Все новости
Проза
12 Апреля , 14:57
ЛИТЕРАТУРА

ҠИБЛА ҠАЙҺЫ ЯҠТА?!

Ҡыбырлаған һайын шығырлаған тубыҡ һөйәктәрен яҙырға теләп кенә эшкә тотонғайны Йәғәфәр ҡарт.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Эш тигәс тә, әллә нимә ҡыйрат- ҡаны ла юҡ, шулай ҙа ауыл ерендә уныһын һалып, быныһын һөйәһәң дә арыттыра. Эшкә ашмағанын белә-күрә эш артынан тыпырлап йөрөүен әйтсәле. Әле лә башгүҙлек кенә тигән эше ҡояш төшкөлөккә боролғансы етә яҙҙы. 

 

Арыуы ла үҙенекен итте булһа кәрәк: аяҡ быуындары ҡапы лайымға йомшаны, ширегә ҡалған тарамыштары тартышып ҡуйҙы. Ҡартлас болдорона ҡарай тәнтерәкләне. Ыңһарлап болдор баҫҡы сына терәлде. 

 

Ҡартайҙың, Йәғәфәр! Улай ғына ла түгел, бәлтерәнең! Ғүмер ҡояшыңдың йылыһы ла шөйлә һүрәнәйҙе. Ул меҫкене офоғоноң ҡай осонан байырға икән тип һанырап тора-тора ла, изем булмағас, күҙҙән юғала. Көн дә шулай. Ә Йәғәфәрҙең, иншалла, елеге һурылған сираҡ аяҡтары шамтырап төшкән кәүҙәһен өҫтөрәп һаман да йөрөп ята. Йөмлә йорт менән бергә ята ла, тау аҡтарырға йыйынған эшем эйәһеләй, һин дә мин килә лә тора! Эх! Ә шулай ҙа оһолло саҡтарға етәме һуң? Кәүҙәгә артыҡ ырамалы булмаһа ла, тауҙа ғына үҫкән ҡыҙыл сайырлы «кандауай» ағастай ныҡ, тос булды йәшлегендә Йәғәфәр. Беләҙек тамырҙарында тиртеп-бүртеп аҡҡан ярһыу ҡаны эштең алҡымынан тотҡанда һытылып түгелерҙәй ине. 

 

Оҙон-оҙон күренгәйне лә шул ғүмерҙәр! Ә ул һалмауыр шайылай шыйылдап үтте лә китте. Үпкәһе юҡ Йәғәфәрҙең мөҡәддәренә – ғүмерҙең оҙонон, һаулыҡтың нығын ҡуша бирҙе Хоҙай уға. Үҙенә рәттәш түгел, байтаҡҡа йәшерәктәр ҙә хәҙер инде арала юҡтар! Ә ул – һыр бирмәҫ һыпата, донъя көтәм тип тырмашаланып ятҡан була… 

 

Биш тауыҡты бер итеп борҡолдатҡан ҡыҙыл әтәс ҡапыл туҡтаны ла, хужаһы ҡаршыһына килеп баҫты. Ник хәсрәткә батып ултыраһың тигәндәй, бабайға ҡарап ҡыҙыл кикереген тегеләй-былай ҡаҡайтып тора бирҙе. Хужаһының иғтибарһыҙлығына үртәлепме, әле генә таҙалап һеперелгән келән таҡтаға шыйыҡ нәжесен сырҡылдатып ҡойҙо ла, башын текә тотоп төнлөк яғына юл тотҡайны… Һыртына артыш таяғы ҡополдауға йыһан ярып ҡысҡырып, әллә ҡайһы арала юҡ булды. 

 

Йәғәфәр ҡарт өйөнә йүнәлде. Алаҡ-һолаҡ ҡапҡылаған иртәнге тамағы асҡайны. Ул-был иткеләр ҙә, түшәк-яҫтығына терәлеп алыр. Йоҡламаһа ла, серем иткән булыр. Унан инде офоҡто бөләнгерт нурҙарға мансып май эңере тартылыр. 

 

Эш бөтмәгән әле – күршеһе Заһиҙулланы күрәһе бар. Ҡыуаны- сына ла, хәсрәтенә лә ултырҙаш булған балаһы – һағышташ Заһиҙул лаға әйтәһе һүҙҙәре күп. Ана шул ниәттәрен бөгөндән ҡалдырмаҫҡа булды. Донъяның ни эше юҡ – бөгөн бында, иртәгә – тегендә. 

 

Заһиҙулла мал-тыуарын теүәлләп йыйып алһын да, шунан изем итер. Унса булмай, шығырлап солан ишеге асылды. Тупһала ҡулына сеүәтә тотҡан күршеһе күренде. 

 

– Бөгөн күренмәне тип инеп килешем. Хәлдәрең нисек, апа? Киленең тауыҡ һурпаһы бешергәйне. Ҡоротланған. Әйҙә, эҫеһендә ашап ал! – Заһиҙулланың гөрөлдәк тауышы өйҙө тултырҙы. Үҙе йәтешләп ҡартлас ҡаршыһына ултырғысын тартты. Бабай туҡтауһыҙ хәбәр сурытты, тегенеһе иһә йылмая-көлә тыңланы. Йәғәфәр ҡарт ҡапыл шымып ҡалды. Төп һүҙен ниҙән башларға белмәне. Ул иңкәйеп урындыҡ аҫтынан семәрле һандыҡ һөйрәп сығарҙы. Һандыҡ ҡапҡасына бергилке бармаҡтарын бейетеп ултырҙы. 

 

– Минең ҡырға, шәйт, үҙең инеп йәп иттең. Ошонда бар моная тым, – тип һөйләнә-һөйләнә, бабай шыпа тултырылған һандыҡты асты. – Күҙ терәгем – һин. Йортом да, әҙ-мәҙ аҡсаларым да һиңә тәғәйен яҙылған. 

 

Заһиҙулла аптырауҙан һүҙҙән ҡалды. 

 

– Һуң, апа, минән башҡа туғандарың бар ҙа баһа? 

 

– Ә һин, балам, ошонда йәшәгәне бирле миңә кемдең булһа ла килгәнен күргәнең бармы? 

 

– Күрмәһәм дә… 

 

– Ни әйтереңде самалап торам. Серек өйгә лә талашыусылар табыла ул, тиһеңме? Һиңә һис борсолорға урын юҡ. Көллө ҡағыҙҙар ҙа нотариус аша раҫланған. Зат-зәүерем талашмаҫлыҡ итеп. Һиңә бер генә үтенесем бар: еренә еткереп арыуларһың. Миңә, Алексейға аят уҡытып, саҙаҡаһын биреп торһаң, шул еткән. Йәнбикә мәрхүмә кәйемә кесе йома уҡ бирерһең. Мәрхүмә әруахтар сыҙамһыҙ була. 

 

– Алексей тиһеңме? 

 

– Йән дуҫым ине. Урыҫ тип ғәжәп итәһеңме? Беҙ һәммәбеҙ ҙә Хоҙай балалары. 

 

– Һы! – Заһиҙулла сикәләрен ыуып ҡыҙартып бөттө. – Һы! – тағы ҡабатланы. – Әллә апам бөтәүләй китергә йыйынған ул. Әле һин ни йәштәргә биргеһеҙ, осорта баҫып йөрөйһөң! 

 

– Бүтәне бүтән, һәр хәлдә әжәл килмәй ҡала торғандан түгел. 

 

Береһе оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереп, туҡһанды туңҡайтҡан ҡарт, икенсеһе бер утыҙын көскә ашатлаған йәш кеше ҡыҙыл эңер ергә ҡара пәрҙәһен элгәнсе сөкөрҙәштеләр… 

 

Үткән көнөнән ифрат ҡәнәғәт ҡалған Йәғәфәр ҡарттың талсыҡҡан тәне ҡапыл йоҡоға тартты. 

 

Тәрән йоҡо аралаш ыңғырашты. Баҫлыҡты. Тегеләй-былай бәрге- ләнде. Ыһылдап-ныйылдап ята торғас, көскә уяна алды. Төш күрҙе булһа кәрәк. Төштөр, шулай булмаһа, күргәндәрен мәле-мәле менән генә иҫләр инеме ни? 

 

Туҡта!.. Кем менәндер бура бурайҙар ине түгелме? Кем булды ул кеше? Һын-һыпаты Заһиҙуллаға тартым, буғай. Бит-йөҙ өлөшөн төҫ мөрләй алмауы аяныс. Йәғәфәр ҡарт тегене ниңәлер сәбәләнеп ҡыуырға маташа. Ә уныһы оторо ныҡыша, оторо анталаша. Киҫекһеҙ икән. Үҙен аямай. Ҡапыл бүрәнә башы ысҡынды. Йәғәфәр ҡарт алға табан ҡулын һуҙғайны – ҡулы етмәне, ниҙер әйтергә уҡталғайны – теле әйләнмәне. Теге ҡәһәр һуҡҡан бүрәнә Заһиҙулланы һағалай түгелме? Заһиҙуллау, ҡас, балам, торма бында! Өлгөрмәне. Һуҡты, иҫәңгерәтә һуҡты. Соңҡаһынан ҡан урғылды. Киҫкәләй ауҙы бахыр бала… Ыһ! 

 

Шул уяныуҙан Йәғәфәрҙең күҙенә башҡа йоҡо төйөлмәне. 

 

Тигенгә түгел был төш! Хәйерлегә түгел! Изгегә булһасы! Әжәл үҙенә килә ятһа, хуш, ашарын ашаған, йәшәрен-йәшәгән, тигәндәй. Уйҙарынан убылыр сиккә етеп йөрәге сәңкене. Үҙен тыныслан дырырға теләп түшәм таҡталарын һанай башланы. Ҡолһыуаллаһын ҡабатлай-ҡабатлай түшәгенән ҡалҡынып килгән саҡта ҡапҡаһын доңғорҙаттылар. 

 

Асҡаҡ кәүҙәһен еңел генә ҡуҙғатып болдорҙан йүгереп тигәндәй төштө. 

 

– Әй, әттәгенәһе, ауыҙыңа май тулғыры. Былай ҙа ауырға торған ҡапҡамды шутиклем ҡаҡмаһаң ни була? Заһиҙулла ошо арала рәт ләрмен тигәйне лә. – Мөңгөрләй-һөйләнә ҡартлас ҡапҡа биген күтәрҙе. Әхмәҙулла икән. Йөҙө ҡомһарып киткән. 

 

– Ҡапҡаңдан алда үҙе йығылып киткән ағайым, – тине Әхмәҙулла алҡымына тығылған төкөрөгөн көскә йотоп. 

 

– Атаҡ, ҡайҙа киткән? Кис ҡорон ғына буйтым һөйләшеп ултырҙыҡ. Һурпа индергәйне. Ҡайҙалыр китерен аңғартмағайнысы. 

 

Хәлдең айышына төшөнгәс, кинәт зиһене буталды, быуындары ҡороно. Йығылдым тигәндә генә, көслө ҡулдар уны ҡармап тотто ла болдор баҫҡысына терәне. Берғауым һеңгәҙәп ултырғас, һорауҙарын ҡайтанан ҡабатланы ҡарт. Йөрәк өҙгөс иңрәү менән, ҡушарлаған тубығына башын һалып бәүелеп, өнһөҙ генә һыҡтаны. Күҙҙәрен сылт-сылт йомғоланы – күҙ йәше сыҡманы. Әхмәҙулла ниҙер һөйләп маташты, бабай аңламаны. Бөтә ғәм-уйын тотошлайы менән Заһиҙулланың көтөлмәгән вафаты биләп алды. «Һы, кисә кис кенә ҡапма-ҡаршы ултырып ихлас гәп һатҡан күршең таң атҡансы юҡ булһын әле. Кемде-кемде лә, иллә Заһиҙулла түгел ине. Эх, Заһиҙулла, ташланың да киттең. Тамырынан һурылған ҡыуалдай япа-яңғыҙ тор ҙа ҡал хәҙер. Өрлөктәй бейек, йәҙрәләй ныҡ шул әзмәүерҙе лә аямағас, Хоҙайым, һиңә үпкәләнең ни ҙә, үпкәләмәнең ни?» 

 

Яурынынан еңелсә генә ҡаҡҡан Әхмәҙуллаға бабай сәйерһенеп ҡараны. Мәрхүм өйөнә инергә икәнлеген аңлатҡас, һеүҙәп кенә уның артынан эйәрҙе. 

 

Ҡайғынан һығылған Мәхмүзә киленен күреүгә йөрәгенә тағы ҡан һауҙы. Мәрхүмде мәйетханаға алып китмәҫ борон тип ясин сығырға ултырҙы. Йыйылған әбей-һәбейгә арыулауҙа кәрәгер кәрәк-яраҡтар әҙерләргә ҡушты, дүрт-биш иргә истинжә ҡылыу түгел, тулы тәһә рәтле килергә бойорҙо. Ә үҙе Зөлфаятты егелгән атына ултыртып, әруахтар йортона юл тотто. 

 

Зыяратта кеше байтаҡ ҡына йыйылғайны. Эшкә тотонмағандар, әйтерһең, кемдеңдер килеп әйтерен көтәләр. Берәүҙәре зыярат ҡыҙыра, бәғзеләре Бәхтегәрәйҙең туҙға яҙмаған лөғәтен тыңлай, ер һелкетеп көлөргә лә тартынмайҙар. Бәхтегәрәйҙең йүнле хәбәре бармы инде, эткә һалһаң, эт еймәҫ һүҙҙәренән ниндәй кинәнес таба- ларҙыр, аңламай Йәғәфәр ҡарт. 

 

Ғүмерендә күпте күргән Йәғәфәр ҡарт кешеләрҙең ҡылыҡтарын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һаман да төшөнөп бөтә алмай. Әле лә килеп еткәс тә һәр ҡайһыһының йөҙөнә текәлде. Уларҙа йәлләү, хәсрәт ғәләмәттәре юҡ икән дәһә. Кеше үлеме һуҡыр бер тингә лә тормай! 

 

– Оһо! Комендант килә! – буштан-бушҡа устарын шапылдатҡан Бәхтегәрәйгә бабай уҫал итеп ҡараны. Биреһе һөймәй ошо әҙәмде. Донъяла йәшәй бит Хоҙайҙың мөхәббәтһеҙ бәндәләре лә. Шайтандың да иманлыһы булалыр, иллә-мәгәр бисмиллаһыҙ яралған был иблистә уның осмото ла юҡ. Кеше вафатына ҡыуанысының сиге булмай. Емтек көҫәгән ҡоҙғон ише элмәндәп алдан саба. Эшенең рәте-сираты булһа ни асыу. Комендант тигән ҡушаматты ла ошо мөрәүәтһеҙ таҡты. Уныһы ла кәп кенә ҡартыңа йәбеште лә ҡуйҙы. Үпкәләмәй ул. Әйҙә, әйтһендәр. Хатта ғорурланып та ҡуйғандай. Йыназа тәртип тәрен уның шайы атҡара белгән кеше ауылда юҡ тигәндәй. 

 

Үзбәк илендә ислам ғилемдәренә лә ап-аруҡ өйрәнеп ҡайтҡайны. Зирәк Заһиҙулланың да дингә барымы булманы түгел, булды, йәһәт кенә уныһын-быныһын эләктерә һалыр ине. Бына бит ҡайһы яҡтан килеп кәкте яҙмыш. 

 

Кәре бар саҡта мәрхүмдең үлсәмдәренә ҡарап ҡәбер ҡаҙҙырыр ине. Хәҙер нишләйҙәрҙер, һуңғы осорҙа бында килгәне юҡ. 

 

Иҡсанбай Йәғәфәр ҡарттың ырыяһыҙ йөҙөнә ҡарап көрәккә тотондо. Унан күрмәксе өс ир ҙә ҡуҙғалды. 

 

– Иркенерәк алығыҙ, бөкшөрөп ней. Заһиҙулла мәрхүмдең ниғоро дәү икәнен беләгүрә. – Күҙҙәре соҡорҙа булһа ла, күңеле өнһөҙ генә һеүҙәгән бабай ирҙәрҙең зыулаған тауышына айнып китте. Бәй, ҡәберҙе ыратып ҡаҙып ташлағандар икән. Ере шау ҡара тупраҡ, балсыҡ-маҙар күренмәй. Ҡай аралалыр соҡорға һикереп төшкән Бәхтегәрәй ҙур ғына баш һөйәген өҫкә күтәрҙе. 

 

– Комендант, ҡарале, нимә таптым! – тип һөрәнләне. – Һин хан заманынан башты төньяҡҡа һалып әҙәмде һандыратҡанһың. Ә был һөлдә башы көньяҡтан килеп сыҡты. Ҡибла ҡайһы яҡта булғанын аңлат хәҙер. 

 

Бабай өндәшмәне. Йүнһеҙ хәбәр менән мейене сарға кеүек игәгән теге үжәткә һарғылт күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтеп ҡарап ҡуйыуҙан үтә алманы. Соҡорҙа торған Иҡсанбайға һөйәктәрҙе өҫкә сығарырға ҡушты: 

 

– Аҙаҡ аят уҡытып, Заһиҙулла мәрхүмдең аяҡ осона күмербеҙ. 

 

Бәхтегәрәй үҙенең тотҡан табышына тәғәйен иғтибар даулай алмағанға көйөнөп, бурҙаттай көрәнәйҙе. 

 

Зыяратҡа килгән кешеләрҙең әле генә хакимлыҡ иткән Бәхтегә рәйҙән йөҙ бороп, бөтәһе лә шымтыраған Йәғәфәр ҡартҡа әйләнеп киткәндәренә эсе көтөрләне. 

 

«Ҡартығыҙ доңғорлап китеп барһа, белермен мин һеҙҙең менән ҡалайтырға». Эстән үртәлде Бәхтегәрәй, ҡара янды. Бабайҙың йөрә ген шартлатырҙай һүҙҙәр эҙләне. 

 

– Комендант, ҡарале, һин үлһәң, урыныңа мин ҡалам, шәйт. Ныу ҡылам бит ҡылыҡты-ы-ы. Бисәңә аяҡташ һалам, валлаһи! Әйҙә, ятығыҙ тибешеп, – тип һөрәнләне. 

 

Тегене шаштырғандай, бүтәндәр хихылдашты. Йәғәфәр ҡарт күкһел ирендәрен ҡанатҡансы ҡымтыны. Тормошто төрлө сүрәттәрҙә күреп сыныҡҡан Йәғәфәрҙе бер әтрәғәләмдең һүҙҙәре һындыра алмаҫ ине лә, тик себенде лә сиртмәҫ Йәнбикәнең рухына бысраҡ теле менән йоғона ла баһа. Әрнене Йәғәфәр, эй, әрнене. Тарамыштары һытыла яҙып семетеп ҡуйҙы, сикә тамырҙары бүлтәйҙе. Эх, һеңдерә әйт ине шуға. Аҡыллы һүҙ ҙә һөйләү фәтүәһеҙ. Хәйер, ахмаҡҡа аҡыл өйрәтеп кенә шул халәтенән арындырып булһасы. 

 

Бабайҙы эстән ниндәйҙер хөсөтсө уйҙар, әйт-әйт, тип ойотҡо- лағандай булды. 

 

– Ишшу, кем-кемде күмер әле! 

 

Ҡот осҡос һүҙ ауыҙҙан атылып сыҡты ла йөрәккә уҡ булып ҡаҙалды. 

 

Бабайҙан үс алырға тип соҡорҙан тарбаланып сыҡҡан Бәхтегә- рәйгә ирек бирмәнеләр. 

 

Тимерхан дәү кәүҙәһе менән Йәғәфәрҙе ҡапланы. 

 

Әмәлгә ҡалғандай, Вәлинурҙың: «Әхмүш килә, әйҙәгеҙ!» – тигән һөрәне ишетелде. Бәхтегәрәй ҙә буш ҡалмағайым тип, шул яҡҡа сапты. 

 

– Был мөртәттәр, байуҡ Әхмәҙулланан көмөшкә таптыра ине. Ҡәберҙе ҡаҙҙырмау менән дә янаған шикелле, Бәхтей, – тип хәлгә асыҡлыҡ индерҙе Тимерхан. – Һәр хәлдә, уға ҡарап ер өҫтөндә мәйет ҡалдырылмаҫ та. 

 

Төрмәнән башы сыҡмаған, хилафлыҡ ҡылыр өсөн генә яралған Бәхтегәрәйҙән ир-аттың шөрләңкерәгәнен аңғарғайны ҡарт. Икмәк шүрлегенә менергә күп һорамаҫ Бәхтегәрәйҙәр менән кемдең бысранғыһы килһен. Ғауға сығырға сәбәпсе булған баш һөйәген ҡулына алған Тимерхан: «Бына ғәләмәт, был баш һөйәге нисек көньяҡҡа барып ятты икән?» – тип аптыраны. Тел араһынан арына алмай торған Йәғәфәр ҡарттың йәне көйҙө. 

 

– Ярты быуат йәшәгәнһең, кем, Тимерхан, шуны ла төшөнмәйһең. 

 

Ауыл буймы, арҡырымы? 

 

– Буй-буй, – тиеште ирҙәр. 

 

– Зыярат та буй. Шуның өсөн ҡәберҙе лә буйына ҡаҙабыҙ. Мәрхүмдең кәүҙәһе көньяҡтамы, төньяҡтамы – уныһы мөһим түгел. Бары башты ҡиблаға дөрөҫ итеп бороп һалыу ҙа етә. Бынан ары мәрхүмдең йөҙөн Туҡалтау тәңгәленә борһағыҙ – ана шул булыр беҙҙең ҡибла. 

 

– Бына хикмәт! 

 

– Әтнәкәһе шунда булған икән. 

 

Кескәй балалар һымаҡ шаулашҡан ир-атҡа ризаһыҙ ғына ҡарашын төбәп: «Араҡы менән мейеһе шыйыҡланып бөткән теге дәжжәл хаҡлы. Йәштәргә тәғәйен бер нәмә лә өйрәтмәйбеҙ. Һәр кем үҙе өсөн генә мулла. Музей экспонаты һымаҡ мәңгелеккә килгәндәй йәшәйбеҙ. Ололар йәштәрҙе, йәштәр ололарҙы аңламай», – тине ҡартлас һыҡранып. 

 

Заһиҙулланың йыназаһын буйраҡ ҡына хәтерләй Йәғәфәр ҡарт. Күңеле түренән иң ҡәҙерле әйбере һурылып юғалғандай хәтһеҙ көндәр кәйефһеҙ йәшәне. Тышҡа сыҡһа, ҡоймаһы аша үрелеп ҡараш тары менән күршеһен эҙләне. Ана-бына Заһиҙулла килеп инер тип көттө. 

 

Нужа баҫҡан тиер инең, етеш йәшәне. Өйөндә лә татыулыҡтың сиге булмай торғайны. Заһиҙулланың ҡара йәшенән йөрәк өйәнәге менән яфаланғанын белмәй ине бабай. Шуға ла яҡын күргән кешеһенең диванға терәлгән килеш үлеп ултырғанын ҡабул итә алманы. Уның үҙ туҡһаны туҡһан. 

 

Һы, нужа, имеш. Улайға китһә, Йәғәфәргә лә ул нужа әсе һурпа һын әҙ һөрпөлдәтмәне. Яҙмышы тормошон сәрпәкләтеп ҡайҙарға ғына бырағытманы. Һынманы, бөгөлмәне, бар хәселен һалып сәмлә- шеп йәшәне. 

 

Өс йәшендә генә үкһеҙ етем булып, апайҙары ҡулына ҡалды. Ҡалды, имеш. Әйтеүе генә анһат, апай тигәндәренең береһенә биш, икенсеһенә һигеҙ йәш булғандыр. Үҙҙәре бәндә көнлө. Етем ҡорһағы ете ҡат тигәндәй, кем саҡырһа, шунда туҡландылар. 

 

Илдә сыпсыҡ, ысынлап та, үлмәй икән. Йәғәфәрҙе күрше Ғәфүрә әбей бауыры аҫтына баҫты. Ауылды ташлап, ҡырға сығып китеүенә лә шул инәһе сәбәпсе булды. 

 

Йәғәфәрҙең ун бишенсе йәшен тултырған йәй уртаһы ине. Ихатала балта һабы сабып торған үҫмер малай-шалайҙың сырсыулап йүгергәнен, эттәр лауҡылдағанын ишетеп, ҡойма аша һонолдо. Урамдан һыу буйындай һуҙылған ылауҙар үтеп бара ине. 

 

– Әллә утыҙ, әллә ҡырҡ, шутына ла сығалмаҫһың, – тип ҡарһаланып Ғәфүрә инәй өйҙән сыҡты. Йәғәфәр ҙә йән-фарман ылауҙар туҡтаған ергә – мөгәзәй ҡырына сапты. Ылаусылар араһында күрше ауылдарҙан да, Иҙел һыулап ятҡан ауылдарҙан да таныш кешеләр байтаҡ күренә. Ғәфүрә әбей ҙә ҡай ике арала килеп етеп, танышын табып, һөйләшеп тә тора. 

 

Юлаусылар оҙаҡ тотҡарланманы, кис һарҡыуға поезд ҡуҙғала тип бер-бер артлы аттарының янбаштарына ҡаҡтылар. Тимер юл станцияһы Йәғәфәрҙең ауылынан хәтһеҙ генә саҡрым ята шул. 

 

– Йөрөшләтеп кенә барһағыҙ, аттарығыҙ бирешмәҫ. Бүртәләрегеҙ ҡарамаҡҡа былай сыҙам ғына күренә, – тип ҡысҡырып ҡалды юлаусыларға Данияр ҡарт. 

– Эй Алла! Анау өсөнсө арбаны тартҡан малҡайҙың кикелен киҫһәләр ни була инде, – тине өҫтәп. 

Кемдер Йәғәфәрҙең бөйөрөнә төрттө. Ғәфүрә инәйе икән. 

– Улым! Бында һине нимә көтә? Мин бөгөн бар, иртәгә – юҡ. Кемгә морон төртөрһөң? Апайҙарыңдың һинән башҡа ла ҡашыҡ тотоусылары бихисап. Эйәр ҙә кит былар менән туҡ яҡҡа, – тип ылаусылар яғына ҡул иҙәне. Туҡ яҡ һүҙен ишетеүгә Йәғәфәрҙең күҙ алдына ашъяулыҡта өйөлөп ятҡан әпәкәйҙәр килде. Аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре сәфәр сығыусылар артынан атланы.

– Бар-бар, балам, йүгер, хәҙер тороп ҡалаһың. Бәхил бул! Бынан ахыры һине күрә алмам инде, – тине Ғәфүрә инәй, боһанып. 

 

Үҙ ҡанаты аҫтына алған, әсәһе кеүек яҡын күргән әбейҙән айырылыуы ҡыйын ине үҫмергә. Ғәфүрә ҡарсыҡтың күҙ йәштәрен күреү күңелен йомшартты, китеү уйынан кире һүргәндәй булды. 

 

– Инәкәй! – Йән асыуы менән ҡысҡырҙы Йәғәфәр. Түҙмәне, инәйенә ҡаршы китте. Ләкин Ғәфүрә ҡарсыҡ малайҙы ҡулынан эләктерә һалып, арбалар артынан өҫтөрәне. Иң һуңғы ылауға этеп тигәндәй ултыртып ебәрҙе. 

 

– Мостафа! Минең малайҙы күҙ уңынан ысҡындырма. Башкөл лөһө менән һиңә тапшырам, – тип тәбәнәк буйлы кешегә һөрәнләне. Ә үҙе яулыҡ осон ирененә ҡымтып, йәшкәҙәгән күҙҙәрен улына күрһәтмәҫкә итепме, бер тултырып ҡараны ла, кинәт кенә ауыл яғына боролдо. Йәғәфәр инәйен күҙҙән юғалғансы ҡараны. Күҙҙәрендә ниндәйҙер өмөт сатҡылары яралды. Хәҙер-хәҙер аҡ яулығын елберҙәтеп, йәшел камзуллы инәкәйе, ҡуй, улым, мине ташлап китмә, тип йүгереп кире артынан килер! 

 

Ғәфүрә әбей күренмәне. Аңын-тоңон белештермәйсә йыраҡ, билдәһеҙ тарафтарға ҡапылғара юлланыуына үкенеп тә ҡуйғандай үҫмер. Ҡулында, исмаһам, төйөнсөгө лә юҡ. Хәйер, булыу менәнме, төйөнсөккә һалыр ризығың, төйнәр кейемең булмағас. «Ят бауыр ҙарға үҙенең балаһын тағып ебәрмәҫ ине әле», тип күңеленән Ғәфүрә ҡарсыҡҡа үпкәләп тә алды. Дегете йыуылған арба тәгәрмәстәре лә малайға бирешмә, бирешмә тип шығырлағандай тойолдо. «Биреш- мәҫкә!» Йәғәфәр тамағы төбөндә ҡатып ҡалған төйөрҙө йотто ла башын күтәрҙе. Хоҙай Тәғәлә әҙәм иңе күтәрә алмаҫтай һынауҙарҙы бирмәй ул тип ҡабатларға ярата бит Ғәфүрә инәйе лә. Ниһайәт, Йәғәфәр үҙе ултырып китеп барған арбалағы кешеләргә күҙ йүгертеп сыҡты. Арҡаға-арҡа терәгәндәй ултырған ҡыҙ ялп иттереп әйләнде лә, ҡара күҙҙәрен тултырып егеткә ҡарап йылмайҙы. Йәғәфәрҙең арҡа буйынан ниндәйҙер һалҡын тулҡындар йүгереп үткәндәй булды. Тормош бит – хәсрәте лә, шатлығы ла, игеҙәк балалай, йәнәш йөрөй. Әле генә тыуған ауылын, туғандарын, Ғәфүрә инәкәйен юғалтып, үҙен үкһеҙ етем итеп тойоп килгән Йәғәфәрҙең күңелендә үҙе төшөнә алмаҫлыҡ йылы хистәр яралды. Йөрәге ярһып дөпөлдәне. 

 

Поезд һикеһендә лә йәнәш килде урындары. Ғәфүрә инәкәйе тигенгә Мостафаға тағып ебәрмәгәндер, был ғаиләнән бүтәнсә айырылманы Йәғәфәр, киреһенсә, уларҙың ғаилә ағзаһы булып китте. Ғәфүрә ҡарсыҡтың туҡ яҡ тигәне Үзбәкстан булып сыҡты. Йәғәфәр күҙ төбәп барған ер ҙур ғына совхоз ине. Ыстанда аш беше реүсе булып эшләгән Катерина исемле мәрйә ике үҫмерҙе – Йәғәфәр менән Алексей тигән малайҙы үҙенә фатирға төшөрҙө. Башта үҫмерҙәр төрлө эштәрҙә йөрөһәләр ҙә, эшкә әрһеҙлектәрен, һерелек- тәрен күреп, икәүһен дә механизаторҙар курсында уҡытып алдылар. Тора-бара Йәғәфәргә мамыҡ йыйыу комбайнын да ышанып тапшыр- ҙылар. 

 

Ҡәһәрле һуғыш башланғандың көҙөнә икеһен дә хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. «Н» станцияһында уҡ икеһе ике тарафҡа юлланды. Ҡаты алыштарҙа Алексейҙың батырҙарса һәләк булғанын ишетеп, иңрәп ҡайғырыуын күҙ алдына ла килтерә алмай ине Йәғәфәр. 

 

Яҙмышына рәхмәтле булды егет. Баштан аҙағына тиклем һуғыш ғәрәсәттәрен кисһә лә, алты һаны ла һауһаҡ Йәғәфәр оҙаҡ уйлап торманы, тура үзбәк иленә юл тотто. 

 

Үҙе менән бер арбаға тәл килгән Йәнбикәһе менән мәңгелеккә бергә ҡалырға ниәте. 

 

Мостафа ҡыҙына ҙурлап туй үткәрҙе. Ҡыҙыҡ үтте туй мәжлесе. Кемдәр генә булманы унда: үзбәге лә, башҡорттары ла, сыуашы ла… Ҡатын бәхете менән йәшәне Йәғәфәр. Бер яратты, берәгәй яратты. Бер-береһенә ҡабаған һүҙ әйтмәнеләр. Тормоштарының бер генә яғы китек булды. Йәнбикә йөккә уҙманы. Ғүмер үткән һайын тыуған яҡтар йән әрнетеп иҫкә төштө. Йөмһүриәттәр үҙ-ара айырым ил булырға ҡырталашҡан осорҙа башҡорт иленә бөтөнләйгә ҡайттылар… 

 

Инде нисәнсе көн рәтле йоҡо күргәне юҡ Йәғәфәр ҡарт. Йоҡо тип әйтерең бармы, ҡош кеүек төнәп ала. 

 

Ҡиәмәт һандығының да урынын һыуытманы. Көн һайын тартып сығара ла, бөтә әйберенең етеш, таҫлап һалынғанын белһә лә, йыбанмай яңынан барлай. «Дүртмөйөшкә» тәғәйен йөҙәр һумлыҡтар ҡулъяулыҡтарға төрөлгән, Ҡөрьән сыҡҡан муллаға мең һумлыҡты конвертҡа яҙып һалған, гүр хәйеренә тигән тояҡлы мал Мәхмүзә килендең кәртәһендә, ҡәбер ҡаҙыусыларға ла етерлек аҡса бүленгән. Ваҡ тинлектәр ҙә үҙ мөҙҙәтен көтә. 

 

Һуңғы көндәрҙә ҡиәмәт һандығына мулла исеменә аҡ ҡағыҙ киҫәге лә инеп ятты. Унда үҙен ерләгәндә араҡы тигән хәрәмдең әруахтар йортона индерелмәүен үтенеп яҙған ине. Эйе, бөтәһе лә әҙер, теүәл, тик әжәл тигәне генә күренмәй. Ул күҙе тонған ғазраил бабайҙың йәндәй күргән яҡындарын ала ла китә. 

 

Йәненең әрнеп һыҙлауҙарын баҫалмай сәғәттәр буйы урындыҡта аунап ятҡан саҡтары ла булды. Нишләйһең, түҙергә тура килә. 

 

Бер көндө хәсрәттәрен яңыртып, ҡиәмәт һандығын таланылар. Эйе, көпә-көндөҙ, Заһиҙулла мәрхүмдең йәне ерҙән айырылып күккә осҡан көн ине. Мәхмүзә килененең йортона, мәрхүм рухына аят уҡып сыҡҡан арала ғына, йоҙаҡ-ниҙе ватмай-емермәй генә солан иҙәненең таҡтаһын шылдырып, тауыш-тынһыҙ ғына өйгә үткәндәр мөртәттәр. Бөтөн аҡса, байтаҡ ҡына әйберҙәре лә аяҡланғайны. 

 

Бүтән ерҙә лә әйбер етерлек ине бит. Матрас аҫтында аҡсаһы ла ята ине. Ҡиәмәт һандығына көндәре төшмәһә. Күңеленән ауыл кеше ләрен барланы. Кинәт кенә Бәхтегәрәй иҫенә төштө. Шул мөрәүәт- һеҙҙең этлеге булһа кәрәк. 

 

Килер ҡаза шуның менән бөтһөн, яңынан барлар әле тип үҙен йыуатты Йәғәфәр ҡарт. 

 

Ахирәт монаяттары таланыуҙың өсөнсө көнө булһа кәрәк, төнгө өстәр тирәһендә шипкерт кенә тәҙрә ҡаҡтылар. Ҡартты өркөтөп ҡуймайым тигәндәй, Тимерхан үҙенең кемлеген белгертә һалды. 

 

Төнгө йомошсо өйгә үтте. 

 

– Йәғәфәр аға, теге ней бит әле, Бәхтегәрәй китеп барған. 

 

– Ҡайҙа киткән? 

 

– Эңерҙә Нәсибәнән сыҡҡанын күргәндәр. Ҡулында баллоны ла булған. 

 

– Уныһы нимә тағы? 

 

– Бер өлкән шешә спирт апсыҡҡан. Вәлинуры әйтә, ике рүмкәһе әйбәт кенә барҙы, ти. Өсөнсөһөн эсәм тигәндә ауыҙ-ҡолағынан ҡан борхолданы, ти. Иҙәнгә ҡолаған да, хырылдап шунда уҡ йән биргән. – Милитсийәгә әйтер кәрәк. Мин адуакатмы әллә һиңә? 

 

Йәғәфәр бабайҙың һаман да Бәхтегәрәйҙең ҡылыҡтарын онот- мауы һиҙелеп тора ине. 

 

– Ул көмөшкә һатҡан бисәләрҙе милиция түгел, аждаһа ла еңә алмаҫ. Аяҡтарынан аҫып ҡуйып ҡына алдарына сыҡмаһаң. Инде нисәмә кешенең башына еттеләр, фашистар, – тине йәне үртәлеп Тимерхан. – Һиңә тәңгәлләп килеүем шул – иртәгә мәрхүмде арыулап ерләргә ине. Мөртәт булһа ла, үҙ кеше бит. Байгилде мулла барырға баш тартты. 

 

– Көтөргә кеше бармы һуң? 

 

– Шешәләштәре инә-сыға йөрөй. Төн йөҙөн йыртып унда барып тормайым мин дә. 

 

– Унда бармағас, ни бысағыма мине бимазалап йөрөйһөң? 

 

Йәғәфәр ҡарт элеүле торған салбарына үрелде. 

 

Бабай Бәхтегәрәйҙең тупһаһында күренеү менән, Вәлинур башын эйеп сығып тайҙы. Тиҫбе тартҡан ыңғайҙа зыяратта йән асыуынан Бәхтегәрәйгә ысҡындырған һүҙҙәре бабайҙың эсен тырнаны, йөрәген өйкәне. «Асыу – алдан, аҡыл – арттан. Эй Хоҙайым, ҡарт иҫәрҙе кисерһәңсе, ярлыҡасы фәҡиреңде, эй, Раббым!» – тип шыбырланы ирендәре. 

 

Еренә еткереп арыулатты Бәхтегәрәйҙе Йәғәфәр ҡарт. Ҡиәмәт һандығынан ҡалған әйберҙәрен алдыртып хәйер итеп тараттырҙы. 

 

Шешенеп-буҙарынып йөрөгән шешәләштәре тауыш-тынһыҙ ғына хәйерлеккә эләккән биш тәңкәлектәрҙе устарына йомдолар ҙа зыя- раттан һыҙыу яғын ҡаранылар. Ә айырылмаҫ дуҫы булып һаналған Вәлинур Йәғәфәр бабайҙан кисереү һорағандай, сәбәпһеҙгә ҡулын күкрәк тәңгәленә ҡуйып башын эйеп сығып китте. 

 

– Иҡсанбай, мәрхүмдең башын ҡиблаға бороңҡора, – тине Йәғәфәр ҡарт. 

 

Бер аҙҙан ул бәүелеп кенә ауыл яғына ыңғайланы.

Читайте нас: