Все новости
Проза
1 Октября , 14:09

Изге мөхәббәт. Повест. Әҡлимә Сафина

Фәйрүзә үҙенең әхирәттәре менән вагонға инеп саңғыларын һәм башҡа әйберҙәрен урынлаштырғас та, ҡор яһап сәй эсергә ултырҙылар. Ярыш сәме һәм унда алған тәьҫораттары көслө ине уларҙың. Ҡайҙа көлөшөп, ҡайҙа көйәләнеп байтаҡ ваҡыт үтеп тә китте. Сираттағы туҡталышта бер нисә йәш егет килеп инеп, улар эргәһендәге купеға урынлаштылар. Егеттәрҙең һөйләшкәндәренә ҡолаҡ һалған ҡыҙҙар үҙҙәре менән боксерҙар ҡайтып килгәндәрен аңланылар.

Изге мөхәббәт. Повест. Әҡлимә Сафина
Изге мөхәббәт. Повест. Әҡлимә Сафина

Ҡыҙҙар араһындағы телгә әрһеҙлеге менән айырылып торған Зилә:

– Ҡыҙҙар, былар бит боксерҙар, – тине ике ҡулы менән йоҙроҡлап һелтәнеп. Шул арала: – Уларҙың берәйһе минеке булмаһа, мин үлдем... улар менән танышмай түҙә алмам, – тине лә, ҡыҙҙарҙың нимә уйлауҙарына иғтибар ҙа итмәй, егеттәр эргәһенә йүнәлде.

– Һеҙҙең бәкегеҙ юҡмы, күршеләр? Әпәй телергә кәрәк ине.

Фәйрүзә уңайһыҙланып, үҙенең алдында ятҡан бысаҡты йәшереп ҡуйҙы. «Аллам һаҡлаһын, күреп ҡалһалар, нимә тип әйтерҙәр. Ну, Зилә...» Ниндәй хәлдә лә ҡаушап ҡалмаған Зиләнең теле телгә йоҡмай:

– Һеҙ ҙә әллә ярыштан киләһегеҙме? Ҡайҙа бараһығыҙ? Учалығамы ни? Яҡташтар икәнбеҙ, улайһа. Әйҙәгеҙ, беҙҙең менән тамаҡ ялғап алығыҙ, – тип үҙе артынан дүрт әҙмәүерҙәй егетте эйәртеп ҡыҙҙар эргәһенә килде:

Быныһы минең команда, исемдәре: Фәйрүзә, Зәйтүнә, Гөлгөнә, Сәриә, ә миңә Зилә тип өндәшерһегеҙ, - тине ул эшлекле генә.

Егеттәрҙең береһе:

Әмир, Сәғит, Сәлим, ә мин – Хәсән, тип һуҡ бармағы менән күкрәгенә төртөп күрһәтте лә, ҡыҙҙар менән күрешкәс, Фәйрүзә эргәһенән урын алды. Уныһы оялышынан нишләргә белмәй ҡыҙарынып: «Минең бәләкәй генә ҡулдарым уның көрәктәй ҡулдарында күмелде лә ҡуйҙысы», – тип уйлап алды.

Хәсәндең ҡарашын тойоп, Фәйрүзә уға төбәлде. Ҡоңғорт йөҙлө, шоморт күҙле Хәсән уға һынамсыл ҡарай ине. Фәйрүзә бөтөнләйенә ҡойолоп төштө, ултырған урынынан ҡорт саҡҡандай һикереп торҙо ла ишек яғына ыңғайланы. Уның хәлен аңлап алған Хәсән ҡулын һаҡ ҡына Фәйрүзәнең ҡулбашына һалып, ҡыҙҙы үҙенең эргәһенә кире ултыртты.

Ҡыҙҙар, егеттәр һөйләшеп көлөшәләр. Фәйрүзәгә әллә нимә булды, ул бер кемде лә ишетмәй, ике бите уттай яна, йөрәге күкрәге ситлегенән сығырҙай булып тарҫылдай. Шулай бер аҙ ултырғас, Фәйрүзә үҙен ҡулға алғандай булды. Йәштәр әллә ни арала өҫтәлдәге әйберҙәрҙе йыйыштырып, кәрт һуғырға ла тотонғандар икән. Фәйрүзә сумкаһынан китап алды. Хәсән уның ҡулындағы китапҡа үрелде.

– Мөмкинме? Ә, «Аҡҡошом минең» икән. Мин был китапты уҡымағанмын әле, хәйер, уҡырға ваҡытым етеңкерәмәй шул. Кисен водителдәр курсында һәм эшселәр мәктәбендә ун беренсе синыфта уҡыйым, яҙға хеҙмәткә алалар мине, – тип әле генә бөтәһенә лә ҡарағанда бәйһеҙ булып ҡыланған Хәсән тынысланып, һәүетемсә генә һөйләшеп алып китте. - Ә һинең шөғөлөң ниндәй? Уҡыйһыңмы, әллә эшләйһеңме? – тип сөм ҡара күҙҙәрен тултырып Фәйрүзәгә ҡараны. Ҡыҙыҡай: «Таныш күҙҙәр, ҡайҙа күрҙем мин был наҙ, сер бөркөгән күҙҙәрҙе?» – тип уйлап алды ла:

– Мин дә һеҙҙең кеүек киске эшселәр мәктәбенең унынсы синыфындамын, көндөҙөн төҙөлөш училищеһында, йорттар төҙөүсе булып сығабыҙ, – тип яуап бирҙе. Шунан һүҙен дауам иттереп:

– Һеҙ киске мәктәптә уҡыйым, тиһегеҙ, мин һеҙҙе ул мәктәптә күргәнем юҡ, – тип һораулы ҡараштарын Хәсәнгә төбәне.

– Ә мин иртә менән шөғөлләнәм. Шуға ла беҙ осрашҡаныбыҙ юҡ инде.

Егеттәрҙең Сәғит тигәне уларға ҡарап:

– Хәсән, киттек шахмат уйнарға, төн оҙон бит, – тине. Унан бер аҙым да ҡалмай, энә артынан эйәргән ептәй, Зилә лә ҡуҙғалды. Хәсән Фәйрүзәгә йылмайып өндәште:

– Фәйрүзә, әйҙә беҙҙең менән, һин минең эргәмдә ултырып, көс биреп торһаң, бәлки, Сәғитте еңербеҙ. Ул бик көслө шахматсы.

Тулҡынланыуының сиге булмаған Фәйрүзәгә Хәсән эргәһендә рәхәт ине. Улар дүртәүләп икенсе купеға күсеп ултырҙылар. Хәсән ҡыҙҙарҙан ғәфү үтенеп:

– Һин, Сәғит дуҫ, теҙә тор, мин тартып ҡына киләйем инде? – тип сығып китте.

Хәсән килгәндә, уны аптыратып, Сәғит менән Фәйрүзә уйынды башлағандар ине инде. Хәсән улар эргәһенә килеп ултырғас, инде бөтөнләй тынысланған Фәйрүзә, тағы уңайһыҙланып, ҡыҙарынып китте. Тулҡынланыуҙан ат фигураһын яңылыш яланға ултыртты. Быны ғына көткән Сәғит ике йөрөштә шах биреп, мат та ҡуйҙы. Фәйрүзәнең ҡаушауын тойоп, Хәсән уны уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарырға ашыҡты:

– Бына ҡыҙ, исмаһам, ҡыҙҙар шахматта бик һирәк уйнайҙар ул, ә һин маладис, Фәйрүзә. Сәғит ул шахмат буйынса район ғына түгел, республика беренселегендә еңеүсе булған егет.

Ун сәғәтлек юл уларға бик ҡыҫҡа тойолдо. Поездан төшөр саҡта Хәсән:

– Фәйрүзә, мин һине эҙләп табырмын, осрашырбыҙ әле тағы ла, – тине.

– Һау булығыҙ, Хәсән. Уңыштар һеҙгә. Оҙон юл һеҙҙең менән тойолманы ла, – тип өндәште Фәйрүзә егеткә. Хәсән йылмайып Фәйрүзәгә ҡараштарын төбәне. Был ҡараштан ҡыҙҙың йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. «Насар кешегә оҡшамай. Бындай аҡыллы ҡарашты ҡайҙа күрҙем һуң мин?»

Үткер күҙҙәренең сихыры йөрәген өтөп оҙаҡ йөрөнө. Йоҡларға ятһа, яғымлы итеп йылмайған Хәсән күҙ алдына килеп баҫыр булды. Зиләнең: «Алла бойорһа, боксерға ғына кейәүгә сығам», – тигәне раҫланыр, ахыры. Ул бәхетле, көн дә Сәғит менән осраша, бергәләп киноға йөрөйҙәр.

Ә Фәйрүзә Хәсәне менән хыялында ғына осраша, уның менән кәңәшләшә, серләшә, уға бәхеттәр теләй.

Бер көн дәрескә әҙерләнеп ултырғанда, Зилә килеп инде лә:

– Хәсән насар егет булған икән, эсеп һуғышҡан, уны ултыртып ҡуйғандар, – тип хәбәр һалды.

Зиләнең фәрештәгә тиңләп йөрөгән егетте яманлауына риза булмай, әрнеп:

– Ул эсмәй, нишләп улай юҡты һөйләп йөрөйһөң? Мин ышанмайым һиңә, уның ғәйебе юҡлығына аҡылым камил, - тип Фәйрүзә күңеленә кереп оялаған кешене яҡлап, ултырған урынынан ырғып уҡ торҙо.

 – Фәйрүзә, әллә һиңә лә мөхәббәт еле ҡағылдымы? – тип Зиләнең шаяртыуына иғтибар ҙа итмәй, ашығып ҡайҙалыр әҙерләнә башланы.

– Ҡайҙан табырға була уны?

– Фәйрүзә, зинһар тыныслан, уның дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы бар, - тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, әле генә сәбәләнеп, үә балаһын ҡурсаларға әҙерләнгән ҡоштай осонған Фәйрүзә торған урынында сүгеп барып ултырҙы.

– Бына һантый, - тип уға Зилә бер аҙ аптырап ҡарап торҙо ла, бүлмәнән сығып китте.

Шуны ғына көткән Фәйрүзә бер юлы ике ҡайғылы хәбәр ишетеүен күтәрә алмай койкаһына ятып һыҡтап алғас, күңеле бер аҙ бушағандай булды. «Туҡта, ә, бәлки, Зилә юҡ-бар хәбәр ишеткәндер... Оҙаҡламай боксерҙарҙың ҡала беренселегенә осрашыуҙары була бит, тимәк, мин шунда бөтә дөрөҫлөктө беләсәкмен», - тип уйлап алыуға, яҙылып, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде.

... Бына ул Фәйрүзәнең түҙемһеҙләнеп көткән көнө.

Сәғит менән Зилә етәкләшеп, йылмайышып, бер-береһенә һыйынышып үтеп киттеләр, Фәйрүзәне күрмәнеләр ҙә.

«Хәсәнде сығарҙылармы икән? Уйында ҡатнашыр микән?» – тигән ике һорау тынғы бирмәй йөрәген өйкәп тик тора.

Ярыш башланды, боксерҙар бер-бер артлы сәхнәгә сығып, алмашынып ҡына торҙолар. Фәйрүзә: «Моғайын да, Зиләнең һүҙҙәре дөрөҫтөр, һаман саҡырмайҙар бит», – тип бошоноп уйлап алыуына, судья Хәсәндең исем-фамилияһын әйтеп, рингҡа саҡырҙы.

Боксер бейәләйҙәрен кейеп, шәп-шәп атлап, Хәсән уртаға килеп баҫты. Уны күреп алған Фәйрүзә, үрһәләнеп, нишләргә белмәй, ҡулдарын ҡаушырып һығып тотоп алды ла, дарҫлап типкән йөрәге күкрәк ситлегенән сығып китмәһен тигәндәй, күкрәгенә баҫты.

Хәсән, ике ҡулын юғары күтәреп, халыҡҡа табан боролдо. Залдағы халыҡ дәррәү ҡул сабып, уны алҡышлай башланы, Фәйрүзә лә уларға ҡушылды. Тик күҙҙәренән сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәренән оялып башын аҫҡа эйҙе, уны һөртөп алғансы Фәйрүзәгә таныш булмаған егет менән Хәсән бер-береһен дөмбәҫләйҙәр ине.

«Алламдан булып, Хәсән еңһен ине лә, теге Зилә һөйләгән хәбәрҙәр буш ҡына булһын ине», – тип уйынан ғына теләнә башланы. Судья күп тә үтмәй Хәсәнде еңеүсе тип иғлан итте. Хәсән оҫта һуғыша ине. Унан һуң да Хәсәнде бер нисә тапҡыр рингҡа саҡырҙылар һәм барыһын да ла ул еңеп сыҡты.

Алдараҡ ултырған, сәстәрен асыҡ һарыға буятҡан бер сәредәк ҡыҙыҡай:

– Хасан, дай ему, дай, дай, вот так! – тип уны кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә дәртләндереп ултырҙы.

Ярыш бөткәс, тағы берәй тапҡыр ситтән булһа ла Хәсәнде күрмәмме икән тип өмөтләнеүе бушҡа булманы. Хәсән үҙенең күк төҫтәге «спорт» тип яҙылған сумкаһын аҫып, әлеге «һары баш»ты етәкләп, уның ҡаршыһына тигәндәй килеп сыҡты. Ул Фәйрүзәне күрмәмешкә һалышып, башын ситкә борҙо. Быны аңлап алған Фәйрүзә тиҙ генә шунда һөйләшеп торғандар араһына боҫто һәм уларҙы күҙәтә башланы. «Әгәр ҙә анау боролошҡа еткәс, артына боролоп ҡараһа, ул яҡшы егет, беҙ уның менән осрашасаҡбыҙ», - тип уйлап өлгөрмәне, Хәсән артына боролдо. Үҙҙәренә етемһерәп ҡарап торған Фәйрүзәне күреү менән, сумкаһын «һары баш»ҡа тотторҙо ла уға табан шәп-шәп атлап килә башланы.

– Хасан, ты куда? – тигән сәрелдәүек таныш тауыш Фәйрүзәне уятып ебәргәндәй булды. «Юҡ, араларына инергә ярамай», - тип уйлап, ҡатып торған еренән киҫә генә боролдо ла башы һуҡҡан яҡҡа йүгерҙе. Күпме йүгергәндер, тыны ҡыҫылғанға туҡтап, артына боролоп ҡараны. Теге «һары баш» та, Хәсән дә күренмәй ине.

«Нишләнең һин, йүләр, арағыҙҙа булған берҙән-бер тылсым күперен шулай емерәләрме ни?» – ти тәүге эске тауыш. Икенсеһе уға яуап биргәндәй: «Фәйрүзә, һин дөрөҫ эшләнең. Уның яратҡан ҡыҙы бар, ниндәй матур итеп етәкләшеп кенә йөрөйҙәр... Изге мөхәббәт телә һин уларға», – ти. Фәйрүзә ниндәйҙер ныҡлы ҡарарға килгәндәй, терегөмөштәй күҙ йәштәрен еңе менән йәһәт кенә һыпырып алды ла:

Оноторға, бөтөнләйенә күңелдән сығарып ташларға! – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы. Әйтерһең дә, ошо һүҙҙәр генә бөрөләнеп килгән мөхәббәтте үлтерә.

«Ниндәй бәхетһеҙ мин, миңә оҡшаған яҡын күрмәй, яратам, тигәндәре миңә кәрәкмәй», - тип әрнеп уйланып йөрөп, март айы ла тыуҙы. Бына уларҙың саңғыла ҡышҡы миҙгелде ябыу ваҡыты. Саңғыларын алып ярыш булған ергә килгәндәр. Зилә, Сәғит, Хәсән һөйләшеп торалар ине. Хәсәнде күреп ҡалыу менән Фәйрүзәнең тубыҡтары ҡалтыранды, башы әйләнеп киткәндәй булды, йөрәге ҡыҫып, тамағына ниндәйҙер төйөр тығылды, һауа етешмәгәндәй булды. «Улар эргәһенә барырғамы, әллә күрмәмешкә һалышып, икенсе яҡтан урап үтергәме?» – тип уйлап та өлгөрмәне, уның килгәнен күҙәтеп торған Хәсән үҙе ҡулдарын һоноп, уға күрешергә килеп етте:

– Һаумы, Фәйрүзәкәй?

– Хәлдәрең нисек?

– Бына көс һынашырға килдем әле, нисек булыр.

– Уңыштар теләйем! – тип егет яғымлы сөм ҡара күҙҙәрен тултырып Фәйрүзәгә төбәне. Бер-береһен һағынған ҡараштары менән булһа ла серләшеп торорға яҙмаған икән. Ҡайҙандыр «һары баш» килеп етеп, Хәсәнде ай-вайына ҡуймай, Фәйрүзә эргәһенән алып китеп тә барҙы.

«Хәсән насар егет түгел, ул, ул мине ярата», – тип уйлап алыуына, күңелен баҫып торған ауыр таш юҡҡа сыҡты, әйтерһең дә, фәрештә ҡанаттары менән уны һыйпап үтте. Ул талпынып саңғы юлына баҫты. Биш километрлыҡ юл уға тойолманы ла кеүек.

– Алға, тиҙерәк, унда һине Хәсән көтә, оятҡа ҡалма, – ти ине эске тауыш.

Фәйрүзә беренселекте алды ул көндө, тик Хәсән генә күрмәне уның үҙенең әхирәттәренән күпкә алда килгәнен...

Ул ҡыҙмаса булып алғас, Надя-Нәғимәһе менән яҡындағы тауға табан үрмәләйҙәр ине. Күңеле кителгән Фәйрүзә:

Спорт, мөхәббәт һәм эскелек, наҙлы ҡараш менән хулиганлыҡ. Быларҙы нисек аңларға? «Һары баш» кеме һуң уның? Бөтә ғәм алдында ни арала парлашып эсеп алғандар? Ниңә Сәғит менән Зилә уларҙы тыймай? Атай-әсәйҙәре лә барҙыр бит? – тип мең һорау бирҙе үҙенә Әммә һорауҙарының осона сығырлыҡ хәлдә түгел ине ул.

Икенсе көн үҙен борсоған һорауҙарға яуап тапмаммы тип, саңғыһын алып, әлеге тауға килде. Кисә үҙҙәре һалған эҙҙән бер аҙ саңғы менән күтәрелгәс, уларҙы сисеп ҡарға ҡаҙаны ла Хәсән ҡалдырған эҙҙән ҡар алып битенә баҫты. Епшек ҡарҙың һалҡынлығы аңын асҡандай булды:

Әллә мин аҡылдан шаша башланыммы? Әллә, ысынлап та, ғашиҡ булдыммы? Мөхәббәт тигәндәре шулай була микән әллә? Уларҙың мөнәсәбәттәрен нисек аңларға? Һөйөү – изге хис ул, ғашиҡтарҙы яҡшыға ғына әйҙәүсе көс тип беләм. Улай булғас, былар ниңә эсә? Ана, аунаған ерҙәрен күрһәң, улар үтә бәхетлеләр тип фараз ҡылырға була.

Уйҙарының осона сыға алмай торғанда, улар һалған һуҡмаҡ өҫтөндә ап-аҡ шарфты күреп ҡалды.

«Был бит Хәсәндеке, кисә ул уны матур итеп курткаһы эсенән һалып алғайны. Мөхәббәттәренә тилереп ҡалдырып киткәндәр микән?» тип уйлап, йәһәт кенә тапҡан әйберен ҡуйынына йәшерҙе. Фәйрүзә йөрәге өҫтөндә шарф түгел, гүйә, Хәсәндең наҙлы ҡулы иркәләүен тойоп, үҙен әллә ниндәй ҙур гонаһ эшләп тотолғандай, тирә-яғына күҙ һалды. «Ярай әле бер кем дә күрмәне», - тип уйлап алды.

Был хәлдән һуң байтаҡ ваҡыт үтеп тә китте. Көндәр оҙайҙы, ҡараҙар иреп, тирә-яҡты йөрәктәрҙе елкендергес йәшеллек солғаны.

Хәсәнде осратҡан көндә алып тыныслығы юғалған, тыбырсынған йөрәген тыя алмаған Фәйрүзә урамға ашыҡты. Зилә менән Сәғит уны осратып:

– Хәсән иртәгә хеҙмәт итергә китә. Оҙатырға кил, – тип һөйөнсө алдылар.

*  *  *

– Ауыҙыңа һыу уртланыңмы әллә? – ти Зилә.

– Юҡ! Юҡ! Нишләп уны оҙатып йөрөйөм мин? – тип аптыраны ҡаушап ҡалған Фәйрүзә. Егет менән ҡыҙ:

Шулай ҙа көтәбеҙ һине, ү тинеләр ҙә үҙ юлдарын дауам иттеләр.

Икенсе көндөң тыуырын ашҡынып көткән Фәйрүзә, йәһәт кенә әҙерләнеп, егеттәрҙең йыйылыу пунктына китте. Барып етер саҡта сығынсылаған йөрәген тыя алмай хәле бөткәнен тойоп, туҡтап ҡалды: «Әгәр ҙә ул минең менән һөйләшергә теләмәһә? Әллә кире боролайыммы икән? Юҡ. Донья хәлен белеп булмай, бүтән әллә осрашабыҙ, әллә юҡ. Танырға, һөйләшергә теләмәһә ла, барайым», – Фәйрүзә үҙен ҡулға алып, алға ынтылды.

Ул килгәндә егет-ҡыҙҙар магнитофон, гармун, баянға ҡушылып бер тирәлә йырлайҙар, икенсе урында бейейҙәр, өсөнсө мөйөштә араҡы эсәләр, олораҡтары мыш-мыш илашалар ине.

Әллә ҡайҙан Сәғит менән Зилә уны күреп тә ҡалғандар.

– Фәйрүзә, бында кил! – тип саҡырып алдылар. Хәсән сәсен алдырып ташлаған. Танауы, ҡолағы тарбайып, әллә ҡайҙан күренеп торһа ла, уның йөҙөн боҙмай, киреһенсә, етдиерәк итеп күрһәтә кеүек. «Һары баш» ике ҡуллап уның беләгенә аҫылынып алған. Хәсән Нәғимәнән ысҡынды һәм Фәйрүзәнең эргәһенә килеп:

– Фәйрүзә! Мин, мин һине килер тип уйламаған инем, р-р-рәх-мәт, – тине тотлоғоп.

Фәйрүзә уның серле күҙҙәренең еүешләнеүен күреп, ирендәрен ҡымтыны, тамағына тығылған төйөндө йотоп:

– Хәсән, яҡшы хеҙмәт итеп ҡайт, яҡташтарыңды һынатма! Мин һиңә бүләк итеп шахмат килтерҙем, юлда барғанда уйнарһығыҙ, – тине.

Шул саҡ улар эргәһендә торған егет гармунда уйнап:

– Йөрәктәр ҡушылды,

Ә юлдар айырылды,

Уртаға ярылды тормоштар, – тип йөрәктәрҙе елкетеп йырлап ебәрҙе. Шуны ғына көткәндәй, Хәсән Фәйрүзәне күкрәгенә ҡыҫты:

– Минең генә һиңә бүләгем юҡ!

Һинең бүләгең бар миндә, аҡ шарфың.

– Тимәк, теге эҙҙәр һинеке булған, Фәйрүзә, һин мине... һин мине яратаһыңмы?

Шул саҡ улар эргәһенә килеп еткән «һары баш» Хәсән ҡулынан Фәйрүзәнең бүләген тартып алды ла ергә быраҡтырҙы. Фигуралар төрлөһө төрлө яҡҡа сәсрәне.

Нәғимә, кеше бар тип уйлап та тормай, ғәрлегенән бүртенгән Фәйрүзәнең яңағына уңлы-һуллы сабырға тотондо:

– Кәнтәй, минән Хәсәнде тартып алырға уйлайһыңмы? Булмаҫ! Не допущу!

Уны кемдәрҙер һөйрәтеп тигәндәй ситкә алып киттеләр. Фәйрүзә, нәфрәтенән нишләргә белмәй, күҙе күргән яҡҡа йүгерҙе. Ниһайәт, бер кем дә күренмәй. «Был төшмө, өнмө, нимә булды һуң әле был?» тип уйларға өлгөрмәне, кемдер уның беләгенән тотоп алды: Хәсән ине ул.

– Фәйрүзә, ғәфү ит мине, һине уңайһыҙ хәлдә ҡалдырғаным өсөн. Мин Надянан күптән инде ҡотола алмай йөрөйөм. уның йүнһеҙлеге менән айнытҡыста булып сыҡтым, ярай әле егттәр үҙҙәренең ғәйептәрен танынылар. Былар тураһында бүтән ваҡыт...

Фәйрүзә, мин һине тәү күреүҙә уҡ оҡшаттым. Мин, мин… һине яратам! – тине лә, Фәйрүзәнең нимә тип әйтерен көтөп тормай, шашынып күҙҙәренән, битенән, ирененән үбергә тотондо.

Бер аҙ тынысланғас, Хәсән Фәйрүзәне ҡулдарына күтәреп алды ла, сабый баланы ҡосаҡлағандай, күкрәгенә ҡыҫып, үҙен көткән иптәштәре эргәһенә килде.

– Бына минең һөйгән ҡыҙым, исеме уның Фәйрүзә, ялан сәскәһе кеүек саф, наҙлы, аҡыллы ул, – тине егет ихлас йылмайып. – Сәғит, Зилә, минең Фәйрүзәмде һаҡлағыҙ! Әсәй, минең буласаҡ кәләшем бына ошо ҡыҙ, мин уның менән генә бәхетле буласаҡмын. Һин уны ҡәҙерлә, үҙеңдә йәшәһен! – тип әйтеп өлгөрөүенә хәрби кейемдәге егеттең:

– Хеҙмәткә алыныусы егеттәр, автобустарға! – тигән командаһы яңғыраны. Рюкзактарын аҫҡан егеттәр артҡа ҡайырылып ҡарай-ҡарай автобустарға инделәр. Фәйрүзә, Хәсәндең әсәһе Зөһрә, күҙҙәрен йәшләндереп, әле генә ҡуҙғалған автобусты күҙәтәләр. Шул саҡ автобустың тәҙрәһенән ярты кәүҙәһен сығарған Хәсән:

– Фәйрүзә, көт мине, ишетәһеңме, мин һине яратам, онотма, мин һине яратам! – тип тирә-яҡты яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе.

– Бәхетле ҡыҙыҡай, ишетәһеңме, һине ярата ул, – тип Фәйрүзә эргәһендә торғандар ҡыҙға төбәлделәр.

– Ярата, имеш, ә минең ҡорһағымдағы баланы ни эшләтмәк була, так что часыңа барып етмәй, дисбатҡа эләктерәсәкмен мин һине, – тигән ыҫылдауҙы ишетеп, Зөһрә менән Фәйрүзә был тауышҡа икеһе бер юлы әйләнеп ҡаранылар. Улар эргәһендә сәсе туҙған, ҡулына сигарет тотҡан иҫерек «һары баш» тора ине.

Зөһрә тулҡынланыуынан, ҡаушауынан ни тип әйтергә белмәй:

– Балам була тиһеңме? – тип ҙур асҡан күҙҙәрен Нәғимәгә төбәне.

Тегеһе:

– Була, мамуля, – тип эшлекле генә һуҡ бармағы менән сигаретының көлөн һуғып төшөрөп алды ла кире ауыҙына тыҡты.

Әйтерһең дә, Фәйрүзә өсөн ер убылды. Һөйгән кешеһен бөтөнләйенә белмәүенә аптыраны ул. Бер аҙ торһа, теҙ быуындары кәүҙәһен тота алмаҫын аңлап, уларҙан алыҫ булмаған ултырғысҡа барып ултырҙы. Күҙен ҡара томан баҫты, бите буйлап аҡҡан әсе күҙ йәшен күрмәһендәр тигәндәй, ҡулдары менән битен ҡапланы.

– Хәсән, ниңә һин минең тормош юлымда осраның? Ниңә һин мине былай йәберләйһең? Ниндәй ғәйебем бар минең һинең алдыңда? – тип үҙ алдына һөйләнде ҡыҙ.

Зилә менән Сәғит Зөһрәне ҡултыҡлап уның эргәһенә килделәр. Үҙен ҡулға алып өлгөргән Зөһрә:

– Фәйрүзә, балаҡайым, буш һүҙгә үҙеңде бөтөрмә. Иң мөһиме, – Хәсән һине ярата, бысраҡ һүҙҙәргә ышанмайыҡ. Әйҙә, балалар, беҙгә барып сәй эсеп ҡайтығыҙ, – тип үҙҙәренә саҡырҙы.

Асыҡ йөҙлө, һүҙсән Фәйрүзәне, әйтерһең дә, алмаштырғандар. Ул, етдиләнеп, өнһөҙ ҡалған, шулай ҙа ҡайҙандыр көс табып:

– Зөһрә апай, мин ятаҡҡа ҡайтайым әле, нишләптер башым бик ауырта, – тине. Сәғит менән Зилә икеһе бер юлы:

– Ә Хәсәнең нимә тине һиңә? – тигәс, ултырған урынынан тороп, улар менән бергә атланы.

Фәйрүзәгә хәҙер барыбер. Ҡайҙа баралар, ниңә баралар, уның унда эше юҡ. Әйтерһең дә, Хәсәнгә булған ҡайнар хистәре лә, «һары баш»ҡа булған сикһеҙ нәфрәте лә юҡ. Алда ниндәйҙер ҡараңғы бушлыҡ...

Күп тә үтмәй, ҡайҙандыр ҡара болот килеп сығып, ҡояшты ҡапланы һәм көслө йәшенле ямғыр яуа башланы.

 

II

 

Хәсән хеҙмәткә алыныуына бер йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткәйне. Уның дүрт айы – Грозныйҙан йыраҡ түгел Урус-Мартан районының Рехи исемле ҡасаба эргәһендә.

Хәсән ҡояштың ҡыҙҙырыуына тирләп бешкән йөҙөн еңе менән һыпырҙы ла блиндажға инеп китте. Йоҡлап йөрөгән урынынан таҫтамал һәм эске кейемдәрен алып, үҙҙәренән бик алыҫта булмаған йылғала ҡойоноп алыу ниәте менән, блиндаждағы ауыр еҫтән тиҙерәк ҡотолайым тигәндәй, тышҡа ынтылды.

Бына бер нисә көн инде әҙәм ышанмаҫлыҡ тынлыҡ. Тик кистәрен теге яҡтағылар бесәй ҡойроғон ҡырҡып, бөтә тирә-йүнгә имәнес тауыш тараталар. Тынлыҡтан файҙаланып, егеттәрҙең күбеһе һыу буйында.

Хәсән ике аҙым атларға өлгөрмәне, ҡайҙандыр уртаса буйлы ҡатын килеп сығып, уның алдында пәйҙә булды. «Бына һиңә әй, ҡайҙан килеп сыҡты был?» - тип уйларға ла өлгөрмәне, теге ҡатын:

– Һаумы, туған, мин бына ошо адрес менән бер урыҫ һалдатын эҙләйем, – тип өндәште һәм бер аҙ уйлап торғандан һуң: – Ул иптәштәре менән ҡыҙымды көсләп, өйөбөҙҙәге бөтә затлы әйберҙәрҙе талап сыҡты. Мин уны табырға һәм үс алырға тейеш.

Был ҡатындың бөтә йөрәгенән әрнеп сыҡҡан һүҙҙе ишетеү менән Хәсәндең бөтә булмышы ҡалтыранып киткәндәй булды.

– Ә һин, егет, мосолманмы?

Үҙенең һорауына ыңғай яуап алғас:

– Һин нисек үҙ мосолман ҡәрҙәштәреңә автомат терәп атаһың, нисек уларҙы үлтерергә ҡулың күтәрелә? – тигән һорауына оялышынан аптырап ҡалған Хәсән:

– Мин, апай, ябай һалдат, приказ үтәйем!.. – тине, тәненең һәр өлөшө ҡыҙарынғанын тойоп.

«Ысынлап та, чечен ере, гүйә, тикшереү полигоны. Бында ядро ҡоралынан тыш, хәрби ҡоралдың бөтә төрө ҡулланыла. Үлем, ҡырылыш, ғәйепһеҙгә ҡан ҡойош. Тыныслыҡ һөйгән халыҡтың зар-интизар илауын күреү үҙе ҙур аяныс. Тирә-яҡ емереклектәр менән тулды. Ә күпме егеттәр һәләк булды... Үҙем менән нимә булыр. Әлегә тере, һаумын да ул. Ә бер нисә минуттан кем белә. Һуғыш – һуғыш бит инде ул», – тип әрнеп уйланы ул.

Абыстай зәңгәр күҙҙәрен Хәсәнгә төбәп бер аҙ текәлеп ҡарап торҙо ла, уның фекерен уҡығандай:

– Һин был үлем яланынан тере ҡайтасаҡһың, ләкин һинең ғүмерең оҙон булмаясаҡ. Ошо ҡыҫҡа ғүмер әкиәттәге батырҙарҙыҡы кеүек үтә ырыҫлы булыр. Шулай ҙа мин һиңә, балам, бетеү бирәйем, ҡурҡма, ал, һине ул үлемдән һаҡлар. Ҡас һин был үлем яланынан, ҡайт әсәйең эргәһенә. Зинһар, бүтән ҡәрҙәш мосолмандарыңа ҡулыңды күтәрмә, – тип Хәсәнгә бетеү тотторҙо ла, әлеге адрес яҙылған ҡағыҙ киҫәген тотоп, икенсе һалдаттар эргәһенә китте. Өсмөйөшләп тегелгән бетеүҙе тотоп нишләтергә белмәй оҙаҡ торҙо Хәсән, шулай ҙа түш кеҫәһенә һалып ҡуйыуҙы хуп күрҙе.

Ҡырмыҫҡалы егет Бәҙретдин уны юлда осратып:

– Нихәл, яҡташ? – тип ҡушҡуллап күреште. – Фәйрүзәңдән, әсәйеңдән хат киләме? – тип һүҙен дауам итте.

Килә. Әсәйем: «Нәғимә зәғиф ҡыҙ бала тапты, миңә килтереп ташлайым, тип йөҙәтә, – тигән. Фәйрүзәң һинең өсөн йән атып тора, көн дә килеп ярҙам итеп китә, бындай ҙа инсафлы, кесе бәйелле бала булыр икән», – тип шатланып яҙған һуңғы хатында. Тик ара-тирә Нәғимәнең иҫереп килеп китеүе күңелен бик төшөрә икән. Их, яҡташ, ул бала минеке түгел икәнлеген нисек иҫбат итәһең һуғыш яланында ятып. Шул албаҫтыға ышанып, Фәйрүзә мине көтмәй кейәүгә сығып китмәһен тип ҡурҡам.

Ә минең Гөлнур өс ай ҙа көтмәне. Муйыныма аҫылынып, яратам, көтәм, тип вәғәҙәләр биреп ҡалғайны, – тине эсе бошоноп Бәҙретдин.

Ярай, дуҫ, бирешмәйек, иҫән-һау ҡайтһаҡ, һин дә ишһеҙ булмаҫһың... Мине шул Нәғимә өсөн саҡ ултыртып ҡуйманылар ҙа инде. Өс иҫерек уға бәйләнә ине, мин уны-быны уйлап тормай, берәүһенең яңағын һындыра һуҡҡанмын. Танышыуыбыҙға ла шул эскелек сәбәпсе булды. Их, иҫән-һау тыуған яғыма ҡайтһам, Фәйрүзәмде ҡулдарымда ғына күтәреп йөрөтөр инем дә ул.

Үҙенең бер туғаны кеүек яҡын кәңәшсеһенә, серҙәшенә әйләнгән Бәҙретдин менән байтаҡ һөйләште улар.

...Бына уның сираттағы төнгө ҡарауылы. Унан йыраҡ түгел Малик исемле Силәбе егете. Хәсән уның хәрәкәттәрен күҙәтеп: «Ниңә борсола әле ул?» – тип уйлап та өлгөрмәне, Малик күҙ асып йрмғансы автоматын күкрәгенә ҡыҫып, урмандан килеп сыҡҡан машинаға ҡарап иҫкәртеп атыпи ебәрҙе. Ләкин машиналағыларҙың туҡтарға уйы ла юҡ, фарҙы һүндереп, тиҙлекте шәбәйтеп, постарға табан килеүен дауам итте. Малик машинаға төбәп ут асты. Унан бер нисә кеше ырғып төштө лә улар яғына ата-ата ҡаршы килә башланы. Хәсән Маликка табан йүгерҙе. Маликтың йәнәшәһенә килеп етеүенә, гөрһөлдәп шартлау ишетелде. Хәсән күҙҙе ҡамаштырырлыҡ яҡтылыҡта Маликтың өҫ кейемдәренең юғары осҡанын күргәндәй булды һәм шул секундта үҙенең аяғының түҙеп торғоһоҙ әрнеүен тойоп, иҫһеҙ ергә ауҙы.

Ул аңына килгәндә госпиталдә ята ине. Уң аяғының әрнеүенә түҙә алмай, бармаҡтарының һыҙлаған еренә баҫып алырға уйланы, ләкин тубығы тирәһендә тупыс теҙ башын тойоп, тағы иҫен юғалтты. Күпме шул көйө ятҡандыр, ирендәрен шәфҡәт туташының еүеш марля менән һөрткәненә тағы һушына килде. Үҙенең хәленә үҙе ышанмай, ғәрип аяғын ҡыбырлатып алды һәм ғүмерлеккә аяҡһыҙ булып ҡалғанын аңлап, үҙен-үҙе бәргеләп үкһеп иларға тотондо. Эргәһендәге яралы һалдаттар бер-береһенә:

– Илаһын, еңелерәк булыр, тыймағыҙ, - тип тынып ҡалдылар.

Хәсән бер аҙҙан илауынан туҡтап, ҡулдары менән күҙ йәштәрен һөртөп алды ла түшәмдәге бер нөктәгә төбәлеп өнһөҙ ҡалды.

Дауаланыуға өс ай ваҡыт үтеп тә китте. Уның икенсе аяғы ла яраланған булып сыҡты, уныһының нишләптер шеше ҡайтмай һәм бер ниндәй дауаға ла килмәй. Ниһайәт, хирург ҡәтғи ҡарарға килеп:

– Аяғыңдың туҡымалары ҡарайып серей башланы, ҡырҡырға тура килә инде, – тине Хәсәнгә һынамсыл ҡарап. Был һүҙҙәрҙән Хәсәндең йөрәге шартларҙай булды.

– Хирург, брат! Һин минең аяғымды ҡырҡып мәшәҡәтләнмә инде, ана шәфҡәт туташына әйт, бер генә уколын бирһен дә... һуғыш яланында үлде, тип цинк табутҡа һалыр ҙа ебәрерһегеҙ, - тигәс, уның хәлен аңлаған хирург:

– Һин ир кеше бит, ебеп төшмә, протез эшләтербеҙ. Бынамын тигән егет булып, - һап-һау тыуған яғыңа ҡайтып төшөрһөң, кәләш әйттерерһең.

– Минең кеүек ғәрип, аяҡһыҙ түмәр эскесе Нәғимәгә лә кәрәк булмаясаҡ, - тине Хәсән ҡалтырауыҡ тауыш сығарып һәм, ялҡтым өгөт-нәсихәтегеҙҙән тигәндәй, стенаға ҡарай әйләнеп ятты.

...Хәсән палаталағы яралыларҙың бөтәһенең дә йоҡлап китеүен көтөп әсәһенә, Фәйрүзәһенә хушлашыу хаты яҙҙы. Әкрен генә башын ҡалҡытып, бөтәһенең дә тынып ҡалғанына инанғас, аяғының әрнеп һыҙлауына иғтибар итмәй, алдан әҙерләп ҡуйған бинтты алды. Уны бер нисә ҡатлап үрепң, муйынына үлсәп ҡараны ла карауат башына бәйләне.

 

III

 

Фәйрүзә эштән ҡайтҡас, өҫ кейемен алмаштырҙы ла тиҙ генә Зөһрәләргә йүгерҙе. Нишләптер Хәсәненән һуңғы ваҡытта хат килмәй башланы.

Төшө лә бер ҙә йүнле түгел. Зөһрә апаһына килһә, һөйгәне менән һөйләшкәндәй, күңеле күтәрелеп ҡайта уның. Тулҡынланып ишекте асып эскә үтте. Фәйрүзә унда ҡартайып, йөҙө йәмһеҙләнеп, тәмәкенән тештәре һарғайған Нәғимәнең зәғиф ҡыҙын күтәреп түр башында ултырыуын күреп, ишек төбөндә ҡатып ҡалды. Шул саҡ Нәғимә:

Зухра апа, мин һеҙгә йәшәргә килдем. Мамулям, эсәһең, балаңды ҡарамайһың, тип ҡыуып сығарҙы, – тигән һүҙҙәрҙе ишетеү менән Фәйрүзәгә йыуынтыҡ һыу менән һипкәндәй булды, ул тиҙ генә кире урамға ынтылды. Әле генә Зөһрә апаһы менән осрашаһын уйлап, күңеле шатлыҡ менән тулған Фәйрүзәнең күҙҙәрен йәш баҫты. «Нишләп әле хоҙайым миңә бындай ғазаплы мөхәббәт бирҙе? Хәсән һәр хатында, көт, яратам, әсәйемде ташлама, бала минеке түгел, тип яҙа. Ә был «һары баш» түр башына уҡ менеп ҡунаҡлаған», – тип уфтанып оҙаҡ йөрөнө ул көндө урамда.

Был хәлдән һуң ике ай үтеп тә китте. Фәйрүзә Хәсәндән хат-хәбәр алмағас, эшенән сыҡты һәм Өфөгә китергә әҙерләнде. «Зөһрә апайҙы күреп, һаубуллашып китәйем», - тип уларға йүнәлде. Әлеге «һары баш» менән осрашасағы иҫенә төшкәс, ниәтенән кире ҡайтып, ярты юлда туҡтап ҡалды.

– Ха! Һин тәтәй ҡыҙыҡайға ла хәҙер ғәрип Хәсән кәрәкмәйме ни? – тигән уҫал өндәшеүгә боролоп ҡараһа, уның эргәһендә Нәғимә тора ине.

– Нимә тиһең, ғәрип тиһеңме, Хәсәнде әйтәһеңме, нишләгән ул? – тип тулҡынланған Фәйрүзә һорай һалды.

– Нишләгән, имеш, артист, етмәһә, белмәмешкә һалыша.

Иҫерек Нәғимәнең хәбәре уның зиһенен асып ебәрҙе. Ул үҙен-үҙе белмәй, әллә шатлыҡтан, әллә борсолоуынан шашынып, Зөһрәләргә барып инде. Креслола ултырған, тубыҡтары йылы одеял менән төрөлгән Хәсән Фәйрүзәне күреп һиҫкәнеп китте. Күҙҙәре шешмәкләнгән, маңлайын һырҙар йырғыслаған, серле күҙҙәрен бөтмәҫ һағыш баҫҡан, ап-аҡ сәсле Хәсән танырлыҡ түгел ине.

– Фәйрүзә, һин?!

– Хәсән!!

Фәйрүзә ярһып, йән киҫәгендәй күреп һөйгән кешеһенә ынтылды.

– Фәйрүзәм минең, берҙән-берем, – тип ултырған урынынан һөйгәненең башын һыйпап, сәсенән, күҙҙәренән, битенән, ирененән үпте. Икеһенең дә ҡулбаштары һелкенә ине. Шул саҡ Хәсәндең тубығы өҫтөндәге одеял иҙәнгә төштө һәм тупыс теҙ баштары Фәйрүзәнең тәненә килеп бәрелде. Был хәл икеһен дә ысынбарлыҡҡа ҡайраҙы. Күҙҙәре еүешләнгән Хәсәнде, әйтерһең, алмаштырҙылар. Уның бар булмышында, йөҙөндә ҡурҡыу, һағыш, ялбарыу билдәләре сағылып ҡалды.

– Ниңә килдең? Мине йәлләргә, йыуатырғамы? Әллә Нәғимә кеүек мыҫҡылларға, йәберһетергәме?

– Хәсән?!

Кит, хәҙер үк кит, күҙҙәремә күренәһе булма, – тип әрнеп, ярһып аҡырынып, ике ҡулы менән кресло ҡабырғаһына тотоноп Фәйрүзәгә арты менән боролоп ултырҙы ла башын бороп тағы ла тупаҫыраҡ итеп:

– Нимә көтәһең? – тип екерҙе. Бындай тупаҫлыҡтан ҡурҡып артҡа сигенгән Фәйрүзә:

– Һинең, яратам, көт, тип хаттар яҙыуың яһалма ғына булдымы ни?

– Минең изге мөхәббәтемде бына ошо аяҡтарым менән бергә мәғәнәһеҙ һуғыш алып ҡалды.

Хәсәндең ҡапыл ғына үҙгәреп китеүенә ни тип әйтергә белмәй Фәйрүзә баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.

Тауышҡа төпкө бүлмәнән, зәғиф баланы күтәреп, Зөһрә килеп сыҡты. Фәйрүзәне күреү менән йөҙө асылып китте уның

– Нишләп сит кешеләй ишек төбөндә тораһың? – тиеүе Фәйрүзәне ауыр хәлдән сығарҙы. «Ысынлап та, нишләп әле мин былай? Хәсән нимә тип уйлар?» – тип тиҙ генә плащын сисеп, яңынан Хәсәне эргәһенә килде. Хәсән менән Фәйрүзәнең ҡосаҡлашып илағанын күреп, Зөһрә лә түҙмәй яулыҡ остары менән йәшләнгән күҙен һөрттө.

Бер аҙҙан Фәйрүзә йәне, тәне менән был өйҙә уның килеүенә шат икәнлектәрен аңлап, кухняға инеп, альяпҡыс быуып, ысын хужабикә булып өҫтәл әҙерләй ине.

Бысраҡлыҡты ла, нәфрәтте лә, ғәриплекте лә, күңел тупаҫлығын да еңергә һәләте, көсө бар изге мөхәббәттең.

Автор:Әҡлимә Сафина
Читайте нас: