Аҡыллы ҡәйнәләр, өлгөр килендәр араһындағы ҡытыршылыҡтарҙы оҫта шымарта белеүселәр хаҡында булыр һүҙем.
. Борон-борон заманда түгел, хәҙерге көндәрҙә төп йортта йәй буйына өҙлөкһөҙ килгән бала-сағаларҙан ялҡып, бөткөһөҙ эштәрҙән арынып, бер аҙ ял итергә теләп, ҡәйнә ҡалала йәшәгән килененә бармаҡсы була. Ваҡыты ла ҡулай, өйҙә мал-тыуарҙы ҡарарға кеше бар, ә ниңә бауыр аҫтынан ел үткәреп йөрөп ҡайтмаҫҡа. Театрға барыр, магазин ҡыҙырыр, килененең тәмле-татлыһынан бешереп төшөргәнен ауыҙ итер, ауылға килгән һайын килене ҡунаҡҡа кил дә кил, тиеп өҙөлөп тора, өс-дүрт көн ҡунаҡ булып ҡайтырға мөмкин дә...
. Килен кеше алсаҡ йөҙ, тәмле тел менән ихлас ҡаршылай. Арҡаһынан һөйөп-һөйөп һағынғанлығын белдерә, үҙ өйөндәгеләй урынлашыуын үтенә.
. -Килеп ҡалай арыу иттең әле ҡәйнәм, бөгөн кискә бергә эшләгән ҡатын ҡунаҡҡа саҡырғайны, балаларҙы алып ҡалырһың инде, эйәртенешеп йөрөгө килмәй, беҙ ҡайтҡансы ашатып, йоҡларға һалырһың инде.
. Ейәнсәрҙәренә әкиәтен һөйләп йоҡлатҡас, улар артынан йыйыштырға көскә хәле етә өләсәйҙең, аҙаҡ ныҡ арыуҙан йоҡлай алмай оҙаҡ тәне һелдерләп ята әле, юл һуҡҡан, өйҙә лә китер алдынан эштәрен теүәлләп киткәйне.
. Иртәгәһенә балалар эштә, ейәнсәрҙәр уҡыуҙа саҡта иркенләп магазиндәр ҡыҙырмаҡсы.
. -Ҡәйнәм, һинең ҡулың алтын бит ул, беҙ эштә саҡта күңелһеҙләнеп ултырма, бынау кейемдәрҙең һүтек- тишектәрен теккеләп ҡуйырһың әле, төймәләре төшкәндәре лә бар, ҡарап теүәлләрһең үҙең.
. Ярты көнгә ярыш юҡ, төшкә тиклем тегенер, унан һуң да урамға сығырға була, килененең ваҡыты юҡтыр, эш кешеһе, ни тиһәң дә.
. Карауат эргәһендәге тумбочка өҫтөнә һалынған кейемдәр күп кенә икән, бер көндә генә бөтә алмай ҡәйнә, ике-өс көнгә етә.Дөрөҫөрәге тегеп, юрмәп, ямап бөткәндәре урынына икенселәре килеп ята. Уның араһында мәктәптән, эштән ҡайтыуҙарына ашарҙарына бешеренә, килене улының әсәй ризыҡтарын һағыныуын туҡып ҡына тора, маҡтай-маҡтай ашайҙар.
. Өсөнсө көнгә кискә ҡәйнәһенең бүлмәһенә ремонтлатырға кейем-һалымын тотоп ингән киленде тумбочка өҫтөндә ҙур хәрефтәр менән яҙылған ҡатырға плакат ҡаршылай,
,, БОЛЬШЕ АЛАМА НЕ ПРИНИМАЮ! "
. Ауылға ҡайтырға ваҡыт етә шул, иҫәпле ял көндәре үтә.
Гөлдәр әбей.
Ҡәйнәләрҙә ҡунаҡта.
. Ах ауыл тәбиғәте!!! Ожмах үҙе ауыл ерендә урынлашҡандыр, һәр хәлдә бар уңайлыҡтары булған һаҫыҡ ҡала тормошона оҡшамағандыр ожмах торошо.
. Әле генә мейестән сыҡҡан эҫе икмәкте ҡабып, һалҡын һөт уртлау, үҙе ожмах ризығылыр, ә яңы картуфты шыйыҡ ҡаймаҡ менән һоғоноу, артынан һалҡын һөт, телеңде йоторлоҡ, тәмле ҡаҙ һурпаһы үҙе ни тора, ммм...
. Кискелеккә көн дә ауыл мунсаһы, сәскәләр еҫе аңҡыған һалҡынса саф һауанан һуң эҫе мунсаға инеп зифа тәнеңде иң тәүҙә ҡайны пасекаһынан һығылған шифалы бал менән ыуынып, оҙаҡлап тирләп эләүкәлә ятыуы ғына ниндәй ләззәтле, биш йондоҙло ял йорттарың ары торһон.
. Әммә бер әтнәкәһе килеп сығып тора, рәхәтлектең етенсе ҡатына еткәндә генә, тәнен сайып алырға тасҡа һыу ҡойорға эләүкәнән төшкәс, килен кеше һыуыҡ һыуҙың етмәйәсәген аңғара, унан алда мунса төшкән ире, балалары һыуыҡ һыуҙы муллап тотонғандарҙыр, бактың төбөндә генә ҡалған. Ҡәйнә-ҡайныһы һарайҙа мал менән булашаларҙыр был ваҡытта, киске һауын мәле, мунсала эштәре бөткәс иң һуңынан сайынып сығалар, ире өйҙә телевизорҙан айырыла алмайҙыр, балалар интернеттан.
. Әмәлгә ярағандай тышта ҡыштырҙау ишетелә, килен яланғас тәнен таҫтамалға урап ишектән башын тығып ҡарай.
. -Ҡайным, һин икәнһең дә, мунсаның һыуыҡ һыуын әҙ ташығанһың, һыу етмәй, һыу алып кил әле.
. -...
Гөлдәр әбей.
Эҫе сәй.
. Бөтөп барған ауыл магазинында кәрәк-яраҡты һайлап алып булмай, бесәнгә төшөр алдынан ҡайны-ҡәйнә ҡалаға баҙарға килгәс, улы менән килене йәшәгән йортҡа һуғылалар.
. Балаларҙың ялы, сарсаған тамаҡтарын ебетеп, өйрәнгән мәлендә эселмәгән сәйҙәрен эсеп, баштарын яҙып, хәл алырға уйҙары. Ауыл күстәнәстәрен дә ҡалдырырҙар, уларға тәғәйенләп тултырғандар.
. Алсаҡ килен тиҙ арала сәйен өлгөртә, атаһына залда ниҙер күрһәткән ирен ашыҡтыра.
. Эҫе көндә сәйгә сарсаған ҡәйнә улар өҫтәл янына килгәндә бер нисә сынаяҡты бушатып өлгөрә лә инде.
. - Килен, ҡайның эҫе сәй ярата, сәйен яңыртып яһайһыңмы әллә, һыуынғандыр сәйе.
. Килен ҡайныһы алдындағы сынаяҡтағы сәйенә бармағын тығып:
. -Юҡ әле ҡәйнәм, ҡайнымдың сәйе һыуынмаған әле,-тип яуаплай.
Гөлдәр әбей.
Тешһеҙлек.
. Ауылда муллыҡ, тиһәләр ҙә етешһеҙлек тормош әле лә бар шул.
. Йылдар үтеп, хәлдәре самаланғас, мал тотоуҙарын да ҡыҫҡартып, ҡайны менән ҡәйнә ҡалаға, улы менән килене янына ҡунаҡҡа килә.
. Ейәнсәрҙәр үҫеп таралышҡан, кем олоһо, кем кесеһе булып, килен менән улан да мәртәбәләнгән, һөйләшеүҙәре тамаҡ төбөнән генә сыға.
. Күпме мал көтөп, нисә йылдар пенсия алһалар ҙа үҙҙәренә яһалма теш ҡуйҙырта алмаған ҡәйнә менән ҡайнының ашауҙары ла йомшаҡ ризыҡҡа ҡалған, килене әйтмешләй һайланып ҡына сепәңләйҙәр.
. Килгән көнөндә үк өҫтәлгә иҫке икмәк теленә.
. -Икебеҙ генә булғас икмәк тиҙ иҫкерә, элекке көн генә һалғайным, ашағыҙ, ҡатмаған әле, магазиндеке ҡиммәт, телһәң ыуалып тора, яратмайбыҙ.
. Килененең ҡайырып тешләп, умырып ашағанына ҡыҙығып алған икмәк телемен ебетеп ашарға мәжбүр булалар ололар.
. Икенсе көнөнә лә икмәк кәмемәй, килен икмәк барлығын белдереп икмәк алмай ҙа, һалмай ҙа...
. Ҡышҡы тайғаҡтан ҡурҡып ололар магазингә үҙҙәре сығырға ҡурҡалар, ә аҡса биреп ашарға алдырыуҙан кәмһенәләр, ғәрлеге ни тора, ни тиһәң дә улдарында тиҫтә йылдар ҡунаҡта булғандары юҡ
. Өсөнсө көнөнә ҡайнының сабырлығы бөтә.
. -Әйҙә әбей, ауылға ыңғайлайыҡ, килендең ризығы мул, бөтмәй ҙә, кәмемәй ҙә, асҡаҡһытты, ҡайтһаҡ йомшаҡ икмәк һалып ашатырһың.
Гөлдәр әбей.