Все новости
Проза
9 Апреля , 13:45
ЛИТЕРАТУРА

НӘФРӘТКӘ БЕР АҘЫМ

ҒӘЛИӘ исемле (исеме үҙгәртелә) ҠАТЫНДЫҢ ҺӨЙЛӘГӘНДӘРЕНӘН

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Яҙмыштарҙан уҙмыш бармы икән?

 

Ике малай араһында үҫкән ҡыҙ инем. Әммә иркәләтеп, әпәүләп ултырманылар мине. Ауыл ерендә йәшәгәс, бөтә эште лә белеп, эшләп буй еткерҙек. Ағайым менән ҡустымдың уҡыуға әллә ни теләге булманы, әммә мин яҡшы уҡыным. Ағайым әрменән һуң, алыҫ Себер тарафтарына сығып китте. Шунда фажиғәғә тарып мәрхүм булды. Ғаиләбеҙ өсөн был үтә лә ауыр йыл булды. Нәҡ ошо осорҙа мин мәктәп тамамланым. Әллә ҡайҙарға, алыҫ, ҙур ҡалаларға китеп уҡыуымды дауам итергә теләк бар ине лә, ата-әсәйемдең тәрән ҡайғыға батҡан осоронда был хыялыма кәртә ҡуйылды. Шулай итеп, мин яҡын ҡалалағы колледжға ғына барҙым. Әммә артабан нисек булһа ла юғары белем алыу теләгем һүрелмәне.

Икенсе курста уҡығанда үлеп ғашиҡ булдым. Ошо ҡалала эшләп йөрөгән егет көн дә тигәндәй сәскә, шоколад ташып, осрашыуға саҡырып йөрәгемде яуланы. Эх, йәшлек, йәшлек... Ата-әсәйем: “Уҡыуыңды тамамла, ниндәй туй ти ул был йәштә?” — тип күпме генә арҡыры төшһәләр ҙә, өҙмәй-ҡуймай кейәүгә сыҡтым.

Тәүҙә, әлбиттә, күңелле ине: яратҡан кеше янда бит. Тик был бәхетем оҙаҡҡа барманы. Эсеүе, ҡайтмай юғалыуы үҙәккә үтте. Оҙаҡламай ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Әсәйем ҡаты характерлы. “Тыңламай сыҡтың кейәүгә, бына, хәҙер нисек булһа ла уҡы, балаңды үҙең ҡара”, - тип баламды әллә ни ҡарашманы. Ир эсеп юғалған саҡтарҙа әхирәттәрем ярҙамға килде, этеп-төртөп уҡыуҙы тамамланым, эшкә сыҡтым. Ҡыҙым балалар баҡсаһына йөрөнө. Ул беренсе класҡа барыр йыл яҡынлашҡанда түҙемлегемдең сигенә сығып, айырылырға ҡарар иткәйнем. Сөнки ирем үҙгәрмәне.

Кеше тупһаһын тапап, бер фатирҙан икенсеһенә күп йөрөнөк. Башҡа ҡатындар һымаҡ матур итеп кейенә лә алманым. Ә бит йәш саҡта матур кейенге лә, яратылғы ла килә. Ана, айырылам, бына айырылам тип йөрөгәндә ирем: “Миңә ул табып бирһәң, биллаһи, эсеүемде ташлайым”, - тигәйне. Өмөтләндем. Аллаһы Тәғәләгә заказ бирелгәнме ни? Ысынлап, улыбыҙ тыуҙы. Тик ирем үҙгәрмәне. Бер тинһеҙ ултырған саҡтарым да булды. Әсәйемә һөйләп тә булмай ине, уның һәр саҡтағыса үҙ яуабы: үҙең һайлап алған ир!

Улыма йәш ярым булғас, бар көсөмдө йыйып айырылдым. Шуны ғына көткәндәй, ир тигәнем бер ҡатынға инеп тә китте. Алимент түләмәне. Ҡайһы саҡ тыуған көндәренә аҡса бирҙе, ҡышҡы, яҙғы куртка, итектәрҙе үҙе алып биреп йөрөнө. Шуныһына ла шөкөр иттем.

Аҡсалыраҡ эш табып, эшләгән урынымды алмаштырҙым, өҫтәлмә эш тә таптым. Тиҙҙән ипотекаға фатир алдым, праваға уҡып, ҡулдан булһа ла машина алдым. Хатта ситтән тороп юғары уҡыу йортонда уҡый башланым. Тик тормошомда үҙемә тиң булырҙай, ғаилә ҡорорҙай ир-егет кенә осратманым. Шулай ҙа көнө-төнө булғанына шөкөр итеп, балаларыма, үҙемә һаулыҡ һорап йәшәйем.

Яңыраҡ элекке ирем шылтыратты. Баҡтиһәң, үҙ теләге менән һуғышҡа сығып киткән икән.

-- Ғәфү ит мине! Ошонда килеп, үлем тырнағына эләгә яҙғас, бөтә тормошом күҙ алдынан үтте. Беҙ бит матур пар булып, балаларҙы бергә үҫтерә ала инек, -- тине.

-- Эйе, ала инек. Һин бит эсеүеңде ташламаның. Күпме инәлдем, күпме ялбарҙым! Ишетергә лә теләмәнең. Һине ташлаһам ташлайым, әммә эсеүеҙе ташламайым тип ҡабатларға яраттың, -- тинем.

-- Бына, Аллаһ бирһә, ҡайтырмын да барыһын да яңынан башларбыҙ, -- тигән булды.

Мин уның был һүҙҙәренә яһалма йылмайыуҙан башҡа бер ни ҙә әйтә алманым. Күңелем ҡатҡан, мин уға күптән һыуынғанмын. Әрәм булған йәшлегем өсөн оло үкенестән башҡа йөрәгемдә бер ни ҙә юҡ шул... Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым тигәндәре хаҡ икән.

Ярай, имен йөрөһөн. Ни тиһәң дә балаларымдың атаһы бит...


ФОТО: интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите.

Читайте нас: