Иртәгәһенә Әлиә һеңлеһе:
- Магазинда принцесса Элиза костюмы бар, ул миңә оҡшаны, әсәй, яңы йыл маскарадында принцесса булып кейенгем килә, - тип әйтеүе булды, әсәһенең әллә ҡайҙан аҡсаһы ла табылды, шул көндө үк теге костюмды һеңлеһенә һатып алып та бирҙе.
Бер көндө Наилә: “Әсәй, ун алты йәшем тула, миңә смортфон бүләк ит, - тип үтенде. - Ундай ҡиммәтле бүләкте алырға аҡса юҡ, үҙең эшләй башлағас алырһың, - булды яуап.
Ә кисә Әлиәнең тыуған көнө ине, һеңлеһенә ун дүрт йәш тулды. Ул да смартфон теләй ине. Был турала әйтеүе булды, әсәһе шунда уҡ ризалашты:
- Һөйөклө ҡыҙыма кредитҡа инеп булһа ла алып бирермен инде,- тине. Иртәгәһенә яңы моделле кеҫә телефоны Әлиәнең ҡулында ине инде.
Наиләнең әсәһенә ғәжәпләнеүе көндән-көн арта барҙы. “Ниңә ул һеңлеһе Әлиә өсөн барыһын да эшләргә әҙер, ә мине бер ни шайы ла күрмәй. Ниңә әсәһенең бөтә иғтибары бер һеңлеһенә генә йүнәлтелгән? Йыш ҡына үҫмер ҡыҙҙың башына: “Әллә Рабиға минең үҙ әсәйем түгелме икән?”, - тигән уйҙар килә башланы. Кейем-фәлән алғанда әсәһе Наиләгә осһоҙорағын, ябайырағын һайлай, ә Әлиә үҙе теләгәнен алдырта. Ана, күршеләрендә йәшәгән Ғәлимә апайҙы күреп йөрөй, ул иң башта оло ҡыҙын ҡарай. Күлдәк, туфли һымаҡ ҡыҙҙарға кәрәк-яраҡты тәүҙә оло ҡыҙына алып бирә. Кесе ҡыҙына: “Һин әле бәләкәй, ана, апайыңдан ҡалғанды кейеп тор”, - ти. Нәилә әсәһен күрше апай менән сағыштырып ҡарай ҙа уның ҡыланыштарына һыны теймәй. “Әллә мин һинең үҙ ҡыҙың түгелме?”- тип һорарға итеп ҡуя ла, һүҙҙе нисек башларға белмәй туҡтап ҡала.
Бер көндө һеңлеһе мәктәпкә бейеү түңәрәгенә киткәйне, әсәһе:
- Яҙ етте, Наилә ҡыҙым, өйҙө йыйыштырып, иҙәндәрҙе, тәҙрәләрҙе йыуып алырға кәрәк, -тине. – Бар, ана, һыу йылыған, һабын, порошок шунда, эшкә тотон.
- Ниңә мин бер үҙем генә, Әлиә ҡайтҡас, икәүләп тиҙ генә эшләп ҡуйырбыҙ әле, тине Нәилә. Үҙе эстән һөйләшергә уңайлы мәл сығыуға ҡыуанып, һүҙ башланы.
- Әсәй, ниңә һин Әлиәне бер ниндәй эшкә лә ҡушмайһың? Ул ҡайҙа теләй, шунда бара, ни теләй, шуны эшләй, нимә һорай шуны алдырта. Һин уны яратаһың, ә мине үгәй ҡыҙың һымаҡ күрәһең. Ул рәхәтләнеп түңәрәктәргә йөрөй, ә өйҙәге бөтә эште мин эшләйем. Хатта ризыҡты ла башта Әлиәгә бирәһең, ә миңә ҡалғаны ла ярай. – Ошоларҙы әйтте лә Наилә сабый бала кеүек илап ебәрҙе: - Әллә мин һиңә үгәйме? Әйт, әсәй, мин һиңә үгәй баламы?
Шул саҡ әсә ҡыҙыны янына күсеп ултырҙы ла эргәһенә һыйындырҙы, иркәләп сәстәренән һыйпаны.
- Ҡыҙым, күңелең һиҙгер икән. Һин минең үҙ ҡыҙым, ә Әлиәне мин бала тыуҙырыу йортонан алдым. Күрәһең, шул саҡтағы үкһеҙ етем балаға булған йәлләү хисе йөрәгемә һеңеп ҡалғандыр. Һеҙҙе айырып ҡарауымды һиҙмәй инем әле.
Рабиға ун дүрт йыл буйынса күңел түрендә тәрән сер итеп һаҡлаған хәлдәрҙе Нәилә ҡыҙына һөйләп бирмәйенсә ике ҡыҙы араһындағы мөнәсәбәттең яйланмаҫын аңланы.
- Беҙҙең ғаиләлә мәңге һис кем белмәҫкә тейешле бер сер бар, - тип башланы ул һүҙен. - Инде һин, ҡыҙым, ҙур үҫтең, аңларһың. Мин һиңә бөгөн ул серҙе сисергә тейешмен.
- Һөйлә, әсәй.
- Бала тыуҙырыу йортонда ятам. Ҡыҙым үле тыуҙы ла ҡуйҙы. Эй, илайым. Үҙемә урын таба алмайым, Эсем боша, түҙеп торғоһоҙ. Шул саҡ күрше палатала бер сабый баланың илағанын ишетеп ҡалдым. Теге бала алһыҙ-ялһыҙ илай ҙа илай. Йоҡом осто. Ниңә илай икән ул бала? Һорашҡайным, әсәһе ташлап китте, имеҙеп тә ҡараманы, асығып илай, тине өлкән шәфҡәт туташы. Әллә мин имеҙеп ҡарайыммы, тинем дә врачтар менән һөйләшеп, теге баланы алып имеҙә башланым.Ас бала имсәккә һөлөк кеүек йәбеште. Тамағы туйғайны, шунда уҡ иҙерәп йоҡлап та китте. Баланы көндә бер-нисә ҡат имеҙә башланым. Күкрәгемә терәлһә, сабыйҡайҙы үҙемдең балам һымаҡ тоям. Роддомдан сығырға ваҡыт еткәс, баланы ҡалдырғым килмәне лә ҡуйҙы. Имсәк һөтөнән башҡа бала нисек үҫер, тип уйлап, теләгемде врачтарға әйттем, кәңәшләштек тә теге баланы үҙемдеке итеп яҙҙырҙым да ҡуйҙым. Ике ҡыҙым булыр тинем.Тик был хәлде атайың ҡабул итә алманы: “Мин сит кешенең балаһын ярата алмайым”, - тине лә миңә асыуланып, беҙҙе ҡалдырып, өйҙән сығып китте. Бына ошо беҙҙең ғаилә сере. Шул саҡтарҙан бирле, ахрыһы, йөрәгемдә Әлиә ҡыҙымды йәлләү хисе инеп урынлашҡан. Үҙем дә һиҙмәйем, уны айырып ҡарауым шунан киләлер. Әлиә үҙенең минең ҡыҙым түгеллеген белмәй үҫте, артабан да белмәһен ине, тим.
Наилә әсәһенең үҙен ғәйепле тойған борсоуло йөҙөнә ҡарап торҙо ла килеп уны ҡосаҡлап алды:
- Ғәфү ит, әсәкәйем. Ниңә уны элек үк әйтмәнең? Был сер минән дә мәңге сыҡмаҫ. Быны Әлиәгә лә әйтмәм.
- Бер ваҡытта ла, бер кемгә лә әйтмәҫмен тигән инем, һинең үпкәләп, турһайып йөрөүеңде күреү миңә ауыр булды. Серҙе һиңә систем.
- Былай булғас, мин дә һеңлемде тағы ла нығыраҡ яратырмын.
- Арағыҙ һыуыныуҙан ҡурҡтым. Йәнә Әлиә ишетеп ҡалһа, ауыр кисерер, тип борсолдом. Хәҙер һин ҙур үҫтең, барыһын да аңларлыҡ йәшкә еттең.
- Киреһенсә, һинең Әлиәне иркәләтеүеңде, минән өҫтөн күреүең арҡаһында тора-бара арабыҙ боҙолор ине.Уға айырып ҡарауҙы ғәҙелһеҙлек тип уйлап, Һуңғы ваҡытта Әлиәгә ҡырын ҡарай башлағайным инде.
Хәлдең асылын белгәс Нәиләнең күңелендә әсәһенә ҡарата ихтирам уянды. Ошо тиклем серҙе нисек йөрәгенә йәшереп һаҡлап йөрөткән. Атаһына ла һүҙ тейгеҙгәне булманы.
Бына ниндәй оло йөрәкле икән уның әсәһе!.
Әҙерәк уйланып ултырғас, Нәилә йомшаҡ ҡына итеп әйтеп ҡуйҙы: – Тик, әсәй, Әлийәне артыҡ иркәләтмә, йә холҡо боҙолоп ҡуйыр. Өләсәйем: “Иркә ҡайҙа, иҫәр шунда”, - ти торғайны бит. Миңә эш ҡушһаң, Әлиәгә лә ҡуш. Эшләп өйрәнһен.
- Шулай һөйләшеп ултырғанда Әлиә лә ҡайтып инде. Ишектән инеү менән Наилә һеңлеһен ҡосаҡлап алды:
- Әйҙә, тамаҡ ялғап ал да икәүләп өйҙө йыйыштырып алайыҡ. Әсәйем арыған, ул ял итһен. Апала-һеңлеле күңелле генә эшкә тотонғандарын күреп, Рабиға апайға еңел булып ҡалды.
Ире аҙаҡтан, ҡыҙымды күрәм, тип һылтаулап килгеләп йөрөнө, тик бер ҡырҡылған икмәк кире йәбешәме ни? Таныштары араһынан: “Йәш ғүмерең зая үтә, тормошҡа сыҡ, Рабиға”, - тип димләп ҡараусылар булды. Әммә йәш ҡатын яңынан тормошҡа сығыу хаҡынды уйлап та ҡараманы. Һоратыусыларға: “Башта ҡыҙҙарымды үҫтереп, эйәле-башлы итәйем әле, аҙаҡ күҙ күрер”- тип кенә ҡуйҙы.
Әсә йөрәгендә ҡыҙҙарына булған мөхәббәте шулай көслө була икән.