Октябрь айында башҡорт әҙәбиәте классигы, яҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Афзал Таһировтың 135 йыллығы билдәләнә. Ҡазан мәҙрәсәһендә, Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә белем алған, Мәскәү Коммунистик академияһын тамамлаған Афзал Таһиров ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетына партколлегия секретаре итеп эшкә ебәрелә. 1931 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Бер үк ваҡытта 1937 йылға тиклем БАССР Яҙыусылар союзын да етәкләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡанлы репрессиялар «Һалдаттар», «Ҡыҙыл гвардеецтар», «Ҡыҙыл армеецтар» романдарын һәм заман талаптарына яуап бирерҙәй күп кенә күләмле повестар ижад иткән, әҙәбиәттә ырамлы эшләгән яҙыусыны ла урап үтмәй. Ул милләтселектә ғәйепләнә һәм 1937 йылда атып үлтерелә.
Уҡыусылар иғтибарына Афзал Таһировтың 1908 йылда яҙылған «Һатылған ҡыҙҙар» хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.
Һатылған ҡыҙҙар
Ҡунаҡҡа барыусылар, өй һаҡларға ҡалдырыу өсөн, Хаят әбейҙе бер нисә көн элек белешеп ҡуя торғайнылар. Ул балаларҙы яҡшы тәрбиәләүҙә, өй эшен яҡшы ҡарауҙа үҙе кеүек ҡатындар араһында ғына түгел, бөтә ауылға атаҡлы ине.
Хаят әбей үҙ ғүмерендә бер бала тапмаһа ла балаларҙы яҡшы ҡарай, өйҙө яҡшы һаҡлай. Шуның өсөн дә Хаят әбей өйҙә ҡалһа, балалар ата-әсәләренә эйәреп бармайынса, әбейҙең өйҙә ҡалыуына ҡыҙығып ҡала торғайнылар. Уның балаларҙан үҙен һөйҙөрә торған нәмәһе шул – ул әкиәттәр һөйләй, йомаҡтар ҡоя. Уның әкиәттәре бик матур булалар. Күпме тыңлаһаң да арытмайҙар.
Хаят әбейҙең ире Вилдан Хаят әбейгә тиклем бер нисә бисә алып айырғайны. Хаят әбейҙе алғас, унан бер бала ла булмауға ҡарамайынса, айырманы.
Хаят әбейҙең уңғанлығы, үҙен яҡшы тәрбиәләүе Вилданды яраттырҙы. Тәүге бисәһенән ҡалып айырылып сыҡҡан улдарынан кәләш алмаған йәшерәген кире өйгә индерҙе лә өсәү тыныс ҡына тора башланылар.
Хаят әбей ҡырҡ йәштәрендә генә булыуға ҡарамайынса, бала тапмауы сәбәпле, уны балалар «әбей» тип йөрөтәләр ине.
Ҡыш башы. Ураҙа байрамы ине. Атайымдар алыҫ бабайҙарға ҡунаҡҡа киттеләр. Атайым Хаят әбейҙе белешеп ҡуйғайны. Ул беҙгә килде. Кис булғас, апайым өс иптәш ҡыҙын ҡуна алып килде. Мин дә Сәхи исемле үҙемдең иптәшемде саҡырҙым. Ул да килде.
Хаят әбей икенде намаҙынан һуң малдарҙы ҡарап инде лә аҡшам намаҙын уҡыны. Унан һуң аш ашаныҡ. Апайымдар кейем тегәләр. Хаят әбей еп сирата.
Ә беҙ, ике һеңлем, иптәшем менән «Беҙ, беҙ, беҙ инек»те уйнай башланыҡ.
Бер аҙ ваҡыт уҙғас апайымдар ҙа, Хаят әбейҙән һорап, йөҙөк һалышлы уйнай башланылар. Беҙ ҙә ҡыҫылдыҡ. Оҙаҡ уйнап арығас, тышҡа сығып индек. Хаят әбей сәй әҙерләне. Ҡыҙыҡ ҡына итеп сәй эстек.
Һуңынан ҡыҙҙарҙың береһе ҡурай тартты. Икенсеһе, батмус һуғып, уға ҡушылды. Бер аҙ уйнағас, әбей күҙҙәрен һөртә-һөртә уйынды туҡтатты. Ҡыҙҙар тағы ла үҙ эштәренә ултырҙылар.
Беҙ дүртәү, Сәхи, мин, ике һеңлем Хаят әбейҙең әкиәт һөйләүен, йомаҡ ҡойоуын һорай башланыҡ. Быға апайымдар ҙа ҡушылды. Хаят әбей бер аҙ уйлап торғас:
– Тыңларға ялыҡмаһағыҙ, бер әкиәт һөйләргә мөмкин, – тине.
Беҙ ихлас менән тыңлаясағыбыҙҙы белдерҙек. Әбей ҡулындағы ебен сирата-сирата һүҙ башланы.
– Балалар, мин һеҙгә үҙемдең баштан үткән ваҡиғаны һөйләйем. Ин ша Аллаһ, һеҙ аҙ ғына булһа ла ғибрәт алырһығыҙ, –тип әйтте лә, ҡыҙҙарға ҡарап:
– Бына, һылыуҙарым, мин дә, яңы бешкән алма кеүек, йәш ҡыҙ инем. Ләкин миңә алмамды үҙ ихтыярым менән теләгән кешегә ашатыу насип булманы.
Беҙ бер туған өс ҡыҙ инек. Беҙҙән башҡа ике ағайыбыҙ ҙа бар ине. Минән оло ике апайым да кейәүгә сыҡты. Ул ваҡыт миңә ун өс йәш ине. Бына шул саҡта, минең бәхетһеҙлегемә ҡаршы, атайым менән әсәйем үлделәр. Ағайымдар айырылды. Оло ағайым бик ярлы булғанға мине ҡарай алманы.
Мин бәләкәй ағайымда ҡалдым. Бер йыл самаһы уҙғac, кейәүҙәге бер туған апайым үлде. Еҙнәм ситкә эшкә китте. Уның минең менән йәштәш Ҡәмәр исемле ҡыҙы бар ине. Ағайым уны ла үҙенә алып ҡайтты.
Ағайымдың бисәһе Гөлзифа еңгә лә яҡшы булғанға без үҙебеҙсә, арыу ғына ғүмер уҙҙыра инек. Еңгәм беҙҙе үҙ балаһы кеүек тәрбиәләй. Оло ағайым ярлыраҡ булһа ла үҙенсә иген сәсеп, башҡа кәрәк-ярағына бүтән эш эшләп тыныс ҡына ғүмер итте.
Бәләкәй ағайым уға оҡшамаған. Ул игенде күп сәсә. Үҙе тире-яры менән һатыу итә. Шуға ҡарамайынса, бер ҙә артҡан ере юҡ. Тик уның көндән-көн бурысы арта ине. Үҙе көндән-көн тәүфиҡһыҙлана. Барған бер баҙарҙан эсеп ҡайта.
Эсеп ҡайтҡас, беҙҙе ҡыуып сығара, йә булмаһа иптәштәрен йыйып эсәләр ҙә, тәүҙә бер-береһен маҡташалар, аҙаҡҡа табан ирешәләр. Шунан сыҙаша алмай һуғыша ла башлайҙар. Ҡара ҡанға батып бөтәләр.
Шундай көндәрҙә йәшәп, ун һигеҙ йәшкә еттек.
Шулай бер көндө, йәйҙең матур ваҡытында ағайым йәрминкәгә китте. Был ваҡыт ҡыҙҙар киндер һуғыуҙан туҡтағайнылар. Кесе йома көн ине.
Беҙгә ҡыҙҙар килеп, иртәгә урманға көпшәгә барырға һөйләшеп киттеләр. Ҡояш байыны. Беҙ икәү келәткә инеп яттыҡ. Еңгәм балалары менән өйҙә ятты. Беҙ бер аҙ һөйләшеп ятҡас, урамдағы «гөрөлдөк» уйнай торған балалар ҙа ҡайтып киттеләр.
Беҙ йоҡомһорай, сырымға китә башланыҡ. Ҡолаҡҡа еңгәмдең балалар көйләүе генә ишетелә ине. Ауылда һис бер тауыш юҡ. Шул арала беҙ ҡаты йоҡоға ла киттек.
Бер ваҡытты нәҙек, әсе тауышҡа ҡурҡып уяндыҡ. Ағайым баҙарҙан иҫереп ҡайтҡан да еңгәмде ергә йығып, туҡмай икән. Ахырҙа еңгәм ысҡынып артҡа йүгерҙе. Ағайымдың ике иптәше лә эйәреп ҡайтҡан. Беҙ келәт ишеген аҙ ғына асып, ишек ярығынан ҡарап торҙоҡ. Ағайымдар өйгә инеп, тағы йырлашып эсә башланылар.
Еңгәм аҡрын ғына ҡайтып, атты туғарып бәйләп ҡуйҙы. Йәш балаһын алып беҙҙең янға инеп ятты. Еңгәмдең тыйыла алмай һыҡтауы беҙҙең йәнебеҙҙе әсеттерә, үҙәгебеҙҙе өҙөп ебәрә ине.
Иртәнсәк, беҙ торғансы, еңгәм торғайны инде. Беҙ ҙә тороп, үҙебеҙгә тейешле эштәрҙе эшләнек. Ағайым менән ҡунаҡтары ишек алдында арҡыс-торҡос ятҡандар ҙа, яман итеп ғырылдашып йоҡлайҙар.
Самауырҙы әҙерләп ҡуйғас, еңгәм ағайымды уята башлағайны, ағайым ҡаты итеп ыңғырашты ла, тағы ятты. Беҙ иптәштәребеҙ менән көпшәгә бара алманыҡ. Йома етер алдынан ағайым менән ҡунаҡтары иләҫ-миләҫ килеп торҙолар. Кирелештеләр ҙә йыуынып ашарға ултырҙылар. Тағы аҙыраҡ баш төҙәттеләр, һуңынан ағайым ҡунаҡтарҙы оҙатты.
Был ҡунаҡтарҙы оҙатҡас күп тә үтмәй, пар ат еккән, рус күсер ултыртҡан, бер һимеҙ, йыуан бисә килеп төштө. Ағайым быны күргәс тә: «Фатима абыстай», – тип күреште.
Был бисәнең беҙҙең дә исемдәребеҙҙе әйтеп күрешеүенә беҙ аҙыраҡ ғәжәпләнһәк тә, ағайым: «Ул беҙҙең яҡын ҡәрендәш. Һеҙҙе үҙенә ҡунаҡҡа алырға килгән. Уның үҙенең дә һеҙҙең кеүек ике ҡыҙы бар, улар бик бай», – тигәс, бер һүҙһеҙ ышана ҡуйҙыҡ.
Кешеләр йоманан сыҡты. Ҡыҙҙар көпшәнән ҡайтып, Зәй буйына уйынға төшөп киттеләр.
Ағайым был ваҡыт беҙгә ғүмергә күрһәтелмәгән асыҡ йөҙ менән:
– Барығыҙ, һеҙ ҙә уйынға төшөгөҙ, бында беҙ нәмәләр әҙерләп ҡуйырбыҙ, – тине.
Беҙ бығаса ҡунаҡҡа барған һайын иптәштәребеҙҙән кейем йыйғанға, был юлы ла һорау ниәте менән Зәй буйына төштөк.
Был ваҡыт бөтә ҡыҙҙар төшөп уйын ҡорғандар. Беҙ ҙә уйынға ҡушылдыҡ. Иптәш ҡыҙҙарға үҙебеҙҙең ҡунаҡҡа барыуыбыҙҙы белдерҙек. Улар беҙҙең ҡунаҡҡа бараһыбыҙҙы ҡый утауҙан ҡотолоу тип ҡыҙыҡһалар ҙа, беҙҙең күңел ул тиклем күтәренке түгел ине.
Икенде етер алдынан ҡайттыҡ. Көтөү ҡайтты. Ҡояш байыны. Беҙ өйгә ингәндә теге Фатима абыстай намаҙ уҡыйҙыр тип инһәк тә, уның уйында ла юҡ.
Ағайым менән икеһе ҡыҙарышып, ашап туйып, кикерешеп ултыралар ине.
Оҙаҡ торманы, күсер аттарҙы екте. Беҙ кешенән йыйған күлдәктәребеҙҙе арбаға һалғас, ағайымдың уны кире алып ҡалыуына аптырап, бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ.
Еңгәм беҙҙең менән иҫәнләште. Ағайым да ғәҙәт буйынса: «Һау булығыҙ инде», – тип ҡуйҙы. Фатима абыстай үҙе уртаға, беҙҙе икебеҙҙе ике яҡтан ултыртты. Күсер аттарҙы ҡыуып алып сығып китте. Фатима күсергә русса бер-ике һүҙ әйткәс, күсер аттарҙы тағы ла нығыраҡ ҡыуа башланы.
Ауылдан нисек сыҡҡанды һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ауылдан алыҫ түгел урман ситенә еткәс, Фатима күсергә тағы ла бер нисә һүҙ әйтте. Күсер аттарҙы ҡыуыуын аҡрынлатты. Атлап ҡына бара башланы.
Был ваҡыт Фатима әллә ниндәй ауыр эш эшләгән кеше кеүек янып төшкәйне. Уның һимеҙ тәненән бер нисә саҡрым сабып килгән тирле ат еҫе сыға. Аҡрын ғына өргән ел, ул тир еҫен беҙҙең танауҙарға килтереп бәрә. Ул яулыҡтарын сисеп ташланы.
Урманда, юл буйынса, ҡыҙҙарҙың көндөҙ ҡаҡынан ауылға ҡайтҡанда әрсеп ташлаған ҡаҡы япраҡтарын күреп, тағы бер тапҡыр ауылға ҡараныҡ.
Урманда һандуғастарҙың матур һайрауы, аҡрын ғына өргән елгә уҫаҡ япраҡтарының моңһоу ғына шыбырҙашыуы беҙгә әллә ниндәй уйҙар уйлата ине. Аттар баштарын сайҡап бышҡыра-бышҡыра баралар.
Фатима күсер менән руссалап әллә ниҙәр һөйләшә. Беҙ икебеҙ юлдың ике яғына ҡарашып өндәшмәй бара инек.
Урмандан бер тиклем барғас, күсер аттарҙы ҡыуа башланы. Төн ҡараңғыланды. Ҡоштар һайрауҙан туҡтанылар. Күктәге йондоҙҙар нурҙарын сәсеп, ҡайһыһы атылып, ҡайһыһы ем-ем итеп тора. Ара-тирә ҡалын тауыш менән ҡысҡырған ябалаҡ тауыштары ғына ишетелә ине.
Фатима бығып йоҡоға китте. Күсер аттарҙы тағы ла аҡрын алып бара башланы. Ул йоҡлағас, мин Ҡәмәргә ҡарап:
– Беҙ бара торған ауыл алыҫ микән әле? – тинем.
– Белмәйем шул.
Күсер беҙгә ҡарап татарса:
– Алыҫ әле. Иртәгә лә төш ауғас ҡына барып етербеҙ, – тине.
– Һуң, ағай, беҙ ниндәй ауылға барабыҙ? – тинем.
– Ниңә, үҙегеҙҙең ҡәрендәшегеҙҙең ауылын да белмәйһегеҙме? Ул ... тигән ауыл, – тип бер ҡыйын исемде әйтте. Беҙ ике етем туған, бер-беребеҙгә ҡарашып, ҡурҡышып ҡуйҙыҡ. Шул ваҡыт Фатима үҙенең ауыр кәүҙәһе менән миңә таянып торҙо. Уның ауыр кәүҙәһен күтәрә алмай, саҡ ҡысҡырып ебәрмәнем.
Күсер аттарҙы тағы шәпләтеп ҡыуалап китте. Беҙҙең йоҡобоҙ килә ине, ул ваҡыт гел ҡалғып барҙыҡ.
Таң беленгәнсе байтаҡ юл алдыҡ, һыҙылып таң беленде, һандуғастар тағы ла йыһанды яңғыратып һайрай башланылар. Беҙ урман буйы юлдан айырылдыҡ. Ҡояш та үҙенең сығыуын белдереп, көнсығыш яғын ҡыҙартты, бер аҙҙан һуң нурын балҡытып сыҡты.
Көмөш төҫлө булып, шылтырап аға торған бер йылға янына туҡтаныҡ. Фатима намаҙ уҡыр инде тип, беҙ тәһәрәт алһаҡ та, беҙҙең тәһәрәтебеҙ бушҡа китте. Ул йүнләп ышыҡланмай ҙа тышҡа сыҡты ла йыуынып ултырҙы. Беҙҙе лә ултыртты. Тағы ҡуҙғалып киттек.
Оҙаҡ та үтмәй, бер бәләкәй генә рус ауылына туҡтаныҡ. Бында ашап-эсеп тағы юлға ҡарай киттек. Ләкин ауылыбыҙҙың ҡайһы яҡта икәнен дә белә алмай инек. Мин Фатиманан:
– Абыстай, әле һеҙҙең ауылығыҙ алыҫмы? – тип һорағас, ул ялағайланып:
– Алыҫ түгел инде. Шулай ҙа аҙыраҡ бараһы бар. Бөгөн иртүк барып етербеҙ. Тик инде ауыл тип һөйләмәгеҙ. Беҙ бит ауылда тормайбыҙ, ҡалала торабыҙ. Ҡалала тороу бик күңелле ул. Ауылдағы кеүек эт булғансы эшләмәйһең. Аҙ ғына эшләйһең дә, тәмле итеп ашап ятаһың, һеҙ әле ҡалала тормағас белмәйһегеҙҙер, – тине.
– Юҡ, абыстай, ҡаланы беҙ һис күргәнебеҙ юҡ.
– Улай булһа, бына инде күрерһегеҙ, – тигәс, беҙҙең күңелгә әллә ниндәй шатлыҡ булды. Ҡәмәр миңә ҡарап йылмайып ҡуйҙы.
Көн бик ҡыҙҙыра ине. Беҙ бара торған юлдың бер яғында бейек тауҙар, өҫкә йығылып төшөрҙәй булып торған ҡая таштар, юлдың икенсе яғында һыҙылып аҡҡан ... йылғаһы. Йылғаның аръяғында төрлө төҫтәге сәскәләр, йәшел хәтфә кеүек сиҙәм.
Юлда барыу бик күңелле ине. Өйлә ваҡытына тиклем бер нисә рус ауылын үттек, – тигәс, апайымдың иптәш ҡыҙҙарынан береһе:
– Әбей, тышҡа сығып инәйек әле, йоҡомһорап киттек. Күҙ ҙә асылып ҡалыр. Унан һуң ошо еренән тағы һөйләрһең, йәме? – тине. Беребеҙ ҙә ҡаршы килмәй, тышҡа сығып киттек.
Ҡыҙҙарҙың ҡайһылары эштәрен ҡуйҙылар. Ҡайһыһы эшен эшләһә лә күңеле, күҙе һаман Хаят әбейҙең ауыҙынан сыҡҡан әкиәтте көтә ине. Хаят әбей туҡталған урынынан тағы ла әкиәтте һөйләй башланы.
Төш ауғас, тағы бер рус ауылына инеп сыҡтыҡ. Шул ваҡыт ҡаланың сиркәү баштары, өй түбәләре күренә башланы.
Ҡалаға яҡынлағас, Фатима төҙәтенеп ултырҙы.
Күсер аттарҙы шәпләтеп ҡыуып ҡалаға алып инеп китте. Ҡала урамында кешеләрҙең шул тиклем күплеге беҙҙе тағы ла аптырауҙа ҡалдырҙы.
Ҡаланың беҙ ингән яғы тау ине. Юғары күтәрелгәс, уның туғай яғында, алдағыһының төтөнө борҡолоп бик күп өй кеүек нәмәләрҙе һөйрәп килгән бер нәмәне күреп аптырап, Фатиманан:
– Ана-а-а теге нәмә? – тип һораныҡ.
– Улмы? – ул шундай бер арба. Ул бик күп кешеләрҙе ултыртып, үҙе йөрөй. Насип булһа, күрерһегеҙ әле. Ултырып та йөрөрһөгөҙ. Бына беҙ ошондай матур ҡалала торабыҙ инде, – тине.
Күсерҙең аттарҙы бик шәп ҡыуыуына арба бик ныҡ һелкенгәнгә күрә, беҙ ҡаланы бер ҙә йүнләп күрә алманыҡ. Бер аҙ барғас, урамға буйлатып һалынған бер тәпәшәк кенә өйҙөң ҡапҡаһынан индек.
Өйҙөң бер тәҙрәһенән еткән ике ҡыҙ аптыраңҡырап ҡарап торалар ине. Беҙгә ҡаршы бер һары бисә сығып, тәүҙә Фатима, унан һуң беҙҙең менән күреште. Шунан һуң беҙҙе өйгә алып инделәр.
Тик теге ике ҡыҙ янына индермәнеләр. Икенсе бер ҙур бүлмәгә индерҙеләр.
Ул бүлмәлә ҡарт сырайлы бер бисә сәй яһап эсерҙе, һуңынан бик тәмле генә аш ашаттылар.
Фатима беҙҙе иркәләй. Әллә кемдәрҙе һораша. Шулай итеп, бер көн үтте.
Иртәнсәк торғас, Фатима инеп, ауылдан кейенеп килгән күлдәк, яулыҡтарыбыҙҙы сисендерҙе. Бүтәнсә тегелгән күлдәк, матур яулыҡ, аяғыбыҙға аҙыраҡ кейелгән галош бирҙе. Унан һуң сәй эскәс:
– Әйҙәгеҙ, ҡаланы күрергә сығайыҡ, теге арбаны ла күрһәтермен, – тине. Беҙ барырға булдыҡ. Башыбыҙға йоҡа ғына шәл бирҙе. Урамға сығып, бер аҙ йөрөгәс, вокзалға алып китте.
Барған ваҡытта Фатима: «Бынан өс көнлөк юлда, һеҙгә лә, миңә лә яҡын бер абыстай бар», – тип һөйләһә лә, минең күңелем әллә ни уйлай ине. Вокзалға барып индек. Фатима, кешеләр инә торған бер бүлмәгә инеп сыҡты. Шул арала ҡыңғырау тауышы ишетелде. Эстәге халыҡ бер ишектән ағыла башланы.
Теге һары бисә тәҙрәнән ҡарап тороусы ике ҡыҙҙы эйәртеп алып килеп инде лә:
– Эй, һин бында килгәнһең икән, ярай инде, тура килдең, беҙ һине эҙләй инек, – тине.
Фатима бөтөнләй аптыраған кеүек булып:
– Ниңә эҙләйһегеҙ? – тине.
– Ниңә булһын, мин китәм, күрешер өсөн һеҙҙе эҙләнек. Теге ҡыҙҙарға күрһәтеп:
– Бына был һылыуҙарың да апайҙарын һағыналар, тиҙерәк алып ҡайтырға кәрәк, – беҙгә ҡарап:
– Был һылыуҙарыңды ла ебәрмәйһеңме ни? – тине.
– Белмәйем, үҙҙәре барғылары килһә, мин тотмайым, нишләйһегеҙ? – тине. Беҙ бармауыбыҙҙы белдергәс: «Ярар инде, улар беҙҙә генә торорҙар», – тине.
Фатима ингән бүлмәгә һары бисә лә инеп сыҡты. Тағы ҡыңғырау шылтыраттылар. Һары бисә иҫәнләшеп, ике ҡыҙҙы эйәртеп, бер вагонға инеп китте.
– Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә эсен күреп сығайыҡ, – тип, Фатима беҙҙе лә бер вагонға алып инде. – Бына был урынға кешеләр ултыра, бында нәмәләр ҡуялар, – тип тора ине, ҡапыл ырайын һытып:
– Уф, эсем бора башланы! – тине лә ҡулындағы сумкаһын беҙгә биреп:
– Хәжәтемде үтәйем! – тип сығып китте. Беҙ һис нәмә аңламай вагондың матурлығына ҡаранып тора инек, ҡолағыбыҙға тағы ҡыңғырау тауышы ишетелде.
Һис нәмә белмәй торғанда ҡапыл вагон ҡуҙғалып китте. Йығылып китә яҙҙыҡ. Был ни булды тип тәҙрәнән ҡараныҡ, вагон китеп бара ине инде. Ишектән ҡарап һикерәйек инде тип торғанда, бер кондуктор килеп беҙҙе вагон эсенә индерҙе.
Беҙ вагондың асыҡ тәҙрәһенән ҡараныҡ. Тик вокзал янында ҡулына аҡ яулыҡ тотоп, эйелә-бөгөлә яулыҡ болғап торған бер ҡыҙҙан башҡа кешене күрә алманыҡ. Тик вокзалдың ҙур ишеген асып эскә инеп барған бисәне генә Фатимаға оҡшаттыҡ.
Беҙ: «Инде нишләйек, ҡайҙа барайыҡ?» – тип төҫтәребеҙ ҡасҡан көйө бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Тәүҙә күҙҙәребеҙҙән мөлдөрәп кенә йәштәр сыҡты. Унан һуң ҡысҡырып илаша башланыҡ.
Әбейҙең күҙҙәренән йәштәр мөлдөрәп кенә тәгәрәп килә башланы. Уны беҙгә белдермәҫ өсөн, күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртөп алды. Ҡыҙҙар ҙа әллә ни булған кеүек һиҫкәнеп киттеләр. Апайым баҫып ҡуйған самауырҙы асып сәй әҙерләне. Әбей, ептәрен йыйып, шкафҡа ҡуйҙы. Самауыр эргәһенә теҙелешеп ултырҙыҡ. Сәй эскән саҡта, әбей тағы ла һөйләй башланы.
– Беҙ тәҙрәнән ҡарап илашып ултыра инек, ҡапыл теге һары бисә килеп инде лә, беҙгә иҫе китеп, белмәмешкә һалынып:
– Бәй, һеҙ бында нишләп ултыраһығыҙ тағы. Фатима абыстай ҡайҙа? – тине.
– Ул «эсем бора» тип тышҡа сығып киткәйне. Шул арала поезд ҡуҙғалып китте. Беҙ тәҙрәнән ҡараныҡ. Ул вокзал ишегенән инеп бара ине, бына беҙҙә сумкаһы ла ҡалды, – тинек.
Һары бисә беҙҙе йәлләгән булып:
– Һылыуҙарым! Һеҙ инде бында төшөп ҡала алмаҫһығыҙ, хәҙер бынан төшөп ҡалып булмай. Хәйерле булһын. Вокзалда һеҙ «бармайбыҙ» тигәс, барырһығыҙ тигәйнем. Фәрештәнең амин тигән ваҡытына тура килгәндер. Ярай. Әйҙәгеҙ, бынан китәйек. Вагонда һеҙҙең кеүек йәш ҡыҙҙарҙы тиҙ күрерҙәр. Унан һуң был тирәләге станцияла төшөп ҡалып та булмай бит әле. Станцияларҙа уҫал ҡырғыҙҙар бик күп, башҡа кеше юҡ. Улар һеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары икәнегеҙҙе белһәләр, урлап алып китерҙәр. Ә инде ҡасмаһындар тип табанығыҙҙы ярып тоҙ һиберҙәр, – тип ҡурҡытып, беҙҙе үҙ вагонына алып китте. Теге ике ҡыҙ ҙа моңайып ҡына, һүлпән төҫ менән нәмәләрҙер уйлап ултыралар ине.
Беҙ ҙә ул ҡыҙҙарға ҡаршы урынға ултырҙыҡ, һары бисә теге ҡыҙҙарға ҡарап:
– Бына инде был ҡыҙҙар ҙа һеҙ бара торған йортҡа баралар. Улар вокзалда бармайбыҙ тигәйнеләр ҙә, яңылыш килеп ингәндәр. Хәҙер баралар инде, – тине. Теге ҡыҙҙарҙың береһе «һә-һә» тине лә, башҡа һүҙ әйтмәне.
Ҡыҙҙарҙың береһе беҙгә ҡарап бер нәмә әйтергә уйланы ла, ни өсөндөр әйтмәне.
Һары бисә, Фатиманың беҙҙең ҡулдағы сумкаһын алды ла, асып эсенән ике билет һәм хат алды. Шул арала кондуктор килеп билеттарҙы тикшерә башланы, һары бисә, беҙгә төртөп, дүрт билет күрһәтте. Беҙ дүрт ҡыҙ бер-беребеҙгә ҡарашып ултыра инек.
Теге ҡыҙҙарҙың береһе нурлы йөҙөн асып, күҙен сылт-сылт йомоп, беҙгә ҡарауы минең хисемде уятты. Иптәшем сыҙаманы:
– Һеҙ былай ҡайҙа бараһығыҙ? – тине. Береһе:
– Беҙ ҡунаҡҡа барабыҙ, – тип һөйләй башлағайны ла, һары бисә тиҙ генә боролоп:
– Бөтәгеҙ ҙә инде бер йортҡа бараһығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡәрендәш икәнен бөтөнләй белмәйһегеҙ икән. Ул абыстайығыҙҙы тирә-яҡта белмәгән кеше бик аҙ, әле мине генә танымайҙар. Мин уның яңыраҡ приказчигының бисәһе. Бында, Фатима абыстайҙарға, иремде оҙатырға килгәйнем. Насип булһа, ҡаршы алырға килгәндә тағы ла һеҙҙең менән килермен. Юлда күмәкләп ҡыҙыҡ була ул.
Бер ваҡыт поезыбыҙ бер бәләкәй станцияға туҡтаны. Вокзал тирәһендә һирәк-һаяҡ ҡырғыҙҙар ғына күренә ине. Тик оҙаҡ торманы, поезыбыҙ ҡуҙғалып китте. Станцияла һары бисә төшөп һыу алып менде, сәй эсергә ултырҙыҡ.
Был ваҡыт инде ҡояш түбәнәйеп икенде ваҡыты еткәйне.
Вагондың икенсе башында, уртаса буйлы, өҫтөнә русса кейенгән бер ҡарт тәһәрәт алып намаҙ уҡыны. Ул ҡарт һары бисәгә бер һүҙ өндәшмәһә лә, үткәндә-һүткәндә ағыулы күҙ менән ҡарап үтә ине. Унан һуң беҙгә ҡарап тора ла, сырайын һытып китә ине. Уның ул ҡарашынан «мин һеҙ етемдәрҙе ҡыҙғанам» тигән кеүек тойола ине.
Ул намаҙын уҡып бөткәс, ҡулына бер китап алып ултырһа ла, ашап туйғас, һары бисәнең яман итеп кикереүе, кирелеүе ҡартты асыуланып ҡарарға мәжбүр итте.
Ул ҡарт аҡшам намаҙын да уҡыны. Тәҙрәнән тыш күренмәй башланы. Шәм яндырылды. Вагондағы кешеләр ятып йоҡланы, һары бисә лә ятып йоҡоға китте. Теге ҡыҙҙарҙың береһе йоҡламайынса ултырып бара ине. Йоҡо алмай, эсем бошҡас, мин дә тороп ултырҙым. Теге ҡыҙ менән һүҙгә башланыҡ:
– Һеҙ ҡайһы ауылдыҡы? – тинем.
– Беҙ ... ҡалаһынан һикһән саҡрым (беҙҙең ауылға яҡын бер ауыл) Ҡ. ауылыныҡы. Беҙ алты йәштә ваҡытта атайым да, әсәйем дә үлгәндәр. Беҙ ағайым, еңгәм ҡулында ҡалғанбыҙ. Минең апайым да бар ине. Атайым менән әсәйем үлгәс тә ағайым һатыу итә башланы. Шул һатыу итеп йөрөгәндә Фатима абыстай менән танышҡан да һатыу итеүгә унан аҡса алып торған. Бына шул Фатима бер ваҡыт минең апайымды ултырмаға тип алып китә. Шунан һуң ҡайтманы. Хәбәре лә юҡ. Фатима абыстай уны, әле бына беҙ бара торған ҡалалағы бер байға кейәүгә биргән. Бына мин шунда ҡунаҡҡа барам,– тине.
– Ә һуң был иптәшең нисек? – тип һораным.
– Уның да атаһы-әсәһе юҡ. Ул шунда минең апайымдарға хеҙмәткә бара. Фатима абыстай уға ла хеҙмәт булыр, һиңә лә иптәш булыр, тигәс бара инде, – тине.
– Һуң ул һеҙҙең ҡәрендәшегеҙ беҙгә нисек ҡәрендәш икән? – генә тигәйнем, һары бисә һикереп торҙо ла:
– Сеүегеҙ! Харап булырһығыҙ. Бында кеше йоҡлағас һөйләшергә ярамай, – тип беҙҙе ятҡырҙы. Мин ятыу менән талығып йоҡоға киткәнмен.
Иртәгеһен әлеге ҡыҙ менән һөйләшеү теләгендә булһам да, һары бисә һис ҡуҙғалмай ҡарауыллап торҙо. Ул көн дә кис булды.
Беҙ бара торған юл ҡола ялан. Унда күҙгә сағылырлыҡ бер ауыл һәм кеше күренмәй ине.
Сәй эсеп туйҙыҡ та, аш урынын йыйғас, тағы Хаят әбейҙең һөйләүен көтә башланыҡ. Ул тағы һөйләргә башланы:
– Шулай өсөнсө тәүлеккә киткәс, теге ҡарт, нәмәләрен йыйнап, бер станцияла төшөп ҡалды. Ул төшкән саҡта беҙгә бик ҡыҙғаныс ҡарау менән ҡараны.
Поезд саф һауаны ярып дәрт менән бара ине. Һары бисә барасаҡ ҡаланың яҡын икәнлеген белдерҙе. Оҙаҡ та үтмәне, йәсиғ ваҡыттарында, поезд гөжләп торған ҙур бер вокзалға барып туҡтаны. Вокзалдың төрлө урындарында ҙур-ҙур уттар яналар. Ундағы кешеләрҙең күплеге, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ алдарына берәр уй менән йөрөүҙәре, миңә төш кенә кеүек тойолдо.
Беҙ вагондан төшөү менән вокзал ишеге төбөнә барҙыҡ. Унда ҡыҫҡа, йыуан буйлы, ҙур ауыҙлы, йәмшек танаулы, ҡыҫыҡ күҙле, өмөтһөҙ йөҙлө бер бисә килеп беҙҙең менән күреште лә:
– Ярай, оҙаҡ көтөргә тура килмәне әле, әйҙәгеҙ, – тип вокзалдың ҡала яғына алып сыҡты. Бер яҡшы атлы яңы арба янына алып барып, һорамайынса-нитмәйенсә, беҙҙе ултыртып алып китте.
Ҡаланың урамдары энә ятһа күренерлек булып яҡтыртылған. Урамда кешеләр бик күп. Бигерәк тә йәш ҡыҙҙар, егеттәр хозур итеп, ҡыр ҡаҙҙары кеүек теҙелешеп йөрөйҙәр. Шул арала бер тар тыҡрыҡтан боролоп инеп киттек. Был урам башҡа урамдар кеүек яҡтыртылмағайны.
Ике ҡатлы ҙур йортҡа туҡтаныҡ, ишек асылды. Эскә индек. Теге ҡыҙҙарҙың сырайҙарына үлек төҫө инде. Төҫтәре кесейә кеүек ағарҙы. Ул ҡыҙҙарҙың береһе һаман апаһы сыҡҡанын көтә ине.
Ул ике ҡыҙҙы юғары ҡатҡа алып менеп киттеләр. Беҙҙе аҫҡы ҡаттағы бер залға алып инделәр.
Беҙҙе ҡаршылап алған бисә сәй эсерҙе, һуңынан ҡарт сырайлы, көр тауышлы, бер йәмһеҙ бисәгә аш ашатырға ҡушып, үҙе сығып китте.
Ашап ҡына туйғайныҡ, теге һары бисә инеп:
– Әйҙәгеҙ, тиҙ булығыҙ, һеҙҙе абыстай саҡыра, – тип, беҙҙе өҫкә алып менде.
Уның был өмөтһөҙ һүҙенән ҡурҡыу беҙҙең тағы йөҙөбөҙгә сыҡты. Юғары ҡатҡа менеп етеү менән, беҙҙең менән бергә килгән бер ҡыҙҙы бер бүлмәгә алып инеп барғандарын күреп ҡалдыҡ.
Теге беҙҙе ҡаршылаған бисә бүлмәһенә индек. Бүлмәнең эсе бер нисә һандыҡ һәм башҡа өй эсе нәмәләре менән тулғайны.
Ул бүлмәлә хужа ҡатындан башҡа тағы бер нисә бисә бар ине. Теге хужа ҡатын, беҙгә яҡшы күлдәк, ситек, галош, бәләкәй генә ҡалпаҡ бирҙе лә, урынлаштырырға ҡушты.
Теге сырайы һытыҡ бисә мине, һары бисә Ҡәмәрҙе, икебеҙҙе ике бүлмәгә алып инделәр. Мине алып ингән бисә ҡыҙғанған тауыш менән:
– Һылыуым! Һеҙҙең дә инде, минең кеүек бәхетегеҙ юғалған икән. Һеҙҙе лә харап иткәндәр икән. Һылыуым, кейемдәреңде, бына был кейемдәреңде кей. Был йорт быға тиклем бик күп гонаһһыҙ кешеләрҙе харап иткән йорт. Һеҙҙе лә харап итәсәк, – тип әйткәс кенә мин эштең нисек икәнен белдем дә:
– Ниңә, абыстай, нәмә була, мин ни эшләнем? – тип илап ебәрҙем. Әллә элек был турала ишеткән булһам, нәмә икәнен белгән дә булыр инем...
Әбей хикәйәнең шул еренә еткәс, тәүге кеүек һөйләй алмай ҡалтырана башланы. Ут яҡтыһына көмөш кеүек булып күренгән йәштәр күҙҙәренән тәгәрәһә лә белдермәҫкә тырышып, уларҙы яулыҡ осо менән генә һөртөп ала ине.
Ирекһеҙ генә, аяғымдағы аҡ ойоғомдо, өҫтөмдәге күлдәгемде систем, бер генә ҡат йоҡа аҡ күлдәк кейҙем, башыма бәләкәй генә ҡалпаҡ ҡуйҙым.
Был ваҡыт үҙемдең нәмә эшләгәнемде белмәй инем. Шул ваҡыт берәү ишекте асып:
– Тиҙ булығыҙ, һеҙҙе көтәләр! – тип ҡысҡырҙы. Минең эргәмдәге бисә миңә ҡараған да күҙенән мөлдөрәп кенә йәш аға.
Теге һары бисә инеп ҡулымдан етәкләп алып китте. Өйҙөң икенсе башында нәҙек кенә тауыш менән йырлаған тауыш, скрипка тауыштары ишетелә башланы. Бер бүлмәнән теге ике ҡыҙҙың минең менән һөйләшкәнен сырылдатып һөйрәп сығарҙылар. Быны күреү менән минең йәнем сыға яҙҙы.
Ҙур залға килеп индек. Залдың уртаһында ҙур өҫтәл. Уның өҫтө ҡыҙыл, аҡ шешәләр менән тулған. Өҫтәл тирәһенә бик күп ҡыҙҙар теҙелешкәндәр. Уларҙың һәр береһенең эргәһендә бер ир.
Ирҙәрҙең араһында һирәк кенә йәштәре булһа ла, күбеһе урта йәштәге ирҙәр ине. Һары бисә мине лә өҫтәл янына алып килде. Мине күреү менән, ике ҡыҙ урындарынан һикереп тороп:
– Әйҙә, матур абыстай, ултырығыҙ! – тип ҡулымдан тотоп ултырттылар. Был ваҡыт миңә әллә ни булды, һис нәмә аңламай башланым. Бер ҡыҙ стаканға шешәнән һалып миңә һуҙҙы. Ләкин мин телем менән бер нәмә лә әйтә алмаһам да, ҡулым менән этеп ебәрҙем. Тик оҙаҡ та үтмәй, әллә уларҙың ялағайланыуҙарынамы, әллә аҡылым бөткәнгә күрә эстем.
Шул арала теге ҡыҙҙы ла килтереп еткерҙеләр. Ул меҫкендең ҡыҙғаныс тауыш менән илауы минең ҡолағымды ярып инә ине. Ул ҡыҙҙы ла килтереп ултырттылар.
Аҙаҡ теге ҡыҙҙың әсе тауыш менән: «Эсмәйем, кәрәкмәй, ҡайҙа минең апайым?» – тигән тауыштары ҡолаҡҡа салына ине.
Һуңға табан мин иҙерәп киттем. Теге ҡыҙҙарҙың ҡыланыштарын, ирҙәрҙең йырлауҙарын белһәм дә, уларҙың нәмә икәнен уйлай, аңлай алмай инем.
Бер аҙ ваҡыттан һуң мине ике ҡыҙмы, ҡатынмы ҡултыҡлап алып сығып бер бүлмәгә индереп, йомшаҡ карауатҡа һалдылар. Минең күҙҙәр теләмәһәм дә йомолалар. Йоҡо баҫа. Мин уларҙы тырышып асып, йоҡоно таратырға маташып ятҡанда, ҡыҙыл йөҙлө, һары һаҡаллы, йыуан бер кеше инеп, минең яныма һыйыша башланы.
Мин тәүҙә ирек бирмәҫкә тырыштым, һуңынан үҙемдә ҡеүәт бөткәнен һиҙеп үкһеп-үкһеп илай башланым...
Минең күҙҙәремдән йәштәр килде. Ҡыҙҙар ҙа сыҙай алмай күҙҙәрен һөртәләр ине. Хаят әбей урынынан торҙо ла, ҡомған алып, тышҡа сығып китте. Беҙ ҙә әбей артынан тышҡа сығып индек тә, урын һалып яттыҡ. Хаят әбей тыштан ингәс тәһәрәт алды ла, ҡаҙанлыҡ яҡҡа сығып, намаҙ уҡый башланы. Ул намаҙ уҡыған ваҡытта апайымдар үҙ-ара шыбырҙашып нәмәлер һөйләшәләр ине.
Беҙ йомаҡ ҡойоштоҡ, әбейебеҙ намаҙын уҡып бөткәс, илай-илай тәүбә иткән, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарының ярлыҡаныуҙарын һораған тауыштар ишетелә ине. Уны ишеткәс ҡыҙҙар ҙа тын ғына торҙолар. Хаят әбей доғаһын тамам итеп, беҙҙең өҫтәребеҙҙе ҡарап, яҡшылап япты ла, үҙенең урынына барып ятты. Ул йоҡо алдынан уҡый торған доғаларҙы уҡыны. Беҙ уның артынан бөтәбеҙ ҙә уҡып барҙыҡ. Мин:
– Әбей, әкиәтеңде һөйләп бөтөрсө, унан нисек ҡайттың? – тинем, әбей:
– Эйй, балалар! Уларҙы һөйләргә инде йоҡоғоҙ килер, Аллаһы Тәғәлә унда ризығыбыҙҙы бөтөргәндер инде, – тигәс, ҡыҙҙар ҙа йоҡолары килмәүен белдереп:
– Бик ишеткебеҙ килә, әбей, – тинеләр. Хаят әбей тағы һөйләргә тотондо.
– Эй, балалар! Шул ваҡыттағы ҡыйынлыҡтарҙы, шул ваҡыттағы ҡәбәхәтлектәрҙе Хоҙай Тәғәлә хатта дошманға ла күрһәтмәһен.
Шунан һуң мин теге кешенең ауыҙымды үпкәнен генә беләм. Бер аҙҙан һуң уны ла белмәй башланым. Бөтөнләйгә иҙелдем. Әллә ниндәй ҡыңғырау тауыштары ишетелә, әллә ниндәй уттар күренә башланы.
Таң беленгән ваҡытта, теге кешенең борсоуына тағы уяндым. Минең башым туҡмаҡ менән һуҡҡан кеүек ауырта ине. Көн яҡтыра башлағас, әлеге кеше миңә мәңге онотолмай торған хыянат ҡылып сығып китте.
Ул сығып киткәс, үҙемдең нисек булыуымды уйлап, өҙөлөп-өҙөлөп иланым да, шунан һуң тағы иҙерәп йоҡоға киттем.
Төшөмдә ауылымды күргән кеүек булам. Атайым менән әсәйем терелеп ҡайтҡан кеүек була. Тағы әллә ниндәй сыуаш малайҙары күренде. Ағайымды ла күргән кеүек булам.
Уянып китһәм, бүлмәнең тәҙрәһе асылған. Бүлмә эсенә тәҙрәнән ҡояштың нуры балҡып төшкән.
Урынымдан торҙом. Бөтә тәнем туҡмап ташланған кешенеке кеүек ауырта. Көҙгөгә барып ҡараным. Ҡарау менән үҙемдән үҙем ҡурҡып киттем. Күҙемде ҡан баҫҡан. Күҙ төптәрем ҡара янғандар. Күҙҙән аҡҡан йәштәр юл-юл булып һыҙылып төшкәндәр, йөҙөм дә әллә ниндәй булып күгәреп, күкле-йәшелле булып тора. Башым тубал кеүек булған. Ул бер нәмә лә аңлай алмай.
Бүлмәләге тас янына барып йыуындым, сәстәремде аҙыраҡ төҙәттем. Кейемдәремде рәтләнем. Тағы әллә нәмәләр уйлап тора инем, кисәге беҙҙе ашатҡан бисә инеп:
– Һине ашарға саҡыралар, – тине.
Минең бер ҙә ашағым килмәй ине. Шунда ла Ҡәмәрҙе күрермен тип төштөм. Ҡыҙҙар теҙелешеп ултырғандар, һәр ҡайһыһы ашай. Ҡәмәр юҡ. Беҙҙең менән килгән ҡыҙҙарҙың кисә өҫтәл янында булғаны өҫтәлдең бер башына ғына ултырған. Ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы асыулы күҙ менән ҡарайҙар. Мин теге ҡыҙҙы күргәс оялһам да, ул минән дә бигерәк оялды. Йөҙө ҡыҙарҙы. Алдына ғына ҡарай башланы. Мине күреү менән ҡыҙҙарҙың бөтәһенең ауыҙҙарын йырыуҙары мине мыҫҡыл иткән кеүек күренә ине.
Мин дә ултырҙым. Ашаған ваҡытта ҡыҙҙар үҙҙәренең ҡуштанлығы һәм күп эсеп тә иҫермәүҙәре менән маҡтанышалар ине. Ашап туйғас, амин дә итмәй сығып таралдылар.
Мин аҙаҡҡараҡ ҡалып бер ҡартыраҡ бисәнән Ҡәмәрҙе һораһам да – ул бисә:
– Уны иртәгәһеҙ күрә алмаҫһығыҙ, бар бүлмәңә ин. Бер ҡайҙа ла сыҡма! – тине.
Бүлмәмә ингән саҡта, кисә үҙемде кейендергән бисәне күреп, уны саҡырҙым.
– Абыстай! Беҙҙе бынан ҡасан ебәрерҙәр икән, белмәйһеңме? – тип һораным.
Ул миңә аяныс күҙҙәре менән ҡараны.
– Белмәйем, һылыуым. Бәхетегеҙгә ҡаршы берәр сәбәп кенә булмаһа, бынан ҡотолоу бик ҡыйын. Һуң һеҙҙең ата-әсәләрегеҙ бармы? – тине.
– Юҡ шул, – тинем. Күҙемдән тағы ла йәштәр аға башланы.
– Һеҙҙең бында икәнегеҙҙе берәр туғанығыҙ беләме, бында килергә үҙегеҙ риза булмағанһығыҙҙыр бит? – тине.
– Үҙебеҙ риза булыу түгел, бында килеп кисәге ваҡиға булғанға тиклем, нәмә икәнен дә белмәнек. Минең иптәшем ҡайҙа, уны ҡасан күреп булыр икән? – тинем.
– Уны әле бер ергә лә сығармайҙар. Уны тик иртән йәки береһе көнгә генә күреп булыр, – тине.
– Сәбәбе ни? – тинем.
– Һеҙҙең кеүек йәш ҡыҙҙарға байыраҡ кешеләрҙе көтәләр. Бына һинең иптәшеңә лә ... байҙың ... дән ҡайтҡанын көтәләр, – тине.
– Һуң ул ошо йорттамы? – тинем.
– Ул урам яҡтағы иң яҡшы бүлмәлә тора. Һуң һеҙ бында нисек килдегеҙ. Кем сәбәпсе булды? – тине.
– Беҙ икебеҙ ҙә ағайымда тора инек. Ул минең бер туған ағайым. Шул ағайым беҙҙе ебәрҙе, – тип нисек килеүебеҙҙе һөйләп бирҙем.
– Шулай шул, һылыуым. Беҙҙе шәфҡәтһеҙ яҡын туғандар һәләк итәләр. Аллаһы Тәғәлә уҫалдарға үҙе язаһын бирһен! – тип күҙенән йәштәрен һөртә-һөртә сығып китте. Минең ҡайғымды уртаҡлашыуы өсөн мин был бисәне үҙ апайым кеүек күрә башланым.
Бөгөн дә кис булды. Киске ашты ашанылар. Аҡшам уҙҙы. Өйҙөң һәр бер ере яҡтыртылды, йәсиғ ваҡыттары етте. Бына тағы кисәге кеүек кешеләр береһе артлы икенсеһе инә башланылар. Был кешеләрҙең өҫ-баштары яҡшы булып та, үҙҙәре ир уртаһы кешеләр булыуға ҡарамайынса, бисәләре юҡ микән ни тип мин ғәжәпкә ҡала инем.
– Һуң, әбей, бөгөн дә кисәге кешеләр килдеме? – тип һораным мин.
– Юҡ, балам.
Уныһы бик асыҡ хәтеремдә. Кисәге кешеләрҙең береһе лә юҡ ине. Тик скрипка уйнай торған ҡарт ҡына кисәге ине.
Оҙаҡ та үтмәне, мине тағы ла кисәге өҫтәл янына алып барҙылар. Тағы кисәге ҡыҙҙар ултыртылған. Бөгөн тағы ла йыуан кешеләр ине. Арала һаҡалдарына сал ингән кешеләр ҙә бар. Ике шыма ғына, көпшә кеүек йәш егет тә бар ине. Мин ултырғас, егеттәрҙең береһе мине күрһәтеп, бер ҡыҙҙан:
– Бына ошомо яңы ҡош? – тип һораны.
– Юҡ! Быныһы кисә иҫкерҙе. Тегеһе бында юҡ әле, – тине.
Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән йөрәгем тағы сымырҙап китте. Шулай итеп, бөгөнгө кис тә кисәге кеүек үтте. Һеҙ, өйрәнгәс ҡыйын түгелдер, тип уйламағыҙ. Көн уҙған һайын яман була. Шул рәүештә өс көн торҙом. Дүртенсе көндө әлеге шәфҡәтле бисә (мине кейендереүсе ҡатын) минең эргәмә килеп:
– Әйҙә, һылыуым! Ҡалала аҙыраҡ йөрөп инәйек. Бигерәк төҫтәрең бөтөп китте, – тип, мине кейендереп алып сығып китте. Ҙур урамға сыҡҡас, унан:
– Абыстай, минең туғаныма ул-был булманымы? – тип һораным.
– Юҡ әле, һылыуым! Теге бай иртәгә ҡайтасаҡ. Уға ҡурҡыныс, ҡыҙғаныс ваҡыттар иртәгә буласаҡ. Аллаһы Тәғәлә Үҙе ҡотҡарһын! – тине.
– Һун, абыстай, бынан китеп булмаймы? – тинем.
– Китеп була ла бит, эш үткәс китеүҙән ни файҙа. Бына мин үҙем дә китеп ҡайҙа барайым? Ихтыярһыҙ бында хеҙмәт итеп ғүмер уҙҙырам. Башта мин дә һеҙҙең кеүек матур, йәш ҡыҙ инем. Һинең кеүек минең дә иптәшем бар ине. Ул хәҙер ошо ҡалала теләһә ҡайҙа ғүмер уҙҙыра. Ул ауырығас, ҡыуҙылар, – тип әйтеп тә бөтөрмәне, ҡаршыға бер бисә һымаҡ нәмә килеп:
– Һаумы, Зөләйхә? – тип күреште.
Был бисәнең башында йыртыҡ шәл. Өҫтөндә нәмә икәне беленмәй торған бер рус кейеме. Аяғында ла йыртыҡ ботинка. Өҫтөнә ҡараһаң, кеше ҡурҡырлыҡ. Күҙҙәре себей, танауы йәмшек. Ауыҙ тирәләре йөйләнеп бөткән. Шул бисә мине күргәс:
– Был яңы кешеме ни? – тине. Мине эйәртеп сыҡҡан иптәш бисә:
– Эйе, был яңыраҡ шул, – тине лә айырылып киттек. Унан айырылып киткәс, теге бисә үҙе менән бергә үҫкән ҡыҙы икәнен һөйләне.
– Ҡайһы ауылдыҡы инегеҙ? – тинем.
– Беҙ ... ауылыныҡы инек. Минең атайым да, әсәйем дә мин йәш ваҡытта уҡ үлгәндәр. Ағайымдар бик ярлы булғандар. Мине үҙебеҙҙең күрше бер һатыусы алып үҫтергән. Был беҙгә осраған бисә лә етем ҡалған. Уның бер һеңлеһе лә бар ине. Улар ағаларында үҫтеләр. Уларҙың ағаһына беҙҙең ауылдан алыҫ түгел ... ҡалаһының бер бай бисәһе белеш булған. Бына шул бисә әле осраған бисәне ултырмаға тип биреп ебәргән. Ә минең байым да үҙе ярлылана башлағас, мине шул бисәгә хеҙмәткә тип биреп ебәрҙе. Ана шул бисә беҙҙе бына бында килтереп бирҙе. Шулай итеп, беҙгә ошо көндәрҙе күрергә улар сәбәпсе булды, – тине.
Мин:
– Әле беҙҙең менән килгән ҡыҙҙар ҙа шул ауылдыҡы ине, – тинем. Ул бисәне күрергә тырышһаҡ та күрә алманыҡ. Кис була башлағас, ашығып ҡайтып килдек.
Көн бөгөн дә ғәҙәттәгесә уҙҙы. Беҙҙе тағы ла көндәгесә эсерҙеләр. Тағы ғазапланылар. Иртәнсәк булды. Ашты ла ашаныҡ. Хужа ҡатын бер тиклем ҡыҙҙарҙы эйәртеп, белмәйем, ҡайҙалыр китте. Мин бүлмәмдә ҡайғырып ултыра иңем, әлеге бисә инеп:
– Туғаныңды күргең киләме? Килһә, тиҙ бул, хәҙер аулаҡ, – тип өйҙөң икенсе башында, урам яҡҡа ҡараған бер бүлмәгә индерҙе.
Был ваҡыт Ҡәмәр тәҙрәһен асып урамға ҡарап ултыра ине. Мин уны күреү менән, сыҙай алмайынса, ҡысҡырып илап ебәрҙем. Ул да мине күреү менән ҡосағыма атылды. Икебеҙ ҙә һүҙҙәребеҙҙе әйтешә алмай илаштыҡ. Бер аҙ илап туҡтағас, минең хурланыуым уға беленгәс тағы мине ҡосаҡлап иланы. Шулай итеп, беҙ күҙҙәребеҙ шешенгәнсе илаштыҡ. Хәлдәребеҙҙе һөйләштек. Ҡотолоуыбыҙҙы Аллаһы Тәғәләнән һораныҡ.
Тәҙрәнән ҡараһаҡ, урамдың икенсе яғынан, вагонда намаҙ уҡыған ҡарт беҙгә табан ҡарай-ҡарай үтеп бара ине. Беҙ нәмә булһа ла булыр, тип танымаған бер ҡартҡа туҡтарға ҡуштыҡ. Ул туҡтаны. Беҙ уны күргәс, был яуыз урындан ҡотолған кеүек шатланышып урамға сыҡтыҡ. Дворник беҙҙе сығармаҫҡа тырышһа ла булдыра алманы. Ҡыҙҙар беҙҙең ынтылып сығыуыбыҙға шаҡ ҡатып ҡарашып ҡалдылар.
Ҡарт янына барыу менән уға хәлебеҙҙе һөйләнек. Уның ярҙам итеүен һораныҡ. Ул беҙҙең бер яҡын ҡәрендәшебеҙ кеүек беҙҙең һүҙебеҙҙе тыңланы: «Әйҙәгеҙ, өйгә барайыҡ», – тип үҙ йортона алып китте.
Уның өйө бәләкәй генә булһа ла, эсенән ҡарағанда арыу ғына көн иткәнлектәре күренеп тора ине. Уның бер улы, уҡып йөрөй торған бер ҡыҙы бар ине. Бисәһенең йөҙөнән уларҙың тыныс, рәхәт көн итеүҙәре күренеп тора ине.
Уның ҡыҙы менән бисәһе беҙҙе яҡын күреп, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар. Самауыр ҡуйып сәй эсерҙеләр, сәй эсеп ултырғанда ҡарт беҙҙән:
– Һеҙ үҙегеҙ ҡайһы ауылдыҡы? – тип һораша башланы.
– ..ауылыныҡы, – тинек.
– Һуң ата-әсәгеҙ бармы, быға тиклем кемдә тора инегеҙ?
– Ата-әсәләребеҙ юҡ. Бер туған ике ағабыҙ бар. Шуның береһендә тора инек.
– Һуң улар һеҙҙең бында икәнегеҙҙе беләләрме?
– Береһе белмәй. Береһе үҙе ебәрҙе.
– Үҙегеҙ риза булып килдегеҙме, әллә белмәйенсәме?
– Ағай, бына был көнгә тиклем һис нәмә белмәнек. Улар беҙҙе алданылар.
– Билетығыҙ бармы?
– Юҡ.
– Яҡшы, улай булғас ҡотолдоғоҙ, һеҙ инде бынан китмәгеҙ, – тигәс, беҙ шатлығыбыҙҙан ни әйтергә белмәнек. Күҙҙәребеҙҙән йәштәр аҡты. Ҡарттың ҡулын үбеп, рәхмәт уҡыныҡ.
Ҡарттың ҡыҙы ла беҙҙең хәлебеҙҙе аңлан, ҡыҙғаныс күҙ менән ҡарап торҙо ла:
– Һуң һеҙ икегеҙ ҙә бер ауылдыҡымы? – тине.
– Эйе, бер ауылдыҡы. Икебеҙ ике туған, – тинек.
– Бында һеҙҙең ауылдан 7–8 генә саҡрым ерҙәге Ҡ. ауылының бер кеше һатыу итә. Яҡын арала уның ҡыҙы менән ҡатыны ҡунаҡҡа ҡайта. Насип булһа, бына беҙҙең ҡыҙ ҙа ҡайтмаҡсы. Һеҙ ҙә шулар менән ҡайтып китерһегеҙ, – беҙҙең шатлығыбыҙ тағы артты.
Ҡәмәр тағы ла нығыраҡ шатланды. Ул хатта ҡартты үбергә теләй ине. Һуңынан беҙ ҡартҡа:
– Бында Ҡ. ауылынан да беҙҙең менән ике ҡыҙ килде. Уларҙы ла шулай алдап алып килделәр, – тинек.
Ҡарт был һүҙҙе ишеткәс, теге беҙҙе алып ҡасҡан ҡатынға ләғнәт уҡыны ла: «Беҙ һине нәмә эшләтергә белербеҙ», – тип үҙе әйткән әлеге һатыусыға китте.
Төш ауғас, рәхәтләнеп, киң һулыш алып ултырғанда, теге ике ҡыҙҙы ла алып ҡайттылар. Ул ҡыҙҙар шатлыҡтарынан үкһеп-үкһеп илайҙар. Уларҙың да береһе минең кеүек булған. Береһе һау-сәләмәт ине. Ғәфифә булғаны шатлығынан ауырый башланы. Ул ике ҡыҙҙы әлеге һатыусы алып китте.
Икенсе көндө үк теге йорттоң хужаһын (фәхешхана тотоусы ҡатынды) судҡа бирҙеләр.
Теге урамда осраған ҡәбәхәт ҡатын да Фатима ултырмаға тип алып киткән, мәғлүм ике ҡыҙҙың апаһы ине. Ул да бахыр шул фәхешханаларҙа тороп шулай йөрөргә ҡалған икән.
Оҙаҡ та үтмәне, ҡарттың бисәһе, ҡыҙы менән Ҡ. ауылы һатыусыһының бисәһе, ҡыҙы, тағы ла беҙ дүрт ҡыҙҙы, ҡарт һәм һатыусы вокзалға алып төшөп, бөтәбеҙгә лә билет алып ултыртып оҙаттылар.
Беҙ һигеҙебеҙ бергә шатланышып ҡайттыҡ. Ҡарттың ауылында ике көн ҡунаҡ булғас, теге ике ҡыҙ үҙ ауылдарына, беҙ икәү үҙ ауылыбыҙға ҡайтып киттек.
Ауылда беҙҙе юғалтҡандар икән. Теге беҙҙе һатып ебәреүсе ағайым да «белмәйемдән» башҡа һүҙ һөйләмәгән икән. Ул үҙе беҙ ҡайтыр алдынан ғына баҙарҙа эсеп һуғышып башын ярҙырған.
Беҙ ауылға ҡайтҡас уның хәлен һорарға тип барһаҡ та, беҙ барғансы ул үлгәйне инде.
Беҙ, ҙур ҡайғыға инеп, унда тора башланыҡ.
Бәләкәй ағайымдың ике балаһын да ҙур ағайым үҙ тәрбиәһенә алды. Еңгәм аталарына ҡайтып китте.
Көҙ килеп етеү менән беҙҙе төрлө урындан һората, яусылай башланылар. Ҡәмәрҙе йәштән үк яратып йөрөгән егете һоратты. Ул шуға барҙы.
Улар бына хәҙер ҙә әле шул егет менән рәхәт ғүмер итәләр. Дүрт балалары бар. Байлыҡтары ла арыу ғына.
Мине лә бер-ике йәш егет һоратып ҡараһалар ҙа, мин үҙ ғәйебемде белеп, риза булманым.
Бына әле ошо мин тора торған бабайығыҙ бисәһен айырғайны. Шул мине һоратты. Мин уға риза булдым.
Шулай итеп, беҙ ҙә тыныс, рәхәт ғүмер уҙҙыра башланыҡ.
Минең бер кәмселегем булһа, ул да ана шул фәхешханалыҡ хурланыуымдын зарары – бына балам булмай, шулай балам булмаһа ла Вилдан бабайығыҙ мине бик ярата. Мин килгәс, үҙе айырып сығарған бәләкәй улын Әхмәдиҙе кире өйгә алды.
Бына насип булһа, Әхмәдигә кәләш алып бирербеҙ. Шулай итеп, беҙ, быға тиклем Вилдан бабайығыҙ менән яҡшы, тыныс, рәхәт ғүмер кисерҙек. Бынан түбән дә Аллаһы Тәғәлә тыныслыҡ бирһен! Бына хикәйәм шунда тамам булды, – тине.
Беҙ барыбыҙ ҙа бер ауыҙҙан әбейгә: «Рәхмәт, рәхмәт!» – әйтештек. Апайым менән иптәштәре пыш-пыш килеп әллә нәмәләр һөйләшә башланылар. Беҙ йоҡоға киттек.