, ундағы тоҡомло аттарҙы ит комбинатына тапшырырға йөрөгәндәрен ишетеп ҡала. 2011 йылда була был хәл. Үҙе эшләп киткәс, совхозда башҡорт тоҡомло аттарҙың Ирәндек төрө үрсетелеүен, селекция эше алып барылғанын ул яҡшы белә. Башҡорттар яуҙа ла атын аяған, ҡарап-тәрбиәләп йөрөргә тырышҡан, әле тыныс тормошта тоҡомло аттарҙы күрәләтә нисек әрәм итмәк кәрәк?! Ҡәйнеше Альберт менән улар аттарҙы һатып алырға була. Шулай итеп, 57 (иғтибар итегеҙ — 57!) баш башҡорт аты Фәнис Кәримовтың ҡулына күсә һәм “Ирәндек” фермер хужалығы ойоштороуға сәбәпсе була.

Йылҡы көтөр өсөн киңлек, сәхрә кәрәк. Фермер элекке Мостай ауылы ерҙәрен һайлай. Унда 500 гектар ерҙе ҡуртымға ала.

Шаһишәриф мәсете
Ошо ерҙә ауылдың тарихына туҡталып китәйек. Әнүәр Әсфәндиәров “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабында Мостай хаҡында былай тип яҙа. “1803 йылда барлыҡҡа килгән. 13 йылдан унда 38 йортта 228 кеше йәшәгән. 1856 йылда 71 йортта 400 кеше иҫәпләнгән. 1920 йылғы иҫәп буйынса, 131 йортта 644 кеше теркәлгән.Рәсми сығанаҡтарҙа ауылға нигеҙ һалыусының исеме күрһәтелмәгән, ә бына 1816 йылда үткәрелгән VII Ревизияла улдары теркәлгән: Байрамғол — 1749 йылғы, Назар — 1761 йылғы”.
Һөйләүҙәренсә, заманында бында ике мәсет була. Иҫән, Түбә баҙарҙарына йөрөүселәр Яҡшыдәүләт йылғаһы буйында (ул ҡыш көнө лә туңмай) ултырған был ауылда туҡтап, ял итеп китә.
Совет осоронда ауыл халҡы күсеп китә башлай. “Баймаҡ районы энциклопедияһы”нда билдәләнеүенсә, 1939 йылда Мостайҙа 298 кеше ҡала, 1961 йылда — 91, 1969 йылда — 74. 1980-се йылдарҙа инде ул юҡҡа сыға.
Бына шул ваҡыттан һуң 40 йыл тирәһе үтеүгә боронғо башҡорт ере яңынан ат кешнәгән тауыштарға күмелә, бейә һауған, ҡымыҙ бешкән тауыштар ҡушылып, был урында яңынан тормош башланыуын дәлилләй.
Иң ҡыҙығы шунда: Мостай ерендә боронғолоҡ менән заманса технологиялар яраша. Мәҫәлән, Фәнис Йәноҙаҡ улы аттарына махсус чиптар ҡуйған. Ул телефон аша ғына аттарының ҡайҙа йөрөгәнен белә. Икенсенән, ҡояш батареяһын эшкә еккән, хужалығында бөтә нәмә уның көсө менән эшләй. Электр сымы һуҙыуҙың кәрәге юҡ.



Күҙ күргәндән күңел ял итә
Ә йома көндәрендә Мостайҙа аҙан тауышы яңғырай. Эйе, эйе хәҙер бында мәсет тә бар. Намаҙҙы фермер үҙе уҡый. Ул инде 15 йыл дин тота, хажға барып ҡайтҡан. “Кеше дин буйынса йәшәргә тейеш”, — быға ул ныҡлы инанған.
Мәсетте ошо ауылдың элекке имам хатибы Шаһишәриф исеме менән атаған. Шаһишәриф Миҙәтғәле улы Мәтинов ХХ быуат башының күренекле мосолман эшмәкәре, мәғрифәтсеһе була. Темәс ауылында рус-башҡорт мәктәбендә уҡыта, I Рәсәй Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлана. 1917—19 йылдарҙа башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, Башҡорт хөкүмәтенең тәүге мөфтөйө (1917) һәм Бөрйән-Түңгәүер кантоны рәйесе (1918) вазифаларын башҡарған.
Мәсетте асыу тантанаһына тирә-яҡтан халыҡ бик күп килә. Атай-олатайҙар төйәгендә яңғыраған аҙан тауышын ишетеүҙе күптәр үҙенең бурысы тип һанай. Шуныһы айырыуса иҫтәлекле: яңы мәсеткә кемдер бик борондан ҡалған Ҡөрьән Кәримде бүләк итә. Һәм иң ғәжәбе, мәсеткә төшкән хәйер 57000 һум тәшкил итә.
Быларҙың барыһын да Фәнис Йәноҙаҡ улы үҙенсәлекле бер билдә тип ҡабул итә. Тимәк, ата-бабалар рухы уға фатиха юллай.

Ҡояш батареяһы йыл буйына электр уты менән тәьмин итә



Тирмә эсе боронғоса йыһазландырылған

Ҡымыҙҙы ағас көбөләрҙә бешәләр

Артабан инде мәсет янына ҡупшы ғына өйҙәр төҙөп ултыртыла, тирмәләр ҡуйыла. Улы Артур атаһы башлаған эште күтәрмәләп, Мостай ауылында “Ирәндек” тип аталған этно-турбаза булдырырға тәҡдим итә.
Сайт эшләтеп, иғлан бирә. Килеүселәр бармы икән, тип һорарһығыҙ. Бар. Француздар килеп киткән. “Беҙгә ҡаршы һуғышҡан аттарҙы күрергә килдек”, — тигән улар. Немецтар, украиндар булған. Быйыл көҙ Американан килергә йыйыналар.
— Әлеге көндә Өфөнән 18 бала ял итә. Кисә тау башына менеп, сәй ҡайнатып эстеләр. Сереккүлгә барҙылар. Шул хәтлем күңелле, — Фәнис ағайҙың тауышында шатлыҡ ауаздарын тоймау мөмкин түгел.
Әлбиттә, Фәнис Кәримов та башҡалар кеүек тыныс ҡына эшләп йәшәп ята алыр ине. “Газпром”да эше бар. Ҡатыны Лариса Рәйес ҡыҙы — врач, кардиолог. Ҡыҙы Камилла, улдары Артур менән Искәндәр күптән инде үҙаллы. Тик уның донъяға ҡарашы, был донъяла йәшәйеште аңлауы башҡасараҡ. Ул кешеләрҙең дөрөҫ йәшәүен, иманлы булыуын теләй. Башҡортлоҡ рухы һүнмәһен тип тырыша. “Һәр кемдә киләсәккә ышаныс булырға тейеш!” — ти ул. Быға өҫтәп, киләсәккә генә түгел, үҙ-үҙеңә ышаныс та кәрәк, тиер инем. Ана бит, ауыл һынлы ауылға йән өрөү яңғыҙ кешенең ҡулынан да килгән бит!
Әгәр юлығыҙ төшһә, Мостайға һуғылып китегеҙ. Сибайҙан бик алыҫ түгел ул. Ундағы тынлыҡты тыңлап, яңы бешкән ҡымыҙ эсеп, тирмәлә бер төн йоҡлап сыҡһағыҙ, һеҙҙең мотлаҡ унда тағы барғығыҙ киләсәк. Арбай торған көсө бар был ерҙең.
Читайте нас: