Все новости
Проза
7 Ноября , 15:22

Тимеркәй фәлсәфәһе. Дауыт Юлтый

Был киң туғай минең үҙ йортом кеүек булып китте инде. Яҙ булып, ерҙе үлән ҡаплау менән, минең һәр кисем бында үтә. Уның үләндәре, сәскәләре араһында аунайым, тулайым. Унан һуң йәшел үлән өҫтөнә ятып, төрлө уйҙарға сумам. Унан һуң инде йоҡоға китәм... Бына мин бөгөн дә бында. Нисәнсе тапҡыр килеүем икән? Үҙем дә белмәйем. Бөгөнгө һауа бүтән көндәргә ҡарағанда ла күңеллерәк. Йондоҙҙар бер-береһенән көнләшкән кеүек йымылдашып яналар. Миңә ҡарап күҙ ҡыҫҡандай булалар. Шуларға ҡараһам, ҡылт итеп күрше ҡыҙы Гөлбикә иҫкә төшә.

Тимеркәй фәлсәфәһе. Дауыт Юлтый
Тимеркәй фәлсәфәһе. Дауыт Юлтый

Анау көндө ул мине аулаҡ өйгә ҡурай тартырға саҡырғайны. Шунда мин уның күҙҙәренә ҡарап торҙом да ошо йондоҙҙарға оҡшаттым. Ләкин был йондоҙҙар, уның күҙҙәре кеүек, йөрәккә үтмәйҙәр, тик уны иҫкә генә төшөрәләр. Ә Гөлбикәнең күҙ ҡараштары инде минең бөтә тәнемә ут йүгертеп ебәрә.

Ана, Нора тауы артынан ай ҙа ҡалҡа... Кисә әҙ генә иртәрәк ҡалҡҡайны һәм өҙөк-өҙөк болоттар араһында ине. Бөгөн ап-асыҡ булып түңәрәкләнеп ҡалҡа ул. Күк йөҙөндә уның йөҙөн ҡапларлыҡ бер генә болот киҫәге лә күренмәй... Өҫтәре ысыҡ менән ҡапланған үләндәр, арыш башаҡтары аҡһыл ай нурында ынйы төҫлө ялтырап киттеләр. Бейек тау биттәре шыйыҡ аҡһыл томандар аша серле көмбәҙ кеүек ялтырап күренделәр, тағы ла бейегәйгән төҫлө булдылар.

Донъяла ниндәй хикмәттәр юҡ. Ҡарап торһаң, иҫең-аҡылың китерлек. Ошо донъяны «Алла яратҡан», тиҙәр. Әле уның был ғына түгел, теге донъяһы – әхирәте лә бар, тиҙәр.

Унда ожмах менән тамуғы ла бар, тиҙәр. Үҙен бик шәфҡәтле, бөтә гонаһтарҙы кисерә, тиҙәр. Улай булғас, кешене аҙаплар өсөн, ниңә тамуҡ яратты икән ул?

Шул тамуҡ тигәндәре иҫкә төшһә, бай ағай күҙ алдына килә. Бай ағай ҡайһы ваҡытта мине тиктомалға туҡмаған саҡта, тамуҡты яратҡан Алла бай ағай шикелле булып күҙ алдына килеп баҫа.

Ысынлап та, әгәр ҙә мин Алла булһам, бигерәк тә шәфҡәтле булыр инем. Бөтә кешеләрҙе бер тигеҙ бай яһар инем. Зерәгә кешеләрҙе тамуҡта яндырмаҫ инем. Ысынлап та, ниңә кешеләрҙе яфаларға, аҙапларға инде?

Бына мин үҙем дә шул бәхетһеҙҙәрҙең береһе. Мин етем. Мин хеҙмәтсе, мин ҡол. Алла ҡоло ла түгел, бәндә ҡоло!

Иртәнән кискә тиклем байға эшләйем. Эҫе ҡояш аҫтында бөтә тәндәрем әсе тиргә ҡойона.

Кис булғас, ат менән ҡунырға киләм. Төндәр буйы ат көтөп сығам. Таң беленеү менән тағы өйгә, тағы эшкә, тағы тиргәшкә!

Минең көндәрем шулай үтәләр!

Минең бөтә тыныслығым ошонда ғына.

Бында теләгәнсә иркен һулыш алам, бында теләгәнсә уйлана алам. Бында мин тамам ирекле, һис кем миңә тынғыһыҙлыҡ яһамай.

Аһ, өйгә ҡайтһаң инде... Елкә тырнарға ла ваҡыт юҡ! Эш, эш!.. Шуның менән дә байға ярап булмай әле. Берәй нәмәкәй генә тура килмәһә, зерә юҡҡа минең өҫкә аҡырынырға тотона. Имеш, бөтә гонаһ миндә генә. Мин бит ни ҡушһа, шуны эшләйем. Барыһын да эшләйем, ул тиклем донъя аҡтарырлыҡ ниндәй гонаһым бар һуң минең? Эҙ генә яуаплашһаң, унда инде ҡиәмәт ҡуба башлай.

– Табаныңды ялтырат! – тип кенә ебәрә.

Бына шул мәлде теге тамуҡты яратҡан Алла ҡылт итеп иҫкә килеп төшә.

Ул, тим, асыулы кешеләренә тамуҡ яратҡас, тим, беҙҙең бай шикелле берәй ныҡ асыуы килгән сағында нисек донъяны емереп ташламай икән, тим.

Шуға күрә лә туғайҙағы тыныс кистәрҙе дүрт күҙ менән көтөп алам мин. Уның һауаһы, тынлығы, матурлығы, йомшаҡ үләндәре миңә рәхәтлек бирәләр. Йәйҙең матур, ҡояшлы көндәре ни тиклем матур булһа ла, үҙем уның рәхәтен күрә алмағас, яратмайым мин уны.

Ҡояш сыҡҡас та, миңә әлеге тамуҡ ғазабы башлана...

Ҡояш тау артына барып, ер өҫтөнә ай шары ҡалҡыу менән, үҙемде бәхетле һанайым мин. Был да бит ваҡытлы ғына. Уның йәйе үтә лә китә, уның бит әле ҡышы бар!

Их, ҡыш, ҡыш!.. Ҡыш түгел, тамуҡ ул!

Унда инде бындай рәхәтлектәр булмай. Көнө лә, төнө лә, таңы ла эш менән үтә. Үҙемдең шул тиклем бәхетһеҙ булыуыма аптырайым мин!

Алланы шәфҡәтле, тиҙәр, етемдәргә шәфҡәт итә, тиҙәр. Үҙе лә шулай итергә ҡушҡан, тиҙәр. Етем-еҫерҙәрҙең теләктәрен ҡабул итә, имеш, тиҙәр.

Мин илай-илай бәхет һораным, көндәр һораным, төндәр һораным. Бай ағай өй эсе менән «ҡәҙер» кисәләрендә намаҙ уҡығанда, теләк теләгәндә, мин дә теләнем. Ләкин минең теләктәремдең береһе лә ҡабул булманы. Минең һорағандарымдың береһен дә бирмәне.

Донъяла күп кешеләр йәшәйҙәр, бәхетте Алла бирә, тиҙәр. Ә үҙҙәре көн-төн эшләйҙәр. Байҙары кешеләр яллап эшләтәләр, шуның менән байыйҙар. Әгәр ҙә эшләмәй йәки эшләтмәй торһалар, бер нәмә лә булмай. Сәсмәйенсә ашлыҡ та үҫмәй, сапмайынса бесән дә булмай. Шуларҙың береһен дә эшләмәһәң, береһе лә булмаймы ни, нисек һуң «Алла бирә» тиҙәр икән?

Тимеркәй һәр ваҡыт шундай уйҙар менән баш вата ине. Көндөҙөн эше араһында ла, кистәрен туғайға ат ҡуна барғанда ла шуларҙы уйлай ине.

Бөгөн дә ул туғайҙа йәшел үләндәр араһында яңғыҙы ятҡан саҡта ошо уйҙарға күмелде. Күп уйҙарын, кешегә һөйләгән кеүек, ҡысҡырып һөйләне. Айға, йондоҙҙарға, алыҫта күренеп торған бейек тауҙарға ҡарап һөйләне. Уйлаған уйҙарының осона сыға алмағас, үҙенең биргән һорауҙарына яуап таба алмағас:

– Юҡтыр ҙа ул! – тип ҡуйҙы. Ләкин ул һүҙҙәрҙе ҡырҡа әйтә алманы, күңеленең әллә ниндәй генә бер мөйөшөндә шик ҡалды. – Кешеләр, бар, тиҙәр бит, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Уйҙары сыуалды, башы эшләмәй башланы. Алыҫтан, әллә ҡайҙан, бер тауыш ишетелгән кеүек булды. Ҡолаҡтарын ҡуйып тыңлай башланы. Ләкин ул тауыш ҡабатланманы. Ҡалын урманға инеп юғалғандай булды. Алыҫ та түгел үҙенең ҡунырға алып килгән аттары, ауыҙҙарын тултырып, йәшел ысыҡлы үләндәрҙе көйшәйҙәр ине.

Бына ерән айғыр, башын юғары күтәреп, ҡолаҡтарын торғоҙҙо ла дәртле итеп бер кешнәп ебәрҙе. Уның көмөш тауыштары тулҡынланып туғайға йәйелде. Урман, һыу буйҙарына таралды. Уның яңғырауы ярҙарға ҡағылып, алыҫта тағы бер-ике ерән айғыр кешнәгән кеүек булды. Бер-ике секундтан һуң был тауыштар урманға инеп йотолдолар.

Тимеркәй тағы башын ҡалҡытып был тауышты тыңлап торҙо.

Тау артынан ҡыҙарынып йәйге таң атып килә ине.

 

II

Тимеркәй ата-әсәһенән бик йәшләй генә етем ҡалды.

Ул әсәһен яҡшылап хәтерләмәй ҙә. Сөнки ул әсәһе үлгән саҡта ике йәш ярымдар самаһында ғына ине. Әсәһе үлгәс, Сәми ҡарттың бер яҡын ҡәрендәше Ҡаңышбикә әбей Тимеркәйҙе үҙ тәрбиәһенә алғайны. Сәми ҡарт – үҙ ғүмере буйынса Никлудин баярында урман ҡарауылсыһы булып торған кеше. Ул ауылға йылына ике – ғәйеткә йәки берәй кәрәкле йомошо булһа ғына ҡайта.

Шуның өсөн дә уны «Урман Сәми» тип йөрөтәләр. Уның тураһында халыҡ телендә әллә ниндәй легендалар бар. Уға урман ене эйәләшкән икән дә, шуның менән тора икән, тип тә һөйләйҙәр. Бисәһен дә урман ене быуып үлтергән, тип һөйләй торғайнылар. Ул ауылға ҡайтҡандың артынан берәй кеше ауырып китһә:

– Моғайын, Сәми ене ҡағылғандыр әле, – тип шомланалар.

Балалар илаһа:

– Ана, Сәми килә! – тип ҡурҡыталар.

Сәми ҡарт халыҡ йөрәгенә үҙенең шул ҡурҡыныслы яғы менән инеп ултырғайны. Һәр кем уның тураһында ҡурҡыныс һүҙҙәр һөйләй, һәр кем шомлана ине.

Ҡаңышбикә әбей үлеп киткәс, Сәми ҡарт улы Тимеркәйҙе үҙ янына алды. Шунан һуң Тимеркәй туғыҙ йәшенә тиклем атаһы янында, урман араһында, ҡалды.

Ҡаңышбикә апаһы үлеп, Тимеркәй үҙ тәрбиәһенә ҡалғас, улыма иптәш булыр тип, өйләнергә уйланы. Бер-ике тол ҡатынға яусы ебәреп маташты. Уның тураһында халыҡ телендә йөрөгән ҡурҡыныс әкиәттәргә ҡарап булһа кәрәк, теге ҡатындар риза булманылар. Шунан һуң ул был мәсьәләне икенсе тапҡыр ҡуҙғатманы. Ҡулын һелтәне лә ҡуйҙы. Үҙенең яҙмышына баш эйеп, ул Тимеркәй менән икәү торорға ҡарар бирҙе.

Сәми ҡарттың землянкаһы Ағиҙел ярының эргәһендә генә. Ул уны үҙ ҡулы менән һалған, уның бөтә кәрәк-яраҡтары шунда, сөнки йомошҡа барырға күршеһе юҡ уның. Үҙе бешерә, үҙе әҙерләй. Ҡашығын да үҙе яһаған, туҫтаҡ, табағын да үҙе эшләгән. Балта, көрәк кеүек нәмәнән башҡаһын береһен дә баҙарҙан һатып алмаған ул.

Шунда уҡ яр ситендә кәмәһе тора. Ҡармаҡ, мурҙалары, ауҙары ла шунда. Уның бүреләрҙән һаҡланыу өсөн яһаған ҡоралы ла үҙенеке. Бер оҙон имәнгә кейҙереп тимер һөңгө кеүек нәмә лә эшләп алған. Ул урманға барһа йәки төнгә ҡалһа, шуның менән йөрөй. Урмандағы айыуҙарҙың барыһы ла уға таныш. Сәми ҡарт инде уларҙың барыһына ла исем ҡушып бөткән. Уның нисә балаһы бар икәнен, уларҙың нисә йәштә икәнен барыһын да күңеленә теркәп бара. Ул инде уларҙың иҫәбен яңылышмай. Ләкин ул бүреләр менән дуҫ түгел. Уларҙы бер ваҡытта ла үҙ бойороғона күндерә алғаны юҡ. Хатта бер нисә тапҡыр бүре ҡазаһына осрай яҙып ҡалғаны ла бар. Теге һөңгөнө ул ана шул бүреләр өсөн яһап алғайны.

Тимеркәй ана шул бүреле-айыулы урманда үҫте. Атаһы күп ваҡыт землянкала булмай: утарға аҙыҡ алырға, йә урманды әйләнеп сығырға, йә балыҡ тоторға китә. Балыҡҡа барғанда Тимеркәй атаһынан ҡалмаһа ла, күберәк ваҡыт Тимеркәйгә землянкала ҡалырға, ғүмерен яңғыҙ үткәрергә тура килә ине.

Тимеркәй йәй көнө землянкала ултырмай, көнө буйы яланғас көйө Иҙел буйында, ҡыҙыу ҡом өҫтөндә аунай. Уйнап туйһа, тау башына менеп, матур таштар йыйып йөрөй, йәки бейек ағас баштарына менеп, ҡош оялары ҡарай. Атаһы ҡайтҡан саҡта, күп ваҡыт өйҙә булмай торғайны. Сәми ҡарт һөрән һалып уны ҡайтара ине. Тимеркәйҙең көндәре шулай үтә ине.

III

Бәхет бер кирегә китһә китә бит ул.

Холера йылы ине. Сәми ҡарт үҙенең тотҡан балыҡтарын йөкмәп баҙарға китте. Донъя бит ул. Аҡсаһыҙ тороп булмай. Тимеркәйгә күлдәк-ыштан кәрәк. Ҡышҡа табан аяғына, өҫтө-башына ла кәрәк була. Үҙенең эре, үтемле балыҡтарын йөкмәп, ике аҙнаға бер тапҡыр 15 саҡрымдағы баҙарға барып, ваҡ-төйәк нәмәләр алып ҡайтҡылай торғайны. Бөгөн дә шул уй менән баҙарға барырға сыҡты.

Көн эҫе. Исмаһам, әҙ генә еле лә юҡ. Бөгөнгө көндө үҙ кәүҙәңде йөрөтөргә лә күп хәл кәрәк. Ә Сәми ҡарт, ике ботлап балыҡ йөкмәп, ҡомло юлдан бара. Ул иртәнге һалҡын менән сыҡһа ла, көндөң ҡыҙыуына ҡалды. Баҙарға килеп еткәндә, уның эсендә йәһәннәм ҡайнай ине. Ул шул тиклем көйгәйне, уға бер күл һыуы ла әҙ булыр төҫлө ине. Ул баҙарға инмәне, ҡойоно күреп, уға тура килде. Балығын ергә ҡуйҙы ла йәһәт кенә биҙрәне төпкә төшөрҙө. Һалҡын һыу менән битен, ҡулын әҙ генә сайҡаны ла ҡомһоҙланып эсә башланы. Эскәс, еңеләйгән төҫлө булды. Баҙарға сығып, бик еңел ҡулдан ғына балығын һатып өлгөрҙө.

Баҙарҙан әйләнеп юлға сыҡҡанда, уның тәне ауырайҙы. Эсендә ҡара йылан әйләнгән шикелле булды. Ҡояш юғарынан ныҡ ҡыҙҙырһа ла, уның тәненән, арҡа буйынан ваҡыт-ваҡыт һалҡын йүгереп китте.

– Ай-һай, шул түгелме икән? – тине. Сөнки баҙарҙа холера менән ауырып киткән, арбаларында ҡоҫоп ятҡан кешеләрҙе үҙ күҙе менән күргәйне. Уның йөрәге өшөнө, йәһәтерәк ҡайтып етергә теләне. Ләкин аяҡтар уның теләгенсә йөрөмәйҙәр ине.

Тимеркәй уны әллә ни тиклем ер йүгереп килеп ҡаршыланы. Атаһын күрҙе лә:

– Ни эшләп улай күҙҙәрең эскә батып киткән? – тип һораны.

Сәми ҡарт:

– Бик эҫе бит, арығанмындыр, – тине.

Землянкаһына инеп, нәмәләрен ҡуйырға өлгөрмәне, эсен тотоп һикегә йығылды. Ҡоҫа башланы. Эсендә ут йүгерә ине. Тимеркәй Иҙелдән һаман һыу ташып торҙо. Төн урталарында ҡарт иҫенән яҙҙы. Үҙен үҙе төрлө яҡҡа ата башланы.

Таңға табан аяҡтары һыуынды, тырнаҡ остары ҡарайҙы. Танауы эскә батып керҙе. Эскә батҡан күҙҙәрен ҡаймаҡ төҫлө шекәрә баҫты, ауыҙынан әллә ниндәй һыуҙар аға башланы. Инде ул хәҙер дуламай. Уның тик күкрәге аҙ-аҙ ҡалҡып китә ине.

Тимеркәй:

– Хәҙер тынысланды, йоҡоға китте, иртәгә, бәлки, терелер, – тип уйланы. Яҡында ғына урман эсендә олоған бүреләрҙең шомло тауыштарын тыңлап йоҡоға китте.


IV

Сәми ҡарт, үлгәс, өс көн буйына землянкаһында ятты. Һис бер килеүсе булманы. Дүртенсе көн утарҙан өс хеҙмәтсе килеп, тау битендә бер ҡәбер ҡаҙынылар ҙа, кейемдәренә төрөп, шунда күмделәр. Йыназа уҡыу, кәфенләү, саҙаҡа биреү кеүек дини мөрасимдарҙың береһе лә уның ҡәбере өҫтөндә үтәлмәне. Күмеп бөткәс, бер таҙа имән ҡаҙыҡты башының осона билдә итеп ҡаҡтылар ҙа эҫе көндә тирләп-бешеп бөткән эшселәр хәл йыйырға ултырҙылар. Бик тәмләп кенә тәмәке төрөп тарттылар. Тимеркәй, быларҙың барыһына ла шаһит булып, ауыҙына бармағын тығып, ситтән генә ҡарап торҙо. Эшселәр:

– Их малай, атаһыҙ ҡалдың бит инде, хәҙер кемең бар? – тинеләр.

Ул быларға яуап ҡайтарманы. Уларҙың күҙҙәренә туп-тура ҡараны ла башын түбән эйҙе. Ул тәүге көндө илаһа ла, бөгөн иламаны. Ул алдағы көндә нисек буласағын да уйламай. Уларҙы уның башы һыйҙырмай ине әле.

Кискә табан ул эшселәргә эйәреп утарға китте.

Ауылда Сәми ҡарттың нисек үлеп, нисек күмелеүе тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөнө.

– Ул үлгәс, уны ендәр йыназа уҡып күмгән икән, – тип тә һөйләнеләр.

Ҡайһы берҙәре:

– Ул убырлы булған икән, вабаның[1] башы ла шунан булған икән. Уның тағы ла берәй шауҡымы булыр, ҡәберен асып, уны ҡаҙыҡ менән ҡаҙаҡларға кәрәк, – тип һөйләнделәр. Ҡайһы бер кешеләр уның ҡәберендә убыр осоп йөрөгәнен дә күреп ҡайттылар. Ул үлгәс, уның тураһында ауылда тағы ла ҡурҡыныслы хәбәрҙәр күбәйҙе. Ьәр бер ҡаза, мал үлеү тураһында унан шомлана башланылар.

– Сәми шауҡымы ҡағылғандыр әле, – тиҙәр ине.

 

V

Ҡотлояр – ауылдың иң бай әҙәме.

Уны «Һаран Ҡотлояр» тип тә, «Урыҫ Ҡотлояр» тип тә йөрөтәләр. Ул йәш сағында бик ярлы булған, ҡайҙалыр бер баярҙа хеҙмәт иткән, шунан һуң ауылға ҡайтып йорт ҡорған да бик ҡапыл байып киткән.

Ҡотлоярҙың байыуын халыҡ былай һөйләй:

– Ул баяр яланынан бик күп хазина тапҡан икән дә баяр менән уртаҡлашҡан икән. Шуның менән баяры ла, үҙе лә байып киткән икән, – тиҙәр.

Ҡайһы берәүҙәре:

– Үҙенең баярына килгән ҡунаҡ баярының иҫерек ваҡытында аҡсаһын ҡулға төшөргән дә байыған икән, – тиҙәр. Уны төрлө кеше төрлөсә һөйләй. Ләкин ул нисек кенә булһа ла байыған. «Ҡотлояр бай» тигән исемде күтәргән, тирә-яҡҡа байлығы менән уның даны таралған.

Ул үҙе кеше менән бик аҙ ҡатыша, йәй булһа, бөтә ғүмерен яланда үткәрә, ҡыш булһа инде, кәртәһенән кермәй.

Шундағы ваҡ-төйәк эш менән шөғөлләнеп ваҡытын үткәрә. Кеше барһа, йомош бирмәй, үҙе лә кешегә йомош һорап сыҡмай.

Уның өйөндә йылына ике генә мәжлес була. Ураҙала бөтә тирә-яғын саҡырып бер ифтар[2] яһай, ҡорбан байрамында, бер нисә ҡорбан салып, бөтә ауылды тиерлек ҡунаҡ итә. Бына шунан башҡа ваҡыттарҙа инде уның ҡапҡаһы ябыҡ була. Ҡапҡаһынан хәйерсе-фәләнде индереү түгел, күршенең этен дә кертмәй, шуға күрә уны «Ьаран Ҡотлояр» тип йөрөтәләр.

Үҙен бик мыжыҡ тиҙәр.

Уға бик аҙ хеҙмәтсе ярай. Унда түҙеп торған хеҙмәтсене:

– Айыу тиреһенән яралғандыр, – тип һөйләйҙәр. Шуның өсөн дә ул яҡын-тирәнән үҙенә хеҙмәтсе таба алмай, әллә ҡайҙан ситтән барып яллай торғайны. Унан ҡасҡан хеҙмәтселәрҙең иҫәбен-һанын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.

Ул хеҙмәтселәрҙе эшкә шул тиклем ҡаты ҡуша ки, уның иртәһе лә, кисе лә, төнө лә эш менән үтергә тейеш.

Ул йөҙәр дисәтинә иген сәсә, икешәр-өсәр йөҙ баш йылҡы аҫрай, ҡуйҙарының иҫәбен үҙе лә белмәй торғандыр. Бына шул ҡыр эше таң ҡараңғыһынан төн ҡараңғыһына тиклем бара. Хеҙмәтселәрҙең арыуы, йонсоуы менән иҫәпләшеп тормай, ул төндә лә эш таба, һис тә булмаһа, берәй ауырыу малын ҡарауылларға ҡуша. Шул рәүешсә уның ҡул аҫтында бер генә минутҡа ла тынғылыҡ юҡ. Ул үҙе лә шулай тынғыһыҙ бер әҙәм. Уның тураһында халыҡ:

– Бер күҙе йоҡлаһа, икенсе күҙе һәр ваҡыт ҡарап тора, – тип һөйләй.

Уның йорт-ҡаралтыһына килһәң, себен осоп инерлек урын юҡ. Бөтә йорто бейек таш ҡойма менән уратылған. Хатта йортоноң тәҙрәләре лә урамға ҡарамай. Барыһын да ҡура яғына сығарып эшләткән. Шуға күрә булһа кәрәк, уны «Урыҫ Ҡотлояр» тип йөрөтәләр.

Бына Тимеркәй ҙә туғыҙ йәштән уның донъяһына тап булды. Уның әңгәмәһе былай.

Сәми ҡарт үлгәс, Тимеркәйҙе берәү ҙә тәрбиәгә алманы. Атаһы үлгәс, баяр тирәһендә лә урын булманы. Йәш, эшкә яраҡһыҙ тип, ауылына ҡайтарҙылар. Уны ауылда ла бер кеше лә йортона индермәне. Сәми ҡарт тураһындағы шомло әкиәттәр Тимеркәйгә күсте. Уны:

– Урманда ен алыштырған, – тип һөйләй башланылар. Тимеркәй урамда, кәбән аҫтарында, аҙбар арттарында йоҡлап йөрөй ине. Әгәр ҙә берәүҙең йортона килеп ҡунһа, иртәгеһен үк ауылға хәбәр тарала. Ул йортта бер ҡаза йәки ауырыу көтөлә.

Уға ҡайҙа барырға?..

Һис бер урын юҡ. Бөтә ишектәр ябыҡ. Бөтә кеше уға:

– Теге мәлғүндең ен алыштырған балаһын берәйһе шунда үлтереп ташлаһа, сауаплы булыр ине, – тип сиркәнеп ҡарай.

– Ауылға килгән аяҡлы фетнә, – тип йөрөтәләр. Тимеркәй бының серенә төшөнә алмай. Көнөнә бер-ике һыныҡ икмәк табып ҡорһағын тултырһа, уға шул етә. Төн үткәреү Тимеркәй өсөн ҡайҙа ла бер. Ул уға күнгән инде.

Ул мәлдә Тимеркәй Ҡотлояр байҙың да ҡапҡаһын буш ҡуйманы. Унан бер нисә тапҡыр әрләнеп, ҡыуылып сыҡҡайны.

Бер көн Ҡотлояр байҙың ниндәй мәрхәмәте килгәндер инде, Тимеркәй иртә менән аҙбар артында йоҡлап ятҡан сағында, уны уятып, өйгә алып инде. Алдына ҡатыҡ менән ҙур киҫәк икмәк килтереп ҡуйҙы ла:

– Һинең барыр урының юҡ, беҙҙә ҡал, эшләрһең, тамағыңды туйҙырырһың! – тине. Тимеркәй бындай йылы һүҙҙе кешенән беренсе тапҡыр ишетә ине әле.

Ризалығын һүҙ менән әйтә алманы, башын ғына һелкеп белдерҙе.

Шул көндән башлап Тимеркәй Ҡотлояр байҙа хеҙмәтсе булып ҡалды. Уның бында тап булыуы ла Ҡотлояр байҙың хеҙмәтселәре ҡасҡан осорға тура килде. Уға яраҡлы хеҙмәтсене бик тиҙ генә балсыҡтан яһап булмай, морон төртөрлөк урыны булмаған кешеләр ауыр эштәргә тиҙ күнегеүсән булалар. Тимеркәй ҙә шуларҙың береһе, иң беренсеһе ине. Ҡотлояр бай ҙа бындай мәлдән бик файҙалана белә. Был тиклем байлыҡ бит бушҡа ғына йыйылмаған, уның өсөн бик күп әсе-сөсөләрҙе татыған инде ул.

 

VI

Тимеркәйҙе хеҙмәтселеккә алғас, Ҡотлояр бай тураһында тағы яңы хәбәрҙәр таралды.

– Ҡотлояр бай, ен алыштырған Тимеркәйҙе үҙендә тотоп, уның ендәрен ҡушып эшләтә икән. Улар шулай күп икән... Ул былай икән... – тип һөйләй башланылар.

Был хәбәрҙе иң күп таратыусы, бик оҫта итеп, кеше ҡурҡырлыҡ итеп һөйләүсе Балтабикә ҡарсыҡ ине. Сөнки ул ен, зәхмәт, им-том тирәһендә тирә-яҡҡа мәшһүр бер ҡарсыҡ булып танылған.

Сәми ҡарт уның иң ҙур кәшфиәтенән[3] һанала ине. Ул үлгәс, Тимеркәйгә күсте. Тимеркәйҙе Ҡотлояр үҙенә алғас, ул шомло төйөн уның себен осоп инмәҫлек йортона барып йәшеренде. Унда ул тағы ла серлерәк бер төҫ алып китте. Һәр көн таң алдынан Ҡотлояр байҙың йортонан бик күп ен ғәскәрҙәренең сығып китеү хәбәрен дә, бик йәшерен сер итеп, ана шул Балтабикә таратҡайны.

Ысынлап та, Тимеркәй эшкә килһә, ен кеүек эшләй ул.

Ул Ҡотлояр байҙа ун бер йыл хеҙмәт итте. Ул инде уның ауыр эштәренә тамам күнегеп бөткәйне. Ул кәбән ҡойған саҡтарҙа ат тартымы күбәләр кәбән башына йөн шикелле ырғытылалар. Аҫау малдарҙы ҡороҡлап тотҡанда, Тимеркәй бер аҙым атлатмай, шып иттереп туҡтата. Уның ун бер йыл буйына Ҡотлояр донъяһына түккән көсөн иҫәпләп ҡараһаң – уның таш ҡоймалары ла күтәрә алмаҫтар. Шулай булһа ла, Ҡотлояр байҙың уға мыжымаған сәғәте юҡ. Һәр көн бер тапҡыр әрләмәгән, уның эшенә бәйләнмәгән көнө булмағандыр. Тимеркәй уға күптән күнеккән, уға ундай мығырлауҙар ябай һүҙгә әйләнеп киткән, шуның өсөн дә Ҡотлояр байға ҡаршылашмай торғайны. Ҡаршылашып ҡайҙа бараһың?

Унан сығып китер ине, барыр урыны юҡ. Сәми ҡарт тураһындағы шомло әкиәттәр уны халыҡтан алыҫлаштырған, уға һаман да шомланып ҡарау бөтмәгән ине. Ҡайһы ваҡыттарҙа Тимеркәйҙең дә үҙ тормошонан зарланған, риза булмаған минуттары була. Ләкин уны бер кемгә лә һөйләмәй ул.

Хәҙер уның башына аң кергән. Уның ише егеттәр өйләнәләр, донъя рәхәтен күрәләр, ваҡытлы эшләйҙәр, ваҡытлы күңел асалар. Ә Тимеркәй – һаман да шул Тимеркәй. Уның эш менән үтмәгән бер генә минуты ла юҡ. Уның да башҡалар төҫлө булғыһы килә, ләкин була алмай. Уның да хәҙер инде ҡыҙҙар күрһә, күңеле өҙгөләнә, күрше ҡыҙы Гөлбикә тураһында һәр ваҡыт уйлана, үҙенең арт ҡапҡанан сыҡҡан саҡтарын уның һыуға төшә торған ваҡытына тура килтерергә тырыша. Бер ваҡыт, йәшеренеп, Гөлбикәләрҙең өйөнә ҡурай тартырға ингән сағын һис хәтеренән сығарғыһы килмәй уның.

Ул уны ярата, ләкин бер ваҡытта ла үҙенең яратыуын уға һөйләй аласаҡ түгел, уны әйтеү менән барыбер Гөлбикә һанға алмаясаҡ.

Ул шулай уйлай ине.

Шундай өмөтһөҙлөктәр арҡаһында уның башын тағы ла күберәк уйҙар, төрлө хыялдар сырмап ала. Ул эш араһында ла, кис менән туғайға ат ҡуна барғанда ла үҙе тураһында уйлана, үҙенең бәхетһеҙлегенең сәбәптәрен тикшерергә бик ярата:

– Әгәр ҙә мин теге Ҡағынбайҙар төҫлө аталы-әсәле булып, шулар кеүек түңәрәк кенә донъя көтһәм, Гөлбикә лә миңә һис бер һүҙһеҙ килер ине бит.

Бына уның уйының тармаҡтары шунан башланып китә торғайны. Ул Алланан шул бәхетте бик күп һораны. Ләкин береһе лә уның теләгенә ярҙам итмәне. Һәр көнгө таң уны ауыр, иҫәпһеҙ күп эштәр, тиргәштәр менән ҡаршыланы. Әле уның киләсәгенә лә бер өмөтлө нәмә юҡ.

Шуның өсөн дә уйҙарының аҙағы Аллаға барып терәлә ине. Күңелендә бер генә лә өмөт тойғоһо ялтырамаған ауыр, әсе минуттарында:

– Юҡтыр ҙа ул! – тип ҡуя ине.

 

VII

– Дөрр!..

– Дөрр!..

Ерҙәр һелкенә, окоптар ишелә, мылтыҡ, пулеметтарҙан ямғыр шикелле пулялар яуа. Меңдәрсә кешеләр ут эсендә, туп йәҙрәләре ҡурҡынысы аҫтында үлем көтәләр. Әллә ни тиклем кәүҙәләр тупраҡҡа болғанып, ҡан эсендә ята. Әллә ни саҡлы кешеләр йәрәхәтенән ыңғыраша. Күкрәге менән шыуышып, пуляһыҙ, тупһыҙ ерҙәргә сығырға ынтыла...

Тимеркәй ҙә шулар араһында.

Ул инде алты ай буйына ана шул ҡурҡыныстар аҫтында йөрөй. Һуғыш сыҡҡан көҙ менән үк ул һалдатҡа алынды. Өс айҙан һуң инде фронтҡа оҙатылды.

Немецтар өҙлөкһөҙ окопҡа аталар. Баш ҡалҡытыр әмәл юҡ.

Шул ваҡыт Тимеркәйҙең башынан ошо уйҙар үтте:

– Беҙ ни өсөн һуғышабыҙ? Илде, ерҙе һаҡлау өсөн, тиҙәр. Һуң, минең бер табан ерем юҡ. Ниңә, улай булғас, ерен һаҡлар өсөн Ҡотлояр байҙың балаһы килеп һуғышмай, ул ҡолағын ауырттырҙы ла хеҙмәттән тороп ҡалды. Хәҙер кәләше менән тыныс ҡына йәшәп тик ята. Башҡа бай балалары барыһы ла шундай һылтау менән тороп ҡалдылар. Исхаҡ бай улын хеҙмәттән ҡалдырыу өсөн мең һум аҡса тотҡан. Ә беҙҙе йүнләп ҡараманылар ҙа:

– Годен! – тип сығарҙылар ҙа ебәрҙеләр.

Унан тура һуғышҡа. Минең немецтар менән ниндәй уртаҡ малым бар? Мин уларға, улар миңә пуля аталар.

Быныһы Алла эше тиһәң инде, ниңә ул теге бай улдарын ҡушмай икән!

Күпме кешеләр зар илайҙар, Алланан иҫән ҡалыуҙы һорайҙар. Ләкин туптар, пулялар быларҙың барыһын да үҙенсә эшләй, ә Алланың бында бер генә лә, бармаҡ осондай ҙа мәрхәмәте юҡ. Уның көсө ҙур, һәр нәмәне үҙенсә эшләтергә ихтыяры етә, тиҙәр. Ниңә һуң инде иҫәпһеҙ кешеләрҙең: «Һуғыш туҡталһын ине!» – тигән теләктәренә әҙ генә булһа ла ҡолаҡ һалмай икән?

– Юҡтыр ҙа ул!..

Шул ваҡыт уның эргәһендә ҙур туп шартланы. Тупраҡтары уны, еле менән этәреп, ҡырға алып ырғытты. Шунан айнып торҙо ла бер соҡорға йүгерҙе. Шул минут аяғына ҡаты бер нәмә бәрелде. Йөрәгенә үтте. Табан аҫтары эҫеле-һыуыҡлы булып сымырлап китте. Окоп эсенә һикереп төштө лә мылтығын ырғытып бәрҙе. Бер нисә ҡанлы кәүҙә өҫтөнән атлап, окоп буйлап артҡа шыуыша башланы. Аяғының ауыртҡан ерен тотто. Ҡулы ҡып-ҡыҙыл йылы ҡанға батты.

– Ах, харап булғанмын! – тип юғарыға ҡараны ла, тороп, йән көсө менән алға йүгерә башланы. Уның тирә-яғында пулялар себен кеүек осалар ине.

– Юҡ ул!

– Юҡ ул! – Шул һүҙҙәр уның ауыҙында ҡабатландылар.

Алдында тағы шрапнель ярылды. Снаряд ҡаҙыған соҡорға йығылды. Башынан йәшен үткән шикелле булды. Ҡысҡырырға уйланы, ауыҙына тупраҡ тулғайны. Күҙ алдында әллә ниндәй ут уйнаны ла ер төбөнә убылып төшөп киткән кеүек булды.

Шрапнелдең бер ауыр суйын киҫәге уның түбә ҡапҡасын алып киткәйне. Ул баҫҡан урынында ике мәртәбә әйләнде лә мәңге тормаҫлыҡ булып снаряд соҡорона йығылды. Уның теге уйҙары, шрапнель киҫәге менән осоп, ҡанға аралаштылар.

 

[1] Ваба – холера.

[2] Ифтар – үҙен күрһәтеп ала мәғәнәһендә.

[3] Кәшфиәт – асыш мәғәнәһендә.

Автор:Дауыт Юлтый
Читайте нас: