Все новости
Проза
14 Декабря 2023, 14:19
ЛИТЕРАТУРА

Янғын. Хәйҙәр ТАПАҠОВ

– Ҡандала?! Бур?! Бына был һүҙҙәрең өсөн яуап бирергә тура килер! – Хужа ҡулдарын янаулы болғаны. – Ныҡ рәнйеттең! Ә мин рәнйеткәндәрҙе кисерә, ғәфү итә белмәйем!

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Петр Алексеевич йоҡонан иртә уянды. Түшәгендә әйләнеп-тулғанып ятырға ғәҙәтләнмәгәнгә етеҙ ҡуҙғалып торҙо, спорт салбарын кейҙе, аяҡтарына шипатайҙарын ҡатты. Бүлмә эсе һиҙелеп яҡтырған. Күҙ ҡырыйы менән генә тумбочка өҫтөндәге будильникҡа һирпелде. Биш тулып яңы алтынсы киткән. Яҙғы таң шаҡтай иртә ата шул хәҙер. Ҡатынын, Мәликә Хөрмәтовнаны ваҡытынан алда уятып борсоғоһо килмәгәнгә шыпырт баҫып аш бүлмәһенә ҡарай йүнәлде, газ плитәһенә сәй ҡойоп ебәрҙе, шунан залға сығып етеҙ хәрәкәттәр менән ҡатҡан тәнен яҙып физзарядка яһап алды. Йоҡо бүлмәһенең ишеген ябып телевизорҙы тоҡандырғайны ғына ҡатынының ризаһыҙ мыжыуы ишетелде: «Үҙең ятып сыҙамағас та һәммәһен аяғөҫтө тип уйлайһың инде әллә… – Башҡаларҙы ҡайғыртҡандай итеп өҫтәне лә. – Исмаһам күршеләргә йоҡларға бир! Баҫ шул нимәңдең тауышын!» Уңғансы сәйнүк ҡайнап сығыуын белгертеп һыҙғырырға тотондо. Һыуытҡыстан һөт, колбаса, май сығарҙы, икмәк телде, ҡуйы итеп шәкәрһеҙ ҡара кофе әҙерләне. Диабет менән яфаланғанлыҡтан ризыҡтағы тәм-томдо сикләргә мәжбүр. Теләкһеҙ генә ризыҡҡа үрелде.

Сығырға йыйынып үткелектә мөштөрләй генә башлағайны, зал яғынан күбәләй йыуан кәүҙәһен мөлкөтөп Мәликә Хөрмәтовна сыҡты ла ойпаланған йоҡа сәстәрен бармаҡтарына аралап, оҙон итеп иҫнәп алғас шешмәк күҙ ҡабаҡтарын секрәйтте:

– Һәйбәтләп ашаныңмы?

– Эйе.

– Ҡайҙа йыйындың инде, эшем эйәһе?

– Хакимиәткә. Шунан ветерандарҙың йәшәү шарттары менән танышаһым бар.

– Теге емереккә бараһыңмы?

– Шунда инде.

– Таң һарыһынан төртәңләһәң ҡарт-ҡороларың ташландыҡ йортта әҙәмсә йәшәй башлайҙар инде! Кемгә кәрәктәре бар ул һалыҡтарыңдың? Бөтәһе бер юлы ҡырылһалар ҙа ҡайғырыусы табылмаҫ, киреһенсә ҡыуанасаҡтар ғына! Һин генә сабаһың ул елгә еленләп, боҙға быҙаулап, бесплатный работник! – Йоҡоһонан тамам айныған һүҙсән Мәликә Хөрмәтовна стенаға һөйәлеп бер тынанан теҙҙе.

– Нимә, тотоноробоҙға етмәйме?

– Ике пенсияны бергә ҡушһаҡ, кейенеребеҙгә ҡалмаһа ла ашарыбыҙға етә, шуныһына ла ризамын. Бушлай һемтәңләүеңә генә эсем боша.

– Бушлай уҡ түгеллекте яҡшы беләһең.

– Исем өсөн генә ай һайын алдаштырып саҙаҡа бирәләр.

– Шул тиндәргә ымһына тиһеңме әллә? Һин әйткән ҡарт-ҡороно мин хәстәрләмәһәм кем хәстәрләй? Төшкә ҡарай ҡайтырмын!

– Эй, илаһым, ошоноң ҡыланыуҙарын! Муйыл сәскә атҡан осорҙа көндәр һалҡынайта, йылы курткаңды кей! – Ғүмере буйы балалар баҡсаһында мөдир вазифаһында эшләгән ҡатыны уны ҡайғыртырға, ваҡ ҡына йомоштарын да олонан ҡубарып хәстәрләргә әүәҫ, аҙым һайын иҫкәрмә яһарға ла тартынмай. Әйҙә, ҡыландырһын, күнгән, күнеү генә түгел шундайыраҡ ҡапаҡлауҙарһыҙ бер нимә етмәгәндәй ҙә һымаҡ әле. – Дарыуыңды ҡабул иттеңме? – Мәликә Хөрмәтовна мөһим нимәне хәтеренә төшөргәндәй ҡабаланып һораны ла ауыр кәүҙәһен еңел ҡуҙғатып аш бүлмәһе яғына байпаңланы. – Ҡарайым әле, моғайын да онотҡанһыңдыр?

– Көн һайын бер үк ваҡытта эсергә кәрәклекте беләм дә… – Ризаһыҙ һөйләнеп тәпәш аяҡ кейемдәре шкафынан туфлиҙарын сығарып кейҙе лә шалтылдатып ишектең биген борҙо.

– Түрә әфәнде, күҙлегеңде, блокнотыңды алдыңмы?.. – Арттан эйәреп килеп һөйләнеү ишеккә ҡыҫылып ҡалды.

Ысынлап та таң үтә лә саф ине. Саф һәм һалҡынса. «Алай ҙа кисә ошондайыраҡ һауа торошоноң килерен белгәндәй асыҡ түтәлдәге үҫентеләрҙе полиэтилен япма менән ҡаплаштырғайным. Бирешмәҫтәр. Ә бына сәскә атып өлгөргән алма, груша, сейәләрҙе ҡырау һуғыуы бар. Баҡсаға барып ағастар төбөнә төтөнлөк һалғанда килешер ине. Ярай, бер ниәтләгәс кире боролмайым …» Һалҡындан ҡалтыранғандай итте лә өҫтөндәге ветровкаһының замогын өҫкә ҡарай тартып ҡулдарын кеҫәләргә йәшерҙе.

Тынлыҡта әүелйегән ҡала әле йоҡонан уянмаған. Автобустар ҙа маршрутҡа сыҡмаған. Һирәк-һаяҡ үткән-һүткәндәрҙе иҫәпкә алмағанда урамдар ҙа буш. Йорттарҙы ҡырлатып теҙелеп күкрәп сәскә атҡан сирен ҡыуаҡтарынан ҡуйы хуш еҫ бөркөлә. Аҙға ғына туҡталды. Баш осондағы ботаҡты үҙенә ҡарай һаҡ ҡына эйелдереп ҡараһыу зәңгәр сәскәләр суғын танауына килтерҙе, аҙға ғына күҙҙәрен йомдо. «Ығы-зығы шауҡымда йәшәйбеҙ, әйләнә-тирәләге ябай ғына йәмде лә күрә белмәйбеҙ. Ә бит тәбиғәт үҙ ҡанундарынан бер ҡасан да ситкә тайпылмай – мәлендә миҙгелдәр алмашына, ҡоштар йылы яҡтан һуңламай ҡайтып төйәктәрендә оя ҡоралар.Ҡайһылай ҙа һәйбәт, һәйбәт, шайтан алғыры!..»

Ҡала хакимиәтенә парк аша үтеп барырға кәрәк. Уртала, суҡ ҡайындар ҡамауындағы «Мәңгелек ут» комплексы янында туҡталды. Йыл һайын Еңеү көнө алдынан постаменттағы ҡоростан ҡойолған һалдат һәйкәлен ҡош тиҙәктәренән таҙартып йыуалар, майҙанды һеперештерәләр, декоратив ҡыуаҡтарҙы ҡырҡып тигеҙләйҙәр. Шулайтып тантанаға әҙерләнәләр. Байрам саралары үтеп бөткәнгәлер, әле бында дөйөм тәртипһеҙлек: тирә-йүн ҡайҙа етте шунда ырғытылған ҡағыҙ киҫәктәре, тәмәке төпсөктәре, буш пластик һауыттар менән тулған. Шулай булмай тағы, парк эскеселәрҙең өйкөлөшөп кәйеф-сафа ҡороу, ә тимер тояҡлы, ултырыр, арҡа терәр ерҙәре урта ҡалынлыҡтағы рейканан рәшәткәләп эшләнгән ултырғыстар әтрәгәләмдәрҙең төн үткәреү урыны. Ана, яуҙа ятып ҡалған яугирҙәр исемлеге яҙылған ялпаҡ плитәгә арҡаһын терәп кесе ярауында күлбегән ир салҡан тырпыраған. Эргәһенә сүкәйгән икенсеһе тамуҡ киҫәүеләй һерәйгән.

Тәү ҡарашҡа йоҡомһорағандай ҡыланған Киҫәү көнитмешкә бөтөнләй үк битараф түгел икән дә баһа. Бына ул ҡаҡашып төҫөн юғалтҡан джинсы курткаһының түш кеҫәһенән таушалып бөткән тәмәке ҡабын килтереп сығарып сигарет тоҡандырып ҡапҡас, берауыҡ мейесе ҡабынып китә алмаған ҡара мунсалай быҫҡыны, шунан йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған, ситтәренә эрен уҡмашып ҡатҡан, аң-зиһен осмото тойомланмаған ташбыҡ күҙҙәрен түбәндән юғарыға йүнәлтеп ғыжылданы:

– Братан, бер шешә һыралыҡ ҡына аҡса бир, прошу?

– Мин һиңә ниндәй братан булайым?

– Әйҙә, һинеңсә булһын, ағай. – Сыбыҡланған бысраҡ сәстәрен артҡа һыпырып усын иртә һырҙар сыбарлаған маңлайына баҫты. – Уф-ф-ф… Үләм… Әлегә ничего, сыҙарлыҡ, ә бына айыға төшһәм похмелдән интегәсәкмен. Шуны ҡайғыртыуым…

– Бар өйөңә ҡайт. Ғаиләң көтәлер.

– Өйөм?! Йортло, ғаиләле кеше бында тинтерәйме тағы? Сәйер, бер ҡатлы күренәһең, брат… әй, ағай… Э-э-э…йә, бирәһеңме юҡмы? – Шау һөйәк, ҡыштыҡтан суғырмаҡланған бармаҡтарын сүместәй бөршәйтеп һондо.

– Икенсе маҡсатҡа һораһаң баш тартмаҫ инем, ә араҡыға тигәндә юҡ!

– Араҡыға тимәйем дә, хотя бы на пиво… Принципиальный значит?! Теләмәйһең икән, мәйелең, һине, старикашканы талай алмайым да. – Хәйер таммаған усын өмөтһөҙ һелтәне. – Һаранланһаң ни аҡса табыуҙың икенсе юлын да беләбеҙ. Йәш өйләнеүселәр бына ошонда, – ул ут бөрккән йондоҙ уртаһына һуҡ бармағын төрттө, – ваҡ аҡса ырғыталар. Шулайтып яуҙа ятып ҡалғандарға үҙҙәренсә хөрмәт күрһәтәләр. Наивные… Ә беҙ утлыҡты бушлат ябып томалайбыҙ ҙа улар ҡалдырғанды сүпләйбеҙ. Ә ниңә, имеем право! Мәҫәлән, минең ҡартатай ҙа һуғышта ҡатнашҡан, егерме ике йәше лә тулмаған, яңы ғына кәләш ҡуйынына ингән пацан шунда, яу ҡырында ятып ҡалған. Урыны йәннәттә, ә беҙгә ауыртҡан башты төҙәтеү необходимо!

– Тфү! – Петр Алексеевич бер яҡ ситкә ҡайырылып төкөрҙө. – Ниндәй кешеләр һеҙ!

– Ниндәй булһын, обыкновенныйҙар, минең кеүектәр аҙым һайын! Кемдәрҙер сереп байый, ә күптәр тормош төпкөлөндә, бөлгөнлөктә көн күрә, сөнки ил муйынынан енәйәт һаҙлығына батҡан. – Фәлсәфә һатыуҙан илһамланған Киҫәү аяғүрә баҫты ла дәрес аңлатҡан уҡытыусылай башын юғары сөйөп сыбыртҡылай һалынҡы ҡулын алға ташланы. – Юғарыла дәүләт милкен тартынмайынса мил-лиардлап урлайҙар. Ә ябай халыҡ бөлгөнлөктә интегә. Нимә эшләргә беҙгә? Что нам делать? Һуңғы тиндәрҙе йыйып ҡайғыны йыуырға ҡала! Эйе, мин алкаш, мынау ҙа! Инәңде… – Эскенән миңрәүләнгән тотороҡһоҙ холҡо күҙ менән ҡаш араһында үҙгәргән асарбаҡ иламһырап бысраҡ ҡул һырты менән йәш эркелгән күҙҙәрен тызыны ла иҫ-оҫ белмәй аунаған әшнәһенә типте. Тегеһе салҡан әйләнеп ауыр ыңғырашып ҡына ҡуйҙы. Ыңғайы бер уҡшытҡыс һыҡра еҫе танауҙы ярҙы. – Ни өсөн кипмәйенсә эскәнемде беләһеңме, ағай? Донъяға айыҡ ҡарарға ҡурҡам! Ысынбарлыҡ ҡурҡыныс, ай, нисегерәк ҡурҡыныс! Нәфсеһен тыя белмәгән түрәләрҙе һис ҡасан эләктермәйәсәктәр, сөнки закон улар яғында. Ә ваҡ кеҫә ҡараҡтарын теләһә ниндәй мәлдә төрмәгә ырғытырға әҙерҙәр. Ҡайҙа ғәҙеллек? Юҡ ул, булмаған һәм булмаҫ та! Рәсәйҙә велосипед урлауға ҡарғанда сит илгә вагонлап алтын күсереү күпкә еңелерәк һәм хәүефһеҙерәк. Берүк ғәфү ит, ағай, телемдең сиселеп, гәп һатырға ҡысытҡан сағы. – Асҡалаҡ, шырт баҫҡан йөҙҙә көтмәгәндә йылмайыу ишараты төҫмөрләнде. – Ни тиһәң дә ғәжәп был донъя тигәнең! Яҙ етте, күгүләнгә аяҡ баҫтыҡ, көҙгә тиклем йәшәргә була! – Киҫәү ҡабаттан теләнселәүгә күсте. – Йәшәргә мөмкин, но все таки баштың шаулауын баҫыу көнүҙәк мәсьәлә… Бир?!. Беҙгә бер шешә һыралыҡ та етә?.. Нимә, тиндәрең йәлме?..

Хәбәр һатыуҙы тыңлағыһы килмәгәнгә ары атланы, ҡала үҙәгендәге майҙанға сыҡҡас эскәмйәгә һағып тәмәке тоҡандырҙы, әлеге йәмһеҙ аралашыуҙан арынырға, йөҙөнә яғылып өлгөргән күҙгә күренмәҫ бысраҡтан ҡотолорға теләгәндәй биттәрен ыуҙы.

Ҡалала тау техникумында белем алып, ҡырҡ йылдан ашыу ошонда йәшәп, урындағы тау байыҡтырыу комбинатында мастер вазифаһында пенсияға оҙатылһа ла ул сығышы менән ауылдан. Ауыл тәрбиәһе, ауыл ғәҙәттәре аңына һеңгән. Саҡ ҡына ла эшһеҙ тора алмай. Пенсияға сыҡҡандың тәүге көндәрендә үҙенә урын таба алмай ҡаңғырып, ыҙаланып бөттө: былай ҙа тәртиптән ялт иткән баҡсаһына бара ла ҡаҙылған, йомшартылған түтәлдәрҙе ҡабаттан тырматырға, йомшартырға тотона, емеш ағастарының төптәрен көн һайын тейерлек яңынан аҡбалсыҡлай, шунан ҡайтып ингәс фатирында күңеленә ятҡан шөғөл эҙләп унда-бында һуғыла. Кешеләр менән өҙлөкһөҙ аралашып, уларҙың хәстәре менән көн итеп өйрәнгәнлектән барыбер йәненә толҡа тапмай. Шуны аңланы – эшенән, коллективындағы мәшәҡәттәрҙән йәм һәм тәм алып йәшәгән икән дә баһа. Аҙна-ун көн тирәһе унда-бында бәргеләнеп аптыранғас юҡ йомошон бар итеп кире комбинатҡа китте, ҡабул итеүгә яҙылды. Мөрәжәғәттең сәбәбен асыҡлауҙы үҙенең һөнәри бурысы итеп иҫәпләгән секретарь ҡыҙҙың төпсөнөүенә «шәхси мәсьәлә буйынса», тине танауы аҫтынан мығырҙап. Генераль директор Заманов Рәфҡәт Уралович көттөрөңкөрәп ҡабул итһә лә хөрмәтләп ҡаршы алды. Ҡунағын йомшаҡ күн креслоға урынлаштырғас тиң икәнлектәренә ишаралап йәнәшәһенән урын алды, сәй килтерергә ҡушты. Һауа торошо, хәл-әхүәлләшеүҙән башланған дежур һөйләшеү бер аҙҙан тормош-көнкүреш мәсьәләләренә килеп ялғанды. «Арыу ятам әле», тине теләкһеҙ генә. «Урыныңа ҡалған мастер егеттең быуыны шыйыҡ һымаҡ күренә. Ә һин эшләгәндә цех өсөн тыныс инем. Хәҙер көн һайын тиерлек, урындағы хәлде белешәм, тикшерәм, бөтәһен шәхсән контролләйем. Шунһыҙ мөмкин түгел». Лимонлы сәйҙе уртлай-уртлай ваҡ-төйәк етешһеҙлектәр хаҡында оҙаҡ һандыраны директор, әммә күпме генә көтһә лә элекке хеҙмәткәрен ҡабаттан эшкә саҡырманы. Ысынында иһә шуға өмөтләнеп килгәйне бит. Кабинеттан күңеле һүрелеп сыҡты. Бында ба-шҡаса ике аяғының береһен баҫмаҫ. Ул – пенсионер, бында артыҡ кеше.

Шулай ҙа был осрашыу эҙһеҙ үтмәне. Бер нисә көндән шылтыраттылар. Секретарь ҡыҙ генераль директор менән тоташтырҙы.

– Һаумы, Петр Алексеевич, нисек ятыш?

– Ҡарттарҙың хәле билдәле, Рәфҡәт Уралович.

– Улайтып олоғайып китмәгеҙ, хөрмәтле ветеран!

– Ветеранды моғайын да мәктәп балалары менән осрашыуға саҡыраһығыҙҙыр? Башҡаһын карьераға ынтылыусы йәштәр урын-еренә еткерә түгелме? Ҡулдарынан киләме-юҡмы, уныһы инде икенсе мәсьәлә.

– Тураһын ярып әйтмәһәгеҙ ҙә үткәндәге визитығыҙҙың маҡсатын бер аҙ тойомлағайным. Ни хәл итәһең, теләйбеҙме беҙ быны әллә юҡмы, тормош шул, булдыҡһыҙ йәштәргә ҡала. Пенсияға яҡынлаған һайын уйландыра, йәшермәйем, шикләндерә лә. Урыныма дәғүә итеүселәр быуа быуырлыҡ, табышын аңдыған ҡоҙғондарҙай яңылыш баҫмаҫмы был, тип һәр аҙымымды күҙәтәләр.

– Йәшәүегеҙ еңелдән түгел икән! – Саманан арттырып ебәреүен һиҙемләп һөйләшеү тонын үҙгәртте. – Хәл белеп шылтыратыуығыҙға рәхмәт, Рәфҡәт Уралович!

– Хәл белеү кәрәк әлбиттә, бында мәсьәлә икенсерәк тора. Күптән инде ҡаланың ветерандар Советына рәйеслеккә лайыҡлы кандидатура эҙләйҙәр. Кисә башлыҡ менән осрашҡанда шул хаҡта һүҙ сыҡҡайны һеҙҙең рөхсәттән тыш исем-шәрифегеҙҙе атаным да ҡуйҙым. Нисек?

– Нисек тип, ҡапыл ғына ҡарар ҡабул итер тәҡдим түгел.

– Шуға бит хакимиәткә саҡыртҡандарынса тип борсоуым.

– Советтың бурыстары билдәле – өлкәндәрҙе ҡайғыртыу. Булдырып булырмы икән?

– Нишләп булмаһын! Ҙур коллективтың профсоюз етәксеһе инегеҙ заманында. Бер һүҙ менән әйткәндә һеҙҙең өсөн күнегелгән ҡамыт.

– Холҡом билдәле.

– Әйтмә лә. Бигерәк тынғыһыҙһығыҙ, алдығыҙға алғанды аҙағынаса еткерәһегеҙ. Рәйескә шундайыраҡ кеше кәрәк тә.

– Уйлармын.

– Ҡулай урын, башҡа варианттар күрмәйем. Әйткәндәй, унда бер аҙ эш хаҡы ла түләйҙәр шикелле, иш янына ҡуш, тигәндәй.

– Аҡса тигәнең бер ҡасан да етмәй инде ул.

Заманов ары ҡыҫҡа тотто:

– Шуны әйтер өсөн шылтыратҡайным. Ҡалғанын һеҙгә хәл итәһе. Хушығыҙ! – Трубкала ҡыҫҡа гудоктар ишетелде.

Аҙна-ун көндән хакимиәткә саҡыртып әңгәмәләшкәндән һуң тиҙ арала ветерандарҙың отчет-һайлау йыйылышын йыйып уны рәйес итеп һайлап та ҡуйҙылар. Хәҙер ошо, йәмәғәт башланғысындағы тынғыһыҙ урынды биләүенә биш йыл тулып та киткән.

Ҡул сәғәтенә сәғәтенә күҙ атты. Иртәрәк сыҡҡан, был мәлдә башлыҡ ғәҙәттә урынбаҫарҙарын йыйып ала. Алдан барһа ла инә алмаясаҡ, ингән хәлдә лә тығыҙ графикта эшләгән етәксе иғтибар менән тыңламаясаҡ. Ә ул йомошон йомошламай сығып өйрәнмәгән.

Тирә-яғына күҙ атты. Ситке ултырғыста оло кәүҙәле ир һуйҙайған. Көслө ғырылдауға эйәреп таралған зәһәр араҡы еҫе бында ла килеп етә төҫлө. «Ниндәй илдә йәшәйбеҙ? Ҡайҙа баҡма, иҫеректәр. Тотош мир эсә… Бынауҙың һыны ауылдашым Ҡотлобайҙыҡы ише ҙур… Ул араҡы шауҡымынан иртә быуынһыҙланды, шуға исеме ҡотло булһа ла ҡотһоҙ йәшәүенән мәғәнә тапмай иртә китте фанилыҡтан…» Ҡулындағы һүнергә өлгөргән тәмәке төпсөгөн эргәләге сүп һауытына ырғытты ла яңыһын тоҡандырып ҡапты, көйәләнеүен баҫырға теләп тәрән һурып тарта башланы.

…Таң алдынан ауыл осонда янғын сыҡты. Йоҡолары асылып өлгөрмәгән халыҡ ҡулына нимә етте шуны эләктереп ялҡыны күккә олғашҡан йорт яғына ҡарай йүгерҙе. Ҡоро ҡул килгәндәр дөйөм ығы-зығыға буталсыҡлыҡ өҫтәп, сарғаланып улай-былай йүгергеләй. Иртә моронлаған йәйге таңға ут ялҡыны өҫтәлгәс тирә-йүн һыуҙай яҡтырып киткән. Алты мөйөшлө өй эсенән сыҡҡан ҡеүәтле ялҡын асыҡ тәҙрә аша тышҡа бәреп стена буйлап үрмәләп фронтонға тоҡанған. Ҡыҙып өлгөргән шифер шартлап ярылып ярсыҡтарын ян-тирәгә һибә, шуға тиҙ генә яҡынлармын тимә. Ишек алдының ҡалҡыуыраҡ ерендәге сирәмдә аяҡтарын ҡосоп башын түбән эйгән уҫлаптай кәүҙәле Ҡотлобай суҡайған. Булмышы тыныс, үтә лә тыныс, әйтерһең был оло ҡазаға бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ. Бына ул һиҫкәнгәндәй башын ҡалҡытты ла мәғәнәһеҙ ҡарашын йорт яғына йүнәлткәс телен көрмәлдереп һөрәнләне: «Нимә, янамы? Янһын, хәләл көсөм менән берәмтәләп йыйыған мөлкәтем, һеҙҙеке түгел! Нишләп беҙгә ҡыйын саҡта бына ошолайтып йыйылышып килеп етмәнегеҙ? Эш үткәс сәбәләнәһегеҙ. Һеҙ гел шулай инде, после пожара… Ә ҡатыным, берҙән-бер ҡыҙым ҡайҙа тиһегеҙме? Улар тегендә, ут эсендә. Үртте кем һалдымы? Үҙем! Тиҙҙән яҡты донъяла эҙебеҙ ҙә ҡалмаҫ!..» Лауылдап һөйләнгән ир кинәт ҡалҡып ауа-түнә өйө яғына ҡарай йүгерҙе. Кемеһелер тегенең юлына арҡыры төштө: «Нимә ҡылмаҡсыһың ағай? Унда ярамай, күрәһең бит эскә үтерлек түгел…» Ҡотлобай ҡосорға маташҡан сибек кәүҙәне ситкә ырғытты: «Кит әле, сәүек, ҡамасаулама!» Шулай тине лә еңел генә солан, ары өй ишеген тартып асып ут эсенә сумды. Шуны ғына көткәндәй саң-туҙан борхотоп түшәм ишелеп төштө…

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Викторович Еремкин тотҡарлыҡһыҙ ҡабул итте.

– Хәлдәрегеҙ нисек, Петр Алексеевич? – Ҡаршы килеп ихлас күреште лә һынағандай итеп төбәлде. Бер нисә тапҡыр бына ошолай, күҙмә-күҙ осрашыуҙан һуң шуға иғтибар итте, башлыҡтың итләс йөҙө тиҙ үҙгәреүсән, уның ҡасан балҡып китерен йә һөмһөрө ҡойолорон алдан күҙаллау мөмкин түгел. Әле лә төҫһөҙ, йүгерек күҙҙәренә атайҙарса хәстәрләү ишаратын йәбештерҙе – Берәй ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡмағандыр бит, иртәләгәнһегеҙ, йәнә кәйефһеҙ күренәһегеҙ?

– Именлек әле… – Уратып яуапланы.

– Беренсе май байрамын бик күркәм итеп билдәләнек. Хәҙер инде киләһе Еңеү көнөнә бөгөндән әҙерлек башларға кәрәк.

– Владимир Викторович, һуңғы алты айҙа ике тиҫтәгә яҡын һуғыш һәм тыл ветеранын ерләнек. Тағы ла бер йылдан уларҙың кемеһе ҡалыр икән?

– Шулай…

Уңғансы телефон шылтыраны. Ярҙамсыларының береһе шылтыратыуын һиҙгән башлыҡ тәкәббер өндәште:

– Тыңлайым!.. Һуң һиңә күпме ҡабатларға мөмкин, ҡала урамдарындағы соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлауҙы ошо аҙнала тамамлайһың… Уныһы инде һинең проблема, хәл ит! – Телефон трубкаһы тирәсенә төшөп ятыуға йәнәшәләге аппараттың микрофоны тоҡандырылды. – Владимир Викторович, төҙөлөш министры…

– Хәйерле иртә, Николай Степанович! – Башлыҡтың йөҙө күҙ менән ҡаш араһында яҡтырып китте, һалынҡы ирендәре татлы ризыҡ ҡапҡандай йәйелде. – Сәләмәтлек, кәйефтәр нисек?.. Беҙҙең дә сыҙарлыҡ, ҡуласалағы тейен һымаҡ көндәлек эштәр уратаһында әйләнәбеҙ… Эйе, «Иҫкергән торлаҡ» программаһы көндәлек күҙәтеүем аҫтында… Үткәндә өлкә кәңәшмәһендә ыңғай яҡтан телгә алдығыҙ. Һәр ваҡыт, һәр ерҙә һеҙҙең хәстәрлекте тоябыҙ. Әгәр өҫтәмә ярҙам булғанда төҙөлөштө тағы ла йәнләндереп ебәрергә мөмкин… Урында танышам, тиһегеҙме, рәхим итегеҙ! Юғары кимәлдә ҡаршы алырмын: мунсаһы ла, шешлеге лә тигәндәй. Һунарға сығып әйләнербеҙ! Һеҙ оҫта балыҡсы ла бит әле. Эйе, урынды әҙерләй торормон! – Һыуға ем һибеп балыҡ әүрәткән хәрәкәттәр яһаны. – Көтәм, Николай Степанович! Шылтыратыуығыҙға рәхмәт! – Ҡурылған ит киҙәге ҡапҡандай бер килке ирендәрен сәпелдәтеп торҙо ла ысынбарлыҡҡа ҡайтҡас урынына килеп ялпашып ҡоласын йәйҙе:

– Бына шулай, бер минут тынғы юҡ!

– Владимир Викторович, йомош менән бик урынлы килеп индем һымаҡ.

– Ниндәй йомош икәнлеген әлегә белмәйем. Һөйләгеҙ, тыңлайым.

– Теге, ҡала ситендә ташландыҡ йорт бар бит әле…

Май бөргән йәйенке биттәр ризаһыҙ тартылды:

– Ну?!.

– Шул «хрущевка» ныҡ туҙған.

– Беләм. Тәҡдимегеҙҙе әйтегеҙ!

– Йортто һеҙ яңы ғына атаған «Иҫкергән торлаҡ» программаһына кереткәндә проблеманы ыңғай хәл итергә мөмкин.

– Ҡулдан килһә әллә ҡасан уҡ хәл итер инем бит!

– Аңлап бөтмәйем.

– Баланста инмәгән шул нимә һыҙлауыҡ ише ҡаланы йәмһеҙләп һерәйгән, асылда иһә, ул – юҡ!

– Унда бит халыҡ йәшәй. Араларында һуғыш һәм хеҙмәт ветераны ла бар.

– Уныһын да беләм! Һеҙ атағандарҙың яҡындары ҡалмаған, үҙҙәре склероздан яфаланалар, ике һүҙҙе ялғап әйтә алмайҙар. Одним словом мертвые души!

– Улар иң әүәл кешеләр, Владимир Викторович!

– Бәлки. Беҙ ҙә бит онотмайбыҙ, байрам һайын бүләген, күстәнәсен бирәбеҙ.

– Ундай нәмәләр эткә ырғытылған һөйәк һымаҡ ҡына. Конкрет ярҙам кәрәк!

– Ниндәй ярҙам?! Ҡабатлап әйтәм, һеҙ һүҙ алып барған йорт та, унда йәшәүселәр ҙә кадастрға инмәгәндәр. Значит, ярҙам итеп тә булмай! Иҫәпкә инмәгән йортҡа ҡайһылайтып ремонт үткәрмәк кәрәк, шул хаҡта уйланығыҙмы?

– Әгәр торлаҡ емерелеп бәләгә ҡалһаҡ!

– Бер ни ҙә ҡыла алмайым! Үткәндә унда полиция хеҙмәткәрҙәрен ебәреү нимә менән барып бөттө, беләһегеҙме? Оло ғауға ҡупты.

– Бер кем дә урамға һөрөлөргә теләмәй.

– Шул шул. Петр Алексеевич, – Еремкин төйөлгән ҡаштарын яҙып һүҙҙе икенсегә борҙо, – илдәге ваҡиғаларҙы моғайын да гәзит-журналдар, телевидение аша күҙәтеп бараһығыҙҙыр?

– Көн һайын.

– Бик нескә, әйтеп еткерелмәгән факттарға ла иғтибар ҙа иткәнһегеҙҙер… Үтә байҙар, хәҙергесә итеп әйткәндә олигархтар әллә ҡасан сит илдәрҙән йорт, ер һатып алып бөттөләр. Әгәр илебеҙ менән бер-бер хәл була ҡалһа улар батып барған караптан ҡасҡан ҡомаҡтарҙай шунда таясаҡ. Ә беҙ бында, сөнки башҡа барыр еребеҙ юҡ. Ташландыҡ йортта йәшәргә маташҡан ярлылар хәлендәбеҙ. Төшөндөгөҙмө?..

– Ошо ине йомош. Һау булығыҙ – Петр Алексеевич әңгәмә тамамланыуҙы иҫкәртеп алдан һонолған йомшаҡ усты тарамыш бармаҡтарына ҡыҫты ла сығыу яғына ҡарай атланы. Артынан аҡланыуға тартым өгөт ишетелде: «Рәсәй көнөн киң билдәләргә әҙерләнәйек. Тамағы туҡ халыҡ ҡына тамаша ярата. Байрамда хәстәрләп йөрөгән ветерандарығыҙға ла өлөш сығарырбыҙ, исемлеккә керетегеҙ!.. »

Ишек тотҡаһына йәбешкәс боролоп күңелһеҙ йылмайҙы:

– Ҡырғын осоронда шайтан туйы ойошторабыҙ түгелме, Владимир Викто-рович?

2

Ҡала бәләкәй, шуға барыр еренә йәйәү йөрөп күнеккән, әле лә ашыҡмай ғына һәлмәк аҙымлап килә.

Ике ҡатлы ҡыйыҡһыҙ хараба һөҙәк ҡалҡыулыҡта ҡарасҡылай ҡалҡҡан. Ҡасандыр асфальт түшәлеп тә хәҙер теткеләнеп бөткән юлдан барыуы яйһыҙ, яҙа баҫып абынып китеүең бар. Артына ҡайырылды. Бынан ҡала ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Ана, улар йәшәгән йорт. Дүртенсе ҡаттағы балкон. Шунда сығып күп тапҡырҙар был тарафҡа ҡарап торғаны бар. Әле лә ҡояш офоҡтағы ялпаҡ тау һыртынан ҡарыш самаһы күтәрелергә өлгөргән. Ҡулын маңлай өҫтөнә ҡуйып килгән ерен тәү ҡат күргәндәй иғтибарлап текәлде.

Ҡыйыҡ урыны ҡасандыр ыҫмала менән ҡатырылған, әле ашыҡ-бошоҡ ябылған рубероиды елдә ялпылдаған түбәнән буйлатып һырғалап һыу һарҡҡан стенаның штукатуркаһы ҡутыры ҡупҡан таҙ ише урын-урыны менән ҡойолған. Сереп бөткән тәҙрә өлгөләренең бер нисәүһе тотошлайы менән полиэтилен менән көпләнгән, шуға улар тотошлайы менән аҡ һалған күҙҙәй килгән-киткәндәргә томан аша ҡарайҙар. Урта тоштағы берҙән-бер көрән төҫкә буялған ишеккә кемдер яңы ғына типография станогында баҫылған плакат йәбештергән. Шунда яҡынлағас түш кеҫәһенән күҙлеген алып кейҙе. «Беҙҙе яҡты киләсәк көтә!» Аллы-гөллө яҙылған текст өҫтөнән йәш егет менән һылыу ҡыҙ йылмайып ҡарай. «Кемеһе уйлап сығарған был кәмитте? Урынын да тапҡан бит әле!»

Эскә, ярым ҡараңғылыҡҡа атланы, танауына тәмәке көйөгө, ҡуйы һыҡра, серегән ағас ҡатнашмаһының уҡшытҡыс еҫе бәрелде.

Беренсе ҡаттағы бәҙрәф эргәһендәге бүлмәлә тыл ветераны йәшәй. Ишекте шаҡыны:

– Клавдия Станиславовна, һеҙ өйҙәме?

– Ҡайҙа ғына китмәйем… Инегеҙ… – Ҡолағына хәлһеҙ тауыш салынды.

Көн яҡтыһы үтә лә насар үтеп ингән ҡыҫынҡы торлаҡта эңер бөләңгертлеге. Бында тәү тапҡыр ғына инмәй, шуға уң яҡҡа үрелеп утты тоҡандырҙы. Туҙан ҡаплай барып яҡтыртыу һәләтен юғалтҡан лампочка урын-урыны менән ысҡынып түбән һалынған һары төҫтәге обойҙарҙы, һулаҡай яҡ стенаға терәлгән, аллюмин ҡалаҡ менән буш тәрилкә, наҡыҫ ҡына ризыҡ тупланмаһы ҡуйылған һары япмалы өҫтәлде, уң яҡтағы карауат эргәһендәге һары тумбочканы, тумбочка өҫтөндәге һары юшҡын ҡаплаған ҡырлы стаканды, һары буяғы яртылаш һыҙырылып ярыҡтары беленгән сүп-сарлы иҙәнде яҡтыртты. Сырхау төҫө был мөхиткә китмәҫ, елләмәҫ өсөн һеңешкән төҫлө. Карауаттағы инергә саҡырып өндәшкән һын ҡымғырлап биреп ҡуйҙы ла бөркәнелгән одеал ситенән сал сәсле баш сысайып сыҡты.

– Клавдия апай, һаумыһығыҙ?

– Ә-ә-ә, был һеҙме ни әле? – Күрәғара күҙҙәрҙең шешмәк ҡабаҡтары ҡыҫылды. – Арыу, тиер инем ҡул-аяҡтарым тышалған, хөрт, тиер инем, әлегә теремен. Сыҙарлыҡ. Һүндерегеҙ шуны. – Ҡулын түшәмгә һондо. – Комендант белеп ҡалһа икенселәй ҡараңғыла ла ҡабыҙырға рөхсәт итмәҫ.

– Һәр кем торлағында нисек теләй, шулай йәшәй.

– Һеҙ киләһегеҙ ҙә китәһегеҙ, бында беҙгә ҡалырға…Төнөн дарыу эсергә кәрәк, икенсе йомоштар ҙа килеп сыҡҡылай. Петр Алексеевич, боролоп баҫығыҙ зинһар, ҡунаҡты ятҡан килеш ҡабул итеү килешмәҫ.

Бер аҙҙан ҡабаттан саҡырыу ишетелде:

– Ә хәҙер үтегеҙ.

Йәшме ул, әллә ҡартмы, ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡала. Шул арала хужабикә түшәген йыйыштырып, сәстәрен тарап рәткә килтереп өлгөргәйне. Яҫы ҡашлы, ҡасандыр тулы булып та әле еле сыҡҡан туптай яртылаш бушап сөрөшкән һалпыш битле, оло ауыҙлы үтә лә күрмәлекһеҙ йөҙ ҡунаҡты ихластан ҡабул итеүен белгертеп балҡып китте.

– Бына, бынауында үтеп ултырығыҙ. – Ипле өндәшеп өҫтәл эргәһендәге берҙән-бер артһыҙ ултырғыстан урын тәҡдим иткән Клавдия Станиславовна үҙе карауатта урынлашты ла оҙон, тоҡ һымаҡ һалынҡы күлдәгенең итәген тартып төҙәтештерҙе.

Көп шешек, урын-урыны менән ҡан һауып күгәргән сираҡтарҙағы ҡан тамырҙары бүлтәйеп өҫкә ҡалҡҡайны.

Ҡаҡшап ҡалсылдаған ултырғыс ир ауырлығына һуҡранғандай сыйнай биреп ҡуйҙы. Эс яҡтан көпләнгән тәҙрәгә ҡарағанды күргән ҡарсыҡ элә һалып алды:

– Рам ҡаҡшаған, шуға йылы тотмағас ошо нимә менән эсле-тышлы ҡаплаттым. Революцияға тиклемге ауылдарҙа ҡарындыҡ тәҙрәләр булған.

– Эйе, китаптарҙан уҡып, ишетеп беләм.

– Бына егерме беренсе быуатта шул көнгә ҡалып барабыҙ, тик айырма шунда-тәбиғи материал урынына химиянан әүәләнгән материал ҡулланабыҙ. Тарих ҡабатлана, быныһы инде бәхәсһеҙ.

– Ашарығыҙға аҙыҡ-түлегегеҙ бармы?

– Собестан тәғәйенләнгән ҡыҙ ике көнгә бер килеп күренә, икмәк-һөт, ыуынырға дарыуҙар килтерә.

– Пенсияғыҙҙы ваҡытында килтерәләрме һуң?

– Зарланаһы түгел. Тик ул тамаҡтан, әле әйткән дарыуҙарҙан, ошо бүлмә өсөн квартплата түләүҙән үтмәй.

– Ниндәй квартплата тағы, ниндәй түләү?

– Бындағы дөйөм тәртипте комендант тота, ҡарарҙы ул сығара. Беҙҙә бит шулай: дәүләт тотош халыҡты, ә бәғзе берәүҙәр айырым кешеләрҙе талай. Йә, мыжымайым әле, үҙегеҙ беҙҙе ҡайғыртып нисек йөрөп ятаһығыҙ?

– Һеҙ комендант тип атаған әҙәмгә күпме тыҡырға мөмкин, аңламаһа аңламай икән кеше. Уның менән икенсерәк һөйләшергә тура килер! – Тыныслана алмай үҙ алдына шулай һөйләнде лә кире әңгәмә айышына ҡайтты. – Ҡайғыртыуға килгәндә маҡтанырлыҡ түгел.

– Алай ҙа онотмай һеҙ инеп сығаһығыҙ. Шул саҡта донъяла әле тере кешеләр барлығына ышанаһың. Бында һин баш тығаһың да, йәнә теге ҡыҙ, шунан комендант.

– Ейәнегеҙ килмәйме?

– Яңы йылдан алда инеп сыҡҡайны. Үлемем хаҡында уға яңылыш хәбәр еткергәндәр, күмеү аҡсаһын ҡайғыртып сабыулағандыр. Мин бит уларҙа иҫәптә. Фатирымды заманында улыма яҙҙырғайным, улым ейәнемә бирҙе. Ә ул мине бында килтереп ырғытты. Бына ошолайыраҡ хәлдәр, хәйер был хаҡта һеҙгә тәүге тапҡыр ғына һөйләмәйем. Бер балыҡ башын өҙлөкһөҙ сәйнәгән алйотто кисерә күрегеҙ.

– Күңелдәген кемгәлер һөйләргә тейешбеҙҙер.

– Шул шул. Мин үҙемдең әлеге хәлемә күнгәнмен: беҙ ҡарттар китәбеҙ, урыныбыҙға йәштәр килә. Японияла борон әжәлдәре яҡынлашҡан ололарҙы яҡындары үлем тауына алып барып ырғытҡан. Ошо йорт шул әжәл тауынан бер яғы менән дә айырылмай, бында онотолорға дусар ителгәндәр йәшәй. Мине, мәҫәлән, бер кем дә бер ҡайҙа ла көтмәй. Ә мин барыбер көтәм, өмөтләнәм. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит. – Урынынан торҙо. – Сәй ҡуйып ебәрәйем. – Ишек төбөндә, иҙәндә торған плитә өҫтөндәге тимер сәйнүккә ынтылды. – Икмәгем, сәйем, бер киҫәк майым бар. Барына шөкөр итәйек, ҡамауҙа саҡта аҙналар буйы ас ултырғаным булды. Шул саҡта аяҡ һонмағанды әле лә бирешмәбеҙ.

– Клавдия апай, урынһыҙ борсолмағыҙ. Юл ыңғайы магазинға һуғылмағас күстәнәсһеҙ ҡунаҡмын. Икенсе ваҡыт ҡоро ҡул килмәҫмен. Хакимиәттән дә шундайыраҡ нимә вәғәҙә иттеләр.

– Ярай, улайһа, үҙең ҡара. – Фәҡирҙәр ризығы менән һыйларға тартынған ҡарсыҡ шундуҡ ризалашты, шулай ҙа килер күстәнәс хаҡында белешә һалды. – Беҙҙе ниндәй байрам хөрмәтенә һыйламаҡсылар?

– Рәсәй көнөндә ҡаланың юбилейын да билдәләйҙәр.

– Ҡаланың юбилейы, тиген сәле! – Ҡасандыр зәңгәр булып та әле баҙыҡлығын юғалтҡан төҫһөҙ күҙҙәр янып киттеләр

– Ошо ҡалаға нигеҙ һалыусы булараҡ һеҙҙе лә ҡунаҡтар исемлегенә индереүҙәрен һораясаҡмын.

– Беҙгә ҡайҙа инде унда! Беренсенән аяҡтар ебәрмәй, икенсенән ошо ҡиәфәттә күрһәләр килгән ҡунаҡтарҙың ҡото алыныр. Минән башҡа ла байрам итеүселәр табылыр. Ә төҙөүгә килгәндә ҡаланың яртыһынан күбенә беҙ ун ике ҡатын нигеҙ һалдыҡ.

– Тимәк һеҙ почетлы гражданин булырға хаҡлыһығыҙ.

– Элекке йыл ул исемде өлкәлә ултырған берәүгә биргәндәр икән, тип ишеттем. Ул түрә беҙҙең ҡаланы үҫтереүгә бармаҡ башындай берәй файҙа эшләгәнме икән? Игелек менән гөнаһ, яҡшы менән яман, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек буталған осор. – Аяғөҫтө баҫҡан ҡарсыҡ билен матҡып кире карауатына ялпашты.

– Киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең билдәләйбеҙ. Шул юбилей миҙалына документтар әҙерләргә кәрәк. Юллауға килгәндә уныһы минең эш. Бер килгәндә алып китәйем әле.

– Китсе, бигерәк йомартһығыҙ, мине почетлы граждан итмәксеһегеҙ, әле килеп түшемә миҙал ҡаҙарға йыйынаһығыҙ. – Ҡарсыҡ тешһеҙ ауыҙын усы менән ҡаплап кеткелдәп көлөп алды. – Әйҙә, тырыштырығыҙ, тәҡдим ителгән барлыҡ бүләктәрҙән баш тартмайыҡ әле. Кәрәкле ҡағыҙҙарым һәр ваҡыт үҙем менән. – Карауат аҫтына ҡулын тығып тышы туҙып бөткән сумаҙанды һөйрәп сығарып эргәһенә һалды, ҡапҡасын усы менән һыйпаны. – Ошоно көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡарайым. Үткәнемде бөгөнгөгә ялғаусы ҡәҙерле нимә был!

Сумаҙан эсенән ныҡ иҫкергән, тышы таушалып, шымарған альбом, ситтәре йыртылып-туҙып, төҫө һарғайып бөткән гәзиттәр тупланмаһы килеп сыҡты. Йөҙө ирәмһеп онотола биргән Клавдия ҡарсыҡ тыйнаҡ ҡына ҡыҙыҡһынды:

– Һеҙ эш кешеһе, ә мин оҙон хәтирәгә бирелергә йыйынам…

– Беҙ бит көн һайын осрашмайбыҙ. Тағы нисә йыл ошолай аралашабыҙ. Һеҙҙең хаҡта хәбәрҙармын тип яңылышмайыммы икән?

– Биографиямды һәр кем яттан белергә билдәле шәхес түгелмен дә. – Альбомын асып алдына һалды.

– Ленинградта тыуғанмын. Бала ғына көйөнә блокаданың бөтә михнәттәрен үҙ елкәмдә татыным. Аслыҡтан халыҡ күп ҡырылды, иллә ҡаланы фашистарға бирмәне. Атайым һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китеп хәбәрһеҙ юғалғайны, әсәйемдең ҡарамағында беҙ ике ҡыҙ ҡалдыҡ, һеңлем һәм мин. Аслыҡтан башта һеңлем үлде, шунан – әсәйем. Япа-яңғыҙым тороп ҡалдым. Ни тере, ни үле түгел тереклек итәм. Бар шөғөлөм – аҙыҡ складынан тәғәйен паегымды барып алыу ҙа көндәр буйы юрғанға төрөнөп өйҙә ултырыу. Көнө-төнө ҡаланы утҡа тоталар, ә минең бомбоубежищыға төшөп йәшеренергә уйымда ла юҡ. Ҡурҡышымдан мөйөшкә һырлығып ҡулдарым менән ҡолаҡтарымды томалап, күҙҙәремде сытырҙатып йомоп тик ултырам. Бер көн һалҡын фатирыма күршебеҙҙә йәшәгән ҡарт килеп инде лә түшәгемде йомарлап ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып мине үҙенең фатирына алып инде. Шулай итеп бергә йәшәй башланыҡ. Заводта эшләй ине ул. Кискеһен арып-талып, аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтып инә лә өлөшөн – резина ише һығылмалы, ҡатып бөткән икмәк киҫәген миңә тоттора. «Мә, аша, һиңә үҫергә кәрәк…», ти, үҙе һурылып киткән йөҙөн ситкә бора. Тимәк ас. Шулай йәшәнек. Ҡаланы блокаданан азат иткәс 44-се йылдың февралендә мине Уралға оҙаттылар. Ә теге күршем, үлемдән әрсәләп алып ҡалған Василий бабай, ни күрһәм дә ошонда күрәм, ошонда үләм тип тороп ҡалды. Был альбомда бала саҡ фотолары юҡ. Улар ғүмерем таңынан уҡ аҙашҡан, аймылышҡан яҙмышым һымаҡ Ленинградта ҡалып юғалдылар.

Бында килгәс балалар йортонда тәрбиәләнеләр. Шунан мәктәпте тамамлағас ПТУ-ла уҡып ташсы һөнәрен үҙләштерҙем. Теләгем дә аңлашыла – ул осорҙа илдең көнбайышы тотош емерелгәйне, ә яу үтмәгән тыл хужалыҡтары ташландыҡҡа ҡалғайны. Комсомол путевкаһы менән ошонда ебәрҙеләр, баракта урынлашҡан ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, ҡатын-ҡыҙҙар бригадаһының бригадиры итеп тәғәйенләнеләр. Шулай булмай тағы, ул саҡта ир-атҡа ҡытлыҡ ине бит. Ҡалаға нигеҙ һалдыҡ. Ул саҡта ер ҡаҙыу өсөн сүмесле техника ҡайҙа инде, иң башта кәйлә, лом көрәк менән һалынасаҡ йорттоң нигеҙен соҡойбоҙ. Бигерәк тә ҡышҡы селләлә ауырға тура килә, туң ҡыртышты ҡарышлап кимереп устар ҡанлы һөйәл менән ҡаплана. Иртәгеһен илай-һыҡтай тағы эшкә барабыҙ, сөнки һине алыштырыр кеше юҡ. Шулай ыҙаланып, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп йөрөй торғас ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын, утыҙға ла аяҡ баҫылған. Үҙ ишемде табып төҙөлөштә балта оҫтаһы булып эшләгән Артем исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Башта шул уҡ ятаҡтан айырым бүлмә алып йәшәнек, ни тиһәң дә элек ябай эшсегә ихтирам-хөрмәт юғары ине, торараҡ яңы төҙөгән йорттан ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Көн итмешебеҙ яйланды, тамағыбыҙ ашҡа туя башланы. Беренсе улыбыҙ Сергей тыуҙы, шунан Егор.

Альбомдан яңғыҙ, парлап, күмәкләп төшкән фотолар алынып берәм-берәм түшәк өҫтөнә теҙелде:

– Бына ошолар инде яҡындарым, ер йөҙөндәге иң ғәзиз кешеләрем. – Улар минең өсөн әле лә тере, әле лә көн һайын ғаиләмде алдыма һалып һөйләшеп-кәңәшләшеп алам.

Көндәлек мәшәҡәттәргә сумып һин дә мин йәшәп ятҡанда Артем яҙа баҫып, төҙөлөп ятҡан йорттоң бишенсе ҡатынан осоп төшөп үлеп ҡалды. Бәлә ағас башынан ғына йөрөмәй, әҙәм башынан да йөрөй бит, ирем ҡайғыһы баҫылып та өлгөрмәне Сережаны Армия сафына алдылар. Афғанстанға эләкте. Ул сит ҡитғала тоҡанған янғынды баҫам, тип батырҙарса һәләк булды. Ике йыл үтеү менән йүгереп ҡайтып инермен, тип хөр күңел менән сәфәргә юлланған баламды ҡурғаш табутта алып ҡайттылар. Оҙата килгән төркөмдөң етәксеһе офицер ғәҙәти бурыс башҡарғандай усыма бәрхәт менән тышланған ҡумтаны йомдорҙо: «Был һеҙгә…» «Рәх-мәт…» Ҡыҙыл Йондоҙ ордены икән. Йәнемде ярып сыҡҡан улымды ус аяһылай тимер киҫәгенә алмаштырҙым.

Шул мәлде яңынан кисергән Клавдия ҡарсыҡтың күҙҙәренән һаран йәштәр һығылып сыҡтылар ҙа арыҡ, һарғылт биттәре буйлап түбәнгә һарҡтылар. Оҙаҡ һүҙһеҙ һерәйешкәндән һуң хикәйә дауам итте:

– Егор менән тороп ҡалдыҡ. Ул башта насар бала түгел ине. Беҙҙең юлды ҡыуып ГПТУ-ны бөтөрҙө, төҙөлөштә эшләне. Педучилищыны тамамлаған ҡыҙға өйләнде. Фатир алып айырымланып сыҡтылар, балалары тыуҙы. Тормошҡа ҡыуанып ҡына йәшәһәләр ҡана ла һуң! Яйлап эсеүгә әүәҫләнде. Тыйырға ла тырышып ҡараным, файҙаһы теймәне, кәңәшемде ҡолағына ла элмәне. Төпсөк улым шулай итеп араҡыға янып үлде, балаларын үҫтереп аяҡҡа баҫтырғас киленем яман сирҙән донъя ҡуйҙы. Көнөм ейәнемә ҡалды, ул – Алланы аҡса менән бутаған замана кешеһе. Байлыҡ тип күҙҙәре тона, табыш артынан көнө-төнө йүгерә. Билдәле – сама белмәй алйып сапҡан ат та иртәме-һуңмы сәсәп йығыла, эҫеләй эсеп яна. Шулай булып ҡуймағайы тип хәүефләнәм. Йәшермәйем, уға рәнйемәйем, ни тиһәң дә баламдың балаһы бит, тәнендә тоҡомобоҙҙоң ҡаны аға. Бәлки, бер килеп иманына ҡайтыр, тәүбәгә килер ҙә ҡартәсәһен кире килеп алыр. Шунан бергәләп йәшәй башларбыҙ. Миңә ни бер мөйөш еткән, һалығымды ла һалмам. Бәлки, ысынлап та шулай булыр, ә, Петр Алексеевич, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Өмөтләндерер өсөн башҡа һүҙ тапмағанға ышанысһыҙ ғына йөпләне:

– Нишләп килеп алмаһындар, бик тә мөмкин…

– Ана бит, ҡайһылай дөрөҫ уйлайһығыҙ. Һеҙ әйткәс һис һүҙһеҙ тормошҡа ашыр. Ә әҙерләнеүгә, төйнәнеүгә килгәндә һә, тигәнсе йыйынырмын да ҡуйырмын, шулай быуындарым ебәрмәй ығыш күренһәм дә кәрәк саҡта ғәләмәт етеҙмен.

Дәртләнеүенән теремекләнеп киткән әбей әйберҙәрен йыйыштырырға тотонғандай ырғып тороп өҫтәлдәге стаканды, бер яҡта ситтә торған тәрилкә-ҡалағын бер урынға өйҙө, тәҙрә төбөндә ятҡан яулығын алып ябынды.

– Мин ҡуҙғалайым…

– Рәхмәт бында баш тығыуығыҙға. Килгеләп йөрөгөҙ, ана ҡайһылай күңелем күтәрелеп китте! – Ишек төбөндә икеләнгәндәй бүлеп-бүлеп әйтте:

– Петр Алексеевич, тағы ла бер үтенесем бар… Һаулығымдың хөртөгө билдәле, әгәр ейәнем командировкала саҡта бер-бер хәл була ҡалһа мине ерләү мәсьәләһен ойоштороғоҙ… Ейәнемдән һуң һеҙ инде минең өсөн яҡын кеше… Ошо арала нишләптер төштәрем дә болара…

– Бирешмәйек, Клавдия Станиславовна!

– Эйе шул, тағы яҙ етте. Муйыл еҫе бынау көпләүле тәҙрә аша үтеп инә хат-та… – Бер күрергә ине сәскә төҫөн, еҫкәргә ине хуш еҫте, ошо таш ҡабырсыҡты ватып ҡына сыға алмайым…

3

Икенсе ҡатҡа күтәрелде. Һуғыш ветераны Хөснулла Өмөтбаевтың бүлмәһе урта тирәлә. Бихисап сирҙәрҙән яфаланған ветеран үткәнен хәтерләмәгән, көндәлек мәшәҡәттәр менән генә тереклек киткән зыянһыҙ, ҡырағаһыҙ зат. Ауылда саҡта әбейе үлеп киткән яңғыҙаҡты бер туған ҡустыһы ҡалаға күсереп ала. Ҡусты-килене лә көтмәгәндә бер-бер артлы донъя ҡуялар. Билдәле, был осраҡта вариҫһыҙ мөлкәткә дәғүә итеүселәр күбәйә, ҡартҡа тиҙ арала фатирҙы бушатырға ҡушалар. Күршелә йәшәгән йәш ғаилә ярҙам итеү һылтауынан һуғыш ветеранына тейеш фатирҙы юллай башлай. Хөснулла кәрәкле ҡағыҙҙар, орден-миҙалдар һалынған ҡумтаны сығарып тоттора. Тиҙҙән ул сәйер шарттарҙа юғала. Ошо хаҡта мәлендә милицияға хәбәр итергә кәрәклекте ҡайҙан ғына башына килтерһен эскерһеҙ, бер ҡатлы йән, йәнә теге, йылғыр күршеһенең документтарҙы үҙем юғалтҡанмын икән, үҙем табып ҡайтарам тигән вәғәҙәһенә ышана. Тиҙҙән хәтерен юя барған Хөснулланы, дауаханаға илтеп һалалар, дауахананан тура бында килтерәләр. Әле бер кемдән бер нимә таптырмай ошонда йәшәп ятҡан көнө. Тағы ла яҙ етеү менән Өмөтбаевтың хәтере яңыра, ҡайһылыр кимәлдә үткәндәрҙе иҫенә төшөрөр, бөгөнгө хәл-ваҡиғаларға баһа бирер кимәлгә ҡайта. Ул документһыҙ яугир. Өҙөк-йыртыҡ һөйләгәндәренә кемдер ышана, бәғзеләр бер ҡатлы уйҙырма, йә мөғжизәле әкиәт итеп кенә тыңлай.

Шаҡымай ғына ишекте асып эс яҡҡа күҙ атты. Хөснулла Өмөтбаев тәҙрә ҡаршыһына баҫып тышты күҙәтә ине.

– Һаумыһығыҙ! Инергә мөмкинме?

Ҡарт ялт итеп ҡайырылды лә киң йылмайып ебәрҙе:

– Әйҙә, улым, үт, һиңә тигән фатир хаҡын әҙерләп ҡуйҙым. Кисә бит пенсиямды килтерҙеләр.

– Ғәфү итегеҙ, Хөснулла Биктимерович, мин бит ҡаланың ветерандар Советы рәйесе. Хәлегеҙҙе беләйем, тип килдем.

– Бәй, һине генә хәтерләйбеҙ инде ул! Хәтерләйбеҙ! Хәтерләмәгән ҡайҙа! Әйҙә, рәхим итеп үтегеҙ! – Стена ҡырына ҡуйылған оҙон ағас эскәмйәгә ымланы, үҙе уның бер башына ҡуналҡаға ҡунған әтәс һымаҡ килеп һаҡты. – Коридорҙа торған ошо нимәне керетеп ҡуйҙым әле. Миңә бит инеп-сығыусылар күп!

Өмөтбаев ап-аҡ һаҡал-мыйыҡлы, киң битле, тәрән яра йөйө ярылып ятҡан яҫы маңлайлы, етек сәсле, ҡаҡса буйлы, еңел һөйәкле ҡарт. Һуңғы арала кибә барған йоҡа кәүҙәһе ҡорҙай ғына булып ҡалған.

Бүлмәлә сағыштырмаса таҙа ла, яҡты ла. Эскәмйәгә ҡаршы ҡуйылған карауат һалдаттарса матур итеп йыйыштырылған. Карауат өҫтөндәге стенаға ебәк суҡлы, уртаһына «Пионерская организация» тип яҙылған бәрхәт туҡыманан эшләнгән һапһыҙ ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаҡлап ҡуйылған. Ҡорғанһыҙ тәҙрәгә тәртипле итеп һауыт-һаба урынлаштырылған өҫтәл терәлгән. Өҫтәл эргәһендә спирале ҡыҙарып янған плитә күренә. Бүлмә Совет заманындағы Ҡыҙыл мөйөштө хәтерләтә.

Өмөтбаевтың зиһене яҡтырған мәлелер, ҡыҙыл байраҡтың бында килеп эләгеү тарихын асыҡлауҙы кәрәк тапты:

– Бынан бер нисә йыл элек, хәтерем теүәл саҡта, мәктәпкә осрашыуға саҡырғанда был нимә инде беҙгә кәрәк түгел тип миңә бүләк иттеләр. Һуғышта байрағын юғалтҡан полкты тарҡата инеләр. Мәктәптең йәшәүе лә шуға ҡалып баралыр, күрәһең. Һин нисек уйлайһың, мырҙа?

Көтөлмәгән фәлсәфәүи һығымтаға яуап таба алмай баҙаңҡырап ҡалғайны, ауыр хәлдән Хөснулла үҙе ҡотҡарҙы:

– Ә мин ҡыуанып ҡабул иттем. Еллеме?

– Үтә лә күркәм, Хөснулла Биктимерович.

– Әүәле бөтә нимә шулай затлы ине. Күрәһеңме, нисек бүлмәмде йәмләй был нәмә! – Бер аҙ ирәйгәндән һуң баштағы һорауын ҡабатланы. – Әләйгәс, һин аҡса артынан килмәнең була?

– Әйтәм бит, мин ветерандар Советы рәйесе.

– Хәтер тигәнең! Әйткәйнең шул. Ә рәйескә аҡса кәрәкмәй, шулаймы!? – Юҡтан ҡыҙыҡ тапҡан Хөснулла Өмөтбаев рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе лә өшөгәндәгеләй ҡулдарын ҡаушырҙы. – Һыуыҡ, шуға өҙлөкһөҙ плитә яғам. Теге, 53-сө йылдағы көҙ көнө кеүек һалҡын…

Хөснулла ҡарт бер аҙ тын ултырғас сеймәлгән яҙмыш ебенең осон табырға теләгәндәй дауам итте:

– Мин бит халыҡ дошманы… Йәш кенә көйгә ойоштороу һәләтемде иҫәпкә алыптыр колхоз рәйесе итеп ҡуйҙылар. Атайһыҙ үҫкәс бөтә яуаплылыҡты өҫтөмә алып эшләй ҙә белә инем шул. Иртә өйләндем. Тормош мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәп ятҡанда бәлә көтмәгәндә килде. Яҙҙың ҡара төнөндә келәттең нигеҙ ташын һүтеп ингәндәр ҙә иҙәнде тишеп сәсеү орлоғон ағыҙып алғандар. Сәсеү алдынан үлсәп ҡарағайнылар ике тоҡ иген етмәне. Халыҡ дошманы исемен тағып мине хөкөм иттеләр… Ауыл ҡапҡаһына әсәйем, ҡатыным, яңы айтай баҫҡан улым оҙата сыҡтылар. Ул йыл яҙ үтә лә һалҡын килде, өсәүһе лә дерелдәп өшөйҙәр, ә мин уларҙы йылытырға тырышып ҡосаҡлаған булам. Хәҙер яҡындарым юҡ инде, төрмәлә саҡта өсәүһе бер төптән тифтән үлеп ҡалғандар, ә мин һаман да өшөйөм…

– Тышта яҙ, Хөснулла Биктимерович, көндәр йылыныр.

– Бер тапҡыр үтәләй һуғып һыуыҡ үткәс ҡабаттан мандый алмамдыр инде ул… – Тороп плитә өҫтөнә ҡулдарын ҡуйҙы. – Плитә генә шул, ауыл мейесе түгел… Яҙ етте, тиһеңме? Урамға сыҡмағас ни миҙгелде лә бутағанмын. Тышта нисәнсе йылдың яҙы килде һуң әле? Хәйер, ул мөһим дә түгел инде, хәҙер бит бөтә ерҙә ваҡытһыҙлыҡ бәләһе. Һуғыштың икенсе йылына бер төркөм халыҡ дошмандарын төрмәнән һуғышҡа оҙаттылар. Штрафбатҡа. Алдан да аталар, арттан да. Атакаға барғанда ғына ҡорал тотторалар ҙа аҙаҡ йыйып алалар, үҙебеҙҙе сәнскеле тимер сыбыҡ менән уратылған барактарға ябалар, һаҡ ҡуялар. Аҡыллы, белемле, нахаҡҡа хөкөм ителгән аҫыл ир-егеттәр күпләп ҡырылды. Шунан ҙур йылғаны кисеп сыҡтыҡ. Һыу өҫтө шартлауҙарҙан, пулялар ямғырынан ҡайнаған ҡаҙан һымаҡ урғый. Шул киң йылғаны һал менән улай-былай әллә нисә тапҡыр үтергә тура килде. Һалдаттар ташыйым. Ҡорал. Яраланған, үлгән һалдаттар һыуға ҡолай. Уларға ярҙам итеү ҡайҙа, ишкәкте һыу ағыма ҡаршы шаҡара тотҡанмын да һерәйгәнмен, шулай итмәй аҫҡараҡ аҡһаң стеналай ҡалҡҡан текә ярға төртөлдөң тигән һүҙ. Шунан эргәлә генә һыу бағанаһы һауаға күтәрелде. Маңлайымды нимәлер көйҙөрөп алды… Иҫемә килдем… Ап-аҡ донъя… Шул алышта күрһәткән ҡаһарманлығым өсөн башта миҙал тапшырҙылар, торараҡ – орден. Ғәҙәти частҡа күсерҙеләр. Наградаларым күп ине ул. Бөгөн генә юҡ…

Ҡапыл ишек асылып китеп унан ҡулына йоҡа ғына полиэтилен пакет тотҡан әзмәүер кәүҙәле ир килеп инде. Сиртһәң ҡаны сыҡмалы ҡыҙғылт йөҙ сәсһеҙ ялтыр пеләштә дауам итеп муйынһыҙ йомро башты уты гөлтләп янған лампочка һымаҡ итеп күрһәтә. Ауыр, һалынҡы ҡабаҡтар ҡара болот күләгәһе ер өҫтөнән йүгергәндәй торлаҡтағы һәр ҡаралтыны берәмтәләп теүәлләп һөҙҙө. Ниһайәт дүрткел ауыр эйәк түбән һалынып йоҡа иренле ауыҙҙан асыулы һүҙҙәр һығылып сыҡты:

– Һин, старик, бер килеп янғын сығараһың, бына күрерһең! Күпме ҡабатларға мөмкин!

Хөснулла Өмөтбаев та инеүсене таныны шикелле, үрә баҫып ихлас иҫәнләште:

– Һаумы, мырҙа!

– Таптың мырҙаны, мин ошо йорттоң хужаһы. Хужаһы! Аңлашылдымы? – Плитәнең шнурын розетканан һура тартып алды. – Все, отопительный сезон закончился! – Ҡулындағын карауатҡа ырғытты. – Бына, һине ҡайғыртып йөрөүем, ашарыңа килтерҙем!

Был ирҙе яҡшы таный. Ул ошондағы буш ятҡан ерҙе тотошлайы менән һатып алған, шуға үҙен бында тулы хоҡуҡлы хужа итеп иҫәпләй. Хосуси милеккә әүерелгән майҙандағы ташландыҡ йорт бер ҡайҙа ла теркәлмәгәс, Хужа уны теләгән мәлдә емереп ырғыта ала. Тик ниңә еңел, бушлай тиерлек табыш килтергән нимәне емерергә? Хужа дөйөм ятаҡҡа әүерелдергән йортонда комендант сифатында хужалыҡ эштәрен алып бара; юлдарын табып йыл әйләнәһенә электр утын, һалҡын һыу биреүҙе тәьмин итә, көҙ етһә, йылылыҡ селтәренең эшен шартлы рәүештә булһа ла яйға һала. Ел үтәнән-үтә өргән бүлмәләрҙе, сереп бөткән, тут япҡан батареялар бер нисек тә йылыта алмай. Ятаҡта ҡыш көндәре эт бәйләһәң тормаҫлыҡ һалҡын, йәшәү шарттары ла саманан тыш насар, әммә комендант коммуналь хеҙмәттәр хаҡын икеләтә-өсләтә арттырған да айыныҡын айына ҡайырып түләтә. Һәм, әлбиттә аҡсаны әшнәләре менән ғәҙел бүлешә, шуғалыр ҙа уға ел-ямғыр теймәй. Хакимиәт тә мутлыҡтарға бармаҡ аша ҡарай, һуң ҡала халҡын ҡайһылайтып яҙмыш ҡосағына сығарып ырғытмаҡ! Хужа фатирһыҙҙар дәүләтендә тулы хоҡуҡлы хан да, аяуһыҙ хөкөмдар ҙа. Һәр бирелгән фарман өнһөҙ-һүҙһеҙ еренә еткереп үтәлә. Дөрөҫлөктө даулап ҡаршы торорға маташыусы шундуҡ биләгән мөйөшөнән һөрөлә, урынына һәр ҡушылғанды күндәм башҡарыусы икенсе берәү килә.

Бүлмәләгеләрҙе һанға һуҡмаған Хужа Хөснулла Өмөтбаевтың ҡаршыһына баҫып бөйөрөнә таянды:

– Ну, старик, квартплатаны әҙерләнеңме? Күпме көтөргә мөмкин!

Ҡарт түшәге аҫтынан гәзит киҫәгенә уралған йоҡа төргәк килтереп сығарҙы ла ҡулындағын ҡайҙа итергә белмәгәндәй ғәйепле төҫтә һөйләнде:

– Берүк ғәфү ит, мырҙа…

– Андрей Геннадьевич!

– Эйе, эйе… Пенсиямды кисә генә килтергәйнеләр шул, шуға һуңлап киттем…

– Килтер бында! – Хужа төргәкте тартып тиерлек алып ҡағыҙын тағатты ла аҡсаны иҫәпләп тә тормай кеҫәһенә тыҡты. – Иҫең китер, хисаплау ғына түгел хәтерен юйған, мәшәүгә әүерелгән, ә килеменән айырылғыһы килмәй, ана бит ҡайҙа йәшергән! Ошоно бирҙем дә ҡотолдом, тиһеңме, бирәсәгең башыңдан ашҡан, миңә ғүмерең буйы бурыслыһың, шуны онотма. Хәйерсе һымаҡ көн һайын аҡса теләнселәй алмайым, рәсми мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу маҡсатында берәйһенән минең исемгә ышаныс ҡағыҙы яҙҙырып бир ҙә, бөттө-китте! Һиңә көн һайын аҙыҡ-түлекте кем ташый? – Эсендә йоҙроҡтай нимә тупайған пакетҡа төрттө.

– Һеҙ инде, һеҙ…

– Шулай булғас! Урамда хаҡтар көнләп түгел, сәғәтләп арта, рационыңды ҡыҫҡарып аппетитыңды ауыҙлыҡларға тура килер!

– Миңә ни күп кәрәкмәй, шәкәр-сәй ҙә икмәк…

– Улай талымһыҙ булғасың бынан бүтән ашарыңа ике көнгә бер килтерермен! Әйткәндәй, ярҙамсым Серега бөгөн-иртән ошонда йәшәгән пенсионерҙарҙы йыйып алып һөйләшер. Мин ҡушҡан доверенносты әҙерләгеҙ. Пенсияны централизованно килтерә башлаясаҡбыҙ.

Ниһайәт ҡунаҡтың барлығын иғтибарға алғандай һыртын ҡуйып тамаҡ төбө менән екерҙе:

– Әйҙә, һөйләшәһе һүҙҙәр бар!

Күтәрмәгә сығып баҫтылар. Хужа затлы күн курткаһының кеҫәһенән ҡиммәтле сигарет килтереп сығарҙы ла тоҡандырып ирендәренә ҡыҫты, ҡала яғына ҡарап оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ һерәйгәс алтын тештәрен ҡояш нурҙарында ялтыратып һораны:

– Бында йышлайһың һуңғы осорҙа. Ни йомош?

– Йомошом һеҙҙә түгел, ветерандарҙа! Мин ҡаланың ветерандар Советы рәйесе!

– Беләм. Был йортҡа минең рөхсәттән башҡа килергә ярамағанлыҡты мо-айын да әйткәндәрҙер, киҫәткәндәрҙер.

– Үҙ сиратымда мин дә ветерандарҙың йәшәү шарттары менән даими танышырға бурыслы.

– Ә һин атаған ветерандарҙы мин ҡайғыртам түгелме?!

– Күрәм! – Аламалары һалынған ҡыйыҡҡа, серек тәҙрәләргә төрттө. – Ҡайғыртаһығыҙ! – Ҡәнәғәт сырайлы был һимеҙ әҙәмгә ҡарата асыуының ҡайнай барыуын тойҙо.

– Дорфа ҡыланыуығыҙға ҡарағанда башҡарған эштәремдән риза түгелһегеҙ?! Улайһа бөгөндән ҡарттарыңа яңы урын эҙлә, әҙерлә! Нигеҙһеҙ дәғүәң менән бик наивный күренәһең, рәйес! Был мөлкәт бит минеке түгел, ул бары минең ерҙә урынлашҡан, шуға ҡый өйөмөн теләгән мәлдә һепереп түгә алам. Ә емерелеүгә килгәндә тотош ил яна, тотош ил емерелә. Иртәгәме, әллә һуңғараҡмы, көл-күмергә әүереләсәкбеҙ. Шуның өсөн дә һәр кем үҙенсә йәшәп ҡалырға ынтыла!

– Тәрәнгә төшмәйек. Беҙгә бындағы хәлдәрҙе хәл итергә! – Петр Алексеевич ярһыуын йотоп, тыныс ҡалырға тырышып өҫтәне. – Ә уҙасаҡ йыйылышҡа килгәндә уның сығарған ҡарарын ғәмәлгә яраҡһыҙ итеп табыу өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен. Бында йәшәгән һәр кем тәғәйен пенсияһын ҡултамға ҡуйып үҙе алыр һәм кәрәгенә тотонор!

– Уныһы инде һинең хәсрәт түгел! Әйткән һәр һүҙем бында йәшәгәндәр өсөн закон!

– Законығыҙҙы үҙгәртергә тура килер!

– О-о-о, һин миңә бойораһыңмы?!

– Бойормайым. Талап итәм!

– Бар, икенсе урынға барып талап ит! – Әрепләшеүҙе ҡабул итмәгән Хужа ҡулындағы сигаретын сәбәләнеп ситкә ырғытты ла күтәрмә иҙәненә ласылдатҡансы төкөрөп уны туфли үксәһе менән тызып уҡ ҡуйҙы. – Вон! Башҡаса бында килеп халыҡты миңә ҡаршы һөсләтеп йөрөйһө булма! Аҙағы насар бөтөр!

Ҡала яғына атланы ла бер ни тиклем ер киткәс кире боролдо. Хужа аяҡтарын тарбайта баҫып һаман да урынында тора ине. Ошоғаса йәнендә ҡайнаған асыуы тышҡа урғылды, һәр һүҙенә баҫым яһап ҡысҡырҙы:

– Ә һеҙ йәмғиәттең ҡанын һурған ҡандала! Һеҙҙең ише ҡараҡтар бөлдөрә дәүләтте!

– Ҡандала?! Бур?! Бына был һүҙҙәрең өсөн яуап бирергә тура килер! – Хужа ҡулдарын янаулы болғаны. – Ныҡ рәнйеттең! Ә мин рәнйеткәндәрҙе кисерә, ғәфү итә белмәйем!

4

Бер ни тиклем ер киткәс ҡалаға йүнәлгән оло юл ситендәге һандыҡтай ҡалҡҡан таш өҫтөнә барып ултырҙы. Әле генә булып үткән сәкәләшеүҙән тамам кәйефе киткәйне. Хәйер, ошонда килеп ҡайтыу, кешеләр, етәкселәр тарафынан онотолғандарҙың аяныслы йәшәүҙәрен күреү ауыр, тик бер ни ҡыла, ярҙам итә алмай.

– Тартырға бир әле!

Янына терәлеп тигәндәй өс йәш егет килеп баҫҡан имеш. Кеҫәһенән тәмәке ҡабын сығарҙы.

– Һин нимә, ҡартлас, беҙгә арзанлыны тәҡдим итеп мыҫҡыл итәһеңме?! – Һонтор буйлыһы ҡаршыһына баҫып бөйөрөнә таянды.

– Ошо ғына.

– Бәлки, ауыртҡан башыбыҙҙы төҙәтергә аҡса ла тәҡдим итерһең, ә? – Быныһын инде биттәрен эре ҡыҙыл сәбертке баҫҡан ерән сәслеһе әйтте. Ситкәрәк баҫҡан кәлберләк буйлы баҙнатһыҙ ҡиәфәтле үҫмер һүҙ ҡатырға ҡыймай. Моғайын уны йомош-юлға йүгертергә алып йөрөйҙәрҙер.

– Аҡсаны хәйерселәп түгел, эшләп табалар, егеттәр!

– Ах, һин беҙҙе хәйерсегә тиңләйһеңме ни әле! – Көтмәгәндә эйәге аҫтына эләккән тос йоҙроҡтан салҡан тәкмәсте. Аҙға ғына һеңгәҙәп-шаңғындан һуң яйлап ҡына урынынан ҡалҡты, йығылған саҡта таш һыҙырған сикәһен ыуҙы, туҙанланған өҫ-кейемен ҡаҡты. Аңлап өлгөрҙө, быларҙы теге Хужа ебәргән. «Һаҡланмаһаң, ҡаршы тормаһаң кәрәкте бирәсәктәр… Ул бит заманында десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте, моғайын да быуындары шыйыҡ был шпаналарға ғына бирешмәҫ…» Үҙен еңеүсе ҡиәфәтендә тотҡан Һонтор ҡаршылыҡ күрһәтә алыу ихтималлығына ышанмай, шуға һаҡланырға йыйынмай ҙа. Уға шул кәрәк ине, ҡабатлап эйәгенә йүнәлтелгән йоҙроҡтан янтайып беләк быуынынан эләктерҙе лә етеҙ генә ҡултыҡ аҫтына сумып дошманын башынан аша алып осорҙо. Йоҡа кәүҙә туптай тәгәрәп китте. Юғалып, албырғап ҡалған Ерәндең сатына типкәйне, теге ауыртыуҙан олоп ебәрҙе. Көтмәгәндә ауыр әйбер менән арт яҡтан башына тондорҙолар. Күҙ алдары ҡараңғыланып бөгөлөп төштө. «Кәлберләк булһа кәрәк, ә ул уны иҫәпкә лә алмағайны…» Ҡолағына иҫ-оҫ йыйып өлгөргән Һонторҙоң екереүе ишетелде: «Нимә унда һерәйеп ҡаттығыҙ? Бирә һалығыҙ!..» Ике яҡлап ҡултығынан ҡалҡыттылар, эйәген шаҡарып ауыҙына шешә ҡоғорлайын тыҡтылар. Тамағын зәһәр көмөшкә әсеттерҙе. Төкөрөргә итә, ирек бирмәйҙәр, ирендәре ситенән һарҡҡан шыйыҡса пинжәген, күлдәген еүешләне. Ҡарлыға-уҡшый ике-өс тапҡыр йотҡас быуылып йүтәлләй башланы.Тағы сикәһенә тондорҙолар. Ҡабырғаһына ҡоланы.

Ҡәнәғәт һөйләнеү алыҫтан, мөгәрәптән килгәндәй ишетелде:

– Бына шулай, старик, ауыҙыңды үлсәп ас, кәрәккән-кәрәкмәгән ергә тығылма, юғиһә бөтөнләй эшлектән сығыуың бар. Ә хәҙер эскән, иҫерек килеш полицияға, йә башҡа урынға барып мөрәжәғәт итеп ҡара, ҡабул итерҙәр микән!

Сал сәстәрен елдә елберҙәтеп, сикәләрен ҡушуслап биниһая ваҡыт һерәйҙе. Оло юлдан юғары тиҙлектә елгән машиналар ҡала яғына ҡарай ағыла, исмаһам берәүһе уның яғына иғтибар итеп саҡҡа ғына тиҙлеген кәметһәсе! Тирә-яғында тормош ҡайнаһа ла үҙен яңғыҙ, ҡараусыһыҙ, яҡлаусыһыҙ итеп тойҙо. Күптән эскәне булмағанға көмөшкә башына сыҡты, күҙ алдында ҡала күренеше, асманға ынтылған комбинат торбалары, төҙөлөш крандары, баҡсалағы ағастар зыр әйләнеп бейергә тотондо. Ауырлыҡ менән торҙо, ауыҙына экрелгән ҡара ҡанды ситкә төкөрҙө:

– Ҡәбәхәттәр!.. Еңел генә ҡурҡытырбыҙ, бөгөрбөҙ, тиһегеҙме, барып сыҡмаҫ! Мин һеҙгә һуғыш иғлан итәм…

Ошо килеш ҡайтып күренергә теләмәй уң яҡҡа, ҡаланы балдаҡҡа алып аҡҡан инеш яғына ҡарай йүнәлде, яр ситенә ятып салт аяҙ күккә баҡты ла йоҡлағандай онотолдо.

5

Кисләтеп ҡайтып ингәйне, ишек төбөнә үк килеп ҡаршы алған Мәликә Хөрмәтовна аптырап бот сапты:

– Ҡайҙа юғалдың бығаса? Борсолоп шылтыратам-шылтыратам, телефоныңды өйҙә онотоп ҡалдырғанһың! – Аяҡ кейемен һалып аҡһай-туҡһай залға сыҡ-ҡайны иренең күгәреп сыҡҡан күҙ төптәрен, һыҙырылған сикәһен, бысранып бөткән кейемен күреп бөтөнләй телдән ҡалды, шунан тотлоға-тотлоға һораны. – Петя, кем һине был тиклем итеп?..

– Ғауғаланма, ҡатын, бөтәһе лә һәйбәт…

– Нимәһе һәйбәт, эт итеп туҡмағандар бит һине…

– Туҡмаманылар, йығылдым, яҙа баҫтым…

– Йығылғанға оҡшағанһың, ышандырҙың! Хәҙер полицияға шылтыратам!

– Уныһы артыҡ. Кәрәкһә үҙем асыҡлармын.

– Нимәне асыҡларға?! Туҡта! – Яҡынланы ла тишерҙәй итеп төбәлде. – Лаяҡыл иҫергәнсе, аҡылыңды юйғансы эскәнһең дә, Петя! Көмөшкә еҫе тотош өй эсенә тулды! Оят, олоғайған көнөңдә ейәндәреңә өлгө күрһәтәһеңме? Ишетеп ҡалһалар ҡыҙҙарың, подъездағылар ни тиер? Һиндә бит диабет, эсергә ҡәтғи ярамай, шуны ла аңламайһыңмы ни, ҡарт алйот?! – Мәликә Хөрмәтовна иламһырап йоҡо бүлмәһе яғына ҡарай туйтаңланы ла артынан шартлатҡансы ишекте япты.

Өҫ-башын алмаштырҙы, ванна бүлмәһенә инеп йыуынып алды, мамыҡ киҫәгенә спиртлы шыйыҡса һеңдереп ҡан таптары ҡатҡан сикәһен таҙартты, бармаҡтары менән тупайған түбәһен ҡапшаны. Башы зыңҡып ауырта. Кранды асып һалҡын һыу услап маңлайына баҫты. Зиһене яҡтырып киткәндәй итте. Стеналағы дәү көҙгөнән күҙ-башы күгәргән, сал сәстәре ялбыраған, ҡарасҡыға тартым йонсоу йөҙлө ир ҡараны. Шыбырҙаны: «Ничего, еңел генә ҡолата алмаҫһығыҙ, мин әле көрәшәсәкмен!»

Йоҡо бүлмәһенән шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Диванды ҙурайтып шунда урын йәйҙе. Көн арауығындағы киҫкен ваҡиғаларҙан һуң ошоғаса һиллеккә күнеккән күңеле ярһығайны, ҡуҙғығайны. Түшәгендә әйләнгеләне лә ҡулдарын баш аҫтына ҡуйып тынып ҡалды. Мәликә Хөрмәтовна менән һөйләшеп-аңлашһалар еңелерәк булыр ине, ә ул ысынтылап, оҙаҡҡа үпкәләне шикелле. Тәҙрәнән эс яҡҡа урам фонарҙарының һары нурҙары һарҡа. «Был сырхау төҫтән ҡотолоп буламы-юҡмы?!.» Ҡалын ҡорғанды тартып йөҙө менән стена яғына боролоп ятты ла таң алдынан ғына әүелйеп китте.

Һуң ғына торҙо, пәрҙәне асып ебәргәйне апаруҡ күтәрелергә өлгөргән яҙ ҡояшының нурҙары залға инеп тулды. Кире килеп урынында ҡайҡайып бер килке һеңгәҙәне, усы менән үҙенең барлығын белгертеп сәнсеп-сәнсеп алған йөрәк тапҡырын ҡапшаны. Тән ағзалары еңелсә дерелдәй, теҙ быуындары бушаған, һаман да башы шаулай.

Йоҡо бүлмәһенән Мәликә Хөрмәтовна күренде. Ҡуҙғалыуы һүлпән, рыя. Тимәк ул да йүнләп йоҡламағандыр.

– Сәй эсәбеҙме, Петя? – Ярашырға теләк белдерә ҡатыны.

– Сәй ҡуйып ебәр, өҫтәл тирәһен ҡараштыр, мин хәҙер. – Фатирға йәнлелек керетеү уйынан телевизорҙы тоҡандырғайны эфирҙа ҡала яңылыҡтары бара икән:

– Бөгөнгө төндә көнсығыш биҫтәләге шәхси йорттарҙа көслө янғын сыҡты. Янғын һүндереүселәр ваҡытында барып етеп оператив эш итеүгә ҡарамаҫтан фажиғәлә һәләк булыусылар бар...

Терт, итеп ҡалды, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе. «Унда теге емеректән башҡа шәхси йорттар төҙөлмәгән дә баһа…» Ишеткәндәренә ышанырға теләмәй ҡабаланып телевизорҙың тауышын көсәйтте.

– Эске эштәр бүлеге, прокуратуранан хәбәр итеүҙәренә ҡарағанда килеп тыуған хәлдә бер ниндәй енәйәт элементтары табылмаған. Янғын төҙөк булмаған электр сымынан килеп сыҡҡандыр, тип фаразлай тикшереүселәр…

«Енәйәт элементтары табылмаған… Көн һайын ҡабатланған ялған дөрөҫлөк…»

Тәнтерәкләп болконға сыҡты. Күҙ күреме ерҙә, ташландыҡ йорт урынында түмәләстәй ҡарайып торомбаш өйөмө генә быҫҡый ине.

– Мәликә?!.

Саҡырыуҙы ишетеп артынан сыҡҡан ҡатыны ни әйтергә белмәй урынында ҡатты ла ҡалды.

Кире инде. Телевизорҙан үҙәк телевидение яңылыҡтарын тапшыра башлағайнылар:

– Иртә яҙҙан башланған урман янғындары бер нисә ҡасабаны юҡҡа сығарҙы, тәбиғәткә генә түгел, халыҡҡа ла күп зыян килтерҙе. – Бер аҙ паузанан һуң диктор дауам итте. – Ә хәҙер мәҙәниәт яңылыҡтары. Башҡалабыҙҙа бөтә Рәсәй һылыулыҡ конкурсы үткәрелә. Был грандиоз гүзәллек һәм нәфислек байрамында илебеҙҙең бөтә төбәктәренән йөҙҙән ашыу конкурсант ҡатнашасаҡ…

Эргәһендәге ҡәнәфигә гөрһөлдәп ауып сикәләрен ҡушусланы, тештәрен шығырҙатып кисә башлыҡта әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы:

– Ҡырғын осоронда шайтан туйы ойошторабыҙ, үткәрәбеҙ… Ә беҙ бит яна-быҙ!.. Янабыҙ!..

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Читайте нас: