Все новости
Проза
8 Апреля , 13:24
ЛИТЕРАТУРА

Ғәйепһеҙ ғәйепле. (Зәлиә Хөсәйенова-Шаһибалова)

-Әсәй, нишләп өндәшмәйһең? - тип Әлфиә туҡтауһыҙ сикәләрен еүешләп ҡыҙартып ташлаған күҙ йәштәрен, бысраҡ ҡойоло ҡулдары менән һөртөп әсәһенә ҡарашын ташланы.

Ун ике генә йәшлек ҡыҙҙың күҙендә хәсрәт ине, әсәһенең килеп ҡосаҡлап уны йыуатыуын көттө, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы әсәһе:
-Кит, уйлап сығараһың, һөйләмә миңә!- тип, сипаратын айыртыуын дауам итте.
Шаҡ ҡатҡан ҡыҙ урынанан ҡуҙғала алмай бер аҙ тора бирҙе.
-Нимәңде ҡарап тораһың, бар, эшлә! Күпме әйттем мин һиңә шул түтәлде утап бөтмәйенсә бер ҡайҙа ла бармайһың тип, ҡоромағыр бала, үҙәккә үткәрә, шул бер тутәлде күҙ йәше менән утай, үҙем сығып эшләйем хәҙер!- тип ишек яғына ынтылыуы булды. Әлфиә:
-Юҡ, әсәй...- тип ҡурҡышынан барып ҡабаланып тиҙ генә йыуына башланы.- Мин бысраҡ түгел, мин таҙа.- тип көҙгөгә ҡарап үҙенә ҡабатланы ла, мунса яғына йүгереп китеп барҙы, күҙ йәштәре күҙҙәренә тула барҙы, тик ул уны күрһәтмәҫкә тырышты, атаһы күрһә һорар, һөйләһә өйҙән ҡыуып сығарыр. Бер тында мунсаға килеп етеп ишекте эс яҡтан ябыуы булды Әлфиә үкһеп иларға тотондо. Башындағы мең уйҙы мең аҡтарҙы, нисек кенә үҙен аҡларға белмәне һәм күҙе алдында атаһының ҡырынғысы ялтыраны. Яйлап ҡулдары менән тубыҡтарына таянып торҙо ла шул яҡҡа атланы, ҡырынғыстан лезвияны сығарып ҡулындағы веналарына терәне лә һыҙырға бер килке ҡурҡып тора биргәс мунсаның ишеге асылды. Ҡапыл әйләнеп арҡа артына лезвияһыр йәшереп өлгөрҙө бахырҡай.
-Нимә бында инеп күҙеңдән һейеп йөрөйһөңмө?- тине Ғәзиз ағаһы.-Артыңда нимәңде йәшерәһең? Әллә любовный запискамы теге Айгизеңдән?- тип Әлфиә яғына ҡыбырлай ғына башлағайны.
-Ғәзиз?! Мин һиңә асҡыс алып килеп тинем! Ҡайҙа йөрөйһөң, ә?!- тип атаһы ҡысҡырыуы булды, табаны ялтырап ҡына ҡалды ағаһының.
-Килеп сыға, ул мине үлемдән ҡотҡарҙы. - тине лә лезвияны кире урынына ҡуйҙы Әлфиә. Үҙе айнығандай булды ахырыһы. Был ҡыҙсыҡтың күңелендә оло ҡайғы. Әле генә ул әсәһенә шул ҡайғыһы менән уртаҡлашты, тик ул уны ишетмәне. Дөрөҫөн генә әйткәндә ишеткеһе килмәне, сөнки был иҫ киткес яңылыҡты бер әсә лә ҡыҙынан ишеткеһе килмәҫ ине. Әммә ишетеп, тыңлап, яҡларға кәрәк ине лә бит.
Әлфиә ғаиләлә икенсе бала, тағы ла ике һеңлеһе һәм ҡустыһы бар. Атаһы механик, әсәһе өйҙә балалар, йорт-ҡура ҡарап көн итә. Апай булараҡ Әлфиәнең елкәһенә бик күп эш тура килә шул балаҡайға, ул уға үҙе зарланмай ҙа, нимә әйтәләр шуны эшләп кенә йөрөгән була. Ун ике генә йәшлек булыуына ҡарамаҫтан ҡатын-ҡыҙ сифаттары буй һынына ҡунған, ҡап-ҡара сәсле, сөм муйылдай ҡара күҙле бал ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ ҡыҙ ғөмүмән.
-Әл-фи-ә!Әл-фи-ә!- тип ҡысҡырған тауыштар ишетелде тышта. Әлфиә шундуҡ мунсанан йүгереп сыҡты ла урам буйына йүгерҙе. Баҡтиһәң әхирәте Ләйлә килгән икән, улар бер класста уҡымаһалар ҙа бик дуҫтар, бергәләшеп серләшергә яраталар. Ләйләне күреп Әлфиә шешенгән күҙҙәрен ҡыҫып йылмайып ебәрҙе.
-Көлһәң күҙең күренмәй түгелме, китайыс һымаҡ!- тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе Ләйлә, уға ҡушылып көлөп эстәре ҡатып китте хатта, осрашһалар сәтәкәй бармаҡ күрһәтһәң дә көлөрҙәр ул был шарҡылдаҡтар, ә шулай ҙа Әлфиә шарҡылдап бармай, шым ғына тынын, тауышын ҡыҫып көлә. Атаһы әйтмешләй:"Еңел-елпе холоҡло кәнтәйҙәр, шулай шарҡылдап көлә, шым көл, ишетеп ҡалһам күреп тор, ҡолаҡ төпкә бер һуҡһам тиҙ өйрәнерһең!". Шуға күрә шым көлөү хәйерлерәк.
-Йә, етәр. Күп көлһәң, көлкөң яңырыр тей әсәй. Бөгөнгә илау етте миңә Ләйлә.- тип ауыр һулап ҡуйҙы Әлфиә.
-Эй дуҫтарым, уф тимәгеҙ...- тип ҡалын тауыш менән Ләйлә йырлап Әлфиәне көлдөрөргә теләгәйне лә, Әлфиә ләм-мим ултырҙы бер нөктәгә текләп. -Йә, ярай. Һөйлә. Нимә булды?
-Ләйлә, иҫләйһеңме мин теге йыл йәйгеһен күрше ауылға инәйҙәремә барҙым ялдарға? - Ләйлә баш һелкеп ҡыҙыҡһынып тыңлай башланы- Үәт...
-Илама! Нимә булды һуң? Һөйлә.- тип Ләйлә Әлфиәнең ҡулынан тотоп тынысландырырға тырышты.
-Әлфиә! Нимәңде ҡарап ултыраһың ул һин, ә?! Ғәләмәт ошо бала! Ләйлә, ә һинең эшең юҡмы ней? Ошонда киләһең дә ултыраһың эш туҡтатып! Ин, Әлфиә!- тип Әлфиәнең ҡулынан һөрәп тигәндәй алып инеп китте.
-Әсәй, ул бит минең әхирәтем. Ул башҡа миңә килмәй бит хәҙер!
-Килмәһә тағы ла яҡшыраҡ, ҡаҡшатты шул ҡыҙ, самай эш мәлендә һерәйеп килә лә ултыра. Эше юҡмы икән өйҙә шуның?!Мин һиңә ошо түтәлдәрҙе ута тинем!
-Уф, ярай.
-Нимә "уф"?Ниндәй һүҙ ул?! Әсәңә ҡаршы әндәшергә булдыңмы? Хәҙер атайыңа бер әйтеүем етә.
Әлбиттә атаһынан ҡурҡҡан ҡыҙ тиҙ генә түтәл утарға тотона. 15 август ине был көн. Тышта ныҡ эҫе лә түгел, һыуыҡ та тугел, уртаса. Нишләп ошо көндө һайланы һуң Әлфиә? Нишләп инәләренән ялдан ҡайтҡас өндәшмәне?
-Мин ҡурҡам! Атайҙан, хәҙер инде әсәйҙән дә. Әсәйемә генә ышанысым бар ине. Бөгөнгө хәлдән һуң ул да юҡ. - тип аудио-көндәлегенә тауыш яҙҙырып та ҡуйҙы ҡыҙ.
-Тооор... Һин нимә, оноттоңмо ней, бөгөн һин аҡса табаһың. Бар, ҡайтып кил!-тип Әлфиә менән бер фатир сисеп йәшәгән ҡыҙ һыуыҡ, ҡалтырап торған оҙон бысраҡ тырнаҡлы бармаҡтары менән Әлфиәнең ҡулбашына төрттө
-Мин хәҙер үләм, хә-хә-хәҙеррр, ү-ү-ләм.- тип әйтеүе булды, Әлфиәнең бөтөн тәне ҡатты, башы артҡа саңҡайып ауыҙынан күперек сыға башланы.
-Актриса инәң башы, ҡайтып әсәңдең аҡсаһын урларға кишка-танка икән, ошо спектакелһеҙ ҙә обошлись бы. Үлһәң үл, достала ...
-Һинең кешелеклегең ҡайҙа һуң аңра-йүгереп фатир хужаһы килеп инде. Йәһәт кенә кәрәкле ергә шылтырата башланы.
-Минең кешелек... леге... м күптән инде башымдан ғына түгел ҡанымдан юйылған.
-Бөгөн үк фатирымдан тайығыҙ, был айҙа түләмәнегеҙ-тип Илһам исемле йәш, мыҡты кәүҙәле, ҡара муйылдай күҙҙәрен аҡайтып, ҡап-ҡара ҡашын уҫал итеп төйнәүе булды. Күптән инде һөйкөмлөлөгөн наркотик иблесенә һатҡан ҡыҙ егеттең муйынына һырыла башланы.
-Кит, аҡылдан яҙғанһың һин Мәрйәм. Бал ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ сибәр инең бит һин, хәҙер... Миңә :"Һин, ауыл малайы, миңә бер ни бирә алмайһың", тип йөрөй инең. Күпме генә егеттәр, хатта хәҙер ирҙәр үтмәне һинең аша, теймә миңә!- тип әҙ генә этеп ебәреүе булды Мәрйәм саҡ торған еренән ултыра төштө.
-Әлфиәгә өмөт итәһеңме?! Ул да һиңә ал сәскә түгел хәҙер, минән үткәндәр унан да үтте инде. -тип шарҡылдап көлә-көлә килеп торҙо, әгәр ҙә һин беҙҙе ошо фатирыңа индереп, алдап дарыуҙарыңа ултыртмаһаң, беҙ кардиология диспансерында аҡтан-аҡ халаттар кейеп түтәйҙәр булып йөрөр инек.
Был икәүҙең бәхәсен ишекте шаҡыусы табип бүлдерҙе. Бер нисә минуттан табип: "Констатируем факт о смерти»тигән ҡарар сығарҙы.
15 август көнө, әсәһенә серен сискән бала Әлфиә, ғаиләһеҙ, эшһеҙ, наркоман булып ғәйеп булды.
-Әсәй, мин күрше ауылда ҡунаҡта булғанда мине ағай көсләне.- Әлфиәнең күҙҙәренә тулған йәштәре, оялыуҙан ҡыҙарған сикәләренән тәгәрәп төштө.
-Һин нимә? Әллә башың эшләмәйем? Ниндәй әкиәт был? Ағайыңдың инде ҡатыны бар, ул ундай кеше түгел. Шул телефонығыҙҙа нимә генә ҡарап, уҡыйһығыҙҙыр- тип телефонға ғәйепте ялбарҙы әсәй кеше.
Ошо көндән алып сер сер булып ғүмерлеккә Әлфиәнең күңелендә ерләнде. Һәр йәй һайын каникул булып торҙо, хәл ҡабатланып торҙо, был хәлгә инде күнеп бөткән бала барлыҡ донъяға ышанысын юғалтты. Ҡалаға уҡырға барғас ата-әсәһенең алыҫта булып тыйыусы булмағанлыҡтан, әллә күңел әрнеүен, яраларын ялғайым типме ҡыҙ бәйҙән ысҡынған эттәй шашынды, тик бер ир-атты ла үҙенә яҡын ебәрмәне. Бер генә егет уны арбап тағы ла алданы, наркотикка ултыртып ҡасты ғазраил.
Наркотик үлтерҙеме был ҡыҙҙы, әллә уға ҡарата мөнәсәбәтме? Яуап юҡ. Һәр кем үҙенсә ҡарар сығарҙы. Был ҡыҙсыҡтың күңелендә күпме үпкә һәм әрнеү йыйылып килеп, уны бер тынала шул хистәр сәйнәп йотоуын бер кем белмәне, тик уның әсәһе һәм ул үҙе генә. Ғәйепле итеп әлбиттә ҡыҙҙың үҙен танынылар, ул оятһыҙ, битһеҙ ҡыҙ ине улар алдында.

Читайте нас: