Все новости
Проза
18 Декабря 2025, 09:00

Аҙнасура сотник. Повесть

1835 йылғы башҡорт ихтилалында башлапйөрөгән һәм 1836 йылда дүрт мең ярым башҡорт тотҡоно араһында каторгаға оҙатылған алтынсы быуын ҡан туған ата-бабам Аҙнасура Солтанморатов иҫтәлегенә. Уның хаҡындағы хәҡиҡәтте юллаусыэҙәрмәндәр – туғаным Ғәлиә Миндебай ҡыҙыХанова менән тарихсы Булат Сабир улы Дәүләтбаевтарға рәхмәтем.

Рис. Ф.Мустафина
Рис. Ф.Мустафина

Мәсәғүт! Баҙар майҙаны! Йыйылған халыҡ нимә талап итә? Йәмғеһе лә өс мең тиҫтәләп барҙыр. Шунсама халыҡ, һаман ағыла, һаман... Нимә тип ҡупҡандар, нимәгә шундай шау?
– Кантон ауылдарында алдағы йылдарға аҙыҡ запасы урындары кәрәк! Аслыҡ килһә, нишләрбеҙ, бер ниһеҙ ултырырбыҙмы? Йәмәғәт, шул уңайҙан тыңлағыҙ: Ырымбур губернаһы канцелярияһы указын иғлан ҡылабыҙ.
«Бөтә ҙур ауылдарҙа иген запасы магазиндары асырға, халыҡ шунда, ҡоролоҡ тыуа ҡалһа тип, үҙенең запас иген-онон, фуражын һала. Аслыҡ ҡоторһа, шул запасын тотона...»
Кантон писаре яңғырата губернатор указын, ишетмәһәгеҙ – ишетегеҙ, ҡолағығыҙ тонһа – ҡолағығыҙҙы аса бирегеҙ, аңшайып тормағыҙ, йәмәғәт!
Ә кантон үҙәгенә йыйылған халыҡ һаман геүләште, указды аңла­нылармы, әллә аңламағанға һалыштылармы? Кешеләр бер-береһенә ҡарашты, оҙаҡламай бер-береһен ишетмәҫ тә, күрмәҫ тә булды; йоҙроҡтар төйөлдө, күҙҙәр аларҙы; шунан тағы ғәләмәт: бер ни аңламай, бер ни аңлатмай, аңын-тоңон айырмай, әллә кемгә төбәп ҡысҡырышырға тотондолар. Йыйын хәс тә оло даръялай ҡуҙғалды, айҡалды-сайҡалды донъяһы. Был указ был тын көндә ҡапылдан күтәрелгән дауылдай ябырылды ауылға.
Күрше Мәсәғүт кантоны сходында ҡатнашҡан 8-се кантон сотнигы Аҙнасура менән дуҫы Аҡҡош старшина аңлы ине: халыҡ риза түгел.
– Өфө, Борай, Бөрө, беҙҙең Красноуфим яҡтары ла болара... Иң әүәл мишәр олостары, типтәр килмешәктәре күтәрелде.
– Халыҡтың түҙеме сигенән ашты, – тип килеште Аҡҡош старшина.
– Бөтәһе лә запас магазиндарына ҡаршы, хөкүмәт, күрәһең, алдап сиркәүҙәр ҡора – беҙҙе суҡындырырға!
– Суҡыныу бер ваҡытта ла булмаясаҡ. Үлһәк, үләбеҙ... – тип ярһыны Аҡҡош старшина.
– Урыҫ ҡаҙна крәҫтиәндәре, ана, уделға күсеүгә ҡаршы...
– Беҙ – казак, беҙ казак булып ҡалабыҙ, Аҙнасура!
Майҙан тағы һелкенеп ҡуйҙы.
– Исправник Тимашев ҡасан килә? – тип ҡысҡырышалар.
Хәтәр, халыҡ тынысланмай. Был ғәләмәт йыйын. Шунда бер генә осҡон өҫтә...
Һауала ут осҡоно. Бына хәҙер шул көн тыуҙы. Өфө өйәҙенең Мәсәғүт кантоны, йәнәштә генә – аҙнасураларҙың 8-се кантоны.
Аҙнасура тешен ҡыҫты. Түҙергә, саҡ ҡына сабыр итергә!
– Уделға теләмәйбеҙ! Уделға, ҡоллоҡҡа һаталар!
– Риза түгелбеҙ!
– Братцы, нығыраҡ тороғоҙ! Сигенмәҫкә! Исправник артынан губернатор килә!
– Генерал Перовский!
– Оһо, братцы, губернатор Перовский!
– Алла беҙҙең менән! Амин!
– Дөрөҫ, Иван! Беҙ – ҡаҙна крәҫтиәндәре, уделға – юҡ! Запас магазиндар ҙа Медведев йортона кәрәк.
– Беҙ ҡол булырға теләмәйбеҙ!
Тамаҡ ярҙылар.
– Беҙ запас магазиндарға ҡаршы!
– Беҙ – был указға ҡаршы!
– Йәмәғәт, бергә торайыҡ! Башкиры тоже, улар ҙа, припущенниктар ҙа ҡаршы!
Аҙнасура тертләне, ян-яғына күҙ атты. Бында, күмәк кеше араһында, уларҙы таныйҙар һымаҡ та тойолдо. Ул 8-се кантон сотнигы, кантон үҙәге – Дыуан-Мәсетле ауылы, ә Аҙнасура Әптерәш, Әпшән ауылдары командаһы башлығы, 1789 йылғы, ә Аҡҡош – шул ауылдар старшинаһы!
Сотник менән старшина Мәсәғүттәге сходтан ҡайтырға ашыҡты.
– Исправник килә икән. Мәсәғүткә.
– Өс көндән, 11 июлдә! Губернатор – артынан!
– Запас магазиндар тиҙәр ҙә ул, Аҙнасура, шул һылтау менән... – старшина тағы икеләнде.
– Хөкүмәт бер һелтәүҙә маҡсатына ирешә... – Аҙнасура быны ышанып әйтте. – Бында эш аҙыҡ запасында ғына түгел, бында мәсьәлә төптәрәк ята.
Сотник: «Ниһайәт, урыҫ хөкүмәте башҡорттоң башына етә, башҡорттар, казактар урыҫ кеүек крепостной холопҡа әйләнә, бөтәһе лә бер һелтәүҙә хәл ҡылына», – тип тә өҫтәне.
Айырылыштылар.
– Бер һүҙҙән булайыҡ!
– Үҙем әйтермен, – тип яуапланы сотник старшинаға.
Сотник зиһенен губернатор Перовскийҙың Мәсәғүткә килә ятыуы хәбәре ҡуҙғатты.
«Перовский!», «Василий Алексеевич!» «Василий Алексеевич уның боронғо дуҫы бит, ул Перовскийҙың уң ҡулы, француз яуында атамандың коневоды булды. Ауылда «кәнәуәд» тиҙәр. Хатта заманында үҙенә «Перуай кәнәуәде» тигән атама ла йәбештергәйнеләр».
«Перовский, коневод Аҙнасура!»
Заманында Аҙнасура, ысынлап та, йәш атаман яраны ине. Яуҙарҙа, походтарҙа бергә йөрөнөләр, икмәк-тоҙҙо уртаҡ бүлештеләр. Бергә яу саптылар, бергә баш аҫтына эйәр һалып йоҡланылар. Һай, бар ине замандар, ғүмерҙә онотолмаҫ мәлдәр! Һуңынан да, күп йылдар үткәс тә, онотолмаҫ, иҫтән сыҡмаҫ кеүек ине ул көндәр, яуҙарҙы, ыҙалы походтарҙы бергә кисергән әмәлдәр! Яу дуҫлығы, йәнеңде усыңа тотоп йөрөү! Юҡ, юҡ, онотолмаҫ, һис хәтерҙән юйылмаҫ һынауҙар!
Бына уның Әптерәше!
Мәсәғүт яғынан ғәжәйеп күренештәр асыла. Ҡыҙыл балсыҡлы текә яр кинәт ҡалҡына ла йәшел сиҙәмгә төртөлә, ә Әй – аҫта, ҡуйы таллыҡтар араһында йәйрәй. Ары болондарға тартыла, гүйә ҡолонсаҡ – башын ян-яҡҡа ташлай, юрый инәһенән ҡаса, юрый борғалана. Ана, көнсығыштағы тау битләүҙәре – йылғаның һул ярын хасил итә. Тау иңбаштары уҫаҡ, ҡайын урманы менән ҡапланған. Әй туғайҙары гүйә ярҙар араһына, күлдәр буйына йәйелгән шаршау; шул шаршау эсендә ялтырай күк бите. Аяҙ көндөң томраһы әсир итә; көн ҡыҙыуы былай ҡайта биргән. Төшкөлөк уҙған. Йәшел болондар, шаршау-шаршау туғайҙар. Әй үҙе алыҫтан ҡояш нурҙарында емелдәй, күк бите һыу өҫтө менән ҡатыша.
– Ғәзиз тупраҡ, һинең менән ни булыр, алда һине, беҙҙе ни көтә? – тип уфтанды сотник, йүгәнен тартып, атын үҙ ҡапҡаһы яғына ҡайырҙы.
Ҡайтһа, оло ҡатыны Сәхипъямал бурҫылдай:
– И-и, Алла, ниңә ҡуймайһың – юҡ артынан Мәсәғүткәсә йөрөйһөң.
– Туҡта, нимә!
Ҡатыны һаман тынманы.
– Һиңә шул мөгәҙәй! Бүтәндәр ише һин дә мин йәшәп тик ят; мир эше, йән ирке тип ни.
Аҙнасура бисә һүҙенә ҡул һелтәне лә төпкө өйгә үтте. Унда Гөлнисаһы, матуры.
– Аҙнасура! – Йәш бисәһе йөклө.
– Яҡыным!
– Оҙаҡланың...
Бер аҙҙан йәше лә буҫһыға башланы:
– Аҙнасура, ҡуй шул туҙып йөрөүеңде, балалар...
– Һин дә шул!.. – Ир һыртын ҡуйҙы.
– Мин дә... Сәхипъямалды әйтәһеңме? – Гөлниса ирекһеҙҙән ултыра төштө, ике усы – ике тубығында. – Башта шул бер уй инде, әйтәм дә... – Яҡыны иламһыраны. – Бер уй – ҡурҡыныс уй: баш бәләһе.
– ...
– Аҙнасура, тим. Ҡара, башҡалар бар, кантон, старшина, писарь...
– Кантон, имеш! Уға ни үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын! Беште ни, төштө ни. Старшина менән писарен әйтмәйем дә! Һин дә әйтмә!
– «Һин дә әйтмә!»
– «Мин дә?..» – Сотник бисәһе саялашыуына аптыраны.
– Ни тим? Ҡатышма, өҫтөңә күпте алма, тим. – Ҡара ҡашлы матур, сая. – Бер үҙең бөтә донъяны үҙгәртәһең, һиңә генә кәрәк! Донъя. Ул шулай булған, шулай буласаҡ. Һаман шулай дауам итәсәк!
– Беҙ ҙә өндәшмәһәк...
– Аҙнасура, урыҫҡа бер баш һалғас ни (мин шуны ғына әйтәм), бүтәне... Үҙеңде әрәм итеп ҡуйырһың, тим. Ҡарт көнөңдә! Бәпесебеҙ булыр.
Сотник, ҡаңғырып, ҡатынын ҡосаҡланы. Ярата ине ул Гөлнисаһын. Олоһо, Сәхипъямалы, француз яуында үлгән ағаһы тәне, шуға уныһына (уның һүҙенә) бик хушһынып та бармай, бары йоланы тота. Ә Гөлнисаһы ир булғас, утыҡҡас, йәрәшкәне. Бик тә өҙөлөп, бик тә эҫенеп ҡаратҡан йән киҫәге. Инде, бергә йәшәүҙәренә ун биш йыллап үтһә лә, һаман хисе ҡайтмаған, һаман талымһыҙ яратыуы. Ана, тағы бәпәй яһап ҡуйған. Йәп-йәш бисә кеүек һөйә...
Ҡатынының ауырын һыйпаны сотник.
Бер аҙҙан, иренең тамағын туйҙырғас, Гөлниса тағы һорар итте:
– Мәсәғүттә нисек?
– Мәхшәр. Бөтә халыҡ ҡуҙғалған, беҙгә лә етер ул...
– Ә һин, Аҙнасура, тим, йоғонма! Балаларҙы уйла!
– Гөлниса, мин Әптерәш менән Әпшән өсөн яуаплы. Ике ауыл командаһы миңә буйһона, мин нисек ситтә ҡалайым?
– Аҙнасура, зинһар, тыңла: әгәр бола ҡупһа, һине ғәйепләйәсәктәр!
– Алдан ҡарҡылдама!
– Аҙнасура, һин булмаһаң, Сәхипъямал мине... өйҙән ҡыуасаҡ, балаларға көн күрһәтмәҫ.
– Т-с-с, ни һөйләйһең һин?
Гөлниса тағы йәшенә буҫһыҡты.
– Тыныслан! Сәхипъямалды киҫәтәм: Гөлнисаға тейәһе булма, тегеләй... – Ирҙең йәне ҡарайҙы. – Сәхипъямал! Сәхипъямал, тим!
Алғы өйгә Сәхипъямал инә.
– Сәхипъямал, ҡабатлайым: Гөлнисаға тейһәң, башынан берәй бөртөк кенә сәсе ҡойолһа... Әйтмәне, тимә!
Көн кискә һарҡа. Ҡояш күптән байыған. Томра көндән һуң үләндәр яңынан терелгәндәй итте: эңерҙә иҫкән елдә улар теремекләнеп баш ҡалҡыта. Әй туғайҙарындағы тауыштар ҙа асығыраҡ ишетелгәндәй: ҡамыштар араһында өйрәктәр быжҡылданы, тартай тауыш бирҙе, осҡор ҡарлуғастар тағы сырҡылдашып һауаға йомолдо. Улар эҫе был көндә ямғыр көҫәй инде. Болондағы аттар бышҡырышты, уларҙың был донъялар һил, тормош бәхет кенә тип белгән ҡолондары улай-былай сабышты. Үлән араһындағы иңкештәр, сиңерткәләр тамам тынғас, күл артындағы көтөүҙең ауыл яғына боролоуы ишетелде.
Ниһайәт, киске ауаздар яйлап һүрелә, эңер ҡараңғылығы урмандарҙы, бушап ҡалған Әй тибендәрен биләй.


* * *

Тамам ҡараңғы төшкәс кенә, сотник ихатаһына өс-дүрт һыбайлы яҡынлашты. Арттан ғына йөрөйҙәр ҙә, үтә һаҡ ҡыланалар, шыпырт һөйләшәләр. Арала старшина Аҡҡош та бар, ә башҡалары ят кешеләр, ят телдә гәпләшәләр.
Знакумдары. Мәсәғүт урыҫтары икән. Башта старшина Аҡҡош йортона барғандар, ә Аҡҡош күрше кантон илселәрен Әптерәшкә әйҙәгән.
– Аҙнасура, мәсьәлә... – тине Иван Архипов тигәне. Шул, теге Мәсәғүт сходында танылған мужик. – Өс көндән, 11 июлдә Мәсәғүткә Өфөнән земской исправник Тимашев килә.
– Губернатор Перовский ҙа...
– Эһе... Перовскийҙы ла әйттеләр... Шулар беҙгә теге указды туҡымаҡсы, тағы шул эшкә ҡушылығыҙ тип өгөтләмәксе. – Архипов сәсәне. – Ауылдарҙағы халыҡ, указға ҡаршы, уделға барырға теләмәй. Быға һеҙ ҙә, башҡорттар ҙа, риза түгел. Әйҙә, бергә булайыҡ, властарға ҡаршы күмәкләп торайыҡ.
Йәшерәге, Игоркаһы ла ҡушыла.
– Тырым-тырағай булһаҡ, беҙҙе һытасаҡтар! – Оҙон һарғылт сәсле егет сүкештәй йоҙроғо менән тубығына төйә. – Бергә – еңә алмаясаҡтар!
– Указ батша бойроғо түгел, ә Ырымбурҙан төшкән ҡағыҙ ғына, шуға губернатор үҙе йөрөй.
– Бергә булһаҡ...
Аҙнасура өндәшмәне. Дуҫы Аҡҡош, күренеп тора, тегеләр яҡлы, әләйһә, урыҫтарҙы сотник өйөнә өҫтөрәмәҫ ине.
– Аҙнасура, икеләнмә! – Архипов ныҡыш, уға яраны Игорь Тропинин иш.
– Аҙнасура, будь другом – бергә ҡаялай баҫайыҡ!
– Барса халыҡ күтәрелә, был указдары нимә, ҡағыҙ киҫәге, Ырымбурҙа ижад иткәндәр. Ҡара, сотник, бар Бөрө өйәҙе, бар Пермь болара: русские, казенные наши, мишари, тептяри, башкиры – подавно! Ә беҙ ситтә ҡалабыҙмы?
– Аҙнасура... – тип башлағайны Аҡҡош старшина, сотник ҡашын төйҙө.
– Йә беҙҙеке өҫкә сыға...
– Указды юҡҡа сығарабыҙ! – тип ярһыны Иван Архипов.
– ...йә баштар ҡыйыла.
– Ул турала уйлама, сотник, башта эште эш итәйек! – Иван тынманы.
Шулай ҙа ирҙәр һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа ебәрмәне. Сотник та, старшина менән илселәр ҙә бер уйҙа, бер фекерҙә ине: бергә булырға, ишкә ҡуш торорға! Ил төкөрһә, күл булыр, бергә бирешмәбеҙ!
Сотник, илселәрҙе оҙатҡас та, өйгә ашыҡманы. Ирекһеҙҙән күҙе күккә төбәлә. Йыһан иңе хәс тә еләк яланы. Бихисап-биниһая йондоҙҙар баҙлай, гүйә бешкән еләктәр. Мине ал, мине өҙ тип саҡырып ултыралар. Яп-яҡын һымаҡтар, усыңды һон да ал, еләк күҙҙәрен сүплә. Еләк сүпләй-сүпләй һаман төпкәрәк, һаман алыҫҡараҡ инәһең. Икһеҙ-сикһеҙ икән дә йыһандың еләк яланы, ҡайҙа осо! Тағы йыһан осо, был сикһеҙлектең осо-ҡырыйы бармы икән ул, йыһандың төпкөлө, иң сиге?
Шул зәңгәрһыу киңлектәргә, күк йөҙөнә төбәлгән һайын башҡа ошо уй ҡайта. Унда, сикһеҙлектә, ниндәй донъя, ят ил? Унда ла Ерҙәге кеүекме, әллә?.. Ҡасан да бер кешенең усы түгел, исмаһам, уйы барып етергә те­йештер бит инде унда.
Ысынында йыһандың сиге, исмаһам, берәй тотонор-таяныр тотҡаһы бармы һуң ул? Йыһан сикһеҙ даръя тибеҙ, унда тағы ни бар? Исмаһам, уйың менән булһа ла бараһың да бараһың, ҡайҙа барып етәһең. Ҡайҙа барып төртөләһең, күҙең тонғансы, башың әйләнгәнсе бараһың да бараһыңмы? Ҡайҙа етәһең, ҡайҙа ул тотҡа, сик?
Сотник миңрәүләнде. Күҙе – күк йөҙөндә, ә бында, Ерҙә лә, мәхшәр бит, бындағы донъяһы ла емерелеп ята, ә ул әллә нимә уйлай. Шундай ваҡытта бүтән нәмә тураһында уйларға, баш ватырға мөмкинме һуң? Йыһан осо, күк бите, ә Ерҙең үҙендә нисек? Илселәр килделәр ҙә алдына йырып сыҡмаҫ һаҙлыҡ хасил итеп киттеләр. Тағы, казак, уйлама, оҙаҡ баш ватма! Самала, бурысыңды ғына ҡайғырт, сотник! Һин – бәләкәй кеше, ә үҙең һаман олоно уйлайһың, үҙ яҙмышыңды, ауылдаштарың көнөн иңеңә алғың килә. Был мөмкинме?
Француз яуында Василий Перовский йәп-йәш атаман ине. Таҫыллығы менән күтәрелде. Ватан һуғышынан һуң да батшаға тоғро хеҙмәт итте. 1828–1829 йылғы урыҫ-төрөк һуғышында ла ҡатнашып, ҙур батырлыҡ ҡылды, 1833 йылда үҙен генерал-адъютант яһанылар. Батша ғали йәнәптәре Николай I Ырымбурға губернатор итеп тәғәйенләне.
Яуҙарҙы үткән, утта, һыуҙа сыныҡҡан генерал төпкөлдә лә һауа­ланманы, шул уҡ сая, тура һүҙле эшмәкәр булып ҡалды, иң мөһиме, элекке яуҙаштарын онотманы. Нәҡ улар араһында үҙенә таяныс эҙләне.
Аҙнасура Солтанморатов. Ватан һуғышында ҡатнашҡан казак, дауҙа башын һалған ағаһы Ишмораттың һыңары. Ул Перовскийҙың коневоды бит әле.
Нәҡ ул, нәҡ шул Перовскийҙың казактар-яуҙаштар тигән шауҡымы ыңғайына эләкте, буғай. Нисек кенә булмаһын, тиҙ арала уны Ырымбурға саҡырып ебәрҙеләр. Хәрби губернатор Перовский үҙе ҡабул итте.
– Ха, Алекс! – тине, яуҙашын ҡосаҡлап. – Саҡ ҡына ла үҙгәрмәгәнһең, Алекс! – Исемен дә онотмаған генерал: Аҙнасура, значит, элеккесә Алекс.
1833 йылда Аҙнасура Ырымбурҙан 8-се кантонға зауряд-сотник дәрәжәһендә ҡайтты. Уны кантондың ике ауылы түрәһе яһанылар. Казактар командаһы башлығы, ике ауылдағы бөтә хужалыҡ эштәре, Рәсәйҙең көньяҡ сиктәрен һаҡлау өсөн рекруттар йүнләүсе чиновник, күрше Дыуан-Мәсетлеләге 8-се кантон начальнигы Тикәев яраны, был төбәктә генерал губернатор Перовскийҙың ышанысы.
...Аҙнасура күңеленән бар эштәренең осона сығып бөттө, буғай. Ул хәл итте. Ҡышҡылыҡҡа бесән сабылған, ат-тарпан – тибендә. Оло балаларына Сәхипъямал күҙ-ҡолаҡ булыр, йәш ҡатыны Гөлнисаһы ғына илар.
Сотник үҙ юлын һайланы. Ир башын күтәрә. Ғүмерҙә бер властарға дәғүә белдерә: ул Ырымбур канцелярияһының, губернатор Василий Алексеевич Перовскийҙың был указына ҡаршы, ул башҡорт ерендә сиркәүҙәр һалыуға риза түгел. Башҡорт һис суҡынмаясаҡ! Үҙ иманынан яҙған – тамуҡта янасаҡ!
Рухын нығытһа ла, ышанысын үҫтерһә лә, һаман ыуалана, һаман икеләнә. Бындай йәштә аңын-тоңон самаламай булмай. Ҡасан ғына әле яҡындағы Екатерина (Исәт) ҡәлғәһендә яҡташы Киҫәкбикәнең утта яндырылыуы ишетелде, имеш, ул урыҫ диненә күсеп, кире мосолманлыҡҡа ҡайтҡан. Ә Туйгилде, батыр Туйгилде лә хас дошман ҡулы менән ҡыҙыу мейескә тығыла бит. Мосолманлығынан вас кисмәгәне өсөн!
...Был күптән килә, башҡорттоң боронғо замандарынан уҡ. Килешһәләр – түҙгәндәр, килешмәһәләр – баш күтәргәндәр: мәхрүмлеккә төшмәҫкә! Үлһәк, Хоҙай ирке! Сәйет, Морат, Көсөк, Имән, Ҡөҙрәт батырҙар, Бәпәнәй, Килмәк, Аҡай, Төлкөсура, Күҫәк батыр, Көҫәп батырҙар... Батшаға шарт ҡуйғандар, башҡорт исеменән үрә баҫа һөйләшкәндәр.
Еңелеүҙәр, бәләгә тарыуҙар...
Ә Аҙнасура хәҙер ни көҫәй?


* * *

11 июль.
Өфөнән исправник Тимашев, артынан Ырымбурҙан Перовский килә. Йәнә старшина Аҡҡош менән Мәсәғүткә йыйындылар. Кәрәге була ҡалһа тип, командаларына ла әҙер торорға ҡушылды.
Теге үткән көндәрҙәге хәлдәр, йән игәгес борсолоуҙар ҡабат әле ат өҫтөндәге өйөрөлгән биҙа күгәүендәрҙәй ҡаршыһында терелде.
Һуңғы ике көндә лә сотник ауылдар буйлап йөрөнө, эше менән булды, йәнәһе; башында шул 11 июль көнө хаҡында ғына уй ине. Йәне гүйә урталайға ярылған. Бер яғы ҡәҙимге кеше – Аҙнасура, икенсе яғы – күрер күҙгә шул уҡ, ләкин үҙенә лә ят бәндә. Икеләнеүе, һаман ныҡлы ғына бер ҡарарға юлыҡмауы уны шулай итә, һыңар-һыңар һынлы ике әҙәм яһай.
Нишләп кенә ҡарарға, ҡайһы ҡабырғаһына ятырға?
...Эше барып сығырмы, батшаға түгел, губернаторға һорау ҡуйып та ул үтәлерме, әллә тағы ҡыйралышмы? Бисә-сәсәне эҙәрлекләһәләр, ҡәһәр сотниктың үҙенә генә түгел, нәҫел-нәсәбенә төшһә... Был эштең осо ла каторга буласаҡ бит, ник хәл итергә? Әллә баштан уҡ тайпылырғамы, Гөлнисаһы тәпәүенсә, күнеп, алдыңдағы ашыңа, һыуыңа шөкөр итергәме? тағы шулай, күнеп, күндәм булырға... Батша аҫа, киҫә, башҡортто иманынан яҙҙыра.
– Башҡорт, үҙлегеңдән ҡайт, әйҙә, христианға әйлән дә ҡуй!
Указ әтнәкәһе уға билгеле: хөкүмәт тормоштоң әүәлге ағышын бөтөрөргә, башҡортто ерһеҙ удел крәҫтиәненә тиңләргә маташа. Әгәр ошо указ ҡабул ҡылынһа, уның көнө бөттө тип һана. Китте баш, ҡалды муйын һерәйеп буласаҡ. Был урыҫҡа ябырылған ҡаза ише генә түгел. Урыҫтың күбеһе былай ҙа ҡол, крәҫтиәндең бөтә хоҡуҡтарын тартып алып бөткәндәр. Күмәген бергә көтөү ише өйөрәләр ҙә завод ҡоралар, канау ҡаҙҙыралар, юл һалдыралар. Хәҙер башҡортто ла шул көн көтә, маҡсаттары – уны ла ерҙән айырырға, ерҙән яҙҙырырға. Бөгөн әле ул – яугир казак, ат өҫтөндә, ә теге губернатор указы батрак итәсәк, урыҫтың холопына тиңләйәсәк.
Аҙнасура ишетеп йөрөй, күрә: халыҡ ныҡ болара, указға риза түгел. Көнбайыш өйәҙҙәрҙәге бола хәҙер бында етте.
Сәсәй, башына ут ҡапты: нишләп кенә ҡарарға, был көндә ниндәй юлды һайларға? Әллә бер ни булмағандай йәшәп ятырғамы, әллә йөрьәт итергәме? Күпме шулай түҙергә, яҙмыш ыңғайына йөрөргә мөмкин. Әле генә көнө һил ине, һин дә мин йәшәп ятты. Казак хеҙмәтендәләр, хужалыҡ та итәләр, уй-һаҙаҡтары ла әҙер; ҡатындары, балалары бар, ул түрә кеше: ике ауылға баш.
Ни етмәй был хөкүмәткә, тыныс ҡына йәшәп ятҡан көндә яңынан-яңы уйынсыҡ уйлап таба. Әле яңы реформа... Береһен ослап бөтмәйҙәр, яңыһын башлайҙар. Башҡорт – казак, ғүмер-ғүмергә ат өҫтөнән төшмәгән. Бығаса шулай күнегелгән көнитмеш үҙ яйына ғына ағыла ине бит әле. Башта запас магазин тип сиркәү төҙөһәләр, һуңынан суҡындырһалар, аҙаҡ...
...Ай, ауыр, хәтәр аҙап был яҙмыш ыҙаны. Йәшәргә хоҡуҡ бармы һиңә, башҡорт? Башыңды эй, буйһон, һин дә, Аҙнасура! Барыһына шөкөр ҡыл!
Запас магазиндар. Шул уҡ һылтау...
Беҙ – башҡорт, ергә мосолман булып яралғанбыҙ. Хоҙай Тәғәлә күреп тора; нисек, нисек Ҡөрьәнебеҙҙән ҡубайыҡ! Изге еребеҙгә, Әй буйҙарына теҙеп сиркәү ултыртасаҡтар!..
Аҙнасура намыҫланды, әлегәсә бер ҡабат та былай туҙынмағайны, бер ваҡытта ла шулай йәнен ҡуҙғатмағайнылар. Ай Алла, Хаҡ Тәғәлә, ризалығыңды бир; һинең хаҡыңа, һинең ныҡлығыңа тип ҡубабыҙ.
Кантон әһелдәре земство исправнигын ҡаршыларға алдан әҙерләнгән. Үткән сходтағы ише хәл ҡабатланыр тип, Мәсәғүт урыҫтарына, баш­ҡорттарға таянып булмаҫын һиҙеп, Миәшәгәр, Өлкөндө мишәрҙәренә өндәшкәндәр. Йәнәһе, мишәрҙәр хөкүмәт башланғысын яҡлай, указдың бойомға ашыуына булыша була. Улар земство исправнигы Тимашев әфәндене икмәк-тоҙ менән ҡаршылай, һүҙен һүҙ итеп алҡышлап тора. Улар тауышы аҫтында исправник фекере өҫкә сыға – ауыл сходы указды үтәүгә үҙ ризалығын бирә була.
Ана, таҙа һонтор ир алға сыҡты.
Земство исправнигы Тимашев икән; Өфөнән, боронғо баярҙар тоҡомонан. Теге өгөтсө ауыҙын асып өлгөрмәне урыҫтар араһынан:
– Уделға күсергә риза түгелбеҙ, элеккесә ҡаҙнала ҡалабыҙ! – тип ҡысҡырҙылар.
– Крепостнойға әүерелергә теләмәйбеҙ!
– Указығыҙ беҙҙе ҡол итә!
Майҙан гөжләне, өйәҙ исправнигы һаман уйын төйнәй алманы.
– Йәмәғәт, тыңлағыҙ! Тауыш! Һүҙ Тимашев әфәндегә!
– Өгөтләмәгеҙ, уйығыҙ билдәле...
– Хөкүмәт, үҙебеҙҙе, христиандарҙы, яҡлай, маҡсаты изге.
– Юҡты сурытма! Һин сенатор Медведев йортонан. Шуның йырын йырлайһың.
– Запас магазиндар һеҙгә кәрәк!
– Мәгәр ҡоролоҡ килһә, шул запастан файҙаланаһығыҙ.
– Ул запас сенатор Медведевҡа хәжәт, уның кеҫәһе – киң!
Майҙан исправникты тыңламаны, улай итһә лә, былай итһә лә, йүнләп һөйләргә ирек бирмәнеләр. Кантон кешеләре күҙҙәрен ян-яҡҡа атты, күрәһең, шулай ҙур түрәне – ҡунаҡты яҡлау эҙләне; ә исправник яғына баҫасаҡ мишәрҙәр һаман күренмәне. Исправник та, кантон вәкилдәре лә түҙемһеҙләнде, бәхәс һаман ҡырҡыулаша барҙы.
– Братцы, ни көтәһегеҙ? Һөйрәп төшөрөгөҙ шул тутыйғошто! Һаман да шул сенатор указын һөйләй, йәмғиәтте упҡынға һөйрәй – ҡол булырға теләмәйбеҙ, крепостной булырға – юҡ!
– Долой исправникты! Долой!
– Долой! Долой! – тип аҡырыштылар. – Нимә ҡарап торабыҙ?
Халыҡ тулҡыны өгөтсө исправникты ҡыҫырыҡлай башланы.
Кантон әһелдәренең күҙе аҡайҙы: Өлкөндөнән, Миәшәгәрҙән килгән мишәрҙәр ҙә баш күтәреүселәр яғына баҫҡан. Ҡайһы арала! Бында берәү ҙә исправникты яҡламай.
– Исправникҡа – үлем!
Шунда кинәт халыҡ ағымы һелкенеп киткәндәй итте, гүйә дәү тулҡын килтереп һуҡты. Айҡалды-сайҡалды сход, шул тулҡындай туланы. Бер тынала йәмғиәт сығыш яһаусылар мөнбәрен баҫып алды, күҙ асып йомғансы шундағы исправник та, кантон башлығы, жандармдар ҙа күҙҙән юғалды.
Әһә, исправнигы Ҡарағол ауылы яғына ҡасҡан икән, шунда Мәсәғүт сигендәге Теплушкин бай йортона йәшеренгән. Бар халыҡ оло ташҡын булып шунда ташланды. Аралағы иң дәү Архипов менән Тропининдар бай йорто тәҙрәләрен емерҙе. Ишек асылманы, тәҙрәгә йомолған халыҡ ниндәйҙер әмәл менән исправниктың ботонан эләктереп ҡалды.
Ярһыған халыҡтың асыуы яман. Бөтәһе лә бер һүҙҙән, бер булып исправникҡа ябырыла – бер ул ғәйепле, ул ғына яҙған был указды! Нәҡ ул, ул яуап тоторға тейеш! Сотник менән старшина, улар артынан эйәреп казактар ҙа, Дыуан-Мәсетленекеләр ҙә барып ҡыҫылды был буталышҡа. Аҙнасура исправниктың үҙенә үк яҡынайҙы; тегене күтәреп алдылар, ергә һалып та төйҙөләр. Һәр боласы хас дошманға йоҙроҡ төйөп, йоҙроғон булһа ла эләктереп ҡалырға тырышты. Йәнәһе, шулай итһәң, указ юҡҡа сыға, үс ҡана, исправник һәләкәтен хөкүмәт нығыраҡ тоя, халыҡ иркен өҫтәгеләр яҡшыраҡ аңлай була. Йәнәһе, ғүмере буйы бил бөккән хөкүмәттән, Ырымбурҙан шулай ҡон ҡайтаралар.
– Беҙ – ҡаҙна кешеләре, уделға теләмәйбеҙ! Медведев йорто кәрәкмәй!
Ә башҡорттар, мишәр, типтәрҙәр үҙҙәренекен өҫтәй:
– Сиркәү төҙөмәгеҙ, сиркәү кәрәкмәй!
Аҙнасуралар яҡын-тирәлә бола күтәрергә тип алдан һөйләшеп ҡуйғайны. Мәсәғүттә Тимашевты туҡмап, таш һарайға бикләгәс, күршеләргә, Дыуан-Мәсетле кантонына.
Аҙнасура менән Аҡҡош башлап төштө, юл ыңғай Әптерәш менән Әпшәндәге командаларын да эйәрттеләр.
Дыуан-Мәсетле кантонында ла сход. Ун ете саҡырым ара, хәҙер барып етерҙәр. Шунда бөтә эште ослап ҡуйырҙар. Был указ – был ҡағыҙ ярпыһының көлөн күккә осорорҙар!
Батша түгел, ә Ырымбур канцелярияһы башынан себен осороп ята. Йәнәһе, улар ҙа белә, был төбәккә – хужа.
Боласылар шулай осоноп алғайны. Аттар шәп, казак ҡамсыһы – ҡулда. Ун ете саҡырым ара...
Дыуан-Мәсетлелә халыҡ баш күтәргән. Тирә-яҡ ауылдарҙан да йыйылғандар икән. Кантон үҙәге хәс тә ҡаҙан эсендә, ян-яҡтан үҙен ҡаштаҡтар* уратҡан, күршегә ярҙамға атлығыусылар шул ҡаштаҡтарҙы урап төштө 8-се кантон йортона.
Майҙанда – халыҡ диңгеҙе. Мәсет алды геүләп тора, халыҡ кемделер көткән төҫлө. Аҙнасура алға баҫты.
– Ағай-эне, йәмәғәт, нимә көтәһегеҙ? Ниңә тындығыҙ? Беҙ әле Мәсәғүттән! Кантон халҡы күтәрелде, Өфөнән исправник Тимашевты ҡар баҙына бикләнек... – Әптерәш сотнигы ярһып килгәнлектән хәбәрен өҙҙө-йолҡто. – Был указға хатта урыҫтар ҙа ҡаршы! Улар уделға барырға теләмәй, запас мөгәзәйҙәргә ҡаршы. Улар элеккесә, ҡабат сиркәү бүленеше башлана, старообрядсыларҙы эҙәрләрҙәр, ти. Ә беҙ, мосолмандар, ни көтәбеҙ? Беҙгә, мөгәзәй тип, сиркәүҙәр төҙөргә итәләр. Шуға түҙеп торорбоҙмо?
– Туҡта! Мында Красноуфимдан да барҙар. – Түргә һырма кейгән ир ҡалҡты.
– Туғандар, беҙҙә мосолмандарҙы суҡындыра ла башланылар, бисәләрҙең... кейемен сисәләр!
– Кантон Тикәй ҡайҙа, ҡайҙа уның мөгәзәй төҙөргә тигән ҡағыҙҙары?
– Йәмәғәт, Тикәй әле ауылда ине...
– Барығыҙ ҙа кантон идараһына!
Яу ораны ташланы Әптерәш менән Әпшән сотнигы. Уға иш старшина Аҡҡош та ярһыған, төкөрөктәрен сәсә:
– Батша указы, имеш – бер ниндәй ҙә указ юҡ! Күп ултырттылар беҙҙе төпһөҙ кәмәгә – кантон үҙе яуап бирһен! Ҡайҙа Ырымбурҙан төшкән ҡағыҙҙар, ҡайҙа Өфө канцелярияһынан килгәндәре?
– Кантон идараһына!
– Бирмәһә, талап алырға!
– Донъяһын туҙҙырабыҙ!
Бөтә Дыуан-Мәсетле күтәрелде. Сотник һүҙен ҡеүәтләгәндәр һөңгө, һәнәк эләктергәндәр.
Төрлө яҡтан йыйылған халыҡ Оло урамды баҫып алды. Бер осҡон етте, бер ҡуҙ! Әлегәсә икеләнгән ташҡын ҡуҙғалды – гүйә Әй даръя булып ташты, бар донъяны тултырҙы. Мотаһар урамы, Оло урам, Күл яҡ урам терелде. Оло бер йылан гүйә хәрәкәткә килде.
Был мәлдә көн аяҙ, баш осонда шул уҡ ҡояш көлөп тора ине. Ошоғаса Әй йылғаһы ла тын, үҙ ыңғайына алҡына ине. Йыйын халыҡтан өрккән мал, ҡош-ҡорт ҡалманы урамда. Әй инде ташҡан аждаһалай ажғырҙы, ярҙарына һыйманы. Алға, кантон идараһына!
Башҡорттар – яугирҙар. Яугир күп һөйләшеп тормай, ҡылысы менән саба, ҡамсыһы менән һелтәй, атына һыҙыра ла уны ары ҡыуалай. Әйҙә, ҡалғанын үҙең ҡара. Күп уйларға, оҙаҡ бәхәсләшергә ваҡыт әрәм. Бәхәс күптән хәл ителде бит инде.
Башҡорт башты юғары тота, инәлеү, баш эйеү ҡанында түгел. Алға бара, икеләнмәй. Туҡтау уны юҡҡа сығара, буйһоноу бөтөрә, бәхәсләшеү, һатыулашыу йәнен ҡыя. Һүҙләшеп, кисегеп, тағы килешеп, хаслашып маташмай, өҙә лә ҡуя. Шулай еңелерәк, асығыраҡ, ҡулында – уҡ-һаҙағы, аҫтында – аты. Ул шул уҡ-яны, аты-ҡанаты менән көслө. Көнсөллөгө лә бар, әлбиттә, кенәселеге башынан ашҡан, хаслыҡты һис онотмай. Аҙаҡ барыбер ҡон ҡайтарасаҡ ул.
Атлы казак. Казаклыҡ хисе – йәнендә шул. Оҙаҡ уйламаҫ. Уйлай, самалай ул, әммә бер ҡарарға килһә, кире ҡайтмай, эшен оҙаҡҡа ла һуҙмай.
...Дыуанлы иле Мәсетле ауылының төньяғынан – Оло урамдан, көньяҡтан – Азамат урамы сатынан, көнбайыштан – Мотаһар урамынан, көнсығыштан – Күл яҡ остан... Һыбайлылар. Арала хатта Красноуфим өйәҙенән еткәндәр күренә – улар сотник Аҙнасура, Аҡҡош старшина, Мәсәғүт тарафы урыҫтары ла, Оло Аҡа, Өлкөндө мишәрҙәре лә бар; бөтәһе лә бер уйҙа, бер теләктә.
Запас мөгәзәйҙәр – кәрәкмәй, уделға – юҡ, кантон башлығы шуға ныҡ ғәйепле.
Тикәев шуларҙы яҡлай, Тикәев шул ҡағыҙҙарҙы һаҡлай...
Шул указды яндырырға, шул удел тигәнде, мөгәзәй һылтауы менән килгән өрәкте бөтөрөргә!
Боласылар кантон йортона бәреп инде, алты мөйөшкә алты яҡтан үрт һалырға маташты. Кемдер тыйҙы, ауыл яныр. Ҡыҙғандар, ярһыған ташҡын хәҙер бар донъяһын күмеп китер. Ә ишек – бикле...
– Ас, Тикәй! Емерәбеҙ!
– Тәҙрәңде онтайбыҙ!
– Ас, халыҡҡа күрен!
– Мөгәзәйгә ризалыҡ ҡағыҙҙары ҡайҙа?
Асыуы яман халыҡ шауланы, өй шул ташҡын уртаһында йәлсе бер утрау булып ҡына ҡалды. Шулай ҙа ул идара, оло йорт: мөһабәт, ауылдың тирә-йүндәге өйҙәренән айырылып тора, ана, башын күккә һонған. Нәҡ бында яҙмышты айҡаған ҡарарҙар ҡылына. Килтерегеҙ шул ҡағыҙҙарҙы! Нәҡ шул йортта хәл ителә яҙмыш. Шул идарала Рәсәй батшалығы ҡеүәте, Рәсәй империяһы ҡөҙрәте!
Ҡарағыҙ уларға, ҡырағай халыҡҡа! Улар бөгөн, ниһайәт, үҙ хоҡуҡтарына орона, шуны ҡулға һәптерергә маташа. Тәүләп ерҙә үҙҙәрен кеше, был илдең төп хужаһы итеп тоя. Улар баш, шул башҡорт баш был илгә, улар – казактар, улар – ... Был Әй туғайҙарына улар хужа, улар шунда йәшәй, шунда уларҙың яҙмышы, яҙғаны. Ҡәберҙәре. Кире ҡайтарып бирегеҙ уларға үҙҙәренең хәләл хоҡуҡтарын, маңлайҙарына яҙғанын. Оронмағыҙ уларҙыҡына, тартып алмағыҙ хәләл тир тамған, әсе тоҙ һеңгән мөмкинлектәрен.
– Ишегеңде ас, түрә! Ҡағыҙҙарҙы давай!
– Канцелярию сюда!
Бөгөн, нәҡ ошо мәлдә улар мөгәзәйҙәрҙең эшен бөтөрә – булмаясаҡ мосолман ерендә сиркәүҙәр, шуға юл ҡуймаҫ мосолмандар, ерле дыуандар.
– Ишеген ватығыҙ! – Халыҡ – ташҡын, боласылар ишеккә ябырылды. Ишеге лә ныҡ бит империя йортоноң.
– Тәҙрәләрҙе! Сәрпәклә! – Иман тигәнде онотҡан боласылар идара тәҙрәләрен ҡырҙы. – Ҡағыҙҙарҙы!..
Ахырҙа эскә бикләнгән кантон писаре ҡағыҙҙарын ишек аҫтынан һондо.
– Мына! – Аҙнасураның йөҙө яҡтыра.
Шул саҡ йыуан бүрәнә таптылар. Боронғоса диуарлы ҡәлғәне емерергә таран...
– И-и!
– Тикәй ҡайҙа?
– Губернатор ялсыһы...
– Мосолманды христианға һатҡан...
Кантонды төйҙөләр, кантондың йөҙө ҡара... Шашынған халыҡ бар үсен Тикәйгә төшөрә.
Шул мәлдә кантон үҙәгенә Ырымбурҙан еткән казак отряды бәреп инде, ауыл бер ниндәй һаҡһыҙ, яҡлауһыҙ ҡалғайны – бөтәһе лә идара тирәһендә!
Ерҙә, һауала шау-шыу ҡупты, шпорҙар ялтланы, атыу тауышын меңәрләгән ат тояҡтары тупылдауы күмде. Ерҙе, күкте саң, туҙан бағанаһы баҫты. Боласылар ҙа, халыҡ та бер ни аңғарманы. Был ихтилал үҙәгенә Ырымбурҙан килә ятҡан хәрби губернаторҙың үҙ ғәскәре ине.
Ха, генерал Перовский Мәсәғүт кантонына етеп өлгөрмәгән, Мәсәғүттә исправникты – Тимашевты ҡотҡарғас, тура Дыуан-Мәсетле кантонына ташланған.
Боласылар ваҡиғаларҙың былай боролошона әҙер түгел ине, улар йәһәт кенә аттарына атлана һалып, Биҙәртау артына сигенде. Кантон менән мәшғүлдәре өлгөрмәй ҙә ҡамауҙа ҡалды, өлгөргәндәре баштарын саҡ-саҡ алып ҡасты.
Ҡасып ҡотолоусылар араһында сотниктар – Аҙнасура менән Ҡылысбай ҙа бар ине. Улар Перовский ауыҙынан тиерлек ысҡынды, ярай аттары кантон йортона терәлгән Иҫке Әй күле яры аҫтына йәшенгәйне – шул ҡотҡарҙы башлыҡтарҙы.
Биҙәртау артына сигенгән боласылар күбеһе Красноуфим өйәҙенекеләр, Мәсәғүт менән Аҙнасура командаһындағылар. Аҙнасура отрядында... Аҡҡош старшина ла булмай сыҡты, сотниктың дуҫы, ахырыһы, Перовский ҡулына эләккән...
Икеләнеп-һайланып торор мәл түгел ине, Биҙәртауға һыйынған боласыларға Аҙнасура менән Ҡылысбай башлыҡ һымағыраҡ булып сыҡты. Улар тырым-тырағай таралған халыҡты бер тирәгәрәк йыйҙы, кәңәшләште. Алданған, шаңҡыған боласылар башта нимә эшләргә лә белмәй юғалып ҡалды. Ауылда иһә мәхшәр дауам итә: Перовский үҙе алыша, үҙе боласыларҙы ҡулға төшөрә.
Әллә ауылдағыларға ярҙамға ташланырға микән тигән ҡарарға ла юлыҡтылар...
Тиҙерәк, йәһәтерәк, бер ҡарарға туҡтарға ине. Әләйһә ваҡыт һуҙыла, тәғәйен мәл ҡулдан ысҡына. Боласылар атаманы Аҙнасура сотник тағы алға баҫты:
– Туғандар, беҙ – казактар, беҙҙең казак дуҫтарыбыҙ – ауылда, ә беҙ ҡасып йөрөгән һымаҡ килеп сыға. Ауылда ырымбурҙар шашына, казактар казакты аҫа, киҫә. Уларға ярҙамға!.. Беҙ шулай хәл иттек! Үҙебеҙҙекеләрҙе яҙмыш ҡосағына ташлай, Әй аръяғына ҡаса алмайбыҙ. Алға, туғандар, башҡорттар! Ауылға!
Аҙнасура төркөмө кинәт Биҙәртау өҫтөнән ауылға ябырылды. Ҡапыл боласы казактар үҙҙәренең таҫыллығын иҫкә төшөрҙө, яугирлыҡ бурысын иҫләне: үлһәк – үләбеҙ, ә казак казакты ташламай, башҡорт берәү өҫтөнә бәлә килгәндә боҫоп ҡалмай. Илгә – илбеҙ, яуға – яу! Дошман менән йөҙгә-йөҙ!
Китте алыш, ҡылыс айҡаш, башланды һуғыш, ауыл урамы йәнә яу майҙанына әүерелде. Шунда алғасҡыла һуғышыусы сотникты ла танынылар. Аҙнасура төркөмө был ваҡытта мәсет майҙанына барып сыҡҡайны, ҡапыл сотник губернатор әфәнде менән йөҙгә-йөҙ ҡарашты.
Ә Перовский – сал ҡара айғырҙа, офицерҙары төркөмө уртаһында, таныны, шундуҡ таныны француз һуғышы яугиры Аҙнасураны, 8-се кантон сотнигын.
– Вот он, Алекс! Это он! – тип тешләнде генерал. – Это мой однокашник! Аз-на-су-ра, иди сюда!
Генерал менән сотник осрашты. Яуҙаштар, береһе хәҙер – губернатор, икенсеһе – боласы!
Генерал төркөмө офицерҙары Аҙнасура төркөмөнә ташланды. Арттан губернатор һөрәне ярҙы һауаны:
– Взять живым!
Губернатор Ырымбур казактары таҫылыраҡ, уларҙың ҡоралдары ла шәберәк. Аҙнасура төркөмө бер һелтәүҙә тигәндәй ҡырып һалынды, ә сая Әй казактары, сотник үҙе һаман айҡаша ине әле; ул хәлдән тайҙы, ул тоҡонға ҡыҫырыҡланды; ахырҙа эйәренән ҡоланы.
Сотник үлем менән йәшәү араһында ине, буғай, күмәк сая ирҙе һөйрәкләп генерал ҡаршына әйҙәне; иптәштәре лә тар-мар. Был һөжүм, Биҙәртауҙан төшөп яңынан генерал сиреүенә ташланыу бары ысын үлем көҫәү генә булып сыҡты.
Сотниктың күҙен ҡан баҫҡайны, күрәһең, ҡылыс уның башын тишкән, – һаман битенә ҡара ҡан һарҡа.
– Йә, батыр, – тип мөрәжәғәт итә генерал. – Һуғышып туйҙыңмы, был саҡлы халыҡты болаға һин күтәрҙеңме? Ниңә Рәсәй императорына ҡаршы ниәтләнең?
Хәтәр һорауҙар, баш осона эленгән ҡыңғырауҙар. Аҙнасура улар тауышында сиркәү ҡыңғырауы сыңын ишетәме, әллә... Был Мәскәү сиркәүенеке ише генә түгел, ә йәшлегендә Владимирҙа ишеткән биш саталы ҡыңғырау шауы. Әллә иҫһеҙме, әллә һинең һүҙең ни, үҙең ниме? Ихтыярың, генерал, ул был ауазды тыуған ерендә, ошо дыуан илендә генә ишеткеһе килмәй!
Шул һүҙен бары әйтә генә алманы, юҡ, ул һаман һуңғы көсө менән яуҙашына, кавалерия генералы Перовскийға төбәлгәйне әле, аҙаҡ башын һәлендерҙе, тағы аңын юғалтты.
...Шунан һуң бер ни ҙә иҫләмәй. Үлгәнме ул, кәүҙәһен тыуған еренә күмеп ҡуйғандармы, әллә Ҡаранай һаҙына ташлағандармы? Бер ни хәтерләмәй: онотолған, юғалған. Юҡҡа сыҡҡан. Ул казак бит, башҡорт батыры, француз яуында алғасҡыла йөрөүсе, Рәсәй данын яҡлаусы. Ә Перовский – уның командиры! Ҡайҙа тороп ҡалды ул көндәр, ҡайҙа ул үҙе хәҙер?
Уны йылы һарыҡ тиреһенә урағандар, буғай. Бәй, үҙенең ихатаһында ята. Салт аяҙ көн, күктә йомарт август ҡояшы; шунда Әй яры ҡарлуғастары оса. Улар, шилмалар, һаман яуын көҫәй микән? Ә донъя тып-тыныс, шылт иткән дә өн юҡ. Ниндәй ғәләмәт, үле тынлыҡ был. Ул ҡайҙа, нишләп ята, башы төпһөҙ күккә төбәлгән, ә йәне... Йәне – леп-леп кенә типкән йөрәк. Тәне бында ла һымаҡ, бында түгел – йыһанда ла гиҙә кеүек. Зиһене тамам асылып бөтмәгән. Ҡайҙа ул, тирә-яҡтағы донъя ни хәлдә, казактары – боласы иштәре ҡайҙа, уландары, бисәләре...
Яралы ян-яғын байҡай, тәнен, аҫтындағы яҫтығын ҡапшай. Уны анау һаҫыҡ һарыҡ тиреһенә урағандар шул, тын алырлыҡ түгел. Тынсыу, эйе, эҫе. Ә баш өҫтө, зәңгәрһыу күк бите – төпһөҙ-төпһөҙ. Осо-ҡырыйы юҡ йыһан диңгеҙе. Донъя һип-һил.
Сотник яйлап күҙен аса. Бик яй, бик аҡрын асыла зиһене.
Ҡайҙа ята ул, әллә был үҙенең ихатаһымы? Әптерәш ауылы, Әй буйы. Ул Әптерәш, Әпшән казак командаһы башлығы бит.
– Эй, кешеләр! Һеҙ ҡайҙа, ни хәлдә? Бола баҫылдымы?
Яралы борғаланды, күҙен асырға була тамшанды. Яңынан ойоп ҡына китә инде. Ойоһа, ҡояшы тамам һүнер, күк бите ҡараңғылыҡҡа сумыр төҫлө тойолдо. Унан инде берегеҙҙе лә күрмәҫ сотник.
Шулай оҙаҡ ятты.
Бер көн, төн, тағы икенсе төн үтте. Аңына ҡайта ла тағы һушһыҙ була, яҡындары уға йылы кәзә һөтө эсерә. Әллә был бейә ҡымыҙымы? Ҡорот та татыталар, шай. Йәнә аҙна тигәндә күҙен аса. Бәй, үҙ ихатаһында имеш тә. Һа, ул тыуған ауылында, үҙ өйөндә! Ниндәй бәхет! Уны бер ҡайҙа ла, каторгаға ла илтмәгәндәр. Ул үҙенең яҡындары ҡосағында! Ана, Гөлнисаһы, ҡыҙы. Шәмсетдин малайы баш осонда иламһырап тора. Оло ҡатыны Сәхипъямал ихатаға усаҡ яҡҡан икән.
– Аҙнасура...
Ир өндәшмәй.
– Атай... – ти береһе.
Был ҡыҙымы, малайы Шәмсетдинеме?
– Атай...
– Ағай...
– Командир...
Әллә былар боласы казактарҙың береһеме?
Көсәнә, ирене ҡыбырлай, өнө юҡ. Күҙен асҡылай, көсөргәнештән хәле бөтә.
– Көсәнеп тағы ойоп китмәһен... – ти Сәхипъямал, ҡоромло усын
ыуып. – Хоҙайым, берүк аңынан ғына яҙҙырма!
– Аҙнасура!..
– Ә-ә...
– Бала-лар?.. Улар?
– Аҡҡош үлде...
– Перов-ск-ий?..
– Ул ни... Һине үлгәнгә һанағандар, шул янарал һиңә «теймәҫкә» тигән. Иҫһеҙ булғанһың, Перуск һине таныған. Француз яуында бергә йөрөнөк, ул минең кәнәүәт тигән. Әфисәрҙәр эшен бөтөрәйек тә ҡуяйыҡ ти икән, ә Перуск тыйған. Кәүҙәне кире башҡорттарға биргәндәр. Үлһә – үлә, ҡалһа – ҡала, тигәндәр.
– Һине бола башлығы итеп күрһәткәндәр янаралға.
– Кешеләр Мәсәғүт урыҫтарын ғәйепләй. Мәсетлеләрҙе ныҡ ҡырғандар.
...Шулай ҙа генерал губернатор үҙенең ҡоралдашын – ҡайҙалыр ҡайҙа губернаның төньяғында ятҡан 8-се башҡорт кантоны сотнигы Аҙнасура Солтанморат улын онотманы. 1836 йылда, алыҫ Себер даруғаһы Дыуан-Мәсетлеләге кантон үҙәгендәге ихтилалдан һуң нәҡ бер йыл үткәс, үҙе һымаҡ дүрт мең ярым башҡорт боласыһы менән ирек һөйгән өсөн, һәр ваҡыт башын эйеп, властарҙың ни әйткәненә лә риза булып тормағаны өсөн, үлгәндә лә диненән, иманынан яҙырға теләмәгәне өсөн мәңгелек каторгаға оҙатты. Урыҫ йәшерен полицияһы бер ваҡытта ла империя нигеҙҙәрен ҡаҡшатырға маташҡан бер ҡылыҡты ла онотмай, нисә йыл, күпме ғүмер үтһә лә, ғәфү итмәй шул. Ырымбур яғы генералының «мәрхәмәте» лә, уның азиат менән «дуҫлығы» бәрәбәре лә – шул.

Автор: Ринат Камал, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Читайте нас