Иренең сисеп ырғытҡан һыңар нәскийен иҙән буйлап эҙләгән Асия кинәт турайып баҫҡан ыңғайы, кейем шкафының ҙур көҙгөһөнә тап булып, шаҡ ҡатты. Көҙгөнән сәсе ялбыраған, тубығы сыҡҡан салбар кейгән йыуантыҡ ҡатын ҡарап тора ине. Һүгенеүҙән йәмерәйгән йөҙө таныш түгел һымаҡ булып китте бер мәлгә.
- Аллааа!.. – тип сигенеп, диванға “лып” итеп барып ултырған Асия өнһөҙ ҡалды. Оҙаҡ ултырҙы ул. Төрлө уйҙар мыжғыған башы тубалдай булды.
- Һин кем?! Мин кем?.. Был өйҙә мин кем сифатында? – тип ирендәрен генә ҡыбырлатырға көс тапты.
Йыйыштырыусы? Улай тиер инең, эшем бөтһә ҡайтып китер кәрәк буламы? Ҡайҙа ҡайтырға?
Ашнаҡсы? Улай булһа, кисә бешергән киске ашымды ашап , тәрилкәнең төбөн ялап ҡуйғас икәс, нишләп “ашыңа әпәт тоҙҙо еппәргәнһең” тигән шелтә ишетте? Хәҙер ней, тәғәм эйер урындар менән донъя тулған. Минеке оҡшамаһа, икенсе ергә керер ине.
Бәлки, балаларға берәй тәрбиәсе ролен үтәйҙер? Юҡ-юҡ. Тәрбиәсенең һәр һүҙен һанға һуғалар бит. һуҡмаған хәлдә лә, ҡаршы өндәшеү ҡаралмаған. Ә минееең әйткән һүҙ...
- Беләәәм!
- Уф, мыжыма...
- Әйттең бит инде бер тапҡыр, – тигән яуапҡа ҡала.
Тәрбиәсе түгел. Балалар күптән үҙ тормоштары менән йәшәй.
Әһһәә! Белдем! Мин был өйҙә хат ташыусы! Хәбәр йөрөтөүсе. Юҡ, алама хәбәр, ғәйбәт түгел, ә тегеләр һүҙгә килгәндә, теге яҡтан был яҡҡа сәләм ташыусы. Тап шулай. Бер-береһенә һырттарын ҡабартҡанда:
- Әсәй, атайым ни хәлдә? Ауырымаймы? – тигән шылтыратыуға,
- Яҡшы , Аллаға шөкөр! – тип күңелдәрен күреүсе мин.
- Балалар нисек, кәләш? Эштәре барамы? – тип һораусыға:
- Бара, иҫән-һауҙар, Аллаға шөкөр! – тип тынысландырыусы мин.
Бына бит бер файҙам бар икән. Туҡта!...Файҙамы әле был?..
- Һорағыҙ ҙа белегеҙ бер-берегеҙҙең хәлен! - тиһәмсе һуң, ә?! Аралары тиҙерәк бөтәйер ине ләһә. Тимәк, тағы ҡыйыш.
Был донъяла, был кешеләргә бер кәрәгем дә юҡ, ахырыһы тип, Асия ҡаршылағы кейем шкафын асты. Матур кейемдәре күп уның, саҡ ҡына кәйефен күтәреп алыу ине ниәте. Ҡулы иң тәүелә шәшке тунына һуҙылды. Бына бит, хатта был тунды алғанда ла күпме ҡаршы булдылар. Күмәкләп. Йәнәһе лә, был тунды тегер өсөн күпме бахыр йәнлек үлтерелгән. Ҡыҙының хәбәре. Хатта ул йәнлектәрҙән тереләй (тереләй һыҙырылған нығыраҡ йылҡылдай икән) тире һыҙырған видео күрһәтеп маташты. Бррр! Ә ире?
- Йәш саҡта иҫең китмәгән ул тун пенсияға сыҡҡас һиңә нимәгә ул? Мин һинән аҡса йәлләмәйем, тик кәрәкме ул һиңә шунсама хаҡҡа? Кешенән ҡалышмайым тиһеңдер инде. Һ.б., һ.б....
Хәлемдән килә, тине лә, барып алды ла ҡайтты. Рәхәтләнеп кейә. Күлдәктәрен барлай башланы. Анау өр-яңы күлдәге бер тапҡыр ҙа кейелмәне. Хаҡы ла тора шул көйө. Былтыр Өфөлә үтергә тейеш бер матур сараға тип алған ине, бынау вирус бөтә донъяны бутаны.Алдан алынған билеттар кире тапшырылды.
Бынау атлас туҡымаға ҙур сәскәләр төшөрөлгәне ҡәйнәһенең бүләге.
- Матур күлдәк алып кей, килен, - тип юбилей һылтауы менән аҡса биргән ине.
Ҡәйнәһе иҫенә төшкәс, күңеле тулып китте. Ике донъя араһында ҡалғас, танығаны килене генә булды шул.
- Минең ҡыҙым булһаң, донъяла иң бәхетле кеше булыр инем, - тигән һүҙҙәрен иҫләп уйға батты.
Ҡәйнә менән килен араһында ҡытыршылар була инде. Донъя бит. Бар әйтелгән һүҙҙәрҙең, биргән хистәреңдең һуңғыһы иң ҡәҙерлеһелер ул. Ғәфү ит, тигән һүҙҙе ишетмәй генә лә, кисертә белә торған һүҙҙәр, ғәмәлдәр була.
Күлдәктәрен барлау күңелен күтәрмәне. Киреһенсә, болоҡһотоп алды ла китте. Өйҙә ятыуҙың касафаты, күлдәктәренең яртыһына һыймай ине.
*****
- Их, юғал ине ул. Зым-зыя. Ошо минутта. Эҙләп тә тапмаһындар. Ҡәҙеремде белерҙәр инеме икән? – тип диванға тәгәрәйем генә тигәнендә:
- Булдырабыҙ уны! – тигән тауышҡа “терт” итеп ҡалды Асия.
- Булдырабыҙ уны. Әйҙә, йыйын.
Ҡобараһы осҡан Асияға көҙгөнән Асия үҙе хәбәр ҡуша ине.
- Һһһһин кееем!!!
- Мин – һин. Тик икенсе, һеҙҙекенә йәнәш үлсәмдән. Һиндәге төшөнкөлөк тулҡыны шундай көслө , мине был яҡҡа килтереп бәрҙе хатта. Юғалып ҡара һуң, бәлки ярҙамы тейер. Һин уларҙы күрәсәкһең, улар һине – юҡ. Ризаһыңмы?
- Бөтөнләйгә юғалырғамы? – Хәбәр һөйләр рәүешкә килде Асия.
- Үҙеңдән ҡала. Һиңә 24 сәғәт биреләсәк. Унан алда ҡайта алмайһың. Шул ваҡыттың иң һуңғы минутында “Тамҡай” тигән тылсымлы һүҙҙе әйтеп өлгөрһәң, асылыңа ҡайтасаҡһың. Өлгөрмәһәң, йә теләмәһәң, мәңгегә ҡаласаҡһың. Бында ла насар түгел. Һәм тағы, ҡайта торған булһаң, был 24 сәғәт һинән башҡа бер кемдең дә хәтерендә ҡалмаясаҡ. Был тормошоңа ҡайтмауҙы хуп күрһәң инде... Аңлайһыңдыр...
- Үләмме?
- Варианттары күп. Үҙең һайларһың.
- Мин риза!
*****
Көҙгөләге Асия юҡ булды. Шул уҡ мәлдә Асия ла үҙенең сағылышын күрмәҫ булды. Шул килеш диванында ултыра, тик көҙгөлә сағылмай . Төш булдымы әллә тип, беләген семетеп ҡараны. Өн икән. Өйө шул уҡ. Тик бына өйөндәге бер нәмәгә лә ҡағыла алмай, тота алмай ине. Үтә осоп йөрөй ала, күрә, тоя, әммә нимәлер үҙгәртер халәте юҡ.
Ҡапыл ғына күңелендә ниндәйҙер тыныслыҡ урынлашты. Аңлатып булмай торған һиллек. Башын мендәргә терәүе булды, йоҡоға талды.
Татлы йоҡоһонан иренең тауышы уятты.
- Мин ҡайттым! Асияу! Ашарға әҙерме? Тиҙ генә ҡапҡылайым да, ҡуҙғалыр кәрәк.
- Мин бында. Хәҙер-хәҙер, – тип әйтеп ебәрҙе лә йоҡо аралаш, тауышы юҡ икәнен аңлап ҡалды. Иҫенә төштө. Бераҙ моңһоу булып китте. Артҡа юл юҡ , артабан ни булырын күҙәтергә генә ҡала.
Ире тағы бер-икене саҡырҙы ла, аш бүлмәһенә, унан йыуыныу бүлмәһенә үтте, йоҡо бүлмәһен ҡарап сыҡты. Асия ултырған диванға ултырып, телефонын алды. Миңә шылтырата ахырыһы тип, яурына аша һонолоп телефонға күҙ һалды. “Һөйөклөм” тип яҙылған экран ҡабынды. Үҙен “һөйөклөм” тип яҙғанын күргәс:
- Бисәм тип яҙ ҙа ҡуй. Берәй һөйөклөң менән бутап ҡуйырһың, - тип шаяртып ирен үпкәләткәне иҫенә төштө.
Эҙләп барып, залдағы өҫтәлдә Асияның телефонын күргән ире, тышҡа сығып йөрөп керҙе. Кире диванға килеп ултырҙы. Күршеһенә, һеңлеһенә шылтыратты. Уларҙан яуап алғас, ултыра бирҙе лә, нимәлер иҫенә төшкәндәй, ҡапыл ҡуҙғалып, Асияның өҫ, аяҡ кейемдәрен барлай башланы. Әйберҙәре үҙ урынында булғас, тамам аптырашта ҡалды. Бая Асия ултырған урында ултыра ине ире. Туп-тура көҙгөгә ҡарағанында, ниңәлер ҡараштары осрашҡан һымаҡ тойолдо. Иренең юғалып ҡалған ҡарашынан тертләп китте.
Төшкөгә бешереп ҡалдырмағанмын икән, тип уйлап өлгөрмәне, ире аш бүлмәһенә сығып, плиталағы кәстрүлдәрҙе асып ҡарай башланы. Бер тәгәстәй киске аш ҡалған ине, газды тоҡандырып, йылытырға ҡуйҙы.
- Әәә, шәп булды! Аша хәҙер йылытҡы. Нисәлә ҡайтһаң да, йәһәт кенә төрлөләндереп йылы аш ҡуйған Асияң юҡ хәҙер, - тип үсәгәндәй һөйләнгән Асияның ошо кухня гарнитурын нисек һатып алғаны иҫенә төштө ниңәлер.
Йыйынып та , ана алабыҙ бына алабыҙ тип һуҙып йөрөгән иренә ҡул һелтәне лә бер көн, ҡалаға барып, алды ла ҡайтты. Алды ла ҡайтты тип, һайланы, аҡсаһын түләне, ире өйҙә юҡ ваҡытҡа самалап килтереп ҡороу планы менән килешеү төҙөнө. Үҙе уйлағанса ҡылып та ҡуйҙы. Килтерҙеләр, ҡорҙолар. Әҙер шкафтарҙы бер береһенә тоташтырыу нимә инде ул оҫталарға. Ире эштән ҡайтыуға: “Сюрприииз!” – тип йылмайып ҡаршы сыҡты. Нимә тиһен инде ир. Йотҡандыр, бәлки, үпкәһен.
*****
Тамағына аш барманы, күрәһең, кейенеп тышҡа сыҡты ире. Бына ошонда иҫ китмәле хәл булды. Асия һиҙҙермәй генә ҡайҙа ла эйәреп бара ала ине иренә.
- Бына быныһы шәәәп! Ҡарап ҡарайыҡ, - тип һөйөнгән ҡатын машинаның пассажир урынына йөҙөп кенә барып ҡунаҡланы. Ошо мәлдә ғәжәп хәл булды. Өйләнешеү менән иренең нисек машина йөрөтөргә өйрәтеүе, бер-нисә йылдан өгөтләп праваға уҡырға индереүе, тағын бер-нисә йылдан үҙенә тип айырым машина алып биреүе күҙ алдынан бер фильм ҡарағандай булып теҙелеп үтә башланы. Күҙен йомоп та ҡотола алмай ине Асия был хәтирәләрҙән.
- Һинең генә эшең, - тип теге Асияға бармаҡ янап, һығымта яһап ҡуйҙы.
Төнгә ҡәҙәр бар таныштарын, туғандарын, дуҫтарын йөрөп сыҡты ире. Кергән бер ерендә беренсе һорау: “Үпкәләштегеҙме әллә?”, - булды.
- Юҡсы. Үҙем дә аптырайым, нимә уйларға ла белмәйем, - тигәненә ышанғаны ышанды, ышанмағаны үҙ фекерен төйнәп ҡалды. Бер-нисә урында, иренән ҡалыбыраҡ , хәбәр тыңлап сыҡты Асия.
- Юҡты һөйләй. Талашҡандарҙыр инде. Ғәйеплелер, күрҙеңме ҡайһылай бөтөрөнә, - тигәндәрен ишетеп, һөйөнә биреп ҡуйҙы. Белһендәр, йәнәһе.
Үҙҙәренең бер ҙә олоғара һүҙгә килмәй, килешеп йәшәгәндәрен уйлап өлгөрмәне, күҙ алдында тағы теге экран хасил булды. Бер-ике бәхәстәренең икенсе варианты күрһәтелә ине.
- Шунан?! Һин ғәйепле тип әйтмәксеһеңме? Сәсрәп сыҡмаһам, бына ошолай тыныс булыр ине тиһеңме? – тегендәге Асияға ярһып-ярһып әйтте лә, турһайып ситкә ҡараны Асия.
Арыған, асыҡҡан ире буш, күңелһеҙ өйөнә ҡайтып кереү менән сисенеп тә тормай йоҡларға ятты. Арҡаһына һыйынып Асия ла ятты. Иренең йөрәге тынғыһыҙ, йыш-йыш тибә . Үҙе шым ғына берҙән-бер белгән доғаһын уҡый ине.
- Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.
Был доғаны, ире ҡаты сирләп дауаханаға эләккәнендә, Асия үҙе ятлатҡайны. Ятлай алмаҫмын тигән инем, ятланым бит, тип эй ҡыуанған булды.
Уяныу менән ҡулына телефонын алған ире, улының исемен эҙләп тапты ла, баҫайыммы, юҡмы тип байтаҡ уйланып ятты. Ҡыҙыныҡын тапты, тағы кире уйланы.
- Дөрөҫ, йөрәккәй, балаларҙы борсолтма, - тип Асия, түшәгендә кирелеп ҡуйҙы.
*****
Улы үҙе шылтыратты атаһына.
- Атай, һаумы, әсәйемде саҡыр әле. Кисәнән бире шылтыратам, алмай.
- Ней, улым...Телефоны боҙолдо әсәйеңдең. Үҙе тышта әле. Нимә тип әйтәйем?
- Һөйләшәйем тигән инем. Хәлдәрегеҙ нисек? Һин нисек, атай?
- Һәйбәт, улым. Үҙең нисек? Эштәр барамы?
- Эйе. Был аҙнала ҡайтырмын тием. Анау ҡалған утынды ярып китермен.
- Ярай, улым. Әйтермен әсәйеңә. Борсолма беҙҙең өсөн.
Асия шунда ғына, зал өҫтәлендә ятҡан телефонына күҙ һалды. Ишетмәне бит тауышын. Ҡайҙан ишетһен инде, телефоны мәңге вибротауышта тора.
- Нимәгә ул һиңә телефон, тотонмағасһың? Шылтыратып-шылтыратып , бер ваҡытта ла һине алып булмай, - тигән иренә, минең менән һөйләшкең килһә, кеҫәгә һыймалыһын алып бир, тип ауыҙын яба ине.
Ә был өлкән телефонды ире пенсияға сығыу менән бүләк итте.
- Бына һиңә, кәләш, яңғыҙ саҡта күңел баҫырға. Функциялары күп. Ваҡытың да күп хәҙер. Уйын уйнайһыңмы, йыр тыңлайһыңмы, үҙең ҡара, - тип килтереп тотторғанында,
- Миңә үҙемдең төймәлекәйем дә бата ине ул тип, рәхмәт тә әйтә белмәне шикелле.
Балалары хәҙер генә төрлө социаль селтәрҙәргә теркәп ҡуйҙылар. Ғүмер буйы эшләгәндәр хаҡлы ялға сыҡһа, төшөнкөлөккә бирелеп китә тигән фараз ишеткәндәр ҙә, үҙҙәренсә ҡайғыртыуҙары булған икән, баҡһаң. Һуңынан көлөшөп һөйләп алдылар.
Асияның телефонын ире ҡулына алып, һыйпаштырып ҡараған булды ла, инә алмай шул. Пароль тора. Пароль тигәндән, йәшерәк саҡта, иренең телефонын тикшерә башланы бер мәл Асия. Күңелһеҙ хәлдәр ҙә була ине. Нишләп улай ҡыланды икән? Ире уныҡына бер ваҡытта ла үрелеп йөрөмәне бит. Кемдән йәшереп пароль ҡуйған булды һуң? Йәнәһе лә, һәр кемдең шәхси территорияһы булырға тейеш. Тигеҙ барған тормошто ҡатмарлаштыра белгән, әйтәгүр.
Ире аш бүлмәһенә сыҡты. Сәй ҡуйҙы. Ҡайнап сыҡҡас, бешерергә сәй һауытын эҙләп бер булды. Бына бит һуң, күҙеңден алдында тип, матур ҡалай һауытты ҡулына тотторорҙай булып талпынды ла талпынды Асия. Аҡтарына торғас тапты, сәй ҡалағы менән бер ҡалаҡ сәй һалды, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойҙо. Асияның услап һалғанын күреп ҡалһа, самалап һал, икебеҙгә етә бит тигән иренә, ҡыҫылма бисәләр эшенә тип екеренгәнен иҫләп, оялып ҡуйҙы. Ҡып-ҡыҙыл итеп түгә лә, тағын сәй бешерә ине шунан.
Ҡоро сәй һөрпөлдәткән иренең ҡаршыһына барып ултырҙы. Сараһыҙ моңһоу ҡарашын күреп, йыуатҡыһы килде. Нимә уйлағанын белергә теләне. Ауыр итеп көрһөнгән ирен йәлләне. Күкрәген ыуалап алғас, тамам түҙемлеге бөттө. Ҡан баҫымы күтәрелеп киткеләгәне иҫенә төштө. Бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ысынлап көйәләнә башланы.
Тылсымлы һүҙҙе әйтергә ике сәғәт ваҡыт бар ине.
*****
Ире эшенә шылтыратып, бөгөн өйҙә ҡаласағын әйтте. Ауырһынып торам ниңәлер тине.
- Ҡайтып керһәң, өйҙә булайым, Асия. Эҙләмәгән ер ҡалманы,
ҡайҙа булдың һуң? Аңламайым. Ғәйебем бар инеме әллә ? Әйтер инең һуң. Аңлашыр инек. Бер бөгөнмө. Эш тә эш тип сабып йөрөп, иғтибар етмәй киттеме әллә? Һуң , шул үҙебеҙ өсөн йөрөйөм дә инде.
Үҙ алдына һөйләнгән ирен тыңлаған Асия сәғәт телдәрен тыны менән шәбәйтер хәлдә ине.
Полицияға эш ҡалһа, фотоһы кәрәк буласаҡ тип, фото альбомдарын алып ҡарай башланы ире. Асия өсөн фотолар компьютерҙа булғаны ла еткән булһа, ул ҡағыҙға сығарып алыуҙы әллә ни күрә . Шкафтың бер ҙур тартмаһы тулы альбом . Балаларыныҡы әллә күпме. Улары ни, өлкәнәйгәс, яратмайҙар фото төшөргә. Кескәй мәлдәрендә, тегеләй ҙә былай ҙа итеп төшөрөп ала ине аталары. Үҙен һуң Асияның? Шым ғына бәйләм бәйләгәнен дә, бешеренеп торғанын да төшөрөп алып бөткән. Уф, һимергәнмен, төшөрмә тиниһә, һин һимеҙ түгел, төйөрөм тигән була бит әле ул. Яңғыҙ төшкән фотоһын эҙләгән арала, төрлө ерҙәрҙә ял иткәндә ҡосаҡлашып төшкән фотоларына тап булды. Оҙаҡ итеп текләп ултырҙы ире.
- Ял итергә барырбыҙ тигәйнек быйыл, - тип әйтеп ҡуйҙы ниңәлер.
- Тигәйнек шул. Ҡайҙа барырға икәнде һиңә һайларға ҡушылғайны бит, Асия, - тип үҙен шелтәләгән Асия , өйөндә үҙенең кем икәнен, ниндәй урын тотҡанын тамам аңлаған ине инде. Ҡәҙерле генә башына юҡ шөбһәләр, ҡыҫыр үпкә тултырып хайран булып йөрөгән икән дәһә.
Ваҡыттың шул тиклем яй үткәненә йәне көйгән Асия, осоп барып көҙгө алдына баҫты.
- Сығар инде мине, зинһар. Етте, аңланым. Бер генә минут та көтә алмайым, - тигән үтенесе яуапһыҙ ҡалды.
*****
Ирмәк тә, ҡатмарлы ла инде ул ҡатын-ҡыҙ заты. Тормоштоң ауыр мәлдәрендә тештәрен ҡыҫып түҙәләр ҙә, еңеллек, хөрлөк килһә, шыма ерҙә ҡаршылыҡ тыуҙырып бер булалар. Энәнән дөйә эшләп, шул дөйәгә ултырып далаларға ла сығып китәләр. Талғын иҫкән елгә ҡеүәт өҫтәп, күҙ асҡыһыҙ буран тоталар, шул буранда аҙашып та ҡалалар. Ҡаты сасҡауҙарға түҙгән күңелдәре япраҡ ҡына еленән өҙөлөп тә ҡуя. Ҡатын-ҡыҙҙы аңларға маташмағыҙ, был йылғаларҙың ағышын кирегә бороуҙан да ауыр тип юҡҡа әйтмәгәндер инде шағир хәтлем шағир.
Тек-тек...тек-тек...тек-тек...
- Ҡайтам! Ой...Тамҡаааай!!!
*****
- Мин ҡайттым! Асияу! Ашарға әҙерме? Тиҙ генә ҡапҡылайым да, ҡуҙғалыр кәрәк.
- Әҙер, әйҙә ултыр. Аш бешеп өлгөрҙө алай ҙа. Һуңыраҡ һалған инем.
Иренең ҡалағы уйнағанын яратып ҡарап ултырған Асия:
- Тоҙо нисек? – тип һорамайынса булдыра алманы.
- Әйтһәм, оҡшамаҫ әпәт. Шымайым лутсы, кәләш. Үҙгәрмәҫһең инде, – тигән иренә:
- Үҙгәрҙееем мин, йөрәккәйем, - тип йылмайған Асия, һиҙҙермәй генә көҙгөгә күҙ һирпте.
Көҙгөнән : “Ай-һааай! “ – тигәндәй теге Асия шуҡ йылмая ине.