“Бына көҙ ҙә етте. Алтын көҙ. Һары һағыштарға һалыр көҙ... Үҙәктәрҙе өҙөп һағындырыр, һарғайтыр көҙ...” Карауатында ятҡан Гөлсәсәк үҙ алдына ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Ҡасандыр, кемдәндер ишеткән һүҙҙәр ҡапыл мейеһен телеп үткәндәй булды: “Яман ауырыуҙан көҙөн китәләр икән...”
“Эй, алла, һары көҙҙә генә торһа икән эш...”
Көҙгө әсе елдәр өҙлөкһөҙ тартҡылағанға ботаҡтарынан ысҡынған япраҡтар ҡайһы саҡта асыҡ форточка аша бүлмәгә осоп инә. Бер аҙ осҡандан һуң ҡайҙалыр төшөп яталар. Бына береһе Гөлсәсәктең күкрәгенә килеп төштө. Эс бошорғос уйҙарына сумып ятҡан ҡатын ҡыуанысынан япраҡты усына алып, наҙлап һыйпап ҡуйҙы. Һары ғына ҡайын япрағы икән. Көҙ еттеме, ошо төрлө төҫтәге сағыу япраҡтарҙы, эй, йыйырға яратыр ине Гөлсәсәк. Береһенән-береһе матур бит улар, бигерәк тә саған, имән, тирәк, уҫаҡ япраҡтары. Алып ҡайтҡас, үтек менән киптереп алып, китап биттәре араһына һалып ҡуйыр ине. Ҡышҡыһын бик ярап ҡуя торған шулар, тәүҙә улы менән ҡыҙына төрлө-төрлө гербарийҙар, картиналар эшләһәләр, һуңынан ейәндәре өсөн йыйҙы. Йыя торғайны... Бына икенсе йыл рәттән көҙҙө тик өйөндә генә ҡаршылай шул Гөлсәсәк. Хәленән килһә, йүгереп кенә яҡындағы урманды әйләнеп килер ине лә... Ана, тағы көҙҙәр килеп етте... Их, йәшәргә ине тағы бер аҙ ғына... Гөлсәсәк көсәнеп кенә тороп ултырырға маташты. Юҡ шул, булмай. Ошо ятып китеүе лә оҙаҡҡалыр шул, бәлки, бөтөнләйгәлер...
Үҙенең яҙмыш һынауҙары алдында көсһөҙлөгөнән, уларҙы үҙгәртер өсөн хәҙер инде бер ниндәй ҙә сара юҡлығын аңлаған ҡатын төшөнкөлөккә бирелде. Өй эсе тып-тын. Улы, ҡыҙы эштә, ейәндәре мәктәптә. Янына йәлләткес кенә мыяулап бесәйе килеп ятты. Һыуһағандыр инде Мусиғы. Крандан сөбөрҙәп кенә ағып торған һыуҙы эсергә өйрәнгән бесәй, ана шулай кемдер ҡайтып инеп, йыуыныу бүлмәһендәге кранды асып биреүен көтә лә йөрөй торған. Юғиһә, һауытына ла һыу тултырып китәләр ҙә бит. Юҡ шул, бесәйҙең үҙ законы. “Түҙ, инде, түҙ, Мусик. Тиҙҙән ҡайтып етерҙәр!” – Гөлсәсәк бесәйҙең арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Әле ярай ҙа, оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған көндәрҙе ҡыҫҡартырға ошо бесәйе бар. Хужабикәһенең хәлен аңлағандай үҙе. Әллә ни ҡаңғыртмаҫҡа тырыша. Аяҡтары тартышып, үлтереп һыҙларға тотондо. Эй, алла, онотолоп дарыуҙарын эсмәгән икән дә! Тиҙерәк ҡабыр кәрәк, тағы түҙер хәле ҡалмай, ызғырыр инде. Гөлсәсәк янында ғына ятҡан дарыу төймәләрен бер-бер артлы йота һалды ла, күҙҙәрен йомдо. Бәлки, әҙ-мәҙ серем итеп булыр. Төндә һыҙланып, бөтөнләй йоҡламаған ине... Ҡайҙалыр музыка тауышы ишетелеп ҡалды. Әһә, күршеләрҙән икән. Әле яңыраҡ ҡына яңы күршеләр күсеп килде, тигәйне шул ҡыҙы. Башҡорт йә татарҙарҙыр, тине. Гөлсәсәк үҙ аяғында йөрөп ятһа, күптән танышып алыр ине лә үҙҙәре менән. Туҡта, таныш ҡына йыр яңғырай түгелме? Тауышын нығыраҡ асҡандар икән:
...Ҡарағат ашамайым,
Бөрлөгән ашамайым.
Өҙөлөп һөйгән йәркәйемде,
Мәңгегә ташламайым.
Ҡарағатым һин минең,
Бөрлөгәнем, һин минең.
Ҡарағатым, үҙәгемде,
Өҙҙөрәһең, һин минең...
Уф, ошо йыр... Үҙәктәрҙе генә өҙә шул... Йоҡлап алырмын, бәлки, тип уйлаған Гөлсәсәктең йоҡоһо ҡасты. Күрше фатирҙа йырсы өҙгөләнһә, бында Гөлсәсәктең йәне телгеләнде...
***
Бынан күп йылдар элек ауылға ҡайтҡанында Хәлиҙә һеңлеһе менән кәрт һалған ҡатынға барып сыҡҡайнылар. “Ныҡ дөрөҫ әйтә, тиҙәр, әйҙә әле, күренеп ҡара шуға!” Һеңлеһе апаһының ай-вайына ҡарамай, Гөлсәсәкте күрше ҡаласыҡта йәшәгән Таисияға алып барҙы. Юғиһә, ул үҙҙәрендә лә ҡайҙа ғына, кемгә генә йөрөмәне. Мәсеткә лә, күрәҙәсегә лә барҙы. Барыһы ла ҡайтасаҡ, тип көтөргә ҡуша ла... Ҡайҙа һуң! Өс йыл инде ире икенсе ҡатынға сығып киткәненә. Бәлки, тынысланырғалыр һиңә, өҙгөләнмә, етер, тиеүселәр ҙә бар. Үҙ хәлен үҙе генә белә шул Гөлсәсәк. Ир бирмәк, йән бирмәк. Ысынлап та, кәрт һалыусы ҡатын уның яҙмышын үтә лә дөрөҫ итеп һөйләп бирҙе. “Ике балаңа таян, бигерәк тә улың һинең терәгең, бер ҡасан да ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. Ирең бер мәл барыбер ҡайтасаҡ, тиҙ арала түгел. Бик күп айҙар, хатта йылдар үтер. Тик ул мәлдә үҙе таяҡҡа таянған булыр”, - тигәйне. Гөлсәсәк көттө Заһирын, йылдар дауамында көттө. Ҡайтып инер бер көн, тигәйне лә...
***
... Заһир менән улар студент саҡтарында таныштылар. Һөнәрселек училищеһын тамамлаған йылда уларҙың группаһын Сибай ҡалаһына практикаға ебәрҙеләр. Йәш саҡ, дәртле саҡ. Ауыр төҙөлөш эшендә арыуҙы һис белмәгән йәштәр киске уйынға сығырға ла иренмәйҙәр. Гөлсәсәктең группаһы буяусы-штукатурҙар. Тағы бер бригада улар менән бергә эшләй, улары инде төрлө һөнәр эйәләре. Иретеп йәбештереүсе, балта оҫтаһы, ташсы һөнәрен үҙләштереүселәр. Бергәләп рәхәтләнеп күңел асалар ҙа, иртәгәһенә арыуҙары ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығып, дәртләнеп төҙөлөшкә эшкә баралар. Ана шул мәлдә осратты ла инде Гөлсәсәк ғүмерлек мөхәббәтен. Ҡайһы мәлдә иғтибар иткәндер Гөлсәсәккә балта оҫтаһы Заһир, бер мәл артынан да ҡалмай йөрөй башланы. Эш урынында янынан китмәҫкә тырыша. Нисек шулай килеп сығалыр инде, эшен дә уға тик ҡыҙ янында бирәләр. Ишек ҡуйһынмы, тәҙрә яңаҡтарынмы, иҙән түшәһенме, тик яҡын тирәлә генә эшләй. Үҙе бер туҡтауһыҙ йырлап йөрөй. Әллә шул егеттең йырлауына ғашиҡ булды инде Гөлсәсәк? Ысынлап та, бик матур йырлай шул Заһир. Йырҙары һуң! Бигерәк тә бер йыры үҙәккә үтә, янына килдеме, шул йырын йырлай:
Бергә-бергә булырбыҙ, тип ғүмергә,
Бағышланым һиңә йырымды.
Өҙөлөп һөйҙөм, мин бит һине,
Хәҙер инде, онот, тиһеңме?
Оноторға мөмкин түгел һис ҡасан,
Ут һалдың минең йөрәгемә.
Һайрамағас, бәхет ҡошом,
Ник ҡундың минең тирәгемә?...
Эйе, Заһир шул йыры менән генә ғашиҡ иткәндер үҙенә Гөлсәсәкте. Бик матур итеп дуҫлашып йөрөй башланылар. Бына практикалары ла тамамланды. Заһир менән таңға тиклем етәкләшеп йөрөнөләр. Йәй көнө ауылыңа киләсәкмен, тип вәғәҙәләне егет. “Бәхет ҡошом”ды йырланы хушлашҡанда:
Өҙгөләнә йөрәгемдең пәрҙәһе,
Телгеләнә йөрәк яраһы.
Китмә, китмә, бәхет ҡошом,
Һиңә төбәлгән күҙ ҡарашым...
"Ошо йырын ул саҡта йырламаған булһасы!"
Экзамендарҙан һуң Өфөгә эшкә тәғәйенләнеләр. Ауылына ҡайтып, бер айҙан һуң ғына юлға йыйынды. Ауылда саҡта Заһирҙан бер нисә хат килеп өлгөрҙө. “Ауылыңа килеп етәм”, – тигән. Әсәһе менән бүлешкәс, уныһы рөхсәт итмәне:
– Ҡуй, әрмелә лә хеҙмәт итмәгән егетте өйгә саҡырып ятырға, исемеңде һатып. Китер ҙә, онотор! – тине. Өфөгә килгәс кенә күрештеләр. Бик ныҡ һағынышҡайнылар бер-береһен. Шулай Сибай-Өфө араһында аҙна һайын йөрөй торғас, егеткә повестка килде. Вәғәҙәләр биреп хушлаштылар. Көтөргә һүҙ бирҙе Гөлсәсәк. Заһир хаттарҙы шундай матур итеп яҙа, наҙлы һүҙҙәрен йәлләмәй. Аҙна һайын килеп торған хаттарҙан ғына торған көндәлек яҙа башланы Гөлсәсәк. Заһирҙың һәр хатын, үҙенең хистәренә ҡушып, көндәлеккә яҙып бара. Ысынлап та, ул үҙе лә егетте ныҡ яратып өлгөрҙө. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын һағынып көтә. Бик сибәр, оҙон сәсле, гел йылмайып ҡына йөрөгән Гөлсәсәккә күҙ һалыусылар Өфөлә лә булды. Бер егет, Хәниф исемлеһе, ысынлап ғашиҡ ине:
– Минең менән һин бик бәхетле булырһың, Гөлсәсәк! Сыҡ миңә кейәүгә! – тине.
– Егетем бар минең, вәғәҙә бирҙем, көтәсәкмен!
Нисек тә төңөлдөрҙө уны ҡыҙ. Ике йыл ваҡыт үтеп тә китте. Бер мәл эштән ҡайтыуҙарына бер ҡосаҡ сәскә тотҡан Заһир ятаҡ ишеге янында ҡаршы алып тора ине. Тапҡыр ятаҡтарына килгән икән. Ауылға бергә ҡайтып китербеҙ, ти. Гөлсәсәк егетте яңғыҙ ҡайтырға көскә күндерҙе. Тәүҙә ҡайтып ет һин ауылыңа, туғандарың менән ҡәңәшләш, эшкә урынлаш, шунан ғына бергә булырбыҙ, тине. Үҙен көтөргә һүҙ бирҙе. Тағы бер йылдан һуң улар өйләнештеләр. Туйҙары тәбиғәттең иң ҡырыҫ мәленә тура килде. Илле градусҡа тиклем һыуытып, Яңы йыл алдынан шаҡырайтып һыуытҡайны. Ҡырҡ бәлә менән яҙылышып ҡайттылар. Үкенескә ҡаршы, Гөлсәсәктең туғандары береһе лә туйға килә алманы. Туйҙан һуң уға төҙөлөштән китергә тура килде...
Ҡайны-ҡәйнәһе, иренең ҡусты-һеңлеләре менән бер өйҙә йәшәйҙәр. Фермаға һауынсы булып эшкә урынлашты. Ун биш һыйырҙы һауғандан һуң ҡулдарының ызғырып һыҙлауы шул мәлдә! Хатында шул турала әсәһенә яҙғайны, шунда уҡ яуап хаты килеп етте: “Тиҙ арала үҙебеҙгә ҡайт, мин һине һыйыр һауыр өсөн үҫтермәгәнмен!” – тигән. Иркәләтеп, яратып үҫтергән ҡыҙын йәлләгәндер инде. Гөлсәсәк һөйгәне янында ҡалды. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торғас, ундай ғына ауырлыҡтарға түҙергә була. Иренең яҡындары бик йылы ҡабул иткәс, йәшәүе үтә ауыр түгел дә кеүек. Балаға уҙғас, иренең туғандарының ҡәңәшен тыңлап, күрше өлкәгә күсенеп киттеләр. Сөнки унда тиҙ арала фатирлы булыу мөмкинлеге бар ине. Өр-яңы ғаилә тормошо башланды. Икеһе лә төҙөлөшкә эшкә урынлаштылар. Йәшәргә ике ҡатлы ағас йорттан өс бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Бер-бер артлы ике балалары тыуҙы. Ана шулай матур ғына йәшәп ятҡанда тормоштарында үҙгәрештәр була башланы. Төҙөлөштә эшләгәндәр йыш ҡына отпуск һәм тыуған көндәрҙе, кемдеңдең балаһы тыуа ҡалһа, атай кешенең оло ҡыуанысын күмәкләп күңелле итеп билдәләп үтеү мотлаҡ, тип ҡабул итә ине. Заһир ҙа йыш ҡына эшенән кәйефләнеп ҡайта башланы. Гөлсәсәк тәүҙә уға әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышты. Сөнки ире эштән ҡайтҡас, өй эштәрендә ярҙам итә, магазиндан кәрәк-яраҡты алып ҡайта. Балалары өсөн дә өҙөлөп тора. Әммә тора-бара уның холҡо бөтөнләй үҙгәрҙе, йәшел йылан үҙенекен итте. Эшенән һуҡмыш ҡайтһа, тиктомалдан тауыш ҡуптара, Гөлсәсәктең ризаһыҙлығына ҡаршы ауыр һүҙҙәр ҡуллана башланы. Беренсе тапҡыр лаяҡыл иҫерек Заһир үҙенә ҡул күтәргәс, Гөлсәсәк таңға тиклем илап сыҡты. Ире ятты ла йоҡланы, иртәнсәк бер ни булмағандай, шаяртып һүҙ ҡушты. Гөлсәсәктең шешенгән күҙҙәрен күргәс, килеп ҡосаҡлап алды. Ниндәй сәбәптән илағанын белгәс, тубыҡланып кисереүен үтенде. Балалар баҡсаһына барырға йыйынған алты йәшлек улдары Йәмил әсәһенә килеп һыйынды ла: “Атай, һин әсәйгә һуҡтың, мин һине яратмайым!”– тине, үпкәләгән ҡарашын атаһына төбәп. Атаһы гел күтәреп кенә йөрөткән иркә ҡыҙҙары Гөлфиә лә, үҙен яратырға үрелгән атаһының ҡулдарын этәреп ҡуйҙы. Ошо хәлдән һуң Заһир эштән ваҡытында ҡайтырға тырышты. Шулай күпмелер ваҡыт бик матур йәшәп алдылар. Тик оҙаҡҡа түгел ине шул. Заһир эшенән лаяҡыл иҫереп ҡайта ла, юҡ-бар сәбәп табып Гөлсәсәккә бәйләнә. Икеһе лә бер төҙөлөш идараһында эшләгәс, иртән эшкә бергә сығып китәләр. Эштән ҡайтышлай Гөлсәсәк балалар баҡсаһына ҡыҙын алырға бара. Икенсе класта уҡыған улдары мәктәптән һуң өйҙә бер үҙе ултыра. Ҡыҙын алғас, өйөнә ашыға. Ҡайтып еткәс, аш-һыу яраштырырға тотона. Бер кис Заһир эшенән һуңлап ҡына ҡайтып инде. Тағы нимәлер “йыуғандар” икән. Тиктомалдан бәйләнеп, туҡмас ҡырҡып торған ҡатынына һуғып та ебәрҙе. Шул ыңғайы Гөлсәсәк туҡмас ҡырҡып торған бысағы менән үҙенең бармағын киҫеп ебәрҙе. Яраһының әрнеүе көслөрәк инеме ул кисте, бер сәбәпһеҙ башына һуғып ебәргән иренә ныҡ рәнйеүеме... Күҙҙәренән әсе күҙ йәштәре ағылды. Әле күптән түгел генә һөйгәне өсөн йәнен бирергә әҙер торған Заһирҙың ошолай танымаҫлыҡ булып үҙгәреүе бәғерен телә. Теге юлы ауылға ҡайтҡандарында кейәүенең холҡон күреп аптырап ҡалған әсәһе, ҡыҙын ҡайтармай, алып ҡалырға ла булғайны: “Мин ҡыҙымды иренән туҡмалып йәшәһен өсөн үҫтермәгәнмен”, – тине. Гөлсәсәктең туғандары әлеге көнгә тиклем Заһирҙы тик яҡшы яҡтан ҡына беләләр, сөнки Гөлсәсәк бер тапҡыр ҙа үҙенең ауыр тормошо тураһында зарланғаны булманы. Барыһы ла яҡшы, тиер ҙә ҡуйыр ине. Ул саҡта ла Заһир, һәр ваҡыттағыса анттар биреп, ғаиләһен үҙе менән алып ҡайта алды...
Йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнгән бисара ҡатын, ул кисте иренең тауышы ишетелмәй башлағас ҡына, бүлмәһенән сыҡты. Иҫерек Заһир иҙәнгә һуҙылып ятып, ҡаты йоҡоға талғайны, балалар тауышланмай ғына телевизорға текәлгән. Тын ғына ултырып, балалары менән киске аш ашанылар. Ошо кистән һуң Заһир йыш ҡына иҫереп ҡайта ла, бер сәбәпһеҙгә ҡатынын көнләшеп, бәйләнергә тотонор ине. Бергә эшләгән иптәштәре лә ярҙам иткәндер уға ул саҡта. Шаяртҡан булып, күңеленә ҡотҡо һалырға әҙер тороусылар ҙа бар бит араларында. Ҡайтҡас ғаиләһендә тауыш ҡуптарыр, тип уйламағандарҙыр.
Йыраҡта эшләп йөрөгән ҡустыһы Яңы йыл байрамына ҡунаҡҡа килеп төшкәйне. Ҡунаҡ хөрмәтенә матур итеп табын ойошторҙолар. Ҡунаҡтар таралышҡас, артығыраҡ эсеп ташлаған Заһир Гөлсәсәккә бәйләнергә тотондо. Апаһына ҡул күтәрергә йыйынғанын күреп ҡалған Вәзир бер һелтәнеүҙә еҙнәһен карауатҡа һалып та ҡуйҙы. “Мин һине хөрмәт итә инем, еҙнә, ай-һай, яңылышҡанмын икән. Апай, бынан һуң нисек йәшәгәнеңде миңә йәшермәй яҙып тор. Ыҙалап йәшәмә, уйла алдағы көнөңдө!”– тине. Ҡат-ҡат иҫкәртте. Тормошондағы йәмһеҙ күренештәр бик йыш ҡабатланып торһа ла, Гөлсәсәк айырылышырға ашыҡманы. Аҡылына килер, үҙгәрер тип өмөтләнде. Заһирҙы бик ныҡ ярата ине шул... Тора-бара Гөлсәсәктең дә түҙемлеге шартлар сиккә етте. Бер ялында эсеп алған ире тауыш ҡуптарып, тағы бәйләнә башланы. Йыуып киптергән керҙәрен үтекләп торған Гөлсәсәк, үҙе лә аңғармаҫтан, ҡыҙыу үтеге менән иренә һелтәнде. Ире нисектер үтектән тайшанып өлгөрҙө шул саҡта... Ошо осраҡтан һуң Заһир ҡапыл ғына эсеүен бөтөнләй ташланы ла ҡуйҙы. Үҙе өсөн ҡурҡыуы көслө булдымы, әллә дөрөҫ йәшәмәгәнен, ниһайәт, аңланымы...
***
Күршеләрҙә теге йырҙы яңынан ебәрҙеләр. Былай ҙа тәненең үлтереп һыҙлауынан, үткәндәрен иҫенә төшөрөп, йөрәге әрнеүенән саҡ түҙеп ятҡан Гөлсәсәктең яңаҡтары буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне:
Ҡарағат ҡара була,
Бөрлөгән ҡыҙыл була.
Һөйгәнеңде яттар алһа,
Күңелгә ҡыйын була...
“Эх, Заһир, Заһир... Ҡыйын булды шул, үтә ҡыйын булды күңелгә... Ҡыйындары әле алда ине...”
Уларға таш йорттан өр-яңы иркен фатир бирҙеләр. Күсенгәндән һуң тиҙ арала мебель-фәлән алып, матур итеп йәшәп киттеләр. Ялдарында дуҫ-иштәре килә, үҙҙәре лә ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Йәйге отпускыларында ике яҡҡа ла туғандарына ҡайтып әйләнәләр. Кейәүҙәре бөтөнләй эсмәгәс, ҡәйнәһе лә тынысланды. Заһир үҙе өсөн өҙөлөп торғас, Гөлсәсәктең дә күңеле тыныс хәҙер. Иренең эштән ҡайтыуын һағынып көтөп ала. Бер нисә йыл шулай үтеп китте. Тик тыныс тормоштары оҙаҡҡа барманы. Гөлсәсәк ни сәбәптәндер бик йыш ауырый башланы. Эсенең ауыртыуына түҙә алмаһа, больничный астыра.
Арыуланғандай булһа, эшенә сыға ла бит, тик төҙөлөш эше ныҡ ауыр булғас, ауырыуы яңынан көсәйә. Ире ул саҡта икенсе урынға эшкә күсеп, эш хаҡын яҡшы ала ине. Шуға Гөлсәсәккә эшенән сығырға ҡушты. “Эш хаҡым барыбыҙға ла етә бит, өйҙә генә ултыр ҙа ҡуй, йәме, ҡәҙерлем!” – тип тынысландырҙы. Бик йыш ауырыһа ла, ул йылдарҙа Гөлсәсәк бәхетле ине. Янында үҙе өсөн өҙөлөп торған Заһиры, инде ҡул араһына кереп, өй эштәрендә ярҙамлашырға эшкингән улы һәм ҡыҙы бар. Ире сменалы эштә эшләгәс, төрлө ваҡытта эштән ҡайта. Тәмле аш-һыуын әҙерләп, Гөлсәсәк уның эштән ҡайтыуын көтөп ала. Яңылыҡтарын, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләп, ирен һыйлай. Машина, баҡса һатып алдылар. Теләгән урынға тиҙ арала барып әйләнергә мөмкин хәҙер. Йәй көндәре күберәк баҡсала булышып үтә. Икеһе лә эшһөйәр булғас, бөтә нәмә уңа, ҡыуанышып, мул уңыш йыйып алалар. Ҡара ҡарағаттарын бер нисә биҙрә йыйып алалар, хатта.
Ауылға ҡайтҡандарында туғандарына ла өлөш сығаралар.
“Әсәй ауыр хәлдә, инсульт. Мөмкинлегең булһа, ҡайтып әйлән”, – тип ауылдан телеграмма һуҡтылар. Һуңғы арала хәле арыуланып, үҙен яҡшы тойған Гөлсәсәк тиҙ арала юлға йыйынды. Бер ай буйына ҡарашып, әсәһе арыулана башлағас, ҡайтырға сыҡты. “Өйҙә барыһы ла яҡшы, ҡабаланма”, – тип ире телеграф аша ай буйына шылтыратып торғас, күңеле тыныс ине. Ҡайтып еткәс, иренең үҙен тотошонда ниндәйҙер үҙгәрешкә иғтибар итте. Күҙ ҡараштары нисектер уйсанланып киткән төҫлө, Гөлсәсәккә лә һынамсыл ҡараш ташлап ҡуя. Элеккесә бер туҡтауһыҙ шаяртып, наҙлы һүҙҙәре менән иркәләмәй. Төндә йоҡларға ятһалар, быға тиклем ҡосағына алып йоҡлаған Заһир, хәҙер күберәген стенаға боролоп ята ла, тиҙ арала йоҡлап та китә. Бөтә ғаилә мәшәҡәте үҙ елкәһендә ҡалғанға арығандыр ҙа, тип үҙен тынысландырырға тырышты Гөлсәсәк...