Асмай күҙен Ибраһим. Рәхәтлектән иҙерәй. Ҡатынының йомшаҡ тауышына иркәләнә, ҡул йылыһын тоя, бармаҡтарын сикәһенән йөрөтөүен һиҙеп мунса ләүкәһендә ята. Ҡатыны сабындырған, йыуындырған, артыҡ эҫе лә түгел. Мунсаға ингәнен иҫерек булғанлыҡтан хәтерләмәй ҙә, үҙенең бысраҡ кейемен сисендергән ҡатынының беләгенә һүгенеп тондорғанын күңеле менән белә. Тос йоҙроғо ҡатынының беләген күгәртеүен дә, уның күҙ йәштәре менән ҡулын ыуалап мунса стенаһына һөйәлеүен дә күрмәй ул. Башында бер уй ҙа юҡ, барыбер иртәнсәк йомшаҡ, йылы урынында уянасаҡ. Тик был юлы ҡатынының, сикәһен ауырттырып семтеп ебәреүен һиҙеп, ҡапыл күҙен асты. Беренсе уйы, ҡырындырғанда ҡырҡып ебәргәндер был мине, булды. Асыуынан, осора һуғайым тип, ҡулын күтәргәйне, ҡаты ауыртыныуҙан уянып китте.
Төш кенә булған икән, төш кенә. Ниңә ысын түгел! Йөрәкте һыҙлатып ниңә элеккене ҡабатлап күрергә?! Уянғас йәне әрнеүенә түҙә алмай, ҡырын әйләнде, илай алмай ине. Түштәре һыҙлап, эстән янған йөрәк ялҡынына, күкрәк ситлеге генә һелкенеп һулҡылдай. Башын борғолауынан ғына уға бик ҡыйын икәнлеген аңларға була. Шулай бер ни тиклем һыңҡылдап ятҡас, Ибраһим салҡанан әйләнеп ятты, ауыҙы тирәһенә йыйылған күгәүендәрҙе, себендәрҙе ҡыуырға маташты. Тик ҡулдары тәүге көндәрҙәге кеүек түгел, тыңламайҙар ине. Ҡатыны семтене тигән урын да ҙур ғына булып шешеп сыҡҡан. Ат күгәүене булғандыр, абайламай ҡалды. Туймағандыр ҡанын эсеп, хәҙер тағы урап килер. Бынау сыбар күлдәклеһе бигерәк ялһыҙ тынғы бирмәй, һелтәнеп ҡыуып та булмай хәҙер. Ошо себен-серәкәйҙәре булмаһа, әҙерәк тынысланып йоҡлаһа, тәненә хәл керер кеүек тә.
Бөгөн көн аяҙ, йылы булырҙай. Иртә аяҙыһа, кис аяҙымаҫ тип кенә тормаһа. Ҡояш йылыһында һыуланған кейемдәре кипһә әллә...
Ҡыбырларға ла ҡурҡып, күҙҙәрен күккә төбәне. Зәңгәр күктә аҡ болоттар ағылғанғамы, ҡуҙғалыуҙан башы әйләндеме, баш осондағы ҡайындар ҡулға-ҡул тотоношоп әйләнгәндәй. Ерҙән ятып ҡараһаң ниндәй бейек икән был ағастар. Йәм-йәшел япраҡтарын елберләтеп, бәлки үҙҙәренең көйҙәрен йырлап, әйләнәләр. Әллә үсекләйҙәрме Ибраһимды, барыбер беҙҙе ҡырып бөтөрә алманың, ана ятаһың беҙҙең аяҡ аҫтында тип. Әрнеүенә сыҙай алмай, Ибраһим ҡырын әйләнде. Уныһы арыу булды әле, ҡалаҡ һөйәгенән аҫтараҡ торған, бармаҡ башылай булып бүрткән талпан, әллә һытылды, әллә туйып төшмәксе булды, еңеллек һиҙелде. Күп улар тәнендә. Тәүҙәрәк сәс араһында ғына туғыҙҙы иҫәпләгәйне, хәҙер күпмелер. Һыйпап ҡарарға ҡулдары күтәрелмәй башланы. Тәненән ҡулы еткән тәңгәлдән йолҡоп ала ине, бармаҡтары ҡата башлағас һытырға ғына тырышып ҡараны. Улар тешләгән урындар шешеп, эренләй башланы инде. Яраға себен-серәкәй эйәләй.
Их, төшөндәге мунса булһа... Бына ҡайтып етһә сабыныр инде, тәндәренең ҡысыуын ҡандырғансы. Ҡатыны сабындырмаҫ инде хәҙер, күптән мәрхүмә инде. Күкрәк эсендә тағы һыңҡылдау башланды. Йә, ошоғаса кеше күҙенән илай тип йәшәлгән. Йөрәк илай икән, йөрәк! Күҙең шәмәреп илап, күҙеңдең һурпаһы ҡойолоп. Юҡ, халыҡ әйтеме лә буш була икән. Бына күпме ваҡыт, күҙҙән бер бөртөк йәш сыҡмай.
Былай булмай... Үҙеңде йәлләп ятыуҙан фәтеүә сыҡмаҫ. Тороп ашарға яраҡлы үлән ҡараштырыр кәрәк. Бәлки, еләк тәме ауыҙының көл тәмен баҫыр. Тәүге көндәрҙәге кеүек асыҡмай ҙа хәҙер, тик бына сарсауға түҙеп булмай.
Ә түҙмәйем тип ҡайҙа бараһың? Килеп алғансы ятаһың инде көтөп. Улына аңғартты бит. Хәҙер элекке заман түгел. Бәлки ана, йыһандан да ҡарап, күреп тораларҙыр әле. Ибраһим өҫ-башын һыпырғылап, үҙенсә үлән сүптәрен ҡаҡҡылаштырған булды. Унан өҫтән ҡараһалар күрмәй ҡуйырҙар тип, тороп йөрөштөрөргә булды. Тубыҡланып торорға маташҡайны ла, башы менән һөрсөгөп кире ҡоланы. Шулай ҙа ятһа тора алмаҫын белеп, янындағы ҡайынға тотоноп, көскә аяғына баҫты. Тубыҡтары ҡалтырап, тәнендәге бөтә мускулдарын, быуындарын ҡаты ауыртыу алды, хатта күҙҙәрендә осҡондар бейеште. Ҡоламаҫҡа тырышып, ҡайынды ҡосаҡлап, оҙаҡ ҡына хәл алды. Оҙаҡ тип, ваҡыт иҫәбен юғалтты инде. Шуныһын ғына иҫләй, июнь аҙағылыр, йәки июль башылыр. Ҡайын еләге бешкән ваҡыт ине өйҙән сыҡҡанда. Хәҙер инде ер еләге беште. Өйҙән ҡайын еләге йыйырға тип кенә сыҡҡайны бит. Унан алда ике-өс көн сығып, йыйып алып ҡайтҡайны ҡатыны бер тапҡыр ҡайнатма ҡайнатты, ҡалғанын туңдырғысына һалды, шикелле.
Бер бөртөк еләкһеҙ ҡайтып инһә, эй һөйләнер инде. Ярай, хәҙер ер еләге беште, уныһы тиҙ йыйыла ул, шуны йыйып апҡайтыр. Ҡайын еләге файҙалыраҡ тей ҙә ҡала бит. Үҙе бүтән ашай алмаҫ инде, шул тиклем бүкте еләктәрҙән, ҡарағыһы ла килмәй. Тик үлгеһе килмәгәнлектән генә ашай, ҡалайтһын.ҡаҡы, ҡымыҙлыҡтарҙы тәмен һурып ҡына кире төкөрә башланы. Ҡатҡан үлән ашҡаҙанын ауырттырҙы. Тәүге көндәре аслыҡҡа сыҙамай күпләп балдырғанды ашағайны, ирене осондо. Осоноу ғынамы, шешеп бөтөнләй ауыҙы ябылды. Йыйған еләктәрен берәмләп ауыҙына тығып ҡына ултырҙы. Ҡыҙыл үңәс буйы ла шешкәндер, әсетеп төшөп китеүенә ҡарағанда. Хәҙер ашарға түгел, тейергә лә ҡурҡа балдырғанға. Юл япрағын сәйнәй торғас, ауыҙ -тирәһенең шешеүе ҡайта башланы, ҡутырлай, тик бына ләпәкәйҙәр йүнәлергә бирмәй.
Өйөнә ҡайтһа ҡатыны ерәнеп таҫтамалға һөртөндөрмәй, алама сепрәк бирер инде. Тәүге көндәре йыш йыуына ине. Урманда үҙәк һайын шишмә. Хәҙер оҙон үлән араһынан йылғаға төшөргә кәре китте. Осонған ауыҙына, күгәүен, талпан тешләгән яралары аҙып, ләпәкәй һырып ыҙалата. Юҡ, халыҡ белеп ҡушмаған исемде. Наҙлап ләпәкәй, серәкәй тигән. Иң яуыздары улар урманда. Икенсе исем менән атар кәрәк ул ҡанһурғыстарҙы. Килешеп ҡуйғандарҙыр улары ла: иртәнсәк тәүҙә ләпәкәй, серәкәй армияһы ябырыла, унан себен, һуҡыр күгәүендәр һөжүм башлай. Ә ат күгәүене менән сыбар күлдәклеләре дошман авиацияһы кеүек, ҡайҙа ҡасырға урын табып та булмай.
Ә төн һалҡын, урман еүеш. Өшөтә, ныҡ өшөтә. Сыҡҡан көнө аяҙ, ямғырһыҙ булды ла, унан яуын башланды. Әле бөгөн саҡ аяҙытып тора. Урманға әҙерлекһеҙ сыҡманы ул. Тик шырпыһы ике көнгә лә етмәне. Бәшмәк тапһа ла өтөп ашаған булды. Ут тоҡандырырға ла муллап тотондо. Улары ла элекке кеүек эсендә етмеш ике бөртөк түгел икән, иллегә лә тулмағандыр. Башланған шырпы ине тағы. Ҡабығы һыҙырылып сыйырға эшкинмәгәс, күп шырпыһы әрәм булды.
Ғүмер буйы урманда йәшәп, биш бармағы кеүек белгән урманда аҙашырмын тип кем уйлаған. Урмандан ҡайтмайһың, урман ҡыҙырырға яратаһыңдыр тинеләр, яратмай ҡайҙа бараһың бүтән барыр ерең булмағас. Бисәһенән йәне биҙерәп бөттө, тауышы мейене игәй генә. Күңеленә тынғы табырға тырышып урманды үҙ итте. Элегерәк эсеп алһа еңелерәк була ине, бисәһенең сарылдап әрләүенән үсе ҡанып ҡала ине. Өйөнә ҡайтмай, ҡасып сығып китеп, теләһә кемдә йоҡлап йөрөй ала ине. Аҙаҡ һаулығы бөттө. Бынауы шәкәр ауырыуы тигән нәмәһе йәбеште. Әҙәм белмәҫлек сир икән уныһы. Дарыуыңды ваҡытында эсмәһәң, әлдән-әле тамағыңа ҡапҡылап тормаһаң, ҡалтырата, эстән борғолай башлай. Ярай әле уколға ҡалған көнө юҡ. Хәҙер ҡайтҡансы түҙергә тырышыр инде. Элек кешегә утын-бесән ташып, ғүмер буйы урманда тракторист булып эшләгәс, тирә -яҡты һәйбәт белә ул. Йәштәр килеп диләнкәләргә нисек үтергә, ағасты нисек сығарырға кәңәш һорайҙар. Техникалары боҙолһа ла өйрәтеп китеүен үтенәләр. Әле ошолай ҡайынға йәбешеп торһа ла, төшөп ҡалғандарҙан түгел дәдәң. Берәүҙән бер хаҡ һораманы. Шул бер яртыны ултырып кәгәһең дә, вәссәләм.
Һигеҙ йыл ауыҙына ла алмай хәҙер. Тартыуын да ташланы. Тик бына шәкәр диабеты ғына ҡарыуҙы ала. Урманға сыҡһа ла әҙерлекһеҙ йөрөмәне. Шырпыһын, дарыуҙарын һалып алды. Кеҫәһенә, уртаһына май яғып, ике телем икмәк тыҡты. Урманда үҙәк һайын йылға, эскеһе килһә һыу табырға була. Тик ниңә былай булды әле. Көн эҫе ине, томорҡо булды көнө буйы. Ҡайын еләгенә әүрәп төпкәрәк киткән. Башы ныҡ шаулағас, дарыуҙарын эсеп ятып торҙо. Унан бер телем икмәккә еләк ҡушып, шишмә янында ашап, хәл алды. Таныш урын ине, өйөнә ыңғайланы.
Юҡ, ыстырам, аҙашҡан. Өйҙәгеләргә өндәшмәҫкә булды тәүҙә. Янында телефоны бар, улы шылтыратты. Белдермәне аҙашҡанын, юлды табырына ышанды, алыҫ китмәне бит. Көн кисләүгә хәле бөткәс, көсөн һаҡлап төндө урманда үткәрҙе. Яҡтырғас тағы атланы. Электр бағаналары теҙелеп үткән урынға килеп сыҡты. Ауылға юлды тоҫмаллап, сымдар буйлап атланы. Аҙашҡанлығын белгәс, бағаналарҙы осратҡас, дуҫын күргәндәй ҡыуанды. Ҡасан да булһа берәй ауылға илтәсәген белеп, сым буйлап атланы. Еңел түгел ине атлауы. Элек ҡырҡылған булһа ла, хәҙер ҡуйы сәүеллек баҫҡан, быйыл ямғыр күп яуғанлыҡтан, үлән шәп, бейек үҫкән, йырып атлауы хәлде алды. Етмәһә улы менән һөйләшкәс телефонын һүндерергә онотҡан, зарядкаһы бөткән. Һүндерһәң әҙерәк көсө йыйыла торған тип, бөтөнләй һүндереп торҙо.
Кеҫәһендәге дарыуы ла, икмәге лә бөткәс хәле бөтөнләй мөшкөлләнде. Күҙ алдары ҡараңғыланып, ҡалтырана башланы. Өмөт менән телефонын тоҡандырып, улына хәлен аңғартты. Электр бағанаһы төбөндә ултырыуын, ҡайтырға хәле етмәйәсәген, дарыу алып килеүҙәрен үтенде. Улы асырғанып, бағананың һанын һораны,бағана төбөнән китмәҫкә әйтеп тә өлгөрҙө, телефоны бөтөнләй үлде. Әйтеүе анһат, бында бәйләнеш тау ашында ғына тота, үҙәктә тотмай. Йыйған еләген ашап бөтөп бара, һыуһыҙ түҙә алмай. Йылға буйындараҡ булырға кәрәк. Ауырыу хәлен һау белмәҫ, йәштәр аңлаймы шуны. Оҙон үлән араһында еләк юҡ. Ауыҙы күберсегәнлектән үлән менән туҡлана алмай. Йылғалы, еләкле урынды эҙләп оҙаҡ ҡына атланы әле, бәлки үҙем юлға килеп сығырмын тигән өмөт менән. Тик бына ҡул бармаҡтары ҡорошоп, аяҡтары атламаҫ булды ла ҡуйҙы. Улай булыр тип башына ла килмәне бит. Тор бына хәҙер дигәнәләй кәүҙәң менән ҡайынды ҡосаҡлап, себен-серәкәй менән һуғышып.
Булды Ибраһимдың, типһә түңгәкте туңҡайтырҙай сағы. Тракторҙа эшләгәс аҡсаһын да көрәп алды. Ауылдаштары ла йомошо төшөрҙәй булғас, күҙенә генә ҡарап торҙо. Ҡатынын яратып өйләнһә лә, артыҡ һанлап барманы. Ир шулай булырға тейеш тип, үҙе тураһында юғары фекер йөрөттө, ҡылған ҡылыҡтарын аҡлап. Иртән торһа ашарға бешкән, сумка йыйылған. Эре баҫып эшкә сығып китер ине. Эштән һуң кемгә бесән, кемгә бағаналыҡ алып килһәң дә, өҫтәлгә ярты ҡуйыла. Хәбәргә тейешеп, оҙаҡ ҡына ултырғас, тәнтерәкләп ҡайтып йығыла. Шунда уҡ арыуҙан йоҡлап китһә, өйҙәгеләргә байрам әле. Юғиһә көн дә тауыш сығарып, әйбер-ҡаралтыларҙы елгәрә башлай. Ҡатыны өндәшмәһә, ниңә минең менән һөйләшкең дә килмәйме, һүҙ ҡушһа, өйрәтмә миңә, телеңде тый, тип екерә. Эргәһенә килмәһә, кем менән булдың, туйып ҡайттыңмы уйнаштан, яҡын килһә һуғып ебәрергә лә һорап торманы. Ике малайы, шым ғына боҫоп, ситтән ҡарап торор ине. Түҙҙе ҡатыны, сыҙаны. Сабырлыҡ менән ирен тәрбиәләп кенә торҙо. Өйҙәге эш тулыһынса уның иңендә ине. Малайҙары ҡул ялғап ярҙамлаша башлағайны ғына, ауырыу аяҡтан йыҡты. Өндәшмәгәндер, юғиһә тиҙ генә китеп бармаҫ ине. Эсендә бөтөргәндер барыһын да. Электән йөрәге ауыртып йөрөгән тинеләр. Үҙе әйтмәгәс ней. Аҡса табыр ине әле Ибраһим. Бәлки Өфөгә алып барһа йүнәлеп тә китер ине, әҙ кеше ауырыймы. Балаларҙы йәтим итте шулай ҡатыны.
Улары бирешмәне. Өфөлә йәшәгән, ҡатынының апаһы, шундағы интернат-гимназияға урынлаштырҙы. Уҡыу бушлай, йәшәү бушлай, улар өсөн ҡайғырманы. Ҡыйын булһа ҡайтырҙар ине. Йәйге каникулда бесән, утын әҙерләшергә генә ҡайтып йөрөнөләр. Юғары уҡыуға индек тинеләр. Хәҙер олоһо ике балалы ҡатынға инеп йәшәй шикелле. Бәләкәйен ташламаҫ моғайын. Уныһы йөрөй һаман өйләнмәй, ҡалала ҡыҙҙар бөткәндер. Бер нисә йыл ҡайтып күренгәндәре юҡ. Хәҙерге ҡатыны менән борсаҡтары бешмәйҙер, электән үҙһенмәне.
Был ҡатынын иҫкә төшөргәс, тәнен тағы ҡорошҡаҡ тотҡандай булды. Ҡатыны тере саҡта уҡ осраштырғылайҙар ине, күңел өсөн генә инде. Бер улы менән яңғыҙ йәшәгән, йылҡылдап торған бейәләй ҡатынды кем яратмаһын. Матур кейенеп, биҙәнеп-төҙәнгән ҡатынды кемдәр генә яратманы икән, ҡыҙығыусылар күп ине. Магазинда һатыусы булып эшләне заманында. Ибраһим да үткән-һүткәндә, тәмәке йә шырпы һылтауы менән йышланы. Ҡатыны үлеп, ҡырҡын уҡытҡас та бергә йәшәй башланылар. Элеккеләй бөтә хужалыҡты уға тапшырып, ғүмер итмәксе булғайны ла, килеп сыҡманы. Ней аралалыр леспромхоз өйө уның исеменә күсерелгән ине. Үҙенекен һатып та ебәрҙе. Элекке мал-тыуарына ла хужалығы юҡлығын аңғарттылар. Уныһына артыҡ иҫе китмәне, элек һарай яғына инеп тә ҡарамаған кеше, ҡул һелтәне. Тик май-ҡаймаҡ алып ҡапҡан һайын, һурпа һемергән һайын төрттөрөүенән, ашағаны таш булып төшә ине. Элеккеләй эсеп ҡайтһа ла шым ғына барып ята. Ҡалайтһын, ҡатынына ырғып ҡарағайны ла, малайы әсәһен яҡлап беләгенә үтәләй отвертка менән сәнскәс, бүтән ҡул күтәрмәне. Ғәрлегенән фельдшерға ла барманы, шул көйө йүнәлде. Урманға сығып емеш-еләк йыйып күңелен баҫты. Һиллектә ултырып йәненә ял алды, үткәндәрҙе һағынды. Үҙ өйөндә тыңғылыҡ тапманы йәненә, ҡышҡылығы тағы ауырыраҡ.
Ҡояш йылыһы тәнен йылытһа ла, эске ҡалтырауы үтмәне. Еүеш кейемдәре кипте лә, тик ҡуҙғалып ҡына булмай, быуындары тотмай. Йылғаға күп ҡалманы инде, тағы бер ынтылһа етә. Һыуһынын ҡандырһа, тәне еңеләйер ине. Юғиһә ҡороған телен ҡуҙғатыуы ла ауыр. Биш литрлыҡ пластмасс күнәгенең төбөндә ҡалған еләк өҫтөнә тултырып һыу алғайны ла, атлағанда сайпылып түгелеп бөттө. Һуңғы йотомдарын эсеп бөтөрөүгә лә күп ваҡыт уҙғандыр инде. Беләгенә элеп булһа ла күнәген юғалтмаҫҡа тырышты. Һыу тултырһа ла күтәрә алмаҫы билгеле, исмаһам, йылғаға етһә һыуһынын ҡандырыр, эргәһенә һыуын ултыртһа тамағын сылатып торор ине. Күнәкһеҙ ҡайтһа теге бисә енләнер тағы. Эй ҡурҡмай ул унан, тик әрләшеүенән генә биҙерәп бөткән. Юҡ, нимә булды һуң? Аяҡтары йөрөмәй башлағас, таяҡҡа таянып атлап килде. Хәҙер ҡулы ла йөрөмәй. Төндә ятып ял итһәм, үтер тине, тағы нығыраҡ ҡатҡандар. Әле ҡояшта ҡыҙынһам йомошар тип өмөтләнгәйне лә, булманы.
Тәүге ҡатыны төшөнә инеп йөрәген һыҙлатты. Ваҡытында бәхетле йәшәгән икән уның менән, ҡәҙерен генә белмәгән. Тәүгеһе дин өсөн, икенсеһе көн өсөн тигәндәре ошолор. Ә күршеһе уның ҡатынына ҡыҙыға, вәт донъя! Күрмәгәндең күргеһе килә, күргәндең ҡоҫҡоһо килә тигәндәре ошо инде. Үткәнендә урам яҡтағы ултырғыста ултырғанда, ярты тотоп эргәһенә күршеһе килде. Белә бит эсмәгәнен, ҡыҫтай. Бығаса фанфурик, одеколон имеп кенә йөрөгән кешенең, башланмаған ярты тотоп килеүе, аптыратырлыҡ ине.
“Ҡайҙан?”- тигәнгә “Өйөмдө арендаға бирҙем”.-тине. “Һуң бисәң ризамы?” “Ҡыуанып риза. Кисен ағасҡа килеүселәр менән бергәләп эскәйнек. Әле ул улар менән өйҙә, мин сыҙамай сығып киттем, бер ярты бирҙеләр былай. Их, ағай белмәйһең бит минең хәлемде, аңламайһың һин. Еңгәй эсмәгәс өйөңдә тәртип. Улай ҡатын эләкһә, мин дә эсмәй йәшәр инем. Бәхетле һин...”
Ә һин аңлайһыңмы минең күңелемдәген? Кеше үҙен-үҙе аңламаған саҡта. Өйҙә тәртип булыу менәнме, йәнеңдә тәртип булмағас. Ғүмер-ғүмергә сарсап йәшәгәс. Һыуға түгел. Ә нимәгә? Мөхәббәткә тип әйтергә теле әйләнмәй. Йән тыныслығына тип әйтер инең, бөткән ауылда һиңә кем ҡамасаулай. Арҡаңды йылытырға бисәң эргәңә ятмаһа, ана мейес бар. Кәрең киткәс шуға ла йыуанаһың. Тик сәғәт һайын һинең булдыҡһыҙлығыңды әйтеп тороуы менән баҫа, башыңды күтәрергә ирек бирмәй. Бер бөгөлгәс турайыуы ауыр. Шуны ишетмәҫкә лә урманды үҙ итте. Биш бармағы кеүек белгән урманда аҙаш әле, бала-саға шикелле. Эҙләп сыҡҡандарҙыр, көтөп ятмайҙарҙыр. Өфөләге улы белде бит. Электр бағаналары буйлап вертолет менән дә эҙләрҙәр әле. Ана, бер йылы лесхоз директорының улы юғалғас, Өфө һынлы ерҙән вертолет саҡырттырып эҙләнеләр, икенсе көнөнә үк. Ә ул дуҫының гаражында беләгенә укол ҡаҙап ятҡан. Ә күпме кеше сығып урманда эҙләне.
Ибраһимдың юғалғанына ла байтаҡ ваҡыт бит инде. Башы ауыртып, ҡолағы зыңламаһа, иҫәпләп сығарыр ине лә. Аҙаҡ иҫәпләр. Йылғаға етеп һыуһынын ҡандырһа хәл инер. Унан тағы бағаналар буйлап атлар ҙа атлар. Ҡулын ҡайындан ысҡындырып бер аҙым яһамаҡсы булғайны ла, гөрҫ итеп тағы ҡоланы. Бөтөнләй аяҡтан яҙған түгелме? Арығандан тиһә лә түгелдер, бөтөнләй тыңламай аяҡтары. Сыҡҡан көндөң иртәгәһенә үк яуындар башланды шул. Һыу кейемдә төндә йоҡлағанда һыуыҡ алдырҙымы. Хөрт былай булғас, хөрт. Күҙҙәре йомолоп, башы сатнауына ҡарағанда температураһы күтәрелгәндер. Йылға буйына етһә иван сәйе үләнен сәйнәп ҡарар ине әллә. Был тирәлә күренмәй, эҙләп йөрөргә хәл самалы. Бағаналарҙы ташлап ҡайҙа бараһың. Улдары өсәү уның, өсәү, бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаҫтар. Береһе үгәй булһа ла, уның өсөн Ибраһим бер нәмәһен дә йәлләмәне. Беларус тракторлы ла, машиналы ла булды. Әле ҡалала йәшәрлек, өйлөк мая туплайҙар. Утыҙға етһә лә өйләнмәй бит, һуғыңҡырарға ярата. Ул эсһә, йоҡо бүлмәһендәге иҫке телевизорын ҡарап, сығышмай Ибраһим. Әйтһәң һин яман, әйтмәһәң тағы...
Трактор тауышын тыңлап ҡолағын ҡарпайтһа ла, тик башы ғына зыңланы. Юҡ былай булмай, иң беренсе йылғанан һыу алып эсер кәрәк. Анан күҙ күрер. Ҡояш ҡыҙҙырһа ла, үлән аралары еүеш. Кейемдәре һыуланып тәненә йәбеште. Ирендәрен еүеш кейеменә сылата ла ары шыуыша. Туҡтай-туҡтай шыуышып йылғаға яҡынлашты. Күп тә ҡалманы инде, тик йылға буйын әҙәм бейеклегендәй иркәүек, айыу ҡурайы баҫҡан. Иван сәйе үләне осрағас тән ҡыҙыулығын баҫһа әллә тип, сәскә бөрөләрен ауыҙына тығырға маташты. Тик ҡатҡан телдәре әйләнмәне. Тештәре менән сәйнәһә лә тамаҡҡа үтмәне, бары тын алыуын ғына ауырлаштырҙы ғына. Кире этеп сығарырға теле әйләнмәй, тартып сығарырға бармаҡтары йөрөмәй. Оҙаҡ этләнде. Ул арала ямғыр һибәләй башланы. Йылғаға еткәс һыу менән ҡушып ашармын тип, ҡуйынына тыҡты ла, тағы ярға шыуышты. Тик тау йылғаһының элек йырған текә ярынан ҡолап төштө. Һене ҡатып оҙаҡ ҡына ҡуҙғала алмай ятты. Хәҙер инде ул һаташамы, уяумы, иҫтән яҙҙымы, әллә йоҡлаймы икәнлеген үҙе лә белмәй ине. Башында ,ҡолаҡ зыңлауы аҫтында, бер өҙлөкһөҙ һорауҙар ябырылды. Кем менән һөйләшә ул, үҙе-үҙе менәнме? Теле ҡыбырламағас нисек яуап бирә?
-Ниндәй ҡылыҡтарым өсөн был һынау. Берәүгә лә яуызлыҡ ҡылманым бит.
-Ә кемгә яҡшылыҡ ҡылдың? Балаларың йәтимлектә тилмергәндә, хәлдәрен еңеләйтергә нимә эшләнең? Артыҡ мәшәҡәттәре төшөп ҡуймаһын тип ҡурҡып йәшәнең.
-Улар әсәләре үлгәнлеккә аҡсаһын алдылар.
-Ә һин яурындарынан ҡағып бер һөйҙөңмө?
-Эш бит эш. Мин улар өсөн эшләнем.
-Урман ҡырыуыңды, бер сәбәпһеҙгә йәш ағастарҙы тапатыуыңды нисек аҡларһың?
-Беҙгә ҡуштылар, ирекһеҙләнеләр.
-Ғүмер буйы “шайтан һыуын” эсеп йәшәүеңә ни әйтерһең?
-Эсмәйем мин. Бына һигеҙ йыл ауыҙыма ла алғаным юҡ.
-Эсә алмайым тигән. Ауырымаһаң эсеүеңде ташламаҫ та инең. Үлергә ҡурҡтың.
-Үкенестәрең бармы?
-Өфөгә күпме барып ҡайтырға йыйындым, бара алманым. Йә аҡса булманы, йә ите. Балаларға нимә алып бараһың ауылдан. Һуғым һуйғас тинем, барып булманы. Пенсияға сыҡҡас тинем, килеп сыҡманы.
-Теләгең ҡабул булыр. Ниңә Аллаға һыйынманың, иманға килмәнең?
-Һораһаң да Алла нимә бирә ала? Үҙемә тырышырға тура килде бөтәһенә лә.
-Бирҙе бит. Сарсағанда Алланан һыу һораның. Теләгең ҡабул булды.Аяҡтарың һыуҙа яталар. Кейемең һыу. Өҫтән ямғыр яуа. Иҫеңә төштөмө.
-Ыһһһһ...
-Балаларыңды, тәүге ҡатыныңды күргең киләме?
-Эйе. Тик минең менән һөйләшерҙәр микән? Улар әсәләре менән генә алсаҡ аралашты.
Ойоп китте. Төшөндә ҡатынын туҡмай ине. Йоҙроғон төйнәп, бармаҡ һөйәктәре менән ҡатынының беләктәренә, арҡаһына төртә. Аяҡтары менән типкеләй. Бына ниңә ҡатыны аҙаҡтан ҡулдары һыҙлауына интеккән икән. Эстән иткенәләре өҙөлөп бөткән булғандыр инде. Биленән дә саҡ ҡуҙғалып китә ине. Ә ул...йәш ҡатынға йөрөнө. Оло малайы бәләкәйенең башын ҡосаҡлап, мөйөштә ултыра. Үҙен, әсәһен йәлләүҙән, күҙҙәре аҡайған.
Тертләп уянды. Ҡатынының тән, йән һыҙлауы үҙенә күскәйне. Ниңә улай булды әле? Иҫенә төштө. Эштән ҡайтыуына араҡы алып ҡуймағаны өсөн. Аҡсаһы бармы, юҡмы ҡыҙыҡһындырмай ине ул саҡта. Ошо минутта ҡатынын күргеһе, йылы мунсала элекке кеүек йыуындырыуын, сабындырыуын теләне.
-Тәүбәгә килмәйһең икән һаман да. Тик үҙеңдең тән-йән рәхәтлеген генә уйлайһың. Үҙ ғүмереңдә, ҡатының тере саҡта, ғәфү үтендеңме?
Юҡ, иҫләмәй. Бөтә ғүмере күҙ алдынан үтте, хәтерләмәй.
-Әсәйеңдең ризалығын алдыңмы? Ниндәй изгелектәр ҡылдың әсәйеңә?
Бала саҡта ярҙам итеште. Тәүге ҡатыны менән йәшәгәндә лә барғылап торҙолар. Ҡатыны керҙәрен йыуып, өйөн таҙартып китә ине. Һуңғы тапҡыр ҡатынын ерләгәндә килде. Үҙе әсәһен ерләргә генә барҙы. Кесе ҡыҙы күрше йәшәгәс, тәрбиәләп тора ине. Әле бына бер ағас утыны юҡлығын, кәртә-ҡура, ҡоймаларҙың турап мейескә яғылыуын күрҙе. Утыны булмаһа ла өйө йылы, һеңлеһе үҙенән ташып яғалыр. Эй тыуған йортҡа килгәс бер йылынып сығаһы ине.
-Үҙеңдән көсһөҙҙәрҙе рәнйеттеңме? Яҡлауға мохтаждарҙы ҡурсаланыңмы?
Ыңғай яуап табырға тырышҡан мейеһе көсөргәнеш менән үткәндәрҙе барлай. Бына армияла яңы килгәндәрҙән аҡса таптыра. Клубҡа беренсегә килгән үҫмерҙең ҡолағын бороп тәмәке, йә самогон һорай. Йәнәһе алып килһә уның рөхсәте менән , көн дә иркен үтә аласаҡ. Барҙыр, барҙыр, онотҡандыр ғына, байтаҡ йәшәне бит. Иҫләп кенә булмай.
Бер ваҡыт ҡышын, ағас ҡырҡҡанда, айыу ояһына тап булды. Беренсе уйы өҫтән, ояһын иҙгеләп айыуҙы алмаҡсы булды, кире уйланы. Был ваҡытта айыу балалары булыуы мөмкинлеген, йәки эшселәр белһә килеп атып аласаҡтарын һиҙемләне. Берәүгә лә өндәшмәҫтән байтаҡ ваҡыт түҙҙе. Тик яҙға табан урындағы урмансы менән бер яртыны һуҡҡанда, әйтеп ысҡындырҙы. Тегенеһе тиҙ генә районға түрәләргә хәбәр иткән. Килеп төштөләр күмәкләп. Һорау китте, ҡайҙа ла ҡайҙа. Юлды өйрәт тә күрһәт. Барманы үҙе, әммә урмансыға яҙып, һыҙып күрһәтте. Тапмай булалармы, тапҡандар. Ике балаһы менән алғандар. Һис кенә лә гонаһы юҡ Ибраһимдың, әлеге шул эскелек менән ысҡындырҙы.
Иҫтән яҙҙымы, онотолдомо кинәт битенә йылы бәрелгәнгә күҙен асты. Күҙенә терәлеп тигәндәй, айыу балаһы тора ине. Ҡаса алмай инде, ҡулын һелкеткеләп ҡараған булды. Айыу балаһы һиҫкәнеп ситкә һикерҙе. Яр башында торған инә айыу ҡурҡыныс тауыш сығарҙы. Айыу балаһы туйтаңлап әсәһе эргәһенә менде. Унда яҡты, йылы. Эй, ашаһа ашаһын да тигән уйҙар килде Ибраһимдың башына. Тик баштан ғына ашай башлаһын инде.
-Магазиндән ишетеп ҡайтып һөйләгән ҡатыныңдың ғәйбәттәрен тыңлап, ҡушылып һөйләнеңме? Хуплап ултырҙыңмы?
-Ауыл бөткәс нимешләйһең инде. Һәр яңылыҡҡа йәбешеп ятаһың инде.
Кешене тикшермәһәләр бүтән уртаҡ аралашырлыҡ хәбәрҙәре лә берекмәй бит хәҙер ҡатыны менән. Сараһыҙлыҡтан әллә тағы иҫен юғалтты, әллә тағы һаташамы. Трактор тауышы сыға бит, “Белорус” тауышы, үҙҙәренеке. Эҙләп килгәндәр, ташлап ҡуймаҫтар инде. Ултырырға хәле булмаҫ инде. Арбаһы бармы икән. Арба менән үтәлмәҫтәр. Бигерәк шырлыҡ бит. Ҡалҡынырға маташты тора алманы, ҡысҡырырға теләне тауышы сыҡманы. Эргәһендәге үләндәрҙе булһа ла һелкетеп, иғтибарҙарын йәлеп итергә тырышты. Киләме? Юҡ. Трактор тауышы һаман алыҫлаша бара. Былай булмай бит инде. Күпме кино ҡараны диванда ятып. Нисек булһа ла ҡотҡаралар бит, ярҙам итәләр...
Һуңғы теләге ҡабул булды Ибраһимдың. Теүәл бер йыл үткәс, һөйәктәрен табып, экспертизаға ебәрҙеләр Өфөгә. Асыҡларға кәрәк ине, кеше үлтергәнме, йыртҡыс талағанмы?
Ә теге ваҡыт Өфөнән килгән кесе улы ине “Белорус” тракторында. Йылға ярында торған ике балалы инә айыуҙы күргәс, яҡын барырға баҙнат итмәне. Юғиһә бөтә электр бағаналары буйын ҡарап, тикшереп бөткәйне...