Все новости
Проза
1 Апреля , 17:51
ЛИТЕРАТУРА

Принц Эрик. Руфина Лоҡманова

– Нимә бар унда, ә? Хәҙер ҡояш сыға башлай бит! – тип Вәсил мине ашыҡтырып, тиҙерәк машинаға ултырырға бойорҙо.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Сәғәт бишенсе ярты ине. Ҡапҡа тирәһендә биҙрәләр шалтыраған тауыш ишетелде. Һарайҙа малдары баҡырыша икән.

– Һоҡланып туйҙыңмы? Юҡ бында Айҙарың.

– Көт, хәҙер. Тағы бер минут. Ашыҡмайыҡ, өлгөрөрбөҙ. Ҡасан тағы өйөн күрермен! – Ҡабат, аптырап, туҡтап ҡалдым. Ваҡыт алға йүгерҙе. Китке килмәне, әммә дуҫтарым мине күптән көтә.

– Күрешерһегеҙ әле, Айгөл. Ағайың бит. Икегеҙ ҙә ҡалала йәшәйһегеҙ. Теләк булһа, һәр нәмәгә лә ваҡыт табыла. Бойоҡма. Нисек улай күнелең уйылды?

– Белмәйем. Оҙаҡ һөйләргә. Иғтибар итмәгеҙ, – тинем дә башҡа яуап бирмәнем.

Юлға сыҡтыҡ. Миңә башымды эйеп, шым ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Береһе лә бер нимә лә аңламаны. Ҡысҡырып илар инем, сәбәбен аңлатырға ҡурҡтым. Күҙ йәштәремде йоттом.

Бөгөн кис урамға сыҡҡанда ҡайҙа юл тотасағым билдәһеҙ ине. Төнгө ун икелә эргәлә торған зыярат ҡапҡаһы янына аҡ төҫтәге машина килеп туҡтаны. Сигналды ишеткәс тә кем икәнен аңланым. Эсендә әхирәтемде һәм дуҫ егеттәрен күрҙем.

– Сәләм! Әйҙә, киттек, – тине береһе. Өләсәйем дүртеһен дә уҡытып сығарып, маҡтауын ишетеп белгәс, ултырҙым.

– Сәләм! Минең исемем — Айгөл, – тип ҡул һуҙҙым. Алтау булһаҡ та, машинаға һыйҙыҡ.

– Хәлдәр нисек?

– Яҡшы. Үҙегеҙ?

– Һине эҙләп хәл бөттө. Мәктәпкә йөрөгән ауылды онотоп бөткәнбеҙ.

– Ҡайҙа киттек хәҙер?

– Ишембай яғына.

– Ҡайҙа? Йыраҡ та ул, – тип ҡотом осто. – Икенсе ҡалағамы? Ҡасан ҡайтып өлгөрәм? Нимә эшләйбеҙ унда?

– Ниндәй ҡала тиһең? Ауыл бар беҙҙең районда ошондай. Ҡурҡма, ҡайтарып ҡуйырбыҙ. Эйе бит?

– Эйе-эйе, барып етәйек әле, – тине руль артында ултырған Алмаз.

Ул тирәлә Айҙар йәшәгәнен генә белә инем. Ҡурҡтым, әммә ҡасырға ла һуң ине. Алыҫтан ғына булһа ла, һөйгәнемде күреп ҡалырға теләнем. Малайҙар һораша башланы:

– Шунан, һөйлә әйҙә. Нисә йәш, ҡайҙа уҡыйһың?

– Ун һигеҙ. Эшләйем. Ялға ҡайттым. Һеҙ нимә менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ?

– Беҙ ҙә эшләйбеҙ. Вахтала. Бында Себерҙәге һымаҡ аҡса юҡ.

– Аңланым.

Шулай һорау-яуап викторинаһы үткәреп таныштыҡ. Сит ергә эләккәс, үҙемде әллә нисек тойҙом. Бөтәһе лә көлә-көлә һөйләшеп эсте. Минең теләгем булманы.

– Бында беренсе тапҡырмы? – тип ҡыҙыҡһынды Вәсил.

– Эйе. Уртаҡ таныштарҙан Айҙар Ҡарағоловты ғына беләм.

– Өфөлә ул, шикелле. Диплом яҙа. Һинең ағайыңмы?

– Эйе-эйе, – тип үҙем дә аңламайынса алданым.

– Былар ҙа Айҙар һымаҡ Тәкәй мәктәбенә йөрөп уҡынылар.

– Улай булғас, өләсәйемде лә беләһегеҙҙер...

– Әлбиттә, уҡытыусыбыҙ булғас һуң. Һин генә бер ҙә күренмәнең.

– Мин атай-әсәйем менән Өфөлә йәшәйем.

– Аңланыҡ, – тинеләр ҙә артабан шаярып һөйләшеүҙәрен дауам иттеләр.

Мин уйҙарыма батып ултырҙым. Өләсәйем йәшәгән яҡтарға ҡайтып йөрөгән саҡта, күңелемә тынысыраҡ ине. Тәүге тәпәй баҫҡан эҙҙәремде һаҡлаған ер һәр саҡ үҙенә тартты. Урмандарының үҙ нәфислеге, әкиәттәге һымаҡ тылсымы онотолманы. Ҡояшлы ла, ямғырлы ла иртәләрҙә мине ҡанатландырып алға әйҙәне. Илһамландырҙы. Ошо көнгә хәтлем.

Айҙар менән танышҡас, донъям түңәрәкләнде, сөнки һәр саҡ янымда таянысым булды. Ауыр ваҡытта моңло тауышын ишетһәм, терелеп, йөрәгем яңынан тибә башланы. Әсе һағыш йөрәгемде телһә лә, дөрөҫөн әйтергә оҙаҡ ҡыйыулығым етмәне.

Ярты йылға бер күрешә инек. Бер-береһе өсөн упҡынға инергә әҙер дуҫтар нисек танышҡандарын иҫләмәйҙәр, тиҙәр. Ул мәл минең дә иҫемдән юйылып ҡуйған. Шуға ҡарамаҫтан, тәүге тапҡыр ғашик булып йөрөгән арауыҡ уйҙан сыҡмай.

...Ике мең егерменсе йыл ине... Бер көн осоп-балҡып, йүгереп прогулканан ҡайтһам, әсәйем һорауҙар менән күмеп ташланы. Мин ҡәрҙәшем менән күрешкәнгә сикһеҙ шатлана инем.

– Ҡайҙа булдың? – тип башланы. – Кемде күрҙең?

– Айҙар ағай менән сәләмләштем.

Башта уҡ шикле күрендем. Уның турала әсәйемә күп һөйләгәнем булды, әммә «ағай» тип мәрәжәғәт итергә ғәҙәтләнмәгәс, бөгөн уны шулай тип әйтеүем әсәйемә сәйер тойолдо.

– Нимә һөйләй?

– Звукорежиссер, театрҙа эшләй. Университетта уҡып йөрөй.

– Нисә йәш әле уға?

– Егерме өс...

Бер ғауымға шаңҡып ҡалдыҡ. Һөйләшеүҙе шунда уҡ аҙағына еткерергә тырыштым, мәгәр әсәйемдән ҡасып, һорауҙарҙан ҡотолоп булмай. Ул, аптырап, барыһын да төпсөнөргә кереште.

– Яратаһыңмы уны?

– Эйе. Туғаным бит.

– Ҡыҙҙарсамы?

– Нисек? Аңламайым – тип башымды иҫәргә һалдым.

– Мин һине аңламайым.

– Ул минең ағайым. Һеңлеләрсә.

– Йөрәгеңде алдама. Бер үҙең генә булһаң да, намыҫлы бул.

– Алдағаным юҡ, – тип ҡаты тауыш менән яуап бирҙем. Яуаптан ҡасып маташтым.

– Йөҙөңдән күренеп тора. Ярай, үҙең беләһеңдер... – Ирен ситтәрен йылмайтып, төпкө яҡҡа инеп китте. Мин бүлмәмә йүгереп, тубыҡтарымды ҡосаҡлап, илап ебәрҙем.

Яҡын күрһәм дә, уны егет итеп күҙ алдыма ла килтерә алманым. Һеңлеһе булғас, ниндәй мөхәббәт булһын? Шулай булһа ла, Айҙар менән ҡараштар осрашһа, ямғырлы күктә ҡояш балҡыған һымаҡ тойҙом. Эсемдә күбәләктәр һиҙҙем. Ҡайһы берҙә айҙар буйы күрешмәһәк тә, дуҫлыҡ юлы өҙөлмәне.

Бер кис икәүләшеп Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә китеп барабыҙ. Ул йылмая, үҙенекен һөйләй, мин йотлоғоп тыңлайым һәм бергә булыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайым. Тулҡынланыуҙан ҡулдар ҡалтырай.

Шырт сәсле, ҡалын ҡашлы, һоро күҙле, аҡ сырайлы, уртаса һомғол буйлы егет, эшкә батып, параллель рәүештә уҡыуын тамамлап йөрөй ине. Өҫтөндә күк төҫтәге капюшонлы куртка, ҡап-ҡара салбар һәм аяғында иләнеп бөткән аяҡ кейеме. Арҡаһына һәр саҡ йәштәрсә рюкзак аҫҡан, ә талантлы ҡулдарында — моңло гитара. Кеҫәһендәге телефоны ла шылтырауҙан бер ҙә бушамай. Көс йыйып, кинәт көтөлмәгән һорау бирҙем:

– Туған булмаһаҡ, мине кәләш итеп алыр инеңме? Дөрөҫөн генә әйт.

Ул саҡ хис-тойғоларымды нисектер тыйҙым. Айҙарҙың һүҙҙәре йөрәгемде өтөп алғандай булды:

– Эйе, алыр инем, матурһың бит, талантлыһың, һеңлем, – тип яуап бирҙе музыкант.

Мин оялыуҙан икенсе яҡҡа боролдом да һөйләшеү темаһын үҙгәртергә булдым. Ышандым. Күкрәгем бер минутҡа ҡыҫылып ҡуйҙы...

Йыл артынан йылдар үтте. Алты ярым йәшкә оло булыуы мөһим роль уйнаманы. Ихлас йылмайыуы күңелемдең аҫтын-өҫкә килтерҙе. Йәшкә ҡарамаҫтан, һәр саҡ эргәмдә булды. Мәғәнәле һүҙҙәре, сағыу йырҙары һәм нескә юморы менән кәйефте күтәрергә тырышты. Төрлө сараларҙа сығыш яһар алдынан тулҡынланған саҡта көс бирҙе, алға әйҙәгән маяҡ булды.

– Мин һиңә ышанам! Булдырасаҡһың! Ҡурҡма!

– Берәй һүҙҙе онотһам һиңә ҡарармын...

– Бар, исемеңде ишеттем. Көтәләр, – тип дәртләндерҙе.

Мин, тирә-яҡта кеше булғанын онотоп, сығам да уның йөрәк тибешен һәм тын алышын ғына тоям. Уйҙарым икенсе урында булһа ла, телем нисектер һөйләй.

Һуңынан, ҡайҙа ғына ашыҡһа ла, Айҙар мине оҙатып ҡуйҙы. Ҡайһы саҡ шып-шым ғына барабыҙ. Үкһеүемде баҫырға тырышып, үҙ-үҙем менән көрәшәм.

«Айгөл, мин һине яратам!»

Ошо һүҙҙәрҙе Айҙарҙан ишетһәм, ғүмерем күпмегә оҙайыр ине? Ҡыҫҡарһа ла, мин бөгөн дә уның өсөн бер нимәмде йәлләмәҫмен. Тик унда минең ҡайғымы? Һаман да диңгеҙҙең икенсе ярында ул.

Бер көндө, дуҫлашыуҙан ике йыл тирәһе ваҡыт уҙғас, өләсәйемдең яңылығы яңылыш уйҙарымды юҡҡа сығарҙы:

– Айҙарҙы иҫләйһеңме, өләсәй? Һинең уҡыусың.

– Ниндәй?

– Ҡарағолов, Бирҙеш ауылынан.

– Эйе. Беҙҙең ауылда, Тәкәй мәктәбендә уҡыны. Ҡайҙа танышып өлгөрҙөгөҙ? – тип аптыраны.

– Интернет аша. Күренеп ҡалды бер ерҙә. Туғанмы беҙгә?

– Белмәйем. Һорашырмын. Шулай шикелле.

Ошолай һөйләнә-һөйләнә яуап бирҙе лә, ваҡыт үткәс, киреһен әйтеп ташланы. “Мин яңылыштым!” – тине тыныс ҡына тауыш менән.

Айҙар сит кеше булып сыҡты. Ул хәбәр мине ҡаҡшатты. Күңелдә түҙгеһеҙ ҡыйынлыҡ, әммә йөрәк түрендә яңы ышаныс тыуҙы.

Айҙар ағай булмауын ҡабул итә алманы. Дөрөҫөн белһә лә, артабан да мине һеңлем тип йөрөттө.

– Беләһеңме... Беҙ бит туған түгел. Өләсәйем яңылышҡан. – Үкенесле тауыш менән бер көндө әйтә һалдым. Юғалтырға ҡурҡһам да, ысынын белергә тейеш ине.

– Бер яҡтан булғас, йыраҡ булһа ла, туғанбыҙҙыр. Уны белеп булмайҙыр... – тип, ҡурҡып, аптыраны.

– Ағайҙарымдан да йышыраҡ мине күрәһең, хәл беләһең. Атайымдан да яҡыныраҡ һин. – Хистәремде йәшерә алмайынса, асылдым уға.

– Аңлайым һине, икебеҙ ҙә ижади кешеләр булғас. Һеңлем тип бары һиңә ҡараясаҡмын. Киреһенсә булмай, – тигән яуап бирҙе.

Тел осомда ғына өйөрөлөп торһа ла, мин башҡа бер ни ҙә һораманым. Бер һүҙҙә генә булһа ла хаталанырға ҡурҡтым. Һулышым буйынса аңлар ине ғашиҡлығымды.

Хәҙер ул саҡтарҙы теләһәм-теләмәһәм дә аҙым һайын иҫкә төшөрәм. Көндәрҙе бушлыҡ бөтөрә. Дуҫлыҡ аҙағына еткәнен белеп торһам да, әллә нимәгә ышанып йөрөйөм. Атта ысын батыр һымаҡ елгәнен иҫләйем. Көндәр үтә бара хистәр көсәйә генә.

Ул тормошомдоң мәғәнәһе булһа, нисек артабан йәшәргә? Үткән һынаулы юлдарым юҡҡа сығамы? Донъя бит шундай ҡыҙыҡ: бер яҡтан өмөт уята, икенсе яҡтан һуңғы йыл эсендә күргән ғазаптарым күптән еткән. Нимә эшләргә? Унһыҙ ҡайҙа барам? Башта оҡшай ғына ине, ваҡыт үткәс, ғашиҡ булдым. Һуңынан хистәрем сәскә һымаҡ аттылар.

– Беләһеңме, Айҙар... Һин бит минең өсөн... нисек әйтергә... принц Эрик һымаҡ. “Һыуһылыуҡай” йәнһүрәтенән.

– Ҡайҙан ундай уйҙар?

– Гитарала уйнайһың, ҡыйыуһың, моңлоһоң... Бик матур йырлайһың. Тоғроһоң! Бер нимәгә лә ҡарамай күрешеп торабыҙ. Башҡа сағыштырыу уйыма ла килмәй.

– Рәхмәт инде...

Бер көндө осрашырға һөйләшкән дуҫым сирләп киткәс, ҡабат Айҙарға шылтыраттым.

– Сәләм, хәлдәр нисек? Эштәһеңме әле? – тип һораным шунда уҡ.

– Сәләм. Яҡшы, үҙеңдеке? Эйе.

– Бара. Күптән күреп һөйләшкән булманы... – өмөтһөҙ тауыш менән ишара яһаным.

– Алтыла бушайым, өс сәғәт бар әле. Көтәһеңме? – тип тиҙ яуап бирҙе.

– Эйе, эштәремде бөтөрөрмөн.

Алданым. Буш инем. Шулай булһа ла, ваҡыт һиҙелмәне. Күрешкәс, нимә әйтергә теләгәнемде онотоп киттем. Һөйгәнем килеп сыҡҡас та йылмайып ҡосаҡланы.

– Сәләм. Хәлдәр нисек? – тип күрештем шунда уҡ.

– Сәләм. Яҡшы былай. Үҙеңдеке?

– Бара. Йөрөгән ҡыҙың бармы?

– Уҡыу менән булам әле. Сессия, диплом. Уның турала уйларға ваҡыт та килеп сыҡмай. Һинең?

Мин тағы ла тетрәнеп туҡтап ҡалдым.

– Ысын егет осратманым. Хикәйә яҙа башланым яңыраҡ. Шиғырҙар ялҡытты.

– Беҙҙең районда принцтар юҡ ул. Ниндәй хикәйә?

– Әйтмәйем, – тип көлдөм.

– Мөхәббәт тураһындамы?

– Эйе.

Яуап бирҙем дә, кәйефем ҡырылды. Айҙарҙыҡы күтәренке ине.

– Яҙып бөткәс, ебәрерһең. Уҡырмын, – тип ҡарап ҡуйҙы шунда.

– Әлбиттә. Ҡыҙҙар яҙамы?

– Яҙа, ҡыҙҙар күп ул. Күңелемә ятҡанын осратманым.

– Мин дә шул уҡ хәлдә. Нисә йәшлектәр яҙа?

Алданым. Яратҡаным алдымда ултыра ине. Айҙарҙың өҙөп-өҙөп һөйләүенән йөрәк алҡымға тығылды.

– Осратырһың әле... Ун һигеҙ, егерме. Бәләкәстәр. Ҡыҙыҡһындырмай.

– Аңланым.

Киске Өфө буйлап оҙаҡ йөрөнөк. Ҡапыл һыуытып ебәрҙе. Сәғәт туғыҙ тулды. Ҡала транспортына табан юл тоттоҡ. Туҡталышҡа килеп еткәс, алдымда күп автобус уҙҙы, тимәк, Айҙарҙы ебәрәһем, ҡалдырып киткем килмәне. Бәлки, был һуңғы осрашыуҙыр? Ошондай уйҙар менән үҙемде туҡтауһыҙ ғазапланым.

Һөйөүемде тура әйтмәнем. Ҡурҡыуҙан телдән яҙҙым, мәгәр уның йөҙөндә яҙылған ине: әйтмәһәм дә, аңланы. Һиҙҙе. Яуап ҡайтарманы...

Автобуста буш урынға ултырмайынса, ингән ерҙә уға текәлдем. «Ҡалдырма инде мине, Айҙар...» – тип олорға әҙер торҙом. Ул да шунда уҡ боролоп китмәйенсә, ҡулын болғап тороп ҡалды. Мөхәббәтем юғары баҫҡысына етте. Аяҡ аҫтында һалҡын ер ҙә һиҙелмәне.


«Һинең менән бөтәһе лә яҡшымы?»

Пуля кеүек һуңғы һорау, төш кеүек һуңғы аҙналар. Үткәндәргә әйләнеп ҡайтҡан һайын, «яратам» тип ҡабатлауҙар дәүере үтә. Яҙмышмы, яңылышлыҡмы? Мөхәббәтемде белдермәһәм, әле дуҫ булыр инекме? Ҡайҙан белергә хәҙер? Барыбер үткәнде үҙгәртеп булмай. Яратҡаным менән юлдар айырылды...

Айҙар киткәндән һуң, үҙәгем өҙөлдө лә китте. Ҡайһы берҙә үҙемде тәртипкә килтерә алмайынса төнгө сәғәттә яр буйында торҙом. Һикерергә баҙнат итмәнем, ләкин нимә теләгәнемде бөтә ҡала күргәндер.

«Нимә эшләйһең бында?»

Йәштәр геүләшә. Өфө... Уға нимә?! Минең яҙмышымда ҡайғыһы бармы? Үҫешә... Яңыртыла... Шул етер ине лә, ләкин көйөм китһә, болоттар ҡаплай үҙен.

«Ҡайыштарығыҙҙы эләктерегеҙ!»

Ҡаланан ялҡҡас, беренсе рейсҡа билет алып, өләсәйем янына ҡайтырға сыҡтым.

Яратам... Мин Айҙарҙы үлә яҙып, үләләр яҙып яратам... Һаман. Хәҙер ул белә. Белгәненә бер ай үтте. Нисек кенә ғаләмдән йондоҙомдо һораһам да, араларыбыҙ һалҡын.

Майҙың уртаһы, ҡояш ҡыҙҙыра. Форточканан йылы ел иҫә. Ағастар йәм-йәшел булған. Таныш урмандар һәм буш болондар. Бала сағым үткән ерҙәр бер ҙә үҙгәрмәгән...

Өләсәйемә юлда икәнемде әйтеп торманым. Боролошта төшөп ҡалдым. Яланды уҙғас, таныш өй уттары күренде. Тауға табан һалынған тар юл буйлап атлайым. Был ауылдағы һәр кеше миңә үҙ туғанымдай яҡын! Янымдан үткән һәр машина «бип-бип» итә. Мин танымаһам да, мине иҫләйҙәр.

– Сәләм! Нисек ҡайттың? Әйтһәң, ҡаршы алыр ине берәйһе туҡталыштан. Эй, ҡыҙымды! Ябығып бөткән! Ашатмайҙармы әллә? – тип ҡосаҡланы өләсәйем, ишек асылыуын ишеткәс. Эт, мине танығас, өрмәне.

– Аяҡтарым бар, һелкенергә лә кәрәк. Ашағым килмәне. Эштә баттым.

– Ҡасанға хәтлем бында булаһың?

– Белмәйем. Бер ай ял бирҙеләр. Оҙаҡҡалыр.

– Ярай, ашыҡма. Тын ал, – тине лә шунда уҡ өҫтәл артына ултыртты.

Сәйҙең тәме үҙенсәлекле ине. Һөйләшеп туйғансы, кис етте.

Соланға сыҡтым.

Өләсәйем йоҡлап киткәс, телефоным шылтыраны.

– Сәләм, Айгөл! Ҡайтып еттеңме?

– Сәләм, Вәсил. Эйе, яңыраҡ ҡына. Нимә булды?

Ауылға ҡайтырға йыйынғанымды белә ине.

– Әйҙә күрешәйек. Килеп алабыҙ һине.

– Ярай. Ҡасан булаһығыҙ?

– Бер-ике сәғәттән. Көт, – тине лә трубканы һалды.

Нимә эшләргә белмәгәс, ауылды урап сығырға булдым. Тирә-яҡты ҡуйы томан баҫты. Сәғәт берҙән һуң тәрән тынлыҡта ҡайындар шыбырлағандай тойолдо.

Бер әҙәм дә ишетелмәй... Ел ыжғыра... Осорһа ине кәрәкмәгән уйҙарымды. Мин тынлыҡты тыңлайым. Шулай ғына, әҙгә генә булһа ла, Айҙарҙы ебәрергә тырышам.

Алдымда фуралар гөжләп уҙа. «Бип-бип, бип-бип...» Көн йәки төн – уларға барыбер. Миңә барыбер...

Үҙемде таба алмай йөрөйөм. Йөрәк бит ул –тыңлауһыҙ бала, ысын мөхәббәт – мәңгелек сир. Нисек кенә оноторға теләһәң дә, хәтереңдән сыҡмай.

Сәғәт өс тулғас, эргәмдә ҡара «девятка» килеп туҡтаны. Эсендә дуҫтарым күренде, береһе таныш түгел ине. Йүрүҙән йылғаһы эргәһендә усаҡ яҡҡас, барыһы ла һыу инергә йүгерҙе. Беҙ яңы таныш менән һөйләшергә керештек.

– Исемең нисек? Бер һорауым бар ине...

– Әлим булам. Тыңлайым.

– Айҙарҙы беләһеңме? Ҡарағоловты. Ишеткәнһеңдер.

Көтөлмәгән һорауыма аптырабыраҡ ҡалды башта.

– Эйе, беләм. Нимә эшләне?

– Бер ни ҙә. Алдан күрешә торған инек, һуңғы ваҡыт күренмәй. Ағайым бит. Ауылдамы?

– Эйе. Айҙан ашыу.

– Һиңә кем була? – тип тағы ла һораным.

– Әсәйемдең ҡустыһы.

Аптыраным. Нимә тип әйтергә лә белмәнем. Оҡшаған ине шул ағаһына, уныһын башта уҡ аңғарҙым.

Барыбыҙ ҙа тынып ҡалдыҡ. Йөрөп арығас, ҡайтырға сыҡҡанда Әлим яныма ултырҙы. Аяғыма ҡулын һалды, үбергә маташты. Мин яҡын килтермәнем, ҡағылырға ла рөхсәт итмәнем.

– Ал ҡулыңды! Теймә миңә, – тинем.

– Оҡшамайыммы әллә? – Юҡ-бар һөйләргә кереште. Ебәрмәне. Тотоп алып көсләр ине, әммә башына йоҙроҡ менән һуҡҡас, туҡтап, миңә иҫәргә ҡарағандай ҡараны. Башҡалар ситтә ултырғас, йыр тауышынан бер нимә лә ишетмәнеләр.

Шикләнеп ҡалдым. Йөрәк ярһыуын усыма йомоп, үҙ эсемә бикләндем. Ҡапҡа алдында ҡалдырғас, өйгә ҡайтмайынса, тау битләүенә табан атланым.

Ҡустыһы арттырып һөйләһә, Айҙар кемгә ышаныр икән? Төрлө уйҙар керә башланы. Күңел буп-буш.
Икенсе көн ҡалаға барып төшкәс, яратҡан кафеға индем. Үҙемде ашарға мәжбүр итеп маташтым. Ҡапыл таныш әҙәмде осраттым.

– Сәләм! Һин Айбулат бит әле, Айҙар Ҡарағоловтың яҡын дуҫы? Башҡорт блогеры.

– Сәләм! Эйе-эйе...

– Танып ҡалдым. Ағайым була, бергә төшкән фотоһүрәттәрегеҙҙе күргән инем.

– Аңланым. Сәләм әйт.

– Мин уны яҙ башынан күргәнем юҡ. Эштәр һәм башҡа... Һеҙ ҡасан күрешкән инегеҙ? Хәлдәре нисек?

– Яңыраҡ йыйылғайныҡ. Кәйефе һәр саҡ күтәренке уның. Ниңә үҙенән һорамайһың? Нимә булды? Һинең исемең нисек?

– Э-э-э... – һылтау эҙләп һуҙҙым да, телефоным ҡапыл бызылдай башланы. – Ярай, шылтыраталар... Күрһәң, сәләм әйтерһең. Һау бул, – тип юҡ булдым. Исемемде әйтеп торманым. Ҡурҡтым.

...Ике йыл ярым дауам итте эскерһеҙ дуҫлығыбыҙ. Мөхәббәткә үлем юҡ, ләкин мөхәббәт өсөн, дөрөҫөн әйткәндә, үлергә лә йәл түгел. Айҙар һораһа, «эйе» генә тип яуап бирергә әҙермен — кейәүгә сығырға... донъяның икенсе яртыһына күсергә... ғүмеремде уның ҡулына тапшырырға... Күпме генә йыл уҙһа ла, онотоп булмай икән ул йән һөйгән йәреңде.

– Мин һине яратам, Айҙар, һине генә! Ҡайҙа булһам да, ҡасып булмай мөхәббәттән. Байтаҡ көндәр үтте, онотолмайһың. Өс йыл түҙҙем, ғүмерҙә лә әйтмәгән һүҙҙәремде әйтәм: һинһеҙ мин — мин түгел...

Читайте нас: