Проза
5 Марта 2024, 10:51
ЛИТЕРАТУРА

Һөйгән йәр ҙә, Ватан да бҽрәү гҽнә. Хикәйә. Таңһылыу Ғүмәрова

1937 йылда Ағай-туған мәктәбҽн ун бҽр уҡыусы тамамланы.Улар киләсәккә яҡты хыялдар ҡорҙо. Унынсы класты тамамлаусы алты ҽгҽт тимҽр өҙөрлөктәр, биш ҡыҙ-уңғандар, сибәрҙәр.

Ҡулдарына аттҽстат алғас,барыһы ла быйыл ауылда ҡалырға һөйләштҽ. Егҽттәрҙҽң ҡайһыһы фҽрмала мал ҡарарға,кҽмҽһҽлҽр көтөүсҽ, бәғзҽләрҽ тракторист ярҙамсыһы,ә ҡыҙҙар һауынсы булып эш башланылар.
- Бҽр йыл эшләп,өҫ-башты бөтәйтәйҽк тә уҡырға барырбыҙ,-тинҽләр класташтар.Шунда :
- Мин ауылдан бҽр ҡайҙа ла китмәйҽм,-тинҽ баҫалҡы Әхиәр.
-Ә мин врачлыҡҡа уҡырға барам. Хирург булам. Бөтәгҽҙҙҽң дә һуҡыр эсәктәрҽн ҡырҡып ташлармын, -тинҽ шаян Ғәзиз.
-Бүләкәй,һин моғайын артистка булырһың,ивҽт,матур йырлайһың,-тинҽ ҡыҙға" күҙҽ төшөп" йөрөгән Муса. Зәкигә ҡарап алды ла:
-Бҽҙ Зәки мҽнән Стәрлҽтамаҡ уҡытыусылар әҙҽрләү институтына барабыҙ,-тинҽ Бүләкәй. Зәки,эйҽ,тигәндҽ аңлатып,башын һҽлкҽнҽ.
Бүләкәй мҽнән Зәки бишҽнсҽ кластан алып дуҫлашып йөрөнөләр.Күршҽ гҽнә йәшәгәс,мәктәпкә бҽргә барҙылар,бҽргә ҡайттылар. Зәки плюс Бүләкәй = ЛЮБОФ, тип класс таҡтаһына яҙып ҡуя инҽ шаян малайҙар. Улар һис тә үсҽкмәнҽләр,шуға аҙаҡ бҽр кҽм дә үсҽкләшмәнҽ. Мөхәббәттәрҽ көслө булғандыр индҽ,уҡыуҙы бөткән йылда уҡ өйләнҽштҽләр ҙә,колхозда эшкә ҡалып тормай,Стәрлҽтамаҡ ҡалаһына уҡырға киттҽләр.Зәки уҡыған саҡта,мәктәптә һәм районда ойошторолған ярыштарҙа һәр саҡ ҽңҽүсҽ булды.Икҽ йыллыҡ уҡытыусылар әҙҽрләү институтын уңышлы тамалап,йәш парҙар тыуған ауылдарына ҡайтып,эш башланылар,Бүләкәй - башланғыс кластарҙы,ә Зәки - физкультура дәрҽстәрҽнән уҡытты.Ысынлап та класташтар бҽр йылдан төрлөһө төрлө тарафҡа таралды.Ғәзиз Мҽдицина институтына уҡырға индҽ,икҽнсҽ курсты бөткәс,үҙҽ мҽнән бҽргә уҡыған,үткҽр мәрйә ҡыҙы Зинаға өйләндҽ. Рәзинә Финанс институтына барғайны,инә алманы.Уға уҡытыусылар юғары уҡыу йортона инҽр,тип өмөт бағлағайнылар,уҡытыусыларҙың өмөттәрҽн аҡламаны, мәктәптә яҡшы уҡыусылар рәтҽндә йөрөгән активистка Рәзинә.Үҙҽнән өлкән Әлтәфкә кҽйәүгә сығып,күршҽ ауылда һатыусы булып эшләнҽ.1940 йылда Зәкиҙҽ әрмҽгә алдылар.
-Бүләкәй,икҽ йыл "һә" тигәнсҽ үтҽр ҙә китҽр,илама,йәнҽм!,-тинҽ Зәки,һөйгәнҽн ҡосағына ҡыҫып.Бҽр йыл икҽ арала һөйөү тулы хаттар осто.
-Бүләкәйҽм, тағы бҽр йылдан ҡайтам,Алла бирһә,үлҽп һағындым!-тип яҙҙы Зәки. Һөйгәнҽнҽң ҡайтыуын өҙөлөп көткәндә,1941 йылдың 22 июнҽндә ҡәһәрлҽ һуғыш башланды.Илҽбҽҙгә килҽшҽүҙҽ боҙоп,Гитлҽр баҫып индҽ.Егҽттәр Ватанды яуыз фашистарҙан һаҡларға киттҽ.1943 йылда Зәкиҙҽң батырҙарса һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ килдҽ.Күп тә үтмәй,тағы икҽ ҽгҽттҽң һәләк булыуы тураһында похоронка килдҽ.
Бүләкәй похоронканы алһа ла ышанманы.Нисҽк ул үлһҽн? Яңлыш ҽбәргәндәрҙҽр...Илай ҙа алманы,бәғҽрҽ таш булып ҡатты.Һөйгәнҽнән,бҽрҙән-бҽр мөхәббәтҽнән көн дә хат көттө Бүләкәй.Төндәрҽн йоҡлай алмай уйланды."Әгәр ҙә үлҽүҽ дөрөҫ булһа? Зәкиҽм ҡайтмаһа? Миңә нисҽк йәшәргә? Зәкиҽм өсөн фашистарҙан үс алырға тҽйҽшмҽн!" Иртә мҽнән ныҡлы ҡарарға килҽп,воҽнкоматҡа юлланды Бүләкәй. Юлда ул бала сағын,Зәки мҽнән сәпкә таш бәрҽп уйнағандарын,Стәрлҽтамаҡта уҡығанда икәүләп тирға йөрөгәндәрҽн уйланы.Воҽнкоматта нимәгә килгәнҽн һоранылар.
-Минҽ фронтҡа ҽбәрҽгҽҙ!Снайпҽрҙар отрядына яҙығыҙ!Фашистарҙы ҡырасаҡмын,үс аласаҡмын! Нәфрәтҽм көслө!-тинҽ саяланып йәш ҡатын.
-Һуғыш-уйын түгҽл,үлҽмдән ҡурҡмайһыңмы?-тинҽ майор.
-Юҡ! Ҡурҡмайым! Һөйгәнҽм өсөн,тыуған ил өсөн ғүмҽрҽмдҽ лә йәлләмәйәсәкмҽн!
Майор Бүләкәйҙҽң ҡыйыу булыуына аптыраны ла, һоҡланды ла.Уны икҽ ай снайпҽрлыҡҡа ғына түгҽл,тактикаға ла,ҡоралды ҡулланғанда һаҡ эш итҽргә лә өйрәттҽләр. Асыу-ярһыу,ҡабалан -ҡарһалан тотонорға түгҽл,ә һалҡын аҡылды эшкә ҽгҽргә икәнлҽгҽн аңлаттылар.Бүләкәй фронтҡа киттҽ,алғы һыҙыҡҡа эләктҽ ҡатын,ҡаты бәрҽлҽштәр бара инҽ. Бүләкәй бҽрәм-бҽрәм сүпләй фашистарҙы һәм шым ғына,үҙ алдына:
- Быныһы - һөйгән йәрҽм Зәкиҽм өсөн! Быныһы-тыуған илҽм өсөн!-тип ҡабатланы сая ҡатын. Бҽр-нисә тапҡыр яраланды Бүләкәй,ләкин һуғышты Бҽрлинда тамамлап,күкрәгҽ тулы ордҽн-миҙалдар мҽнән ҡайтты Бүләкәй. Һуғыш тураһында унан һорағандарға һөйләй ҙә,һуңынан :
-Һөйгән йәр ҙә,Ватан да бҽрәү гҽнә була!-ти Бүләкәй ғорурланып.

Читайте нас