Зәмилә Маратовна, эсендәге бөтә кисерештәрен, тулҡынланыуын, янып-көйөүен бер юлы сығарғандай, тәрән көрһөндө лә... еңел тын алды. «Ниһайәт! Уҡыусым, үҙ улым, бик-бик уңышлы сығыш яһаны!» Ул күҙ ҡырыйы менән генә жюри яғына ҡарап алды.
Бөтә донъя халыҡ-ара һәүәҫкәр йырсылар конкурсы үткәрергә әҙерләнгән илдән килгән жюри тып-тын. «Береһенең-бер йөҙө үҙгәрмәй. Ҡымшанмайҙар ҙа, фекер ҙә алышмайҙар. Бына, исмаһам, жюри! Һиҙҙермәйҙәр. Ниндәй һалҡынҡанлылыҡ! Шулай булырға тейештер ҙә, сығыш яһарға теләүселәр байтаҡ бит», – тип уйланы Зәмилә. Бер аҙ ғына тынлыҡтан һуң, тамашасылар геүү килеп ҡул саба башланы. Зәмилә янына йүгереп килеп ҡотланылар. Рәхмәтле була белә уҡыусылары: зал шығырым тулы.
Бына улы баш эйә. Уның буй-һыны, төҫ-башы сәхнә өсөн генә яратылған кеүек! Тын иркенлеге ғәжәп! «Буранбай»ҙы йырлар өсөн тап шундай һәләт кәрәк. Был мәшһүр йырҙы – музыка донъяһында камиллыҡтың үҙе тип атарлыҡ ҡомартҡыны, бөтөн донъя уның улы башҡарыуында тыңлаясаҡ… Зәмилә Маратовнаның оло хыялының балҡышы! Ире тып-тын ҡалған. Йөҙөндә, жюри ағзалары кеүек, үҙгәреш һиҙелмәй. Бер аҙҙан ғына, улы янына барып, атайҙарса ҡаты итеп ҡулын ҡыҫты.
Әллә ни эшләп улының конкурста ҡатнашыуына ихласлыҡ белдермәне скрипкасы ире. Уның һәләтен баһалап еткермәнеме, ҡатынының үтә ныҡышмаллығы шик һала инеме? Бер генә дәлиле булды: «Буранбай» – халыҡ булмышында һаҡланған йыр. Ул – халыҡ зарынан үрелгән моң. Мин «Буранбай»ҙы скрипкала уйнаған саҡта көйҙөң бөтөн бөгөлөштәрен, нескәлектәрен бирә алмайымдыр, тип хәүефләнәм. Сөнки моңдо нотаға һалып та, отоп алып та, өйрәнеп тә булмай, ул ҡандан-ҡанға, йөрәктән-йөрәккә күсә. Йә бар ул һиндә, йә юҡ. Башҡорт булмаһам да тоям шуны». Был фекерен ире уға әйткеләгәне бар. Әммә Зәмилә кемдең-кемдең, ә үҙ улының һәләтен яҡшы белә. Иҫ китмәле диапазонлы тауыш унда! Ана нисек яңғырап торҙо тамашасылар залы!
Сәхнәгә тағы бер йырсыны саҡырҙылар.
Зәмилә, үҙ уңышына һөйөнөп, татлы хыялдарға сумып ултырғанда, йоҡоһонан тертләп уянған кеше кеүек, ҡапыл һиҫкәнеп китте. Зал үтә таныш моңға тулды! Тап уның, тик уның ғына магнитофон яҙмаһында һаҡланған йыр ағыла сәхнәнән! Бындай көтөлмәгәнлектән Зәмиләнең тәне земберләп китте. Ҡулдары ҡалтыранғандай тойолдо, үҙен упҡынға төшөп барған һымаҡ хис итте. Был ни булды? Ҡайҙан ағыла был моң? Кем йырлай? Оҙон йыр тамамланғансы бер өшөнө, бер янды. Йыр тамам. Тынлыҡ урынлашты. Эргәһендәге тамашасыларға ҡараш ташланы Зәмилә. Уларҙың күҙҙәрендә йәш...Шунан ҡапыл көслө алҡыштар! Жюри ағзалары сәхнәлә. Улы ла сәхнәлә, үҙенә ҡосаҡлатҡан сәскәләрен үҫмер генә йәш йырсыға бирә. Бына үҫмер эргәһенә ҡәҙимге олпат кәүҙәле ир сығып баҫты һәм тоноҡ ҡына тауыш менән: «Рәхмәт, улым. Улыҡайым, рәхмәт!» – тип уның арҡаһынан ҡаҡты. Кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарып күҙҙәрен һөртөп алды, кемделер эҙләгәндәй, тамаша залына боролдо. Зәмилә үҙен енәйәт өҫтөндә тотолғандай тойҙо: йөҙөн йәшерә биреп, башын эйҙе лә йүгерә-атлай залдан сығып китте.
Ҡатынының ҡапыл ағарынып китеүен абайлап ҡалған ире артынан эйәрҙе. «Ни эшләп ул тиклем бөтөрөнөргә? Руслан бит пианист. Һәр кемдең үҙ һәләте. Быны мин алдан иҫкәрттем. Быға әҙер булырға кәрәк ине. Ә күпме хитландың: фамилияһын үҙеңдекенә күсертеп тә, исемен үҙгәртеп тә, ауыл пропискаһы эшләтеп тә. Ни эшләп??? Ни эшләп кәрәк ине? Ярай, тыныслан. Конкурс бит...»
Ир ҡатынын, ҡолап китмәһен тигән кеүек, ныҡ итеп ҡултыҡлап алды. Зәмиләнең башы тубалдай булды, ҡолаҡтары тондо.
Ниһайәт, ҡайтып еттеләр. Фатирҙары театрға яҡын булһа ла, боронғо йорттоң өсөнсө ҡатына көс-хәлгә күтәрелде. Ярай, эргәһендә ире булды.
Ҡайтты ла, эш бүлмәһенә инеп, магнитофонға ынтылды. Яҙманы юҡ итергә! Шунан, ҡапыл аңына килгәндәй, магнитофон төймәһенән ҡулын алды. Берҙән-бер… берҙән-бер яҙма… Улы ошо яҙманы тыңлап өйрәнде. Ул һораясаҡ бит! Ни тип яуап бирермен? «Әсәй, ҡайҙан ундай оҡшашлыҡ? Был яҙмала кем йырлай «Буранбай»ҙы? Уны фольклор кабинетынан алып торҙом, ти инең. Ни эшләп тауыштар оҡшаш?» – тип һорауы бик тә ихтимал. Зәмилә магнитофон эргәһенән китте лә креслоға ултырҙы.
...Байтаҡ йылдар элек Буранбай исемле йырсыны уҡырға алғайны Зәмилә. Тәүге имтиханда кем нимә теләй, шуны йырлай. Ирекле сығыш. Тоҡос кәүҙәле, олпат ҡына йәш ир пианино янына килеп баҫты. Профессор уның исемен һораны. Буранбай, тигәс, аптырабыраҡ ҡалды. Шунан: «Улай булғас «Буранбай»ҙы йырлап ишеттер», – тине, йылмая биреп. Ир өҫтәлдәге графиндан һыу һалып эсте, шунан күкрәк киреп баҫты ла, ҡарашын билдәһеҙлеккә төбәп, йыр башланы. Зәмиләнең тотош тәне буйлап наҙлы ҡалтыраныу үтте, моң тотош булмышын ялманы. «Бына был «Буранбай»! – тине эске һоҡланыулы тауыш. Имтихан бирергә көтөп ултырған йәштәр шымып ҡалды. Бүлмәлә тынлыҡ. Ишек асыҡ. Кафедралағы уҡытыусылар, фольклор кабинетындағы белгестәр тыңлап тора ине унда.
– Уҡырға ни эшләп һуңлап килдегеҙ?
– Район мәҙәниәт бүлегендә эшләнем, йүнәлеш бирмәй оҙаҡлаттылар. Йәш үтеп бара. Армияға киткәнсе үк өйләнгәйнем, өс малай үҫеп килә. Уҡығы килә. Кәләш тә өгөтләне. Бар, аҙаҡ үкенескә ҡалмаһын. Балаларҙы үҙем ҡарармын, тине. Шунан эштән киттем дә барҙым. Тәүәккәлләп йүнәлешһеҙ килдем. Бында ла әле документтарҙы алманылар. Килгәс, кире ҡайтыу юҡ инде, тип, ныҡышып индем дә киттем имтиханға.
– Ошо йырың үҙе йүнәлеш һиңә, Буранбай энекәш! Күптән хәл итергә кәрәк булған. Ярай, әле лә һуң түгел кеүек.
Буранбай ихлас уҡыны. Уның башҡарыуында «Буранбай» йырын магнитофон таҫмаһына ла яҙып алды Зәмилә Маратовна. Әммә беренсе курс аҙағында тауышы тоноҡланды, көсө лә, моңо ла бөтә башланы. Уҡыу йортондағы башҡа уҡытыусылар был хәлгә борсолоу белдергәс: «Тауышы икенсе йүнәлеш алған. Беҙгә бит ҙур сәхнәгә, киң аудиторияға яраҡлаштырырға кәрәк. Ә уның мөмкинлеге сикһеҙ. Сәхнәлә моң ғына түгел, көслө тауыш та кәрәк. Быйылға ҡайтып торһон да килер. Ул сағында имтиханһыҙ ҡабул итербеҙ», – тине профессор. Был ҡарар менән кафедралағы башҡа уҡытыусылар ҙа ризалашты. Буранбай үҙе лә күнде. Йырламай ғына йөрөп, тауышына ял бирергә булды.
...Зәмилә иһә уның башҡа килмәҫен белә ине. «Буранбай»ҙы өс октаваға тиклем һуҙғас: «Һинең тауышың ошо нотаны ла алырға тейеш», – тип, пианино клавишаларында һаман юғарыраҡ ноталар алды. Ә бер көн тауыш ярылары бындай көсөргәнешкә түҙмәне – тоноҡланды.
«Улы, улы йырларға тейеш был йырҙы, ул алып сығырға тейеш донъя сәхнәһенә «Буранбай»ҙы! Улының йырлар йәше етә. Алдағы йылдан уҡ вокал менән дә шөғөлләнә башлармын. Ә унан өсәүләшеп: скрипкасы ире, уҡытыусы үҙе һәм йырсы улы донъя сәхнәһен яулаясаҡ!..
...Зәмилә был хәтерләүҙәренән ҡалтыранып ҡуйҙы, өҫтөнә һалҡын һыу һипкәндәй, өшөп киткәндәй булды, шәленә урана биреп, креслоһында уңайлап ултырҙы ла күҙҙәрен йомдо. Бына бер саҡ быуаттар төпкөлөнән килгән әлеге моң, бүлмәнең һәр мөйөшөнә һеңгән кеүек, ҡолағында зыңлай башланы. «Был ни булды!? Ҡайҙан ишетелә? Һаташаммы? Магнитофон тоҡаныулы ҡалдырылғанмы? Юҡ. Һүнек».
…Буранбайҙың яҙған хатын уҡып...
Ҡунаҡ бүлмәһенән ишетелә ине йыр. Зәмилә бүлмә ишеген асып ебәрҙе.
Улы ҡайтҡан икән конкурстан. Йырҙы яҙып алған. Залда, атаһы менән бергә диванға ултырып, тып-тын ҡалып тыңлайҙар. Йыр тамам. Тынлыҡ. Бер аҙҙан ире: «Башҡорт моңо бик тәрән ул. Унда быуаттар хәтерен уятырлыҡ көс бар. Был көс ҡандан күсә килә. Шуға башҡорттар үҙ моңон илап тыңлай», – тине әллә үҙалдына, әллә улына.
«Буранбай» йырының дауамы һымаҡ моңландырып әйтелгән һуңғы һүҙҙәр Зәмиләне һиҫкәндереп ебәрҙе. Ул, иренең фекерен аңларға тырышып, беренсе тапҡыр тигәндәй, ҡаршы әйтмәй, өндәшмәй генә эргәһенә килеп ултырҙы.
Йырҙың үҙәк өҙгөс юлдары яңынан яңғыраны:
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып.
Зар илайҙыр ауыл ҡарттары...
Фото: https://ru.freepik.com/