Все новости
Проза
25 Апреля , 14:38
ЛИТЕРАТУРА

Үҙ шәмемде үҙем тоҡандырҙым. Сулпан Абдрахимова

-Әсәй,ҡана,бир сынаяғыңды.Тағы ла сәй яһайым,-әсәйемдең сынаяғына үрелдем.


-Етте, балам, йөҙгәнсә эстем. Рәхмәт.Һыйыңа ла рәхмәт,ҡәҙер-хөрмәтеңә лә.Бик ризамын һеҙҙән, ҡыҙҙарым.Ҡыҙы барҙың-ҡәҙере бар шул,хатта ҡыуанып ултырам! Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе уйығыҙға ла инмәгән,үҙегеҙ теләргә лә ҡыймаған ҡыуаныстар менән һөйөндөрһөн,-әсәйем доғаһын уҡып,сынаяғын түңкәрҙе.
Беҙ әсәйемдең дүрт кенә бөртөк ҡыҙыбыҙ.Әсәйебеҙҙе алмашлап ҡарайбыҙ,тәрбиәләйбеҙ.Әле сират миндә,Өфөлә,дөйөм ятаҡта йәшәп торған булабыҙ:күңеле булһын,тип театр,концерттарға йөрөттөм.Йыр-моң ярата ул.Үҙе лә бик матур итеп оҙон көйҙәрҙе йырлай.
Һуңғы ваҡыт һыңар ҡулы ҡалтыранып ауырый башланы.
Таң һыҙылып ҡына килә ине,әсәйем мине уятты: "Гөлсара,төш күрҙем әле ул. Алдым да балта велән уң ҡулымды саптым да ҡуйҙым...Ҡаны ла сыҡманы..." -үҙе уң ҡулын туҡтауһыҙ ыуған була.
-Ыста,әсәй,изгегә юрайыҡ,-шулай тинем.Йөрәгем леп-леп тибергә тотондо.Күңелем елпенде.Ошо көндән алып әсәйемдең ҡулы ҡалтырап ҡалды,ныҡ ҡына һыҙлана башланы.Дауаханаға юл таҡырайҙы,тапшырмаған анализдар,инмәгән ишек,күренмәгән табип ҡалманы:бәләкәс сағында иңдәренә төшкән ифрат ауыр эш әсәйегеҙҙең һаулығын ҡаҡшатҡан,ҡатыуҙан да ана шулай ауырыйҙар ...Зарядка эшләһен,ҡулдарын хәрәкәтләндерһен,бөтөнләй ҡатып китмәһен,тине табиптар.
Ауырыу батманлап инә,мыҫҡаллап сыға.Әсәйем күҙгә күренеп биреште,кесерәйеп ҡалған һымаҡ булды.Ятаҡтың оҙон коридоры буйлап ,әсәйҙе етәләп ,яй ғына атлатып йөрөй инем:
-Ҡуй.балам,ауылға алып ҡайтығыҙ.Ныҡ ҡайтҡым килдесе...-тине,күҙҙәренән субырҙап йәштәре ағып китте.
Гөлнур апайым менән еҙнәм әсәйебеҙҙе ауылға алып ҡайтырға ,тип килделәр.Яҙ ине.
-Йәшелдә,сиҙәмдә атлаһын,таш иҙәндә үксәһен һыҙлатып йөрөткәнсә...-еҙнәм ҡәйнәһен машинаға күтәреп ултыртты,ҡайышын эләктерҙе-балдыҙ,үҙегеҙ ҡайтығыҙ ҡунаҡҡа.Муйыл сәскә атҡан.
Машинаһын бипелдәтеп,ҡуҙғалып киттеләр.Әсәйем ҡулын болғаны,сабыйҙарса ҡыуанды.
Апайым менән еҙнәм әсәйҙе бик матур итеп баҡтылар.
-Фатихам бөтәгеҙгә лә тиң,балаларым.Бәхетле булығыҙ.Һеҙҙән шул тиклем ризамын...Оҙон һымаҡ та йәшәлгән ғүмерем,ҡыҫҡа ла һымаҡ ...Осоп-осоп үтеп киттем һымаҡ мин уны...Һауаһын һулап туйманым,күҙҙәрем донъяһының биҙәктәренә һоҡланып туйманы.Үҙем һөйөп,һөйөлөп туйманым...Әммә ризамын...Ризамын барыһына ла!-әсәйем түшәккә ятҡан ине ҡайтҡанымда.
Әсәйемдең күңелен имләр бер һүҙ табалмайым,бары һыҙлаған ҡулдарын устарыма алғанмын да,һыйпап ҡына ултырам.
-Гөлсара,анауы һеҙҙә күргән төшөм иҫкә төштө.Һыңар ҡулымды өҙәһенән сапҡайным бит әле.Мин бит ҡулымды түгел,һыңар ҡанатымды сапҡанмын.Атайығыҙҙы ,,ысҡындырып”ебәреүем булғандыр.Ә ҡаны сыҡмауы-йөрәгемдең ҡабат һыҙланмыуылыр...
Атайығыҙ тураһында хәтирәләрем әрем һымаҡ әсе булһалар ҙа-үткәндәрҙе үртәп булмай-улар минекеләр!Һөйгән йәр-һөйәктең елеге!Атайығыҙҙы ғәфү иткәнмен бик күптән.Һеҙ ҙә асыу тотмағыҙ.Ғәфү итегеҙ-изге ғәмәлдә булығыҙ.
Етмеш икеһен дә тултырмай,әсәйебеҙ китеп барҙы.
Төндәрен, йоҡо алмаһа,тәҙрә аша һауаға ҡарап торам:әсәйем шау йондоҙло күкте яратты.Дөм ҡараңғы төндә ҡояш ,ә көпә көндөҙ һауала йондоҙҙар күрҙе!Донъяға үлеп ғашиҡ ине.Кешеләрҙе яратты,бер кем тураһында яман уйламаны,насар һөйләмәне,беҙҙе лә тыйҙы:ниндәй һүҙ,ниндәй әңгәмә ишетһәгеҙ ҙә-ғәйбәт йыймағыҙ,берәүҙең тәҡдиренә ҡул һуҙмағыҙ-Гонаһ!Һәр йәнде изге,тип танығыҙ!-тиер ине...
Әсәйемде юҡһындым.Уның йылыһы етмәй ине миңә, йырҙары,әңгәмәләре,хәтирәләре...Изге хәтирәләре...
,,...Әсәйем Гөлйөҙөм -Шығайҙыҡы,атайым Муллағәле , указлы мулла-Хөсәйендән .Заманының уҡымышлы кешеһе,ғилем таратыусы уҙаманы булған ул.Уларҙың балалары күмәк кенә булғандар:Ниязбай,Шәмсеҡәмәр,Фәхерниса,Көмөшбикә,мин,Нәзифә.
Аҡтар ,ҡыҙылдар болаһында Ниязбай ағайымды ҡыҙылдармы,аҡтармы санаға ултыртып,һуғышҡа алып киткәндәр.Мин бәләкәс кенә булғас,ҡайҙан ғына ҡыҙылдарҙы аҡтарҙан айырмайым,тей?Минең өсөн бөтә ир заты ағай,апа,олатай.Һалдат та - ағай!
Һуғышҡа барғыһы килмәгәндер инде Ниязбай ағайымдың.Кем йәнен кемдең ҡыяһы килһен! Эсем китә,тип ,сананан төшөп ҡалған.Шунан арттан килгән санаға күсеп ултырған,унан һикереп төшөп ҡалған да,эсен тотоп,урманға инеп киткән.Шулай ҡасып ҡайтып килде.Әсәйебеҙ ағайыбыҙҙы урманға,сытырҙар араһына йәшереп ҡайтты.Төндәрен йәшенеп кенә ашарға ташып йөрөнө.
Миңә шул ете-һигеҙ йәш ,тирәһелер инде.Ауылға йә аҡтар килеп тула,йә ҡыҙылдар.Ашар -эсеребеҙҙе йәшереп ҡуйһаҡ-ҡыҙылдар килгән,тимәк.Йәшермәҫ инек-талап алып китәләр.Хәлле,бай йәшәнек.Сөнки ,эшләнек:таңдан ҡараңғыға тиклем.Һигеҙ йәшемдә гөбөрҙәтеп һыйыр һауа инем.Ун биш бейәбеҙ,һыйырҙарыбыҙ бар.
Шулай бер ваҡыт ҡыҙылдар йылҡыларҙы ҡыуып алып киттеләр.
Әсәйем менән икәүләп аттарыбыҙҙы эҙләп сығып киттек.Һыҙылып ҡына таң ата .Һауала торҡолдашып торналар осоп баралар.Көҙгә тартым ,һалҡын ваҡыт.
-Анауы биләнгә еткәс,ял итербеҙ,Әлимәү,-әсәйем мине ҡыҙғанып килеүе,-анауында йөрөр ине өйөрһөк мал,күренмәйҙәр.
Ҡырҡты аша төшөп барһаҡ,юл буйында әлһерәшеп ятҡан бейәләребеҙ муйындарын һоноп ҡына тупраҡ ҡатыш ҡыу үлән ашап ятҡан булалар.Торалмайҙар.Хәлдән тайғандар.Үлән юҡ,ямғыр яуманы.
Ҡыҙылдар штабына килеп еттек.Бер һалдат землянканан сыҡты ла ,
әсәйем янына югереп килде.
-Кемде эҙләйһегеҙ?-ти.
-Командир кәрәк ине,-тей әсәйем.
Командирҙы саҡырып килтерҙе был һалдат.
-Нимә кәрәк ,апай,-командир әсәйемә тишә ҡарап тора.
-Айғырымды эҙләп килдем,командир ҡустым,Мин таныным атымды.Ул һеҙҙең аттар менән тора.Маңлайында ҡашҡаһы бар,-әсәйем тыныс булырға тырыша.
Командир баяғы һалдатын саҡырып алды ла,ҡолағына нимәлер шыбырланы,тегенеһе аттар яғына югереп китте.
-Атығыҙҙы таныһағыҙ,алып ҡайтырһығыҙ,апай,-киттек аттар торған ергә.Баяғы беҙҙең ҡашҡа айғырыбыҙ юҡ бит!Әсәйем :
-Йондоҙ ҡашҡа!,тип ҡысҡырып ебәргәйне,айғырыбыҙ Уралды яңғыратып кешнәп ебәрҙе бит!Ҡашҡаһына шул арала ҡором һөртөп ҡуйғандар икән!
-Айғырың бигерәк шәп,апай,бирмәйбеҙ,үҙебеҙгә кәрәк,тип,баяғы командир атыбыҙҙы бирмәне,-ана юл буйында ҡалған аттарҙы алып ҡайтығыҙ!
Һемәйешеп ҡайтып киттек.Юлда ятҡан аттарҙы нисек кенә алып ҡайтайыҡ инде.
Ҡайтып барабыҙ.Ҡояштың нурҙары ҡып-ҡыҙыл ғына шәфәҡҡә әйләнгән мәл ине.Мин һауаға ҡарап илап барған булам:нишләп донъя шундай матур ,ә Ерҙә ҡайғы икән???
Аттарыбыҙ бигерәк йәлләмес булып яталар!Әсәйем һәр береһен һөйөп,бармаҡтары менән ялдарынан тарап,һәр береһенә исеме менән өндәшеп,хушлашты.Үкһеп илап ҡайтты үҙе!Таңға ҡырау төштө лә,бар ер өҫтөн өтөп ,дөмғара итте.Беҙҙең бейәләребеҙ шул ятыуҙан тормағандарҙыр инде...”

Читайте нас: