Илдарҙың эштән ҡайтыуына ҡатыны Рәмзиә, уның иң яҡын дуҫы Венерға, күсенеп киткән. Уларҙың ҡыҙҙарын да үҙе менән алған. Илдарға яҙыу яҙып ҡына ҡалдырған. Илдарҙың аяҡ аҫтында ер убылып киткәндәй булды, башынан төрлө уйҙар үтте. Нисә йыл буйы бергә түшәк бүлешкән ҡатыны уны ташлап киткән. Уның иң яҡын дуҫына. Ҡуйынында йылан аҫыранымы икән ни? Уның артында унан көлөп оҙаҡ йөрөнөләрме? Илдар шуны ла һиҙмәгән. “Алйот мин, алйот!” – тип уйланы ул. Берәйһенә һөйләһә эсе бушап, ҡайғыһы кәмеп ҡалыр ине лә бит. Нимә эшләргә? Кемгә барып ҡайғы уртаҡлашырға? Уның иң яҡын дуҫы ла юҡ хәҙер. Бөтөн серҙәрен бүлешкән дуҫы уның ҡан дошманына әйләнде. Нисек күтәрергә был хыянатты!? Ҡатыны юҡ хәҙер, дуҫы юҡ, ҡыҙы ҡатыны менән. Янында ҡыҙы булһа ла уға йыуанып торор ине. Ҡыҙын күп ваҡыт Илдарҙың әсәһе ҡарап үҫтерһә лә, закон ҡатындар яғында шул.
Уйҙарынан арына алмай, был хәлгә ышанаһы ла килмәй, шаҡ ҡатып байтаҡ ултырҙы Илдар. Төштөр был. Бына ҡатыны менән ҡыҙы ҡайтып керерҙәр, ҡыҙы йүгереп килеп уның муйыны аҫылыныр. Тик ысынбарлыҡ үҙенекен итте, ҡыҙы ла, ҡатыны ла ҡайтманы. Әсәһе генә улының ҡайғыһынан ун йылға ҡартайып китте. Был хәл уның өсөн дә бик ауыр, ә шулай ҙа улын күҙҙән ысҡындырмаҫҡа, уны был хәләтенән сығарырға, сабыр булырға тырышты. Улына ҡарап йөрәге янһа ла ныҡ булырға тырышты. Тик улы ғына һынмаһын, үҙе менән бер-бер хәл эшләп ҡуймаһын тип ҡайғырҙы.
...Кәкүкле сәғәт-сәғәт һайын ҡысҡыра, әйтерһең дә ғүмер һанай. Бына етене һананы. Ниңә ваҡыт шулай оҙаҡ үтә икән? Ваҡыт еткерә алмай йүгереп йөрөгән саҡтар иң бәхетле ваҡыт булған икән. Илдар тәҙрә янына килеп тышҡа ҡараны. Ҡояштың беренсе нурҙарын уның күҙҙәрен сағылдырҙы. Йонсоу йөҙөндә йыйырсыҡтар тәрәнәйеп киткән, күҙ төптәре күгәреп сыҡҡан, сәстәре саллана төшкән. Ун йылға ҡартайғандай тойҙо ул үҙен. Ә тышта тормош ҡайнай. Кешеләр эшкә ашыға, берәүҙәре туҡталышҡа йүгерһә, икенселәре ишек алдында торған машиналарына ултырып китә. Бына уның ҡыҙы йәшендәге ҡыҙ сумкаһын аҫып мәктәпкә ашыға. Уның ҡыҙы, Ритаһы ни эшләй икән? Атаһын уйлаймы, һағынамы? Әллә әсәһе янында булғас уны уйламаймы, ят кешегә “атай” тиерме? Ул ауыр уйҙарынан айырыла алмай өй эсенә күҙ ташланы. Өй эсе яҡты нур менән тулған. Илдарҙың күҙе иҙәндә аунап ятҡан айыу балаһына төштө. Ҡыҙының яратҡан уйынсығы. Йоҡларға ятҡанда ҡыҙы ҡосаҡлап йоҡлай, бәләкәйерәк сағында бергәләп иҙәндә аунай ине. Илдар айыуҙы ҡосағына алды. Айыу балаһы ла етемһерәп ҡалғандай моңайып уға ҡарай. Был уйынсыҡ уға шундай яҡын булып тойолдо, бына ҡыҙы йүгереп килеп сығыр ҙа, атаһының ҡосағына ташланыр кеүек.
Юҡ! Ҡыҙы ла ҡатыны ла юҡ! Ул ташландыҡ ир! Нисек күтәрергә бындай хурлыҡты? Ни эшләп уны ташлап киткән ҡатыны? Венерҙы унан артыҡ күргән. Әллә артыҡ йыуаш булдымы? Ҡатындарға ҡаты ҡуллы ирҙәр оҡшай тиҙәр. Ир булғас: һуғып йыҡһын – тартып торғоҙһон! - тигән һүҙ ҙә йөрөй, тик Илдар улай итә алмай шул. Нисек итеп яратҡан ҡатыныңа ҡул күтәрәһең инде. Сәбәп ниҙә? Әллә аҙғын булғанмы? Шуны ла һиҙмәгәнме? Ул һорауҙарына яуап таба алмай өҙгөләнде. Үҙ ғүмерендә күпме ауырлыҡтар күрҙе. Армияға киткәс Чечняға эләкте. Бер-нисә айҙан ҡыҙыу нөктәгә ташланылар. Алыштарҙың береһендә яраланып пленға эләкте. Эт күрмәгәнен күрҙе. Нисек кенә ауыр булһа ла йөрәге әлеге шикелле һыҙламай ине. Хәҙер уйларлыҡ та хәле ҡалманы. Йөрәге генә түгел, бөтә тәне, мусҡулдары һыҙлай.
Тәрән яра йөрәгемдә,
Мылтыҡһыҙ аттың.
Һине һөйгән йөрәгемде
Ситтәргә һаттың.
Йәнһеҙ кәүҙәләрем йөрөй
Эсе буш ҡалған.
Әрнеүенә түҙеп булмай,
Бар донъя ялған.
Йәнһеҙ ҡалған был кәүҙәмә
Кем һуң йән өрөр?
Һөйөүе менән йылытып
Янымда йөрөр?
Буш был кәүҙәм, ошо бушлыҡ
Упҡынға тарта...
- Юҡ! Башҡаса бер минут та йәшәй алмайым. Мин кемгә кәрәк? Кемгәлер ҡамасаулап ҡына йәшәйем ахыры, - тигән уйҙар бертуҡтауһыҙ ҡайнашты уның башында.
- Ташландыҡ ир һин хәҙер, ташландыҡ ир, - тип кемдер уның ҡолағына шыбырлағандай. Уның бер минут та йәшәйһе килмәй. Әсәһенә әйләнеп ҡараны, ул йоҡлай кеүек. Илдар шым ғына балкон ишеген асты ла, балконға сыҡты. Ипләп кенә тәҙрә ҡапҡасын асты. Шул ваҡыт әсәһенең киҫкен тауышын ишетеп, туҡтап ҡалды.
- Балам! Һинең менән берәй хәл булһа мин күтәрә алмам! – тине.
Әсәһенең киҫкен тауышы ҡапыл уның уйын юҡҡа сығарҙы.
- Нимә һөйләйһең әсәй! Ундай уй башыма ла килгәне юҡ, тине. Алдашты. Ысынлап та әсәһе уның уйҙарын белеп торҡандай, уның алдында оят булып китте.
- Ярай, балам! Иң ауыр төндө үткәрҙек. Иншалла! Ҡалғаны яйлап яйланыр! – тип, әсәһе аш бүлмәһенә йүнәлде.
- Әсәләр беҙгә йән бирә, башҡалар ашай, - тип уйланы Илдар. Әсә биргән ғүмерҙе өҙөргә ни хаҡым бар минең?
- Әсәй! Бары һин генә аңлайһыңдыр минең хәлемде! Иң яҡын кешеләремдән бары һин генә ҡалдың. Һин, бары һин бер ҡасан да улыңа хыянат итмәйәсәкһең, нисек булһам шулай яратасаҡһың. Ҡайғырма әсәй! Мин үҙемә ҡул һалмам! Үҙемә ҡул һалып һиңә ҡайғы килтермәм. Янымда һин бар. Мин һинең өсөн йәшәргә тейеш! Янымда һин булғанда был ауырлыҡты еңеп сығырмын! – тип уйланы, ауыр уйҙары кәмеп, еңеләйеп китте.
*****
Инде төш тә етеп килә. Әсәһе тағы аш бүлмәһенә инеп китте, хәҙер ашарға саҡыра башлаясаҡ. Тамағына бер тәғәм ризыҡ бармай. Улына ҡарап әсәһе өҙгәләнә.
Юҡ! Әсәйемде ҡайғыртмайым әле. Тик баш һау булһын! Иң мөһиме – һаулыҡ. Уның һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн Илдар башы, тәне һыҙлай башлағас ҡына аңланы. Былай итеп үҙ-үҙеңде бөтөрөргә була. Һаулыҡ булһа ҡатыны ла табылыр, дуҫы ла. Тик ҡыҙын-йондоҙон һағыныр инде. Уны бигерәк ярата шул. Ҡыҙын күҙ алдына килтереп йылмайып ҡуйҙы.
Шул саҡ ишектә звонок шылтыраны. Илдар:
- Кем булыр икән? – тип һиҫкәнеп китте. Ишектән уның ҡыҙы күренде. Биттәре алһыуланған, арҡаһына мәктәп сумкаһын аҫҡан. Керҙе лә, элеккесә йүгереп килеп атаһының муйынына аҫылынманы, ишек төбөндә туҡтап ҡалды:
- Атай! Һин хәҙер мине яратмайһыңмы инде?
Уның һорауынан Илдар тетрәнеп китте.
- Әсәйем бында килеп йөрөмәҫкә ҡушты. Хәҙер улар һине яратмаҫ! – тип әйтте, тине ҡыҙы мөшкөл генә. Илдар сумкаһы-ние менән ҡыҙын күтәреп алды ла:
- Яратам, ҡыҙым, яратам! – тип уны күкрәгенә ҡыҫты. Уның йәшәүенең мәғәнәһе, балаһы бар. Уға ошо бәхет бик ҙур булып тойолдо.
- Рәхмәт инде, Хоҙайыма. Кисә үлһәм был бәхетте күрмәгән булыр инем! Мин ҡыҙым өсөн кәрәк, тип уйланы, уның йөрәгенә ялҡын, көс өҫтәлде, дәртләнеп китте.
Күп ваҡытта кеше балаһын күккә күтәрелергә лә, юҡҡа сығарырға ла күп кәрәкмәй. Илдарҙың да тормошона йәм өҫтәлеп ошо бәхеттән ҡанатланып китте, уның өсөн кисә булған ваҡиғалар кесерәйеп ҡалды.
...Көн артынан көн үтте. Был ваҡиға уның башынан сыҡмаһа ла, Илдар үҙенең бөгөнгө хәленә өйрәнә, ҡайғыһынан яйлап арына башланы. Ни хәл итәһең, яҙмыштыр инде тип, үҙенең яҙмышына күнеп йәшәй бирҙе. Ҡыҙы ла яҡындағы мәктәптә уҡығас, йыш ҡына кереп сығыр булды. Ә ҡатыны ҡайтманы. Илдар үҙенең яҙмышына күнеп йәшәй башлаған ине инде.
Бер көн шулай, эштәрен бөтөрөп туҡталышҡа килһә бер мөләйем ҡатын осраны. Илдар уны башта таныманы, һуңынан уның бергә уҡыған курсташы булып сыҡты. Улар осрашыуҙарына икеһе лә бик шат булдылар. Бер осрашҡас кафегә кереп һҡйләшеп ултырырға килештеләр. Ләйсән дә ошо ҡалала эшләп йөрөй икән. Тормош иптәше вафат булған, яңғыҙы бер ҡыҙ тәрбиәләй. Ауырлыҡтар артта ҡалды, тиһәң дә була, ҡыҙым уҡырға төштө, үҙаллы, күршеләрем дә яҡшы, - тине ул, мин юҡта күҙ-ҡолаҡ булып торалар. Тик яңғыҙлыҡ – яңғыҙлыҡ инде ул, бигерәк тә кистәрен эсте бошора,кеше парлы булырға тейештер, быны бер нимә лә алмаштыра алмай, хатта телевизор, компьютер ҙа. Күңелгә ятҡан кешене осратыуы ла ауыр, тине Ләйсән. Һин дә яңғыҙ йөрөмә. Теләһәң әхирәттәрем менән таныштырам.
- Миңә һинең әхирәттәрең кәрәкмәй! Миңә һин оҡшайһың! – тине лә Илдар, ҡыҙарып китте. Бөтә ҡыйыулығын йыйып уның ҡулдарынан тотоп алды. Яңы ғына эскән шарап тәъҫир иттеме, әллә моңло көй тәъҫиренәнме, башҡа ваҡыт булһа ҡыйыулығы етмәҫ ине уның. Ире үлгәне бирле яңғыҙлыҡтың ауырлығын белгән Ләйсән ҡулын тартып алманы. Был егеттең күптән яҡшы яҡтан ғына белә ине ул. Уларҙың һөйләшер уртаҡ һүҙҙәре күп ине, шулай ҙа һүҙҙе ниҙән башларға белмәй ултырҙылар. Ваҡыт һуң булғанлыҡтан дуҫ булырға, осрашып торорға һүҙ ҡуйыштылар. Һуңынан Илдар Ләйсәндә өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы.
Тап ошо кистән һуң Илдарҙың тормошонда тағы үҙгәрештәр башланды. Үҙгәрештәр уның күңел торошонда булды. Был хәлгә унан бигерәк әсәһе шатланды. Улының элеккесә шаярып-көлә башлауы, тормошҡа ҡабаттан ҡайтыуы уны ҡыуандырҙы. Бығаса өй эседәге мәйет сыҡҡан кеүек, һалҡын, ауыр атмосфера, байрам атмосфераһы менән алышынды. Илдарҙың кәйефе күтәрелде, шаярҙы, көлдө. Кистәрен ҡайҙалыр китеп юғала башланы.
Бер көндө ул ата-әсәһе менән таныштырырға Ләйсәнде алып ҡайтты. Ләйсәнде уның ата-әсәһе лә бик оҡшаны. Улар үҙҙәренең бергә ҡауышып йәшәргә теләүҙәре тураһында белдерҙеләр. Шулай итеп Илдар икенсегә өйләнеп матур итеп йәшәп киттеләр.
Ә Рәмзиә менән Венер татыу итеп йәшәй алманылар, Венер үҙенең йөрөмтәл холҡон ташламаны, Рәмзиәнең өҫтөнән йөрөнө. Рәмзиә кире ҡайтырға ла уйлап ҡараған ине, тик артҡа юл ябылған ине инде.